Методическая копилка

Ответить
Кириллова Г.Р.
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 24 апр 2016, 06:10

Re: Методическая копилка

Сообщение Кириллова Г.Р. »

7-се класс
1. Бөтә тирә-яҡ йоҡлай, ... йылға һаман аға(ла) аға.
а) ә; в) ағала;
б) тағы; г) аға ла.
2. Күктә ай(ҙа), йондоҙҙар(ҙа) күренмәй.
а) айҙа; в) йондоҙҙа;
б) ай ҙа; г) йондоҙ ҙа.
3. Утарға кире индем, ... ут яҡтым да кейенә башланым.
а) ә; в) шуға;
б) тағы; г)ләкин.
4. Яҙғы ҡояш йылыта, ... ҡыш бирешмәй.
а) ә; в) шуға;
б) тағы; г)ләкин.
5. Булат ағай эшен һәйбәт алып бара, ... ул эштән һәр ваҡыт шат ҡайта.
а) ә; в) шуға;
б) тағы; г)ләкин.
6. ... уйынсыҡтар, ... башҡаһын һорап килә.
а) йә-йә; в) берсә-берсә;
б) әле-әле; г) ни-ни.
7. Башҡорт композиторҙарын билдәлә.
а) Заһир Исмәғилев; в) Әхмәт Лотфуллин;
б) Хөсәйен Әхмәтов; г) Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.
8. Кем ул Рәшиҙә Туйсина?
а) бейеүсе; в) йырсы;
б) шағирә; г) рәссам.
9. Рәшиҙә Туйсина ҡайһы районда тыуған?
а) Бөрйән; в) Белорет;
б) Баймәҡ; г) Учалы.
10. Ҡайһы юлда һүҙҙәр дөрөҫ яҙылған? Укажи ряд, в котором все слова написаны правильно.
а) бейеу; бейеүсе, бейей;
б) бейеү, бейеүсе, бейей;
в) бейеү, бейәүсе, бейей.
11. Кем ул Роберт Заһретдинов?
а) бейеүсе; в) йырсы;
б) ҡумыҙсы; г) композитор.
12. Бирелгән һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатып яҙ. Напиши словосочетания из предложения.
Данлыҡлы бейеүсе Рәшиҙә Туйсина Баймаҡ районында 1942 йылдың йәмле яҙында донъяға килә.
Гарипова
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 21 апр 2016, 08:54

Re: Методическая копилка

Сообщение Гарипова »

1. Артикуляцион күнегеү.
Ала ҡарға төштө ҡарға,
Ҡарға ҡунған аҡ ҡарға.
Шул ҡарғаны күрер өсөн,
Ҡарға йыйылды ҡарға.
- Ни өсөн ҡайһы бер һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙылған?
- Бындай һүҙҙәр нисек атала? (омонимдар тураһында ҡағиҙә иҫкә төшөрөлә).

Ала төштө ,
ҡунған аҡ
Шул күрер өсөн,
йыйылды
Гарипова
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 21 апр 2016, 08:54

Re: Методическая копилка

Сообщение Гарипова »

Мәҡәлдәрҙең парын тап
Батыр үлһә лә,
Батыр бер үлә,
Иле юҡтың—
Батыр егет —
Ир-егет үҙе өсөн тыуа,
ил күрке
ҡурҡаҡ мең үлә.
иле өсөн үлә
көнө юҡ
даны ҡалыр.

Батыр үлһә лә, даны ҡалыр.
Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ мең үлә.
Иле юҡтың— көнө юҡ
Батыр егет — ил күрке
Ир-егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Методическая копилка

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

Хөрмәтле Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары! Рус әҙәбиәтендә һәм әҙәбиәт ғилеме, тарихында теге йәки был класиктың тормош юлын, ижадын, донъяға ҡараштар системаһын тәрән өйрәнеү практикаһы киң таралған. А.С. Пушкин, Ф.М. Достоевский, Л.Н. Толстой һ.б. библиографияһын, ижадын өйрәнеү күренеше бар. Татар әҙәбиәтендә, мәҫәлән, Проф. С.Ш. Поварисов Ғалимйән Ибраһмиов ижадын оҙаҡ йылдар өйрәнде, яҙыусы хаҡында трилогия яҙҙы. Шундай әҫәрҙәрҙе өйрәнгән уҡытыусы дәрестә бик күпте бирә ала. Мин әле ентекләп Рауил Бикбаевтың
"Көндәлектәр" ен (Өфө: "Китап",2013) уҡыйым, уҡымайым, ә халыҡ шағирының ижад лабораторияһын өйрәнәм.Ошо китапта киң билдәле поэмаларының, мәктәп программаһына ингән шиғырҙарының яҙылыу тарихы, әҫәрҙең тыуыу нигеҙҙәре сағыла, ниндәй ваҡиғалар шағирҙы тетерәндереүе күренә. Китап БР МҮИ киоскаһында һатыла. Был китап Рауил Бикбаев ижадын үткәндә методик компас ул, минеңсә. Фәнзил Саньяров.
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Методическая копилка

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен ойоштороуҙа педагогик ситуация тыуҙырыу, минеңсә, бик әһәмиәтле сара. Ул дәрестең тәүге минутында уҡ, йә башҡа этаптарында тыуҙырыла ала. Педагогик ситуацияға парадокс, көтөлмәгәнлек, өр - яңы ҡараш кеүек оригиналь булмаған ваҡийға, күренеш, хәлдәр алынырға мөмкин. Мәҫәлән, 26 февралдә Дүртөйөлө ҡалаһы 5 - се дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 синыфында(таныш булмаған балалар менән) үткәрелгән асыҡ дәресемдә мин иң тәүҙә "Дуҫың тураһында һөйләгеҙ" тигән коммуникатив ситуация тыуҙырҙым. Синыфта 50 ҡунаҡ - уҡытыусы, таныш булмаған Өфө педагогы. Ыңғай психологик климат булдырыу арҡаһында, уҡыусылар бер - береһе менән дуҫлыҡ хаҡында тартынмай һөйләй башланы, телдәре асылды. Ошо ситуацияны логик яҡтан үҫтереп: "Мин дә үҙемдең иң яҡын дуҫым тураһында һөйләргә килдем, ул - минең туған телем - башҡорт теле!" тинем, шунан һуң тема буйынса мәғлүмәт бирә башланым. Ә был ваҡытта балалар менән уҡытыусы контакты урынлашҡайны инде. Тимәк, бала дәрестә аралашһын өсөн унда телмәр теләге - интенция булырға тейеш. Ул юҡ икән, бала тик ултыра.
Малаяҙҙа курста оҫталыҡ - класымды: "Салауат килеп инһә, ни эшләр ине?"- тигән педагогик ситуациянан башланым. Һәр кем үҙ фекере, уйҙары менән бүлеште. Шунан һуң ғына уҡытыусы - методист үҙе Салауат Юлаев роленә инеп китте, шиғыр, ҡурай һ.б. Хөрмәтле коллегалар! Үҙегеҙ ҙә төрлө ситуациялар тыуҙырып ҡарағыҙ, белем алыусыларҙың шунда уҡ йәнләнеп китеүен күрерһегеҙ. Тота килеп тема һөйләү заманы үтте, минеңсә. Ә, һеҙҙеңсә? Фәнзил Саньяров.
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Методическая копилка

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

Ҡылым юҡлыҡ формаһында килгән һөйләмдәрҙе генә күсереп алығыҙ:

Йылға аға. Күл аҡмай. Һыу туңа. Бензин туңмай. Ҡояш йылыта. Ай йылытмай. Дауыт уҡый. Сәлимә уйнай. Алина уҡымай. Зиннур өшөй. Ҡоштар осалар.
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Методическая копилка

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

Бирелгән ҡылымдарҙы өс заманда ла яҙығыҙ:
яҙа, өйрәтә, уҡый, белә, уйнай, уйлана.
Өлгө:
Үткән заман: яҙҙы, ...
Хәҙерге заман: яҙа, ...
Киләсәк заман: яҙыр, ...
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Методическая копилка

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

Һорауҙар урынына тейешле ҡылымдарҙы яҙ.

Ҡояш (ни эшләй?).
Ҡар (ни эшләй?).
Ҡоштар (ни эшләйҙәр?).
Уҡыусылар (ни эшләнеләр?).

Белешмә өсөн һүҙҙәр: ирей, йылыта, ҡаршыланылар, ҡайталар.
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Методическая копилка

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

. Жюри һүҙен килештәр менән үҙгәртегеҙ.
8. Башҡортостанда нисә район, нисә ҡала бар?
9. Салауат Юлаев ҡайҙа һәм нисәнсе йылда тыуған?
10. Уҡыусы, мәктәп һүҙҙәрен эйәлек категорияһында үҙгәртегеҙ.
11. Мәҡәлдәрҙе урыҫ теленә тәржемә итегеҙ.
“Алма ағасынан алыҫ төшмәй”.
“Ҡунаҡ аҙ ултыра, күп һынай”.
“Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла!”
“Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын”.
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Методическая копилка

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

10-сы сыныф уҡыусылары өсөн башҡорт теленән контроль һорауҙар.

1. Башҡорт мотлаҡ рәүештә ниндәй өс нәмәне белергә тейеш?
2. “Сыңрау торна” шиғырының авторы кем?
3. Башҡорт халыҡ йолалары нисә төркөмгә бүленә? Төркөмдәрҙе яҙығыҙ.
4. Һандар ингән башҡорт халҡының өс мәҡәлен яҙығыҙ.
5. “Ырғыҙ” романының авторын яҙығыҙ.
6. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк...”
.........................................................
.........................................................
Шиғырҙы дауам итегеҙ.
Был шиғырҙың авторы кем?
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»