Методическая копилка
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Методическая копилка
Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән
тәржемә өсөн текст (10 класс)
Башҡортостан
Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил үҙенең тауҙары, бер ил үҙенең далалары, өсөнсөһө һыуҙары, дүртенсеһе урмандары менән дан тота. Ә Башҡортостанда шуларҙың барыһы ла бар.
Урал... Был исемде әйтеү менән, күҙ алдына әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге-сиге булмаған урмандар, таштан ташҡа һикереп аҡҡан һалҡын шишмәләр, сәскәле аҡландар, таҫма-таҫма булып һуҙылған тау юлдары килеп баҫа.
Урал... Унан көс алып, оҙон юлдар үтеп, беҙҙең данлыҡлы Ағиҙелебеҙ, тынғыһыҙ, етеҙ Ҡариҙелебеҙ киң далаларға ашыға.
Уралдың йөрәгенә күҙ һалайыҡ. Ниндәй генә хазиналар юҡ унда! Алтын һәм баҡыр, тимер һәм аҫыл таштар, нефть һәм күмер...
Шуларҙың бөтәһе лә беҙҙең Башҡортостаныбыҙ бит. (М.Кәримдән)
Дан тота – славиться
Иге-сиге – бесконечный
Таҫма-таҫма – зд.длинняя
Хазина –сокровище (богатство)

тәржемә өсөн текст (9 класс)
Дуҫлыҡ
«Дуҫлыҡ» һүҙе кеше араһындағы иң изге мөнәсәбәтте аңлата. Дуҫлыҡ уларға маҡсаттарына ирешергә, ауырлыҡтарҙы бергә еңеп сығырға, берҙәм йәшәргә ярҙам итә, ижад итергә ҡанат ҡуя. Дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәһен өсөн, билдәле ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк: бер-береңә ышанырға, таянырға, иғтибарлы булырға; дуҫыңдың эштәре, тормошо менән ҡыҙыҡһынырға, ундағы яҡшы сифаттарҙы үҙләштерергә, үҙеңдәге шундай уҡ сифаттар менән уртаҡлаша белергә; үҙ-ара ярҙам итешергә, талапсан булырға, дуҫыңдың етешһеҙлектәренә битараф ҡалмаҫҡа, кәмселектәрҙән ҡотолорға ярҙам итергә. Ауыр һынауҙарҙы үтеп сыҡҡан дуҫлыҡ ҡына йәшәргә хаҡлы. (В. Баймырҙина.)
Изге мөнәсәбәт — святое
Ҡанат ҡуя - окрыляет
Талапсан булырға — быть требовательным
Һынауҙар үткән — прошедший испытания
Өҙөлмәһен өсөн — чтобы отношение не разорвались
Ышанырға — верить

олимпиада һорауҙары (11 класс)
1. Яҡшылыҡ һүҙендә булған хәрефтәр менән һүҙҙәр яҙығыҙ.
2. Марат яҡшы уҡый. Марат яҡшы китап уҡыны.
Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр тураһында нимәләр яҙа алаһығыҙ?
3. Һөйләм, уның баш һәм эйәрсән киҫәктәре тураһында яҙығыҙ.
4. Мәҡәлдәрҙең яртыһын уҡтар менән тоташтырығыҙ.
Ете ҡат үлсә, ҡурҡаҡ юҡ булыр
Батыр ут булыр, биш көн ҡыуырһың
Бер көн артта ҡалһаң, шул ашамай
Кем эшләмәй, бер ҡат киҫ
5. Бөгөнгө көн һауа торошо тураһында яҙығыҙ.
6. Һорауҙарға тулы итеп яуап яҙығыҙ:
1) Шүлгәнташ мәмерйәһе ҡайҙа урынлашҡан?
2) Янғантау шифаханаһы ҡайһы районда урынлашҡан?
3) Башҡортостандағы иң ҙур күл нисек атала?
4) Башҡортостанда нисә район һәм ҡала бар? 10 ҡала исемен яҙығыҙ.
7. Әҫәрҙәрҙең жанрын билдәләгеҙ:
1) М.Кәрим “Уҡытыусыма” –
2) Т.Яблонская “Иртә” –
3) Ф.Туғыҙбаева “Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?” –
4) Һ.Дәүләтшина “Ырғыҙ” -
8. Республикаһының дәүләт гербы һәм флагының авторҙары кем?
9. Күренекле шәхестәрҙең береһе тураһында ҡыҫҡаса белешмә яҙығыҙ.
Мостай Кәрим, Әхмәт Лутфуллин, Фәриҙә Кудашева, Факиһа Туғыҙбаева, Муса Гәрәев, Арыҫлан Мөбәрәков, Хөсәйен Әхмәтов, Рәми Ғарипов, Шәкирйән Мөхәмәтйәнов.
10. “Әҙәбиәт йылы” көндәрендә хәтерҙә ҡалған ваҡиғалар тураһында яҙығыҙ.

олимпиада һорауҙары (10 класс)
1. Урманлыҡ, урмансы һүҙҙәрендәге ялғауҙар тураһында нимәләр яҙа алаһығыҙ?
2. Башҡорт алфавитындағы 9 –сы, 12-се, 21-се, 27-се, 29-сы, 41-се хәрефтәрҙе яҙығыҙ.
3. Тәҙрә төбөндә гөлдәр үҫә. Гөлдәр тырышып уҡый.
Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр нисек атала? Улар тураһында нимәләр яҙа алаһығыҙ?
4. Өҫтәл һүҙен килеш менән үҙгәртегеҙ.
5. Һөйләмдең баш киҫәктәре аҫтына һыҙығыҙ. Улар нисек атала?
Беҙҙең республикабыҙҙа донъя кимәлендә билдәле саралар үтте.
6. Был көндәрҙә ниндәй байрамдар?
1 ғинуар –
23 февраль –
8 март –
1 май –
9 май –
1 июнь –
12 июнь –
1 сентябрь –
7. Кемдәр улар?
Салауат Юлаев –
Гөлфиә Юнысова -
Хөсәйен Әхмәтов –
Рәшиҙә Туйсина –
Тимер Йосопов –
Шәкирйән Мөхәмәтйәнов-
8. Үҙегеҙ белгән шағир һәм яҙыусыларҙың исем, фамилияларын яҙығыҙ. Бер яҙыусы тураһында ҡыҫҡаса белешмә һәм уның әҫәренең исемен яҙығыҙ.
9. Составында һандар булған өс башҡорт мәҡәлен яҙығыҙ.
10. 2016 йыл Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында ниндәй йыл тип иғлан ителде?

2015/2016 уҡыу йылында башҡорт теле (дәүләт) теленән
олимпиада өсөн һорауҙар
Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән
олимпиада һорауҙары (9 класс)
1. Тәҡдим ителгән хәрефтәрҙе ҡулланып, 5 һүҙ яҙығыҙ.
Ә, р, к, и, а, й, с,ә, т, а, п, м, б.
2. Һүҙҙәргә антонимдар яҙығыҙ.
Батыр –
Оҙон –
Яҡшы –
Кил –
Йүгерә –
Күп –
Көн –
3. Ағиҙел йылғаһы аша баҫма һалынған. Һин был урынға баҫма.
Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр нисек атала? Улар тураһында нимәләр яҙа алаһығыҙ?
4. Исем, сифат, ҡылым һүҙ төркөмөнә миҫалдар яҙығыҙ. Бер һүҙ менән һөйләм уйлап яҙығыҙ
5. Аҡ һүҙен сифаттың сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙһытыу дәрәжәһендә яҙығыҙ.
6. Уҡыусы һүҙен килеш менән үҙгәртегеҙ.
7. “Ҡышҡы урман” темаһына 3 һөйләм яҙығыҙ.
8. Яҙыусы һәм шағирҙарҙың берәй әҫәренең исемен яҙығыҙ.
М. Кәрим -
Ф.Туғыҙбаева –
К.Кинйәбулатова –
9. Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны һүҙҙәренең авторҙары һәм музыкаһының авторы кем?

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика олимпиадаһы өсөн инша темалары
11-Б-2016
1. Б.Бикбай драмаларында Башҡортостан тарихы сағылышы.
2. Оҙон-оҙон баласаҡ артынан (Мостай Кәримдең ижады буйынса).
3. Тормошо – ҡаһарманлыҡ өлгөһө. (Һ.Дәүләтшина ижады буйынса.)
4. Китап – иң яҡшы дуҫ һәм иптәш.
5. Бөгөнгө кино тәрбиә сығанағы була аламы?

2015/2016 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән
республика олимпиадаһы өсөн һорауҙары
11 – Б -2016
1. Уйнап ҡына тарап китә елдәр
Ужымдарҙың йәшел сәстәрен.
Ялан аяҡ йүгерә Яҙһылыу ҙа,
Бигерәк тә күп шул хәстәре. (Г.Яҡупова.) Аҫтына һыҙылған һүҙгә фонетик анализ яһағыҙ.
2. Ҡушма исемдәрҙең яһалыу юлдары. Миҫалдар килтерегеҙ.
3. Беҙ далаға барыбер хужа булдыҡ,
Беҙ далаға йәшлек килтерҙек.
Елдәренә уның йүгән һалдыҡ,
Ҡырҙарында алтын үҫтерҙек. (Р.Бикбаев.) Был шиғыр юлдарында ниндәй һүрәтләү сараһы ҡулланылған?
4. Үҙләштерелгән һүҙҙәр. Йәмәғәт, хәбәр, эшләпә, революция, штат, мачта һүҙҙәре ниндәй телдәрҙән үҙләштерелгән?
5. Уҡыу – белем шишмәһе. Аҫтына һыҙылған һүҙгә морфологик анализ яһағыҙ.
6. Модаль һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле тураһында нимәләр беләһегеҙ?
7. Сәбәп эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү саралары.
8. Был һөйләм ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәнең ниндәй төрөнә ҡарай: Ҡайҙандыр уҡығанымы, ишеткәнеме бар Хисмәттең: йылғаның һыуы саф булһын өсөн, уның ярҙары текә булыу шарт, имеш. (Р.Байымов.)
9. Быйыл яҙ һуңлап килеү сәбәпле юлға байрам үткәс ҡуҙғалырға булдылар (Ш. Янбаев.) һөйләмен тыныш билдәләрен ҡуйып күсереп яҙығыҙ, синтаксик анализ яһағыҙ, схемаһын төҙөгөҙ.
10. Башҡорт теленең диалекттарын өйрәнгән ғалимдар кемдәр улар?
11. Ҡобайыр жанры ниндәй жанр төрҙәрен үҙ эсенә ала?
12. Рәшит Ниғмәти кемдәрҙең ниндәй әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә?
13. Саманан тыш көслө итеп һүрәтләү нисек атала? Миҫалдар килтерегеҙ.
14. М.Кәримдең ниндәй әҫәре Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәренең батырлыҡтарын данлай?
15. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән алынған? Авторы кем?
Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!..
Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә
Мең туғыҙ йөҙ Ун етене ҙурлап,
Илем минең изге ителә.
16. Н.Нәжмиҙең ниндәй әҫәрендә Ишмулла Дилмөхәмәтов образы сағылыш таба?
17. Лирик герой тип кемде атайҙар?
18. “Әҙәбиәт йылы” көндәрендә хәтерҙә ҡалған ваҡиғалар тураһында яҙығыҙ.
19. Башҡорт прозаһы үҫеше тарихында пенталогия ижад иткән яҙыусыны, уның романдары серияһының исемдәрен атағыҙ.
20. Баш мөхәррирҙәрен атағыҙ:
“Аҡбуҙат” –
“Аманат” –
“Шоңҡар” –
“Йәншишмә” –
“Ватандаш” –

10-Б-2016
1. М.Аҡмулла ижадында әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләренең сағылышы.
2. “Ап-аҡ алтын йырҙарымды йырлайым үҙ туған халҡым өсөн…” (Ш.Бабич.)
3. Ғ.Сәләм ижадында заман проблемаларының сағылышы.
4. Беҙ – милләттең киләсәге.
5. Башҡорт киноһында Салауат батырҙың кәүҙәләнеше.

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән
олимпиада һорауҙары
ХI - Р - 2014
1. Парлы тартынҡылар. Улар ниндәй принцип буйынса парлыланалар?
2. Үҙләштерелгән һүҙҙәр. Йәмәғәт, хәбәр, быяла, шешә, эшләпә, өҫтәл, революция, штат, мачта һүҙҙәре ниндәй телдәрҙән үҙләштерелгән?
3. Ниндәй һүҙҙәр күп мәғәнәле һүҙҙәр тип атала? Полисемия күренешенә миҫалдар килтерегеҙ.
4. Нефть һүҙен килеш менән үҙгәртегеҙ.
5. Киҫәксәләр ниндәй төркөмсәләргә бүленә? Миҫалдар яҙығыҙ.
6. Ҡылым йүнәлештәре. Миҫалдар килтерегеҙ.
7. Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре буйынса миҫалдар килтерегеҙ.
8. Ябай һөйләм төрҙәрен яҙығыҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.
9. Тура һәм ситләтелгән телмәрҙең айырмалығын билдәләгеҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.
10. Ваҡ йәнлектәр бөтәһе лә йыйылып бөткәс ҡуян үҙенең зарын һөйләргә тотонған.(Ж. К.) һөйләмен тыныш билдәләрен ҡуйып күсереп яҙырға, синтаксик анализ яһағыҙ.
11. Нимә ул легенда? Ниндәй легендалар беләһегеҙ? Исемдәрен яҙығыҙ.
12. Ниндәй һүҙ оҫтаһы йыраусы тип атала?
13. Халыҡ йырҙарын көйҙәренең характерына ҡарап һәм йөкмәткеһе буйынса ниндәй төркөмдәргә бүлеп йөрөтәләр? Һәр төркөмгә ҡараған бер нисә йырҙы атағыҙ.
14. Поэманың исемен һәм авторын яҙығыҙ. Был поэмала Ер, батша колоницацияһы, социаль иҙеү, азатлыҡ өсөн көрәш проблемалары күтәрелгән. Поэмала социаль тигеҙһеҙлекте фашлау, Ер, Салауат образдары урын алған.
15. “Башҡорт туйы” мелодрамаһының авторы кем? Авторҙың тағы ла ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ.
16. Түбәндәге өҙөк ҡайһы әҙиптең ниндәй әҫәренән алынған?
… Ут һыуҙарҙы ярып,
Дүрт йыл буйы барып,
Берлинға етеп,
Астым тарих итеп
Бранденбург тигән ҡапҡаны…
… Мин ғүмергә ҡапҡа асыусы малай
Һәм шул малай булып ҡаламын.
17. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән алынған? Уны әҫәрҙең ҡайһы геройы әйткән?
«Оялмайынса нимә һөйләйем мин тағы? Әсәйем тыңлап торһа, ни әйтер ине? Был ҡыҙ бала әллә аҡылдан яҙғанмы, тип аптырар ине. Әсәй, Әсәйем! Әсәкәйем! Ун өс йыл саҡырам бит инде мин һине, ниңә яуап ҡайтармайһың? Ниңә? Һин миңә бик кәрәкһең, хәҙер бигерәк тә кәрәкһең, әсәкәйем! Миңә бит ун алты йәш! Ун алты! Оһо-һо!!»
18. Повесть хикәйә жанрынан ҡайһы яҡтары менән айырыла?
19. Был шиғри юлдар ҡайһы шағирҙың ниндәй әҫәренән алынған?
Телең барҙа илең бар,
Илең барҙа иркең бар,
Иркең барҙа күркең бар,
Ил биҙәргә дәртең бар,
Ерең, күгең – икең бар,
Утың, һыуың – дүртең бар.
20. Түбәндәге авторҙарҙың әҫәрҙәре ниндәй жанрға ҡарай?
Ғ. Сәләм “Бала” -
М. Кәрим “Ай тотолған төндә” -
Б. Бикбай “Ҡарлуғас” -
Р.Ғарипов “Уйҙарым”-
Р.Бикбаев “Ғүмер уртаһы” –
Ғ. Хөсәйенов “Тормош” -

X - Р – 2015
1. Башҡорт телендә нисә ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡы хәрефтәр бар? Уларҙы яҙығыҙ.
2. Башҡорт теленең лексик составында ниндәй телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр күп? Миҫалдар килтерегеҙ.
3. Нөктәләр урынына ҡылымдар яҙығыҙ.
Күп …, күп белерһең.
Ете ҡат …, бер ҡат киҫ.
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың … .
Аҙ …, күп уйла.
Кем … , шул ашамай.
4. Киләсәк заман мәғәнәһе ҡылымдың ниндәй формалары менән белдерелә ала. Миҫалдар килтерегеҙ.
5. Һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.
Бындай сараларҙа уҡыусылар ихлас ҡатнаша.
6. Һөйләмдә бирелгән хәлде табып, уның төрөн билдәләгеҙ.
Ҡоро сығыу уйы менән һыуға сумыусылар бар. (әйтем)
7. Һөйләмдә ниндәй киҫәк айырымланып килгән?
Улар, бөркөттәр, бөтә ҡоштарҙан да бейектә ҡанат киреп әйләнә (М.Ғиләжев).
8. Ҡар туң ергә ятһа, киләһе йылда иген уңасаҡ. (һынамыш)
Баш һөйләмдең хәбәре ниндәй ялғау ҡабул иткән?
9. Түбәндәге һөйләмдә тыныш билдәләрен ҡуйығыҙ, уларҙың ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ.
Һарғая башлаған япраҡтар, ағастан өҙөлгәс ергә төшмәйенсә ел менән үргә үк менеп китеп өйөрөлә-өйөрөлә осоп йөрөйҙәр өй арттарында үҫкән ҡарағайҙарҙың тубырсыҡтары елдән тупылдап ергә ҡойола нәҙегерәк ағастарҙың олондары ҡуҙғалалар ботаҡтары эйеләләр (Ж.Кейекбаев.)
10. _ _ ____ , ____ , ____ ____ .
Бирелгән схема буйынса һөйләм төҙөгөҙ, һыҙыҡтың ҡуйылышын аңлатығыҙ.
11. Әзрәҡә, Ҡаһҡәһә, Зәрҡүм образдары ниндәй эпостан?
12. Кем ул Ризаитдин Фәхретдинов? Уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?
13. Түбәндә килтерелгән өҙөк кемдең ниндәй әҫәренән алынған? Авторы тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ?
Ап-аҡ алтын йырҙарымды
Йырламайым данлыҡ өсөн;
Йырлаймын алтын илем өсөн,
Үҙ туған халҡым өсөн.
14. М. Буранғоловтың ниндәй драмаларының сюжет нигеҙе итеп башҡорт халҡының йыр-риүәйәттәре алынған?
15. Милли йәштәр театры ҡайһы шәхес исемен йөрөтә?
16. Әхмәтзаки Вәлиди ниндәй районда, ҡайһы ауылда тыуған? Уның тураһында нимә әйтә алаһың?
17. Ҡайһы ғалим Ш.Бабичтың тормош юлын, ижадын өйрәнгән һәм ниндәй хеҙмәт яҙған?
18. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге трилогия нисек атала һәм авторы кем? Атағыҙ.
19. «Йәшлек йыры», «Ҡыңғыраулы дуға», «Күршеләргә ҡунаҡ килгән» драмаларының авторы кем? Уның тураһында өҫтәп нимә әйтә алаһығыҙ?
20. Н. Мусиндың “Йыртҡыс тиреһе” повесында ниндәй проблемалар күтәрелә?