Методическая копилка

Ответить
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

9-сы дәрес
С.Әлибаев “Матур көн”. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсат: 1. Тема буйынса уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен артабан үҫтереү.
2. С.Әлибаев. ”Матур көн” шиғырының йөкмәткеһе менән таныштырыу.
3. Грамматика буйынс алған белемдәрен билдәләү һәм баһалау.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Шиғыр йөкмәткеһе менән танышыу. Уҡыусыларҙың бер-береһе менән аралашыуы, диалог төҙөү. Бер-береһенең хатаһын төҙәтеү өҫтөндә эшләү. Диалогтар төҙөү, уны дөрөҫ итеп, ролләп уҡыу. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
1. 64-се биттәге һүҙлек һүҙҙәрент тасуири уҡыу;
2. Һүҙҙәр менән һөйләмдәр уйлау.
II. Өй эшен тикшереү.
1. Л.Толстой. “Бабай менән һыу инәһе” әкиәтен тасуири уҡыу (1 уҡыусы).
2. Текстың йөкмәткеһен һөйләү (2 уҡыусы).
III. Белемде актуалләштереү.
1. 43-сө күнегеү. Йәшенләп ямғыр яуғандағы тыйыуҙар буйынса уҡыусылар менән әңгәмә ойоштороу. Бер-нисә уҡыусы үҙҙәренең хәтерендә ҡалдырған тыйыуҙы уҡып ишеттерәләр һәм һәр уҡыусыға бер тыйыуҙы ятларға ҡушыла.
2. 44-се күнегеүҙе дәфтәргә яҙыу. Дәфтәргә яҙыр алдынан һәр һөйләмдә нөктәләр урынына ниндәй һорау алмашы ҡуйылыу тураһында аңлатыу.
3. 45-се күнегеү өҫтөндә эшләү:
1) рус телендәге күнегеүҙе башҡорт теленә тәржемә итеү;
2) ҡуйылған һорауға башҡорт телендә яуап биреү.
4. Матур, бәләкәй, батыр һүҙҙәре менән һүҙбәйләнештәр уйлау.
5. Айырым иғтибарҙы матур көн һүҙбәйләнешенә бүлеү. Матур көн- ниндәй көн?, тигән һорауға яуап биреү. Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтәләр. Тема буйынса диалогтар төҙөйҙәр.
6. Уҡытыусы йомғаҡлап ҡуя һәм матур кән тураһында С.Әлибаев нимәләр яҙа?
IV. Яңы тема. С.Әлибаев. Матур көн.
1. С.Әлибаевтың ижады тураһында уҡытыусының ҡыҫҡаса сығышы.
Сафуан Әфтәх улы Әлибаев 1941 йылдың 21 фквралендә Башҡортостандың Салауат районы Тирмән ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылындағы ете йыллыҡ мәктәптән һуң Белорет районы Сермән ауылында урта мәктәпте тамамлай. Унан тимер юлында , колхозда һәм Салауат район газетаһында эшләй. 1961-1966 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университеты студенты. 1966 йылда “Башҡортостан пионеры” газетаһында әҙәби хеҙмәткәр, һуңынан газетаның мөхәррире була.
Сафуан Әлибаев күберәк лирик поэзия өлкәһендә эшләй. Йәшлек тормошона , дуҫлыҡ һәм мөхәббәткә арналған бик күп шиғырҙары һәм йырҙары уиң танылыу тапты. Балалар әҙәбиәтендә лә ул актив эшләй., тәржемә менән шөғөлләнә. Ул “Башҡорт балалар антологияһы”ның икенсе китабын төҙөп сығарҙы. Башҡорт теленә Александр Пушкин, Рәсүл Ғамзатов һ.б. шағирҙарҙың ә:әрҙәрен тәржемә итте.
Республиканың Ғ.Сәләм премияһы лауреаты.
2. С.Әлибаев. “Матур көн” шиғыры өҫтөндә эш:
1) һүҙлек эше;
2) тексты үҙ аллы уҡыу;
3) сылбырлы уҡыу;
4) уҡытыусы тарафынан ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү;
5) шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса әңгәмә;
6) һәр бер строфа буйынса анализ;
7) йомғаҡлау.
3. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау:
1) уҡытыусы бер тексты экран аша сығара һәм уҡыусыларға бер ни тиклем текст менән танышырға ҡуша, ә һуңынан тексты ябып, әйттерп яҙҙыра;
2) Текст экранға сыға уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшерә;
3) Грамматика буйынса эш төрҙәре тәҡдим ителә.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш. Диктант яҙыуға әҙерләнеү.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

8-се дәрес
Л.Толстой. Бабай менән һыу инәһе. Юҡлыҡ алмаштары.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың тема буйынса һөйләү телмре күнекмәләрен үҫтереү.
2.Уҡыусыларҙа тоғролоҡ, намыҫлы булыу кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү өҫтөндә эшләү.
3. Күрһәтеү алмаштарын ғәмәлдә ҡуллана белеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Әкиәт менән танышыу. Әкиәттең халыҡ һәм яҙыусы тарафынан яҙылыуы тураһында иҫкә төшөрөү. Төркөмдәр менән эшләү. Уҡыусыларҙың белемдәрен системалаштырыу. Тема буйынса бер-берһенә һорауҙар биреү, бер-береһе менән әңгәмәләшеү. Башҡорт халыҡ ижады ханрҙары менән таныштырыу. Тексты дөрөҫ итеп тәржемә тиеү өҫтөндә эшләү, уның өсөн һүҙлектәр ҡулланыу.
Юҡлыҡ алмаштары темаһын нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Бөгөнгө һауа торошо тураһында әңгәмә.
II. Өй эшен тикшереү.
1. Уҡыусылар бер-береһенең эштәрен тикшереп баһалайҙар.
Критерийҙар: 1 хата – “5” билдәһе;
2-3 хата – “4”;
4-6 хата – "3”.
2. Тексты тәржемә итеүсе уҡыусыларҙың эштәрен баһалау.
III. Белемде актуалләштереү.
1. 41-се күнегеү өҫтөндә эшләү.
2. Тексты тәржемә итеп, юҡлыҡ алмаштары тураһында белешмә биреү.
3. 62-се биттәге ҡағиҙәне үҙләштереү.
4. 39- сы күнегеү. М.Дилмөхәмәтовтың “Сәскә менән күбәләк” шиғырын тасуири итеп уҡыуҙы ойоштороу:
а) шиғырҙы үҙ аллы уҡыу;
б) шиғырҙан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе һайлап алып, тәржемә итеү;
в) бер-ике уҡыусынан тасуири уҡытыу;
г) ролдәргә бүлеп уҡыу;
д) сылбырлы уҡыу;
е) биремдәрҙәге һорауҙар буйынса эшләү.
5. 40-сы күнегеүҙе төркөмдә эш итеп ойоштороу;
1) Һәр төркөмгә диалогты дауам иттереү;
2) Диалогтарҙы уҡыу;
3) Бер-береһенең эшен баһалау.
IV. 1. 38-се күнегеү өҫтөндә эшләү.
2. Йомаҡтарҙың яуаптарын тапҡандан һуң, башҡорт халыҡ ижады жанрҙарын һанап китеү (мәҡәл, әкиәт, йыр, һынамыш, йомаҡ, көләмәс, таҡмаҡ);
3. Айырым иғтибарҙы әкиәткә биреү һәм түбән кластарҙа ниндәй әкиәттәр уҡыуҙарын (русса, башҡортса) һанап китеү.
4. Бер әкиәттең йөкмәткеһен ҡыҫҡаса иҫкә төшөрөү;
5. Халыҡ әкиәттәре һәм яҙыусылар тарафынан ижад ителгән әкиәттәр тураһында, уларҙың айырмалыҡтарын аңлатыу;
6. Һәр халыҡтың халыҡ һәм яҙыусылар тарафынан ижад ителгән әкиәттер булыуын аңлатыу.
V. Яңы тема. Л.Толстой. “Бабай менән һыу инәһе” әкиәте өҫтөндә эш:
1) һүҙлек эше;
2) тексты үҙ аллы уҡыу;
3) тәржемә итеү;
4) һорауҙарға яуап биреү;
5) текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмә;
6) уның тәрбиәүи яҡтарына туҡталыу.
VI. Рефлексив анализ. Баһалау.
VII. Өйгә эш: 1. Л.Толстой. “Бабай менән һыу инәһе” әкиәтен тасуири уҡыу.
3. Текстың йөкмәткеһен һөйләү.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

7-се дәрес
Йыл миҙгелдәре. Нығынған һүҙбәйләнештәр.
Маҡсат: 1. Тема буйынса уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен артабан үҫтереү.
2.Белеү кимәлен тикшереү һәм билдәләү.
3. Нығынған һүҙбәйләнештәр темаһын үҙләштереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. “Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса текстар менән танышыуҙы дауам итеү. Тест һорауҙарына яуап биреү. Төркөмдәр менән эшләү. Уҡыусыларҙың белемдәрен системалаштырыу. Һүрәттәр менән эш төрҙәрен башҡарыу. Уҡыусыларҙың бер-береһе менән аралашыуы, диалог төҙөү.
Билдәләү алмаштары темаһын нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцин күнегеү.
Мамыҡ ҡар яуа,
Шундай саф һауа,
Саналар һөйрәп,
Беҙ киттек тауға.
(Ш.Бикҡолов).
II. Өй эшен тикшереү.
III. Белемде актуалләштереү.
1. Тест һорауҙарына яуап биреү:
1)кем?нимә? ниндәй алмаштар:
а) билдәләү алмаштары;
б) күрһәтеү алмаштары;
в) һорау алмаштары.
2) Мин ҡыш ... яратам. Һөйләмдә ҡыш һүҙен ниндәй килештә ҡуйырға кәрәк:
а) төп килеш;
б) эйәлек килеш;
в) төшөм килеш.
3) Был, ошо, теге ниндәй алмаштар:
а) һорау алмашы;
б) күрһәтеү алмашы;
в) билдәһеҙлек алмашы.
4) “Дүрт ҡыҙ” шиғырының авторы кем:
а) К.Ушинский;
б) Ф.Рәхимғолова;
в) К.Тәңреҡолов.
5) Билдәһеҙлек алмашын күрһәтегеҙ:
а) әллә кем, әллә нимә, әллә ҡайҙа;
б) һәр кем, һәр береһе, һәр ваҡыт;
в) был, ошо, теге, шул.
6) тыныслыҡ һүҙенең тәржемәһе:
а) мир;
б) дружба;
в) счастье.
Тест һорауҙарына яуаптар: 1- в; 2-в; 3-б; 4-в; 5-а; 6- а.
2. Уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшерәләр һәм баһалайҙар.
IV. Теманы нығытыу.
1. Төркөмдәр менән эш: 1 төркөм: С.Муллабаев. Хикмәтле ҡар.
1) тасуири уҡыу;
2) Һорауҙарға яуап биреү.
2 Төркөм: М.Дилмөхәмәтов. Яҙ.
1) тасуири уҡыу;
2) 33-сө күнегеүҙәге бирем буйынса эш.
3 төркөм:һүрәттәр ярҙамында хикәйәне дауам итеү.
2. 1) Уҡыусыларҙың эштәрен йомғаҡлап, уҡытыусы уларҙың эштәрен баһалай һәм яҡщы эштәре өсөн үҙенең шатлығынан (түбәм күккә тейҙе) тигән йә башҡа берәй нығынған һүҙбәйләнеш ҡуллана.
3) Уҡыусыларҙан бындай һүҙбәйләнештәр тураһында үҙҙәренән яуап табыуға алып килергә тейеш. Һүҙбәйләнеште рус телендә сағыштырмаса аңлата. Уҡыусылар менән берлектә нығынған һүҙбәйләнештәр уйлау.
4) 34-се күнегеүҙе уҡыу һәм нығынған һүҙбәйләнештәрҙе аңлатыу.
5) 35-се күнегеү.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
V. Өйгә эш: 1. 37-се күнегеү.
2. “Ҡыш яҡынлаша” тексын тәржемә итеү.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

6-сы дәрес
Ф.Рәхимғолова. “Ҡайҙан белдең?”. Билдәһеҙлек алмаштары.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
2.Белем кимәлен билдәләү һәм тикшереү.
3.Билдәһеҙлек алмашын үҙләштереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу. Ф.Рәхимғолованың “Ҡайҙан белдең? Шиғырының төп фекерен билдәләү. Һүрәттәр менән эш төрҙәрен башҡарыу. Һүҙлек һәм өҫтәмә мәғлүмәт менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү.
Күрһәтеү алмаштары темаһын нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Экранда яҙылған ай исемдәрен дөрөҫ итеп уҡыу.
II. Өй эшен тикшереү.
III. Белемде актуалләштереү.
1. 24-се күнегеү. Л.Шаһисолтанова “Көҙгө урманда” шиғырҙың йөкмәткеһен ҡабул итеү өҫтөндә эш:
1) һүҙлек эше;
2) шиғырҙы уҡыусыларҙың тасуири уҡыуы;
3) шиғыр буйынса фекер алышыу;
4) шиғыр буйынса уҡыусыларҙың бер-береһенә һорау биреүе.
2. 28-се күнегеү. Уҡыусылар һынамыштарҙы уҡып, һәр миҙгелгә ҡараған һынамыштарҙы айырып яҙалар. Был эш төрөн башҡарғандан һуң, уҡыусыларҙы “ҡайҙан белдең” тигән һорауҙы әйттереүгә һәм ул һорауға яуап биреүгә алып килеп еткереү. Һуңынан яңы темаға күсеү.
IV. Яңы тема.
V. Ф.Рәхимғолова “Ҡайҙан белдең” шиғыры өҫтөндә эшләү.
1. Ф.Рәхимғолова тураһында белешмә.
Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова 1921 йылдың 15 декабрендә Башҡортостандың Маҡар (хәҙерге Ишембай) районы Йәнырыҫ ауылында тыуа. Тәүҙә Йәнырыҫ башланғыс мәктәбендә, унан яңы асылған интернатта уҡый, алтынсы кластан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы пионер – вожатыйҙар курсына ебәрелә. Һуңынан Өфө педагогия рабфагында уҡырға инә. Рабфакты тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыуын дауам итә. Ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, Өфөләге моторҙар эшләү заводына эшкә инә.
Һуғыштан һуң Маҡар районының мәғариф бүлегендә инспектор, һуңынан Ишәй ете йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире булып эшләй. Ситтән тороп пединститутты тамамлай. 1952 йылда уның балалар өсөн яҙылған тәүге “Яҡын дуҫ” тигән китабы донъя күрә.
Өфөлә байтаҡ йылдар “Пионер” журналында бүлек мөдире вазифаһын башҡара. 1965-1967 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. 1968-1971 йылдарҙа “Башҡортостан ҡыҙы” журналында эшләй.
Фәүзиә Рәхимғолова 26 китаптың авторы.
1961 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы булып тора.
2. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү буйынса эш төрҙәре:
1) Һүҙлек эше;
2) Уҡытыусының шиғырҙы тасуири итеп уҡыуы;
3) Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
4) Сылбырлы уҡыу;
5) Һорауҙарға яуап биреү;
6) Ҡар яуғанда һеҙ ниндәй хистәр кисерәһегеҙ?
7) Уҡыусыларҙың бер-береһенә һорауҙар биреүе;
8) Йомғаҡлау.
3. 30-сы күнегеү. Һөйләмдәрҙе тәржемә итеү һәм билдәһеҙлек алмаш тураһында мәғлүмәт биреү.
4. 57-се биттәге ҡағиҙәне уҡыу.
5. Эш дәфтәрендәге эш төрҙәрен башҡарыу.
VI. Рефлексив анализ. Баһалау.
VII. Өйгә эш: 1. Ф.Рәхимғолова “Ҡайҙан белдең” шиғырын тасуири уҡыу.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

5-се дәрес
К.Ушинский “Дүрт теләк”. Алмаш.
Маҡсат: 1. Текст йөкмәткеһе менән таныштырыу, тасуири уҡыу өҫтөндә эшмәкәрлекте дауам итеү.
2. Йыл миҙгелдәре буйынса тәрәнәйтеү.
3. Грамматика буйынса белемдәрен системалаштырыу.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Йыл миҙгелдәре” темаһы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәрҙе үҙләштереү. Башҡа халыҡ яҙыусыларының әҫәрҙәрен өйрәнеү. К.Ушинскийҙың “Дүрт миҙгел” тексының йөкмәткеһен үҙләштереү. Йөкмәткеһе буйынса һорауҙар бирергә өйрәтеү. Өҫтәлмә әҙәбиәт менән эшләү күнекмәләрен үҙләштереү. Яҙыу күнекмәләрен үҫтереү. Һүҙлек менән эшләү.
Алмаштар темаһын нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен әйттереү.
II. Өй эшен тикшереү.
III. Белемде актуалләштереү.
1. Уҡыусыларға “т” өнө менән һүҙҙәр уйларға ҡушыла.
2. Уҡыусыларҙың уйланылған һүҙҙәрен йомғаҡлап, уҡытыусы теләк һүҙенә иғтибар итә (әгәр уҡыусылар тарафынан уйланылмаһа, уҡытыусы һүҙҙе үҙе әйтә).
3. Теләк һүҙенең аңлатмаһы һәм һүҙлек ярҙамында тәржемә итеү
4. Һөйләмдәр уйлау.
IV. Яңы тема.
1.К.Д.Ушинскийҙың “Дүрт теләк” тексы өҫтөндә эш:
1) һүҙлек эше: булһын ине, теләр инем, ҡуйын дәфтәре;
2) уҡытуысның тексты тасуири итеп уҡыуы;
3) уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
4) уҡыус ылар аңламаған һүҙҙәр өҫтөндә эш (ул һүҙҙәрҙе уҡыусылар үҙ аллы уҡыу барышында табалар);
5) абзацлап уҡыу;
6) буксирлы уҡыу (уҡытыусы текстың теләһ ҡайһы урынынан уҡый башлай, ә уҡыусылар шул урында табып, уҡытыусының уҡыуына ҡушыла);
7) дәреслектәге һорауҙарға яуап биреү;
8) дәреслектән алмаштарҙы табып, төркөмсәһен билдәләү.
2. 1) 22-23-сө күнегеүҙәр өҫтөндә эш.
3. 25-се күнегеү.Текста һөйләмдәрҙе үҙ урындарына ҡуйып, күсереп яҙыу.
4. 1) 27-се күнегеү. Диалогты уҡыу.
2) Төркөм менән эш. Һәр төркөм диалогты дауам итә.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: 1. Һөйләмдәрҙе тәржемә итеп яҙырыға.
2. Ике һөйләм уйлап яҙырға.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

4-се дәрес
К.Тәңреҡолов “Дүрт миҙгел”.
Маҡсат: 1. Йыл миҙгелдәре тураһында алған белемдәрен тәрәнәйтеү.
2.Шиғыр йөкмәткеһе менән таныштырыу, тасуири уҡыу өҫтөндә эште дауам итеү.
3. Күрһәтеү алмаштары темаһын үҙләштереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса һөйләргә өйрәтеү. Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу. Тема буыйнса бер-берһенә һорауҙар биреү, бер-береһе менән әңгәмәләшеү. Һүрәттәр менән эш төрҙәрен башҡарыу. Уҡыусыларҙың бер-береһе менән аралашыуы, диалог төҙөү. Үҙҙәренең эшен тикшереү. Яҙыу күнекмәләрен үҫтереү. Һүҙлек диктанты яҙыу.
Күрһәтеү алмаштары темаһын нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Таң менән уян да
Болонға йүгереп сыҡ.
Ҡаршылар йымылдап
Шул саҡ шат ысыҡ.
(Р.Ниғмәтуллин).
II. Өй эшен тикшереү.
III. Белемде актуалләштереү.
1. 16-сы күнегеү.
2. Һүҙлек диктантты яҙҙырыу.
Һауа, көҙ, ҡояш, ағас, япраҡ, үлән, ҡоштар, ҡыш, ҡар, боҙ, саңғы, сана, һыуыҡ, һырғалаҡ, яҙ, тамсы, гөрләүек, бөрө, оя, сыйырсыҡ, ямғыр, йәшен, ялағай, йәй, еләк, йәшелсә, эҫе, йондоҙ, болот, ел, дауыл.
3. Һүҙҙәр экранда сыға, уҡыусылар үҙҙәренең эшен үҙҙәре тикшереү баһалайҙар.
4. Критерийҙар:
4) Хатаһыҙ йә бер хата “5”;
5) 2-3 хата “4” билдәһе;
6) 4-6 хата “3” билдәһе.
5. 17-се күнегеү. “Көҙ-рәссам” тексын тасуири уҡыу һәм эш төрҙәрен башҡарыу.
6. 18-се күнегеү. Эш төрө: Һеҙҙе уратып алған тәбиғәт тураһында әңгәмә ҡороғоҙ. Уҡытыусы уҡыусыларға эш төрөн башҡарыр өсөн, һүрәттәр, терәк һүҙҙәрҙе экран аша күрһәтә. Уҡыусылар бер-береһе менән аралашыу, бер-береһенә һорауҙар биреүҙе ойоштороу.
7. Уҡытыусы уҡыусыларҙы “Дүрт ҡыҙ” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереүгә әҙерләй:
1) Уҡыусылар, йылдың миҙгелдәрен һанап сығыу;
2) Һәр миҙгелдең айҙарын һанап сығыу.
3) Һәр миҙгел тураһында шиғыр юлдарын уҡыу;
4) һәр йыл миҙгеленең яҡынса үҙенсәлектәрен билдәләү;
5) Уҡытыусы уҡыусыларға дүрт миҙгел тураһында уҡыусыларҙың фекерҙәрен йомғаҡлай һәм шиғырҙың темаһын һәм унда нимәләр хаҡында яҙылыуын билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
IV. Яңы теманы үҙләштереү.
1. “Дүрт ҡыҙ” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү буйынса эш төрҙәре:
а) һүҙлек өҫтөндә эшләү;
б) уҡытыусының шиғырҙы тасуири уҡыуы;
в) уҡыусыларҙың үҙаллыу уҡыуы;
г) шиғырҙы тусуири итеп уҡыусыларҙың уҡыуы;
д) бирем буйынса эш төрҙәрен башҡарыу;
е) шиғыр буйынса һәр миҙгел нимә эшләй?
ж) шиғырҙы тасуири уҡыу.
2. 20-се күнегеү.
3. Эш дәфтәре буйынса эш төрҙәрен башҡарыу.
4. Дәреслектәге һүҙлек һүҙҙәр менән эш (рамка эсендәге һүҙҙәр):
1) болот, йыһан, уңыш, бәхәс;
2) һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү, һүҙлек менән эш;
3) һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдәр уйлау.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: 1. К.Тәңреҡолов “Дүрт миҙгел” шиғырын тасуири уҡырға.
2. Шиғырҙы ятларға.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

4-се дәрес
К.Тәңреҡолов “Дүрт миҙгел”.
Маҡсат: 1. Йыл миҙгелдәре тураһында алған белемдәрен тәрәнәйтеү.
2.Шиғыр йөкмәткеһе менән таныштырыу, тасуири уҡыу өҫтөндә эште дауам итеү.
3. Күрһәтеү алмаштары темаһын үҙләштереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса һөйләргә өйрәтеү. Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу. Тема буыйнса бер-берһенә һорауҙар биреү, бер-береһе менән әңгәмәләшеү. Һүрәттәр менән эш төрҙәрен башҡарыу. Уҡыусыларҙың бер-береһе менән аралашыуы, диалог төҙөү. Үҙҙәренең эшен тикшереү. Яҙыу күнекмәләрен үҫтереү. Һүҙлек диктанты яҙыу.
Күрһәтеү алмаштары темаһын нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Таң менән уян да
Болонға йүгереп сыҡ.
Ҡаршылар йымылдап
Шул саҡ шат ысыҡ.
(Р.Ниғмәтуллин).
II. Өй эшен тикшереү.
III. Белемде актуалләштереү.
1. 16-сы күнегеү.
2. Һүҙлек диктантты яҙҙырыу.
Һауа, көҙ, ҡояш, ағас, япраҡ, үлән, ҡоштар, ҡыш, ҡар, боҙ, саңғы, сана, һыуыҡ, һырғалаҡ, яҙ, тамсы, гөрләүек, бөрө, оя, сыйырсыҡ, ямғыр, йәшен, ялағай, йәй, еләк, йәшелсә, эҫе, йондоҙ, болот, ел, дауыл.
3. Һүҙҙәр экранда сыға, уҡыусылар үҙҙәренең эшен үҙҙәре тикшереү баһалайҙар.
4. Критерийҙар:
4) Хатаһыҙ йә бер хата “5”;
5) 2-3 хата “4” билдәһе;
6) 4-6 хата “3” билдәһе.
5. 17-се күнегеү. “Көҙ-рәссам” тексын тасуири уҡыу һәм эш төрҙәрен башҡарыу.
6. 18-се күнегеү. Эш төрө: Һеҙҙе уратып алған тәбиғәт тураһында әңгәмә ҡороғоҙ. Уҡытыусы уҡыусыларға эш төрөн башҡарыр өсөн, һүрәттәр, терәк һүҙҙәрҙе экран аша күрһәтә. Уҡыусылар бер-береһе менән аралашыу, бер-береһенә һорауҙар биреүҙе ойоштороу.
7. Уҡытыусы уҡыусыларҙы “Дүрт ҡыҙ” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереүгә әҙерләй:
1) Уҡыусылар, йылдың миҙгелдәрен һанап сығыу;
2) Һәр миҙгелдең айҙарын һанап сығыу.
3) Һәр миҙгел тураһында шиғыр юлдарын уҡыу;
4) һәр йыл миҙгеленең яҡынса үҙенсәлектәрен билдәләү;
5) Уҡытыусы уҡыусыларға дүрт миҙгел тураһында уҡыусыларҙың фекерҙәрен йомғаҡлай һәм шиғырҙың темаһын һәм унда нимәләр хаҡында яҙылыуын билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
IV. Яңы теманы үҙләштереү.
1. “Дүрт ҡыҙ” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү буйынса эш төрҙәре:
а) һүҙлек өҫтөндә эшләү;
б) уҡытыусының шиғырҙы тасуири уҡыуы;
в) уҡыусыларҙың үҙаллыу уҡыуы;
г) шиғырҙы тусуири итеп уҡыусыларҙың уҡыуы;
д) бирем буйынса эш төрҙәрен башҡарыу;
е) шиғыр буйынса һәр миҙгел нимә эшләй?
ж) шиғырҙы тасуири уҡыу.
2. 20-се күнегеү.
3. Эш дәфтәре буйынса эш төрҙәрен башҡарыу.
4. Дәреслектәге һүҙлек һүҙҙәр менән эш (рамка эсендәге һүҙҙәр):
1) болот, йыһан, уңыш, бәхәс;
2) һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү, һүҙлек менән эш;
3) һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдәр уйлау.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: 1. К.Тәңреҡолов “Дүрт миҙгел” шиғырын тасуири уҡырға.
2. Шиғырҙы ятларға.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

3-сө дәрес
Йыл миҙгелдәре. Күрһәтеү алмаштары.
Маҡсат: 1.” Йыл миҙгедрәре” темаһы буйынса уҡыусыларҙың һөйләү телмәре күнекмәләрен артабан үҫтереү.
2.Уҡыусыларҙың хәтерен, күҙәтеүсәнлеген үҫтереү.
3. Күрһәтеү алмаштары” темаһын системалаштырыу.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса һөйләргә өйрәтеү. Тексты тасуири уҡыу. Тема буйынса тәҡдим ителгән эш төрҙәрен башҡарыу. Уҡыусыларҙың бер-береһе менән аралашыуы, бер-береһенә һорауҙар биреүҙәре. Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү. Йомаҡтарҙың яуабын табыу, яңы һынамыштар менән танышыу.
Күрһәтеү алмаштары темаһын үҙләштереү.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
1. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен әйттереү.
2. Бөгөнгө һауа торошо тураһында әңгәмә.
II. Өй эшен тикшереү.
1. 6-сы күнегеү дәфтәрҙәр йыйып алына.
2. 8-се күнегеү буйынса дүрт миҙгелгә ҡағылышлы шиғыр юлдарын ятлаусы уҡыусыларҙың һөйләүен тыңлап баһалау.
III. Белемде актуалләштереү.
1. Төркөмдә эш. Йомаҡтарҙың яуаптарын табыу:
1) Ем-ем итә,
Емелдәп китә.
2) Күктән килде, ергә китте.
3) Аллы-гөллө көйәнтәмде
Йылға аша ташланым.
4) Төн тыуҙыра, көн йыуҙыра.
5) Моронһоҙ турғай боҙҙо тишә.
Яуаптары: йәшен, йәйғор, ысыҡ, тамсы.
2. Яуаптарҙы тапҡандан һуң, һәр күренеш йылдың ҡайһы ваҡытында булыуы тураһында фекер алышыу. Уҡыусыларҙан белгән йомаҡтарын әйттереп, бергәләп яуаптарын эҙләү.
3. Экрандағы һынамыштарҙы (уҡыусыларға был яҙыуҙарҙың һынамыш булыуын әйтмәйбеҙ, сөнки уның һынамыш булыуын уларҙан әйттерү маҡсатын ҡуябыҙ).
Төнөн бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар яумай.
Ағастар шаулаһа, буран булыуын көн.
4. Уҡыусыларҙан һынамыштар әйттереү.
IV. Теманы нығытыу.
1. 11, 13-сө күнегеүҙәр буйынса эш төрҙәре.
2. Уҡыусыларға һорау бирелә:
Был нимә?
Ошо ҡәләм менән нимә эшләп була?
3. Билдәләү алмаштары буйынса әйтелгәндәрҙе нығытыу (51-се биттәге ҡағиҙәне уҡыу).
4. 14-се күнегеү. Тексты уҡыу һәм билдәләү алмаштарын табыу. Текст буйынса фекер алышыу һәм һығымта эшләү.
5. 12-се күнегеү. “Минең яратҡан миҙгелем” темаһы буйынса проект эше ҡороу. Проект эшен башҡарыуҙы уҡытыусы аңлата һәм уҡыусылар төркөмдәрҙә үҙаллы башҡаралар.
1) Проект эше буйынса төркөмдәоҙең сығышы;
2) Иң яҡшы проект эшен билдәләү.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш:
VII. 1. 15-се күнегеү. Мәҡәлдәрҙе уҡыу һәм күсереп яҙыу.
2. Үҙ мәҡәлдәрен өҫтәп яҙыу.
3. Бер –нисә мәҡәлдең рус телендәге варианттарын табып яҙыу.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

2- се дәрес
Ҡоштар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ. Күрһәтеү алмаштары.
Маҡсат: 1. Йыл миҙгелдәре темаһы буйынса алған белемдәрен тәрәнәйтеү.
1. Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
2. Күрһәтеү алмаштарын үҙләштереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
Тексты тасуири итеп уҡырға өйрәнеү. Уҡыусыларҙың парҙар, төркөмдәр менән эшләүе. Текстың йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу. Уҡыусыларҙың үҙ фекерҙәрен әйтеүе, һорауҙарға яуап биреү, үҙ аллы эштәр башҡарыу.
Күрһәтеү алмашын үҙ телмәрҙәрендә ҡулланыу күнекмәләрен башҡарыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Сыбар балаҫтай
Аҡлан еҫтәре,
Аңҡымай хәҙер
Сәскә еҫтәре.
Йәй йәмле булһа,
Емеше менән,
Ә көҙ бик матур
Уңышы менән.
(С.Муллабаев).
1. Һәр миҙгел билдәләренә туҡталып китеү.
II. Өйгә бирелгән эште тикшереү.
1. Уҡыусыларҙың Х.Кәримдең “Минең илемдә” шиғырын тағы ла бер тапҡыр уҡып сығыуы.
2. 1-2 уҡыусының яттан һөйләүе.
3. Шиғырҙы яттан яҙыу.
4. Шиғырҙы уҡыусыларҙың тикшереп сығыуы.
5. Уҡыусыларҙың дәфтәрҙәрен алышыуы.
6. Бер-береһенең эшен баһалауы.
7. Шиғырҙы экранға сығарыу.
8. Критерийҙар:
1) Хатаһыҙ йә бер хата “5”;
2) 2-3 хата “4” билдәһе;
3) 4-6 хата “3” билдәһе.
9. Уҡыусыларҙың бер-береһенең эштәрен тикшереүе;
10. Баһалау.
11. Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.
12. Шиғыр йөкмәткеһенән сығып, уҡыусыларҙың үҙ иле, йәғни Башҡортостан Респуюликаһында йәшәүҙәре тураһында әңгәмә.
13. 5-се күнегеү. Эш төрө:
1) Башҡортостан Республикаһы тураһында һорауҙарға яуап биреү;
2) Һорауҙар теҙмәһен дауам итеү өсөн уҡыусыларҙы төркөмдәр менән эшләтеү;
3) Төркөмдәр бер-береһенә Башҡортостан Республикаһы тураһында һорауҙар бирә һәм яуап улар тарафынан баһалана.
14. Теманы дауам иттереп, 7-се күнегеүҙе “Ғәҙелшә шарлауығы” тексын уҡыйбыҙ һәм ундағы һорау буйынса эшләйбеҙ.
III. Белемде актуалләштереү.
1. Уҡытыусы тарафынан уҡыусыларға “Башҡортостан” һүҙендәге һәр хәреф менән һүҙ уйларға тәҡдим ителә. Мәҫәлән, б- бал, а – алма, ш – шалҡан, ҡ – ҡорот , ҡош һ.б.
2. Уҡытыусы айырым иғтибарҙы ҡоштар һүҙенә бүлә һәм һәр миҙгелдә ҡоштарға нисек ярҙам итергә кәрәк, уларға ҡыш көндәрен нисек ауыр булыуын аңлата.
3. Уҡыусылар менән башҡорт телендә ҡош исемдәрен иҫкә төшөрөү, экран аша уларҙың һүрәттәрен күрһәтеү һәм тауыштарын тыңлатыу.
I. Яңы теманы аңлатыу.
1. 4-се күнегеү. “Ҡоштар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ” тексы буйынса эш:
1) тексты тасуири итеп уҡытыусының уҡыуы;
2) текст ҡабул итеү өсөн еңел, шунң өсөн текст уҡыусылар тарафынан үҙ аллы уҡыла;
3) һорауҙарға яуап;
4) текстың йөкмәткеһен һөйләү;
2. Йомғаҡлау.
3. Эш дәфтәре буйынса эш төрҙәре.
4. 9-10-сы күнегеүҙәр.
II. Рефлексив анализ, баһалау.
III. Өйгә эш:
1. 6-сы күнегеү.
2. 8-секүнегеү.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

ЙЫЛ МИҘГЕЛДӘРЕ
(10 дәрес)

“Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса уҡыусыларҙың йыл миҙгелдәре буйынса булған белемдәрен киңәйтеү. Бирелгән һүҙҙәр йыйылмаһынан, текстарҙың йөкмәткеһенә ҡарап, йыл миҙгелдәрен айырмаһын башҡорт телендә дөрөҫ, аныҡ итеп әйтә белеү, һәр миҙгел буйынса уҡыусыларҙың иркен һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Өҫтәлмә сығанаҡтар ҡулланып, проект эше ҡора белеү. Үҙ аллы, индивидуаль, төркөм, парҙарҙа дөрөҫ итеп эшмәкәрлекте ойоштороу. Тәҡдим ителгән текстарҙа күтәрелгән проблемалар буйынса уртаҡ фекергә килеү өсөн бер-береңде тыңларға, үҙ фекереңде аңлайышлы итеп әйтергә һәм үҙ фекереңдең дөрөҫлөгөн иҫбат итергә өйрәнеү.
Грамматика буйынса алмаштарҙы үҙләштереү ҡаралған.

1. Беҙ тәбиғәт менән бергә. Һорау алмаштары……………………1 сәғәт
2. Ҡоштар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ. Күрһәтеү алмаштары…………1 сәғәт
3. К.Ушинский “Дүрт теләк”. Күрһәтеү алмаштары…………………1 сәғәт
4. Ф. Рәхимғолова “Ҡайҙан белдең”. Билдәһеҙлек алмаштары……….1 сәғәт
5. Ҡыш яҡынлаша. Билдәләү алмаштары…………………………1 сәғәт
6. Т.ү. Инша. Йыл миҙгелдәре………………………………………1 сәғәт
7. Хаталар өҫтөндә эш…………………………………………………1 сәғәт
8. Л.Толстой “Бабай менән һыу инәһе”. Юҡлыҡ алмаштары. ….1 сәғәт
9.С. Әлибаев “Матур көн”. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау………………1 сәғәт
10. Контроль диктант...…………………………………………………1 сәғәт
1-се дәрес
Беҙ тәбиғәт менән бергә.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың хәтерен, күҙәтеүсәнлеген үҫтереү.
2. Тәбиғәткә һөйү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
3. Һорау алмаштары менән таныштырыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белергә өйрәтеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Уҡыусыларҙың тәбиғәт тураһында текстар уҡыуы, кеше һәм тәбиғәттең айырылғыһыҙ булыуы тураһында әңгәмәләшеүҙәре. Уҡыусының тәбиғәтте һаҡлау буйынса индергән өлөшө тураһында һөйләүе. Һүрәттәр, план буйынса һөйләргә өйрәнеү. Тема буйынса кроссврдтар сисеү. Н.Иҙелбаевтың “Дүрт миҙгел” шиғырын йөкмәткеһен үҙләштереү. Уҡыусыларҙың бер-береһен тыңлай, яңылыш фекергә ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтә белеүҙәрен буйынса эш төрҙәре ойоштороу. Уҡыусы бәхәсләшә һәм үҙенең фекеренең дөрөҫлөгөн иҫбатлай алырға тейеш. Бер-береһе менән диалогка инеү һәм һорауҙарға яуап биреү.
Грамматика буйынса ҡылым темаһын ҡабатлау, нығытыу.

Дәрес барышы
I. 1. Артикуляцион күнегеү.
Ҡырҙар буш ҡала,
Ямғырҙар яуа,
Ерҙәр дымлана,
Был ҡай саҡ була?
(Ғ. Туҡай.)
1) Шиғыр юлдары буйынса фекер алышыу;
2) Бөгөнгө һауа торошо тураһында әңгәмә.
3) Көҙ билдәләрен һанап сығыу һәм йылдың башҡа билдәләре тураһында фекер алышыу.
4) экранда һәр миҙгелде сағылдырған һүрәттәр күрһәтеү һәм уларҙың үҙенсәлектәрен билдәләү.
II. Белемде актуалләштереү.
1. Йыл миҙгелдәре темаһы буйынса фекер алышыу.
2. Теманы аңлатыуҙы Н.Иҙелбаевтың “Дүрт миҙгел” тигән шиғыр менән нығытыу.
Яҙһылыуҙы алмаштырған
Йәмле йәй ҙә үтә икән,
Ерҙең йөҙөн алтынланған
Алтын көҙ ҙә етә икән.

Күктән ҡарап Ҡояш апай
Һаман алсаҡ көлә икән.
Атланып Аҡбуҙ атына,
Ҡыш бабай ҙа килә икән.

Йәшел, һары, ҡара ялан
Таң атҡансы ап-аҡ булған.
Ҡарар күҙҙең яуын алып,
Биҙәкләнеп тәҙрә туңған.
3. Дәреслектән 1-се күнегеүҙе уҡыу.
4. Тексты ролдәргә бүлеп уҡыу. Тема буйынса фекер алышыу.
5. Ребусты сисеү. Горизонталь буйынса килеп сыҡҡан һүҙ буйынса һөйләмдәр төҙөү, фекер алышыу һәм яңы темаға күсеү.
т а м с ы
с ә с к ә
б о л о т
ш и ш м ә
й ә й ғ о р
ү л ә н
т у п р а ҡ
Вертикаль буйынса:
1) Яҙ көнө ҡыйыҡтарҙан ... тама.
2) Байрамдарҙа кешеләр бер-берһенә нимә бүләк итәләр?
3) Күк йөҙөндә нимәләр йөҙә?
4) Родник һүҙенең тәржемәһе.
5) Көслө ямғырҙан һуң, күк йөҙөндә нимә барлыҡҡа килә?
6) Яҙын файҙалы нимәләр йыйырға кәрәк?
III. Яңы теманы аңлатыу.
1. 2-се күнегеүҙәге текст буйынса эш.
2. Текст йөкмәткеһен ҡабул итеү өҫтөндә эш:
1) Һүҙлек эше;
2) Уҡытыусының тасуири уҡыуы;
3) Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
4) Текстан һуң бирелгән һорауҙарға яуап биреү.
3. Текстың планын төҙөү:
1) иҫән һау һәм матур йәшәү;
2) нисек йәшәргә һуң?
3) кеше уйлап сығарған нәмәләр;
4) уҡыусылар ярҙамы.
3. Текстың йөкмәткеһен план буйынса төркөмдәргә тапшырыла.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
V. Өйгә эш:
3-сө күнегеү. Х.Кәримдең “Минең илемдә” шиғырын ятлау һәм яттан яҙырға әҙерләнеү.
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»