Методическая копилка

Ответить
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

11-се дәрес
Контроль диктант.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың белемен системалаштырыу.
2. Уҡыусыларҙын белемен баһалау.
Дәрес барышы
1. Яҙма эш дәфтәрҙәре таратыла. Дәфтәргә көндө, текст атамаһын яҙыу. Диктанттар йыйынтығынан (Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. “Диктант һәм изложениелар йыйынтығы” - Өфө: Китап, 2010 йыл (уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр өсөн.)
2. Төп өлөш:
3. 1) башта тексты тулы килеш уҡыу;
2) Һүҙлек эше: тирә-йүн, тирә яҡ;
3) уҡытыусының һәр һөйләмде әйттереп яҙҙырыуы;
4) тикшереү өсөн тексты тулы килеш уҡыу;
5) эштәрен үҙ аллы тикшереп сығыу;
6) өҫтәлмә эш:
а) яңғыҙлыҡ исемдәрҙең а:тына һыҙыу;
б) һорау һөйләм уйлап яҙыу.
4. Дәрес йомғаҡлана.
5. Дәфтәрҙәр йыйып алына.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

10-сы дәрес.
Минең шәжәрәм. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсат: 1. Шәжәрә тураһында белгәндәрен системалаштырыу.
2. Дәреслектәге текстың йөкмәткеһен үҙләштереү. 3
3. Контроль диктантҡа әҙерләнеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Тема буйынса уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу. Уҡыусылар үҙҙәренең ғаилә традициялары, ата-бабалары, шәжәрәһе тураһында һөйләшеүҙәре. Тема буйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү. Тема буйынса иркен аралаша алыуҙары, өҫтәмә сығанаҡтар ҡулланып, үҙ шәжәрәләрен төҙөүҙөре. Уҡытыусы тарафынан әйттереп текстар яҙҙырыу.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.

Дәрес барышы
I. Өйгә бирелгән эште тикшереү.
51-се күнегеү. Дәфтәрҙәрҙе йыйып алыу.
II. Белемде актуалләштереү.
1. Шиғыр юлдарын тасуири уҡыу.
Ҡырҙар буш ҡала,
Ямғырҙар яуа,
Ерҙәр дымлана,
Был ҡай саҡ була?
(Ғ. Туҡай.)
1. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп уҡыу: Көҙ, ҙур, рәсем, мәк, китап, парта, алмаш, шәжәрә, әсәй, йәй, йәйғор.
Яҙылған һүҙҙәрҙең ниндәй сер йәшерелгән? (Һүҙ ниндәй хәрефкә бөтә, киләһе һүҙ шул хәрефкә башлана).
2. Алмаш һәм шәжәрә һүҙенә уҡыусыларҙын иғтибарын йүнәлтеү һәм яңы темаға күсеү.
III. Яңы тема.
1. 49-сы күнегеү. И.Бураҡаев һ.б. “Башҡа халыҡтар шәжәрә яҙғанмы?” тексын уҡыу .
2. Текста ҡуйылған һорауға яуап биреү.
3. Шәжәрә тураһында әңгәмә һәм уҡыусыларҙың үҙ шәжәрәһе тураһында һөйләүе.
1) Уҡытыусынын алдан әҙерләп ҡуйған шәжәрәне күрһәтеүе һәм аңлатыуы;
2) Бергәләп уҡытыусының йә бер уҡыусының шәжәрәһен төҙөүе;
3) Йомғаҡлау . Нимә ул шәжәрә? тигән һорауға уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау.
4. 50-се күнегеү. Уҡыусыларҙың бер-береһе менән аралашыуын ойоштороу.
1) Күнегеүҙәге бирем буйынса класс менән берлектә эшләү;
2) Парҙар менән эш, һәр парға бер тема бирелә һәм улар шул тема буйынса аралашалар.
5. 43-сө биттәге һүҙҙәр менән эшләү.
6. Эш дәфтәрендәге эш төрҙәрен башҡарыу.
7. 52-се күнегеү өҫтөндә эш:
1) Һүҙлек эше;
2) Тексты уҡытыусының уҡыуы;
3) Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
4) Сылбырлы уҡыу;
5) Текст йөкмәткеһен үҙләштереү өҫтөндә эшләү;
6) Тәбиғәт, тәбиғәтте һаҡлау буйынса фекер алышыу.
7) Текстың тәүге абзацын әйттереп яҙҙырыу;
8) Уҡыусыларҙың дәреслектән үҙҙәренең эштәрен тикшереүе;
9) Хаталар буйынса эш, баһалау.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
V. Өйгә эш.
1. 52-се күнегеү. Тексты тасуири уҡыу.
2. Һуңғы өс һөйләмде ятларға.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

9-сы дәрес
Артурҙын бер көнө. Зат алмаштары.
Маҡсат: 1. Текстың йөкмәткеһен үҙләштереү.
2. Текст йөкмәткеһенә нигеҙләнеп, уҡыусыларҙы үҙенең көн тәртибе тураһында һөйләргә өйрәтеү.
3. Зат алмаштары менән таныштырыу һәм уларҙы практикала дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.
Уҡыусыларҙын эшмәкәрлегенен төрҙәре.
Тексты тасуири итеп уҡырға өйрәтеү. Текст буйынса эш төрҙәрен башҡарыу. Уҡыусыларҙың парҙар менән эшләүе. Тексты тасуири итеп уҡыу һәм текстың йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү. Һәр уҡыусы үҙенең көн режимы тураһында һөйләй һәм бер-береһенә һорауҙар бирә, бер-береһенен эшен баһалайҙар.
Грамматика буйынса зат алмаштары темаһын үҙләштереү һәм уны ғәмәлдә ҡулланырға өйрәнеү.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
1) Башҡорт теленен үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ итеп әйтеү һәм бер-нисә уҡыусынан айырым әйттереү.
II. Белемде актуалләштереү.
1. Уҡытыусы экранда текст күрһәтелә һәм уҡытыусы тарафынан түбәндәге текст уҡыла. Текстың исеме үк тәҡдим иткән биремде башҡарыу.
Алмаш менән алмаштыр
“Трә-лә-лә, тр –лә-лә” тип йырлап, һикергеләп, ҡуян балаһы Етеҙ килеп сыҡты. Етеҙ әсәһенен тыуған көнөнә сәскә йыйырға китеп бара. Үҙенән-үҙе йырлағыһы килептора Етеҙҙен. Сөнки әсәһе Етеҙгә кисә гкнә яны уүлдәк, салбар алып бирҙе. Етеҙ йүгерә-һикерә атлаған һайын, ҡулындағы кәрзинә елп-елп итә.
Етеҙ йырлай-йырлай атлауын белә. Ҡыуанырлыҡ та шул! Бөтә туғандары, ышанып, Етеҙгә ҙур йомош ҡушты.
-Һин, Етеҙ, беҙҙен арала ин ҡыйыу. Бүләккә сәскәләр генә алып ҡайт инде! – тинеләр. (Ф.Туғыҙбаева.)

2.Текст йөкмәткеһен үҙләштереү өҫтөндә эш:
1) Һүҙлек өҫтөндә эш;
2) Текстын йөкмәткеһен һөйләү;
3) Төркөмдә эшләү. Текстағы ҡайһы бер һүҙҙәрҙе алмаш менән алыштырыу;
4) Дөрөҫ вариант тәҡдим итеү һәм уҡыусыларҙың бер-береһенең эшен тикшереүе;
5) Йомғаҡлау һәм яңы темаға күсеү.
III. Яңы тема.
1. Уҡытыусынын инеш һүҙе.
2. 41-се биттәге ҡағиҙәне уҡыу һәм һығымта эшләү.
3. 45-се күнегеү. “Артурҙын бер көнө” тексы өҫтөндә эш:
1) Һүҙлек эше: һәр көн, урын йыйыу;
2) Тексты үҙаллы уҡыу;
3) Тексты бер уҡыусының тасуири уҡыуы;
4) Биремдәге эш төрҙәрен башҡарыу;
5) 40-сы биттәге һүрәттәрҙе файҙаланып, уҡыусыларҙын үҙҙәренең көн режимы тураһында һөйләүе.
IV. Белемде нығытыу.
1. 46-сы күнегеү.
2. 47-се күнегеү. Уҡыусыларҙың диалогта ниндәй һүҙҙәргә иғтибар итеүҙәре һәм һығымта эшләүҙәре.
3. Эш дәфтәре буйынса эш төрө.
4. 48-се күнегеү.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш:
1. 51-се күнегеү.
2. Рус телендәге варианттар менән 2 мәҡәл өҫтәп яҙырға.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

8-се дәрес
Й.Солтанов “Башҡортостан флагы”. Сифат.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙы дәүләт символдары менән таныштырыу.
2.Тема буйынса уҡыусыларҙын аралашыу күнекмәләрен үҫтереү.
1. Сифат темаһын нығытыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы тураһындағы Положение менән танышыу. Дәүләт флагын ҡулланыу тәртибе тураһында мәғлүмәт алыу. Й.Солтанов “Башҡортостан флагы” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү.
Грамматика буйынса ҡылым темаһын ҡабатлау, нығытыу.

Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен уҡыу.
II. Белемде актулләштереү.
1. Ғ. Ғүмәрҙен шиғырын уҡыу.
Башҡортостан, һин бит беҙҙен
Тыуған-үҫкән илебеҙ.
Беҙгә икмәк, өй биргән,
Һыуын эскән еребеҙ.
2. Шиғырҙың төп темаһын билдәләү. Тема буйынса әнгәмә ойоштороу.
III. Проблемалы ситуация тыуҙырыу.
1. Дәүләт символдары тураһында, һеҙ нимәләр әйтә алаһығыҙ?
2. Уҡыусылар менән әңгәмә ойошторғандан һуң, уҡытыусының йомғаҡлап ҡуйыуы.
IV. Яны тема.
1. Уҡытыусының инеш әнгәмәһе.
Һәр дәүләттен үҙенен символдары бар. Улар бөтә донъяла ул илден исемен һәм унын бөтә сәйәси үҙенсәлектәрен белдерәләр. Беҙҙен Рәсәйҙен дә үҙенен дәүләт символдары бар.
- Уҡыусылар, дәүләт символдарына нимәләр инә? (Уҡыусыларҙын яуаптары).
- Уҡыусылар, һеҙҙен белеүегеҙсә, Башҡортостаныбыҙҙын үҙаллылығын билдәләүсе символдар бар. Улар – Дәүләт гербы, Дәүләт флагы, Дәүләт гимны.
Дәүләт флагы өс төҫтә. Төҫтәр беҙҙен шартлы билдәләр. Флагтын күк төҫө – республика халҡынын сафлығы, изгелекле булыуы һәм яҡты хыялдарынын сағылышы. Аҡ төҫ – халыҡтын тыныслыҡ һөйөүе, асыҡ йөҙлөлөгө, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә ынтылып тороуы һәм яҡты киләсәккә өмөтө. Йәшел төҫ – азатлыҡтын үҙгәрешһеҙ, мәнге булыуы.
2. Уҡыусыларҙан яңы теманы билдәләтеп һәм Й.Солтанов “Башҡортостан флагы” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү.
3. Й.Солтанов тураһында белешмә.
Йыһат Әҙһәм улы Солтанов 1932 йылдын 3 декабрендә Ырымбур өлкәһенен Зианчура районы Сәнкем-Биктимер ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Башланғыс мәктәпте уҡып бөткәндән һун, колхозда эшләй башлай. 1950-1952 йылдарҙа Ырымбур өлкә ауыл хужалығы мәктәбендә уҡый. 1952 йыл хәрби хеҙмәткә алына. 1956 йылға тиклем Балтик флотында матрос булып хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, Ағиҙел йылға пароходсьвоһында эшләй. Һуңынан тыуған яғында “Һаҡмар” колхозында эшләгән сағында ситтән тороп урта мәктәпте тамамлай. 1969 йылда, ситтән тороп уҡып, Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетынын филологик факультетын тамамлай. 1965-1969 йылдарҙа “Һәнәк”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары редакцияларында эшләй, унан һуң “Ағиҙел” журналы редакцияһына күсерелә. Хәҙерге көндә ул - профессиональ яҙыусы.
Йыһат Солтановнтың тәүге шиғыры 1953 йылда – “Ағиҙел”, ә хикәйәһе 1957 йылда “Пионер” журналы биттәрендә донъя күрә. Ул шунан башлап поэзия һәм проза жанрында ла актив эшләй.
V. Теманы нығытыу.
1. Й.Солтанов “Башҡортостан флагы” шиғыры өҫтөндә эш.
1) Һүҙлек эше (ете суғы, елберләгән, балҡый).
2) Уҡытыусының тасуири уҡыуы;
3) Шиғырҙың йөкмәткеһе уҡыусылар өсөн ҡабул итеүгә енел, тәржемә кәрәкмәйәсәк.
4) Уҡыусыларҙың тасуири уҡыуҙары;
5) Дәреслектәге биремдәр буйынса эш төрҙәре ойоштороу.
6) Флагтың төҫтәре буйынса әнгәмә ойоштороу барышында грамматик темаға алып килеү.
7) Йомғаҡлау: шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагына арналған шиғыр менән таныштыҡ. Унда флагтың һәр төҫөнә аңлатма бирелә. Флагта төшөрөлгән ҡурай һүрәте бик тәрән мәғәнәгә эйә. Ул халҡыбыҙҙын ете ырыу дуҫлығы, республикала бик күп халыҡтарҙың дуҫлығын анлата.
2. Сифат темаһын нығытыу өсөн 35-се биттәге ҡағиҙәне ҡабатлау.
1) 34-35-се күнегеүҙәр өҫтәндә эшләү;
VI. Рефлексив эшмәкәрлек, баһалау.
VII. Өйгә эш:
1) 35-се күнегеү. Әкиәтте тасуири уҡыу.
2) Тасуири уҡыу һәм сифат булған һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу.
3) Әкиәттең йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнеү.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

8-се дәрес
Й.Солтанов “Башҡортостан флагы”. Сифат.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙы дәүләт символдары менән таныштырыу.
2.Тема буйынса уҡыусыларҙын аралашыу күнекмәләрен үҫтереү.
1. Сифат темаһын нығытыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы тураһындағы Положение менән танышыу. Дәүләт флагын ҡулланыу тәртибе тураһында мәғлүмәт алыу. Й.Солтанов “Башҡортостан флагы” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү.
Грамматика буйынса ҡылым темаһын ҡабатлау, нығытыу.

Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен уҡыу.
II. Белемде актулләштереү.
1. Ғ. Ғүмәрҙен шиғырын уҡыу.
Башҡортостан, һин бит беҙҙен
Тыуған-үҫкән илебеҙ.
Беҙгә икмәк, өй биргән,
Һыуын эскән еребеҙ.
2. Шиғырҙың төп темаһын билдәләү. Тема буйынса әнгәмә ойоштороу.
III. Проблемалы ситуация тыуҙырыу.
1. Дәүләт символдары тураһында, һеҙ нимәләр әйтә алаһығыҙ?
2. Уҡыусылар менән әңгәмә ойошторғандан һуң, уҡытыусының йомғаҡлап ҡуйыуы.
IV. Яны тема.
1. Уҡытыусының инеш әнгәмәһе.
Һәр дәүләттен үҙенен символдары бар. Улар бөтә донъяла ул илден исемен һәм унын бөтә сәйәси үҙенсәлектәрен белдерәләр. Беҙҙен Рәсәйҙен дә үҙенен дәүләт символдары бар.
- Уҡыусылар, дәүләт символдарына нимәләр инә? (Уҡыусыларҙын яуаптары).
- Уҡыусылар, һеҙҙен белеүегеҙсә, Башҡортостаныбыҙҙын үҙаллылығын билдәләүсе символдар бар. Улар – Дәүләт гербы, Дәүләт флагы, Дәүләт гимны.
Дәүләт флагы өс төҫтә. Төҫтәр беҙҙен шартлы билдәләр. Флагтын күк төҫө – республика халҡынын сафлығы, изгелекле булыуы һәм яҡты хыялдарынын сағылышы. Аҡ төҫ – халыҡтын тыныслыҡ һөйөүе, асыҡ йөҙлөлөгө, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә ынтылып тороуы һәм яҡты киләсәккә өмөтө. Йәшел төҫ – азатлыҡтын үҙгәрешһеҙ, мәнге булыуы.
2. Уҡыусыларҙан яңы теманы билдәләтеп һәм Й.Солтанов “Башҡортостан флагы” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү.
3. Й.Солтанов тураһында белешмә.
Йыһат Әҙһәм улы Солтанов 1932 йылдын 3 декабрендә Ырымбур өлкәһенен Зианчура районы Сәнкем-Биктимер ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Башланғыс мәктәпте уҡып бөткәндән һун, колхозда эшләй башлай. 1950-1952 йылдарҙа Ырымбур өлкә ауыл хужалығы мәктәбендә уҡый. 1952 йыл хәрби хеҙмәткә алына. 1956 йылға тиклем Балтик флотында матрос булып хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, Ағиҙел йылға пароходсьвоһында эшләй. Һуңынан тыуған яғында “Һаҡмар” колхозында эшләгән сағында ситтән тороп урта мәктәпте тамамлай. 1969 йылда, ситтән тороп уҡып, Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетынын филологик факультетын тамамлай. 1965-1969 йылдарҙа “Һәнәк”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары редакцияларында эшләй, унан һуң “Ағиҙел” журналы редакцияһына күсерелә. Хәҙерге көндә ул - профессиональ яҙыусы.
Йыһат Солтановнтың тәүге шиғыры 1953 йылда – “Ағиҙел”, ә хикәйәһе 1957 йылда “Пионер” журналы биттәрендә донъя күрә. Ул шунан башлап поэзия һәм проза жанрында ла актив эшләй.
V. Теманы нығытыу.
1. Й.Солтанов “Башҡортостан флагы” шиғыры өҫтөндә эш.
1) Һүҙлек эше (ете суғы, елберләгән, балҡый).
2) Уҡытыусының тасуири уҡыуы;
3) Шиғырҙың йөкмәткеһе уҡыусылар өсөн ҡабул итеүгә енел, тәржемә кәрәкмәйәсәк.
4) Уҡыусыларҙың тасуири уҡыуҙары;
5) Дәреслектәге биремдәр буйынса эш төрҙәре ойоштороу.
6) Флагтың төҫтәре буйынса әнгәмә ойоштороу барышында грамматик темаға алып килеү.
7) Йомғаҡлау: шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагына арналған шиғыр менән таныштыҡ. Унда флагтың һәр төҫөнә аңлатма бирелә. Флагта төшөрөлгән ҡурай һүрәте бик тәрән мәғәнәгә эйә. Ул халҡыбыҙҙын ете ырыу дуҫлығы, республикала бик күп халыҡтарҙың дуҫлығын анлата.
2. Сифат темаһын нығытыу өсөн 35-се биттәге ҡағиҙәне ҡабатлау.
1) 34-35-се күнегеүҙәр өҫтәндә эшләү;
VI. Рефлексив эшмәкәрлек, баһалау.
VII. Өйгә эш:
1) 35-се күнегеү. Әкиәтте тасуири уҡыу.
2) Тасуири уҡыу һәм сифат булған һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу.
3) Әкиәттең йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнеү.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

7-се дәрес
Минең көн режимым. Ҡылым.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың тема буйынса һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү.
2. Яңы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе үҙләштереү.
3. Ҡылым темаһын нығытыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡуллана белеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Тема буйынса уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу. Уҡыусылар үҙҙәренең көн режимы тураһында һөйләү, бер-береһе менән фекер алышыу. Ваҡытты рациональ файҙалана белеү тураһында һөйләшеү. Тема буйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү. Уҡыусы үҙ фекерен иркен еткерә алыуы, бер-береһе менән диалогка инеү һәм һорауҙарға яуап биреү. Һүҙлек, өҫтәлмә сығанаҡтар менән эшләү. Ижади характерҙағы эш төрҙәрен башҡарыу.
Грамматика буйынса ҡылым темаһын ҡабатлау, нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
1. Бөгөнгө һауа торошо тураһында әнгәмә ҡороу.
II. Белемде актуалләштереү.
1. “Көҙ” темаһы тураһында белемдәрен арттырыу йәһәтенән шиғыр өҫтөндә эш үткәреү:
Сыбар балаҫтай
Аҡлан өҫтәре,
Анҡымай хәҙер
Сәскә еҫтәре.
Йәй йәмле булһа,
Емеше менән,
Ә көҙ бик матур
Унышы менән.
(С.Муллабаев)
2.Төркөмдә эш: “Көҙ” темаһы буйынса ҡайһы төркөм күберәк һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмдәрҙе дөрөҫ итеп төҙөүҙәренә өлгәшеү.
2. 26-сы күнегеү. Исемдәрҙен килеш менән үҙгәрешен ҡабатлау һәм һөйләмдәге һүҙҙәр тәртибенә иғтибар итеү.
3. 27-28-се күнегеүҙәр буйынса эшмәкәрлек. Был күнегеүҙәр аша лексик һәм грамматик теманы билдәләү.
III. Яңы тема.
1. 31-се күнегеү. “Минең көн режимым” тексы буйынса уҡыусыларҙын көн режимы буйынса фекер алышыу. Көн режимын һаҡлау, уҡыусыларға үҙҙәренең һаулығын һаҡлау һәм үҙ эштәрен дөрөҫ планлаштыррға ярҙам итәсәк итеүен аңлатырға кәрәк.
2. 33-сө биттәге “Ҡылым” темаһын нығытыу күҙлегенән сығып, ҡағиҙәне уҡыу һәм миҫалдар ярҙамында нығытыу.
IV. Яны теманы нығытыу.
1. Үҙ көн режимы буйынса фекер алышыуҙы дауам итеп, 32-се күнегеүҙе башҡарыу. Уҡыусыларға бәйләнешле текст төҙөргә ярҙам итеү. Уларға бер-береһенә һорауҙар бирергә һәм дөрөҫ яуап бирергә өйрәтеү өҫтөндә эшмәкәрлекте дауам итеү.
2. Бындай эш төрөн дауам иттереп, 33-сө күнегеүҙе башҡарыу. Уҡыусылар ҡуйылған һорауға тулы һәм дөрөҫ итеп яуап бирергә өйрәтеүҙе дауам итеү.
3. Эш дәфтәре буйынса эш төрҙәре башҡарыу.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
Уҡыусыларҙын бер-берһенен эштәрен һәм уҡытыусынын баһалауы.
VI. Өйгә эш: 1. “Көҙ” темаһына 2 һөйләм яҙырға.
2.“Көҙ” темаһына 4 һөйләм яҙырға.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

6-сы дәрес
Башҡортостан йылғалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙын яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү.
1. Янғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрен айыра белеү һәм дөрөҫ яҙыу.
2. Республикабыҙҙын йылға исемдәрен белеү һәм тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Тема буйынса уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу. Уҡыусылар үҙҙәре йәшәгән ҡала, райондарҙа, йәй көнө ял иткән ерҙәрҙә ниндәй йылғалар ағыуын, күлдәр булыуы тураһында әңгәмә ойоштороу. Башҡортостан картаһы ярҙамында республикалағы иң ҙур йылға, күлдәрҙе билдәләү.Тема буйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү. Проект эше ҡора белеү, башҡорт телендә презентацион материалдар менән эшләү. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.
Грамматика буйынса яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр темаһын ҡабатлау, нығытыу.

Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Бер-ике эйеләйек!
Бер-ике үҫәйек!
Бер – ике теҙелешеп
Түнәрәктән үтәйек!
(А.Йәғәфәрова)
1. Өй эшен тикшереү.
II. Теманы актуалләштереү.
1. 24-се күнегеү. Йылға, тау, район, ҡалалар атамаларынан торған һүҙҙәрҙе тасуири уҡыу.
Һығымта: ниндәй һүҙҙәр һәм нисек яҙылыуы тураһында уҡыусыларҙын һығымта эшләтеү.
III. Яны тема.
1. 24-се күнегеүҙән сығып, дәрестен грамматик һәм лексик темаһын, маҡсаттарын билдәләү. 30-сы биттәге ҡағиҙә ярҙамында теманы нығытыу.
2. 1) Уҡыусыларҙын үҙҙәре йәшәгән ҡала, райондарҙа, йәй көнө ял иткән ерҙәрҙә ниндәй йылғалар ағыуын, күлдәр булыуы тураһында әңгәмә ойоштороу.
1) Карта ярҙамында республикалағы иң ҙур йылға, күлдәрҙе билдәләү.
IV. Теманы нығытыу.
1. 29-сы күнегеү. “Башҡортостан йылғалары” тексын уҡыу һәм биремдәр буйынса эш төрҙәрен башҡарыу.
2. 29-сы күнегеүҙең һуңғы абзацын дауам итеү тәҡдим ителә, парҙар менән эш ойошторорға мөмкин. Иң яҡшы яҙылған парҙарҙын эшен уҡып ишеттереү.
3. 30-сы күнегеү –яҙма.
Экранда уҡытыусы тарафынан дөрөҫ вариант бирелә, ә уҡыусылар бер- береһенең эшен тикшереп баһалайҙар.
4. Эш дәфтәре буйынса эш.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
1. Уҡыусылар үҙ эшмәкәрлеген баһалауы;
2. Уҡытыусынын баһалауы.
VI. Өйгә эш:
1) 25.1.-се күнегеү;
2) 25.2. –се күнегеү;
3) 26-сы күнегеү.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

4-5 -се дәрестәр
Беҙҙең ғаилә. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсат: 1. “Ғаилә” темаһы буйынса уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.
2. Бер-беренә иғтибарлы, ярҙамсыл булыу кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү.
3. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Тема буйынса уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу. Уҡыусыларҙың үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эшмәкәрлеге тураһында һөйләү. Туғанлыҡ төшөнсәләрен дөрөҫ әйтә белеү һәм үҙҙәренең телмәрендә ҡулланыу. Тема буйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү. Уҡыусы үҙ фекерен иркен еткерә алыуы һәм бер-берһе менән диалогка инеү, тема буйынса һорауҙарға яуап биреү. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Ҡырҙар буш ҡала.
Ямғырҙар яуа,
Ерҙәр дымлана,
Был ҡай саҡ була?
(Ғ.Туҡай)
II. Өй эшен тикшереү.
1. Һынамыш, һөйләмдәр уҡыу, һүрәттәрҙе баһалау.
2. 8-9-сы күнегеүҙәр буйынса эшмәкәрлек.
Был күнегеүҙәр аша уҡыусылар юл хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үҙләштерә һәм был турала башҡорт телендә һөйләргә өйрәнеү төп маҡсаттарҙын береһе.
III. Теманы актуалләштереү.
1. 10-сы күнегеү буйынса эш. Ғаилә ағзалары менән танышып сыҡҡандан һуң, уҡыусылар менән “Ғаилә” темаһы буйынса әңгәмә ойоштороу.
IV. Яны тема.
1. 12-13- сө күнегеүҙәр.
2. Эш дәфтәре буйынса эш.
V.Теманы нығытыу.
1. 17-21- сө күнегеүҙәр.
22-се күнегеү “Минең ғаиләм” темаһы буйынса проект эш ойоштороу.
Был эш төрөн уҡыусыларҙын һәр береһе эшләй ала, йә төркөм менән ойошторорға ла мөмкин.
Кластын мөмкинлегенән сығып, эш төрҙәре ойошторола.
2. Эш дәфтәре менән эш.
VI. Рефлексив анализ. Баһалау.
1) Уҡыусыларҙын бер-береһенең эшен баһалау;
2) Уҡытыусынын уҡыусыларҙың эшен баһалау.
I. Өйгә эш:
1) 14-се күнегеү. Р.Искужинаның “Минең ҡустыларым” шиғырын тасуири уҡыу;
2) 15-се күнегеү, мәҡәлдәр өҫтәп яҙыу;
3) Р.Искужинаның “Минең ҡустыларым” шиғырын ятларға.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

3-сө дәрес
Алтын көҙ. Һүҙлек менән эш.
Маҡсат: 1. Башҡортостан тәбиғәтендәге үҙгәрештәрҙе күҙәтергә өйрәтеү.
2. Туған тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
3. Башҡорт телендә рус теленән айырмалы рәүештә һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен урынлаштырыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. “Алтын көҙ” темаһы буйынса уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу. Көҙ, уның билдәләре тураһында һөйләү. Көҙ айҙарының үҙенсәлектәре, көҙгө эштәр тураһында һөйләшеү. Өҫтәлмә материалдар, сығанаҡтар менән эшләү. Кәрәкле һәм кәрәкле булмаған материалдарҙы һайлап ала белеү.
Һүҙлек менән эшләү күнекмәләрен үҙләштереү һәм һүҙлек менән эшләү.

Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
1. Бөгөнгө һауа торошо тураһында әңгәмә.
II. Б.Байымдын “Йәйем” шиғыры өҫтөндә эшләү:
Белмәй ҡалдым, һиҙмәй ҡалдым
Йәйҙең нисек үткәнен.
Әле генә үтһә лә йәй
Мин яңыһын көтәмен.

Йәшел йәйем, һин үҙең бит
Йәмдәрҙен дә иң йәме.
Киләһе йыл ашығып кил,
Оҙаҡҡа кил һин, йәме.
1) һүҙлек эше (тәржемә өсөн һүҙҙәр) : һиҙмәй, әле генә, көтөү, йәмле, ашығыу, оҙаҡ.
2) текстын йөкмәткеһен үҙләштереү өҫтөндә эш алымдары.
3) Һығымта: шиғырҙын йөкмәткеһе менән таныштырғандан һуң, уҡыусылар менән көҙ темаһы тураһында әңгәмә үткәреү.
III. Яны тема.
1. 11-се күнегеү. В.Гудковтын “Осень. – Көҙ көнө” тексы йөкмәткеһен үҙләштереү:
1) Һүҙлек өҫтөндә эш;
2) Текст рус телендә яҙылған булыуын иҫәпкә алып, тексты уҡыусылар үҙаллы уҡыйҙар;
3) Тәржемә өҫтөндә эш.
Текст рус телендә яҙылған, әҫәрҙен йөкмәткеһен үҙләштереү өсөн һүҙлек ярҙамында ҡайһы бер һүҙҙәрҙе тәржемә итергә кәрәк. Һорауҙар ярҙамында текстын йөкмәткеһен башҡорт телендә һөйләү һәм көҙ билдәләрен билдәләү.
IV. Теманы нығытыу.
1. Эш дәфтәре буйынса эш.
2. 16-сы күнегеү буйынса эш.
Төркөмдә эш ойоштороу. Уҡытыусы экранға һүҙҙәрҙе яҙа һәм уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшереү.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш:
1. Көҙ темаһы буйынса 2 һынамыш һайлап яҙырға.
2. Көҙ үҙенсәлектәрен сағылдырған һүрәт төшөрөү.
3. “Көҙ” темаһы буйынса өс һөйләм уйлап яҙырға.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

2-се дәреес
Минең мәктәбем. Исемдәрҙен килеш менән үҙгәреше.
Маҡсат: 1.Уҡыусыларҙын үҙе, мәктәп, дуҫтары тураһында һөйләй белеүенә өлгәшеү.
2. “Күплектәге исемдәрҙен килеш менән үҙгәреше” темаһын нығытыу.
3. Һөйләм, һүҙбәйләнештәр төҙөгәндә исемдәрҙең килеш ляғауҙарын дөрөҫ ҡулланыу.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Тема буйынса уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу. Уҡыусыларҙың үҙенең класташтары, мәктәбе тураһында һөйләүҙәре. Тема буйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү. Уҡыусы үҙ фекерен иркен еткерә алыуы һәм бер-берһе менән диалогка инеү һәм һорауҙарға яуап биреү. Һүҙлек ярҙамында тәржемә өҫтөндә эшләү. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.
Грамматика буйынса исемдәрҙе килеш менән үҙгәртә белеү һәм килеш формаларын ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу.

Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Минең илемдә
Йылғалар, күлдәр,
Матур баҡсалар,
Хуш еҫле гөлдәр.
Минең илемдә
Сикһеҙ урмандар,
Алтын көмөшлө
Бик күп ҙур тауҙар.
(Х.Кәрим)
II. Белемде актуалләштереү.
Һығымта: шиғырҙы тасуири уҡыу, Башҡортостан Республикаһынын тәбиғәте, уның байлығы тураһында әнгәмә ойоштороу, исемдәрҙен күплек ялғауҙары темаһын ҡабатлау.
1. Экрандағы ике бағанала һүҙҙәрҙе уҡыу һәм һығымта эшләү.
Етте, көҙ, алтын Алтын көҙ етте.
Һары, ҡойола, япраҡтар Ағастарҙан һары япраҡтар ҡойола
ағастарҙан
Һығымта: тәүге бағаналағы һүҙҙәрҙе ниңә һөйләм тип әйтеп булмағанына уҡыусыларҙан әйттереү, һөйләмдәрҙе күсереп яҙҙырыу.
2. 3-сө күнегеүҙе.
Һығымта: Һөнәр кешеләренең нимә эшләүе тураһында һөйләмдәр уҡығандан һуң, уҡытыусы уҡыусыларҙы уҡыта һөйләме аша яны темаға күсеү.
III. Яңы тема:
1. Мәктәп, уҡыусылар тураһында инеш әнгәмә.
2. 2.1.,2.2. – се күнегеүҙәр өҫтөндә эшмәкәрлек.
3. Текст йөкмәткеһен үҙләштергәндән һун, уҡыусылар үҙҙәренен мәктәбе һәм күрһәтелгән ваҡытта ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында әнгәмә ойоштороу.
4. 7-се күнегеү.
5. Эш дәфтәре буйынса эш төрҙәре.
IV. Рефлексив анализ.Баһалау.
V. Өйгә эш: 1. Һөнәр атамаларын яҙыу.
2.Һөнәр тамалары менән ике һөйләм уйлап яҙыу.
3. Бер һөнәр тураһында яҙыу.
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»