Методическая копилка

Ответить
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

1-се дәрес
Үҙем тураһында. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.
Маҡсат: 1. “Берлектәге исемдәрҙен килеш менән үҙгәреше” темаһын нығытыу.
2. Һөйләм, һүҙбәйләнештәр төҙөгәндә исемдәрҙең килеш ялғауын дөрөҫ ҡулланыу.
3. Уҡыусыларҙын үҙе тураһында һөйләү белеүенә өлгәшеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Тема буйынса уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу. Уҡыусыларҙың үҙе, үҙенең ғаиләһе, көн режимы тураһында һөйләүҙәре. Тема буйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү. Уҡыусы үҙ фекерен иркен еткерә алыуы һәм бер-береһе менән диалогка инеү һәм һорауҙарға яуап биреү. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.
Грамматика буйынса исемдәрҙе килеш менән үҙгәртеү һәм килеш формаларын ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу.

Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Башҡорт теленен үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау.
1. Өй эшен тикшереү маҡсатынан дәфтәрҙәрҙе йыйып алыу.
2. 1-се күнегеү.
II. Белемде актуалләштереү.
1) Уҡытыусы менән уҡыусынын диалогы:
– Юлиә, һин бөгөн нисәлә торҙон?
- ...
- Фәниә, һин иртәнсәк күпме ваҡыт физкультура яһаның?
- -...
- Рима, һин иртәнге ашты нисәлә һәм нимә ашаның?

III. Яңы теманы анлатыу.
1) Экранда яҙылған һүҙҙәрҙе күплектә яҙыу эше тәҡдим ителә.
2) Бер һүҙҙе айырып алып, унын мәғәнәһе, ул һүҙ менән һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдәр уйлау өҫтөндә эш.
3) Ул һүҙ менән бер-нисә һөйләмде яҙыу һәм айырым иғтибар һүҙҙең үҙгәрешен күҙәтеү.
4) Һығымта: уҡыусыларҙы яны теманы (исемдәрҙен килеш менән үҙгәреше) билдәләүгә алып килеү.
5) 23-сө биттәге ҡағиҙәне уҡыу һәм теманы нығытыу.
IV. Яны теманы нығытыу.
1) 6, 5-се күнегеүҙәр өҫтөндә эшмәкәрлек.
2) Эш дәфтәрендә эш.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: 1) 4-се күнегеү. Шиғырҙы тасуири уҡырға;
3) Шиғырҙын тәүге строфаһын ятларға;
4) Шиғырҙы тулыһынса ятларға.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

ҮҘЕМ ТУРАҺЫНДА
(11 сәғәт)
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса уҡыусыларҙың үҙҙәре тураһында һөйләй белеүҙәре, уларҙы үҙ фекерҙәрен иркен еткерә алырға өйрәтеү, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу һәм ошо темаға ҡағылышлы әңгәмәләрҙә һүҙҙәрҙе дөрөҫ, урынлы ҡулланыуҙарына ирешеү төп иғтибар үҙәгендә тора. Аралашыуҙа этикет ҡағиҙәләрен һаҡлай белеү, уларҙы урынлы ҡулланыу. Тәҡдим ителгән материалдар буйынса бер-береһе менән фекер алышыу, үҙ фекерененең дөрөҫлөгөн дәлилләй алыуҙары, бәхәс ҡора белеүҙәре.
Был блокта тәҡдим ителгән текстар буйынса фекер алышыу, текста күтәрелгән проблеманы хәл итеү өсөн төркөмдәр, парҙар ҙа эшләү. Уларҙы үҙ аллы белем алырға өйрәтеү.
Уҡыусыларҙың грамматика буйынса үҙләштергән материалдарҙы үҙ телмәрендә дөрөҫ ҡулланыу, диалогтар төҙөй белеүгә ҙур әһәмиәт бирелә.
Лексик һәм грамматик материал түбәндәгесә бүленә:
1. Үҙем тураһында. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше……….1 сәғәт
2. Минең мәктәбем. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше……….1 сәғәт
3. Алтын көҙ. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше……………….1 сәғәт
4. Беҙҙең ғаилә. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. ……………..2 сәғәт
5. Башҡортостан йылғалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр..1 сәғәт
6. Минең көн режимым. Ҡылым……………………………………1 сәғәт
7. Й.Солтанов. Башҡортостан флагы. Сифат………………………1 сәғәт
8. Артурҙың бер көнө. Зат алмаштары. ……………………………1 сәғәт
9. Минең шәжәрәм. Эйәлек алмаштары……………………………1 сәғәт
10. Контроль диктант……………………………………………1 сәғәт
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

7-се дәрес
Экскурсия “Беҙҙен яҡтарҙа көҙ”.
Маҡсат: 1. Тыуған яҡҡа, тыуған төбәккә һөйөү тәрбиәләү.
2.Тыуған яҡ күренештәре аша көҙ билдәләрен табырға өйрәтеү.
3.Күргән, белгән, ишеткәнде теркәп барыу һәм һуңынан телмәрҙә ҡулланыу.

Дәрес барышы
1. Дәрес маҡсатын әйтеп, экскурсияға әҙерләнеү. Класс менән тәбиғәткә юлланыу.
2. Төп өлөш. Уҡыусыларҙын иғтибарын тирә-яҡҡа йүнәлтеү. Тау битләүе, ундағы ағастар, ҡыуаҡтар, үләндәр, йылға буйы. Унын күренеше. Баҫыу., ундағы үҙгәрештәр. Болондағы төҫтәр балҡышы. Уҡытыусынын һәр күренеште уҡыусыларҙын үҙҙәренән билдәләтергә ынтылыуы. Төрлө ағас япраҡтарынан, үләндәрҙән гөлләмәләр йыйыҙырыу. Кемден гөлләмәһе ин матуры? Тигән конкурс үткәреү. Тәбиғәт ҡосағында төрлө уйындар уйнатыу.
3. Дәресте йомғаҡлау. Күргәндәрҙе яңынан и:кә төшөрөү.

8-се дәрес
Изложение яҙыу.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү һәм баһалау.
Дәрес барышы
1. Ойоштороу мәле.
2. Дәрестен маҡсаты менән таныштырыу.
3. Яҙма эш дәфтәрҙәрен таратыу.
4. Дәфтәргә число, текстын атамаһын (йыйынтыҡтың 23-сө бите “Юлбарыҫ менән төлкө”), изложение һүҙен яҙыу.
5. Һүҙлек эше: урман төпкөлө, шырлыҡ, тәрән йырын, сенләп илау, йылғыр, һоҡланыу, ҡолап төшөү.
6. Инеш әнгәмә. Текст йөкмәткеһен үҙләштерүҙе еңелләштереү маҡсатынан сығып, әңгәмә үткәреү.
7. Тексты тәүге ҡат уҡыу.
8. Текст йөкмәткеһен ҡабул итеүҙе тикшереү.
9. Һүҙлек эше: ваҡыт, юлбарыҫ, йырын, йылғыр.
10. Текстын йөкмәткеһе өҫтөндә эш. (һорауҙар алдан таҡтаға яҙыла.):
11. 1) Төлкөгә юлбарыҫ ҡасан тап була?
2)Төлкө ниңә илай?
3) Юлбарыҫ төлкө алдында нисек маҡтанырға уйлай?
4) Юлбарыҫ нимә эшләй?
5) Төлкө нимә ти?
12. План төҙөү.
13. Һорауҙар буйынса йөкмәткене һөйләү.
14. Тексты ҡабатлап уҡыу.
15. Тексты яҙыу.
16. Дәресте йомғаҡлау.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

5-6-сы дәрестәр
Беҙҙен мәктәп. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
Маҡсат: 1. Мәктәп тормошона ҡағылышлы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе актив һүҙлек запасына индереү.
2. Мәктәп темаһына ҡағылышлы текстар менән танышыу, уларҙын йөкмәткеһен үҙләштереү.
3. Башҡорт телендә рус теленән айырмалы рәүештә һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен урынлаштырыу, үҙенсәлектәрен үҙләштереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Беҙҙең мәктәп” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. “Мәктәп” темаһы буйынса текстар уҡыу. Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса һорауҙарға яуап биреү. Тасуири уҡыу күнекмәләре өҫтөндә эшләү. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Индивидуаль эш төрҙәре башҡарыу. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.
Грамматика буйынса һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе темаһын нығытыу һәм уны ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
1) 20-се күнегеүҙәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп уҡыу.
2) Мәктәптәр матур биҙәлгән,
Мәктәптәр ишеге асыҡ.
Балалар уҡырға бара,
Шатланып, дәртле баҫып.
(Р.Ниғмәти)
II. Белемде актуалләштереү.
1. 23-сө күнегеү өҫтөндә эш. Һүрәт буйынса һөйләмдәр уйлап яҙыу. Уҡыусыларҙын иғтибарын һөйләмдә һүҙҙәр тәртибенә йүнәлдереү.
2. 24-25-се күнегеү өҫтөндә эш.
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Һығымта: уҡыусыларҙын бер-береһе һәм уҡытыусы менән компьютерҙын ыңғай һәм кире яҡтары буйынса фекер алышыуы.
3.26-27 -се күнегеү.
Һығымта: һөнәр эйәләре кешеләренең нимәләр менән шөғөлләнеүе тураһында һөйләү, тәржемә өҫтөндә эш.
III. Яны тема.
1. 22-се күнгеү.
Р.Солтангәрәевтың “Шағир” тексы өҫтөндә эш.
1) текстын йөкмәткеһен үҙләштереү;
2) яны һүҙҙәрҙе үҙләштереү;
3) текст буйынса һорауҙарға яуап биреү;
4) текстын төп фекерен билдәләү;
5) терәк һүҙҙәр ярҙамында шағир, матур көн, ямғыр, кешеләр, йәшеренергә урын, бала, күтәреп алды, ышыҡ, Өфө ҡалаһы, хат, Мостай Кәрим текстын йөкмәткеһен һөйләү.
2. 28-32-се күнегеүҙәр өҫтөндә эшмәкәрлек.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
V. Өй эше:
1. С.Әлибаевтың “Яҡшы!” шиғырын тасуири уҡыу;
2. “Уҡыусылар” шиғырын тасуири уҡыу.
3. Шиғырҙы ятларға.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

4-5 -се дәрестәр
Беҙҙең ғаилә. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсат: 1. “Ғаилә” темаһы буйынса уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.
2. Бер-беренә иғтибарлы, ярҙамсыл булыу кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү.
3. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Тема буйынса уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу. Уҡыусыларҙың үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эшмәкәрлеге тураһында һөйләү. Туғанлыҡ төшөнсәләрен дөрөҫ әйтә белеү һәм үҙҙәренең телмәрендә ҡулланыу. Тема буйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү. Уҡыусы үҙ фекерен иркен еткерә алыуы һәм бер-берһе менән диалогка инеү, тема буйынса һорауҙарға яуап биреү. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Ҡырҙар буш ҡала.
Ямғырҙар яуа,
Ерҙәр дымлана,
Был ҡай саҡ була?
(Ғ.Туҡай)
II. Өй эшен тикшереү.
1. Һынамыш, һөйләмдәр уҡыу, һүрәттәрҙе баһалау.
2. 8-9-сы күнегеүҙәр буйынса эшмәкәрлек.
Был күнегеүҙәр аша уҡыусылар юл хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үҙләштерә һәм был турала башҡорт телендә һөйләргә өйрәнеү төп маҡсаттарҙын береһе.
III. Теманы актуалләштереү.
1. 10-сы күнегеү буйынса эш. Ғаилә ағзалары менән танышып сыҡҡандан һуң, уҡыусылар менән “Ғаилә” темаһы буйынса әңгәмә ойоштороу.
IV. Яны тема.
1. 12-13- сө күнегеүҙәр.
2. Эш дәфтәре буйынса эш.
V.Теманы нығытыу.
1. 17-21- сө күнегеүҙәр.
22-се күнегеү “Минең ғаиләм” темаһы буйынса проект эш ойоштороу.
Был эш төрөн уҡыусыларҙын һәр береһе эшләй ала, йә төркөм менән ойошторорға ла мөмкин.
Кластын мөмкинлегенән сығып, эш төрҙәре ойошторола.
2. Эш дәфтәре менән эш.
VI. Рефлексив анализ. Баһалау.
1) Уҡыусыларҙын бер-береһенең эшен баһалау;
2) Уҡытыусынын уҡыусыларҙың эшен баһалау.
I. Өйгә эш:
1) 14-се күнегеү. Р.Искужинаның “Минең ҡустыларым” шиғырын тасуири уҡыу;
2) 15-се күнегеү, мәҡәлдәр өҫтәп яҙыу;
3) Р.Искужинаның “Минең ҡустыларым” шиғырын ятларға.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

4-се дәрес
А.Игебаев “Һау булығыҙ, аҡҡоштар”. Исемдең күплек ялғауы.
Маҡсат: 1. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү.
2.Исемдең күплек ялғауҙарын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
3. Тәбиғәткә, ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Һаумы, мәктәп!” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. А.Игебаев “Һау булығыҙ, аҡҡоштар” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү. Шиғыр буйынса һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса әңгәмә ойоштороу. Һәр уҡыусының үҙ фекерен әйтергә һәм бер-береһен тыңларға өйрәтеү. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа эшләү. Бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.
Грамматика буйынса исемдәрҙең күплек ялғауҙарын ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу.

Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Экранда яҙылған һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп уҡыу.
II. Белемде актуалләштереү.
1. Эш дәфтәре буйынса эш.
2. 15-се күнегеүҙән ҡош исемдәрен һайлап алып яҙыу.
3. Яҙып алынған һүҙҙәргә күплек ялғауҙарын өҫтәп әйтеү һәм яҙыу.
Һығымта: тема һәм маҡсатты билдәләү. 14-се биттәге ҡағиҙәне уҡыу.
III. Яңы тема:
1. үҙ аллы эш: 16-сы күнегеү 1-се вариант.
2. Төркөмдәрҙә эш: 16-сы күнегеү 2-се вариант (3 төркөм 3 һүрәт буйынса эш).
3. 1-се һүрәт буйынса әнгәмә үткәреү.
Һығымта: (уҡытыусы ярҙамында уҡыусылар һығымта эшләй) “Уҡыусы ҡоштар менән хушлаша” – тигән һөйләм менән бәйләп, үткән дәрестә һеҙ, этикет ҡағиҙәләре менән таныштығыҙ. Хушлашыу өсөн ниндәй һүҙҙәр ҡулланабыҙ. Тимәк, ҡоштарға ла беҙ кешеләргә өндәшкән кеүек “Һау булығыҙ, ҡоштар!”-, тип өндәшәбеҙ.
4. А.Игебаевтын “Һау булығыҙ, аҡҡоштар” шиғыры буйынса эш.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
V. Өй эше:
1. А.Игебаевтын “Һау булығыҙ, аҡҡоштар” шиғырын тасуири итеп уҡыу;
2. Эш дәфтәре буйынса эш.
3. Шиғырҙы ятларға.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

3-сө дәрес
Ф.Ғөбәйҙуллина. “Рәйфә мәктәпкә бара”. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.
Маҡсат: 1. Телмәр үҫтереү.
2. Башҡорт теленең төп законын (сингармонизм) асыу: ҡалын һәм нәҙек һүҙҙәрҙң әйтелешен, яҙылышын күҙәтеү.
3. Атай-әсәйгә, туғандарға иғтибарлы, хәстәрлекле булырға өйрәтеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Һаумы, мәктәп!” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Башҡорт теленең үҙенсәлектәре өндәре менән һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе дөрөҫ әйтеү. Ф.Ғөбәйҙуллина “Рәйфә мәктәпкә бара” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү. Шиғыр буйынса һорауҙарға яуап биреү. Үтелгән шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөү. Тасуири уҡыу күнекмәләре өҫтөндә эшләү. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа эшләү. Бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.
Грамматика буйынса ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айырыу, дөрөҫ әйтеү һәм ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу.

Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
1. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау. Таҡтаға яҙылған һүҙҙәрҙе уҡыу: мәктәп, тәнәфес, ҡыңғырау, өҫтәл, уҡыусы, уҡытыусы, дәфтәр, көндәлек, дәреслек..
а) беренсе сентябрь ни өсөн “Белем көнө” тип атала?
б) һеҙҙеңсә, уҡыу йылы нисек башланды?
II. Белемде актуалләштереү .
2-се күнегеү өҫтөндә эш. Уҡыусыларҙан класс етәксеһенә “Белем көнө” менән ҡотлау открыткаһы яҙҙырыу.
Хөрмәтле Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы!
Һеҙҙе Белем көнө менән ҡотлайым! Һеҙгә һаулыҡ, эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйем” Ҡотлау менән Илнур.
2. 3-сө күнегеү. Һәр уҡыусы менән уның портфелендә ниндәй әсбәптар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр булыуы тураһында һөйләшеү.
3. 4-се күнегеү.
II. Яңы тема:
1) автор тураһында белешмә:
Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә Хайбулла ҡыҙы 1945 йылдың 15 октябрендә Ейәнсура районы Мәүлит ауылында тыуа. Абзан урта мәктәбендә башланғыс белем алғас, Өөфгә 1-се интернат-мәктәбенә уҡырға килә, Стәрлетамаҡ пелагогия институтын тамамлай.
Тәүге шиғырҙары 5- 6 лкастарҙа уҡығанда “Ленинсы”, “Башҡортостан пионеры” газеталарында сыға башлай. Балалар өсөн “Мәрйендәр”, “Гөр-гөрөлдөк”, “Башҡортомдан батыр юҡ икән”, “Серле ҡумта” , “Әсәйем ҡояш икән” тигән китаптар, мәктәптәр өсөн методик ҡулланмалар авторы. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина 1997 йылда Мәғариф министрлығы тарафынан Мәғарифты камиллаштырыу институтына эшкә саҡырыла. 2007 йылда Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһында өлкән әҙәби консультант, һуңынан идара рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Б.Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты.
Рәсәй Федерацияһының Мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
2) һүҙлек өҫтөндә эш;
3) текстың уҡытыусының тасуири уҡыуы;
4) уҡыусыларҙың сылбырлы уҡыуы тәржемә менән;
5) дәреслектәге һорауға яуап биреү.
– Уҡыусылар, беҙ Рәйфәнең мәктәпкә барыуы тураһында шиғыр уҡыныҡ. Әйҙәгеҙ әле, башланғыс кластарҙа мәктәп, башҡорт теле тураһында уҡыған шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөп үтәйек.
Уҡытыусы шиғырҙың тәүге строфаһын башлай, уҡыусылар дауам итә.
1) Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле, -
Унан башҡа минең илем юҡ.
..............................................
..............................................
(Р.Ғарипов “Туған тел”)
2) Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин.
..................................................................
..................................................................
(З.Биишева. “Башҡорт теле”)
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
V. Өйгә эш: 1. Тәҡдим ителгән шиғырҙарҙың береһен табып, тасуири уҡырға.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

2-се дәрес
Ғ.Рамазанов. “Йәшә, тыуған ерем”. Башҡорт теленең өн һәм хәрефтәре.
Маҡсат: 1. Текстың йөкмәткеһе менән таныштырыу.
1. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм хәрефтәрен дөрөҫ яҙа белеү.
2. Тыуған ергә ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиләү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Һаумы, мәктәп!” темаһы буйынса һөйләргә өйрәтеү. Ғ.Рамазанов “Йәшә, тыуған ерем” тексының йөкмәткеһен үҙләштереү. Тема буйынса тәҡдим ителгән эш төрҙәрен башҡарыу. Уҡыусыларҙың бер-береһе менән аралашыуы, бер-береһенә һорауҙар биреүҙәре. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.
Башҡорт теленең өн һәм хәрефтәрен дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу буйынса күнекмәләр башҡарыу.

Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәре менән танышыу.
8-9 –сы күнегеүҙәр өҫтөндә эш.
II. Белемде актуалләштереү.
1) Һүҙлек диктанты.
Ер, ямғыр, япраҡ, болот, һыуыҡ, ҡоштар, һауа, ағастар, һыуыҡ, ҡояш.
2) Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр менән һүҙбәйләнеш уйлап яҙыуҙы ойоштороу;
3) Айырым иғтибар тыуған ер һүҙбәйләнешенә бүленә;
4) Нимә ул тыуған ер? тигән һорауға уҡыусылар яуап бирә;
5) Әңгәмә ойоштороу.
III. Яңы тема.
1) Ғ.Рамазанов “Йәшә, тыуған ерем” тексы өҫтөндә эш.
2) Ғ.Рамазанов тураһында белешмә;
3) Текст буйынса эш;
4) Һүҙлек эше;
5) Уҡытыусынын тексты уҡыуы;
6) Уҡыусыларҙын үҙ аллы уҡыуы;
7) Сылбырлы уҡыу;
8) Тәржемә өҫтөндә эш;
9) Текст буйынса әнгәмә;
10) Һорауҙарға яуап биреү;
11) Текст йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
V. Өй эше:
1) Тексты тасуири уҡыу;
2) Текст буйынса план төҙөү;
3) Ҡалын хәрефтәр менән бирелгән абзацты яттан ятлау.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары 5-се класс Ғәбитова З.М., Усманова М.Г."Башҡорт теле" 5-се класс дәреслеге буйынса (дәүләт теле булараҡ) эшкәртелгән методик ҡулланмабуйынса дәрестәргә ҡарата методик кәңәштәребеҙҙе һеҙҙең тарафҡа тәҡдим итәбеҙ.
Һаумы, мәктәп!
(8 сәғәт)
5-се класта башҡорт теле дәрестәре алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау, грамматик төшөнсәләрҙең тәғәйен атамалары менән танышыу, уларҙы хәтерҙә ҡалдырыу һәм ғәмәлдә ҡулланыу маҡсаты менән башлана.
“Һаумы, мәктәп!” темаһы буйынса уҡыусыларҙың белгәндәрен иҫкә төшөрөү, ҡабатлау. Тема буйынса һүҙлек запасын байытыу, уларҙың телмәрен артабан үҫтереү, ошо темаға ҡағылышлы әңгәмәләрҙә иркен ҡатнаша алыуы, үҙ фекерҙәрен әйтә һ.б. өлгәшеү. Тема буйынса уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү төп иғтибар үҙәгендә тора. Текст йөкмәткеһен анализлай һәм һөйләй белеү күнекмәләрен үҙләштереү.
Уҡыусы үҙенең эшмәкәрлеген планлаштыра, маҡсаттарҙы билдәләй рефлексив анализ яһай белеүен тормошҡа ашырыу төп маҡсаттарҙың береһе булып ҡала.
Беренсе блок-темала лексик һәм грамматик материал түбәндәгесә бүленә.
1. Белем көнө. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау……………. . ……………………..1 сәғәт
2. Ғ.Рамазанов “Йәшә, тыуған ерем!”
Башҡорт теленең өн һәм хәрефтәре. …………………………………1 сәғәт
3. Ф.Ғөбәйҙуллина “Рәйфә мәктәпкә бара”
Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар…...………………………………………1 сәғәт
4. А. Игебаев “Һау булығыҙ, аҡҡоштар!”
Исемдең күплек ялғауы. ………………………………...………………1 сәғәт
5. Беҙҙең мәктәп. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. ………………………..2 сәғәт
6. Экскурсия “Көҙгө тәбиғә” …………………………………………..1 сәғәт
7. Т.ү. Изложение……………………………………………………………1 сәғәт

1- се дәрес
Белем көнө. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсаттар:
1. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.
2. Һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу.
3. Мәктәпкә, уҡытыусыға, класташтарына ҡарата ихтирам тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Белем көнө” темаһы буйынса һөйләргә өйрәтеү. Тема буйынса тәҡдим ителгән эш төрҙәрен башҡарыу. Уҡыусыларҙың бер-береһе менән аралашыуы, бер-береһенә һорауҙар биреүҙәре. Уларҙың башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен таҙа һәм дөрөҫ итеп әйтеү, хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.
Күрһәтеү алмаштары темаһын үҙләштереү.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
“Башҡорт телендә һөйләшәм” (Р.Шәкүр һүҙҙәре, М.Сәлимов музыкаһы) йырҙы иҫкә төшөрөү.
Башҡорт телендә һөйләшәм.
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт телендә
(Р.Шәкүр)
2. Дәреслек менән таныштырыу. 5-се класс уҡыусыларына быйылғы
уҡыу йылына ҡуйылған маҡсат, бурыстарҙы аңлатыу. Дәреслек, уның тышы, форзацы менән таныштырыу. Ундағы һүрәттәр хаҡында һөйләү. Дәреслектең авторҙарына айырым иғтибар бүлеү (авторҙар хаҡында белешмәне 5-се кластың электрон дәреслегенән алырға мөмкин)
II. Белемде актуалләштереү.
Башланғыс класта башҡорт теленән ниндәй темалар, ҡайһы яҙыусыларҙың ниндәй әҫәрҙәре менән танышыу тураһында һөйләшеү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау. Алфавитты иҫкә төшөрөү.
III. Башҡорт теле тураһында әңгәмә.
- Уҡыусылар, быйылғы уҡыу йылында ла башҡорт телен өйрәнәсәкбеҙ. Башланғыс кластарҙа һеҙ башҡорт телендәге үҙенсәлекле өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен, хәрефтәрҙең яҙылышын өйрәндегеҙ. Шулай уҡ башҡорт телендә һөйләшергә, уҡырға өйрәндегеҙ. Артабан да башҡортса дөрөҫ итеп һөйләшергә, уҡырға, яҙырға өйрәнеүҙе дауам итәсәкбеҙ. (артабан уҡытыусы яңы уҡыу йылындағы маҡсат, бурыстар, үтеләсәк дөйөм темалар менән ҡыҫҡаса таныштыра.)
IV. Яңы тема. Инеш әңгәмә.
Дәреслектәге Белем көнөнә ҡарата төшөрөлгән һүрәт буйынса һорауҙарға яуап биреү: һүрәттә ниндәй миҙгел төшөрөлгән? Уны нимәгә ҡарап белдегеҙ? Балалар ҡайҙа баралар? Улар ни өсөн сәскә тотҡандар? һ.б. һорауҙарҙы файҙаланырға була.
V. Теманы нығытыу.
1. 4-се күнегеү.
1) Һүҙлек эше;
2) Текстың уҡытыусының уҡыуы;
3) Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
4) Сылбырлы уҡыу.
5) Текстың йөкмәткеһен үҙләштереү өҫтөндә эш;
6) Текстың төп һүҙҙәренә нигеҙләнеп, текстың иң мөһим фекерен билдәләүҙе формалаштырыу;
7) Дәреслектәге һорауҙарға яуап биреү;
8) Уҡытыусы тарафынан өҫтәлмә эш төрҙәре ойоштороу.
2. 1) 1-се күнегеү.
2) 2-се күнегеү. М.Кәрим “Уҡыусыға” шиғыры өҫтөндә эш.
3) Төркөмдә эш: 5-се күнегеү.
4) индивидуаль эш: 6-сы күнегеү.
3. Яңы теманы үҙләштереү буйынса һығымта.
Белем көнө тураһында әңгәмә ойоштороу.
VI. Дәрескә рефлексив анализ. Баһалау.
1. Дәрес этаптарын иҫкә төшөрөү. Нимәләр эшләнем? Нимәгә өйрәндем? Нимәгә төшөнөп бөтмәнем? Артабан нимә өҫтөндә эшләргә?
2. Үтелгән тема буйынса һығымта яһау.
1) Беренсе сентябрь – Белем көнө буйынса әңгәмә;
2) Текст өҫтөндә эш;
3) Шиғырҙы тасуири уҡыу;
4) башҡорт теленең үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәре;
5) алфавитта хәрефтәр һаны. 42 хәреф, 27 тартынҡы, 13 һуҙынҡы.
Рефлексия. Мин әле нимәне төшөнөп етмәнем. Нимә эшләргә?
6) Һығымта. Яңы һүҙҙәр һәм һөйләмдәрҙе иҫтә ҡалдырырға.
Башҡорт алфавиттын яттан белергә.
VII. Өй эше:
1. 3-сө күнегеү тасуири уҡыу;
2. 1-се күнегеүҙәге 3 һүҙ менән һөйләм уйлап яҙыу.
3. “Белем көнө” тексын һөйләргә өйрәнеү;
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары 5-се класс Ғәбитова З.М., Усманова М.Г."Башҡорт теле" 5-се класс дәреслеге буйынса (дәүләт теле булараҡ) эшкәртелгән методик ҡулланма буйынса дәрестәрҙе һеҙҙең тарафҡа тәҡдим итәбеҙ.
Һаумы, мәктәп!
(8 сәғәт)
5-се класта башҡорт теле дәрестәре алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау, грамматик төшөнсәләрҙең тәғәйен атамалары менән танышыу, уларҙы хәтерҙә ҡалдырыу һәм ғәмәлдә ҡулланыу маҡсаты менән башлана.
“Һаумы, мәктәп!” темаһы буйынса уҡыусыларҙың белгәндәрен иҫкә төшөрөү, ҡабатлау. Тема буйынса һүҙлек запасын байытыу, уларҙың телмәрен артабан үҫтереү, ошо темаға ҡағылышлы әңгәмәләрҙә иркен ҡатнаша алыуы, үҙ фекерҙәрен әйтә һ.б. өлгәшеү. Тема буйынса уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү төп иғтибар үҙәгендә тора. Текст йөкмәткеһен анализлай һәм һөйләй белеү күнекмәләрен үҙләштереү.
Уҡыусы үҙенең эшмәкәрлеген планлаштыра, маҡсаттарҙы билдәләй рефлексив анализ яһай белеүен тормошҡа ашырыу төп маҡсаттарҙың береһе булып ҡала.
Беренсе блок-темала лексик һәм грамматик материал түбәндәгесә бүленә.
1. Белем көнө. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау……………. . ……………………..1 сәғәт
2. Ғ.Рамазанов “Йәшә, тыуған ерем!”
Башҡорт теленең өн һәм хәрефтәре. …………………………………1 сәғәт
3. Ф.Ғөбәйҙуллина “Рәйфә мәктәпкә бара”
Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар…...………………………………………1 сәғәт
4. А. Игебаев “Һау булығыҙ, аҡҡоштар!”
Исемдең күплек ялғауы. ………………………………...………………1 сәғәт
5. Беҙҙең мәктәп. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. ………………………..2 сәғәт
6. Экскурсия “Көҙгө тәбиғә” …………………………………………..1 сәғәт
7. Т.ү. Изложение……………………………………………………………1 сәғәт

1- се дәрес
Белем көнө. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсаттар:
1. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.
2. Һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу.
3. Мәктәпкә, уҡытыусыға, класташтарына ҡарата ихтирам тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Белем көнө” темаһы буйынса һөйләргә өйрәтеү. Тема буйынса тәҡдим ителгән эш төрҙәрен башҡарыу. Уҡыусыларҙың бер-береһе менән аралашыуы, бер-береһенә һорауҙар биреүҙәре. Уларҙың башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен таҙа һәм дөрөҫ итеп әйтеү, хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.
Күрһәтеү алмаштары темаһын үҙләштереү.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
“Башҡорт телендә һөйләшәм” (Р.Шәкүр һүҙҙәре, М.Сәлимов музыкаһы) йырҙы иҫкә төшөрөү.
Башҡорт телендә һөйләшәм.
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт телендә
(Р.Шәкүр)
2. Дәреслек менән таныштырыу. 5-се класс уҡыусыларына быйылғы
уҡыу йылына ҡуйылған маҡсат, бурыстарҙы аңлатыу. Дәреслек, уның тышы, форзацы менән таныштырыу. Ундағы һүрәттәр хаҡында һөйләү. Дәреслектең авторҙарына айырым иғтибар бүлеү (авторҙар хаҡында белешмәне 5-се кластың электрон дәреслегенән алырға мөмкин)
II. Белемде актуалләштереү.
Башланғыс класта башҡорт теленән ниндәй темалар, ҡайһы яҙыусыларҙың ниндәй әҫәрҙәре менән танышыу тураһында һөйләшеү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау. Алфавитты иҫкә төшөрөү.
III. Башҡорт теле тураһында әңгәмә.
- Уҡыусылар, быйылғы уҡыу йылында ла башҡорт телен өйрәнәсәкбеҙ. Башланғыс кластарҙа һеҙ башҡорт телендәге үҙенсәлекле өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен, хәрефтәрҙең яҙылышын өйрәндегеҙ. Шулай уҡ башҡорт телендә һөйләшергә, уҡырға өйрәндегеҙ. Артабан да башҡортса дөрөҫ итеп һөйләшергә, уҡырға, яҙырға өйрәнеүҙе дауам итәсәкбеҙ. (артабан уҡытыусы яңы уҡыу йылындағы маҡсат, бурыстар, үтеләсәк дөйөм темалар менән ҡыҫҡаса таныштыра.)
IV. Яңы тема. Инеш әңгәмә.
Дәреслектәге Белем көнөнә ҡарата төшөрөлгән һүрәт буйынса һорауҙарға яуап биреү: һүрәттә ниндәй миҙгел төшөрөлгән? Уны нимәгә ҡарап белдегеҙ? Балалар ҡайҙа баралар? Улар ни өсөн сәскә тотҡандар? һ.б. һорауҙарҙы файҙаланырға була.
V. Теманы нығытыу.
1. 4-се күнегеү.
1) Һүҙлек эше;
2) Текстың уҡытыусының уҡыуы;
3) Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
4) Сылбырлы уҡыу.
5) Текстың йөкмәткеһен үҙләштереү өҫтөндә эш;
6) Текстың төп һүҙҙәренә нигеҙләнеп, текстың иң мөһим фекерен билдәләүҙе формалаштырыу;
7) Дәреслектәге һорауҙарға яуап биреү;
8) Уҡытыусы тарафынан өҫтәлмә эш төрҙәре ойоштороу.
2. 1) 1-се күнегеү.
2) 2-се күнегеү. М.Кәрим “Уҡыусыға” шиғыры өҫтөндә эш.
3) Төркөмдә эш: 5-се күнегеү.
4) индивидуаль эш: 6-сы күнегеү.
3. Яңы теманы үҙләштереү буйынса һығымта.
Белем көнө тураһында әңгәмә ойоштороу.
VI. Дәрескә рефлексив анализ. Баһалау.
1. Дәрес этаптарын иҫкә төшөрөү. Нимәләр эшләнем? Нимәгә өйрәндем? Нимәгә төшөнөп бөтмәнем? Артабан нимә өҫтөндә эшләргә?
2. Үтелгән тема буйынса һығымта яһау.
1) Беренсе сентябрь – Белем көнө буйынса әңгәмә;
2) Текст өҫтөндә эш;
3) Шиғырҙы тасуири уҡыу;
4) башҡорт теленең үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәре;
5) алфавитта хәрефтәр һаны. 42 хәреф, 27 тартынҡы, 13 һуҙынҡы.
Рефлексия. Мин әле нимәне төшөнөп етмәнем. Нимә эшләргә?
6) Һығымта. Яңы һүҙҙәр һәм һөйләмдәрҙе иҫтә ҡалдырырға.
Башҡорт алфавиттын яттан белергә.
VII. Өй эше:
1. 3-сө күнегеү тасуири уҡыу;
2. 1-се күнегеүҙәге 3 һүҙ менән һөйләм уйлап яҙыу.
3. “Белем көнө” тексын һөйләргә өйрәнеү;
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»