Новости

Ответить
Зарима
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 18 ноя 2025, 14:30

Re: Новости

Сообщение Зарима »

Шакирова Г.И. писал(а): 20 апр 2024, 08:49 Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә электрон белем биреү буйынса курстар бара. Материалдар күп һәм уҡытыусы өсөн практик әһәмиәтле. Тик ҡала ерендә күпселек уҡытыусыларҙың ике сменала эшләүен иҫәпкә алғанда, бирелгән ваҡыт ҡыҫымында эштәрҙе үтәп ебәреү ауырыраҡтыр. Әлбиттә, практик эштәр йәһәтенән, мәктәптә эшләп йөрөгән педагогтарҙың эшендә ҡулланған материалдарын тиҙ генә барлай һалып ебәреүе биремдәрҙе атҡарып сығырға ярҙам иткәндер. Ә тәжрибәһе әҙерәк булғандарға оҙағыраҡ ваҡыт киткәндер. Мәғлүмәтле һәм файҙалы курстар өсөн ойоштороусыларға һәм кураторҙарға ҙур рәхмәт!
Һаумыһығыҙ, коллегалар. Был фекер менән килешәм. Ошо ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тырышһаҡ, беҙгә алдағы көндәрҙә эш еңелерәк бирелер тигән ышанста ҡалам.
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Новости

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

Хәйерле көн, коллегалар! Һеҙҙе яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайым! Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!
Шакирова Г.И.
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 26 сен 2016, 03:32

Re: Новости

Сообщение Шакирова Г.И. »

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә электрон белем биреү буйынса курстар бара. Материалдар күп һәм уҡытыусы өсөн практик әһәмиәтле. Тик ҡала ерендә күпселек уҡытыусыларҙың ике сменала эшләүен иҫәпкә алғанда, бирелгән ваҡыт ҡыҫымында эштәрҙе үтәп ебәреү ауырыраҡтыр. Әлбиттә, практик эштәр йәһәтенән, мәктәптә эшләп йөрөгән педагогтарҙың эшендә ҡулланған материалдарын тиҙ генә барлай һалып ебәреүе биремдәрҙе атҡарып сығырға ярҙам иткәндер. Ә тәжрибәһе әҙерәк булғандарға оҙағыраҡ ваҡыт киткәндер. Мәғлүмәтле һәм файҙалы курстар өсөн ойоштороусыларға һәм кураторҙарға ҙур рәхмәт!
Райля Хисамиева
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 14 ноя 2019, 05:14

Re: Новости

Сообщение Райля Хисамиева »

Һаумыһығыҙ! Курс үтеү миңә бик оҡшай. Ебәрелгән материалды тәү күреү менән бик ауыр тойолдо, әммә, бик тырышам. Шуға күрә үтеп бөтә алырмын тигән өмөттәмен.
Асма
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 08 апр 2024, 17:56

Re: Новости

Сообщение Асма »

Хәйерле кис! Беҙҙең курстар дауам итә.Эштәр бик күп төрлө. Эштән һуң ваҡыт табып бирелгән эштәрҙе башҡарырға тырышам. Ҡайһы бер эш төрҙәре ауырлыҡ тыуҙыра. Шулайҙа бергәләп курстарҙы уҡып бөтөрбөҙ тип уйлайым.
Асма
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 08 апр 2024, 17:56

Re: Новости

Сообщение Асма »

Башҡорт теле буйынса курстар дауам итә. Беҙҙең өсөн бик файҙалы, фәһемле курстар ойошторған өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!Барыбыҙға ла уңыштар теләйем!
Ответить