Новости
-
Ильмухаметов А.Г.
- Сообщения: 333
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27
Re: Новости
11-13 ғинуарҙа Өфө ҡалаһындағы Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль гимназияла мәктәп уҡыусыларының башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Төбәк-ара олимпиадаһы булып үтте. Өс көн барған көсөргәнешле бәйгелә өс йөҙҙән ашыу уҡыусы, шул иҫәптән Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән килгән 13 үҫмер, көс һынашты. Олимпиада өс турҙа уҙҙы: беренсе көндә уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап яҙҙылар, икенсе көнөндә ижади һәләттәрен күрһәттеләр - инша яҙҙылар, шиғыр һөйләнеләр. Ярыштар араһында яҙыусылар, ғалимдар, студенттар менән осраштылар, фекер алыштылар. Мәғариф министры Гөлназ Радмил ҡыҙы менән осрашыу бик эшлекле үтте, уҡыусылар һәм уҡытыусылар үҙҙерен борсоған бик күп һорауҙарына аныҡ яуап алдылар. Еңеүселәр Мәҡариф министрлығының дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды. Бүләкләү тантанаһында Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Бөтө донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Ишемғолов ҡатнаштылар, еңеүселәргә үҙ бүләктәрен тапшырҙылар. Шулай уҡ ЮНЕСКО вәкилдәре лә ҡотлау һүҙен еткерҙе.
-
Фанзиль Булякович
- Сообщения: 19
- Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09
Re: Новости
Хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, методистар! Һеҙҙе Яңы йыл менән институт һәм кафедра исеменән ихлас ҡотлайым, сикһеҙ бәхет, ижади уңыштар теләйем!
Яңы йылды көтәм
Ҡосаҡ йәйеп, Яңы йылды көтәм,
Яҡты уйҙар ҡуйҙым әҙерләп.
Үткәне лә үтә яҡын булды,-
Оҙатаһы килмәй әҙерәк.
Ваҡыт - толпарҙарын туҡтатмайым,
Елһен, әйҙә, Ғаләм иңләтеп.
Яңы йылдың һәр көн, һәр сәғәте,
Бәрәкәттәр бирһен, илгә, тим!
Көндәребеҙ сыуағыраҡ килһен,
Бәхетлерәк атһын иртәләр!
Йәш ғаиләләр сикһеҙ һөйөү менән,
Сабыйҙарын наҙлар, иркәләр.
Кешеләрем ҙур ышаныс менән,
Өмөт менән баҡһын дәүергә.
Көтөлмәгән ерҙән бәхет яуһын
Ватаныма, Ғаләм, дәү Ергә!
Йылан йылында тыуҙым...
Тыуһам да мин
Йылан йылдарында,
Бер кем әйтмәҫ, йылан булманым!
Боҫоп ятып, кинәт саҡманым да,
Йылан булып, кеше быуманым...
Ихлас сәләмдәр менән Фәнзил Саньяров
Яңы йылды көтәм
Ҡосаҡ йәйеп, Яңы йылды көтәм,
Яҡты уйҙар ҡуйҙым әҙерләп.
Үткәне лә үтә яҡын булды,-
Оҙатаһы килмәй әҙерәк.
Ваҡыт - толпарҙарын туҡтатмайым,
Елһен, әйҙә, Ғаләм иңләтеп.
Яңы йылдың һәр көн, һәр сәғәте,
Бәрәкәттәр бирһен, илгә, тим!
Көндәребеҙ сыуағыраҡ килһен,
Бәхетлерәк атһын иртәләр!
Йәш ғаиләләр сикһеҙ һөйөү менән,
Сабыйҙарын наҙлар, иркәләр.
Кешеләрем ҙур ышаныс менән,
Өмөт менән баҡһын дәүергә.
Көтөлмәгән ерҙән бәхет яуһын
Ватаныма, Ғаләм, дәү Ергә!
Йылан йылында тыуҙым...
Тыуһам да мин
Йылан йылдарында,
Бер кем әйтмәҫ, йылан булманым!
Боҫоп ятып, кинәт саҡманым да,
Йылан булып, кеше быуманым...
Ихлас сәләмдәр менән Фәнзил Саньяров
-
Фанзиль Булякович
- Сообщения: 19
- Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09
Re: Новости
Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы уҡытыусылары республикала уҙған сараларҙан ситтә ҡалмай. Доцент Ф.Б. Саньяров 29 декабрҙә мәғрифәтсе - ғалим М. Өмөтбаевтың мемориаль йорт - музейы асылыуға 25 йыл тулыу уңайынан Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында уҙғарылған сараларҙа ҡатнашты. Институт ректоры Рәмил Мәжитов, БДБ Ҡоролтайы рәисе Әмир Ишемғоловтарҙың ҡотлау адрестарын, Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.Түңәрәк өҫтәлдә республикабыҙҙа ғалимдың 175 йыллығын үткәреү буйынса үҙ тәҡдимдәрен әйтте.
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Новости
Хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары! Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ әйрәнеүсе уҡыусылар өсөн 2014/2015 уҡыу йылында Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. авторлығында "Башҡорт теле-5" дәреслеге донъя күрҙе. Быйылғы уҡыу йылында шул уҡ авторҙар тарафынан "Башҡорт теле-6", "Башҡорт теле-7" дәреслектәре,
Ғәбитова З.М. тарафынан "Өлгө программалар", "Башҡорт теле-5 дәреслегенә методик ҡулланмалар" һәм Ғәбитова З.М., Хәмитова Р.Р. 5-се класс өсөн "Эш дәфтәре" баҫылып сыҡты. Уҡыу-уҡытыу методик ҡулланмалар буйынса һорауҙарығыҙ булһа, беҙ һәр ваҡыт яуап бирәсәкбеҙ.

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән "2015 - Әҙәбиәт йылы" сиктәрендә байтаҡ эштәр башҡарҙы, уларҙа республикабыҙ уҡытыусылары теләп ҡатнашты. Кафедра бер нисә тапҡыр яҙыусылар менән вебинарҙар уҙғарҙы, "Әҙәбиәт - әҙәп донъяһы" тигән дәрес эшкәртмәләре конкурсы уҙғарҙы, фәнни - ғәмәли конференция ойошторолдо. Эштәребеҙгә БР Яҙыусылар союзы рәисе Наил Ғәйетбай юғары баһа бирҙе. "Институтта үткәрелгән сараларҙың кимәле менән бик ҡәнәғәтмен, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән теләп аралашам", - ти Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. Уңайҙан файҙаланып, конкурста еңеүселәр Әминә Ҡыҙрасова (Сибай), Гөлфирә Әхмәтшина (Благовар) һәм Гөлфиә Кәримоваларҙы (Дүртөйлө) институт етәкселеге исеменән ихлас ҡотлайбыҙ, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Һеҙ ошолар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте доцент Фәнзил Саньяровтың "Әҙәбиәт - әҙәп донъяһы" ( "Башҡортостан", 23 декабрь, 2015 й.) мәҡәләһенән ала алаһығыҙ.
Һеҙ ошолар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте доцент Фәнзил Саньяровтың "Әҙәбиәт - әҙәп донъяһы" ( "Башҡортостан", 23 декабрь, 2015 й.) мәҡәләһенән ала алаһығыҙ.
-
Фанзиль Булякович
- Сообщения: 19
- Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09
Re: Новости
Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтындабашҡорт һәм рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе туған телдәр уҡытыусыларының Әҙәбиәт йылына арналған дәрес һәм дәрестән һуң эшмәкәрлек буйынса методик эшкәртмәләр нәшер ителде. Йыйынтыҡ юғары уҡыу йорттары һәм педагогия коллеждары студенттарына, уҡыусылар, педагогияка мәсьәләлре менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә.Хеҙмәтте мәғарифты үҫтереү институтында алырға мөмкин.
-
Ильмухаметов А.Г.
- Сообщения: 333
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27
Re: Новости
О проведении Межрегиональной научно-практической конференции «Актуальные проблемы преподавания родной литературы в условиях реализации федеральных государственных образовательных стандартов», посвященной Году литературы
В соответствии с планом Института развития образования РБ, в целях реализации программы развития образования в Республике Башкортостан, Закона Республики Башкортостан «О языках народов Республики Башкортостан» 10 декабря 2015 года в г.Уфа проводится Межрегиональная научно-практическая конференция «Актуальные проблемы преподавания родной литературы в условиях реализации федеральных государственных образовательных стандартов», посвященная Году литературы.
На конференции планируется проведение пленарного заседания, круглых столов, мастер-классов, представляющих передовой педагогический опыт.
Направления работы конференции:
организация изучения родной литературы в условиях реализации федеральных образовательных стандартов;
учебно-методическое обеспечение преподавания родной литературы в условиях реализации ФГОС: обновление содержания и проблемы преемственности;
роль художественной литературы в духовно-нравственном воспитании школьников;
пути повышения эффективности преподавания родной литературы и качества знаний обучающихся;
выявление и развитие одарённых обучающихся, способных к исследованию актуальных эстетических и духовно-нравственных проблем;
вопросы изучения языковой личности писателя как автора художественного произведения (лингвокультурологический аспект);
языковые и стилистические особенности художественных произведений;
новые информационные технологии в преподавании родной литературы.
В конференции также будут подведены итоги Республиканского конкурса на лучшую методическую разработку, посвященную Году литературы в РБ. Просим направить учителей Вашего района, принявших участие в конкурсе методических разработок, посвященной Году литературы (Приложение 1), подавших заявку на участие в Межрегиональной научно-практической конференции «Актуальные проблемы преподавания родной литературы в условиях реализации федеральных государственных образовательных стандартов» (Приложение 2).
Оплата проезда, проживания и питания производится за счет командирующей стороны. Контактный телефон: 8(347)228-25-04 (2-41), факс: 8(347) 241-77-16.

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының редакция - нәшер үҙәгендә башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы доценты Фәнзил Саньяровтың "Ғайса Хөсәйенов концептосфераһы"
(Өфө: БМҮИ РНҮ, 2015. - 134 б.) исемле монографияһы академик М.В. Зәйнуллин редакцияһында донъя күрҙе. Рецензенттары ф.ф.д., профессор З.И. Сәләхова, ф.ф.к., профессор З.М. Ғәбитова. Ғилми хеҙмәт Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновтың "Донъя", "Автобиографиям" әҫәрҙәренең концептосфераһын асыҡлауға йүнәлтелгән. Монография хәҙерге тел ғилемендә актуаль булған лингвокультурология аспектында яҙылған, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына тәғәйенләнгән. Монографияны институт киоскаһында алырға мөмкин.
(Өфө: БМҮИ РНҮ, 2015. - 134 б.) исемле монографияһы академик М.В. Зәйнуллин редакцияһында донъя күрҙе. Рецензенттары ф.ф.д., профессор З.И. Сәләхова, ф.ф.к., профессор З.М. Ғәбитова. Ғилми хеҙмәт Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновтың "Донъя", "Автобиографиям" әҫәрҙәренең концептосфераһын асыҡлауға йүнәлтелгән. Монография хәҙерге тел ғилемендә актуаль булған лингвокультурология аспектында яҙылған, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына тәғәйенләнгән. Монографияны институт киоскаһында алырға мөмкин.
-
Ильмухаметов А.Г.
- Сообщения: 333
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27
Re: Новости
Башҡортостан Республикаһы мәҡарифты үҫтереү институты нәшриәтендә З.М. Ғәбитованың яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы эш программаһын төҙөү буйынса методик кәңәштәр баҫылып сыҡты.
Ғәбитова З.М. Эш программаһы эшкәртеү буйынса методик кәңәштәр. Башҡорт теле. 2-се баҫма. - Өфө: БР МҮИ нәшриәте, 2015. - 24 бит.
методик кәңәштәрһә төп белем биреү федераль дәүләт стандарттары талаптарынан сығып эшкәртелгән эш программаһының структураһы, уны эшкәреү буйынса кәңәштәр һәм белем биреү йөкмәткеһенең вариатив компонентын тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәре эҙмә-эҙлекле тәҡдим ителә.
Ҡулланма башҡорт һәм рус телле мәктәптәрҙәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына тәғәйенләнә.
Методик кәңәштәр ҡулланмаһын БР МҮИ нәшриәте кибетендә һатып алырға мөмкин.