Методик тәҡдимдәр .
Һөйләү телмәрен үҫтереү:
Уҡыусыларҙы дәрестә һәм көндәлек тормошта диалогтарҙа ҡатнашырға өндәү.
Уҡытыусы һәм класташтар биргән һорауҙарға башҡорт телендә яуап бирергә өйрәтеү.
Фекерҙәрҙе ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп әйтә белеү күнекмәләрен үҫтереү.
Диалогик һәм монологик күнекмәләр булдырыу. Социаль һәм аралашыу күнекмәләре:
Дөрөҫ телмәр этикетын өйрәнеү (һаумыһығыҙ, хушлашыу, рәхмәт).
Иғтибар менән тыңларға һәм аңларға, башҡалар фекерен хөрмәт итергә өйрәтегеҙ.
Интерактив алымдар ҡулланыу:
Әүҙем үҙ-ара эш итеү өсөн парлы эш ойоштороу.
Ҡыҙыҡһыныуҙы һаҡлау өсөн уйын нигеҙендә уҡытыуҙы ҡулланыу.
Уҡыу процесына интеграция:
Телде өйрәнеүҙе башҡа фәндәр һәм тормоштағы хәлдәр менән бәйләү.
Күрһәтмәле әсбаптар һәм техник уҡытыу ҡоралдарын ҡулланыу, мәҫәлән, телде өйрәнеү ҡушымталары.
Методические рекомендации
-
Шакирова Г.И.
- Сообщения: 6
- Зарегистрирован: 26 сен 2016, 03:32
Re: Методические рекомендации
ЭЛЕКТРОН БЕЛЕМ БИРЕҮ АША ФУНКЦИОНАЛЬ ГРАМОТАЛЫЛЫҠТЫ ҮҪТЕРЕҮ
Шакирова Г.И., Белорет ҡалаһы 21–се урта мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Уҡыу – уҡытыу процесында электрон белем биреү – бөгөнгө көндә педагогтар алдына ҡуйылған төп талаптарҙың береһе. Педагогтар информацион- коммуникацион технологияларҙы үҙҙәре ҡуллана белеү генә түгел, ә үҙ өлгөһөндә балаларҙы ла компьютерҙа дөрөҫ эшләтә белергә тейеш. Конфуцийҙың: “Миңә әйт- мин онотормон, күрһәт – мин иҫтә ҡалдырырмын, нимәлер эшләт – мин белермен”, тигән аҡыллы һүҙҙәре компьютер технологияларын файҙаланғанда ла бик урынлы. Электрон белем биреү тураһында һүҙ барғанда, уҡыусыларҙың компьютерҙы оҫта ҡулланыуы – функциональ грамоталылыҡты булдырыуҙың мөһим компоненты.
Функциональ грамоталылыҡ – ул уҡыу процесында алынған белемде тормошта ҡуллана белеү. Уның төрҙәре лә бихисап. Дөйөм алғанда, бер компетенция икенсеһе менән тығыҙ бәйләнеп килә. Тимәк, уҡыусыларҙа функциональ грамоталылыҡты үҫтереү төрлө йүнәлештә алып барылырға тейеш.
Уҡыу грамоталылығы – ул текстағы мәғлүмәтте тулыһынса алыу һәләте. Беҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары булараҡ, күберәк ошо төр грамоталылыҡҡа иғтибар итәбеҙ. Электрон белем биреү аша уҡыу грамоталолығын үҫтереүҙең бер – нисә төрөн һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм.
Интерактив плакаттар. Н.Мусиндың “Ҡоралайҙар” хикәйәһе. Слайдта йәнлектәрҙең һүрәттәре. Әгәр хайуандар хикәйәлә телгә алынған икән, һүрәткә баҫыу менән аҫта был кейектең атамаһы яҙылған карточка сыға. Януарҙың исеме әҫәрҙә юҡ икән – ул урынында ғына әйләнә. Нығытыу өсөн маркерҙар йәки презентацияның перо интрументын ҡулланып, һүрәт менән һүҙҙе тоташтырырға мөмкин.
8-се класта Нажия Игеҙйәнованың “Кескәй шишмә” хикәйәһендә һайланма уҡыу төрөнөң береһе тәҡдим ителә. Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексы, 63-сө статья; ата – әсәләрҙең бала тәрбиәләүҙәге хоҡуҡтары һәм бурыстары; «Тирә- яҡ мөхитте һаҡлау тураһында» 10.01.2002 йылдағы 7-се Федераль закон. (26.03.2022 редакторланған); 11-се статья. Граждандарҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге хоҡуҡтары һәм бурыстары - ошо закондарҙың сағылышы хикәйәлә ҡайһы юлдарҙа бирелгән?
Уҡыу грамоталылығы – тексты аңлы уҡыуға ҡайтып ҡала һәм бирелгән мәғлүмәтте төрлөсә ҡулланырға өйрәтә. Был осраҡта хоҡуҡи компетенцияға ла ҡағылып китәбеҙ.
Һанлы тестарҙы балалар яратып башҡара. Мәҫәлән, билдәле сәйәсмән, дипломат Кәрим Хәкимовтың юбилейы айҡанлы интернет- викторина иғлан ителде. Уның тураһында мәктәп программаһында 9-сы класта Н.Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” драмаһы ғына бар. Етмәһә, уҡыусылар дистанцион уҡыуҙа. Нимә эшләргә? Әҙерләнеү өсөн балаларға гугл- тест тәҡдим иттем. Балалар интернет киңлектәренән мәғлүмәттәр табып, тест һорауҙарына яуап бирҙеләр. Бер бала ошо конкурстың призеры булды.
Microsoft PowerPoint программаһында уйын формаһындағы тестар ҙа уңышлы алым. Бындай интерактив уйындарҙы дәрестең темаларына ярашлы үҙем әҙерләйем. Уҡытыусының фантазияһы дәресте ҡыҙыҡлы һәм сифатлы итә.
Кроссвордтар. Был төр башватҡыстар ярҙамында балалар текстан мәғлүмәт табып ҡына ҡалмай, текст буйынса үҙҙәре лә кроссвордтар төҙөй. Бының өсөн улар алдында һорауҙарҙы ла дөрөҫ төҙөү бурысы ҡуйыла. Кроссворд төҙөү өсөн төрлө интернет конструкторҙар ҙа интернет селтәрендә күп.
Электрон белем биреүҙә куар –кодтар эффектив алым. Мәҫәлән, беҙҙең авторҙар коллективы сығарған “Афарин” уҡыу ҡулланмаһында куар- кодтарҙы асыу уҡыу ҡулланмаһы авторҙары Г.И. Шакированың һәм Б.З. Астанованың тауыштарын ишетеү мөмкинген бирә. Шулай уҡ Куар – кодлы карточкаларҙа интерактив тестар ҙа, аудио һәм видеояҙмалар ҙа тәҡдим итергә мөмкин.
Тәбиғи фәндәр грамоталылығын формалаштырыуҙа виртуаль экскурсиялар, видеороликтар яҡшы ысул.
Математик грамоталылыҡ: 5-се класта Ф. Иҫәнғоловтың “Хәмит күпере” әҫәрендә Вәлит бер аршин (71см) хәрефтәр менән “Бында Вәлит үҙе йәшәй” тип яҙып ҡуя. Яҙманың яҡынса нисә метрға һуҙылғанын иҫәпләп сығарабыҙ.
Коммуникатив грамоталылыҡ булдырыуҙағы эш төрҙәре: видеороликтар төшөрөү, аудиояҙмалар яҙҙырыу, шиғырҙар һөйләп флешмобтарҙа ҡатнашыу, текст форматында диалогтар, монологтар төҙөү. Тел һәм әҙәбиәт уҡытыуҙың төп маҡсаты- баланы дөрөҫ һәм матур һөйләшергә, фекерләргә өйрәтеү.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы – компьютерҙы, интернетты ҡулланыу – һанлы компетенция. Уҡытыусыға ошо йүнәлештә лә эш алыу барыу мөһим.