Методическая копилка

Ответить
zulfira.aubakirova
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 20 ноя 2025, 11:37

Re: Методическая копилка

Сообщение zulfira.aubakirova »

Ҡәлерле коллегалар, мин һеҙгә 40 йылдан ашыу мәктәптә эшләгән Ахмадиева Гөлжихан апайҙың эш тәржемәһенән йәштәргә өс теләген яҙып китергә булдым. Сөеки мин уның һүҙҙәрен гүмерем буйы күңелемдә һаҡлайым. Һеҙгә лә кәрәге, файҙаһы тейер тип уйлайым.
- Һеҙ бик уҫал( строгая) уҡытыусы. ә балалар һеҙҙең дәрестәрҙе көтөп алалар, һәм һеҙҙең фәндән бер генә лә өлгәшмәгән уҡыусы юҡ.Быны нисек аңлатыр инегеҙ?

- Уҡыусы мине аңламаған осраҡта, мин уға бер ваҡытта ла тауышымды күтәрмәйем һәм 2-3-4 тапҡыр аңлатам. Уҡыусы мине аңламай икән- унда минең ғәйеп, мин аңлатып еткерә алмайым...-Уҡытыусы үҙенең етешһеҙлеген тапһын һәм аңларлыҡ итеп ( еңеләйтеп- по проще) һөйләһен.
Икенсеһе: "Башың менән уйлап ҡара" - тип бер ҡасан да әйтмәйем ә бөтә классҡа: Бергә уйлап ҡарайыҡ-тим.Сөнки бергәләп эҙләнеү,уйланыу . -балаларҙы ҡанатландырып ебәрә.
Өсөнсөһө: Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ -Подносҡа алтын бөртөктөрен һалып тауыҡ себештәре алдына һалабыҙ: улар алтынға иғтибар ҙа итмәй ситкә таралыша.Ә тары бөртөктөрен һипкәс йүгерешеп килә- һәмподносты шаҡылдата башлай.----Уҡытыусыға алтын булған нәмә - балаларға ҡыҙыҡ һәм кәрәк түгел. Уларҙы ҡыҙыҡтырған, кәрәк булғанды бирергә кәрәк.Беҙгә бик еүел күренгән "тема- материал " улар өсөн бик ауыр булырға мөмкин.Шуны онотмаһағыҙ ине!!!
Зарима
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 18 ноя 2025, 14:30

Re: Методическая копилка

Сообщение Зарима »

Һандар темаһын тикшереү өсөн ребустар;
К 3
4''(шәм һүрәте) бе
6 н
2'мәк
1'лем
5ек
7гән
'8әк
Последний раз редактировалось Зарима 18 ноя 2025, 16:17, всего редактировалось 1 раз.
АЛФ
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 22 фев 2018, 04:53

Re: Методическая копилка

Сообщение АЛФ »

Здравствуйте! Труд современного учителя башкирского языка представляет собой ценный ресурс, объединяющий в себе инновационные подходы к преподаванию родного языка и культуры. Особенно хочется отметить разнообразие представленных материалов, которые охватывают все аспекты обучения: от базовых упражнений до сложных грамматических конструкций. Спасибо за предоставленные разработки!
Динара Ишбулатовна
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 22 апр 2024, 14:41

Re: Методическая копилка

Сообщение Динара Ишбулатовна »

Башҡорт әҙәбиәте. 9 класс. ОГЭ-ға әҙерлек
Түбәндә килтерелгән тексты уҡып сығығыҙ һәм эш биремдәрен башҡарығыҙ.
Текст
Шунда йөрөгәндә Байыҡтан ҡаҙаҡ аҡындары мыҫҡыл итергә уйлап, былай тигән:
Истәк булдың, бар булдың,
Киң далала зар булдың.
Үҙеңә йомаҡ әйтәйем,
Тапһаң, улым итәйем;
Тапмаһаң, ҡолом итәйем:
Көндөҙ ҡуйым көтөрһөң,
Кисен йөнөн тетерһең,
Көндөҙ сырым итерһең.

Киң далала ҡуш ағас,
Ҡуш ағастың ҡуш башы —
Бер ҡаҙанға һыймаҫтай
Ҡуш ҡусҡарҙың ҡуш башы
Бар икән ил ҡашҡаһы.
Ат башындай ҡаҡ ерҙән
Яра төшкән аҡ түгел,
Ай менән көндәй икәүһе,
Яңғыҙланған таҡ түгел.

Байыҡ:

Киң далам тип әйткәнең —
Иленән ҡасҡан был истәк;
Маҡтаһын тип көткәнең —
Мин дә күргән ер икән,
Һин дә белгән ер икән.
Ағас-таштан ҡыу булғас,
Өҫтөн япҡан нар ҡылған,
Сағыл тауҙан ҡыу булғас,
Шараҡ ҡыҙҙай һын булғас,
Ҡомдан сөйәлдәй тау ҡылған;
Һум елендән һөт аҡмаҫ,
Һыуһаған йотом һыу тапмаҫ —
Дала тигәнең шул икән.
Турһыҡтай бурһыҡ үҫтергән,
Ҡарһаҡтан барын буҫтырған,
Бутаһын юйған нары ман
Ишәктән моңло ҡысҡырған,
Бүтән моңо булмаған,
Һип-һил торған сүл икән.
Ҡаяла талпынған бөркөтөн,
Толпарҙа елпенгән егетен
Алмаштырған бер бөтөн, —
Дөйә өҫтөндә ялпаңлап,
Ҡолаҡсыны һәлпәңләп,
Ҡаҙаҡ тигән ир икән.
Ҡуш ағасым тигәнең —
Киң далала ҡуш ылаш;
Ҡаҙағыңды киптергән
Киң далала Ҡуш Алаш.
Ҡуш ағастың ҡуш башы,
Тап Алаштың ҡашҡаһы —
Бер ҡаҙанға ҡуш антын
Һалып бергә ҡайнатҡан,
Туҡалдай кейәү һайлатҡан
Абылай солтан хан икән. (195 һүҙ)

Эш биремдәре
1. Өҙөк юлдары килтерелгән әҫәрҙең авторын атағыҙ.
2. Әҫәрҙең авторы тураһында нимәләр беләһегеҙ?
3. Текст ниндәй әҫәрҙән алынған?
4. Әҫәрҙең жанрын билдәләгеҙ.
5. Кемдәр үҙ-ара әйтешә, исемдәрен атап үтегеҙ.
6. Ни өсөн ҡаҙаҡ аҡындары Байыҡтан мыҫҡыл итә?
7. Был әйтештә кем еңеп сыға?
8. Ат башындай ҡаҡ ерҙән – һүрәтләү сараһының төрөн күрһәтегеҙ
9. Бар икән ил ҡашҡаһы – архаизмдың мәғәнәһен аңлатып, синоним килтерегеҙ.
10. Байыҡ сәсән яҙмышы нисек хәл ителә? (3-4 һөйләм менән яҙып үтегеҙ)
Яуап бланкаһына тәүҙә һорауҙың номеры, унан һуң тейешле күләмдә тулы яуап яҙыла. Уҡыусы теге йәки был һорауға яуап бирә алмаһа, һорау номерынан һуң яуап урынына һыҙыҡ ҡуйыла.
Шакирова Г.И.
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 26 сен 2016, 03:32

Re: Методическая копилка

Сообщение Шакирова Г.И. »

https://docs.google.com/presentation/d/ ... lide=id.p1


5-се класс. В.Исхаҡовтың "Ҡышҡы урман" шиғырына презентация.
Ответить