Методические рекомендации
Re: Методические рекомендации
уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр өсөн бик күп файҙалы дәрестәр бар
-
Закирова Лилия
- Сообщения: 6
- Зарегистрирован: 19 май 2022, 18:27
Re: Методические рекомендации
Башҡорт теле дәрестәрендә мнемоника алымын ҡулланыу.
Башҡорт телен уҡытыуҙың төп маҡсаты- уҡыусыларҙа коммуникатив компетентлыҡ булдырыу, ә төп бурыс- һүҙ байлығын арттырып, телмәр үҫтереү. Башҡорт теленә өйрәтеүҙә иң кәрәкле эштәрҙең береһе - һүҙлек запасын даими тулыландырыу һәм һүҙҙәрҙең телмәрҙә әүҙем ҡулланылыу. Аралашырлыҡ һүҙлек запасы тупламай тороп, бала һөйләшергә өйрәнә алмай. Һүҙлек эше һәр- дәрестең (бында бөтә фәндәр буйынса күҙ уңында тотола) айырылғыһыҙ өлөшө. Үҙләштереләһе һүҙҙәр актив һәм пассив һүҙлеккә бүленә. Төрлө кластарҙа уҡыған балаларға үҙләштереү өсөн күпме һүҙ кәрәк һуң? . Ғалимдар фекеренсә, актив үҙләштерелгән 300-400 һүҙ 5-6 репликанан торған диалогта ҡатнашырға, ҡатмарлы булмаған текстарҙы аңларға, 6-7 һүҙҙән торған һөйләм төҙөп яҙырға мөмкинселек бирә. Пассив үҙләштерелгән һүҙ был күрһәткесте тағы ла яҡшырта.. Сит тел өйрәнгән сығарылыш класс уҡыусыһының актив һүҙлек запасына 1500-2000 һүҙ инә. Ошо тиклем һүҙ менән көндәлек тормошта аралашырға мөмкин.
Уҡыусының һүҙлек запасындағы һүҙҙәрҙе ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына түгел, ә оҙон ғүмерле, йәки бик оҙаҡҡа етерлек итеп хәтерҙә ҡалдырыу мөһим. Бының өсөн төрлө ысулдар, алымдар бик күп. Шуларҙың береһе мнемотехника методы. Нимә һуң ул мнемотехника? Мнемотехника, йәки мнемоника, грек теленән "иҫтә ҡалдырыу сәнғәте". Мнемоника мәғлүмәтте ырамлы иҫтә ҡалдырыу, хәтерҙә һаҡлау, яңынан иҫкә төшөрөүҙе тәьмин итеүсе методтар һәм алымдар системаһы.
Мнемотехниканың уҡытыу маҡсаты-хәтерҙе, фекерҙе, күҙ алдына килтереүҙе, иғтибарҙы үҫтереү, йәғни психик процестарҙы үҫтереү, сөнки улар тулыһынса телмәр үҫтереү менән тығыҙ бәйләнгән. К Д. Ушинский былай тип яҙған:"Балаға ниндәй ҙә булһа ят биш һүҙ өйрәтегеҙ- ул оҙаҡ һәм бушҡа ғына яфаланасаҡ, әммә шундай уҡ ят егерме һүҙҙе һүрәттәр менән бәйләһәгеҙ, бала шунда уҡ уларҙы үҙләштерер". Мнемотехника ҡулланып мәғлүмәтте хәтерҙә ҡалдырыу юлдары бик күп төрлө. Хәҙер бер нисә алымын ҡарап үтәрбеҙ. Уларға мнемоквадраттар, мнемоюлдар, мнемотаблицалар. Мнемосхемалар ярҙамында һүҙ байлығын , йомаҡтар ҡоярға ,шулай уҡ яуаптарын табырға, әҙәби әҫәрҙе һөйләргә өйрәнергә, тел шомартҡыстар, шиғырҙар ятларға, һөйләмдәр, хикәйә төҙөргә була.
Бер нисәһенә миҫалдар ҡарап үтәбеҙ.
Мнемотаблицаға таянып шиғыр (йомаҡ) ятлау юлы.(слайд)
Түңәрәкмен, тәмлемен,
Мин ағаста үҫәмен.
Ярата мине ололар
Һәм бәләкәй балалар.
Мнемотаблицаға таянып хикәйә һөйләү(слайд)
Күктә аҡҡош осоп бара. Уның ҡаурый ҡанаты төшөп китте. Аҡ ҡанатты терпе күреп ҡалды. Ул ҡанатты ҡар бөртөгө тип уйланы. Әгәр ул ҡар бөртөгө икән, тимәк тиҙҙән ҡыш етәсәк. Терпегә өң эҙләргә кәрәк. Ул өң эҙләп тапты һәм яҙға тиклем йоҡларға ятты.
Һүҙлек һүҙҙәрен хәтерҙә ҡалдырыу мнемоникаһының бер нисә юлдарына туҡталып үтәйек:
- яҙма рәүештә (күреү һәм яҙыу моторикаһы үҫешкән бала яҙып теләмәйенсә лә хәтерҙә ҡалдыра, механик рәүештә.)
-ассоциатив образдар аша хәтерҙә ҡалдырыу (механик рәүештә ятлауға ҡарағанда, образдар аша хәтерҙә нығыраҡ ҡалдыра.) Мәҫәлән, йыл миҙгелдәре абстракт төшөнсөләр. Беҙ уларҙы бер нисек тә тотоп ҡарай алмайбыҙ. Шулайҙа ул"ҡыш"-ҡар, яҙ- умырзая сәскәһе, йәй- ҡояш, көҙ-һары саған япрағы.(сайд)
Һандарҙы образлаштарыу. 0-сәғәт, туп, глобус, компас, тәгәрмәс
1- багана, ручка, ҡәләм, һөңгө, уҡ, ҡаҙаҡ, багор һ.б.;
2- ҡаҙ, аҡҡош, шахмат аты, йылан, элгес, парлы предметтар, мәҫәлән рельстар, игеҙәктәр һ.б.;
3- йөрәк, якорь, өсмөйөш, светофор, өс башлы аждаһа;
4 - ултырғыс, елкән, флаг;
5- бормалы юл, асылган ҡул усы, урак, йондоҙ;
6 йоҙаҡ, тамсы, асыҡ һандыҡ, кинорамка;
7 салғы, балта, кәсәү, итек топор, самолёт, клюшка, крокодил Гена;
8 бинокль, күҙлек, , ҡом сәғәте, гитара, гантелдәр, лампа;
9 - аскыс, зонтик, һыҙғыртмаҡ.
Конкрет темаға туҡталабыҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа калейдоскоп ята. Шуның тишегенә иғтибар менән ҡарайбыҙ. Хәҙер барыбыҙ ҙа ошо калейдоскоптарҙың бәләкәй тәҙрәһенән уйҙарыбыҙ менән (мысленно) инеп китәбеҙ.(ошо моментта баланың ҡыҙыҡһыныуы арта) Нимәләр кисерәһегеҙ: төҫтәр ҡатнашмаһын күрәбеҙ(слайд). Тимәк беҙ төҫтәр менән танышасаҡбыҙ. Беҙҙең темабыҙҙың исеме "Серле каледоскоп". Һәр төркөм бына ошо төҫтәрҙән береһен генә һайлап алабыҙ(төҫтәр слайды)( төҫтәрҙе таратып бирәм)
Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү этабы.
1. Уҡытыусы әйткәнде ҡабатлау, телдән һәм яҙма рәүештә иҫтә ҡалдырыу.
2. Текстан табыу. Д. Исламовтың "Көҙгө йәйғор"ҙан өҙөк уҡыу. (Төҫтө белдергән һүҙҙәрҙе табыу) (Ҡайһы төркөм күберәк төҫтө таба, билдәләйбеҙ)
3 Төҫтәре хәтерҙә ҡалдырыу. Мәҫәлән(слайд) "Һүҙ эсендә һүҙ" "ҡыҙыл" - ҡыҙ; "йәшел"- йәш; "ҡара"- ҡара ҡарға "ҡар" ти; "һоро"-русса эвивеленты "серый"(соро) һүҙенең әйтелешенә яҡын, "аҡ"ҡа рифма һүҙ "һаҡ"(аҡ төҫ менән бик һаҡ булырға кәрәк, сөнки тиҙ бысрана); "алһыу"- "ал+һыу"
4 "Мейе штурмы" -уҡыусы ижади уйлана. Уйығыҙға ошо төҫтәр менән нимәләрҙе күҙаллайһығыҙ? Идеялар башҡа һыймаҫлыҡ фантастик формала ла булырға мөмкин. Һәр төркөм үҙе һайлаған төҫ менән генә эшләй.(ҡағыҙға яҙып баралар),(һәр уҡыусының яуабы булырға тейеш.)
5."Мейе штурмы"нда нимәләргә иғтибар итергә кәрәк: яуаптарҙы тәнҡитләмәҫкә; һәр идеяның тик яҡшы яҡтарын ғына күрә белергә кәрәк; һәр яуапты баһаларға.
6. "Музыкаль калейдоскоп" Һәр төркөм үҙҙәренең төҫтәренә тура килгән йыр йырлайҙар. ("Йәшел", "Ҡыҙыл ", "Зәңгәр ", "Һары", "Аҡ")7. "Башватҡыс" (слайд) (төркөмдәрҙә эшләү)
ҡ у т ә й к
ы ҙ е ш р ө
р ы л г ә н
а һ о ң р и
ҡ о р ә з д
8. "Һөлдә" уйыны. Тартынҡылар араһына һуҙынҡынларҙы ҡуй, ҠҘЛ, ЙШЛ, КРН, ЗҢГР
9. Хәҙер калейдоскоптан үҙегеҙгә оҡшаған төҫтәрҙе бына ошо смайликтарға тура килтереп алып сығабыҙ. (Рефлексия)
Уҡытыусы дәрестә ниндәй генә уҡытыу алымдары ҡулланмаһын, уларҙың барыһы ла уҡыусыны үҙенә йәлеп итәрлек, дәресте хәтерҙә ҡалдырырлыҡ булырға тейеш.

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән
олимпиада һорауҙары (7 класс)
1. Тәҡдим ителгән һүҙҙәргә антонимдар уйлап яҙығыҙ.
Ҙур - килә -
Бейек – йүгерә -
Оҙон – юғары -
Эҫе - ҡаты -
2. Бирелгән исемдәргә тура килгән ҡылымдар өҫтәп яҙығыҙ.
Ел
Үлән
Балыҡ
Машина
Һарыҡ
Эт
3. “Ҡыш” темаһы буйынса ике һөйләм уйлап яҙығыҙ.
4. Диалогты дауам итегеҙ.
• Марат, бөгөн дәрестән һуң нимә эшләйһең?
• …
• …
• …
5. Һөйләмдәргә һорауҙар уйлап яҙ.
1. Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем.
2. Беҙҙең ауыл Нөгөш йылғаһы буйында урынлашҡан.
3. Айрат 7-се класта уҡый.
6. Уҡтар ярҙамында шағирҙарҙың әҫәрҙәрен күрһәтегеҙ.
М.Кәрим “Башҡорт теле”
З.Биишева “Көҙҙәр еткәс”
К.Кинйәбулатова “Уҡытыусыма”
7. Ҡош исемдәрен тәржемә итегеҙ.
Ҡарға –
Күгәрсен –
Һандуғас –
Кәкүк -

текст (7 класс)
Көҙгө урман ниндәй һоҡландырғыс икән ул! Юғарынан ҡарағанда, әйтерһең, ер өҫтөнә оҫта ҡулдар эшләгән сағыу биҙәкле ҙур кейеҙ түшәлгән. Ҡарағайҙар, йәйге төҫтәрен юғалтып, асыҡ йәшел төҫкә ингәндәр. Ҡайын япраҡтары һары, ә уҫаҡ, саған, муйыл япраҡтары ҡыҙғылт алһыу буяуға мансылған. Мәғрур имәндәр ҡырауҙарға һаман бирешмәгән әле — йәшел шәлдәрен һалмағандар. Йүкәлектәр ҡара көрән төҫтә күренә, уларҙың япраҡтары иртәрәк ҡойола шул. (Н. Мусин

Проект эше
Проект эше уҡыусының интеллектуаль үҫешен тәьмин итә, уның фекерләү һәләтен үҫтерә, үҙ эшенә баһа бирергә өйрәтә. Эш дәрестең бер-нисә минутынан алып аҙна йәки айҙарға тиклем алып барылырға мөмкин. Ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү еңелдән түгел, эште үтәп сығыу уҡыусыла үҙ-үҙенә ышаныс, ғорурлыҡ тойғоһо уятыуы менән дә мөһим. Уҡыусылар төрлө сараларҙа ышаныслы сығыш яһай башлайҙар, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашалар. Ижади фекерләү, дөрөҫ телмәр уҡыусыла үҙ-үҙенә ышаныуҙы арттыра. Мәктәптәрҙә баланың рухи үҫешенә, үҙ аллы фекерләү һәләтенә, аҡыл үҫешенә ирешеү – һәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының төп маҡсаты булырға тейеш.
Проект эше уҡыусыларға оҡшай.Бик теләп,яратып эшләйҙәр.
Проект эше уҡыусыларға оҡшай.Бик теләп,яратып эшләйҙәр.
Re: Методические рекомендации
Материалығыҙ бик тә матур. Рәхмәт. Эшемдә ҡулланыр өсөн үҙемә күсереп алдым.
Рафиля писал(а):Дидактик уйындар (методик кәңәштәр)
Дидактик уйындар
Һәр дәрестә балаларҙың йәшен, тәҡдим ителгән ҡыҙыҡлы күнегеүҙәрҙең күләмен иҫәпкә алып, үтәсәк йәки үткән темаға яраҡлаштырып, дәрестең төрлө этабында дидактик уйындар ҡулланырға була. Был балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттыра, таныш объекттарҙың яңы сифаттарын эҙләргә, уларҙы ҡулланырға өйрәтә. Тимәк, һәр уңайлы мөмкинлектән файҙаланып, фекер һығылмалвғын үҫтереүгә ваҡыт бүлһәк, белемле генә түгел, тормошта үҙ юлын таба белгән интеллектуаль шәхес тәрбиәләрбеҙ[1].
Өндө өйрәнгәндә тәҡдим ителгән күнегеүҙәр: Фонетик, орфоэпик һәм артикуляцион күнегеүҙәр.
1.Уҡытыусы хәреф диктанты яҙҙыра. Бер бала таҡтаға сыға.
Мәҫәлән: [л], [ө], [у], [к], [ү], [д], [ә].
Ошо хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөү (көл, күл, күлдәк, өкө).
2. “Ҡайһы баҫҡыс бейегерәк? ” (уйын)
Ү
р
Ү
р
ә
Ү
р
м
ә
Ү
р
м
ә
к
с
е
3. “Кем иғтибарлы? ” (уйын)
Балалар һүҙҙәрҙә ниндәй хәреф төшөп ҡалыуын әйтергә тейеш?
. уян бес.й ҡар.а
Тур.ай б.ре .ыйыр
Бирелгән һүҙҙәр менән һөйләм төҙөү.
4. Уҡытыусы һорауына яуап биреү:
-Һыйыр нисек мөгөрләй? (мө-мө-мө)
-Әтәс нисек ҡысҡыра? (кики-рү-кү-ү-үк)
-Йылан нисек ыҫылдай? (ҫ-ҫ-ҫ)
-Кәзә нимә ти? (мә-мә-мә) һ.б.
5.“Фотоға төшөрөү”
Таҡтаға йә айырым карточкаларға яҙылған һүҙҙәрҙе уҡыу өсөн күрһәтәң дә, тиҙ генә ябаһың, һүҙҙәрҙәге хәрефтәр һаны арта бара.
Мәҫәлән: 1. о ә у ө
ө ү о ө и
а у ө ә ү
6. “Тиҙ генә әйт”
Шиғыр юлын йә һөйләмде шәп итеп 10 тапҡыр өҙлөкһөҙ ҡабатларға. Мәҫәлән: Сәй эсә әсәй, Ниндәй тәмле сәй!
7. “Кем тиҙерәк?” уйыны.
Уҡытыусы таҡтаға хәрефтәр яҙылған карточкалар ҡуя. Мәҫәлән: БАНӘҒПҮӨ өаруоаеу
Ике уҡыусы ярышып тик һуҙынҡыларҙы йәки тик тартынҡыларҙы йыя.
8.“Ҡалын йәки нәҙек парын тап!”
Таҡтаға айырым ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар ҡуйыла. Уҡыусылар уларҙың ҡалын йәки нәҙек парҙарын табырға тейеш.
[] – ә [] – ү [] -о
9. “Алма йыйыу” уйыны.
Таҡтаның тәүге яртыһына һуҙынҡы хәрефтәр урынына нөктә ҡуйылған һүҙҙәр яҙылған, икенсе яртыһында алмағас һүрәте. Унда ҡатырғанан киҫеп яҙылған алма һүрәттәренә һуҙынҡылар яҙылған. Уҡыусылар бер-бер артлы таҡта янына сығып, “алма йыя” — бер алманы өҙөп, нөктә урынына беркетә.
10. Уҡытыусы балаларға һүҙҙәр әйтә, ә уҡыусылар башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен генә айырып алалар. Мәҫәлән:
алма
сана
сөгөлдөр [ө]
көс [ө]
еләк [ә].
11. Дәрестәрҙә таблицалар ҡулланыу.
Мәҫәлән: [ә]-әсәй, әтәс, бәләкәс
[ө]-өләсәй, өкө, өң
[ү]-күк, күп, кәмә.
Интелектуаль уйындар, ҡыҙыҡлы, шаян һорауҙар фекерләү ҡеүәһен үҫтерә һәм мәсьәләләрҙе етеҙ сисергә булышлыҡ итә: Мәҫәлән,
1.Йыл һайын кем балаларға бүләк өләшә?(ҡыш бабай)
2.Уның аша урамдағы бөтә нәмә күренә?(тәҙрә)
3.Фонтанлы диңгеҙ хайуаны( кит)
4.Ниндәй район оса? (күгәрсен)
5.Алфавмттың бишенсе хәрефе ниндәй?(ғ)
6.Ҡар ниндәй була? (аҡ, йомшаҡ, ҡырпаҡ, епшек. Һалҡын)
7.Һыуҙа ниндәй таш булмай? (ҡоро)
8.Ниндәй үләнде һуҡыр кеше лә таный?(кесерткән)
9.Нимә саҡһа файҙалы (ҡорт)
10.Нимә һөйәкһеҙ була? (тел)
Ребустар: 6н – алтын
7н – етен
К3өк – көсөк
100ә - йөҙә
100өм – йөҙөм
5ек - бишек
т10 - тун
К3 көс
Баланың фекерләү ҡеүәһен арттырыу, тапҡырлығын, зирәклеген һынап ҡарау өсөн йомаҡ ҡойоу, сисеү – борон-борондан килгән иң мөһим сараларҙың береһе. Йомаҡ атамаһының “йомоу” һүҙенән килеп сыҡҡанлығы яҡшы аңлашыла, йәғни йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер.[2]
Мәҫәлән, тәбиғәт күренештәренә арналған йомаҡтар:
1.Ем- ем итә, емелдәп китә (йәшен)
2.Күктән килде, ергә китте.(ямғыр)
3.Аллы-гөллө көйәнтәмде
Йылға аша ташланым (йәйғор)
Төн тыуҙыра, көн йыуҙыра (ысыҡ)
Йәш килен һыуға бара,
Тәңкәләре ҡойолоп ҡала. (ҡар яуыуы)
Моронһоҙ турғай боҙҙо тишә (тамсы) һ.б.
Шулай уҡ дәрестәрҙә мәҡәлдәр, логик мәсьәләләр, кроссвордтар, чайнвордтар, сканвордтар, төрлө ижади эштәр ҡулланыу отошло.
Баланың фекерләү ҡеүәһен арттырыу, тапҡырлығын, зирәклеген һынап ҡарау өсөн йомаҡ ҡойоу, сисеү – борон-борондан килгән иң мөһим сараларҙың береһе. Йомаҡ атамаһының “йомоу” һүҙенән килеп сыҡҡанлығы яҡшы аңлашыла, йәғни йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер.[3]

4 класс уҡыусылары өсөн тест
1. Башҡортостандың иң бейек тауы. Самая высокая гора РБ
а) Ямантау б) Янғантау в) Ирәмәл
2. Дөрөҫ төҙөлгән һөйләмде һайла. Найти правильно составленное предложение.
а)Мин уҡыйым бишенсе класта.
б)Уҡыйым бишенсе класта мин.
в)Мин бишенсе класта уҡыйым.
3.Ҡала исемдәре булған юлды тап. Найти ряд с названиями городов.
а) Ағиҙел, Урал,Дим. б) Өфө,Салауат,,Нефтекама. в) Еҙем, Бөрө,Урал.
4.Ҡайһы һүҙҙәрҙә хәрефтәр дөрөҫ яҙылған. Найти правильно написанный ряд.
а)һаумы, мектәп, дефтәр
б)һоумы, мәктәп, дәфтер
в) һаумы, мәктәп, дәфтәр
5. Дөрөҫ тәржемәһен тап. Найти правильный перевод
Я живу в Уфе
а) Мин йәшәйем Өфөлә.
б)Мин Өфөлә йәшәйем.
в) Мин Уфала йәшәйем.
6.Дөрөҫ тәржемәһен тап.Найти правильный перевод
Я люблю маму.
а)Мин әсәйемде яратабыҙ.
б)Әсәйемде яратам мин.
в) Мин әсәйемде яратам.
7.Дөрөҫ тәржемәһен тап.Найти правильный перевод
Наступает лето.
а) Көҙ етә. б) Йәй етә. в)Ҡыш килә.

Дидактик уйындар (методик кәңәштәр)
Дидактик уйындар
Һәр дәрестә балаларҙың йәшен, тәҡдим ителгән ҡыҙыҡлы күнегеүҙәрҙең күләмен иҫәпкә алып, үтәсәк йәки үткән темаға яраҡлаштырып, дәрестең төрлө этабында дидактик уйындар ҡулланырға була. Был балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттыра, таныш объекттарҙың яңы сифаттарын эҙләргә, уларҙы ҡулланырға өйрәтә. Тимәк, һәр уңайлы мөмкинлектән файҙаланып, фекер һығылмалвғын үҫтереүгә ваҡыт бүлһәк, белемле генә түгел, тормошта үҙ юлын таба белгән интеллектуаль шәхес тәрбиәләрбеҙ[1].
Өндө өйрәнгәндә тәҡдим ителгән күнегеүҙәр: Фонетик, орфоэпик һәм артикуляцион күнегеүҙәр.
1.Уҡытыусы хәреф диктанты яҙҙыра. Бер бала таҡтаға сыға.
Мәҫәлән: [л], [ө], [у], [к], [ү], [д], [ә].
Ошо хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөү (көл, күл, күлдәк, өкө).
2. “Ҡайһы баҫҡыс бейегерәк? ” (уйын)
Ү
р
Ү
р
ә
Ү
р
м
ә
Ү
р
м
ә
к
с
е
3. “Кем иғтибарлы? ” (уйын)
Балалар һүҙҙәрҙә ниндәй хәреф төшөп ҡалыуын әйтергә тейеш?
. уян бес.й ҡар.а
Тур.ай б.ре .ыйыр
Бирелгән һүҙҙәр менән һөйләм төҙөү.
4. Уҡытыусы һорауына яуап биреү:
-Һыйыр нисек мөгөрләй? (мө-мө-мө)
-Әтәс нисек ҡысҡыра? (кики-рү-кү-ү-үк)
-Йылан нисек ыҫылдай? (ҫ-ҫ-ҫ)
-Кәзә нимә ти? (мә-мә-мә) һ.б.
5.“Фотоға төшөрөү”
Таҡтаға йә айырым карточкаларға яҙылған һүҙҙәрҙе уҡыу өсөн күрһәтәң дә, тиҙ генә ябаһың, һүҙҙәрҙәге хәрефтәр һаны арта бара.
Мәҫәлән: 1. о ә у ө
ө ү о ө и
а у ө ә ү
6. “Тиҙ генә әйт”
Шиғыр юлын йә һөйләмде шәп итеп 10 тапҡыр өҙлөкһөҙ ҡабатларға. Мәҫәлән: Сәй эсә әсәй, Ниндәй тәмле сәй!
7. “Кем тиҙерәк?” уйыны.
Уҡытыусы таҡтаға хәрефтәр яҙылған карточкалар ҡуя. Мәҫәлән: БАНӘҒПҮӨ өаруоаеу
Ике уҡыусы ярышып тик һуҙынҡыларҙы йәки тик тартынҡыларҙы йыя.
8.“Ҡалын йәки нәҙек парын тап!”
Таҡтаға айырым ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар ҡуйыла. Уҡыусылар уларҙың ҡалын йәки нәҙек парҙарын табырға тейеш.
[] – ә [] – ү [] -о
9. “Алма йыйыу” уйыны.
Таҡтаның тәүге яртыһына һуҙынҡы хәрефтәр урынына нөктә ҡуйылған һүҙҙәр яҙылған, икенсе яртыһында алмағас һүрәте. Унда ҡатырғанан киҫеп яҙылған алма һүрәттәренә һуҙынҡылар яҙылған. Уҡыусылар бер-бер артлы таҡта янына сығып, “алма йыя” — бер алманы өҙөп, нөктә урынына беркетә.
10. Уҡытыусы балаларға һүҙҙәр әйтә, ә уҡыусылар башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен генә айырып алалар. Мәҫәлән:
алма
сана
сөгөлдөр [ө]
көс [ө]
еләк [ә].
11. Дәрестәрҙә таблицалар ҡулланыу.
Мәҫәлән: [ә]-әсәй, әтәс, бәләкәс
[ө]-өләсәй, өкө, өң
[ү]-күк, күп, кәмә.
Интелектуаль уйындар, ҡыҙыҡлы, шаян һорауҙар фекерләү ҡеүәһен үҫтерә һәм мәсьәләләрҙе етеҙ сисергә булышлыҡ итә: Мәҫәлән,
1.Йыл һайын кем балаларға бүләк өләшә?(ҡыш бабай)
2.Уның аша урамдағы бөтә нәмә күренә?(тәҙрә)
3.Фонтанлы диңгеҙ хайуаны( кит)
4.Ниндәй район оса? (күгәрсен)
5.Алфавмттың бишенсе хәрефе ниндәй?(ғ)
6.Ҡар ниндәй була? (аҡ, йомшаҡ, ҡырпаҡ, епшек. Һалҡын)
7.Һыуҙа ниндәй таш булмай? (ҡоро)
8.Ниндәй үләнде һуҡыр кеше лә таный?(кесерткән)
9.Нимә саҡһа файҙалы (ҡорт)
10.Нимә һөйәкһеҙ була? (тел)
Ребустар: 6н – алтын
7н – етен
К3өк – көсөк
100ә - йөҙә
100өм – йөҙөм
5ек - бишек
т10 - тун
К3 көс
Баланың фекерләү ҡеүәһен арттырыу, тапҡырлығын, зирәклеген һынап ҡарау өсөн йомаҡ ҡойоу, сисеү – борон-борондан килгән иң мөһим сараларҙың береһе. Йомаҡ атамаһының “йомоу” һүҙенән килеп сыҡҡанлығы яҡшы аңлашыла, йәғни йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер.[2]
Мәҫәлән, тәбиғәт күренештәренә арналған йомаҡтар:
1.Ем- ем итә, емелдәп китә (йәшен)
2.Күктән килде, ергә китте.(ямғыр)
3.Аллы-гөллө көйәнтәмде
Йылға аша ташланым (йәйғор)
Төн тыуҙыра, көн йыуҙыра (ысыҡ)
Йәш килен һыуға бара,
Тәңкәләре ҡойолоп ҡала. (ҡар яуыуы)
Моронһоҙ турғай боҙҙо тишә (тамсы) һ.б.
Шулай уҡ дәрестәрҙә мәҡәлдәр, логик мәсьәләләр, кроссвордтар, чайнвордтар, сканвордтар, төрлө ижади эштәр ҡулланыу отошло.
Баланың фекерләү ҡеүәһен арттырыу, тапҡырлығын, зирәклеген һынап ҡарау өсөн йомаҡ ҡойоу, сисеү – борон-борондан килгән иң мөһим сараларҙың береһе. Йомаҡ атамаһының “йомоу” һүҙенән килеп сыҡҡанлығы яҡшы аңлашыла, йәғни йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер.[3]
Мәҫәлән, тәбиғәт күренештәренә арналған йомаҡтар:
1.Ем- ем итә, емелдәп китә (йәшен)
2.Күктән килде, ергә китте.(ямғыр)
3.Аллы-гөллө көйәнтәмде
Йылға аша ташланым (йәйғор)
Төн тыуҙыра, көн йыуҙыра (ысыҡ)
Йәш килен һыуға бара,
Тәңкәләре ҡойолоп ҡала. (ҡар яуыуы)
Моронһоҙ турғай боҙҙо тишә (тамсы) һ.б.
Шулай уҡ дәрестәрҙә мәҡәлдәр, логик мәсьәләләр, кроссвордтар, чайнвордтар, сканвордтар, төрлө ижади эштәр ҡулланыу отошло.
Дидактик уйындар
Һәр дәрестә балаларҙың йәшен, тәҡдим ителгән ҡыҙыҡлы күнегеүҙәрҙең күләмен иҫәпкә алып, үтәсәк йәки үткән темаға яраҡлаштырып, дәрестең төрлө этабында дидактик уйындар ҡулланырға була. Был балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттыра, таныш объекттарҙың яңы сифаттарын эҙләргә, уларҙы ҡулланырға өйрәтә. Тимәк, һәр уңайлы мөмкинлектән файҙаланып, фекер һығылмалвғын үҫтереүгә ваҡыт бүлһәк, белемле генә түгел, тормошта үҙ юлын таба белгән интеллектуаль шәхес тәрбиәләрбеҙ[1].
Өндө өйрәнгәндә тәҡдим ителгән күнегеүҙәр: Фонетик, орфоэпик һәм артикуляцион күнегеүҙәр.
1.Уҡытыусы хәреф диктанты яҙҙыра. Бер бала таҡтаға сыға.
Мәҫәлән: [л], [ө], [у], [к], [ү], [д], [ә].
Ошо хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөү (көл, күл, күлдәк, өкө).
2. “Ҡайһы баҫҡыс бейегерәк? ” (уйын)
Ү
р
Ү
р
ә
Ү
р
м
ә
Ү
р
м
ә
к
с
е
3. “Кем иғтибарлы? ” (уйын)
Балалар һүҙҙәрҙә ниндәй хәреф төшөп ҡалыуын әйтергә тейеш?
. уян бес.й ҡар.а
Тур.ай б.ре .ыйыр
Бирелгән һүҙҙәр менән һөйләм төҙөү.
4. Уҡытыусы һорауына яуап биреү:
-Һыйыр нисек мөгөрләй? (мө-мө-мө)
-Әтәс нисек ҡысҡыра? (кики-рү-кү-ү-үк)
-Йылан нисек ыҫылдай? (ҫ-ҫ-ҫ)
-Кәзә нимә ти? (мә-мә-мә) һ.б.
5.“Фотоға төшөрөү”
Таҡтаға йә айырым карточкаларға яҙылған һүҙҙәрҙе уҡыу өсөн күрһәтәң дә, тиҙ генә ябаһың, һүҙҙәрҙәге хәрефтәр һаны арта бара.
Мәҫәлән: 1. о ә у ө
ө ү о ө и
а у ө ә ү
6. “Тиҙ генә әйт”
Шиғыр юлын йә һөйләмде шәп итеп 10 тапҡыр өҙлөкһөҙ ҡабатларға. Мәҫәлән: Сәй эсә әсәй, Ниндәй тәмле сәй!
7. “Кем тиҙерәк?” уйыны.
Уҡытыусы таҡтаға хәрефтәр яҙылған карточкалар ҡуя. Мәҫәлән: БАНӘҒПҮӨ өаруоаеу
Ике уҡыусы ярышып тик һуҙынҡыларҙы йәки тик тартынҡыларҙы йыя.
8.“Ҡалын йәки нәҙек парын тап!”
Таҡтаға айырым ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар ҡуйыла. Уҡыусылар уларҙың ҡалын йәки нәҙек парҙарын табырға тейеш.
[] – ә [] – ү [] -о
9. “Алма йыйыу” уйыны.
Таҡтаның тәүге яртыһына һуҙынҡы хәрефтәр урынына нөктә ҡуйылған һүҙҙәр яҙылған, икенсе яртыһында алмағас һүрәте. Унда ҡатырғанан киҫеп яҙылған алма һүрәттәренә һуҙынҡылар яҙылған. Уҡыусылар бер-бер артлы таҡта янына сығып, “алма йыя” — бер алманы өҙөп, нөктә урынына беркетә.
10. Уҡытыусы балаларға һүҙҙәр әйтә, ә уҡыусылар башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен генә айырып алалар. Мәҫәлән:
алма
сана
сөгөлдөр [ө]
көс [ө]
еләк [ә].
11. Дәрестәрҙә таблицалар ҡулланыу.
Мәҫәлән: [ә]-әсәй, әтәс, бәләкәс
[ө]-өләсәй, өкө, өң
[ү]-күк, күп, кәмә.
Интелектуаль уйындар, ҡыҙыҡлы, шаян һорауҙар фекерләү ҡеүәһен үҫтерә һәм мәсьәләләрҙе етеҙ сисергә булышлыҡ итә: Мәҫәлән,
1.Йыл һайын кем балаларға бүләк өләшә?(ҡыш бабай)
2.Уның аша урамдағы бөтә нәмә күренә?(тәҙрә)
3.Фонтанлы диңгеҙ хайуаны( кит)
4.Ниндәй район оса? (күгәрсен)
5.Алфавмттың бишенсе хәрефе ниндәй?(ғ)
6.Ҡар ниндәй була? (аҡ, йомшаҡ, ҡырпаҡ, епшек. Һалҡын)
7.Һыуҙа ниндәй таш булмай? (ҡоро)
8.Ниндәй үләнде һуҡыр кеше лә таный?(кесерткән)
9.Нимә саҡһа файҙалы (ҡорт)
10.Нимә һөйәкһеҙ була? (тел)
Ребустар: 6н – алтын
7н – етен
К3өк – көсөк
100ә - йөҙә
100өм – йөҙөм
5ек - бишек
т10 - тун
К3 көс
Баланың фекерләү ҡеүәһен арттырыу, тапҡырлығын, зирәклеген һынап ҡарау өсөн йомаҡ ҡойоу, сисеү – борон-борондан килгән иң мөһим сараларҙың береһе. Йомаҡ атамаһының “йомоу” һүҙенән килеп сыҡҡанлығы яҡшы аңлашыла, йәғни йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер.[2]
Мәҫәлән, тәбиғәт күренештәренә арналған йомаҡтар:
1.Ем- ем итә, емелдәп китә (йәшен)
2.Күктән килде, ергә китте.(ямғыр)
3.Аллы-гөллө көйәнтәмде
Йылға аша ташланым (йәйғор)
Төн тыуҙыра, көн йыуҙыра (ысыҡ)
Йәш килен һыуға бара,
Тәңкәләре ҡойолоп ҡала. (ҡар яуыуы)
Моронһоҙ турғай боҙҙо тишә (тамсы) һ.б.
Шулай уҡ дәрестәрҙә мәҡәлдәр, логик мәсьәләләр, кроссвордтар, чайнвордтар, сканвордтар, төрлө ижади эштәр ҡулланыу отошло.
Баланың фекерләү ҡеүәһен арттырыу, тапҡырлығын, зирәклеген һынап ҡарау өсөн йомаҡ ҡойоу, сисеү – борон-борондан килгән иң мөһим сараларҙың береһе. Йомаҡ атамаһының “йомоу” һүҙенән килеп сыҡҡанлығы яҡшы аңлашыла, йәғни йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер.[3]
Мәҫәлән, тәбиғәт күренештәренә арналған йомаҡтар:
1.Ем- ем итә, емелдәп китә (йәшен)
2.Күктән килде, ергә китте.(ямғыр)
3.Аллы-гөллө көйәнтәмде
Йылға аша ташланым (йәйғор)
Төн тыуҙыра, көн йыуҙыра (ысыҡ)
Йәш килен һыуға бара,
Тәңкәләре ҡойолоп ҡала. (ҡар яуыуы)
Моронһоҙ турғай боҙҙо тишә (тамсы) һ.б.
Шулай уҡ дәрестәрҙә мәҡәлдәр, логик мәсьәләләр, кроссвордтар, чайнвордтар, сканвордтар, төрлө ижади эштәр ҡулланыу отошло.
-
Нургалина Альмира
- Сообщения: 5
- Зарегистрирован: 09 фев 2022, 10:19
Re: Методические рекомендации
Күп педагогтар алдында уҡытыу сифатын,һөҙөмтәһен күтәреү мәсьәләһе,бурысы тора.Шулай булғас уҡытыу материалының уҡыусылар аңына нисек йоғонто яһауын,ни тиклем үҙләштерелеүен, ижади һәм уҡыу һәләттәрен үҫтереүгә ниндәй кимәлдә булышлыҡ итеүен асыҡларға кәрәк. Ҡала шарттарында төрлө милләт балаларын уҡытҡан башҡорт теле уҡытыусылары алдында был мәсьәлә бигерәк тә актуаль.
Заманса технологиялар файҙаланып, беренсе сиратта, уҡыусыларҙы тексты аңлы уҡыу һәм текст менән эшләргә өйрәтеү юлдарын ҡулланырға тырышам:
-мәғлүмәти-коммуникацион технологиялар,
-проект методы,
-уҡыусыларҙы тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү
-дифференциациялы уҡытыу
-хеҙмәттәшлек һәм төркөмдәрҙә эшләү технологияһы
- һаулыҡ һаҡлау технологияһы
-уйын технологияһы
-кластер методы
-мейе штурмы методы
-синквейн методы һ.б.
Бөтә был ысулдарҙы һәм технологияларҙы ҡулланыу уҡыу эшмәкәрлеген,танып белеү мөмкинлеген әүҙемләштерергә , предметты өйрәнеүгә мотивация күтәрергә булышлыҡ итә, күнекмә һәм оҫталыҡтарҙы формалаштырыу, тел шымартыу һәм коммуникатив үҫеш өсөн өҫтәмә шарттар булдыра.

Белем биреүҙә өй эшенең әһәмиәте.
Дәрестән тыш эштәр араһында өй эше иң әһәмиәтле урынды алып тора. Өй эше – дәрестәге эштең дауамы ул. Уҡыусылар дәрестә өйрәнгән материалды өйҙә тағын бер ҡабат иҫкә төшөрәләр, уны күнегеүҙәр ярҙамында нығыталар, киңәйтәләр.
Өй эше биреүҙә уҡытыусы төп ролде уйнай. Өй эше методик яҡтан дөрөҫ, уйланған булырға тейеш. Әгәр уның асыҡ маҡсаты уҡыусыларға еткерелмәһә, ул ваҡытты бушҡа әрәм итеү генә булырға мөмкин. Педагогик яҡтан уйлап бирелмәгән өй эше уҡыусыға белем дә, күнекмә лә бирмәй, телгә тиҫкәре ҡараш тыуҙыра. Бөгөнгө көн дәрестәрендә уҡыусыларҙы үҙ аллылыҡҡа өйрәтеү төп бурыс булып тора. Үҙаллыллыҡҡа өйрәнгән бала өй эшен дә еңел башҡара. Бына шуға күрә йәш быуынды үҙ аллы эш итергә өйрәтеү, уҡытыусыларҙың төп бурысы.
Башҡорт теле дәрестәрендә өй эштәренең төп төрө - күнегеү. Күнегеүҙәр дәрестә үткән грамматик материалды үҙләштереү һәм нығытыуҙа төп ролде уйнай. Күнегеүҙе, теория менән бәйләп, маҡсатлы һәм эҙмә-эҙлекле үтәү мөһим. Логик фекерләү һәләтен үҫтереү һәм теория менән практиканы аңлы рәүештә бәйләргә өйрәтеү өсөн, һәр бер күнегеүҙең маҡсатын, уларҙың ҡайһы тарафҡа эйә булыуын уҡыусыларға аңлата барырға кәрәк. Уҡыусы һәр бер эш алдынан һорау ҡуйып, йәғни эштең маҡсатын теоретик материал менән бәйләнеше тураһында уйлап, үҙе эшләй алырлыҡ булһын. Уҡытыусы өйгә бирелә торған күнегеүҙәрҙе дәреслектән, башҡа сығанаҡтарҙан, дәрестең маҡсатына яуап бирерлек итеп, үҙе ижади төҙөп тә бирә ала. Өй эше итеп уҡыусыларға күнегеүҙәрҙең мөмкин тиклем ҡыҙыҡлыларын һәм уларҙы эҙләргә мәжбүр итерлеклеләрен биреү уңышлы. Күләме яғынан күп булмаҫҡа тейеш. Уҡыусы ашыға, бысрата, эш ялыҡтыра.
Өй эше биргәндә, шулай уҡ уҡыусыларҙың башҡа фәндәрҙән өйгә ниндәй эш алыуҙарын да иҫәпкә алырға кәрәк. Ҡыҫҡаһы уҡыусыларға “ауыр” йәки “еңел” көндәр булмаһын. Дәрескә килгәс уҡыусыларҙың эштәре мотлаҡ тикшерелә, баһа ҡуйыла, дөрөҫ эшләүҙәре, яңы теманы аңлауҙары асыҡлана.

Акбирова Л.Л.
- Сообщения: 3
- Зарегистрирован: 21 ноя 2020, 18:48
Re: Методические рекомендации
Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәттән олимпиада һорауҙары
7 класс
Туған тел
1.Хәреф һаны өн һаны менән тап килгән һүҙҙәрҙе күрһәтегеҙ: япраҡ, ут, дәфтәр, баян, юрға,ете.
2. Оҙонораҡ, һарыраҡ, тынысраҡ сифаттарының дәрәжәһен билдәләгеҙ.
3.Мәҡәлдәрҙең икенсе өлөшөн табығыҙ
А. Китап 1.күп белерһең
Б. Күп уҡыһаң 2.энә менән ҡойо ҡаҙыу
В. Белем алыу 3.белем шишмәһе
4.Cама һандарын билдәләгеҙ: өсөнсө, унлап, егерме тирәһе, икәү, унынсы.
5.Бирелгән һүҙҙәрҙе башҡортса яҙығыҙ
Гульшат, Алсу, Энже.
Туған әҙәбиәт
1.Тылсымлы әкиәттәр нигеҙендә нимә ята? Йөкмәткеһенә ҡарап, тағы ниндәй әкиәт төрҙәрен беләһегеҙ?
2.Башҡорт халыҡ йыры “Тәфтиләү” йөкмәткеһе буйынса ниндәй йырҙар төркөмөнә ҡарай?
3. «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғырының авторы. Авторҙың тағы 2 әҫәрен яҙығыҙ.
4. – Был бит сыңрау торналар тауышы. Улар уйнаған ерҙә яу булыр, халыҡ ҡырылыр, тигән атай-олатайҙар, - ти аҡ һаҡаллы ҡарт. Был юлдар ҡайһы риүәйәттән?
5.Башҡортостан Республикаһының тәүге халыҡ яҙыусыһы.
Инша темалары:
1.Өләсәйем.
2.Яратҡан китабым.
3.Минең дуҫым.
4.Башҡортостан - тыуған илем!
Диалог темалары.
1.Китапханала.
2.Театрҙа.
3.Атай менән әңгәмә.
Туған (башҡорт) телдән яуаптар һәм балдар
7-cе класс
1.Ут,дәфтәр. 2 балл
2.Сағыштырыу. 1балл
3.А3, Б1, В2. 3 балл
4.Унлап, егерме тирәһе. 2 балл
5.Гөлшат, Алһыу, Ынйы. 3 балл
Туған (башҡорт) әҙәбиәттән яуаптар һәм балдар
7-се класс
1.Фантастика. 1балл. Әкиәт төрҙәре: хайуандар тураһында, тормош-көнкүреш. Һәр дөрөҫ яуап өсөн 1-әр балл, бөтәһе – 3 балл.
2.Тарихи йырҙар. 1 балл
3.М.Кәрим. – 1 балл. Һәр әҫәре өсөн 1-әр балл, бөтәһе – 3 балл.
4. «Сыңрау торна» риүәйәтенән. 1 балл.
5. Зәйнәб Биишева. 2 балл.