Методические рекомендации

Ответить
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Яҙ йырының хакимы…
17-01-2018// Рухиәт //"Башҡортостан" гәзите
Тормошта үкенесле мәлдәр йыш була. Ш. Бабич премияһы лауреаты Рәйес Түләк һуңғы китабын ҡулына алмай фани донъя­нан китте. Бер йыл элек кенә З. Биишева һәм Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, лирик шағир Рәмил Йәнбәккә лә “Иртә көҙ” китабын күрергә насип булманы. Үкенес. Ләкин автор баҫмаға йыйынтыҡты бик ныҡ уйлап, композицион яҡтан бай һәм тулайым итеп үҙе әҙерләп тапшырған.
Рәмил Йәнбәктең китабын уҡып сыҡҡас, шатлыҡ тантанаһын кисерҙем. Шиғри юлдарҙа, поэтик образдарҙа хәстәрлекле ағайҙың һүҙен дә, тормошҡа һөйөп баҡҡан үҙен дә, йәшлек эҙҙәренән килгән ауазын да, халыҡ моңонан күскән көйҙө лә күрҙем. “Башҡортостан пионеры”нда эшләгән саҡта әҙәбиәт донъяһына әйҙәп, күңелем ҡанаттарын нығытҡан Рәмил ағайға үҙемдән һуңлаған рәхмәт һүҙем дә булһын ине...

Башҡорт шиғриәтенең бай традициялары һәр ҡәләм тирбәтеүсегә ныҡлы таяныс, ләкин үҙ һуҡмағыңды табыу ижади талапсанлыҡтандыр. Рәмил Йәнбәк ошо һуҡмаҡта үҙен лирик шағир булараҡ танытты. Китаптың исеме лә – “Иртә көҙ” – уй-хистәрҙең драматик сағылышына ишара. Һәр миҙгелдең – үҙ мәле. Ҡайһыһының иртәләүе, бигерәк тә көҙҙөкө хафаға һала, ләкин өс йөҙҙән ашыу шиғыр араһында ялған хис-тойғоларҙың сағылышы юҡ, ә ихлас кисерештәр тантанаһын күрәһең.
Китаптың иң ҙур бүлеге “Йәрем” тип атала. Тик мөхәббәттән генә туҡылған, ҡайнар хис-тойғо заман дауылдарына бирешмәй үҙ елкәнен юғарыраҡ кирә:
Диңгеҙ кеүек, мин дә был донъяла,
Аҡ күбеккә батып,
Тындарыма сәсәп йәшәйем.
Мөхәббәт диңгеҙе үҙенә тиңдәрҙе генә һайлай, юғары сөйә. Шағирҙың лирик геройы үҙ булмышын да билдәләй:
Мөхәббәттән генә тыуғанмын мин,
Бәрәкәтле ерҙә яралған.
Йәнемә бит ерҙе,
Кешеләрҙе
Яратыуым ғына моң һалған.
Мин мөхәббәт өсөн яралған.
Рәмил Йәнбәктең мөхәббәт лирикаһы тик хыялдарҙан тормай, ә тормошсан. “Дуҫҡа өндәшеү”, “Алма тураһында бер һүҙ” шиғырҙары тап шундайҙарҙан. Тәүгеһендә автор йәшлек хәтирәләрен һүтеп, уйға һалһа, икенсеһендә мифологик башланғысты үҙенсә тамамлап ҡуя:
Аллам һымаҡ күреп,
һиңә табынмайым...
Тәрән кисерештәрҙе автор фәлсәфәүи йомғаҡлай, һығымталар яһай:
Мөхәббәттең барҙыр киләсәге,
Мөхәббәттең юҡтыр үткәне.
Йәки:
Ваҡытлыса беҙҙең бөтә ғүмер,
Мәңге төҫлө бары наҙҙарың.
Шағирҙың “Һин саҡырма мине ту­йыңа”, “Аҡ ялан” әҫәрҙәре ваҡиғаға ни­геҙләнгән. Ҡыҙыҡлы, бай хис-тойғолар ысын тормош аша асыла. “Ҡарт Дон Жуан йыры”нда лирик герой яҙмыш юлын барлап:
Мин – ғүмерем буйы күңел ептән.
Аҫыл келәм – һөйөү туҡыусы! –
тип йомғаҡлап ҡуя. Был образ Р. Йән­бәктең башҡа шиғырҙарында ла ҡабатлана.
Р. Йәнбәктең мөхәббәт лирикаһына ҡа­раған шиғырҙарында тормоштоң ҡайнарлығы, йөрәктең ялҡыны, хистәр­ҙең ташҡынлығы урғылып тора:
Һөйәм икән, Йыһан балҡып торһон!
Мин аҫтыртын һөйә белмәйем.
Ихласлыҡ та бар булмышын биләп, лирик геройҙы күктәргә әйҙәй:
Яңдарыңа менәм әле,
Ҡояштың ялын үреп.
Йыйынтыҡтың икенсе бүлеге “Ерем” тип аталып, шағирҙың мәңгелек хис-той­ғолар буранын күҙ алдына баҫтыра. Һәр поэтик образ, күңел түренән уйылып сығып, хәтирәләрҙе яңырта йә булмаһа тыуған яҡтың яҡты картинаһын тыуҙыра. Лирик герой – ябай күҙәтеүсе түгел, ә шул тормоштоң эсендә ҡайнап тороусы ла.
Ағиҙел һәм Эйек уртаһында
Йәйрәп ята тыуған ергенәм.
Күгәрсенем – изге илем минең,
Иң яҡыным, берҙән-бергенәм, –
тип һоҡлана. Лирик геройҙың тойғо­ла­рын тыуған яҡтың тәбиғәте, кешеләре, бар булмышы биләп ала:
Һалҡын шишмә саңлы устарыма
Ҡайнар күҙ йәш булып яғыла.
Тыуған ер образы шағирға күберәк яҙ миҙгеле булып күҙ алдына баҫа. Шуға ла “Яҙғы йыр”, “Яҙғы ергә мәҙхиә”, “Яҙғы этюд” шиғырҙары айырым картинаны хасил итә, һәм улар күңелгә уйылып ҡала. Шиғри шәлкемдәр араһында әсә образы айырым урынды биләй. Ул үҙенсәлекле, бай һәм колоритлы. “Бер иларға ине”, “Сәхәр сәйе”, “Беҙҙең әсәй­ҙәр”, “Әсәйем мираҫтары” һәм башҡа байтаҡ шиғырҙарында ярылып ята.
Их, ҡысҡырып бер иларға ине
Әсәйемдең ятып ҡулына.
Ул йөрәге менән аңлар ине
Ниндәй ҡайғы төшкән улына, –
тип кем әйтә ала? Әлбиттә, шағир ғына! Тап уның тәрән кисерештәре, сабыйҙарса халәте лә үҙенә килешә! Шағирҙың “Атайҙы һағыныу” шиғыры ла драматик кисерештәргә нигеҙләнгән. Авторҙың “Йәнбәк бабайыма һүҙ” әҫәрендә тарих һәм заман бәхәсе йөрәк яраһы булып хәҡиҡәт даулай. Р. Йәнбәк заман һулышын яҡшы тойоп, бик көнүҙәк мәсьәләләргә лә һүҙен ҡыйыу әйтә.
“Башҡортлоҡ хаҡында” шиғырында эпик ҡараш ярылып ята. Лирик герой тарихҡа сәйәхәт ҡыла ла, бөгөнгөнө күреп:
Аҫабалыҡ бөттө.
Телдән яҙһаҡ,
Башҡортлоҡтан
ниндәй йәм ҡалыр? –
тип һорауына яуап эҙләй. Икеләнеүҙән дә ҙурыраҡ хәсрәт бармы икән:
Ә киләсәк томан эстәрендә,
Күҙ һалырға унда ҡыймайым.
Башҡортлоғом сәмдәремдә уйнай…
Күңел йәштәремде тыймайым.
Гражданлыҡ лирикаһы “Тыуған илгенәм” бүлегендә тағы ла тәрәнәйә, киңәйә бара. Йыйынтыҡтағы иң бәләкәй бүлексәлә 47 шиғыр тупланған. Ил яҙмышы, ер яҙмышы – ир иңендә. Шуға ла авторҙың һәр һулышы, йәшәү рәүеше һәм булмышы Башҡортостан, Рәсәй тормошонан айырылғыһыҙ. Уның менән яна йә туңа, шатлана йә көйәләнә, уйлана йә хафаға бата, ләкин битараф ҡалмай. Нисә быуын ата-бабалары Тыуған ил өсөн башын һалған икән, азатлығын яҡлап яу сапҡан икән – шағирҙың да булмышына һеңгән. Ул шул турала уйлай ҙа ижад итә.
Йыйынтыҡтың “Донъям” тигән бүлексәһендә йөҙләп шиғыр тупланған. Көслө, тәрән уйҙарға нигеҙләнгән фәлсәфәүи шиғырҙар. Хатта һәр саҡ донъяға йылмайып баҡҡан Рәмил Йәнбәкте танымай ҙа тораһың. Тышҡы ҡиәфәт бер, ә күңел донъяһы – даръя. Тап ошо бүлектә асыла ла инде шағирҙың уйҙары.
Кем булырмын, донъяларға
Ҡайтһам әгәр ҡабаттан? –
тип риторик һорауҙан башлана шәлкем. Лирик герой “тәңренең илсеһе булып” иман таратып, ерҙе ҡотҡарырға ашыға, ә эргә-тирәһен яуызлыҡ баҫҡан, мең һорауҙар ялмап бара. “Меңенсе йәшем тула бөгөн” тип шаярыу өсөн генә билдәләмәй үҙ йәшен шағир, ә кешелек хәтерен юллай.
Шағирҙың драматик булмышы һәр шиғырҙа асыла ғына бара:
Теҙгенһеҙ бер шағир сүрәтендә
Япа-яңғыҙ көйө һулырмы…
Йәки:
Ғүмер буйы уйҙар тотҡономон,
Тормош сағыла миндә көҙгөләй.
Эйе, азатлыҡҡа талпынған йәнгә тотҡонлоҡ пар түгел. Рәмилдең дә һуңғы йылдарҙа яңғыҙлыҡтан, ҡара төндәрҙән һиллек алып, ижад ҡомары менән яныуында азатлыҡ һулышы бар кеүек. Ләкин төштәргә “Яңы бура” кереп, яҙмыш алдан яҙылған төҫлө. Юҡҡамы ни, йыйынтыҡ “Хушығыҙ” шиғыры менән тамамлана:
Хыялдарым, һаубуллашам
Һеҙҙең менән мәңгегә…
Эйе, ул хушлашты. Ә унан алда:
Кисерегеҙ, дуҫ-иштәрем,
Кисерегеҙ, яҡындар!
Бер аҙ ғына хәл алайым,
Торайымсы һалҡында, –
тип аҡһаҡалдарса бәхилләште. Ә үҙен һәр ваҡыт “малайҙарса” тотһа ла, ирҙәрсә фекер йөрөтөп, ирҙәрсә йәшәне лә:
Оло маҡсат менән оло һөйөү
Мәңгелектә ҡалды ҡул болғап… –
тип мәңгелек сәфәренә юлланды. Шағирҙың көҙҙәре иртә килһә лә, күңелендәге яҙғы йыры, яҙғы моңо беҙҙең тарафтарҙа таралып ҡалды.
Автор: Зәки ӘЛИБАЕВ.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Әҙәбиәт мәктәбенә кил!
17-01-2018// Рухиәт // "Башҡортостан" гәзите
Был проект Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына башҡарыла

Үкенескә ҡаршы, әҙәбиәтебеҙгә хеҙмәт итергә теләгән, ҡәләме менән донъябыҙҙы яҡшы яҡҡа үҙгәртергә хыялланған йәштәр һәм балалар һаны йылдан-йыл кәмей. Һөҙөмтәлә яңы быуын тарафынан ижад ителгән көслө әҫәрҙәр юҡ кимәлдә – был мәҙәниәтебеҙҙең киләсәге тураһында күңелһеҙ уйҙарға этәрә.
Сәбәбе асыҡ – бөгөн гонорар күләме бәләкәй, йәш ижадсыларыбыҙға ла иғтибар ҙур түгел. Шуға ла уларҙың ижад кимәле ҡәнәғәтләндермәй, ә үҙҙәрен өйрәтерлек әҙиптәрҙең күбеһе ҙур ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә көн итә. Һөҙөмтәлә бик күңелһеҙ күренеш күҙәтелә – яңы быуын ижадсылары һаны ҡырҡа кәмей, балалар һәм үҫмерҙәр араһында милли әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһын­ғандар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Әммә был мәсьәләне хәл итеү юлы бар. СССР осоронда әҙиптәребеҙ йәш ижадсы­ларҙы тәрбиәләүгә оло иғтибар биргән. Әлеге шағирҙарыбыҙ һәм яҙыусыларыбыҙ – тап ошо эшмәкәрлек емеше. Әгәр ҙә улар уҡыусылар менән осрашмаһа, араларында иң-иңдәрҙе билдәләп, уларға үҫеш өсөн мөмкинлек тыуҙырмаған булһа, әҙәбиәтебеҙҙең бөгөнгөһө ниндәй булыр ине? Уйлауы ла ҡурҡыныс.
Ошо маҡсаттан Башҡортостан Респуб­лика­һының Яҙыусылар союзы тарафынан 10 ғинуарҙан алып Башҡортостандың Әҙәбиәт мәктәбе проекты тормошҡа ашырыла башланы. Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты иҫәбенә башҡарыла һәм сентябрь айы аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Был проектта әҙәбиәттә үҙ көсөн һынап ҡарарға теләгән 14 йәштән 25 йәшкә тиклемге һәр кем ҡатнаша ала. Бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Ҡатнашыу өсөн бары “Бәйләнештә” сел­тәрендәге Башҡортостан әҙәбиәте төркөмөн­дәге (https://vk.com/rbgo­dliteratura) ғаризаны тултырып, litsh­kola@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ союздың электрон адресына ла һалырға була. Әлбиттә, үҙегеҙҙең ижад өлгөгөҙҙө лә өҫтәргә кәрәк. Ҡатнашыу­сыларҙың башҡорт, рус һәм татар телендәге ҡульяҙмалары респуб­ликабыҙҙың билдәле әҙиптәре тарафынан тикшерелеп баһаланасаҡ, уларға файҙалы кәңәштәр биреләсәк. Шулай уҡ проект барышында йәш ижадсылар менән оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, төрлө осра­шыуҙар үткәреү ҙә ҡаралған. Әлбиттә, һәр кем бында үҙен ҡыҙыҡһындырған һәм борсоған һорауҙарын бирә аласаҡ.
Ҡатнашыусылар араһынан иң өмөтлө 30 йәш ижадсы был проекттың еңеүсеһе итеп билдәләнәсәк. Улар өсөн баш ҡалабыҙ Өфөлә бүләкләү тантанаһы көтөлә, шулай уҡ музей һәм театрҙарға сәйәхәт, халыҡ шағирҙары ме­нән осрашыу ҡаралған. Был йәштәр Баш­ҡорт­остан Яҙыусылар союзының Йәштәр бүлеге исемлегенә индереләсәк һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә була­саҡ. Мәҫәлән, былтыр Ҡырымда һәм Төркиәлә шундай саралар ойошторолдо һәм республиканан бер төркөм ижадсы йәштәребеҙгә унда барып ҡайтыу бәхете тәтене.
Әйткәндәй, еңеүселәрҙең ижады тупланған айырым йыйынтыҡ сығарыу ҙа күҙ уңында тотола. Ижады юғары кимәлдә тип табылған йәштәребеҙҙең ҡулъяҙмалары Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең “Йәш­тәр тауышы” серияһында баҫылыуға ла тәҡдим ителәсәк. Шуға ла әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған, ҡәләм тирбәткән һәр йәш кешене ошо шәп проектта үҙ көсөн һынап ҡарарға саҡырабыҙ. Мөмкинлектән мәхрүм ҡала күрмәгеҙ, дуҫтар!
Автор: Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Көндөҙ сыра яндырып эҙләмәһәк инек...
12-01-2018 // Рухиәт // "Башҡортостан" гәзите
Һуңғы осорҙа мәктәптәрҙә башҡорт телен дәүләт теле һәм туған тел булараҡ уҡытыу тураһында бәхәстәр күбәйеп китте. Утыҙ һигеҙ йыл мәктәптә белем биргән дәүеремдә рус телле кластарҙа ла, башҡорт балалары ғына уҡығандарында ла эшләнем. Рус кластары өсөн программаларҙы немец теленекенә оҡшатып төҙөп алыр инем, һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрҙә немец теленән дә уҡытҡайным.

Башҡорт кластарында ла, рус телле кластарҙа ла дәүләт теле дәрестәре керә, тиҙәр. Ул дәүләт теле дәрестәренең программалары, китаптары бармы? Булһа, туған телен һәйбәт белгән, шулай уҡ бөтөнләй белмәгән балалар өсөн айырым төҙөлгәнме?
Мәктәптә эшләү башҡорт теле уҡытыу­сыларына ҡасан еңел булды икән? 80-се йылдарҙа бер ниндәй әҙерлекһеҙ (програм­маларһыҙ, дәреслектәрһеҙ, методик күрһәтмәләрһеҙ) ҡала мәктәптәрендә башҡорт кластары асыу, урыҫ кластарында башҡорт телен уҡыта башлау туған тел уҡытыусылары өсөн үҙе бер ауыр, ҡаты һынау булды. Беренсенән, дәреслек­тәрҙең юҡлығы (ул замандарҙа, аптырағас, ауыл мәктәптәренән китаптар алып килеп уҡытып ҡараныҡ), икенсенән, тәүге йыл­дар­ҙа күп кенә мәктәп етәкселәренең башҡорт теле уҡытыусыларына ҡарата мөнәсәбәте лә бик йылы түгел ине.
Офоҡта БДИ пәйҙә булғайны, ата-әсәләр араһында, башҡа бер фән дә түгел, фәҡәт башҡорт телен уҡытыу сығарылыш имтихандарын тапшырыуға ҡамасау булып тора, тигән ҡотҡо тарата башланылар. Иң аптыратҡаны шул — ҡайһы бер уҡытыусылар үҙҙәренең булдыҡһыҙлығын танымайынса, уҡыусыларының өлгәше түбән булыуын башҡорт теленең уҡытылыуына, туған тел уҡытыусыларына япһара.
Туған телде уҡытыу өсөн ата-әсәнән ғариза талап итәләр, ә ниңә бүтән сит телдәрҙе өйрәнергәме-юҡмы тип яҙҙыр­майҙар? Нисәмә йыл инде мәктәптәрҙә, уңайлы шарттар тыуҙырылып, сит телдәр уҡытыла, шулай булыуға ҡарамаҫтан, балаларҙың инглиз йәки немец телендә аралашҡанын ишеткәнем дә, күргәнем дә юҡ.
Һигеҙ йыллыҡ мәктәптән килеп, Учалы ҡалаһының 10-сы мәктәбендә эшләгән саҡтарым иҫкә төшә. Был апай маҡтана икән, тип уйлай күрмәгеҙ бер үк, башымдан үткәндәрҙе яҙам. Бер август кәңәшмәһендә башҡорт теле уҡытыусыларының хоҡуҡ­тарын яҡлап сығыш яһағайным, тамаша залында ҡаты шартлау яңғыраған һымаҡ булды. Берәүҙәр мине хупланы, икенсе­ләре бик ҡаты тәнҡитләне. Кәңәшмәнең аҙағына “Башҡорт теле. SOS!” тигән гәзит сығарып элеп ҡуйғайнылар. Һаманға тиклем дәреслектәрҙең мәктәптәргә килеп етмәүе лә предметыбыҙҙың, уҡытыусы­ларыбыҙҙың абруйын төшөрә. Әсбап яҙыу бер кешенең генә эше түгел. Дәреслек өҫтөндә эште фәнни һәм психологик яҡтан нигеҙләгән ғалимдар, йәнә кәмендә унлаған практик уҡытыусының көс түгеүе мотлаҡ. Уҡытыусының, уҡыусыларҙың өҫтәленә килеп ятҡансы ул дәреслеккә һынау үтер өсөн ваҡыт та кәрәк.
Быйыл Учалы ҡалаһы һәм районы мәктәптәренән ҡырҡ уҡытыусының пенсия йәшенә етеүе билдәле булды, ә уларға алмашҡа ни бары ун бер генә йәш белгес эшкә килгән. Уҡытыусы һөнәренең абруйы төшә башлағанын тоябыҙ был күрһәт­кестәрҙән. Әйләнгән һайын башҡорт теле дәрестәре ҡыҫҡартылып торғас, киләсәктә башҡорт филологияһы факультетына кем уҡырға барыр ҙа ошо йүнәлештә кем эшләргә теләр икән?
Һәр милләт балаһы туған телен белергә, иленең патриоты булырға тейеш, ләкин телде уҡытыуға бүленгән сәғәттәр һаны йылдан-йыл кәмей барғанда, нисек итеп уға һөйөү тәрбиәләргә, нәфис әҙә­биәтте аңларға, еренә еткереп үҙебеҙсә һөйләшергә, аралашырға, өйрә­нергә?
Туған телгә һөйөү тәрбиәләү, һөйлә­шергә өйрәтеү ғаиләнән башлана, тиҙәр. Ата-әсәһе балалары менән туған телдә иркен аралашҡан ғаиләләрҙә шулайҙыр ҙа, ә бына ҡала мәктәптәрендә үҙ телен белмәгән ата-әсә нисек итеп балалары менән туған телендә һөйләшер ҙә уға ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләр икән? Һуңғы йылдарҙа йыш ҡына ошондай фекер ишетелә башланы: күп кенә йәш ата-әсә эштән ҡайта ла Интернетта ултыра. Балалары ҡамасауламаһын өсөн телевизор ҡабыҙып ҡуя. Улары, онотолоп китеп, бер ниндәй эстетик ҡараш тәрбиәләмәгән шөкәтһеҙ йәнһүрәт геройҙары донъяһына сума йә телефон, планшет менән уйнай. Шуғалыр ҙа йылдан-йыл телмәре ярлы, һаҡау сабыйҙар күбәйә башланы, хатта дүрт йәшкә тиклем һөйләшмәгәндәре бар.
Тағы ла бер миҫал: Учалы районының Яңы Байрамғол мәктәбендә балалар һаны кәмегәс, Уральск урта мәктәбенең филиалы булып ҡалды. Уральск – рус мәктәбе. Яңы Байрамғол мәктәбе лә милли мәктәптән тулыһынса рус теллегә әйләнде лә ҡуйҙы. Башланғыс кластарҙан алып бөтә предметтар ҙа ошо телдә алып барыла. Республикабыҙҙа ҡулайлаш­ты­рыуҙан һуң ошондай хәлдә ҡалған бындай мәктәптәр бик күптер. Шулай булғас, туған телдәрҙе уҡыу, һәйбәт итеп һөйләшергә өйрәтеү тураһында ниндәй һүҙ булырға мөмкин?!
Әгәр ҙә эш гел ошолай бара икән, киләсәктә үҙ халҡын, туған телен һанға һуҡмаған быуын үҫеп сығасаҡ. Тел белмәгән быуын халҡының тарихын өйрәнерме, йолаларын хөрмәт итерме, нәфис әҙәбиәтен уҡырмы? Театрҙарҙа башҡорт телендә ҡуйылған спектаклдәрҙе ҡарармы? Телен аңламаған башҡорт халҡыбыҙҙың оҙон көйлө, моңло йырҙа­рын, бөтә нескәлектәрен аңлап, йөрәгенән үткәреп аһәңле итеп башҡара алырмы? Бөтә донъяла тиңе булмаған данлыҡлы, үлемһеҙ “Урал батыр” эпосын һәм башҡа ҡомартҡылар ижад иткән башҡорттоң киләсәктә сәсәндәре, шағирҙары, яҙыусы­лары тыуырмы? Булғанды юҡҡа сығарыу еңел ул, ә бына юғалғанды тергеҙеү, ай-һай, ҡыйын булыр. Күпмелер йылдар үткәс, аңға килеп, саф башҡортса һөйләш­кән, туған телендә ижад иткән кешеләрҙе көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә табып булмаҫ...

Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Зәки Вәлиди эҙҙәре буйлап
12-01-2018 // Башҡорт донъяһы // "Башҡортостан" гәзитенән
Зәки Вәлиди эҙҙәре буйлапИшембай районының Көҙән ауылында “Вәлиди фонды” идараһының күсмә ултырышы булды. Ойоштороусылар сараны шәхестең тыуыуына 127 йыл тулыуға арнаны. Унда Фонд идараһы ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, урындағы власть вәкилдәре, эшҡыуарҙар, Вәлиди хаҡында фильм төшөргән ижади төркөм, оло шәхесебеҙҙең туғандары ҡатнашты. Ҡунаҡтар башта Әхмәтзәки Вәлиди һәйкәленә сәскә һалды, музейын ҡараны, китаптар бүләк итте, һуңынан ауыл китапханаһында “түңәрәк өҫтәл” ултырышы үткәрҙе.


Ата-бабаларыбыҙҙан
беҙ кәмме ни?!

– Фонд бынан бер нисә йыл элек булдырылды, тик ҡайһы бер сәбәптәр арҡа­һында эш туҡталып ҡалғайны, бөгөн иһә ул яңы маҡсаттар һәм бурыстар менән ҡайтанан тергеҙелде тиерлек. Ошо “түңә­рәк өҫтәл”дә тәү сиратта хәл итәһе мәсьә­ләләрҙе ҡараясаҡбыҙ, – тип һүҙ башланы фонд рәйесе Буранбай Күсәбаев. – Вәлиди музейын яңыртыу, һәйкәлдәр булдырыу, уның исемен йәш быуынға танытыу һәм башҡа проблемалар етерлек.
Әйтергә кәрәк, сараның нәҡ шәхестең кендек ҡаны тамған ерҙә үтеүе символик мәғәнәгә эйә. Бында уның музейы эшләп килә һәм әлеге йортҡа иғтибарҙы арттырыу зарур.
Зәки Вәлиди эҙҙәре буйлап– Музейҙың бинаһына ремонт талап ителә, шул иҫәптән төкәтмә төҙөтөргә, экспонаттарҙы яңыртырға, тематик яҡтан байытырға кәрәк, – тип төп һорауҙарҙан башлап ебәрҙе йорт менән таныштырыуҙы Илдус Шәйәхмәтов.
Мәҫәлән, был музейҙа уның арҡаҙаш­тарына ла урын бүлеү тарихи яҡтан ғәҙел булыр.
– Музейҙы яңыртыу мәсьәләһен һеҙҙең ярҙам менән күтәреп сығырға ине, – тигән теләген дә еткерҙе учреждение директоры.
Әйткәндәй, музейға ҡағылышлы проблема беҙҙең гәзиттә лә яҡтыртылғайны. Нияз Сәлимов үҙенең “Шәхесебеҙ рухы рәнйемәҫме?” тигән мәҡәләһендә былай тип яҙҙы: “Күмәк физик һәм матди көс менән заманында Ырымбурҙағы Каруанһа­райҙы төҙөүгә өлгәшкән ата-бабалары­быҙҙан беҙ кәмме ни?! Башҡорт йәмәғәт­селеге үҙе ошо эшкә берҙәм тотонмаһа, яҡын йылдарҙа Өфөлә Башҡортостан мөх­тәриәтенә нигеҙ һалыусыларға һәйкәл­дәр барлыҡҡа килеүе икеле. Ҡыҫҡаһы, башҡорт халҡының бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлиди Туғанды һәм башҡа шәхестәре­беҙҙе һынландырған һәйкәл-бюстар аллеяһын, йәғни мемориаль комплексты, 2019 йылға тиклем үҙ мәркәзебеҙҙә булдырыу – етәкселәрҙең дә, башҡорт халҡы­ның да намыҫ эше”.
Хәйер, ҡунаҡтарға матур музей күрһәтер өсөн улар башта бында килеп етергә тейеш бит әле. Атап әйткәндә, музейҙы таба алмай юлға тотош бер көнөн сарыф иткән кешеләр ҙә юҡ түгел. Тимәк, киләсәктә юлдарҙа күрһәткес-белешмәләр барлыҡҡа килеүе лә – көн талабы. Әлбиттә, бында “туризм”, “тарихи маршрут” һымаҡ төшөн­сәләрҙе иҫкә төшөрөү ҙә урынлы булыр ине. Ә ниңә, бай тәбиғәтле Ишембай районы буйлап сәйәхәт ҡылғанда тарихи шәхестең музейын ҡарап китеү насармы ни?..

“Туған” тамырҙан килә

Ҡунаҡтар тигәндән, “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар музей етәксеһенән был йортҡа килгән халыҡ ағымы менән дә ҡыҙыҡһынды. Баҡтиһәң, килеүселәр һис тә кәмемәй, тик улар араһында йәш быуындың кәмеүе генә күңелде ҡыра.
– Уҡыусылар аҙыраҡ, быйыл, аптыра­ғас, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге менән берлектә махсус эш планы төҙөнөк. Йә автобус юҡ, йә аҡса юҡ, ти мәктәп етәкселәре, – Илдус Шәйәхмәтов күңелен ҡырған күренештәрҙе лә урап үтмәй. – Улай ғына ла түгел, килгән уҡыусыларҙан “Кем ул Вәлиди?” тип һораһам, “яҙыусы” тигән яуапты ишетәм.
Музей директоры хаҡлы: уҡыусылар менән был шәхес тураһында әңгәмә ҡорорға тейештәр. Шунһыҙ бөйөк шәхесте танымағандарҙың һаны артыр ғына...
Зәки Вәлиди эҙҙәре буйлапСарала әлеге музейҙы булдырыуға баһалап бөткөһөҙ көс һалған, учрежде­ниеға оҙаҡ йылдар етәкселек иткән Кәрим Шәйәхмәтовтың ҡатнашыуы айырыуса әһәмиәтле булды. Ул ҡунаҡтарға музейҙың нисек булдырылыуы тураһында ғына түгел, шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди шәжә­рәһе буйынса ла ҡиммәтле мәғлүмәттәр еткерҙе.
– Вәлидиҙең үҙен “Туған” тип йөрөтөүе төрөктәргә бәйле түгел – был исем-шәриф уның шәжәрәһенә барып тоташа, – тигән асыҡлыҡ индерҙе ул, мәҫәлән.
Шәхестең исемен тәрәнерәк өйрәнеү, мәңгеләштереү... Бер уйла­һаң, был эштәр фондҡа ла, һәммәбеҙгә лә ҡағыла. Тик фондтың көсө бер кешенең идея күтәреп сығыуына ғына нигеҙләнмәй шул. Абруй, финанс нигеҙе – бөгөнгө заманда ошо төшөнсәләр хаҡында ла оно­торға ярамай. Иң мөһиме – фонд төрлө эштәрҙе берләштерә, яҡты уйҙар менән килгәндәрҙе ситкә ҡаҡмай. Мәҫәлән, Лилиә Йомағолова менән Азат Әхмәтов уның ярҙамында Көҙәнгә Вәлиди хаҡындағы фильм өсөн кадрҙар төшөрөргә килгән. Был ижади төркөмдөң ижад юлы ла үҙенсәлекле булып сыҡты.
– Фильмды тамамлап килә инек, инде экрандарға сығарабыҙ тигәндә генә “Рен-ТВ” каналынан бөйөк юлбашсыбыҙ хаҡында уны кире герой итеп һүрәтләгән сюжет сыҡты. Был күренеш шул тиклем күңелде ҡырҙы, фильмға ҡул һелтәп ҡуйыр кимәлгә еттек, әммә бер ваҡиға маҡсатыма кире ҡайтарҙы, – тип һөйләп китте “кадр артындағылар” хаҡында Лилиә ханым. – Бер мәл маршрут автобусында ирекһеҙҙән ике апайҙың русса һөйләшкәне ҡолаҡҡа салынып ҡалды. “Почему эту улицу наз­вали именем фашиста?” – тине уның береһе Вәлиди урамынан китеп барғанда...
Ошо ваҡиға ижади төркөмдө йәнә сәмләндереп ебәрә, улар Прокопенкоға ҡаршы сығып, халыҡҡа мәшһүр шәхестең ысын исемен таратыу өсөн ижади эштәрен тағы ла киңерәк йәйелдереп ебәрә. Ошо урында уларҙың бер һүҙе әлеге саралағы бөтә һорауҙарға яуап бирҙе һымаҡ:
– Бер кредит алғайным инде, уныһы бөттө, фильмды тамамлағансы икенсе тапҡыр банкка барырға тура килде, – тине тыныс ҡына итеп Лилиә Йомағолова.

“Сумкаһын күтәрештем”

Эйе, теләк кәрәк башта, ҡалғаны яйлап була. Бит музейҙы яңыртыуҙа һәм башҡа бихисап эштәрҙе башҡарыуҙа гелән влас­тан һорап, юл уңмаһа, әрләп кенә лә ултырып булмай. Күп осраҡта нәҡ үҙебеҙҙән әүҙемлек талап ителә, мәҫәлән, телгә алған эштәрҙе атҡарып сығыр өсөн, минеңсә, төрлө кимәлдәге программа­ларҙы ҡулланырға мөмкин. Бөгөн республикала “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы ярҙамында күпме эш башҡарылды! Был йәһәттән, мәҫәлән, стәрлетамаҡтарҙан өлгө алырға мөмкин. Урындағы ҡоролтай, ҡалала мәғрифәт­селәр аллеяһын булдырыу эше менән янып, ошо программаға мөрәжәғәт итте.
Тик теләк тыуыр өсөн дә көс, шәхесе­беҙҙең ни тиклем ҡиммәт икәнлегенә төшөнөргә кәрәк. Ул саҡта теләк булыр, ә “яҙыусы” тигән сикләнеүҙәр менән килгән уҡыусылар аҙайыр, “фашист исемендәге” урам тип тә хәбәр һатмаҫтар, автобус юҡ, тип тә һылтанмаҫтар. Әлеге йәһәттән һүҙемде ошо сарала ғалим тарафынан әйтелгән һүҙҙәр менән тамамлағым килә.
– Заманында Вәлидиҙең сумкаһын күтәрешергә ярҙам итеүе менән ғорурлан­ған сит ил фән эшмәкәрҙәрен беләм, быны шаярыу тип ҡабул итһәк, ул йөрөгән эҙҙәр­ҙе үбеүселәрҙе үҙ күҙҙәрем менән күрҙем – улар ҙа шулай уҡ беҙҙең ил вәкилдәре түгел, үкенескә ҡаршы, – тине Өфө дәүләт авиация техник университетының философия һәм тарих кафедраһы мөдире, академик Фәнил Фәйзуллин.

Ишембай районы.
Автор: Рәмил МАНСУРОВ.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Ҡурай – милли мираҫ
22-12-2017 // Башҡорт донъяһы // "Башҡортостан" гәзитенән

Ҡурай – милли мираҫ Киләһе йыл башҡорт милли музыка ҡоралы ҡурайҙың төбәк бренды сифатында теркәлеүе ихтимал. Был турала Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте.
Парламентарий әйтеүенсә, бөгөн халыҡ художество кәсептәре реестрына индерелгән берҙән-бер төбәк бренды – ул Тула гармуны. Рәсәйҙә башҡа бындай миҫалдар юҡ.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Башҡорт сөйгән ҡоштар
19.01.2018 // Башҡорт донъяһы // "Башҡортостан" гәзитенән
Башҡорт сөйгән ҡоштарБашҡортостан элек-электән ҡош сөйөү киң таралған төбәк булараҡ билдәлелек яулаған. Бәлки, халыҡтың тәбиғәтте яратыуы, уның менән аңлашып йәшәүе, тәбиғәт балаһы булыуы быға сәбәпсе булғандыр. Кеше тәбиғәтте яратмаһа, уны аңларға тырышмаһа һәм уға иғтибарлы булмаһа, ҡырағай ҡоштарҙы өйрәтеүҙә лә ҙур уңыштарға өлгәшә алмаҫ ине. Сомье исемле немец тикшеренеүсеһе үҙенең күҙәтеүҙәрендә “...башҡорттар ыласындарҙы һәм бөркөттәрҙе өйрәтеүҙә айырым һәләткә эйә” тип юҡҡа ғына яҙып ҡалдырма­ғандыр.

Ҡош сөйөү һунарының баш­ҡорт халҡын­да киң таралыуы тәү сиратта уларҙың хужалыҡ ихтыяждары менән аңлатыла. Улар бөркөт ярҙамында үҙҙәренең малдарын бүреләрҙән һаҡлаһа һәм тире алыу өсөн төлкө-ҡуяндарға һунар итһә, ыласын һәм ҡарсы­ға­лар ярҙамында үҙҙәрен ҡыр йәнлектәренең ите менән тәьмин иткән. Нуғай хандары һәм мырҙа­ларынан азат булып, үҙ ерҙәрен ҡайтарғандан һәм Рус дәүләте ме­нән берләш­кәндән һуң, баш­ҡорттар, Аҡ батшаға барып, үҙҙә­ренең тәбиғи байлыҡтарын бар­лағанда: “Имеем места для зимовья, имеем места для кочевки... есть беркуты с гнездами...” – тип һунар ҡоштарын да телгә алып китә.
Ҡош сөйөүҙең (соколиная охота) киң таралған осоро татар-монгол яуынан алып XIX быуат урта­һына тиклемге араға тура килә. Ҡош һунары менән шөғөл­лән­гән баш­ҡорттар йыртҡыс ҡоштарҙы эйәләштереүҙә, өйрә­теүҙә һәм улар менән һунар итеүҙә ҙур тәж­ри­бә туплай. Ошо үҙенсә­лекте күп кенә Рәсәй тик­шеренеүсе-ғалим­дары билдәләй. Башҡорт­остан Рәсәйгә ҡушылғас, башҡорт ерҙә­ренә күпләп урыҫ, татар, сыуаш, мари, мордва, удмурт крәҫтиән­дәре күсеп килә. Күсеп килгән халыҡ йоғонтоһонда башҡорттар ҙа ер эшкәртеү менән ныҡлап шө­ғөл­ләнә башлай, шул уҡ ваҡытта килмешәк крәҫтиәндәр ҙә баш­ҡорт­тарҙың йәшәү рәүе­ше­нә иғти­бар итә, бәғзеләрен үҙ­ләш­терә. Кем­дәрелер, башҡорт­тар кеүек үк, йыртҡыс ҡоштар менән ҡыра­ғай йәнлектәргә һунар итә башлай. Ә һунарсы ҡоштар менән уларҙы башҡорттар тәьмин итеп тора.
Күп сығанаҡтарҙа ҡош сөйөү таралған биләмә дала менән генә сикләнә, ләкин XVIII быуатҡа тиклем ҡош һунарының таралыу ареалы киңерәк булған. Быны, ха­лыҡ ижады ҡомартҡылары менән бер рәттән, ҡайһы бер тикшере­неүселәрҙең хеҙмәттәре дәлилләй. Ғөмүмән алғанда, был һунар төрө башҡортта күп тармаҡлы кәсепсе­лекте тәшкил итә. Берәүҙәр йырт­ҡыс ҡош ояларын эҙләһә, икен­селәр уларҙы аулау менән мәшғүл була, өсөнсөләр ҡошсоҡтарҙы ҡулға эйәләтә, дүртенселәр улар­ҙы һунарға өйрәтә, бишен­селәр иһә баҙарға сығарып, һунарсы ҡош­тар менән сауҙа итә. Һунар менән шөғөлләнеүселәр ҙә күп була.
Һунар өсөн бөркөт, ыласын, ҡарсыға ҡулланыла. Өйрәктәрҙе аулау өсөн һаҙ көйгәнәген ҡул­ланыу тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Бөркөттәр менән һунар артыҡ таралмай. Оло быуын кешеләре әйтеүенсә, әгәр бөркөт бүренең моронон тырнаҡтары менән ҡармап өлгөрмәһә, үҙе бүренең ҡорбанына әйләнә йәки ҡаты яралана. Шуның өсөн дә башҡорттар был ҡошто ҡулға эйәләштер­гәндән һуң, ҡаҙаҡтарға, төркмән­дәргә һата, ә үҙҙәре ыласын менән ҡарсығаларҙы хуп күрә. Һуңғы быуаттарҙа баш­ҡорттар ҡош сөйөү менән күп осраҡта күңел асыу өсөн генә шөғөлләнә башлай, ә көндәлек тормошта һунарҙың был төрөн артыҡ ҡулланып бармайҙар. Хужалыҡ төрҙәре һәм тәбиғәт шарттары үҙгәргән һайын, ыласын һунары яйлап һүнә башлай. Ер эшкәртеү, иген, йәшелсә культуралары сә­сеү менән шөғөлләнеү башҡорт­тарҙың йәшәү рәүешен нигеҙенән үҙгәртә. Әгәр быға тиклем баш­ҡорттар йәйҙәрен йәй­ләүҙәрҙә үткәрһә, әкренләп был ғәҙәт­тәренән йыраҡлаша баралар. Ә бит ҡош сөйөү тап йәйләүҙәрҙә йәшәгән халыҡҡа хас була. Ер эшкәртеү кешеләрҙең күп ваҡытын ала, шул сәбәпле һунарсылыҡ юҡ­ҡа сыға бара һәм йыртҡыс ҡош­тарҙы өйрәтеү, эйәләштереү ме­нән батрактар ғына шөғөлләнеүен билдәләй ҡайһы бер ғалимдар.
Был һунар төрөнөң яйлап юҡҡа сыға барыуының икенсе сәбәбе – Башҡортос­танды колониялаштырыу шарттарында урман майҙан­дарының кәмеүе. Урмандарҙың кәмеүе күпләп ҡырағай йәнлектәр­ҙең дә юҡҡа сығыуына килтерә. Ҡош сөйөүҙең юғалыуында кеше факторы ла һуңғы роль уйнамай. Ғәҙәттә, йәрмин­кәләрҙә бөркөттәр­гә һәм ыласындарға ҙур хаҡ ҡуйыла. Шул сәбәпле уларҙы табыу, өйрәтеү, эйәләштереү кәсебе киңәйә башлай. Алдан билдәлә­неүенсә, хәҙер инде башҡорттар ғына түгел, был төбәктә йәшәгән башҡа милләттәр ҙә бының менән ныҡлап шөғөлләнә, экологик проблема килеп тыуа. Ҡоштарҙы эйәләштереү менән шөғөлләнгән башҡорттарҙа нәҫелде дауам иттереү өсөн ояларҙа себеш ҡалдырыу тәртибе ныҡлы күҙә­тел­һә, хәҙер инде ҡомһоҙ кәсеп­селәр был тәртипте күҙәтмәй һәм оялағы бөтә бәпкәләрҙе лә алып китеү күренеше киң тарала. Был да һунар ҡоштарының кәмеүенә килтерә. Күпмелер ваҡыттан был боронғо һунар төрө йәйләүгә сыҡҡан башҡорттар араһында ғына һаҡланып ҡала. Ыласын-бөркөттәр менән бергә ҡош сөйөү ҙә, ҡоштарҙы өйрәтеү, эйәләш­тереү оҫталығы ла юҡҡа сыға.
Йыртҡыс ҡоштар менән һунар итеүҙе яҡшыраҡ күҙ алдына килтерер өсөн В. Зефировтың яҙғандарына мөрәжәғәт итәйек. “Соколиная охота в Башкирии” тигән хеҙмәтендә ул башҡорт старшинаһы саҡырыуы буйынса ҡош сөйөүҙә ҡатнашыуы хаҡында бәйән итә. Һунар ваҡытында Зефиров старшина һәм уның улдары менән бергә бик күп өйрәк һәм ҡыр ҡаҙҙары йөҙөп йөрөгән күл буйына килә. Старшина мылтыҡ­тарҙан атырға бойороҡ бирә, ҡур­ҡыныс тауышҡа бар ҡыр ҡоштары бер юлы күлдән күтәрелә. Ошоно ғына көткән һунарсылар үҙҙәренең төп ҡоралдарын эшкә йәлеп итә. “Ҡапыл дүрт ыласын һәм бөр­көт... ҡурҡҡан өйөргә үлемесле уҡтай ташланды. Ыласын­дар­ҙың етеҙлеге һәм көсө мине һоҡландырҙы һәм шатландыр­ҙы, ләкин бөркөт, был ҡанатлы бүре, үҙ хәрәкәттәрендә үтә уҫал ине... ул осоп барған килеш бер ҡаҙҙы ботарлағандан һуң, шунда уҡ икенсеһенә, өсөнсө­һөнә, дүртенсеһенә йәбеште. Ыласындар төрлө яҡҡа тарал­ған ҡош­тар көтөүенә баш була алмауын күргәс, ул йәшен тиҙ­легендә алыш яланын урап сыҡ­ты, ҡоштарҙы ҡабаттан бер көтөүгә өйҙө һәм үҙенең ҡанһыҙ ләззәтләнеүен дауам итте; ҡорбандарын ҡанаттары менән һуғып төшөрҙө, тырнаҡ­тары менән өҙгөләне. Бер сәғәт тирә­һе ваҡыттан эш бөткәйне инде. Һуңғы ҡорбан менән ыласындар ергә төштө, әммә бөр­көт һаман да күкте байҡай ине әле...”
Был өҙөктә йыртҡыс ҡоштар менән һунарҙың башҡорттар өсөн классик варианты һүрәтләнә. Ниңәлер ҡош сөйөү күп халыҡ­тарҙа таралған булһа ла, уның нисек итеп атҡарылыуы ентекләп бер ҡайҙа ла яҙылмаған. Зефи­ровтың хеҙмәте был йәһәттән оло ҡиммәткә эйә. Ошо өҙөктә беҙ һәр ҡанатлы йыртҡыстың һунарҙағы “вазифаһы” һәм ҡорбанына ҡарата ниндәй ысул ҡулланыуын күрәбеҙ.
Һунарҙа бер юлы төрлө төр­ҙәргә ҡараған ҡоштар ҡатна­шыуын да билдәләп үтергә кәрәк. Ҡоштар хаҡында белеме булған кешеләр белә, ыласындар менән бөркөттәр ирекле тормошта дошманлашып йәшәй. Ләкин баш­ҡорттар уларҙы шул тиклем өйрәтә, ҡанатлы йырт­ҡыстар төрлө төргә ҡарауҙарына ҡара­маҫтан, бергәләп, комплекслы һунар итә. Ике тәбиғи конкурентты бер маҡсатҡа йүнәлтеү һәм бер йүнәлештә тәрбиәләү йәнә бер тапҡыр башҡорттарҙың яҡшы ҡош өйрәтеүсе булыуын дәлилләй.
Башҡорттар шулай уҡ һунарҙа ҡарсы­ғаны ла күп файҙаланған. Был ҙур булма­ған ҡош башҡа ҡанатлы йыртҡыстарға ҡарағанда тиҙерәк өйрәтелә, хужаһына тиҙ эйәләшә. Ҡарсыға үҙенән ҙуры­раҡ булған йәнлектәргә, ҡоштарға ҡурҡмайын­са йәбешә. Кешенән дә ҡурҡмай. Ҡорба­нын ҡыуып та, ыласындар кеүек бейеккә күтә­релеп тә тота. Шулай уҡ түҙемле ҡош: махсус урынға йәшенеп, ҡорбанын сәғәттәр буйы көтә ала.
Ҙурыраҡ йәштә ҡулға эйәләш­терелгән йыртҡыс ҡоштар яҡшы­раҡ һунарсылар тип һаналған, шуға күрә лә уларҙы бер аҙ үҫкәс, иркенлектә йәшәп, яҡшы һунар ҡошона әйләнгәс кенә тотоп, йорт һунарсыһы эшләгәндәр. Бында ла төрлө алымдар ҡулланылған.
Бөркөттө ҡырағай йыртҡыстан һунар ҡоралына әйләндереү – күп тәжрибә, уны эйәләштереү ысулдарын, ҡош биология­һын белеүҙе талап иткән оҙайлы һәм ҡыйын процесс. Иң башта һунарсы ҡош балалары булған ояны эҙләп таба. Бөркөттәр һәр саҡ бер урында, башлыса урман ситендә, бейек ҡаяларҙа оялай. Оя ағас башына кейҙерелгән ҡалпаҡты хәтерләтә. Ҡошто аулағанда башҡорттар ҡош­тоң ошо үҙенсәлеген файҙа­ланған­дар ҙа инде. Етмәһә, ҡанатлы йыртҡыстар оялары тирәләй осоп йөрөүсән. Ҡош аулаусылар бөркөттәр күп осҡан урынды алдан уҡ билдәләп ҡуйып, уларҙың оя ҡороп, йомортҡа һалыуын көткән.
Ҡош балаларын ояларынан төндә алғандар. Әгәр ҙә оялар ҡаяларҙа урынлашҡан булһа, кеше уларға бер-береһенә ныҡ итеп бәйләнгән арҡандар ярҙамында төшкән. Бының менән ҡаяға үрләүселәр (скалолаздар) шөғөлләнгән. Бөркөттәрҙе, шулай уҡ ыласындарҙы ояларынан алыу айырым оҫталыҡ талап иткән һөнәр булған. Бөркөттәр ояһын башлыса бейек ҡаяларҙың текә битләүҙәрендә, йылға үҙәндәрен­дә, кеше лә, йыртҡыстар ҙа бара алмаған урында ҡора. Өс-дүрт кеше тау башында оя тәңгәлләп ике йыуан, ҙур булмаған ҡаҙыҡ ҡаға. Уларҙың бере­һенә тәүге бауҙы бәйләйҙәр, икенсеһенә осона ултырғыс эшләп ҡалдырылған икенсе бауҙы урайҙар.
Ҡош аласаҡ кеше битен һәм яурындарын ҡалын үгеҙ тиреһе менән ҡаплап, кәрзин алып, ошо бауҙағы ултырғысҡа ултыра. Башҡалар бауҙы яйлап төшөрә. Оя янына еткәс, теге кеше өҫтәге юлдаштарына тауыш бирә һәм ипләп кенә ҡош балаларын ала. Ғәҙәттә, ошо ваҡытта уға ыласындар йә бөркөттәр һөжүм итә башлай. Уларҙың тырнаҡтары шул тиклем осло, көслө була, хатта кеше өҫтөндәге үгеҙ тиреһен дә йырта, ҡош алыусыны яралай. Лепехин үҙ яҙмаларында был процесс хаҡында: “Ҡыйыу башҡорттар ... үҙҙәренең ҡулда­рын, аяҡтарын һындыра, бәғзе берәүҙәре үлә”, – тип яҙа. Ҡоштарҙы алыуҙың ошо алымы башҡорт риүәйәттәрендә лә бәйән ителә.
Оло ҡоштарҙы ла, уларҙың йәш­тәрен дә башҡорттар яҙын тота. Ауланған бөркөттөң сира­ғына бер аршын оҙонлоғонда ҡайыш бәйләйҙәр. Ҡайыштың икенсе осо элмәк менән бөтә. Эл­мәккә ҡошто тотор өсөн оҙон нәҙек, әммә ныҡ ҡыл бау кейҙе­релә. Һу­нарсы оянан алынған себеш­тәрҙе, бер нәмә лә ашатмайынса, күпме­лер ваҡыт ситлектә тота. Ҡырағай ҡоштарға бер нисә көндән һуң ғына ҡош ите ашата башлайҙар.
Йәш бөркөттө ҡулға өйрәтер өсөн һунарсы уны көн буйы башынан, муйынынан һыйпап, үҙе менән йөрөтә. Бөркөт балаһы ике килограмдан да кәм тартмай, тимәк, уны көн буйы ҡулда йөрөтөү еңел булмай, шуға күрә һунарсы арығас та ҡошто бәүелсәккә ултырта. Бәүелсәк сәңгелдәп, ҡошҡа йоҡларға ирек бирмәй. Йоҡоһо туймаған һәм ас ҡош хужаһын яҡшыраҡ тыңлай.
Ҡош ҡулға бер аҙ өйрәнгәс, уны һунарға ылыҡтыра башлаған­дар. Бының өсөн һунарсы ҡошто таяҡҡа ҡуя ла үҙе өс-дүрт аҙымға алға китә. Бер нисә тапҡыр һыҙғырып, ул бөркөткә ит киҫәге күрһәтә. Ас ҡош шунда уҡ хужа­һының һуҙылған ҡулына осоп килә лә ит киҫәген ала. Йыш ҡына беренсе тапҡырҙан был килеп сыҡмаған, ләкин ҡоштоң янына ит алып барып биреү тыйыл­ған, сөнки ул саҡта йыртҡыс ҡош бер ҡасан да һунарға өйрәнмә­йәсәген оҫталар яҡшы аңлаған.
Өйрәтеүҙең башланғыс этабы үткәс, һунарсы яйлап үҙе менән ҡош араһындағы араны алыҫ­лаштырған. Хәҙер инде эйәләш­тереү эше йорт ихатаһында барған, ҡошто кәртәнең бер һайғауына ултырт­ҡандар. Был эште һунарсы ҡош уның һыҙ­ғырыуына күнеп, беренсе сигнал буйынса үҙенең ҡулына килгәнсе бик күп тапҡырҙар эшләгән.
Һунарсы ҡошҡа биреләсәк сей итте майҙан һәм һеңерҙән та­ҙартҡан, һыуыҡ һыуҙа сылатҡан. Яйлап уның көндәлек ашау нормаһын кәметә барғандар, ул ябыҡһын өсөн ашатыуҙы өс тап­ҡырҙан ике тапҡырға ҡалдыр­ғандар. Был йыртҡыс ауырлығын юғалтҡанға ҡәҙәр дауам иткән. Әгәр ул һимерә башлаһа, майһыҙ иткә күскәндәр. Ныҡ ябыҡһа, уны ҡырағай йәнлек, ҡош, бәләкәй хайуандарҙың ите менән туҡландырғандар.
Башҡорттарҙың бөркөт менән һунар итеү өсөн мөмкинлектәре булһа ла, һунарҙың был төрө таралып китмәй. Баш­ҡорттар өсөн бөркөттәрҙе йәрминкәләрҙә һатыу иҡтисади яҡтан күпкә килемлерәк була. Өйрәтелгән ҡоштарҙы икмәккә алыштырған осраҡтар әҙ булмай. Мәҫәлән, сауҙагәрҙәр ике бөркөт өсөн ике йөк бойҙай бирәләр. Бер бот арыш оно баҙарҙа 15 тин тороуын иҫәпкә алғанда, ҡош өйрәтеүсе бер ҡоштан 20 һум аҡса эшләй. Был бер центнер икмәк хаҡынан ҡиммәтерәк була. Бер ҡош хаҡына 80 бот бойҙай оно алырға була. Бына ни өсөн һунарға өйрәтелгән йыртҡыс ҡоштар, иң тәүҙә бөркөттәр, башҡорттарҙың башҡа халыҡтар менән сауҙа мөнәсәбәттәрендә мөһим урынды алып тора. П. Небольсин исемле кеше: “Урмандарҙа йәшәгән баш­ҡорттар, бөркөт һәм ыласындар­ҙы тотоп, уларҙы һунарға өйрәтеп, беҙҙең таможняны үткән бай ҡырғыҙҙарға һәм Урта Азия сауҙагәрҙәренә һата”, – тип яҙа.
Башҡорттар үҙ тауарҙары менән Ҡаҙағстан, Урта Азия далаларына ла йөрөй. Рәсәй һәм ҡаҙаҡ тарихи сығанаҡ­тарында ошоға дәлилдәр табабыҙ. Мәҫә­лән, ҡырағай ҡоштарҙы эйәләш­те­реүсе һәм өйрәтеүсе тигән дан алған Үҫәргән башҡорто, дан­лыҡлы Мәмбәттең улы Мөхәмәт­шәриф бөркөттәре менән дала­ларға барып һатыу иткән. Ғөмү­мән, өйрәтелгән Урал бөркөттәре Ҡаҙағстан менән Урта Азиянан тыш, Көнбайыш һәм Көньяҡ Себер халыҡтарында, Ҡытайҙа, Монголияла, Үҙәк Азияла ла “һунар итә”.
Шулай итеп, ҡош һатыу кәсебе үҫеүе арҡаһында башҡа тар­маҡтар ҙа үҫешә. Биге­рәк тә боронғо кәсептәр тергеҙелә. Бынан тыш, ҡош кәсепселеге иҡти­сади мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә лә үҙ ролен ин­дерә, бигерәк тә ауыл кешеләренә ярҙам була был, ләкин бөркөттәр һаны ла кәмей башлай, ә ҡоштарҙың хаҡы арта. Бер аҙҙан был кәсеп төрө тарихта ғына тороп ҡала.
Ҡош сөйөү – башҡорттарҙың бо­ронғо шөғөлө. Был турала кә­мендә ике факт һөйләй. Берен­се­нән, ҡайһы бер башҡорт ырыу­ҙа­рында һаҡланған боронғо ғөрөф-ғәҙәт – кәләш алырға тейешле егет­тең, өйләнер алдынан, ҡыра­ғай ҡошто эйәләш­тереп, уны һу­нарға өйрәтергә тейешле­генән ғибәрәт йола. Икенсенән, халыҡ­тағы ҡош, бигерәк тә бөркөт культы, башҡорт телендә ҡош сөйөүгә һәм ҡырағай ҡоштарға бәйле тер­миндарҙың, шулай уҡ топонимик исемдәрҙең күп кенә булыуы.
Автор: С. НӘЗИРОВ.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Башҡорт сөйгән ҡоштар
"Башҡортостан" гәзите // Башҡорт донъяһы // 19.01.2018
Башҡорт сөйгән ҡоштарБашҡортостан элек-электән ҡош сөйөү киң таралған төбәк булараҡ билдәлелек яулаған. Бәлки, халыҡтың тәбиғәтте яратыуы, уның менән аңлашып йәшәүе, тәбиғәт балаһы булыуы быға сәбәпсе булғандыр. Кеше тәбиғәтте яратмаһа, уны аңларға тырышмаһа һәм уға иғтибарлы булмаһа, ҡырағай ҡоштарҙы өйрәтеүҙә лә ҙур уңыштарға өлгәшә алмаҫ ине. Сомье исемле немец тикшеренеүсеһе үҙенең күҙәтеүҙәрендә “...башҡорттар ыласындарҙы һәм бөркөттәрҙе өйрәтеүҙә айырым һәләткә эйә” тип юҡҡа ғына яҙып ҡалдырма­ғандыр.

Ҡош сөйөү һунарының баш­ҡорт халҡын­да киң таралыуы тәү сиратта уларҙың хужалыҡ ихтыяждары менән аңлатыла. Улар бөркөт ярҙамында үҙҙәренең малдарын бүреләрҙән һаҡлаһа һәм тире алыу өсөн төлкө-ҡуяндарға һунар итһә, ыласын һәм ҡарсы­ға­лар ярҙамында үҙҙәрен ҡыр йәнлектәренең ите менән тәьмин иткән. Нуғай хандары һәм мырҙа­ларынан азат булып, үҙ ерҙәрен ҡайтарғандан һәм Рус дәүләте ме­нән берләш­кәндән һуң, баш­ҡорттар, Аҡ батшаға барып, үҙҙә­ренең тәбиғи байлыҡтарын бар­лағанда: “Имеем места для зимовья, имеем места для кочевки... есть беркуты с гнездами...” – тип һунар ҡоштарын да телгә алып китә.
Ҡош сөйөүҙең (соколиная охота) киң таралған осоро татар-монгол яуынан алып XIX быуат урта­һына тиклемге араға тура килә. Ҡош һунары менән шөғөл­лән­гән баш­ҡорттар йыртҡыс ҡоштарҙы эйәләштереүҙә, өйрә­теүҙә һәм улар менән һунар итеүҙә ҙур тәж­ри­бә туплай. Ошо үҙенсә­лекте күп кенә Рәсәй тик­шеренеүсе-ғалим­дары билдәләй. Башҡорт­остан Рәсәйгә ҡушылғас, башҡорт ерҙә­ренә күпләп урыҫ, татар, сыуаш, мари, мордва, удмурт крәҫтиән­дәре күсеп килә. Күсеп килгән халыҡ йоғонтоһонда башҡорттар ҙа ер эшкәртеү менән ныҡлап шө­ғөл­ләнә башлай, шул уҡ ваҡытта килмешәк крәҫтиәндәр ҙә баш­ҡорт­тарҙың йәшәү рәүе­ше­нә иғти­бар итә, бәғзеләрен үҙ­ләш­терә. Кем­дәрелер, башҡорт­тар кеүек үк, йыртҡыс ҡоштар менән ҡыра­ғай йәнлектәргә һунар итә башлай. Ә һунарсы ҡоштар менән уларҙы башҡорттар тәьмин итеп тора.
Күп сығанаҡтарҙа ҡош сөйөү таралған биләмә дала менән генә сикләнә, ләкин XVIII быуатҡа тиклем ҡош һунарының таралыу ареалы киңерәк булған. Быны, ха­лыҡ ижады ҡомартҡылары менән бер рәттән, ҡайһы бер тикшере­неүселәрҙең хеҙмәттәре дәлилләй. Ғөмүмән алғанда, был һунар төрө башҡортта күп тармаҡлы кәсепсе­лекте тәшкил итә. Берәүҙәр йырт­ҡыс ҡош ояларын эҙләһә, икен­селәр уларҙы аулау менән мәшғүл була, өсөнсөләр ҡошсоҡтарҙы ҡулға эйәләтә, дүртенселәр улар­ҙы һунарға өйрәтә, бишен­селәр иһә баҙарға сығарып, һунарсы ҡош­тар менән сауҙа итә. Һунар менән шөғөлләнеүселәр ҙә күп була.
Һунар өсөн бөркөт, ыласын, ҡарсыға ҡулланыла. Өйрәктәрҙе аулау өсөн һаҙ көйгәнәген ҡул­ланыу тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Бөркөттәр менән һунар артыҡ таралмай. Оло быуын кешеләре әйтеүенсә, әгәр бөркөт бүренең моронон тырнаҡтары менән ҡармап өлгөрмәһә, үҙе бүренең ҡорбанына әйләнә йәки ҡаты яралана. Шуның өсөн дә башҡорттар был ҡошто ҡулға эйәләштер­гәндән һуң, ҡаҙаҡтарға, төркмән­дәргә һата, ә үҙҙәре ыласын менән ҡарсығаларҙы хуп күрә. Һуңғы быуаттарҙа баш­ҡорттар ҡош сөйөү менән күп осраҡта күңел асыу өсөн генә шөғөлләнә башлай, ә көндәлек тормошта һунарҙың был төрөн артыҡ ҡулланып бармайҙар. Хужалыҡ төрҙәре һәм тәбиғәт шарттары үҙгәргән һайын, ыласын һунары яйлап һүнә башлай. Ер эшкәртеү, иген, йәшелсә культуралары сә­сеү менән шөғөлләнеү башҡорт­тарҙың йәшәү рәүешен нигеҙенән үҙгәртә. Әгәр быға тиклем баш­ҡорттар йәйҙәрен йәй­ләүҙәрҙә үткәрһә, әкренләп был ғәҙәт­тәренән йыраҡлаша баралар. Ә бит ҡош сөйөү тап йәйләүҙәрҙә йәшәгән халыҡҡа хас була. Ер эшкәртеү кешеләрҙең күп ваҡытын ала, шул сәбәпле һунарсылыҡ юҡ­ҡа сыға бара һәм йыртҡыс ҡош­тарҙы өйрәтеү, эйәләштереү ме­нән батрактар ғына шөғөлләнеүен билдәләй ҡайһы бер ғалимдар.
Был һунар төрөнөң яйлап юҡҡа сыға барыуының икенсе сәбәбе – Башҡортос­танды колониялаштырыу шарттарында урман майҙан­дарының кәмеүе. Урмандарҙың кәмеүе күпләп ҡырағай йәнлектәр­ҙең дә юҡҡа сығыуына килтерә. Ҡош сөйөүҙең юғалыуында кеше факторы ла һуңғы роль уйнамай. Ғәҙәттә, йәрмин­кәләрҙә бөркөттәр­гә һәм ыласындарға ҙур хаҡ ҡуйыла. Шул сәбәпле уларҙы табыу, өйрәтеү, эйәләштереү кәсебе киңәйә башлай. Алдан билдәлә­неүенсә, хәҙер инде башҡорттар ғына түгел, был төбәктә йәшәгән башҡа милләттәр ҙә бының менән ныҡлап шөғөлләнә, экологик проблема килеп тыуа. Ҡоштарҙы эйәләштереү менән шөғөлләнгән башҡорттарҙа нәҫелде дауам иттереү өсөн ояларҙа себеш ҡалдырыу тәртибе ныҡлы күҙә­тел­һә, хәҙер инде ҡомһоҙ кәсеп­селәр был тәртипте күҙәтмәй һәм оялағы бөтә бәпкәләрҙе лә алып китеү күренеше киң тарала. Был да һунар ҡоштарының кәмеүенә килтерә. Күпмелер ваҡыттан был боронғо һунар төрө йәйләүгә сыҡҡан башҡорттар араһында ғына һаҡланып ҡала. Ыласын-бөркөттәр менән бергә ҡош сөйөү ҙә, ҡоштарҙы өйрәтеү, эйәләш­тереү оҫталығы ла юҡҡа сыға.
Йыртҡыс ҡоштар менән һунар итеүҙе яҡшыраҡ күҙ алдына килтерер өсөн В. Зефировтың яҙғандарына мөрәжәғәт итәйек. “Соколиная охота в Башкирии” тигән хеҙмәтендә ул башҡорт старшинаһы саҡырыуы буйынса ҡош сөйөүҙә ҡатнашыуы хаҡында бәйән итә. Һунар ваҡытында Зефиров старшина һәм уның улдары менән бергә бик күп өйрәк һәм ҡыр ҡаҙҙары йөҙөп йөрөгән күл буйына килә. Старшина мылтыҡ­тарҙан атырға бойороҡ бирә, ҡур­ҡыныс тауышҡа бар ҡыр ҡоштары бер юлы күлдән күтәрелә. Ошоно ғына көткән һунарсылар үҙҙәренең төп ҡоралдарын эшкә йәлеп итә. “Ҡапыл дүрт ыласын һәм бөр­көт... ҡурҡҡан өйөргә үлемесле уҡтай ташланды. Ыласын­дар­ҙың етеҙлеге һәм көсө мине һоҡландырҙы һәм шатландыр­ҙы, ләкин бөркөт, был ҡанатлы бүре, үҙ хәрәкәттәрендә үтә уҫал ине... ул осоп барған килеш бер ҡаҙҙы ботарлағандан һуң, шунда уҡ икенсеһенә, өсөнсө­һөнә, дүртенсеһенә йәбеште. Ыласындар төрлө яҡҡа тарал­ған ҡош­тар көтөүенә баш була алмауын күргәс, ул йәшен тиҙ­легендә алыш яланын урап сыҡ­ты, ҡоштарҙы ҡабаттан бер көтөүгә өйҙө һәм үҙенең ҡанһыҙ ләззәтләнеүен дауам итте; ҡорбандарын ҡанаттары менән һуғып төшөрҙө, тырнаҡ­тары менән өҙгөләне. Бер сәғәт тирә­һе ваҡыттан эш бөткәйне инде. Һуңғы ҡорбан менән ыласындар ергә төштө, әммә бөр­көт һаман да күкте байҡай ине әле...”
Был өҙөктә йыртҡыс ҡоштар менән һунарҙың башҡорттар өсөн классик варианты һүрәтләнә. Ниңәлер ҡош сөйөү күп халыҡ­тарҙа таралған булһа ла, уның нисек итеп атҡарылыуы ентекләп бер ҡайҙа ла яҙылмаған. Зефи­ровтың хеҙмәте был йәһәттән оло ҡиммәткә эйә. Ошо өҙөктә беҙ һәр ҡанатлы йыртҡыстың һунарҙағы “вазифаһы” һәм ҡорбанына ҡарата ниндәй ысул ҡулланыуын күрәбеҙ.
Һунарҙа бер юлы төрлө төр­ҙәргә ҡараған ҡоштар ҡатна­шыуын да билдәләп үтергә кәрәк. Ҡоштар хаҡында белеме булған кешеләр белә, ыласындар менән бөркөттәр ирекле тормошта дошманлашып йәшәй. Ләкин баш­ҡорттар уларҙы шул тиклем өйрәтә, ҡанатлы йырт­ҡыстар төрлө төргә ҡарауҙарына ҡара­маҫтан, бергәләп, комплекслы һунар итә. Ике тәбиғи конкурентты бер маҡсатҡа йүнәлтеү һәм бер йүнәлештә тәрбиәләү йәнә бер тапҡыр башҡорттарҙың яҡшы ҡош өйрәтеүсе булыуын дәлилләй.
Башҡорттар шулай уҡ һунарҙа ҡарсы­ғаны ла күп файҙаланған. Был ҙур булма­ған ҡош башҡа ҡанатлы йыртҡыстарға ҡарағанда тиҙерәк өйрәтелә, хужаһына тиҙ эйәләшә. Ҡарсыға үҙенән ҙуры­раҡ булған йәнлектәргә, ҡоштарға ҡурҡмайын­са йәбешә. Кешенән дә ҡурҡмай. Ҡорба­нын ҡыуып та, ыласындар кеүек бейеккә күтә­релеп тә тота. Шулай уҡ түҙемле ҡош: махсус урынға йәшенеп, ҡорбанын сәғәттәр буйы көтә ала.
Ҙурыраҡ йәштә ҡулға эйәләш­терелгән йыртҡыс ҡоштар яҡшы­раҡ һунарсылар тип һаналған, шуға күрә лә уларҙы бер аҙ үҫкәс, иркенлектә йәшәп, яҡшы һунар ҡошона әйләнгәс кенә тотоп, йорт һунарсыһы эшләгәндәр. Бында ла төрлө алымдар ҡулланылған.
Бөркөттө ҡырағай йыртҡыстан һунар ҡоралына әйләндереү – күп тәжрибә, уны эйәләштереү ысулдарын, ҡош биология­һын белеүҙе талап иткән оҙайлы һәм ҡыйын процесс. Иң башта һунарсы ҡош балалары булған ояны эҙләп таба. Бөркөттәр һәр саҡ бер урында, башлыса урман ситендә, бейек ҡаяларҙа оялай. Оя ағас башына кейҙерелгән ҡалпаҡты хәтерләтә. Ҡошто аулағанда башҡорттар ҡош­тоң ошо үҙенсәлеген файҙа­ланған­дар ҙа инде. Етмәһә, ҡанатлы йыртҡыстар оялары тирәләй осоп йөрөүсән. Ҡош аулаусылар бөркөттәр күп осҡан урынды алдан уҡ билдәләп ҡуйып, уларҙың оя ҡороп, йомортҡа һалыуын көткән.
Ҡош балаларын ояларынан төндә алғандар. Әгәр ҙә оялар ҡаяларҙа урынлашҡан булһа, кеше уларға бер-береһенә ныҡ итеп бәйләнгән арҡандар ярҙамында төшкән. Бының менән ҡаяға үрләүселәр (скалолаздар) шөғөлләнгән. Бөркөттәрҙе, шулай уҡ ыласындарҙы ояларынан алыу айырым оҫталыҡ талап иткән һөнәр булған. Бөркөттәр ояһын башлыса бейек ҡаяларҙың текә битләүҙәрендә, йылға үҙәндәрен­дә, кеше лә, йыртҡыстар ҙа бара алмаған урында ҡора. Өс-дүрт кеше тау башында оя тәңгәлләп ике йыуан, ҙур булмаған ҡаҙыҡ ҡаға. Уларҙың бере­һенә тәүге бауҙы бәйләйҙәр, икенсеһенә осона ултырғыс эшләп ҡалдырылған икенсе бауҙы урайҙар.
Ҡош аласаҡ кеше битен һәм яурындарын ҡалын үгеҙ тиреһе менән ҡаплап, кәрзин алып, ошо бауҙағы ултырғысҡа ултыра. Башҡалар бауҙы яйлап төшөрә. Оя янына еткәс, теге кеше өҫтәге юлдаштарына тауыш бирә һәм ипләп кенә ҡош балаларын ала. Ғәҙәттә, ошо ваҡытта уға ыласындар йә бөркөттәр һөжүм итә башлай. Уларҙың тырнаҡтары шул тиклем осло, көслө була, хатта кеше өҫтөндәге үгеҙ тиреһен дә йырта, ҡош алыусыны яралай. Лепехин үҙ яҙмаларында был процесс хаҡында: “Ҡыйыу башҡорттар ... үҙҙәренең ҡулда­рын, аяҡтарын һындыра, бәғзе берәүҙәре үлә”, – тип яҙа. Ҡоштарҙы алыуҙың ошо алымы башҡорт риүәйәттәрендә лә бәйән ителә.
Оло ҡоштарҙы ла, уларҙың йәш­тәрен дә башҡорттар яҙын тота. Ауланған бөркөттөң сира­ғына бер аршын оҙонлоғонда ҡайыш бәйләйҙәр. Ҡайыштың икенсе осо элмәк менән бөтә. Эл­мәккә ҡошто тотор өсөн оҙон нәҙек, әммә ныҡ ҡыл бау кейҙе­релә. Һу­нарсы оянан алынған себеш­тәрҙе, бер нәмә лә ашатмайынса, күпме­лер ваҡыт ситлектә тота. Ҡырағай ҡоштарға бер нисә көндән һуң ғына ҡош ите ашата башлайҙар.
Йәш бөркөттө ҡулға өйрәтер өсөн һунарсы уны көн буйы башынан, муйынынан һыйпап, үҙе менән йөрөтә. Бөркөт балаһы ике килограмдан да кәм тартмай, тимәк, уны көн буйы ҡулда йөрөтөү еңел булмай, шуға күрә һунарсы арығас та ҡошто бәүелсәккә ултырта. Бәүелсәк сәңгелдәп, ҡошҡа йоҡларға ирек бирмәй. Йоҡоһо туймаған һәм ас ҡош хужаһын яҡшыраҡ тыңлай.
Ҡош ҡулға бер аҙ өйрәнгәс, уны һунарға ылыҡтыра башлаған­дар. Бының өсөн һунарсы ҡошто таяҡҡа ҡуя ла үҙе өс-дүрт аҙымға алға китә. Бер нисә тапҡыр һыҙғырып, ул бөркөткә ит киҫәге күрһәтә. Ас ҡош шунда уҡ хужа­һының һуҙылған ҡулына осоп килә лә ит киҫәген ала. Йыш ҡына беренсе тапҡырҙан был килеп сыҡмаған, ләкин ҡоштоң янына ит алып барып биреү тыйыл­ған, сөнки ул саҡта йыртҡыс ҡош бер ҡасан да һунарға өйрәнмә­йәсәген оҫталар яҡшы аңлаған.
Өйрәтеүҙең башланғыс этабы үткәс, һунарсы яйлап үҙе менән ҡош араһындағы араны алыҫ­лаштырған. Хәҙер инде эйәләш­тереү эше йорт ихатаһында барған, ҡошто кәртәнең бер һайғауына ултырт­ҡандар. Был эште һунарсы ҡош уның һыҙ­ғырыуына күнеп, беренсе сигнал буйынса үҙенең ҡулына килгәнсе бик күп тапҡырҙар эшләгән.
Һунарсы ҡошҡа биреләсәк сей итте майҙан һәм һеңерҙән та­ҙартҡан, һыуыҡ һыуҙа сылатҡан. Яйлап уның көндәлек ашау нормаһын кәметә барғандар, ул ябыҡһын өсөн ашатыуҙы өс тап­ҡырҙан ике тапҡырға ҡалдыр­ғандар. Был йыртҡыс ауырлығын юғалтҡанға ҡәҙәр дауам иткән. Әгәр ул һимерә башлаһа, майһыҙ иткә күскәндәр. Ныҡ ябыҡһа, уны ҡырағай йәнлек, ҡош, бәләкәй хайуандарҙың ите менән туҡландырғандар.
Башҡорттарҙың бөркөт менән һунар итеү өсөн мөмкинлектәре булһа ла, һунарҙың был төрө таралып китмәй. Баш­ҡорттар өсөн бөркөттәрҙе йәрминкәләрҙә һатыу иҡтисади яҡтан күпкә килемлерәк була. Өйрәтелгән ҡоштарҙы икмәккә алыштырған осраҡтар әҙ булмай. Мәҫәлән, сауҙагәрҙәр ике бөркөт өсөн ике йөк бойҙай бирәләр. Бер бот арыш оно баҙарҙа 15 тин тороуын иҫәпкә алғанда, ҡош өйрәтеүсе бер ҡоштан 20 һум аҡса эшләй. Был бер центнер икмәк хаҡынан ҡиммәтерәк була. Бер ҡош хаҡына 80 бот бойҙай оно алырға була. Бына ни өсөн һунарға өйрәтелгән йыртҡыс ҡоштар, иң тәүҙә бөркөттәр, башҡорттарҙың башҡа халыҡтар менән сауҙа мөнәсәбәттәрендә мөһим урынды алып тора. П. Небольсин исемле кеше: “Урмандарҙа йәшәгән баш­ҡорттар, бөркөт һәм ыласындар­ҙы тотоп, уларҙы һунарға өйрәтеп, беҙҙең таможняны үткән бай ҡырғыҙҙарға һәм Урта Азия сауҙагәрҙәренә һата”, – тип яҙа.
Башҡорттар үҙ тауарҙары менән Ҡаҙағстан, Урта Азия далаларына ла йөрөй. Рәсәй һәм ҡаҙаҡ тарихи сығанаҡ­тарында ошоға дәлилдәр табабыҙ. Мәҫә­лән, ҡырағай ҡоштарҙы эйәләш­те­реүсе һәм өйрәтеүсе тигән дан алған Үҫәргән башҡорто, дан­лыҡлы Мәмбәттең улы Мөхәмәт­шәриф бөркөттәре менән дала­ларға барып һатыу иткән. Ғөмү­мән, өйрәтелгән Урал бөркөттәре Ҡаҙағстан менән Урта Азиянан тыш, Көнбайыш һәм Көньяҡ Себер халыҡтарында, Ҡытайҙа, Монголияла, Үҙәк Азияла ла “һунар итә”.
Шулай итеп, ҡош һатыу кәсебе үҫеүе арҡаһында башҡа тар­маҡтар ҙа үҫешә. Биге­рәк тә боронғо кәсептәр тергеҙелә. Бынан тыш, ҡош кәсепселеге иҡти­сади мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә лә үҙ ролен ин­дерә, бигерәк тә ауыл кешеләренә ярҙам була был, ләкин бөркөттәр һаны ла кәмей башлай, ә ҡоштарҙың хаҡы арта. Бер аҙҙан был кәсеп төрө тарихта ғына тороп ҡала.
Ҡош сөйөү – башҡорттарҙың бо­ронғо шөғөлө. Был турала кә­мендә ике факт һөйләй. Берен­се­нән, ҡайһы бер башҡорт ырыу­ҙа­рында һаҡланған боронғо ғөрөф-ғәҙәт – кәләш алырға тейешле егет­тең, өйләнер алдынан, ҡыра­ғай ҡошто эйәләш­тереп, уны һу­нарға өйрәтергә тейешле­генән ғибәрәт йола. Икенсенән, халыҡ­тағы ҡош, бигерәк тә бөркөт культы, башҡорт телендә ҡош сөйөүгә һәм ҡырағай ҡоштарға бәйле тер­миндарҙың, шулай уҡ топонимик исемдәрҙең күп кенә булыуы.
Автор: С. НӘЗИРОВ.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

“Урал батыр” – Ҡөрьән аяттарында
19.01.2018 // Башҡорт донъяһы // "Башҡортостан" гәзите
“Урал батыр” – Ҡөрьән аяттарындаЙәмғиәттең бөтә ҡатламдарына үтеп ингән рухи сирҙең иң аҙған осоронда йәшәйбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ бындай сирҙән арыныу дауаһын сер һандығында һаҡлаған. Был – “Урал батыр” ҡомартҡыһы. Уның кешелек донъяһы өсөн уртаҡ рухи байлыҡ икәнлеген үҙебеҙ генә таныу аҙ, уны башҡаларға танытыу ҙа зарур. Иң боронғоларҙан һаналған даосизм, Будда диненең нигеҙ ташын тәшкил иткән йога тәғлимәте тураһында мәғлүмәт туплаған, башҡа донъяуи диндәр өсөн изге һаналған Әт-Таурат, Әз-Зәбүр, Әл-Инжил, Изге Ҡөрьән китаптарына керәсәк һүрәтләүҙәрҙе үҙ эсенә алған әҫәрҙең, ысынлап та, тамырҙары бик тәрән һәм Ер йөҙөндәге барса халыҡтар өсөн уртаҡ! Был эҙләнеүебеҙҙә халҡыбыҙҙың иң боронғо рухи ҡомартҡыһындағы һүрәтләүҙәрҙе һуңғараҡ ситтән үҙләштергән Ислам диненең Изге китабы Ҡөрьән-Кәримдәге аяттар менән уртаҡлыҡтарын табыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ, сөнки кешелектең башланғысы бер төптән булыуын дин һәм фән бөгөн берҙәй таный.

Тәүҙә ошоға дәлил аяттарҙы килтерәбеҙ Ҡөрьәндән:
“Әгәр Алла теләһә, Ул һеҙҙе бер өммәт яһаған булыр ине...” (“Әш-Шура” (Кәңәш) сүрәһе, 8-се аят).
“Кешеләр бер генә өммәт ине, әммә бүленделәр...” (Йунус (Юныс) сүрәһе, 19-сы аят).
“Һәр өммәт өсөн Беҙ улар тотҡан ғибәҙәт ҡылыу йолаһы яһаныҡ...” (“Әл-Хадж” (Хаж) сүрәһе, 67-68-се аяттар).
“Беҙ үҙебеҙҙең аяттарыбыҙҙы Уның хаҡ икәнлеге уларға аңлашылғанға тиклем илдәрҙә һәм уларҙың үҙҙәрендә күрһәтәсәкбеҙ...” (“Фуссыиләт” (Асыҡ аңлатыуҙар) сүрәһе, 53-сө аят).
Ер шарында миллиардтарса йыл йәшәү дәүерендә унда әллә күпме цивилизациялар булыуы һәм юҡҡа сығыуы тураһында мәғлүмәтте Ҡөрьән-Кәрим түбәндәге аят аша аңлата:
“Беҙ уларҙың барыһын да гонаһтары өсөн тоттоҡ. Уларҙың ҡайһыларына өйөр­мә ебәрҙек, һәм ҡайһы берҙәрен көслө тауыш алды, һәм уларҙың ҡайһы берҙәрен ерҙән йотторҙоҡ, ҡайһыларын һыуға батырҙыҡ. Алла уларҙы йәберләүсе булманы, улар үҙ-үҙҙәренә золом ҡылды”. (“Әл-Ғәнкәбут” (Үрмәксе) сүрәһе, 40-сы аят).
“Беҙ үҙ рәсүлдәребеҙҙең береһе артынан икенсеһен ебәрҙек. Өммәткә рәсүле килгән һайын, улар уны алдаҡсыға һананы, һәм беҙ уларҙы бер-бер артлы ебәрҙек һәм уларҙы хикәйәләр иттек. Дөмөкһөн иманға килмәгән ҡәүем!” (“Әл-Муъминун” (Иман килтергән кешеләр) сүрәһе, 44-се аят).
Ҡобайырҙың башында уҡ ошондай донъяуи ваҡиғаларҙың сираттағы береһенән һуң Ер йөҙөндә тормош өр-яңынан башланыуы тураһында бәйән ителә. Был осраҡта кешелек хәтеренән унан алдағы цивилизация тураһында мәғлүмәт юйҙырылған:
Был ҡарт менән был ҡарсыҡ
Ҡайҙан бында килеүен,
Ата-әсә, ер-һыуы
Ҡайҙа тороп ҡалғанын
Үҙҙәре лә онотҡан.
Икәүҙән-икәү шул ерҙә
Башлап ғүмер һөргәндәр...
Алдағы цивилизация үҙләштергән кире тормош тәжрибәһе заман ахырында кешелек хәтеренән юйҙырылғанға күрә, һәр яңыһы Аллаһы Тәғәләнең ижадынан – кешене бар ҡылыуҙан башланыр:
Һәм уның аяттарынан: Ул һеҙҙе тупраҡтан барлыҡҡа килтерҙе, шунан һеҙ, кеше булғас, таралыштығыҙ.
Һәм уның аяттарынан: “Ул һеҙҙең өсөн, һеҙгә бергә тороу өсөн, үҙегеҙҙән ҡатындар барлыҡҡа килтерҙе, арағыҙҙа мөхәббәт һәм рәхмәт яһаны”.
Һәм уның аяттарынан: “Күктәрҙе һәм Ерҙе барлыҡҡа килтереү, һеҙҙең телдәрегеҙҙең һәм төҫтәрегеҙҙең төрлө булыуы. Ысынлап та, белгән кешеләргә бында аят бар!” (“Әр-Рум” (Румиҙар) сүрәһе, 20-21-се аяттар).
Кешелектең уртаҡ йорто – Ер йөҙөндә илдәрҙең, йолаларҙың күп төрлө буласағы тураһында ап-асыҡ мәғлүмәтле боронғо әҫәр был айырымлыҡтың мәңге түгеллегенә лә ишара яһай. Ҡасандыр халыҡтар уларҙы шомландырыр, үҙ-ара дошманлаштырыр, һәләкәткә алып барыр сәбәптәрҙең айышына төшөнөр, бер иманға килер, хаҡ диндә берләшер көндәр буласағына ла ышандыра уҡыусыһын. Ә Изге Ҡөрьән ошо турала түбәндәге аяттары менән инандырыр әҙәмдәрҙе:
“Эй, һеҙ, рәсүлдәр! Хәләл нәмәләрҙе ашағыҙ, изге эштәр ҡылығыҙ, ысынлап та, һеҙ эшләгән нәмәләрҙе Мин белеп торам! Һәм, ысынлап та, был өммәтегеҙ – бер өммәт, һәм Мин – һеҙҙең Раббығыҙ, минән ҡурҡығыҙ! Улар үҙ дин эштәрен ваҡ-ваҡ итеп киҫәктәргә айырҙы, һәр фирҡә үҙендә булған нәмәгә шатлана. Уларҙы ваҡытына тиклем аҙашыуҙарында ҡалдыр”. (“Әл-Муъминун” (Иман килтергән кешеләр) сүрәһе, 51–54-се аяттар).
“Беҙ һине хаҡлыҡ менән һөйөнсөләүсе һәм өгөтләүсе итеп ебәрҙек. Үҙенә өгөтләүсе-иҫкәртеүсе ебәрелмәгән бер халыҡ юҡ!” (“Фатир” (Барлыҡҡа килтереүсе) сүрәһе, 24-се аят).
Эпостан күҙаллауыбыҙса, Йәнбирҙе һәм Йәнбикә Илаһ бар ҡылған тәбиғәттең үҙе менән бөтөн берлектә, тәбиғи шарттарға ысын мәғәнәлә яраҡлашып ғүмер итә. Эпоста тәү кешеләр Таҡ менән Йоптоң исемдәре бер үк тамырҙан: “йән” – донъяны бар иткән Илаһтың матдәләргә өргән һәм йәшәргә һәләтлелек биргән ҡеүәт көсө:
“Һеҙҙе Ул бер йәндән барлыҡҡа килтерҙе, шунан уға унан ҡатынын яһаны, һәм һеҙгә һигеҙ ишле мал төшөрҙө. Ул һеҙҙе әсәләрегеҙҙең ҡарынында бер-бер артлы барлыҡҡа килтереү менән өс ҡараңғылыҡта барлыҡҡа килтерә. Ошо – Алла, һеҙҙең Раббығыҙ. Батшалыҡ – Уныҡы. Унан башҡа Илаһ юҡ! Ҡайҙа боролаһығыҙ һеҙ?” (“Әз-Зумар” (Төркөм­дәр) сүрәһе, 6-сы аят).
“Эй, һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән ҡатындан барлыҡҡа килтерҙек. Бер-берегеҙҙе белер өсөн һеҙҙе халыҡтар һәм ҡәбиләләр яһаныҡ. Арағыҙҙан Алла ҡаршыһында иң хөрмәтле – иң тәҡүәлегеҙ. Алла, ысынлап та, белә, хәбәрҙар!” (“Әл-Худжурат” (Бүлмәләр) сүрәһе, 9–13-сө аяттар).
Аллаһы Тәғәләнең ризалығына күрә, был икәү “ауырыу-һыҙлау күрмәй, үлем барлығын белмәй”, тәбиғәттә башҡа йән эйәләре менән бергә бик килешеп, бер бөтөндө тәшкил итеп йәшәй бирәләр:
Ҡошҡа шоңҡар сөйөргә,
Суртан арбап балыҡҡа,
Эт өскөтөп йәнлеккә
Ыҙалау ни – күрмәгән;
Шоңҡар, эткә, арыҫланға,
Өмөт бәйләп суртанға,
Һунарында интекмәй –
Теш-тырнағы – ҡоралы,
Үҙ ҡулында теләге,
Һис тә талмай беләге,
Һис аҙамай йөрәге...
Был һигеҙ ишле мал тураһында мәғлүмәт эпоста ҡат-ҡат ҡабатлана, улар – тәү кешеләр Йәнбирҙе менән Йәнбикәгә хеҙмәт итеүсе йән эйәләре (йәнлек, януарҙар) булыр:
Менәренә – арыҫланды,
Балығына – суртанды,
Ҡошҡа сөйгән шоңҡарҙы,
Эте тотҡан йәнлекте,
Ҡан һурырға һөлөктө
Үҙ иштәре яһаған.
Эпостың аҙағында кешегә хеҙмәт итеүсе йән эйәләренең һаны арта төшә:
...Һомай түҙмәй осҡан, ти,
Бер килгән, ти, киткән, ти;
Тыныс ил, тип, берәмләп,
Ҡош-ҡорттарҙы эйәртеп,
Үҙ артынан эркелтеп,
Тағы Уралға килгән, ти;
Шуға эйәреп Уралда
Ҡош-ҡорт йәнлек тулған, ти.
Ҡоштар киткәнен белгәс,
Тыныс ил тип ишеткәс,
Ҡатил үгеҙе, тоҡомон
Үҙе башлап эйәртеп,
Данлы Урал буйында,
Йәмле Урал ҡуйынында
Бергә ғүмер һөрәм, тип,
Урал буйына килгән, ти,
Кешегә буй биргән, ти.
Аҡбуҙат та ил гиҙеп,
Йылҡы тоҡомон йыйып,
Бар йылҡыға баш булып,
Барып алып килгән, ти.
Кешеләргә ылығып,
Менәренә ат булып,
Йылҡы түлләп киткән, ти.
Билдәле булыуынса, тәбиғәттә ярашып йәшәүсе үҫемлектәргә, йәнлектәргә һәм кешегә бирелгән йәшәүгә һәләтлелек өс таяуға нигеҙләнгән: үҙ-үҙеңде һаҡлай алыу; үҙ-үҙеңде тәьмин итеү; тоҡомоңдо, киләсәк быуыныңды, нәҫелеңде дауам итеү.
Ошо өс һәләтте үҙенә буйһондороп ҡулланһын өсөн барса тере есемдәргә лә, уларҙың үҫеш кимәленә ҡарап, Илаһ тарафынан, өҫтәп, аң да бирелгән. Мәҫәлән, үҫемлектәргә йәшәү рәүешен тәьмин итер өсөн бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөү хәжәте юҡ. Шуға күрә уларҙың аңы бер нөктәгә тупланмай, киреһенсә, үҫемлекте уратып алған арауыҡ ҡабында, киңлектә тигеҙ таралып, тамыр–олон–ботаҡ–япраҡ–сәскәнең үҙ-ара бәйләнешен тәьмин итеүгә һәм бер үк ваҡытта уларға күрше булған башҡа үҫемлектәр менән ярашып көн күреүгә сарыф ителә.
Хайуандар донъяһында йәшәүгә һәләтлелек ҡатмарлыраҡ шарттарға ҡулайлашҡанға күрә, аң, юғарыраҡ кимәлгә күтәрелеп, баш мейеһендә туплана. Уның был осраҡтағы тәғәйенләнеше – йән эйәләренә хас тәбиғи һиҙгерлек, тойомлау аша уларҙы уратып алған мөхит тураһындағы мәғлүмәтте үҙләштереү һәм шуларға яраҡлашыу һәләтен тәьмин итеү.
Кешенең дә есеме, тән ҡоролошо хайуандыҡынан әллә ни айырылмай, ләкин уға тейешле аң кимәле – Илаһтың мөғжизәүи бүләге. Донъя яратылғанда ир енесе беренсел булғанға күрә, зиһен, аң кимәле уларҙа нығыраҡ үҫеш кисергән. “Ҡәмәрҙең һиммәте – ҡашында, ирҙең ҡиммәте – башында”, – ти был турала халыҡ мәҡәле. Шуға күрә, Йәнбирҙе менән Йәнбикә иркәк хайуандың баш мейеһен ашап, үҙҙәрендә тәбиғи уй-фекергә һәләтлелекте үҫтереп, аң кимәлен юғары тотоуҙы маҡсат итеп ҡуйған булып сыға.
Билдәле булыуынса, кешелек донъяһы ғаләмдә аң кимәленең үҫеше буйынса алға киткән берҙән-бер донъя түгел. Был баҫҡыста аң кимәле буйынса кешенән үрҙәрәк торған йән эйәләре бар, тиҙәр.
Ул кешене сүлмәк яһай торған балсыҡ кеүек яңғырауыҡлы мәтенән яратты һәм ендәрҙе саф ут ялҡынынан яратты (“Әр-Рәхмән” (Шәфҡәтле) сүрәһе, 14-15-се аяттар).
Йога тәғлимәте өйрәткәнсә, кимәле буйынса ер элементы (тупраҡ, балсыҡ, ҡом) һыу һәм уттан түбәнерәк икәнлеге билдәле. Эпостан күҙаллауыбыҙса ла, ошо йән эйәләренең бар булмышы утҡа бәйле, шуның менән улар кешенән көслөрәк:
Күккә олғашҡан ҙур тауҙай
Ҡара күргән алдында,
Нәжәғәйҙәй ялтыраған
Ут уйнай, ти, янында.
Күк томандар ҡаплаған,
Ут һөрөмө бөркөлгән
Нәмә күргәс юлында,
Урал: “Ни?”– тип һораған.
“Һарайҙарҙы һаҡлаған,
Тау түгел ул, йылан”, – тип
Зәрҡум уны аңлатҡан.
Юғары Аңға тоташҡан һәм бик күп төрлө кимәлдәге башҡа Йыһан вәкилдәре йышыраҡ осраҡта кешегә ҡарата ыңғай мөнәсәбәттә түгел икән. Был турала һуңғараҡ Изге Китап Ҡөрьәндә лә мәғлүмәт буласаҡ:
Һәм Беҙ кешене яңғырап торғандан, һүрәткә килтерелгән балсыҡтан яралттыҡ! Һәм Беҙ элек ендәрҙе эҫе утынан бар иткәйнек. Бына Раббың фәрештәләргә әйтте: “Мин яңғырап торғандан, һүрәткә килтерелгән балсыҡтан кеше яһайым, һәм Мин тигеҙләгәс һәм Үҙемдең рухымдан өргәс, уға сәждә ҡылып, йөҙтүбән йығылығыҙ!” Һәм фәрештәләр барыһы ла сәждә ҡылды, Иблистән башҡа. Ул сәждә ҡылыусылар менән бергә булыуҙан баш тартты. Ул: “Эй, Иблис! Нимә булды һиңә, сәждә ҡылыусылар менән бергә булманың?” – тине. Ул: “Яңғырап торғандан, һүрәткә килтергән балсыҡтан яралтҡан кешегә мин сәждә ҡылыусы булмаясаҡмын”, – тине. Ул әйтте: “Бынан сығып кит! Һин – таштар менән атылған. Һәм, ысынлап та, Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр һиңә ләғнәт! Ул: “Раббым! Кешеләр ҡәберҙәренән ҡуптарыласаҡ көнгә тиклем мине кисектер”, – тине. Ул әйтте: “Ысынлап та, һин – кисектерелгәндәрҙән – мәғлүм ваҡыттың көнөнә ҡәҙәр”.
Ул әйтте: “Раббым! Һин мине яҙҙырған өсөн мин уларға Ер йөҙөндәге булған нәмәләрҙе зиннәтләп күрһәтермен һәм барыһын да юлдан яҙҙырырмын, ҡолдарыңдан ихлас күңеллеләренән башҡаһын”.
Ул әйтте: “Был – минең өсөн тура юл, ысынлап та, Минең ҡолдарым – юлдан яҙып һиңә эйәргәндәрҙән башҡа, һиңә улар өҫтөнән хакимлыҡ итеү булмаҫ (“Әл – Хиджр” (Әл-Хижер) сүрәһе, 26 – 42-се аяттар).
Иҫтәренә төшөр, иҫкә төшөрөү – ул иман килтергән кешеләргә файҙа итә! Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн барлыҡҡа килтерҙем. Мин уларҙан һис бер ризыҡ теләмәйем, һәм Мине туйҙырыуҙарын да теләмәйем (“Әҙ – Ҙәрийәт” (Елгәреүселәр) сүрәһе, 55–57-се аяттар).
Автор: Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Бүректәр
17-01-2018// Йәмғиәт // "Башҡортостан" гәзитенән
БүректәрБеҙ хәҙер аяғыбыҙға ла, башыбыҙға ла сит илдә етештерелгән кейем-һалым алырға тырышабыҙ. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, халҡыбыҙҙың бына тигән үҙенсәлекле кейем өлгөләрен күрербеҙ.

Көн-төн эштә булып, йәйәү йөрөүгә ҡара­ған­да, һыбай хәрәкәт итеүҙе хуп күргәнгә, баш­ҡорт ирҙә­рендә башын ел-һыуыҡтан һаҡлау мохтажлығы ҡа­тын-ҡыҙҙарҙыҡына ҡа­ра­ғанда нығыраҡ булған. Шуға ла ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙың байрамса баш кейем­дәре, би­ҙәүес­тәре, ә ирҙәрҙең көндәлек баш кейеме төрҙәре күберәк.
Һүҙ бүректәр хаҡында барасаҡ. Башҡа баш ке­йемдәре һымаҡ уҡ, улар ҙа бейек ҡы­йыҡлы булған. Ғө­мүмән, ни өсөн баш­ҡорттоң милли баш кейем­дәренең формаһы бейек булған һуң? Был һорауға яуапты ата-баба­ларыбыҙҙың көнкүреш шарттарынан эҙләргә кәрәк. Ирҙәр һунарға йөрөгән, көтөү көткән, сит яҡтарҙа хеҙмәт иткән. Тиренән йәки ке­йеҙ­­ҙән тегелгән баш кейемдәре елдән һәм һы­уыҡ­тан һаҡлаһа, бейек ҡыйығы эсендәге һауа тир­ләргә бирмәгән, был – үҙенә күрә гигиена сараһы.
Әйткәндәй, шул уҡ сәбәптән ир-ат бер ҡа­сан да оҙон сәс үҫтермәгән. Аҙналар, айҙар буйы ситтә йөрөгәндә, ундай сәсте нисек тәр­биәләмәк кәрәк? Шуға ла ҡайһы бер клип­тарҙа оҙон сәсле башҡорт егеттәрен күрһә­тәләр икән, был – тупаҫ хата, сөнки беҙҙең ата-бабаларыбыҙ таҙалыҡҡа бик ҙур иғтибар биргән. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: башҡорт ирҙәре башын гел түбәтәй менән ҡаплаған, уны бүрек аҫтынан да кейер булған.
Әгәр ҡолаҡсын һәм көләпәрәлә ҡалыплаш­ты­рылған бер форма һаҡланып килһә, бүрек­тәрҙең төрҙәре иҫ киткес күп. Байрамдарға ҡама бүрек, ҡам­сат бүрек кейер булғандар. Ҡара төлкөнән тегелгәне бигерәк тә затлы һаналған. Был йәнлек һирәк осрағанлыҡтан, ул иң ҡиммәтле бүләктәрҙең береһе булған, һабантуй ярыштарында еңеүселәргә бирел­гән. Ябай төлкөнән тегелгән бүректе иһә бөтә төбәктәрҙә лә кейгәндәр. Улар шулай уҡ бүре, аҡ төлкө, ҡуян һәм тейен тиреһенән тегелгән, көндәлек кейә торғандары һарыҡ тиреһенән булған.
Тире бүрек бейек, өҫкә табан киңәйтелеп тегел­гән тирәсле, яҫы, бәрхәт йәки тула ме­нән ҡапланған ҡыйыҡлы. Эсенән һарыҡ тиреһе менән йылытылған. Бындай баш кейеме бик матур булған, затлы тире күҙ яуын алып торған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы ла ошон­дай формала булған.
Күбеһенсә бүректәр һарыҡ тиреһенән те­гелгән, уларҙы ҡыш та, йәй ҙә кейгәндәр. Ти­ре­һе эскә ҡа­ратып бейек итеп тегелгән, тула, бәрхәт менән көпләнгән, тирәсе тире ме­нән би­ҙәлгән. Ҡыйығына уҡа йәки төҫлө таҫма ҡу­йылған. Әлбиттә, ҡарауға ҡайты­шы­раҡ күренһә лә, көпләнгән бүректәр ҡул­ланыуға уңайлыраҡ булған, туҙып бармаған.
1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан баш­ҡорттар төшөрөлгән һүрәттәрҙә тағы бер төр бүрек­тәрҙе күрергә мөмкин. Улар бейек конус форма­һын­да, өҫ яғы туҡыма менән ҡап­ланған, тирәсе тиренән тегелгән. Уға оҡ­шаш баш кейеме үзбәктәр­ҙә һәм тажиктарҙа һаҡлан­ған һәм “кулох” тип атала. Был баш кейеме баш­ҡорттарҙа ла киң таралған.
Ғөмүмән, халҡыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған кейем-һалымды заманға яраҡлаш­тырып үҫтер­гәндә, милли асылыбыҙ күҙгә бәрелеп торор ине.
Автор: С. НӘЗИРОВ.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

“Ҡара генерал” эҙҙәренән...
16-01-2018 // Йәмғиәт // "Башҡортостан гәзитенән
“Ҡара генерал” эҙҙәренән...Ниһайәт, ҡаһарман Даян Мурзин эҙҙәре буйлап сәйәхәт ҡылырға мөмкинлек тыуҙы. Билдәле, сәфәр байтаҡ сығым талап итә. Бының өсөн ваҡыт та, аҡса ла кәрәк, ләкин уның бер ыңғай яғы бар: һәр береһе матур осрашыуҙар, тәьҫораттар бүләк итә. Иң мөһиме – Тыуған илемдән ситтә йәшәһәм дә, халҡыма яҡташыбыҙ эҙҙәрен һаҡлаған элекке Чехословакия иле һәм ундағы кешеләр хаҡында һөйләй алам. Был – үҙе ҙур бәхет, минеңсә.


2017 йыл Европа тарихында ҡоролоҡ осоро булараҡ хәтерҙә ҡалды, сөнки апрелдән алып сентябрь урталарына тиклем ямғыр яуманы. Йәй буйына тропик эҫелек торҙо, шул сәбәпле көҙгә бар нәмәгә хаҡтар артты. Сентябрҙең 15-тәрендә, киреһенсә, туҡтауһыҙ ямғырҙар ҡоя башланы, шуға халыҡ әбейҙәр сыуағы булмаҫ инде тип өмөтһөҙлөккә бирелде. Иллә-мәгәр октябрҙең икенсе ун көнлөгө иҫ киткес йылы һәм матур торҙо – быны синоптиктар ҙа әбейҙәр сыуағы башланды тип нарыҡлағас, халыҡ бәшмәккә сыҡты. Көндәрҙән бер көндө хәләлем Владимир менән кәңәшләштек тә Бескид тауҙарына сығып киттек.
Бескид тауҙары Брнонан ике йөҙ километр самаһы алыҫлыҡта. Тотош Европалағы кеүек Чехияла ла дәүләтте бүлеп идара итәләр – Бескид тауҙары илдең Оломоуц крайына ҡарай – шуға Простеов аша туп-тура Оломоуц ҡалаһына йүнәлдек.
Куновице, Валашске-Мезиржичи, Кечи, Баник Острава, Всетин, Злин, Велке Карловице, Челадна, Пшеров, Кромержиж, Банска-Быстрица, Быстрица, Дольни Бечва, Чертов Млин, Дольни Пасека исемле ауыл-ҡалаларын уҙабыҙ – уларҙың барыһын да Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Гитлерҙың яратҡан генералы Шернер үҙенең бер меңлек ғәскәре менән дер ҡалтыратып тотҡан. Ошо ауыл-ҡалаларҙың барыһының да Ян Жижка исемендәге партизандар бригадаһына бәйләнеше бар. Тик уларҙың барыһын да йөрөп сығыу өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк булыр ине.
...1944 йыл 23 йәшлек тәжрибәле яугир Даян Мурзин өсөн айырыуса иҫтәлекле була: ошо йылдың көҙөндә уны словак егете Ян Ушиякты һәм улар менән бергә әҙерлек үткән, башлыса словактарҙан торған 200 кешелек отрядты Словакияға ташлайҙар. Маҡсат бер – улар Чехия менән Моравияға үтеп инергә һәм партизандар хәрәкәтен ойошторорға тейеш. Ә был ваҡытта фашистар Чехия менән Мораваны (Морава – Чехия һәм Словакиялағы иң ҙур йылға, шуға күрә ошо тирәләге ерҙәрҙе Морава ере йәки Моравия тип атайҙар) һәм уның сиктәрен бик ныҡ һаҡлай һәм үҙҙәренең ере тип иҫәпләй. Әлбиттә, бөтөнләй икенсе географик пояста ятҡан Көнбайыш иленә аяҡ баҫҡан Даян Баян улы һәм уның иптәштәрен әҙәм аяғы баҫмаған һаҙлыҡтар, ҡуйы урманлы тауҙар, һөттәй аҡ томандар һәм көҙгө еүеш һауалы тәбиғәт ҡаршы алған. Һәр партизанда – миналар, боеприпас, аҙыҡ-түлек һалынған артмаҡлы тоҡсайҙар, автомат, бысаҡ һәм шәхси әйберҙәре булыу өҫтөнә, алмашлап пулеметтар менән рацияны ла үҙҙәре үк ташыған. Улар төшкәндә өҙлөкһөҙ көҙгө ямғырҙар яуған. Ә Чехияла көҙгө ямғыр бер яуа башланымы, туҡтатырмын тимә. Тирә-яҡты ауыр һоро болоттар ҡаплап ала ла ҡоя ла ҡоя ғына. Партизандар, еүешләнеүҙәренә ҡарамаҫтан, хатта усаҡ яғып йылына, кибенә лә алмаған. Урманда ҡысҡырып һөйләшеү, көлөшөү рөхсәт ителмәгән, сөнки тирә-яҡты немецтар уратып алған – әленән-әле автомат тауыштары, пулеметтар таҡылдауы ишетелгән. Тик етенсе тәүлектә генә партизандар төндә Вах (Ваһ) йылғаһына барып етә һәм, хәлдәре бөтөүгә ҡарамаҫтан, ҙур ауырлыҡтар менән киң йылғаны йөҙөп сығып, Банска-Штьявница ауылына барып етә. Ара-тирә эшелондар үтеп торған күперҙе немецтар ныҡ һаҡлаған – шуға күпер аша сығыу бөтөнләй мөмкин булмай.
Яҡташыбыҙ үҙенең партизанлыҡ эшмәкәрлеген Дольни Пасека тигән бәләкәй генә ауылда башлай. Уларҙы беҙҙә утар тип атайҙар. Тауҙарҙа йә тегендә, йә бында ике-өс, тағы ла арыраҡ бер нисә өйҙән генә торған ауылдар осрауы мөмкин. Тауҙарҙа ҙур ауылдар бөтөнләй булмай, шуға бындағы ике-өс кенә өйҙән торған урынды ла ауыл тип атайҙар. Дольни Пасека, мәҫәлән, ошондай ябай ғына бер ауыл. Әйткәндәй, тауҙарҙа ҙур ҡалалар төҙөүе лә еңел түгел. Шунлыҡтан Чехияла һәм Словакияла ҡалалар ҙа ҙур түгел. Ауылдарҙың тағы ла бер үҙенсәлеге – уларҙың бер төрлө исемле булыуында. Беҙҙәге Түбәнге Әрмет, Әрмет-Рәхим тигән ауылдар төҫлө, уларҙа ла Дольни Бычва (Түбәнге), Нижни Бычва (Аҫҡы), Стжедни Бычва (Урта) тигәндәре бар. Башта был хәл партизандарға ла ауырлыҡтар тыуҙырған. Ә һуғыштан һуң бер төрлө исемле ауылдарҙы уларҙың ниндәй окресҡа (районға) ҡарауына ҡарап билдәләй башлайҙар. Балтика буйында ла ауылдар бәләкәй генә, хатта тигеҙ ерҙә йәшәһәләр ҙә.
Егеткә Бескид тауҙарында йүнәлеш алыу өсөн башта бик ауыр булған, етмәһә, сит телде яҡшы белеү кәрәк булған. Отряд башлыса чехтар, словактар, совет һалдат­тарынан торған. Көнбайыш Европала Рәсәй­ҙән сыҡҡан барлыҡ кешеләрҙе лә рустар тип йөрөтәләр, шуның кеүек һуғыш ваҡы­тында бөтә һалдаттарҙы ла урындағы халыҡ рустар тип атаған. Мин партизандар хаҡын­да байтаҡ китап, мәҡәләләр уҡыным. Унда күптәр Даян Мурзинды рус булған тип яҙа.
Бындағы тауҙар сиркәү көмбәҙенә оҡшаш булып, береһе тамамланһа, икенсеһе башлана һәм шулай бер-береһенә тоташа барып, байтаҡ ҙур территорияны биләйҙәр. Шул арҡала Бескид тауҙары Чехия, Словакия, Польша еренә лә, хатта бер осо Украинаға барып тоташа. Иң бейек түбәһе – Лысая гора, йәғни “Яланғас тау” – диңгеҙ кимәленән 1 323 метр бейеклектә ята. Тау ҡуйы ҡарағай урманы менән ҡапланған, ни өсөн шулай аталғандыр, аңлатыусы табылманы. Чех телендә был һүҙ “Лиси һора” тип әйтелә, йәнә лә чехтарҙа “г” хәрефе урынына украиндарҙағы кеүек “һ” ҡулланыла.
Беҙҙәге кеүек, чех ерендә лә һәр тауға бәйле легендалар бар. Мәҫәлән, Радгошт тауының башында ҡасандыр ҡояш, һуғыш һәм Еңеү аллаһы йәшәгән тип иҫәпләнә. Әгәр ҙә илгә һуғыш, бәлә килә икән, ошо тау аҫтында йәшәгән ҡояш яугирҙәре сығасаҡ та, илде бәләнән ҡотҡарасаҡ, ти. Радгошт тауын борон-борондан изгеләштергәндәр, шуға тау башына костел (сиркәү) төҙөп ултыртҡандар, ә тауҙың бейеклеге – 1129 метр!
Әйткәндәй, Радгошт тауына ла, башҡаларына ла Устевен ауылынан башланған ғәйәт ҙур һәм төрлө-төрлө маршруттар буйынса тауҙарҙан-тауҙарға һуҙылған аҫылмалы арҡандар буйлап һауала сәйәхәт итергә мөмкин. Минең йәштә, әлбиттә, уның буйлап һауала сәйәхәт итеү өсөн тәүәккәллек кәрәк, шуға иптәшем дә, үҙем дә тәпәйҙәребеҙ иҫән булһын, тип көлөштөк тә, йәйәү йөрөүҙе хуп күргәнгә күрә, тәҡдимдән баш тарттыҡ. Княгиняға (1276 метр) менеп етә алһаҡ та ярай әле, хәл етер­ме-юҡмы, уныһын белгән юҡ. Әгәр иртән­ге 7-лә тороп юлда килеүебеҙ, арыу ҡамасауламаһа, маҡсатҡа өлгәшелер ҙә, бәлки.
Княгиня тауына күтәрелеү Торатау башына менеү түгел икән шул: башта машина менән тау итәгендә урынлашҡан һуңғы ауыл – Устевенға мендек, ары юл юҡ. Ауыл ҙур түгел, утыҙынсы йылдарҙа уҡ төҙөлгән юлаусылар йорто, хәҙер ресторан-отель, әллә ҡайҙан балҡып ҡаршы ала. Тик өс ҡатлы ағас йорт янып юҡҡа сыҡҡас, уны Чехияла билдәле архитектор Д. Юркович элек нисек булған, шулай яңыртып төҙөп ултыртҡан. Бынан тыш ул – Лугачовице ҡалаһының да авторы. Устевен халҡы туризмдан килгән аҡсаға йәшәй. Ауылға илткән юл бик тар, әгәр ҡаршыға берәй машина килә икән, бер-береһенә юл бирәләр. Аҫҡа ҡараһаң, ҡот осорлоҡ! Юлдың ике яғы ла ҡуйы төҙ ҡарағайҙар менән ҡапланған упҡын – башҡа бер ниндәй ҙә юл юҡ. Упҡында кем урман ҡырҡһын? Ҡайҙа ҡарама – урман да урман, бер генә тау башы ла беҙҙәге кеүек яланғас түгел.
Туристар ифрат күп, хатта урман араһында ла аҙым һайын осрап торалар. Тауға барыһы ла йәйәү үрләй, машина түгел, ат егеп тә үтерлек түгел. Устевен кемпында иһә машина ҡуйыр урындар бөткәйне. Шулай ҙа кире боролманыҡ, кемп хужаһына “партизандар эҙенән йөрөйбөҙ, Рәсәй журналисымын” тип аңлатҡас, ҡуйы ағаслыҡ төбөнә ҡуйырға рөхсәт итте. Аҙыраҡ ҡына ҡурҡытһа ла, ҡуйҙыҡ, башҡаса сара юҡ. Ни өсөн ҡурҡыта тим, бында йыл әйләнәһенә талпандар әүҙем – климат йылы булғас, улар ҙа яраҡлашҡан. Минус 10-15 градус һыуыҡ булмай тороп тынысланмайҙар. Кемп хужаһы, берәй машина китһә, урынына ултырығыҙ, тигәйне. Ысынлап та, ике сәғәттән бер “Мерседес” ҡуҙғалғас, беҙҙең бәхет сәғәте ҡалҡты, ниһайәт, беҙ ҙә урынлы булдыҡ.
Княгиня тауына тик Устевен аша ғына менеп була икән, башҡа юлдар юҡ. Юл буйында урманда һеләүһен барлығын белдергән ағас һәйкәлде күргәс, шөрләнек, әлбиттә. Етмәһә, кисә генә радионан Германия сигенән Чехияға алты бүре сыҡҡанын хәбәр иттеләр. Йән табанға төшкәндәй булһа ла, партизандар эҙенән йөрөгәс, ҡыҙыҡһыныу ҡурҡыуҙы еңде кеүек. Тауҙарҙа юл түтә түгел. Устевен ресторанында словактарҙың һалушки тигән сырынан һәм туҡмастан әҙерләнгән милли ризыҡтарын, фргал тигән бәлештәренән ауыҙ иткәс, юлға сыҡтыҡ. Владимир – кофе, мин ҡара сәй эскәс, бермә-бер күңел күтәрелде. Шулай ҙа тауға менер алдынан урындағы берәй кеше менән кәңәшләшеп алыуҙы кәрәк табып, ресторан янында утын ярған ир менән һөйләшеп киттек. Бындағы йола буйынса ҡул биреп күрештек. Исемен Ян Адамек тип таныштырған әңгәмәсебеҙ асыҡ күңелле булып сыҡты. Ғүмер буйы ошонда йәшәй, ошо ресторан хужалығында эшләй икән. Маҡсатыбыҙҙы еткергәс, йөҙөндә яҡты нур балҡыны.
– Бәй, беләбеҙ, уны минең олатайым ҡотҡарған бит! – тине.
– Ысынлапмы, Ян? Олатайыңдың исеме кем?
– Сватополк Купшивый. Хәҙер күптән гүр эйәһе инде. Олатайым үлгәнгә ҡәҙәр Даян Мурзинды теленән төшөрмәне. Социализм заманында осрашыуҙарға йөрөй, партизандар тураһында һөйләй торғайны. Даян Баян улы үҙе лә килгән уның янына. Ул бит беҙҙең илдең Халыҡ Геройы, уны нисек онотаһың?
– Бында шул тиклем халыҡ күп. Һәр ваҡыт шулай буламы?
– Эйе, йыл әйләнәһенә шулай. Күп аҡса түгеп әллә ҡайҙарҙан киләләр. Барыһы ла Княгиня тауына күтәрелә, партизандар эҙе буйлап йөрөүселәр ҙә күп, йыл һайын ҡы­ҙыҡ­һынған кешеләр меңәрләп килә. Уларҙы партизандарҙың немецтарҙан йәшеренеп төҙөгән бункерҙары ҡыҙыҡһындыра.
– Өлкән быуын туғандарығыҙҙан тағы ла кемдәр иҫән?
– Княгиняға күтәрелеп, партизандар бункерҙарын ҡарағас, аҫҡараҡ төшһәгеҙ, ике километрҙай артабан атлайһығыҙ, шунда бер нисә өйҙән торған бәләкәй генә Микулов тигән ауыл осрар. Инегеҙ, унда олатайымдың һеңлеһе йәшәй. Йәше өлкән, әлбиттә, тик хәтере яҡшы. Һорашығыҙ, һөйләр.
– Һеҙҙең менән иркенләп һөйләшергә ине...
– Проминте (ғәфү итегеҙ), эш ваҡытын­дамын, әле ваҡытым тар, бүленергә ярамай. Юғиһә һуңынан барыбер үҙемә эшләргә кәрәк, тағы килегеҙ.
– Улайһа һеҙҙе фотоға төшөрөргә рөхсәт итегеҙ!
– Рәхим итегеҙ. Тик бер генә кадр эшләгеҙ, фотоға төшөргә яратмайым.
Ян менән хушлашып, рәхмәттәребеҙҙе әйтеп, үҙ юлыбыҙҙан киттек, йәғни Устевендан ары Княгиня тауына илтә торған юлға төштөк. “Ә бит мин яҡташым Даян Мурзин йөрөгән юлдарҙан китеп барам, ниндәй һағышлы бәхет”, тип уйлайым. Башта ярты километр самаһы юлды ҙур ауырлыҡ менән уҙҙыҡ, сөнки юл бик тайғаҡ һәм батҡаҡлы ине. Бындай батҡаҡлы юлдарҙы күптән күргән юҡ ине, хатта тыуған яҡтарыма ҡайтҡандай булдым. Тауҙарҙа ямғыр яуһа, мәтеле ер тайғаҡҡа әйләнә, етмәһә, ташлы ла булғас, аяҡ аҫтына ҡарап ҡына баҫырға кәрәк. Юл тиһәң дә, исеме есеменә тап килмәҫ – тик таш та ҡарағай тамырҙары өҫтөнән атлайһың – бындағы ташлы ергә йәбешеп үҫкән ҡарағайҙар йығылмаҫ өсөн тамырын бына шулай тирә-яҡҡа йәйеп, хатта таштарҙы урап алып үҫә икән. Аяҡ аҫтында ятҡан ағас тамырҙарына яңылыш баҫһаң, тәгәрәп китеүең дә бар. Аяғыңды ташҡа бәрһәң, бында һиңә ярҙам булмаясаҡ, шуға бик һаҡ булырға кәрәк. Әйткәндәй, монгол татарҙары Европаға һөжүм иткәндә Словакияға тиклем барып еткән, ләкин ары үтә алмаған, сөнки тигеҙ яланда һуғышып өйрәнгән яугирҙәрҙең юлын урман-тауҙар кәртәләгән. Шул ваҡытта монгол татарҙарынан бик ныҡ ҡурҡҡан Европа халыҡтары уларҙы “барбарҙар” (вәхшиҙәр) тип атаған.
Шулай килә торғас, өс юл айырсаһына ҡуйылған күрһәткестәргә ҡарап, Княгиня тауына илтә торған бәләкәй генә тар һуҡмаҡтан киттек. Был юлдан һыбай үтеүе лә ауырҙыр – ике яҡта ла упҡын. Партизандар был юлдарҙан нисек күтәрелде йәки аҫҡа төштө икән? Йәлләүҙән күҙгә йәш төйөлә, ултырып хәл йыябыҙ, шул арала һәләк булғандар рухына арнап аяттар уҡыйым. Килә торғас, Владимир ҙа арыны. Шулай, бер-беребеҙгә таяныс булып, ары үрмәләйбеҙ. Йәштәр беҙгә ҡарағанда шәберәк үтә, хатта бәләкәй балалары менән менгәндәр ҙә бар. Йәнә лә тауҙарҙа бары­һы­ның да һаулыҡ ҡушыуына шатландыҡ, барыһы ла “Аһой!” тип уҙа. Беҙҙеңсә сәләм һаумыһығыҙ тигәнде аңлата инде. Шунда ике балалы бер йәш ғаиләнән Мурзин бун­керҙары, партизандар хаҡында һораштыҡ. Улар үҙҙәрен ошо яҡта йәшәгән кешеләр тип аңлатты, партизандарҙы ла, Даян Мурзинды ла беләләр икән. Ғаилә башлығының исеме Антонин, ҡатыны Тереза. Минең чех ҡатыны түгеллегем йөҙөмә яҙылғанға күрә, әллә Рәсәйҙәнме, тип һоранылар. “Эйе, Рәсәй составындағы Башҡортостан тигән илдән” тигәс, бик аптыранылар.
Владимир ял иткән арала, ҡыҙыҡһы­ныуымды еңә алмайынса, юлдың ике яғын да ныҡлап ҡарамаҡ булып килеп баҫһам, иҫем китте! Һуҡмаҡтан ситкә тайпылып ҡара – ике яҡтан да упҡын! Ә мылтыҡлы, пушкалар, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым тулты­рылған тоҡсайҙарын аҫҡан партизандар немецтарға ҡаршы нисек һуғышты икән был юлдарҙа? Ошо уҡ юлдан һатлыҡйәндәр ҙә, фашист карателдәре лә уҙған бит, улар менән партизандар араһында бәрелештәр ҙә булған, карателдәр партизандарҙы аҫып киткән.
Өс юл айырсаһының урталағыһын уҙғас, бәләкәй генә яланға килеп сыҡтыҡ. Унда аҡлан уртаһында бер бейек бағана тора, ә тирә-яғында бәләкәй генә таштарҙан өйөлгән бағаналар. Алда әйткәнемсә, был бағаналар тауға менеүселәр тотоп килгән таштарҙан барлыҡҡа килгән – чехтар, словактар, ғөмүмән, Карпат тауҙарында йәшәүсе халыҡтар, боронғо башҡорттар кеүек үк, ташҡа табынған. Артабан, ике юл китә, шуның һулдағыһы партизандар эҙен һаҡлай – беҙ шул юлдан атланыҡ. Юл ифрат тар һәм ташлы-соҡорло. Артабан, хәл етһә, Чертов Млынь тигән ергә барып етергә тейешбеҙ, унан инде Княгиня тауының түбәһенә артылаһың, унан төшкәс, Ян Адамек өйрәткән Микулов ауылына барып етеү уйы алға әйҙәй.
Ошо яландан артабан киткәс, юл буйҙарында үҫкән ҡара бөрлөгәндәрҙе күреп, тағы аптыраным. Һуң 16 октябрҙә ҡара бөрлөгән ултырғанын кем күргәне бар? Беҙ ҙә ауыҙ иттек. Әйткәндәй, быйыл Европала тропик эҫелек булыу сәбәпле, еләк-емеш уңманы. Ҡара бөрлөгән генә түгел, бар емеш-еләк һыуһыҙлыҡтан бөрөштө, алмалар ағасынан өҙөлөп төштө. Тик ҡарағай төптәренә һыйынып үҫкән ҡара бөрлөгән ҡыуаҡлыҡтарында ғына емеш булды, шуларҙы йыйып ҡайнатма яһаным, тик октябрҙә ашағаным юҡ ине әле. Шунда тауҙарҙағы партизандар ҙа бөрлөгән ашағандыр, моғайын. Даян ағай ҙа ауыҙ иткәндер. Партизандар бригадаһының ҡыр сусҡаһы, ҡоралайҙар атып ашағанын уҡырға тура килгәйне миңә чех әҙәбиәтендә. Шулай төрлө уйҙарға сорналып, үҙебеҙ менән алған феләктән һыу эсеп, тау үренә табан байтаҡ юл үттек, ҡаршы төшөүселәр “тағы ла ярты километр уҙһағыҙ, маҡсатығыҙға етәһегеҙ” тип күңелде күтәрһә лә, Володяның барыбер хәле етмәне – аптырағас, кире боролдоҡ. Был изге эште яҙға ҡалдырырға булдыҡ. Һаулыҡ кәрәк, һуғыш сыҡмаһын, барыһы ла булыр, тип күңелде тынысландырҙыҡ.
“Ленд Ровер” автомобиленең арбаһында йоҡлап, ҡоштар тауышына уяндыҡ. Иртәнге сәғәт ете. Ҡарағайҙар араһынан төшкән йылы ҡояш нурҙары тәҙрә аша беҙҙең бүлмәне яҡтырта. Тиҙ генә йыйынып, кемп хужаһы Лукаш Сухи менән хушлашҡас, ары юлландыҡ. Бөгөн партизандар юлы үткән Френштадт, Фридланд, Рожнов, Велке Карловице ҡалаларына юл тотмаҡсыбыҙ. Был ауыл-ҡалаларҙың барыһының да үҙ йөҙө бар, бер-береһен ҡабатламайҙар. Әйтәйек, Троубы ауылы бик төҙөк, Френштадта асыҡ һауалағы боронғо ауыл музейын ҡараныҡ, Фридландта партизандар музейы бар – тик был хаҡта һуңғараҡ әйтелер. Бына беҙгә лә, башҡорттарға, асыҡ һауалағы башҡорт ауылы музейын булдыраһы ине! Юғиһә боронғо башҡорт ауылдары тарих китаптарында ғына ҡалып бара түгелме? Әйткәндәй, ошо ҡалала элекке Чехословакияның саңғы спорты буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Иржи Рашка тыуған. Бында ла беҙгә тауҙар араһында йөрөй торған һауа юлы буйлап сәйәхәт итергә тәҡдим иттеләр – тик беҙ баш тарттыҡ. Был хәл минең менән Ҡырымда булғайны инде, йөрәгем табаныма төшөп китә яҙғанын яҡшы хәтерләйем, менгәнемә лә ҡат-ҡат үкенгәйнем. Френштадт бөгөн Чехияла иң ҡиммәтле төбәк иҫәпләнә, бында өйҙәр, отелдәр бик ҡиммәт, урындағы халыҡ туризм менән йәшәй, унан ҙур килем ала. Велке Карловице ҡалаһы Челаднанан алыҫ түгел. Унда яралы партизандар дауаланған, тик гестапоға хеҙмәт иткән һатлыҡ­йәндәр арҡаһында күбеһе язалап үлтерелгән.
Троубы (торба тигән мәғәнәне анлата) ауылы тураһында ла телгә алайыҡ – был ауыл 2004 йылда Морава йылғаһы ярҙарынан сығыу арҡаһында яртылаш юҡҡа сыға, һыу ҡайтҡандан һуң ауылдан күптәр күсеп киткән. Ләкин барыбер яңынан ҡалҡҡан. Бөгөнгө ауыл матур өйҙәре, зауыҡлы, гөл-сәскәгә төрөнгән баҡсалары менән иғтибарҙы йәлеп итә. Ғөмүмән, Чехия ауыл-ҡасабаларының ҡайһыһын ғына алма – барыһы ла гөл-сәскәгә күмелеп ултыра.
Чех Республикаһының көнсығышында урынлашҡан Челаднала беҙ туп-тура ауыл хакимиәтенә индек, йомошобоҙҙо әйттек. Беҙҙе бик йылы ҡаршыланылар, ауыл китапханаһына мөрәжәғәт итеүебеҙҙе үтенделәр. Унда иһә беҙҙе Карла исемле бик мөләйем ханым ҡабул итте. Партизандарға бәйле буклеттар бүләк иттеләр, шуға өҫтәп магниттар, Челадна карталарын, визиткалар һатып алдыҡ. Мин үҙем ҡайҙа барһам да, туристар, сәйәхәтселәр өсөн ни һаталар, нимә тәҡдим итәләр, гел ҡыҙыҡһынып йөрөйөм, яҙып алам, фотоға төшөрәм. Был юлы ла ауыл картаһы төшөрөлгән яулыҡты тотоп ҡарағас, араҡы шешәһе бөкөһөнә майлы буяу менән төшөрөлгән Челадна эмблемаһы, түңәрәк ағасҡа буяу менән төшөрөлгән ауыл картаһын күргәс, телһеҙ ҡалдым.
Ауылға бәйле байтаҡ әҙәбиәт бар икән, улар Ян Ушияктың туғандары Анна Струханова, Франтишек Ушияк, Владислав Пинис, Онджей Брендиар, Ондрей Мелек; Франтишек Моло, Ян Мацура, Франтишка Павлискова, Олджих Фриедел, Ян Кженовский, Анежка Ткачова – барыһы ла һәләк булған партизандарҙың яҡын туғандары. Быларҙан тыш “Ян Жижка исемендәге беренсе партизандар отряды” исемле Йозеф Пшикрыл авторлығындағы 1944 йылғы партизандар һуғышын тасуирлаған китап та бар ине, ул Чехия – Польша сигендә урынлашҡан Острава ҡалаһында 1976 йылда нәшер ителгән. Әгәр Челадна менән ҡыҙыҡһыныусылар булһа, рәхим итегеҙ: ic.čсeladnа.cz – ошо электрон почтаға мөрәжәғәт итеп аралашырға мөмкин.
Челаднала йөрөү өсөн беҙгә күп ваҡыт кәрәк булды, сөнки ауыл ике километрҙан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған. Тауҙарҙа ҡайҙа өй һалырлыҡ урын бар, шунда йәшәйҙәр, хатта ер тигеҙ булмаған хәлдә лә. Челадна ла тауҙар араһына һыйынып ҡына тигеҙ рәт булып һуҙылып ултыра. Ауылдан сығып, ике саҡрым самаһы барғас, Мали Осада (беҙҙеңсә “Бәләкәй утар”) тигән бәләкәй генә ауылға барып төртөләһең, шунда Даян Мурзин үҙенең тәүге партизанлыҡ эшмәкәрлеген башлаған, тик ул “төйөрлө” булған. Ә хәл былай булған.
...Тимер сыбыҡтар менән сырмалған ил сиген үткәндән һуң Мурзин Княгиня тауы итәгендәге ҡаялы битләүҙә рация менән радистканы йәшереүгә, көн кискә ауышҡан һәм туп-тура үҙҙәренә ҡарай килгән овчаркалы эсэсовсыларҙы күреп ҡалған. Улар сикте яңы уҙған партизандарҙың эҙенә төшә – сик буйына ҡуйылған миллионлы армия һалдаттары бөтә ерҙе тикшереп кенә тора, шунда партизандар менән эсэсовсылар араһында ҙур алыш була. Башта партизан­дарға ҡаршы автоматлы һалдаттар ебәрелә, уларҙың артынан “Тигр”ҙар килә. Үҙенең өҫтөнә менеп килгән “Тигр”ға ҡаршы Мурзин да гранаталар бәйләме ташлай, сөнки башҡа сараһы ҡалмай. Тик шартлау ялҡыны уның үҙен ситкә алып ташлай. Был алышта 480 кешенән 83 партизан ғына тере ҡала. Мурзиндың үҙен иҫән ҡалған иптәштәре ҡотҡара, ләкин ялан ҡыймылдаған, ярҙам һорап ыңғырашҡан яралылар барыһы ла тороп ҡала. Иҫән ҡалған партизандар уларҙы һөйрәп сығара алмай, сөнки отряд бөтөнләй һәләк булыр ине.
Партизандар Банска-Штявница ҡалаһына етәрәк туҡтай. Шунда улар радио тыңлай. Прага радиоһы немецтарҙың “террорсыларҙың” (партизандарҙың) бик ҙур отрядын ҡыйратыуы хаҡында маҡтап һөйләй, Протекторат министры (1938 йылда Гитлер Чехословакияны Германияның айырылғыһыҙ бер өлөшө йәки Протектораты тип иғлан итә) бойороғо буйынса һуғыш яланында мәйеттәрҙе ерләү тыйыла. Кем быны эшләй, атыуға хөкөм ителә. Быны ишеткән халыҡ Мурзин отрядына ағыла башлай, улар араһында студенттар, эшселәр, хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа була, күптәр тотош ғаиләләре менән ҡушыла. Шулай итеп, аҙна эсендә Мурзин отряды 500 кешегә тиклем барып етә. Әйткәндәй, Ушияк һәләк булғандан һуң отрядҡа етәкселек итеү Мурзинға йөкмәтелә.
...Моравияға үтеп инеүҙәренә теүәл бер ай үткәс, Киевта урынлашҡан Партизандар хәрәкәтенең Үҙәк штабынан радиограмма алына, унда партизандарға самолеттан радиоминалар, рацияға батарейкалар, танктарға ҡаршы ҡорал, йылы кейем, медикаменттар, аҙыҡ-түлек ташланасағы хаҡында әйтелә. Был ваҡытта отрядтың етәксеһе утыҙ йәшлек словак егете Ян Ушияк була, Мурзин уның урынбаҫары. Улар барыһын да үҙ-ара кәңәшләшеп эшләй. Ушияк менән Мурзин Киевта партизандар мәктәбендә лә бергә уҡый, бер-береһен яҡшы белә, дуҫ булалар. Уларҙы Словакияға бергә ташлайҙар. Ушияк отрядҡа килгән ян Дворжак исемле партизанға бик ышана һәм уның ошо бер ҡатлылығы ғүмерен ҡыя ла инде. Дворжак бер ниндәй ҙә партизан булмаған, Ушияк менән Мурзиндың башына вәғәҙә ителгән тере килеш – өс, үле килеш ике мең рейх маркаһына һатылған бер әҙәм булған. Ул гестапоға икеһен дә тереләй тотоп килтерергә вәғәҙә биргән. Тик был турала Мурзин да, Ушияк та белмәгән.
Үҙәктән ярҙам ташланаһы көндә болоттар булмаһа ла, самолеттар ике-өс урай ҙа аптырап кире китә, сөнки Княгиня тауы башында дүртмөйөшлө усаҡ урынына өсмөйөшлөһө яндырыла. Был ни хәл? Был бит арала һатлыҡйән барлығын аңлата. Тик кем? Сос Мурзиндың ышанмаған берҙән-бер шикле кешеһе – Дворжак усаҡты дүртмөйөшлө итеп яндырыуҙы разведка төркөмө начальнигы Ян Мелик, командир Ян Ушияк, Мурзин һәм Дворжак ҡына ишетте бит. Быға тиклем Дворжак элемтә тотоу сәбәбе менән Прагала була, тик ике сәғәткә һуңлап ҡайта. Был хәл дә Мурзинды уйландырмай ҡалмай, әлбиттә, ә бына хәйләһеҙ Ушияк уға ышаныуын дауам итә. Һөҙөмтәлә отряд тағы ла ҡыйратыла, был юлы һатлыҡйән отрядты тулыһынса ҡыйратыуға өлгәшә.
Ә хәл былай була. Остраванан әйләнеп ҡайтҡас, Дворжак “һеҙҙе Прага подпольеһы вәкилдәре көтә” тигән хәбәр әйтә, осрашыу Чертов Млынь аҡланында буласаҡ. Быға Мурзин ышанмай, Ушияк иһә йыйына башлай. Тик унда уларҙы гестаповсылар көткән икән – улар шунда уҡ Мурзиндың да, Ушияктың да аяғына аталар – маҡсаттары икеһен дә тереләй эләктереү. Атыш барышында Дворжак һәм өс подполье “вәкиле” (һатлыҡйәндәр) тау аҫтына тәгәрәп ҡаса, ә Мурзин менән Ушияк көҙгө һалҡын һыуға һикерә, сөнки башҡа сара булмай. Немецтар партизандар йәшәгән бункерҙарҙы бар яҡлап уратып ала. Даян Мурзин һикергән йүгерек тау йылғаһының исеме Бычва тип атала – ошо йылға ярында тәһәрәтләнеп яҡташыбыҙ рухына аят уҡыным, йылғаның тауышын, тирә-яғын видеоға яҙҙырып, фотоға төшөрөп алдыҡ. Ушияк нисек тә булһа яр буйындағы ағастарға йәбешеп тере ҡала, ә Даян йырағыраҡ ағып китә, уны артынан немецса һүгенеү һүҙҙәре, атыу һәм көлөү тауыштары оҙатып ҡала. Һыу һалҡынлығы һәм оятһыҙҙарса алданыуҙан рәнйеү, бәхетһеҙлек, өмөтһөҙлөк, шомлолоҡ кеүек күңелһеҙ уй-тойғолар уны бер минутҡа ла ташламай. Ул ҡорошҡан ҡулдары менән һыуҙан үҙен үҙе тартып сығарып, шыуышып тау үрендәге бункерҙың хәлен күҙәтә. Бинокле, компасы үҙе менән була, Мурзин көсләнгән яланғас радистканың һәм башҡа партизандарҙың үле кәүҙәләрен күргәс, “Форвертс!” тигән команда, овчаркалар сәңкелдәгән тауыштар ишетә һәм ҡабаттан ипләп кенә йылғаға төшөп йөҙөп китә. Әгәр немецтар берәйһе артынан ҡыуа төшә икән, ҡыуып етмәйенсә туҡтай белмәй. Немецтарҙан бер аҙ йыраҡҡа киткәс, Мурзин ҡан тулы итектәрен сисеп, шыр яланғас ҡалып, кейемен, күн курткаһын һығып кейә, парабеллумын тикшереп биленә таға һәм алда бер йырғанаҡ аша һалынған күпер аҫтына төшөп ята ла аңын юғалта... Ысынында иһә, немецтарҙы әүрәтергә тырышҡан урмансы ҡарт Ян Ткач эсэсовсыларҙы тап ошо ерҙән ситкә әүрәткән була һәм һуңынан килеп, уны күтәреп, үҙенең урмандағы өйөнә алып ҡайта. Әйткәндәй, был кеше алда телгә алынған 70 йәшлек Ян Адамектың олатаһы була.
Төндә Ян Ткач Крижановский исемле урмансы менән урманда бункер ҡаҙып, уның төбөнә һарыҡ тиреһе түшәп, Мурзинға сало менән икмәк биреп, билдәһеҙ ваҡытҡа ҡалдырып китә. Унда Даян шешкән аяғындағы яраны компас быялаһы менән ярып эренен ағыҙа, уға сусҡа майы һөртөп, эске күлдәге менән бәйләп ҡуя. Яңғыҙы төндә үкергән, дулаған урманда ул “Ян, ҡотҡар мине!” тип ҡысҡырып илай. Тик Ян Ткач уның янына бер аҙнанан һуң ғына килә. Немецтар, ғәҙәттә, урмансыларҙы полиция күҙәтеүендә тотоуҙы үҙҙәренең партизандарға ҡаршы һуғышыуҙағы төп эше һанай, сөнки тауҙарҙа ҡуйы урман араһында аҙашмайынса йөрөй белгән кешеләр тик улар ғына. Был юлы ла Ян Ткач аҙна буйы һаҡ аҫтында ултыра, улар киткәс, яңынан Мурзин янына килеп, уға сусҡа майы, икмәк ҡалдырып китә. Был хәлдән һуң да Ткач тағы ла һаҡ аҫтына алына, сөнки Мурзин тотолмаған. Немецтарҙы был бик асыуландыра. Ул килмәгән көндәрҙә Мурзин һалҡын бункерҙа үлер хәлгә етә: өн менән төш араһында йәшәй башлағас ҡына, ул үҙенең үлергә яҡынлашҡанын аңлай һәм, үҙенә-үҙе команда биреп, бункерҙан шыуышып сыға. Ун бер саҡрымдағы урмансы өйөнә лә ул шыуышып барып етә. Һуңынан Ткач уның 21 көн аслы-туҡлы бункерҙа ятып иҫән ҡалыуына бик аптырай, Даянды йыуындырып, ашатып, яраларын бәйләп, урамында төндә бункер ҡаҙып шунда урынлаштыра. Бына шундай немецтарҙы күрә алмаған, партизандарға теләктәшлек белдергән ярҙамсыл чех урмансыһы Ян Ткач арҡаһында яҡташыбыҙ тере ҡала, үлем уны был юлы ла урап үтә.
Ә хәҙер Ушиякка әйләнеп ҡайтайыҡ. Уның хаҡындағы хәбәрҙе отрядтың разведка начальнигы Ян Мелик Мурзинға былай тип еткерә: “Һеҙҙең икегеҙ ҙә һыуға һикергән көндә Ушияк ҡасып ҡотола, һәм уны бик һәйбәт бер ғаилә йәшереп тора, тик әлеге Дворжак ҡайҙалығын белеп ҡалғас, уны эҙләп килә. Һатлыҡйән хужаларға ялған партбилетын сығарып күрһәткәс, уға ышаналар һәм Ушияктың үҙҙәрендә икәнлеген әйтәләр. Дворжак шунда уҡ эсэсовсыларҙы эйәртеп килтерә һәм Ушиякты улар ҡамап ала, бирелеүен талап итә. Ушияк быға ҡаршы Дворжакка ата, тик тейҙерә алмай, иң һуңғы пуляны ул үҙенә ебәрә. Бына шулай фажиғәле тамамлана Ушияктың яҙмышы. Был ваҡытта уға ни бары 30 йәш була – быны мин Челадналағы туғандар ҡәберлегендә уҡып белдем.
Челадна зыяраты юл буйында ғына. Тәү ҡарашҡа зыярат тип уйламаҫһың да. Европала зыяраттар ауыл уртаһында урынлашҡан. Ғәҙәттә, костелдар ҙа йә зыярат эсендә була, йә зыярат ҡаршыһында. Челаднала икеһе бергә ине. Унда ингәс тә, Ян Жижка исемендәге партизандар бригадаһында немецтарға ҡаршы батырҙарса һуғышып һәләк булған чех, словак, рус партизандарының фамилиялары яҙылған стела ҡаршылай. Башта мин уны фотоға төшөрөп алдым, шунан партизандар күмелгән зыярат эсенә индем. Бында һәр ҡәбер тәртиптә тотола, бар ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Партизандар күмелгән ҡәберҙәр ҙә ҡараулы һәм таҙа. Иҫәндәр мәрхүм туғандарының ҡәберен ҡарап, сәскәләрен яңыртып, шәм ҡабыҙып китәләр, төндәрен улар янып емелдәшеп ултыра. Католиктарҙың үлгәндәр рухына шәм яндырыу йолаһы уларҙа борондан, мәжүси саҡтарынан килә. Янып һүнгән шәм уларҙа һүнгән ғүмергә тиңләнә. Ушияктың ҡәберен табыу ауыр булманы. Зыяратҡа ингәс тә, “бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына” тигәндәй, тәүге осраған кешенән: “Омлоувам се, просим вас, як се найду моһилу Ян Ушияка?” – тиеүем булды, “Пани, пойдте к велкему смрку, буде там”, – тип яуапланы. “Декуйи вам (рәхмәт)!” – тип китеп барҙым. Иң бейек ҡарағай ағасы янына барығыҙ, шунда булыр”, – тине. Бына ул ҡәбер.
– Йә, тыныс ҡына ятаһыңмы, Ян Ушияк? Һиңә яҡташым Даян ағай Мурзиндан, Башҡортостандан сәләмдәр алып килдем, – тинем дә, күңелем тулып йәлләүҙән илап алдым. “Аятел Көрси”ҙе, “Фатиха” сүрәләрен уҡып доға ҡылдым. Яҙыуҙарынса, Ян Ушияк, Даян Мурзин менән партизан мәктәбендә уҡыған саҡта Башҡортостанда Кушнаренкола ла булып киткән, шуға шәхсән Ушиякты яҡташым тип иҫәпләйем.
Ушияктың ҡәберенән тыш бында исемдәре билдәһеҙ йөҙәрләгән партизан күмелгән. Күбеһе – словактар һәм чехтар, ә рустарҙы, украиндарҙы һәм башҡа милләт вәкилдәрен, исемдәре билдәле булмағас, туғандар ҡәберлегендә ерләгәндәр. Ә бит уларҙы өйҙәрендә әсәләре, ҡатындары, балалары һәм туғандары өҙөлөп көткәндер. Аяуһыҙ һуғыш арҡаһында уҫал яҙмыш миллионлаған совет яугирен бына шулай Тыуған иленән алыҫҡа ташлаған. Бөгөн элекке Чехословакияны азат итеп баш һалған совет яугирҙәренең исемдәрен асыҡлау буйынса бында ҙур эштәр атҡарыла һәм бының менән Брно хәрби үҙәге шөғөлләнә.
Һуғыш тамамланыуға яҡынлашҡанда, Даян Мурзин етәкселегендә һуғышҡан партизандар Чехияның байтаҡ ауыл-ҡалаларын азат итә. Атаҡлы “Батя” аяҡ кейемдәре заводын немецтар шартлатып өлгөрмәһен өсөн, Злин ҡалаһына улар төндә һөжүм итә. Уның иң оҙон урамына 12 майҙа Даян Мурзин исеме бирелә, уға Злин ҡалаһының почетлы гражданы тигән исем дә өҫтәлә, тағы ла ике көндән “Чехословакияның азатлығы өсөн” алтын миҙалы бирелә, тик социализм тарҡалғандан һуң урам исеме “Длоуһа улице” тип үҙгәртелә. Мурзин, был шатлыҡлы көнгә барып етә алмаған меңәрләгән партизанды иҫенә төшөрөп, Еңеү көнөндә иламай булдыра алмай, ә бит уның ҡотҡарыусыһы Ян Ткачты ла немецтар язалап үлтерә.
Еңеү көнөндә яҡташыбыҙҙы “һуғыштан һуң артабан нисек йәшәрбеҙ, беҙҙең арала һуғыштан иҫән ҡалғандар араһында туғанлыҡ, дуҫлыҡ һаҡланырмы, партизан булған саҡтағы төҫлө бер-беребеҙгә терәк булып, йәшәүҙең ҡәҙерен белербеҙме, был Еңеү емеше нисә йылдарға етер?” тигән уйҙар борсой.
Чехтар, словактар үҙҙәрен кем ҡотҡарғанын онотмай, улар, бәхеткә күрә, рәхмәтле халыҡ. Чех Республикаһының президенты Милош Земан, мәҫәлән, Рәсәй менән дуҫлыҡ, туғанлыҡ яҡлы, ләкин бар илдәр ҙә улай түгел. Әлбиттә, социализмдың да байтаҡ хаталары бар – тик беҙгә ул хаталарҙы ҡабатламау, уларҙан фәһем алыу һәм халыҡҡа аңлатыу кәрәк.

Чех Республикаһы.
Автор: Миләүшә ГОДБОДЬ.
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»