Методическая копилка

Ответить
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

2017/2018 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән (рус телле мәктәптәр өсөн) анализ өсөн текстар

7 – Р – 2017
Өйрән! Өйрәт!
Туҡталышта ауылсараҡ кейенгән бер ҡатын ҡала ҡыҙынан республика дауаханаһына юлды төпсөндө. Башҡортса һораны, тегеһе әллә ҡыйынһынды, әллә аңламамышҡа һалышты – танауын ғына сирҙы.
– Мин һеҙгә ит-һөт ебәреп ятам ауылдан, ферма батҡағын тапап, ауырыуға һабышып, ә һеҙ бальнисҡа юл өйрәтергә лә йыбанаһығыҙ. Тфү, дармайыд!– ҡатындың йәне үртәлде, күҙҙәренән осҡон сәселде.
– Мин башкирса плохо знаю, – тигән булды ҡыҙ, аҙауҙан ағарынып.
– Бел, уҡы – кем тыя һине! Давай, өйрәт юлды, өйрәтмәһәң, судҡа бирәм мин һине.
Туҡталыштағыларҙан кемдер көлдө, кемдер йәмерәйҙе. Мин иһә апаҡайға ярҙамлашырға уҡталған ерҙән туҡталып ҡалдым, сөнки ҡала ҡыҙы башҡортсаны вата-емерә, башы-ҡулы менән ымлап, ныҡыш һауынсыға юлды төшөндөрә ине. (С. Шәрипов.)
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

2017/2018 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн тест һорауҙары

11-Р-2017

1. “Әйтегеҙсе, хәҙер миңә ни эшләргә?” (И. Абдуллин). Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
а) хәбәр һөйләм;
б) тойғо һөйләм;
в) һорау һөйләм;
г) өндәү һөйләм.

2. “Рысаев тау, урман юлдарын, тау араларындағы ауылдарҙы яҡшы белә” (А. Таһиров) һөйләмендәге ауылдарҙы һүҙе ниндәй эйәрсән киҫәк булып килә?
а) аныҡлаусы;
б) хәл;
в) тултырыусы;
г) өҫтәлмәлек.

3. “Эште нисек башлап ебәрһәң, аҙағы ла шулай тамамлана” (Шю Янбаев) һөйләмендә эйәрсән һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
а) эйәрсән хәбәр һөйләм;
б) эйәрсән аныҡлаусы һөйләм;
в) эйәрсән рәүеш һөйләм;
г) эйәрсән кире һөйләм.

4. Исемдәр менән бирелгән эйә менән хәбәр араһына ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
а) һыҙыҡ;
б) нөктәле өтөр;
г) өтөр;
в) ике нөктә.

5. Араһында диалект һүҙе булған һүҙҙәр төркөмөн билдәләгеҙ:
а) бала, тай, һарыҡ, китап;
б) йорт, юл, ҡашыҡ, боҫмаҡ;
г) өй, табын, урман, тау;
в) ауыл, дала, бейә, алма.

6. Мостай Кәрим «Йылмайыу» поэмаһының формаһын нимә тип билдәләй?
а) боронғо ҡобайыр;
б) классик поэма;
в) көнсығыш әкиәте;
г) төрки хикәйәте.

7. Рәми Ғарипов ҡайҙа, ҡасан, ниндәй уҡыу йортон тамамлауын билдәләгеҙ
а) 1970 йылда БДУ–ны;
б) 1966 йылда Стәрлетамаҡ пединститутын;
в) 1951 йылда Бөрө пединститутын;
г) 1956 йылда Горький исемендәге Мәскәү әҙәбиәт институтын.

8. «Мин тупраҡтан, ерҙән яралған, ерҙә тыуып үҫеп, ерҙә аунап, ерҙән йыйып йәнем йыр алған!» Шиғри юлдарҙың авторын билдәләгеҙ
а) Назар Нәжми;
б) Мостай Кәрим;
в) Рәми Ғарипов;
г) Тимер Йосопов.

9. Рәми Ғарипов «Табыныу» поэмаһында нимәне фашлағанын күрһәтегеҙ
а) батша самодержавиеһын;
б) феодаль-патриархаль ҡоролошто;
в) шәхес культын;
г) Октябрь революцияһын.

10. Әхиәр Хәкимовҡа Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы ҡасан бирелә?
а) 1970 й.;
б) 1999 й.;
в) 1984 й.;
г) 2010 й.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

2017/2018 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн тест һорауҙары

10-Р-2017


1. Исемдәрҙең эйәлек категорияһын белдергән һүҙҙе билдәләгеҙ:
а) уҡыусым;
б) уҡыусылар;
г) уҡыусымын;
в) уҡыусыларҙың.

2. “Өсөнсө көн инде тоташ ҡар яуа...” (М. Кәрим) һөйләмендә алмалар һаны ниндәй һандар менән бирелгән?
а) төп һандар;
б) бүлем һандары;
г) тәртип һандары;
в) рәт һандары.

3. “Эштең әллә ҡайҙа китеп барыуы ихтимал” (Р. Солтангәрәев) һөйләмендә алмаштың ҡайһы төркәмсәһе ҡулланылған?
а) билдәләү алмашы;
б) күрһәтеү алмашы;
в) билдәһеҙлек алмашы;
г) һорау алмашы.

4. “Мөмкинлектең аҡтыҡҡы сигенәсә көрәшергә кәрәк” (Ш. Бабич) һөйләмендәге ҡылым ниндәй ҡылым төркөмсәһенә ҡарай?
а) сифат ҡылым;
б) хәл ҡылым;
в) уртаҡ ҡылым;
г) исем ҡылым.

5. “Иң алдан атлылар тигеҙ, берҙәм саф булып төштө” (Ф. Иҫәнғолов) һөйләмендә ярҙамсы һүҙҙе табып төркөмсәһен билдәләгеҙ.
а) бәйләүес;
б) теркәүес;
в) мөнәсәбәт һүҙ;
г) киҫәксә.

6. Дауыт Юлтыйҙың ҡайҙа тыуғанын билдәләгеҙ
а) Миәкә районының Туҡһанбай ауылында;
б) Шишмә районының Келәш ауылында;
в) Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында;
г) Ырымбур өлкәһенең Юлтый ауылында.

7. Әҙәби әҫәрҙә тел ниндәй функция үтәгәнен билдәләгеҙ
а) герой телмәрен тыуҙырыу өсөн;
б) диалог өсөн;
в) художестволы образдар тыуыҙырыу өсөн;
г) экспозицияны һүрәтләү өсөн.

8. М. Буранғолов «Урал батыр» эпосын ҡасан яҙып алғанын билдәләгеҙ
а) 1917 й.;
б) 1910 й.;
в) 1945 й.;
г) 1888 й.

9. Тәүге башҡорт романын күрһәтегеҙ
а) Д. Юлтый «Ҡан»;
б) С. Ағиш «Нигеҙ»;
в) Һ. Дәүләтшина «Ырғыҙ»;
г) Ғ. Хәйри «Боролош».

10. Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романының жанрын билдәләгеҙ
а) тарихи-хроника;
б) тарихи-революцион;
в) тарихи-фараз;
г) роман-эпопея.

Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

2017/2018 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн тест һорауҙары

9-Р-2017

1. “Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ ҡырҡ үлә” (Мәҡәл) һөйләменең төрөн билдәләгеҙ.
а) эйәртеүле ҡушма һөйләм;
б) теҙмә ҡушма һөйләм;
в) хәл әйтемле ябай һөйләм;
г) ҡатмарлы ҡушма төҙөлмәләр.

2. “Иҫеңдә тот: әсә хаҡынан да изге нәмә юҡ” (М. Кәрим). Эйәрсән һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
а) аныҡлаусы һөйләм;
б) тултырыусы һөйләм;
в) шарт һөйләм;
г) кире һөйләм.

3. “Цирк бөткәндә, бик һуң ине (...) ай батҡан, йондоҙҙар баҙлап ҡалҡҡан” (З.Биишева) һөйләмендә йәйәләр урынына ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
а) нөктәле өтөр;
б) өтөр;
в) ике нөктә;
г) һыҙыҡ.

4. Бирелгән һөйләмдәр араһында ҡушма һөйләмде билдәләгеҙ.
а) Ҡайтҡан, имеш, тим.
б) Уҡымағас, өндәшмәне.
в) Быймаһын кейҙе, башына бүреген ҡапланы.
г) Хаталанғанын күреп ҡалып, төҙөтә һалды.

5. “Боронғолар әйткәнсә, саф алтын күгәрмәй” (М. Кәрим). Эйәрсән һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
а) шарт һөйләм;
б) рәүеш һөйләм;
в) ваҡыт һөйләм;
г) маҡсат һөйләм.

6. “Һунарҙа ат менмәгән, ҡулға һаҙаҡ алмаған...” Был юлдарҙың ҡайһы әҫәрҙән булыуын билдәләгеҙ
а) «Аҡбуҙат эпосынан»
б) М. Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһынан;
в) «Урал» халыҡ йырынан;
г) «Урал батыр» эпосынан.

7. Ҡол Ғәли ҡайһы башҡорт ырыуынан булыуын билдәләгеҙ
а) мең;
б) табын;
в) әйле;
г) юрматы.

8. «Ялан Йәркәй», «Тәфтиләү», «Сәлимәкәй» йырҙарының авторлығын кемгә ҡайтарып ҡалдыралар?
а) Заһир Исмәғилев;
б) Хөсәйен Әхмәтов;
в) Байыҡ сәсән;
г) Буранбай сәсән.

9. Батыршаның батшаға яҙған хатын ғилми яҡтан кем өйрәнгән?
а) Әхнәф Харисов;
б) Ғайса Хөсәйенов;
в) Мирас Иҙелбаев;
г) Ғиниәт Ҡунафин.

10. «Һауаларға уҡ сойорғоттом,
Ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам.
Аяҡҡайым янына ҡолап төшкәс,
Меҫкен ҡошто йәлләп юҡһынам » шиғырындағы һүрәтләү сараларын билдәләгеҙ
а) метафора;
б) йәнләндереү;
в) эмоциональ-экспрессив;
г) антитеза.


Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

2017/2018 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән (рус телле мәктәптәр өсөн) район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн тест һорауҙары

8-Р-2017

1. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәрен тәшкил иткән юлды билдәләгеҙ:
а) исем, ҡылым, рәүеш, киҫәксә;
б) исем, ҡылым, һан, бәйләүес;
в) исем, ҡылым, сифат, алмаш;
г) исем, ҡылым, сифат, хәл.

2. Йылғаның яры һүҙбәйләнешендә ҡайһы эйәртеүле бәйләнеш төрө ҡулланылған?
а) ярашыу;
б) башҡарылыу;
в) йәнәшәлек;
г) һөйкәлеү.

3. “Унан ашыҡмай ғына һандыҡтың иң төбөнән иҫке ҡыҙыл бәрхәткә төрөлгән бер нәмә күтәреп сығарҙы” (З. Биишева) һөйләмдә аныҡлаусыны табып, төрөн билдәләгеҙ:
а) тиң аныҡлаусы;
б) тиң булмаған аныҡлаусы;
в) билдәһеҙ аныҡлаусы;
г) ҡушма аныҡлаусы.

4. Һөҙөмтә, ҡаршы ҡуйыу, сәбәп теркәүестәре меннән бәйләнгән тиң киҫәктәр араһына ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
а) өтөр;
б) нөктәле өтөр;
в) ике нөктә;
г) һыҙыҡ.

5. “Ул иҫтәлек өсөн күмәкләшеп рәсемгә төшөргә тәҡдим итте” (М. Кәрим) һөйләмендә килгән хәл әйтеменең төрөн билдәләгеҙ:
а) рәүеш хәле;
б) маҡсат хәле;
в) сәбәп хәле:
г) ваҡыт хәле.

6. «Ҡобайыр» һүҙенең мәғәнәһен билдәләгеҙ.
а) тыуған ил тураһындағы йыр;
б) дан йырлау;
в) халыҡ йырының бер формаһы;
г) композитор ижад иткән әҫәр.

7. Салауат Юлаев ижадын, тарихын өйрәнеүсе ғалимдарҙы билдәләгеҙ.
а) Р.Игнатьев, В. Даль, Т. Беляев;
б) М. Кәрим, Н. Нәжми, Р. Бикбаев;
в) Т. Килмөхәмәтов, Р. Баимов, Ғ. Хөсәйенов;
г) И. Гвоздикова, В. Сидоров, М. Иҙелбаев.

8. Нимә ул хикәйә?
а) халыҡ ижады жанры;
б) мөһим бер ваҡиғаға арналған бәләкәй күләмле проза әҫәре;
в) мажаралы нәҫер;
г) романдың башланғыс өлөшө.

9. «Башҡорт халҡына көйлө хитап» кемгә арналған?
а) Салауат Юлаевҡа;
б) Шәһит Хоҙайбирҙинға;
в) Әхмәтзәки Вәлидигә;
г) Муса Мортазинға.

10. Л.Н. Толстойҙың «Кешегә күпме ер кәрәк...» хикәйәһендә Пахомдың үлеү сәбәбен билдәләгеҙ
а) башҡорт ерҙәренең ҙурлығынан;
б) Пахомдың ауырыуы сәбәбле;
в) нәфсе;
г) аяҡтарын сисеп атлауы.


Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

2017/2018 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән(рус телле мәктәптәр өсөн) район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн тест һорауҙары

7-Р-2017

1. Башҡорт алфавитында нисә тартынҡы хәреф бар?
а) 36;
б) 27;
в) 21;
г) 42.

2. “Ел бер аҙ баҫыла төштө, ... бөтөнлөй үк туҡтаманы” (Н. Мусин) һөйләмендә нөктәләр урынына тейешле теркәүесте яҙ:
а) ләкин;
б) бәлки;
в) ә;
г) әммә?

3. “Шунан ҡалған-боҫҡанынан үҙемә лә аҙ-маҙ өлөш сығарырмын” (З. Биишева) һөйләмендәге сығарырмын ҡылымы ниндәй заманда килә?
а) хәҙерге заман;
б) киләсәк заман;
в) шаһитһыҙ үткән заман;
г) шаһитлы үткән заман.

4. “Тырышлыҡ – ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ – хурлыҡ” . Мәҡәлдәге исемдәр ниндәй юл менән яһалған?
а) аффиктар өҫтәү юлы менән;
б) һүҙҙәрҙе парлау юлы менән;
в) һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән;
г) һүҙҙәрҙе ҡабатлау юлы менән.

5. Бөгөн иртәнсәк беҙ Ғиниәтулла ағайымдарҙы оҙатырға станцияға килдек (Й.Солтанов) һөйләмендә рәүеште табып, төркөмсәһен билдәләгеҙ:
а) төп;
б) ваҡыт;
в) урын;
г) күләм-дәрәжә.

6. Нимә ул «ҡарһүҙ»?
а) «ҡар» һәм «һүҙ»ҙән яһалған ҡушма һүҙ;
б) боронғо кешеләрҙең донъяға ҡарашы;
в) әкиәт жанрының икенсе төрлө атамаһы;
г) халыҡ ижадының дөйөм атамаһы.

7. «Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ... » Был юлдар ҡайһы йырҙан?
а) «Урал»;
б) «Эскадрон»;
в) «Буранбай»;
г) «Ҡаһым түрә».

8. М. Аҡмулланың тыуған ауылын, районын билдәләгеҙ.
а) Ҡырмыҫҡалы районы, Ибраһим ауылы;
б) Өфө районы, Тирмән ауылы;
в) Белорет районы, Сермән ауылы;
г) Миәкә районы, Туҡһанбай ауылы.

9. Мостай Кәримгә «Башҡортостандың халыҡ шағиры» исеме ҡасан бирелә?
а) 1981 й.;
б) 1999 й.;
в) 1964 й.;
г) 1941 й..

10. Рәшит Ниғмәтиҙең «Йәйге ямғыр» шиғырында төп һүрәтләү сараһын билдәләгеҙ.
а) антитеза;
б) сағыштырыу;
в) эпитет;
г) йәнләндереү.


Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

2016/2017 УҠЫУ ЙЫЛЫНДА БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕНӘН
РАЙОН КИМӘЛЕНДӘ УҘҒАРЫЛҒАН ОЛИМПИАДА ӨСӨН ТЕСТ ҺОРАУҘАРЫ

11 – Б – 2016
1. Бревно – бүрәнә, книга – кенәгә, крупа – көрпә һүҙҙәрендә ниндәй фонетик күренеш күҙәтелә?
а) протеза в) элизия
б) редукция г) эпентеза

2. Уңышһыҙлыҡ һүҙенең морфемалар составын билдәләгеҙ:
а) уңыш - һыҙ – лыҡ; в) уңышһыҙ – лыҡ;
б) уң - ыш – һыҙ – лыҡ; г) уңыш – һыҙлыҡ.

3. Эйәртеүсе һүҙ эйәреүсе һүҙҙең билдәле бер килештә тороуын йәки бәйләүес менән килеүен талап итһә, бындай бәйләнеш …
а) ярашыу тип атала;
б) башҡарылыу тип атала;
в) йәнәшәлек тип атала;
г) һөйкәлеү тип атала.

4. Бер составлы һөйләмдәр араһынан эйәһеҙ һөйләмде билдәләгеҙ:
а) Ерҙәген күберәк күреү өсөн ерҙә йөрөргә кәрәк бит. (М. Кәрим);
б) Шулай бер көн беҙгә йөк ташырға ҡуштылар. (Р. Солтангәрәев);
в) Көн буйы яуған ямғыр кискә ҡарай ҡапыл туҡтаны. (М. Кәрим);
г) Күңелендә уларға айырым бер хөрмәт, ныҡлы ышаныс һаҡлай. (Һ.Дәүләтшина).

5. Ҡайһы яуап һөйләмдәрҙә өтөрҙөң дөрөҫ ҡуйылыуын күрһәтә?
а) Асыҡ, йәшел япраҡтары менән, тирәк ултыра, ә тирәһендә, сирень ҡыуаҡтары үҫкән.
б) Унан ары ике яҡлап, ваҡ тирәктәр теҙелгән, ә арыраҡ ҡарағат ҡыуаҡтары, алмағастарҙың тигеҙ сафтары китә.
в) Буҙансы батыр мең аршынлы арҡандың бер осон ҡыуалға бәйләне лә, шул арҡанға тотоноп, ер аҫтына төшөп китте.
г) Ҡарышманы йырсы, һораған һайын, сәхнәгә сыҡты, залда береһенән береһе матурыраҡ, йырҙар яңғыраны.


6. Уның бөтә әҫәрҙәрендә лә тәбиғәт темаһы яҡтыртылған. Хәҙерге ваҡытта башҡорт урманының үткәне, хәҙерге хәле, киләсәге, уның яҙмышы менән борсолоп, урмандың аяуһыҙ ҡырылыуын милләт фажиғәһе итеп күрһәтергә ынтыла яҙыусы. Башҡорт әҙәбиәтендә тәбиғәтте һаҡлау проблемаһын күтәреп сыҡҡан әҙип.
а) Р.Бикбаев; в) М.Кәрим;
б) Н.Мусин; г) Р.Ғарипов.

7. Фәтхелҡадир Сөләймәновтың “Салауат батыр” әҫәре ниндәй жанрға ҡарай?
а) хикәйә; в) драма;
б) повесть; г) шиғыр.

8. Ысын тормоштағы конкрет кешеләрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың, күп төрлө күренештәрҙең әҫәрҙә дөйөмләштереп күҙ алдына баҫтырылған сағылышы … тип атала.
а) портрет; в) пейзаж;
б) герой; г) образ.

9. З.Биишеваның драматик поэмаһын атағыҙ:
а) “Тылсымлы ҡурай”; в) “Йырҙарым”;
б) “Яҡтыға”; г) Мөхәббәт һәм нәфрәт”.

10. Ниндәй һүрәтләү сараһы ҡулланылған?
Сәстәренә ҡунған көмөш кенә
Ишаралай ғүмер үрҙәренә.
а) эпитет; в) сағыштырыу;
б) метафора; г) йәнләндереү.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

2016/2017 УҠЫУ ЙЫЛЫНДА БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕНӘН
РАЙОН КИМӘЛЕНДӘ УҘҒАРЫЛҒАН ОЛИМПИАДА ӨСӨН ТЕСТ ҺОРАУҘАРЫ

10 – Б – 2016
1. Тәҡдим ителгән омонимдар араһынан омофондарға тап килгән һүҙҙәрҙе билдәләгеҙ:
а) гүзәл – Гүзәл;
б) бойоҡ – бойоҡ;
в) ҡаш – ҡаш;
г) һөҙмә – һөҙмә.
2. Сит телдәрҙән алынған һүҙҙәрҙең әйтелешен еңелләштереү өсөн, артыҡ һуҙынҡы өн һүҙҙең уртаһына ҡуйылыу күренеше ... тип атала
а редукция
б сингармонизм
в эпентеза
г протеза.

3. Һинең турала күпме йыр йырланған, күпме маҡтау һүҙе әйтелгән. (Ә. Вахитов). Һөйләмдә ҡылымдың ниндәй йүнәлештә килеүен билдәләгеҙ:
а) төп йүнәлеш;
б) йөкмәтеү йүнәлеше;
в) ҡайтым йүнәлеше;
г) төшөм йүнәлеше.


4. Ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән һүҙ һөйләмдә эйә була алмай?
а) исем:
б) ҡылым;
в) рәүеш;
г) һан.

5. Тыныш билдәләре дөрөҫ ҡуйылмаған һөйләмде билдәләгеҙ:
а) Кешенең йөҙө лә, кейеме лә, рухы ла, уйҙары ла матур булырға тейеш. (А.Чехов);
б) Кеше күңеле бит шулай яратылған һәр саҡ яҡтыға, матурлыҡҡа ынтыла. (Н.Мусин).
в) Институтты тамамлағас, Камил Урта Азияла газопровод төҙөлөшөндә эшләне.
г) Беҙҙең урмандарҙа һәм яландарҙа, баҡсаларҙа һәм парктарҙа бер ҡасан да ҡоштар тауышы тынмаһын.

6. Ҡәҙерша, Һөйөндөк, Ҡыраубикә, Вася, Наташа образдары Д. Юлтыйҙың ниндәй әҫәренән?
а) “Ҡан”; в) “Шинель”;
б) “Ҡарағол”; г) “Ҡан баҙары”.

7. Фәһемле бер хәл-ваҡиғаны, күренеште йәки уй-фекерҙе образлы һәм йыйнаҡ итеп тасуирлаған кескәй жанр ... тип атала.
а) хикәйәт; в) нәҫер;
б) парса; г) хикәйә.

8. Түбәндәге шиғыр юлдары ниндәй авторҙыҡы?
Урал күкрәгендә йөрәк кеүек
Башҡортостан- тыуған илкәйем.
Шул йөрәктең ҡан тамыры булып
Күкһелләнә Ағиҙелкәйем.

а) М.Ғафури; в) Ш.Бабич;
б) Р.Ғарипов; г) Р.Бикбаев.

9. Тажетдин Ялсығолдоң «Тарихнамәи Болғар» әҫәрендә ниндәй ырыу шәжәрәһе бирелгән?
а) Ҡыпсаҡ; в) Тамъян;
б) Үҫәргән; г) Әйле.

10. Тәнҡитле реализм методы башҡорт әҙәбиәтендә ҡасан башлана:
а --се йылдарҙа;
б XX быуат башында;
в XIX быуаттың тәүге яртыһында;
г) XIX быуат аҙағында.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

2016/2017 УҠЫУ ЙЫЛЫНДА БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕНӘН
РАЙОН КИМӘЛЕНДӘ УҘҒАРЫЛҒАН ОЛИМПИАДА ӨСӨН ТЕСТ ҺОРАУҘАРЫ

9 – Б – 2016
1. Һуҙынҡы өндәрҙең ҡыҫҡарыуы йәки бөтөнләй төшөп ҡалыуы нисек атала?
а) элизия; в) протеза;
б) редукция; г) эпентеза.

2. Түбәндәге һүҙҙәрҙең һүҙьяһалыш ысулы ниндәй: урмансы, ҡышҡы, йәшлек, киске.
а) фонетик; в) морфологик;
б) лексик-семантик; г) лексик-синтаксик.

3. Өҙөктөң стилен билдәләгеҙ: Рельеф – ер өҫтө формаларының төрлө һыҙатланышы, күләме, сығышы, йәше һәм үҫеше буйынса йыйылмаһы. Ул йыйылма ерҙең ҡалҡыулыҡтарынан һәм уяларынан барлыҡҡа килә. Ул тауҙар системаһынан, тигеҙлектәрҙән, океандарҙағы түбәнлектәрҙән, һырттарҙан, тау араларындағы уяҙҙарҙан, ҡырлаларҙан, уйпаттарҙан, ҡалҡыулыҡтарҙан, йырындарҙан һәм үҙәндәрҙән тора.
а) матур әҙәбиәт стиле; в) публицистик стиль;
б) фәнни стиль; г) рәсми стиль.

4. Ҡапыл ғына уҡытыусым әйткән һүҙҙәр иҫкә төштө. Ҡушма һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ:
а) ябай һөйләм;
б) теҙмә ҡушма һөйләм;
в) эйәртеүле ҡушма һөйләм;
г) күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм.

5. Уртаҡ ҡылымдар ниндәй категориялар менән үҙгәрә?
а) заман, зат менән; в) зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ менән;
б) зат менән; г) бер нисек тә үҙгәрмәй.

6. Әҫәрҙең айырым өлөштәренең үҙ-ара бәйләнештә бер бөтөн итеп ойошторолоуы … тип атала.
а) сюжет; в) ваҡиғалар үҫеше;
б) композиция; г) конфликт.

7. ... Алтын тояҡ, ҡурғаш ял,
Һай, күк толпар, күк толпар (Башҡорт халыҡ ижады). Һөйләмдә ниндәй һүрәтләү сараһы ҡулланылған?
а) метафора; в) сағыштырыу;
б) эпитет; г) йәнләндереү.



8. «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосында ниндәй йырау образы кәүҙәләндерелә?
а) Һабрау; в) Ерәнсә;
б) Байыҡ; г) Ҡобағош.

9. Түбәндәге өҙөк ҡайһы яҙыусының ниндәй әҫәренән алынған?
«Һай, был януар тигәнең! Тәғәйен генә йәшәр төйәге булмағас, уның ҡайҙа барып туҡтарын этем беләме ни? Һолтанбай эҙенә төшкән айыу ҙа тау-урмандар аша һалдырып китеп тик бара, әйтерһең, артынан эҙәрлекләп килеүҙәрен белә»
а) Ә.Вахитов “Ир ҡанаты”; в) Ғ.Хөсәйенов “Һуңғы тарпан”;
б) Н.Мусин “Йыртҡыс тиреһе”; г) Р.Өмөтбаев “Атлы башҡорт”.

10. “Ауылда байрам. 30-сы йылдар”, “Өс ҡатын”, “Һабантуй” картиналарының авторын билдәләгеҙ:
а) Р.Нурмөхәмәтов; в) Ҡ.Дәүләткилдеев;
б) Ә.Ситдиҡова; г) Ә.Лотфуллин.
Гулфира
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 28 ноя 2017, 07:18

Re: Методическая копилка

Сообщение Гулфира »

Мостай Кәрим. Һеңлемдең төшө. Омонимдар
Маҡсат: М.Кәримдең тормошо һәм ижады менән таныштырыу, өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү, бөйөк әҙиптең тормошо һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү ; омонимдар тураһында төшөнсә биреү.

Йыһазландырыу: М.Кәримдең портреты , Башкортостан картаһы, китап күргәҙмәһе; «Уҡытыусыма» йырының аудиояҙмаһы; «Беҙҙең өйҙөң йәме» фильмынан өҙөк, видеояҙма, интерактив таҡта, карточкалар.

Методик алымдар: әңгәмә, текст өҫтөндә класс менән бергә эшләү,тасуири уҡыу, уҡыусыларҙың үҙ аллы эштәре, парҙар менән эш (АСО), прогнозлау.

Дәрес барышы
Ойоштороу мәле.
Өйгә эште тикшереү.
Ҡабатлау.Уйын формаһында.
«Серле ҡумта» уйыны . Уҡытыусы ҡумтанан һүрәттәр тартып сығара бара,балалар был предметтың ниндәй әҫәрҙән булыуын әйтеп баралар.
1.Кәпәс, миҙал, бысаҡ.
(«Дан кәпәс түгел»)
2 Ҡошсоҡ, бесәй, ҡыҙыкай һүрәте.
( «Сыйырсыҡ балаһы»)
3. Ҡыш бабай,шыршы,сана,балалар һүрәте.
(“Ҡыш бабай бәләкәй саҡта...”)
Был әҫәрҙәрҙәрҙәң бөтәһен дә Башҡортостандың халыҡ шағиры,
С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Мостай Кәрим яҙган.Һеҙ был әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәндегеҙ.
IV.М.Кәрим биографияһын иҫкә төшөрөү.
Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың хәҙерге Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. (картанан күрһәтеү, йәки, уҡыусыларҙан күрһәттереү). Башланғыс белемде үҙ ауылдарында ала. Унан Башкорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ҡаты яралана, ҡыйыулығы, батырлығы өсөн орден, миҙалдар менән бүләкләнә.
М.Кәрим- талантлы шағир ҙа, прозаик һәм драматург та. Балалар өсөн дә бик күп әҫәрҙәр яҙған ул.Һеҙ алда әйтеп үтелгән әҫәрҙәрен уҡынығыҙ.Уның тағы ла «Өс таған», «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон-оҙон бала саҡ» әҫәрҙәре балалар донъяһын асып бирә .Быларҙы уҡыған һәр бер кеше бала сағына сәйәхәт ҡыла.
V. Яҙыусының әҫәрҙәре тураһында мәғлүмәт биреү.( Интерактив таҡтала китаптарының исемлеге сыға бара, уҡытыусы был китаптарҙы уҡыусыларға китап күргәҙмәһенән күрһәтә бара.)
VI. Яңы тема өҫтөндә эш.
Число, көндө, яңы теманы дәфтәргә яҙыу, дәрестең маҡсатын уҡыусыларға әйтеү.
VII. «Һеңлемдең төшө » өҙөгө буйынса эш.
Был өҙөҡ «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесынан алынған. 1951 йылда яҙыла.
Һүҙлек эше (дәреслек буйынса)
еҫкәнеү- вынюхивать
төкөшөү- бодаться
мөгөҙ - рог
һипкел - веснушка
һипкелле - конопатый
сәскес - сеялка
ҡуңыр- ҡараһыу,чернявый
ҡысытыу - чесаться
Дәфтәргә яҙыу.
Һүҙҙәрҙе аңлатып бөткәс, үҙ аллы һөйләмдәр төҙөү, 1 һөйләмде дәфтәргә яҙыу.
Прогнозлау .Өҙөктә һүҙ нимә тураһында барасаҡ.
Китаптан тексты уҡыу:
а) тексты уҡытыусы уҡый;
б)уҡыусыларҙың тасуири уҡыуы;
5. Укыусыларҙың фекерен тыңлау, аҙаҡ кем дөрөҫ булғанын асыҡлау.
6. Текст буйынса биремдәр үтәү (182-се биттәге һорауҙарға телдән яуаптар).
7.Текстҡа ҡарата план төҙөү ( коллектив менән бергә ), дәфтәргә яҙыу, уҡытыусы таҡтаға яҙып бара.
План.
1.Яҙ – иң матур миҙгел.
2.Яҙғы күренештәр.
3.Оксана һәм Йәмил.
4.Йәмил һеңелеһен бик тә ярата.
5.Әсәйҙәр ҡырҙа бойҙай сәсә.
6.Оксананың төшө.
7.Ҡайын төбөндәге хазина.
VIII. Ял минуты.
Ҡулдарға һәм күҙҙәргә физминутка.
IX. Тәьҫораттар менән бүлешеү.
1) Әҫәр һеҙгә оҡшанымы? Ни өсөн? 2)Ҡайһы урында шатландыгыҙ?
3)Ҡасан моңһоу булды ? 4)Әҫәрҙе уҡығанда нимәләр күҙ алдына килде?
5) Ни өсөн өҙөк «Һеңлемдең төшө» тип аталған? 6)Һеҙ төштәр күрәһегеҙме? 7) Төҫлө төштәрме, төҫһөҙ төштәрме? Уларға ышанаһығыҙмы? 8)Бөгөн төндә ниндәй төштәр күрҙегеҙ ? ( Бөтә кластан яуап алына). 9) Өҙөктә һүҙ төш тураһында ғына барамы, әллә башҡа нимә тураһындаламы? (Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау)
X. «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса кино төшөрөлгән.
( «Радость нашего дома» , рус телендә өҙөк карау )
XI. Парҙарын табығыҙ. Уйын формаһында китаптан 4-се биремде үтәү.
Уҡыусыларға карточкалар таратыла, башта урында парҙар менән эш башҡарыла, унан интерактив таҡтала уҡыусыларҙың эшләүе.
(һүҙҙәрҙе уҡтар ярҙамында парларға)
1 . тауыҡ ҡысҡыра
кәккүк ҡыжҡылдай
һандуғас шыҡырлай
ҡарға һайрай
күгәрсен ҡарҡылдай
торна гөрөлдәй
әтәс торҡолдай
һайыҫҡан ҡытҡылдай

2. курица кудахтает
кукушка кукует
соловей поёт
ворона каркает
голубь воркует
журавль курлычет
петух кукарекает
сорока трещит

XII. Ял итеү. М. Кәрим һүҙҙәренә яҙылған «Уҡытыусыма» йырын аудиояҙмала тыңлау.
XIII. Омонимдар тураһында төшөнсә.
1) Башҡорт телендә лә, рус телендәге кеүек, омоним һүҙҙәр бар. Омонимдарҙың әйтелештәре лә, яҙылыштары ла бер үк, ләкин төрлө мәғнәне аңлаталар. Мәҫәлән:
ҡала(город)- ҡала (остается)
беҙ (мы) - беҙ (шило)
ҡара(черный)- кара( смотри)
Текстан омонимдар табыу , дәфтәргә яҙыу.
яҙ(весна) - яҙ (пиши)
төш(сон) - төш(орех)
өй (дом) - өй (клади)
ул(он) - ул(сын)
уҡ(стрела) - уҡ (также)
йәме(краса) - йәме(ладно)
беҙ (мы) - беҙ (шило)
XIV. Өйгә эш. Омоним һүҙ менән 2 телдә лә һөйләмдәр төҙөргә, таблица итеп. Миҫал:

Башоҡортса Русса
Яҙ-иң матур миҙгел
Һин миңә хат яҙ. Весна- красивое время года.
Ты напиши мне письмо.

XV. Тәрбиәүи момент.
Беҙ уҡыған әҫәрҙә һүҙ Оксананың тағы ла бер әсәһе тураһында әйтелә.
Уҡыусылар, кешелә ике әсәй була аламы? Нисек уйлайһығыҙ? (Уҡыусылар фекерен тыңлау)
Әсәйҙәр тураһында тағы ниндәй әҫәрҙәр уҡынығыҙ?
“Яралы китап”, “Әсә”, « Таҫтамал», “Әсикмәк”, “Әсәйем ҡулдары”, “Әсә йөрәге”...
Был әҫәрҙәр беҙҙе нимәгә өндәй?
Әсәйҙәр беҙгә ғүмер бүләк итеүселәр, донъяға килтереүселәр, төн йоколарын ҡалдырып, тәрбиә биреүселәр, шуға күрә беҙ уларҙы яратырға, ололарға, хөрмәт итәргә, ҡарт көндәрендә ярҙам итәргә,ҡартайтмаҫҡа, ярҙам итеп йәшәргә, яҡшы һүҙҙәр әйтергә, рәнйетмәҫкә, улар беҙгә тәрбиә ҡылған өсөн уларҙы яратырға, матур йәшәтергә...
XVI.Рефлексия.
XVII. Баһалау.
XVIII. Дәресте йомғаҡлау.
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»