Методические рекомендации
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
Яңы дәреслектәр әҙерләнә
/ Информация, Белем һәм тәрбиә, Телгенәм - бергенәм // "Башҡортостан" гәзитенән
Яңы дәреслектәр әҙерләнә
Республикала яңы башҡорт теле дәреслектәре һәм тейешле методик ҡулланмалар нәшер ителә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ошо турала белдерҙе.
– Башҡорт телен уҡытҡанда заманса талаптар иҫәпкә алынырға тейеш. Яңы башҡорт теле дәреслектәре, методик ҡулланмалар әҙерләнәсәк. Һанлы технологиялар файҙаланыласаҡ, дистанцияла уҡытыу алымдары ғәмәлгә индереләсәк, – тине төбәк етәксеһе.
Рөстәм Хәмитов күптән түгел Дәүләт телдәренә һәм Башҡортостан халыҡтары телдәренә булышлыҡ итеү буйынса саралар тураһындағы указға ҡул ҡуйыуын билдәләне. Республика Хөкүмәтенә тейешле программа эшләү бурысы йөкмәтелде. Ошо өлкәләге проекттар өсөн гранттар булдырылды, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторола. Йәмәғәт палатаһы иһә тел сәйәсәте өлкәһендәге ҡануниәтте тормошҡа ашырыуға мониторингты тәьмин итергә тейеш.
/ Информация, Белем һәм тәрбиә, Телгенәм - бергенәм // "Башҡортостан" гәзитенән
Яңы дәреслектәр әҙерләнә
Республикала яңы башҡорт теле дәреслектәре һәм тейешле методик ҡулланмалар нәшер ителә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ошо турала белдерҙе.
– Башҡорт телен уҡытҡанда заманса талаптар иҫәпкә алынырға тейеш. Яңы башҡорт теле дәреслектәре, методик ҡулланмалар әҙерләнәсәк. Һанлы технологиялар файҙаланыласаҡ, дистанцияла уҡытыу алымдары ғәмәлгә индереләсәк, – тине төбәк етәксеһе.
Рөстәм Хәмитов күптән түгел Дәүләт телдәренә һәм Башҡортостан халыҡтары телдәренә булышлыҡ итеү буйынса саралар тураһындағы указға ҡул ҡуйыуын билдәләне. Республика Хөкүмәтенә тейешле программа эшләү бурысы йөкмәтелде. Ошо өлкәләге проекттар өсөн гранттар булдырылды, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторола. Йәмәғәт палатаһы иһә тел сәйәсәте өлкәһендәге ҡануниәтте тормошҡа ашырыуға мониторингты тәьмин итергә тейеш.
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
Бәхет нимә?Бөгөн ул иркәләп,
Һыйынды ла минең ҡуйынға,
Әсәкәйем,тиеп бышырланы,
Йомшаҡ ҡулын урап муйынға.
Бәхеткенәм минең,ҡыҙым янда,
Урала ла килеп һырыла.
Һөйөп туймаҫ ҡошсоғомдо берәү,
Алып китер төҫлө тойола.
Үҫте инде ҡыҙым,ҡолонсағым,
Ул да күрер инде яҙғанын.
Һөйөп һөйөлөрҙәй йәрен тапһын,
Әсә бәхетенән яҙмаһын !
Әсәй булыу үҙе оло бәхет,
Берүк ҡыҙым шуны аңлаһын !
Гөлиә Мукминова-Азаматова
Һыйынды ла минең ҡуйынға,
Әсәкәйем,тиеп бышырланы,
Йомшаҡ ҡулын урап муйынға.
Бәхеткенәм минең,ҡыҙым янда,
Урала ла килеп һырыла.
Һөйөп туймаҫ ҡошсоғомдо берәү,
Алып китер төҫлө тойола.
Үҫте инде ҡыҙым,ҡолонсағым,
Ул да күрер инде яҙғанын.
Һөйөп һөйөлөрҙәй йәрен тапһын,
Әсә бәхетенән яҙмаһын !
Әсәй булыу үҙе оло бәхет,
Берүк ҡыҙым шуны аңлаһын !
Гөлиә Мукминова-Азаматова
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
Бәхетһеҙҙәр шиғыр яҙа тиҙәр,
Һөйләмәгеҙ юҡты шыттырып.
Һөйөүҙәре урғып торған өсөн,
Яҙалар ул көн дә ултырып.
Йәйҙең йәмен,көҙ күркәмен күреп,
Сыҙап ҡара яҙмай бер шиғыр.
Хистәр ташһа, күңелдәрҙә тулып,
Йөрәгеңдән моңло йыр сығыр.
Шиғыр аша һүҙем еткерәйем,
Мин, дуҫтарым, һеҙгә рәхмәтле.
Һеҙҙең менән генә шиғыр яҙам,
Һеҙҙең менән генә бәхетле !
Гулия Мукминова.
Һөйләмәгеҙ юҡты шыттырып.
Һөйөүҙәре урғып торған өсөн,
Яҙалар ул көн дә ултырып.
Йәйҙең йәмен,көҙ күркәмен күреп,
Сыҙап ҡара яҙмай бер шиғыр.
Хистәр ташһа, күңелдәрҙә тулып,
Йөрәгеңдән моңло йыр сығыр.
Шиғыр аша һүҙем еткерәйем,
Мин, дуҫтарым, һеҙгә рәхмәтле.
Һеҙҙең менән генә шиғыр яҙам,
Һеҙҙең менән генә бәхетле !
Гулия Мукминова.
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
Йәшел төҫтән ике рәткә ҡуйып,
Теҙелгәндәр ине парталар.
Алғы яҡта,һоро төҫтә таҡта,
Стеналарҙа төрлө карталар.
Тәүге тапҡыр мин мәктәпкә киләм,
Уҡытыусым беҙҙе ҡаршылай.
Тулҡынланып иҫкә алам шулай,
Мәктәп юлдарына баҫҡанды.
Бөгөнгөләй хәтерләйем үҙем,
Әлифбаны тәүгә асҡанды.
Белем донъяһына сәйәхәтем,
Уҡытыусым менән башланды.
Һин өйрәттең миңә,китап тотоп,
Хәрефтәрҙе,өндө,ижекте,
Ер әйләнә тиеп ҡояш урап,
Тәүге тапҡыр һинән ишеттем.
Кисекмәҫтән үҫкәс уҡытыусы,
Булам тиеп үҙем хис иттем.
Рәхмәт әйтеп,һинең байрамыңа,
Бүләк итәм үҙем гөлләмә.
Тулҡынланып күҙ йәштәрең тама,
Аҡһын әйҙә,аҡһын ,йәлләмә.
Һинең хатта аҡҡан күҙ йәштәрең,
Белем шишмәһенә әйләнә.
Гөлиә Азаматова-Мукминова
Теҙелгәндәр ине парталар.
Алғы яҡта,һоро төҫтә таҡта,
Стеналарҙа төрлө карталар.
Тәүге тапҡыр мин мәктәпкә киләм,
Уҡытыусым беҙҙе ҡаршылай.
Тулҡынланып иҫкә алам шулай,
Мәктәп юлдарына баҫҡанды.
Бөгөнгөләй хәтерләйем үҙем,
Әлифбаны тәүгә асҡанды.
Белем донъяһына сәйәхәтем,
Уҡытыусым менән башланды.
Һин өйрәттең миңә,китап тотоп,
Хәрефтәрҙе,өндө,ижекте,
Ер әйләнә тиеп ҡояш урап,
Тәүге тапҡыр һинән ишеттем.
Кисекмәҫтән үҫкәс уҡытыусы,
Булам тиеп үҙем хис иттем.
Рәхмәт әйтеп,һинең байрамыңа,
Бүләк итәм үҙем гөлләмә.
Тулҡынланып күҙ йәштәрең тама,
Аҡһын әйҙә,аҡһын ,йәлләмә.
Һинең хатта аҡҡан күҙ йәштәрең,
Белем шишмәһенә әйләнә.
Гөлиә Азаматова-Мукминова
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
Ашаныңмы ризығыңды,
Йылы кейҙеңме балам?
Күптән үҫкәнмен, тиһәң дә,
Һин миңә сабый һаман.
Асыуланма балаҡайым,
Мин бары әсәй генә.
Һинең өсөн борсолоуым,
Йөрәктә йәшәй гелән.
Алһыу таңдан кискә ҡәҙәр,
Уйҙарымда һин генә.
Татлы йоҡоларым булып,
Төштәремә ин генә.
Шылтыратһам, берүк кенә,
Бүл миңә ике минут.
Билдәһеҙлек әсә өсөн,
Ғазаптарҙа янған ут.
Асыуланма балаҡайым,
Мин бары әсәй генә.
Һинең өсөн борсолоуым,
Йөрәктә йәшәй гелән.
Гөлиә Азаматова-Мукминова.
Йылы кейҙеңме балам?
Күптән үҫкәнмен, тиһәң дә,
Һин миңә сабый һаман.
Асыуланма балаҡайым,
Мин бары әсәй генә.
Һинең өсөн борсолоуым,
Йөрәктә йәшәй гелән.
Алһыу таңдан кискә ҡәҙәр,
Уйҙарымда һин генә.
Татлы йоҡоларым булып,
Төштәремә ин генә.
Шылтыратһам, берүк кенә,
Бүл миңә ике минут.
Билдәһеҙлек әсә өсөн,
Ғазаптарҙа янған ут.
Асыуланма балаҡайым,
Мин бары әсәй генә.
Һинең өсөн борсолоуым,
Йөрәктә йәшәй гелән.
Гөлиә Азаматова-Мукминова.
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
Әсәй миңә ғүмер бүләк иткән,
Сәңгелдәккә һалып бәүелткән.
Әсәкәйем, үҫтергәндә беләм,
Йоҡламайса бик күп төнөң үткән.
Башым эйәм һинең алдарыңда,
Рәхмәт әсәй алһыу таңдарыма.
Ҡойонорға һинең наҙҙарыңа,
Ашығам мин тағын яндарыңа.
Әсәй, әсәй. рәхмәттәрем сикһеҙ,
Бәхет бүләк иткән бары тик һеҙ.
Атайымдың биргән кәңәштәре,
Тормошомдо еңеләйтә, шикһеҙ.
Үҫтерҙегеҙ шулай наҙлап ҡына,
Татлы һүҙҙәрегеҙ һайлап ҡына.
Рәхмәтемде еткерәһем килә,
Һандуғастай булып һайрап ҡына.
Әсәкәйем,әсәй, рәхмәт һиңә,
Миңә ғүмер бүләк иткәнеңә !
Гөлиә Азаматова-Мукминова
Сәңгелдәккә һалып бәүелткән.
Әсәкәйем, үҫтергәндә беләм,
Йоҡламайса бик күп төнөң үткән.
Башым эйәм һинең алдарыңда,
Рәхмәт әсәй алһыу таңдарыма.
Ҡойонорға һинең наҙҙарыңа,
Ашығам мин тағын яндарыңа.
Әсәй, әсәй. рәхмәттәрем сикһеҙ,
Бәхет бүләк иткән бары тик һеҙ.
Атайымдың биргән кәңәштәре,
Тормошомдо еңеләйтә, шикһеҙ.
Үҫтерҙегеҙ шулай наҙлап ҡына,
Татлы һүҙҙәрегеҙ һайлап ҡына.
Рәхмәтемде еткерәһем килә,
Һандуғастай булып һайрап ҡына.
Әсәкәйем,әсәй, рәхмәт һиңә,
Миңә ғүмер бүләк иткәнеңә !
Гөлиә Азаматова-Мукминова
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
Ялтыр-йолтор күлдәгемде,
Кәштәлә һаҡлай инем.
Килештереп кейер өсөн,
Сәбәбен тапмай инем.
Байрам көтөп күлдәгем дә,
Ҡабығып туҙҙы инде.
Ялтыр-йолтор кейер йәшем,
Ашығып уҙҙы инде.
Һаҡламағыҙ кәштәләрҙә,
Кейер кейемегеҙҙе.
Яратҡанды яратығыҙ,
Аҙаҡ кем һөйөр һеҙҙе.
Бөгөн кейәйек кейемдең,
Сағыуын, матурҙарын.
Онотмайыҡ оҙаҡ һаҡлап,
Ҡабығып ятыуҙарын.
Һөйәйек йәрҙең тик һин тип,
Өҙөлөп торғандарын.
Яратайыҡ йәмле йәйҙе,
Һәм ҡарлы бурандарын.
Бөгөн йәшәйек дуҫтарым,
Һәм яҡын туғандарым.
Гөлиә Азаматова-Мукминова.
Кәштәлә һаҡлай инем.
Килештереп кейер өсөн,
Сәбәбен тапмай инем.
Байрам көтөп күлдәгем дә,
Ҡабығып туҙҙы инде.
Ялтыр-йолтор кейер йәшем,
Ашығып уҙҙы инде.
Һаҡламағыҙ кәштәләрҙә,
Кейер кейемегеҙҙе.
Яратҡанды яратығыҙ,
Аҙаҡ кем һөйөр һеҙҙе.
Бөгөн кейәйек кейемдең,
Сағыуын, матурҙарын.
Онотмайыҡ оҙаҡ һаҡлап,
Ҡабығып ятыуҙарын.
Һөйәйек йәрҙең тик һин тип,
Өҙөлөп торғандарын.
Яратайыҡ йәмле йәйҙе,
Һәм ҡарлы бурандарын.
Бөгөн йәшәйек дуҫтарым,
Һәм яҡын туғандарым.
Гөлиә Азаматова-Мукминова.
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
Хистәремде күҙҙәреңә ҡарап,
Нисек әйтергә һуң һиңә ҡыймай ?
Өндәшмәйсә лә бит, түҙеп ҡара,
Ярһый йөрәк, күкрәгемә һыймай.
Баҙнатсылыҡ етмәй, ҡурҡамм(ы) икән,
Һинең битарафлы ҡараштан ?
Башҡаларҙы күптән күрмәйем дә,
Ҡараштарым һиндә аҙашҡан.
Бер һирпелеп кенә ҡараһаңсы,
Зар-интизар көткән күҙемә.
Йондоҙҙарҙы түгел, хатта айҙы,
Бүләк итер инем үҙеңә.
Өндәшмәйем, һүҙһеҙ генә һөйәм,
Ҡалһын әйҙә хисем саф көйө.
Мөхәббәтле йөрәк бәхетле бит,
Ҡолағымда сыңлай һөйөү көйө.
Гөлиә Азаматова-Мукминова
Нисек әйтергә һуң һиңә ҡыймай ?
Өндәшмәйсә лә бит, түҙеп ҡара,
Ярһый йөрәк, күкрәгемә һыймай.
Баҙнатсылыҡ етмәй, ҡурҡамм(ы) икән,
Һинең битарафлы ҡараштан ?
Башҡаларҙы күптән күрмәйем дә,
Ҡараштарым һиндә аҙашҡан.
Бер һирпелеп кенә ҡараһаңсы,
Зар-интизар көткән күҙемә.
Йондоҙҙарҙы түгел, хатта айҙы,
Бүләк итер инем үҙеңә.
Өндәшмәйем, һүҙһеҙ генә һөйәм,
Ҡалһын әйҙә хисем саф көйө.
Мөхәббәтле йөрәк бәхетле бит,
Ҡолағымда сыңлай һөйөү көйө.
Гөлиә Азаматова-Мукминова
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
Илаһи моң, йәнгә шундай рәхәт,
Йөрәгемдең гүйә ауазы.
Мәсет ишегенә яҡын киләм,
Ишетелә йома намаҙы.
Таҙарғандай була йәнем, тәнем,
Аллаһ йорто әйҙәй үҙенә.
Ҡөръән сүрәләрен уҡый хәҙрәт,
Амин тием һәр бер һүҙенә.
Үҙем өсөн бер ни һорамайым,
Үтенесем балам хаҡына.
Ҡыҙым өсөн, улым өсөн тиеп,
Яна йөрәк, йөрәк талпына.
Балаларым булһын, һау ғына.
Амин...
Гөлиә Азаматова-Мукминова
Йөрәгемдең гүйә ауазы.
Мәсет ишегенә яҡын киләм,
Ишетелә йома намаҙы.
Таҙарғандай була йәнем, тәнем,
Аллаһ йорто әйҙәй үҙенә.
Ҡөръән сүрәләрен уҡый хәҙрәт,
Амин тием һәр бер һүҙенә.
Үҙем өсөн бер ни һорамайым,
Үтенесем балам хаҡына.
Ҡыҙым өсөн, улым өсөн тиеп,
Яна йөрәк, йөрәк талпына.
Балаларым булһын, һау ғына.
Амин...
Гөлиә Азаматова-Мукминова
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
Ирҙе ир иткән дә ҡатын,
Ҡара ер иткән дә шул.
Күктәргә сөйгән дә ҡатын,
Күтәреп бәргән дә ул.
Таш аҡтара, тау емерә,
Ир-ат ҡатын-ҡыҙ өсөн.
Көнө-төнө эшләһә лә,
Йәлләмәй һис бер көсөн.
Илһам өҫтәй, ҡанат ҡуя,
Ҡатын-ҡыҙ ир-аттарға.
Гүзәл заттар, йәрегеҙҙе,
Онотмағыҙ маҡтарға.
Хуп килешә һәр эштә лә,
Дәрте арта кешенең.
Кәрәклеген тойһа ғына,
Ырамы бар эшенең.
Әйтер һүҙем бар һеҙгә лә,
Көслө затлы ир-аттар.
Ыласынды ла осора,
Бары тик пар ҡанаттар.
Йылы һүҙеңде йәлләмә,
Әшәкеләрен онот.
Арыш урып ҡына бирмә,
Тирмәндә тартып он ит.
Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй,
Ҡатын-ҡыҙҙың йорт эше.
Көнө буйы гөлдән-гөлгә,
Ҡунған бал ҡорто ише.
Иғтибарлыраҡ булайыҡ,
Иргә лә, ҡатынға ла.
Алыштырғыһыҙ был ғүмер,
Көмөшкә, алтынға ла.
Йылы етмәй кешеләргә,
Иргә лә, ҡатынға ла....
Гөлиә Азаматова-Мукминова.
Ҡара ер иткән дә шул.
Күктәргә сөйгән дә ҡатын,
Күтәреп бәргән дә ул.
Таш аҡтара, тау емерә,
Ир-ат ҡатын-ҡыҙ өсөн.
Көнө-төнө эшләһә лә,
Йәлләмәй һис бер көсөн.
Илһам өҫтәй, ҡанат ҡуя,
Ҡатын-ҡыҙ ир-аттарға.
Гүзәл заттар, йәрегеҙҙе,
Онотмағыҙ маҡтарға.
Хуп килешә һәр эштә лә,
Дәрте арта кешенең.
Кәрәклеген тойһа ғына,
Ырамы бар эшенең.
Әйтер һүҙем бар һеҙгә лә,
Көслө затлы ир-аттар.
Ыласынды ла осора,
Бары тик пар ҡанаттар.
Йылы һүҙеңде йәлләмә,
Әшәкеләрен онот.
Арыш урып ҡына бирмә,
Тирмәндә тартып он ит.
Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй,
Ҡатын-ҡыҙҙың йорт эше.
Көнө буйы гөлдән-гөлгә,
Ҡунған бал ҡорто ише.
Иғтибарлыраҡ булайыҡ,
Иргә лә, ҡатынға ла.
Алыштырғыһыҙ был ғүмер,
Көмөшкә, алтынға ла.
Йылы етмәй кешеләргә,
Иргә лә, ҡатынға ла....
Гөлиә Азаматова-Мукминова.