Методические рекомендации

Ответить
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Илаһи моң, йәнгә шундай рәхәт,
Йөрәгемдең гүйә ауазы.
Мәсет ишегенә яҡын киләм,
Ишетелә йома намаҙы.

Таҙарғандай була йәнем, тәнем,
Аллаһ йорто әйҙәй үҙенә.
Ҡөръән сүрәләрен уҡый хәҙрәт,
Амин тием һәр бер һүҙенә.

Үҙем өсөн бер ни һорамайым,
Үтенесем балам хаҡына.
Ҡыҙым өсөн, улым өсөн тиеп,
Яна йөрәк, йөрәк талпына.
Балаларым булһын, һау ғына.
Амин...

Гөлиә Азаматова-Мукминова
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Ирҙе ир иткән дә ҡатын,
Ҡара ер иткән дә шул.
Күктәргә сөйгән дә ҡатын,
Күтәреп бәргән дә ул.

Таш аҡтара, тау емерә,
Ир-ат ҡатын-ҡыҙ өсөн.
Көнө-төнө эшләһә лә,
Йәлләмәй һис бер көсөн.

Илһам өҫтәй, ҡанат ҡуя,
Ҡатын-ҡыҙ ир-аттарға.
Гүзәл заттар, йәрегеҙҙе,
Онотмағыҙ маҡтарға.

Хуп килешә һәр эштә лә,
Дәрте арта кешенең.
Кәрәклеген тойһа ғына,
Ырамы бар эшенең.

Әйтер һүҙем бар һеҙгә лә,
Көслө затлы ир-аттар.
Ыласынды ла осора,
Бары тик пар ҡанаттар.

Йылы һүҙеңде йәлләмә,
Әшәкеләрен онот.
Арыш урып ҡына бирмә,
Тирмәндә тартып он ит.

Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй,
Ҡатын-ҡыҙҙың йорт эше.
Көнө буйы гөлдән-гөлгә,
Ҡунған бал ҡорто ише.

Иғтибарлыраҡ булайыҡ,
Иргә лә, ҡатынға ла.
Алыштырғыһыҙ был ғүмер,
Көмөшкә, алтынға ла.
Йылы етмәй кешеләргә,
Иргә лә, ҡатынға ла....
Гөлиә Азаматова-Мукминова.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Һағыштарҙан йәнем һыҡтап һыҙлай,
Йыуаныстар ҡайҙан табайым?
Серҙәремде тик һин генә белдең,
Дауаларын миңә тап, айым.

Йондоҙҙар ҙа , серем белгән төҫлө,
Гүйә күҙен ҡыҫып емелдәй.
Әйтсе айым, минең кеүек күктән,
Үҙ йондоҙон тағын кем эҙләй ?

Таң беленә, йондоҙҙар ҙа һүнә,
Мендәремә һеңә күҙ йәше.
Яңы көн дә тыуа, йөрәккәйем,
Һағышланма берүк, түҙ йәме.

Гөлиә Азаматова-Мукминова
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Гөлиә Азаматова-Мукминова

Туҡта ғүмер, зинһар ашыҡмасы,
Һырҙар һалмай тор һин йөҙөмә.
Сикә сәстәремә сал ҡундырып,
Әйҙәйһеңме ғүмер көҙөмә ?

Ҡыҙ ҡиәфәттәре һорамайым,
Еләк сағым оҡшай үҙемдең.
Ошо мәлдең тәмен оҙағыраҡ,
Тояйымсы, йыҡма һүҙемде.

Ашыҡмайыҡ, өлгөрөрбөҙ әле,
Көҙҙөң уңыштарын урырға.
Ҡайҙан табырға һуң әмәлдәрен,
Ваҡыттарҙы ҡабат борорға.

Беләм, ҡартлыҡ Хоҙай биргән бәхет,
Шул уҡ кеше, ләкин яйыраҡ.
Ҡолас йәйеп йөҙөр йылғаһы ла,
Тымығыраҡ була, һайыраҡ.

Ә шулай ҙа ошо йәшем оҡшай,
Танһыҡтарым әле ҡанманы.
Тыуған һәр көнөмә һөйөнәмен,
Үкенерлек мәлем ҡалманы.
Эй ғүмерем, мин яратам һине !
Йөрәгемде һөйөү ялманы.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Хөрмәтле уҡытыусылар!
Һеҙҙең иғтибарығыҙға әлеге көндә Башҡортостаныбыҙҙан ситтә йәшәүсе яҡташыбыҙ Гөлиә Азаматова ижадынан бер шәлкем шиғырҙар тәҡдим итмәксебеҙ. Рәхим итеп алығыҙ.

Донъя мәшәҡәттәренә сумып,
Сабабыҙ ҙа сабабыҙ.
Ял итергә ваҡыт юҡ тип,
Мең сәбәбен табабыҙ.

Һаулыҡ бөткәс,хәлһеҙләнеп,
Беҙ табипҡа барабыҙ.
Ҡапыл ниҙер булды тиеп,
Аптыраған булабыҙ.

Гәлсәр таштан ләхет таҡта,
Алам тип эшләйбеҙме ?
Ау(ы)рыу башың,кемгә кәрәк,
Беҙ уны белмәйбеҙме ?

Машинабыҙҙы ҡәҙерләп,
Яйлап ,майлап йыуабыҙ.
Үҙебеҙгә ҡалһа инде,
Аҙаҡ,ти ҙә ҡуябыҙ.

Сәс(е)рәп китһен донъялары,
Ҡарайыҡ үҙебеҙҙе !
Һаулығыбыҙ байлығыбыҙ,
Асайыҡ күҙебеҙҙе !

Кәрәк, тиеп беҙ былай ҙа,
Бик оҙаҡ түҙҙек инде.
Әҙ йәшәне,яҙмышылыр,
Тигәнде күрҙек инде...

Гөлиә Азаматова.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Тел ғаиләлә генә һаҡланырға тейешме?
15-12-2017// Белем һәм тәрбиә, Телгенәм - бергенәм // "Башҡортостан" гәзите
Телебеҙ ғаиләлә һаҡланыуға ғына ҡайтып ҡалһа, ни булыр, аҙымлап әйтеп сығам:

1. Әҙәбиәтебеҙ ҙә, китаптар итеп сығарылған фольклорыбыҙ ҙа өйрәнелмәй, уҡылмай ятып ҡаласаҡ.
2. Башҡорт теле буйынса кадрҙар әҙерләнмәйәсәк, филфактар ябыласаҡ.
3. Яңы һүҙҙәр башҡортсаға тәржемә ителмәйәсәк, тимәк, һөйләш теле лә яртылаш урыҫ һүҙҙәренән торасаҡ (үҙгәртеп ҡороуҙарға тиклем шулайға әйләнеп бара ине).
4. Башҡорт телендә яҙған яҙыусылар ҡалмаясаҡ, тимәк, әҙәбиәт тә, башҡортса матбуғат саралары ла юҡҡа сығасаҡ.
5. Башҡорт телендәге театрҙар ябыласаҡ, сөнки унда йөрөрлөк тамашасы түгел, уйнарлыҡ та артистар ҡалмаясаҡ – нимә уйнаһындар, әҫәрҙәр яҙылмағас.
6. Башҡорт телен уҡытҡан мәктәптәр ҡалмаясаҡ.
7. Тел – үҫә, киңәйә барған әйбер, уны фәнни яҡтан да өйрәнеү зарур – башҡорт филологияһы фән булараҡ юҡҡа сығасаҡ, үле латин теле хәленә ҡаласаҡ. Ярай уны медиктар һаҡлап килә, ә беҙҙеке зым-зыя юҡҡа сығасаҡ.
8. Башҡорт халҡының тарихы ла өйрәнелеүҙән туҡтаясаҡ, сөнки башҡортса сығанаҡтарҙы фай­ҙалана белмәйәсәктәр.
9. Әле бына юҡҡа сыҡҡан төньяҡ халыҡтар хәлендә ҡала­саҡбыҙ бит – теле булмағас, милләт тә юҡ, милләт юҡ икән, уны иҫкә алыусы ла булмаясаҡ.
БЫНА НИМӘ УЛ ҒАИЛӘ ТЕЛЕ ГЕНӘ БУЛЫП ҠАЛЫУ!
* * *
“ВКонтакте” сайтының интерфейсы башҡортсаға тәржемә ителгән һәм унан файҙа­ланыусылар күп.
Беҙҙең халыҡ барыбер шәп – уйлап ҡарағыҙ, бер тин бер ҡайҙан алмай көн дә инеп, хатта төндәрен тәржемә итеп ултырсы!
Тотош бер төркөм!
Интерфейсты тәржемә иткәндә бик күп ҡатмарлы терминдар, һүҙбәйләнештәр килеп сыҡты, улар буйынса хатта асыуланышып та китә инек.
Беҙ байтаҡ интернет терминдарын башҡортсаға тәржемә иттек.
* * *
Башвикиға Кидандар тура­һында мәҡәлә яҙҙым.
Ул былай тамамлана:
Боронғо кидандарҙың тоҡом­да­ры, Урта Азияға килеп, ҡара­ҡытай (йәки һуңғараҡ ҡтай) булып киткән тип фараз итәләр. Ҡтайҙар үзбәктәрҙән тыш ҡаҙаҡтар, ҡыр­ғыҙҙар, нуғайҙар, ҡарағалпаҡтар, башҡорттар һәм башҡа халыҡ­тарға ҡушылған.
Ҡтайҙар Сәмәрҡәндтәге иң күп үзбәк ырыуы булып торған (хәҙерге Үзбәкстан). Үҙҙәрендәге риүәйәттәргә ярашлы, ҡтайҙар Заравшан буйына ҡыпсаҡ далаларынан килгән. 1920 йылда Сә­мәр­ҡәнд өлкәһендә (Сәмәрҡәнд һәм Кәттәҡурған өйәҙҙәрендә) 39 мең­дән ашыу ҡтай булған.
...Минең туған ҡатай ырыуым шунан тиер инем – гаплогруп­пабыҙ монголдыҡы түгел, тиҙәр. Бәлки, кидандар монгол түгел, төрки булғандыр?
* * *
Инйәр-ҡатай һөйләшенән:
Һүҙ башында “ф” менән “х” юҡ инде. Ниндәй матур исемле инәйҙәрем Базила (Фазила), Батима (Фатима), Хафиз класташым Һәбиз булып йөрөнө.
* * *
Өй һалыу улыбыҙҙы төҙөү­селеккә өйрәтте – каникул ваҡы­тында махсус төҙөлөштә эшләп өйрәнде лә, эшләп алған аҡсаһына өйгә кәрәкле төҙөлөш материалдары ла алды, “прораб”ҡа әйлән­де. Ә мин хәҙер заказға обой йәбештереп бирә алам – элек тә үҙем йәбештерә инем, ә был юлы ике ҡатта йәбештереп, хатта оҫ­тарып киттем. Балаларҙың атаһы эшләгәндәрен һанап бөтөрлөк түгел.
Төҙөлөш беҙҙе материал һайларға, сабырлыҡҡа, ижадкәр, уйлап табыусан булырға өйрәтте, күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй мәҡәлен бик ныҡлы ғына итеп һеңдерҙе – тәүәккәл булырға кәрәк!
Бының кеүек әҙер йортто һатып алырға аҡсабыҙ етмәҫ ине. Алты йыл дауамында ныҡышмаллыҡ менән маҡсатҡа ынтылып, үҙ ҡулыбыҙ менән шаштырмай ғына бөтөрөп ингән йорт беҙгә икеләтә ҡәҙерле – беҙҙең хеҙмәт, ижад емешебеҙ бит ул, ысын-ысындан АТАЙ ЙОРТО!
* * *
Бынан бер нисә йыл элек Липецкиҙа йәшәгән Валентин Баюканов тигән яҙыусы минән баш­ҡорттарҙың сәйләү йолаларын һорап, хат яҙғайны. Интернетта ул баҫтырған әҫәрҙәрҙе күргәс, етмәһә, Англияла ла сәй тура­һында яҙмаларын баҫтырғаны мәғлүм булғас, яуап яҙҙым. Ул минең яҙғандарҙы үҙенең китабына индереп ебәргән. Ике дана китабын һалғайны, береһен Зәки Вәлиди исемендәге Милли китап­ханаға бүләк итеүҙе һораған. Аманатын тапшырҙым. Ҡыҙыҡһынған кеше алып уҡый ала – унда төрлө халыҡтарҙың сәйләү йолаһы бәйән ителә.

* * *
Шәкәр ҙә, тоҙ ҙа була беләм,
Кәрәк саҡта – боҙ ҙа...

яҙыусы Гүзәл СИТДИҠОВА
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Башҡортса һөйләшәм...
22-12-2017// Телгенәм - бергенәм // "Башҡортостан" гәзите
Мине в последнее время шул нәмә беспокоить итә — башҡорт булып та, үҙ телебеҙҙә дөрөҫ итеп һөйләшеүселәр все меньше и меньше ҡалып бара. Милләттәштәребеҙ башҡортса сыҡҡан гәзит-журналдарҙы выписывать итмәй. Ҙур урында заместитель булып ултырған бер земляк: “Зачем мне это надо, городта үҫтем, толком читать не умею”, — тип кенә ҡуйҙы. Службаһы буйынса үҙе төрлө байрамдарҙа һәм мероприятиеларҙа булып, башҡортса речь толкать итә...


Телевидение һәм радионан мәктәптәрҙә туған телде преподавать итеү-итмәү тураһында күп спорҙар булды. Танылған яҙыусыларыбыҙ ҙа был вопрос буйынса переживать итә икән. Конечно, “народный шағир” исемен йөрөтөп тә, творениеңды уҡырлыҡ кеше булмаһа, катастрофа! Просвещение министерствоһы руководи­тел­дәре әйтеүенсә, туған телде мәктәптәрҙә изучать итеүгә балаларҙың родител­дәренең согласиелары необходимо икән. Беҙ школда уҡыған саҡта туған телде в обязательном порядке өйрәнә инек.
Странно бит, балалар мәктәптә русский, английский языктарҙы беренсе кластан алып уҡый, ә родной башҡорт телен бел­мәй. Ә дома үҙ телендә общаться итмә­гәс, бер нәмә лә аңламай үҫә. Бик жалко, әлбиттә. До сих пор хәтеремдә, знаменитая артистка Гөлсөм Хәбибуллина телдең боҙолоуы тураһындағы әҫәр менән выступать итә торғайны. Халыҡ шағиры Марат Кәримовтың “Ҡала теле” тигән был произведениеһы һаман да актуальный булып ҡала.
Бер көндө дуҫым Салауат обращаться итә: “Харис! Мин шуны обнаруживать иттем әле, — ти. — “Зеленая роща” останов­каһында ике төрлө название бар, аҡҡа ҡара менән “Йәшел ҡулҡы” тигән, ә рядом ҡыҙыл таҡтала “Йәшел сауҡалыҡ” тип яҙғандар. Как это понимать?” “Откуда я знаю, — мин әйтәм, — урамдағы исемдәр­ҙе, названиеларҙы проверять итә торған целая комиссия эшләй, шуларға звони”.
Автобуста китеп барам шулай. Янымда ике әбей һөйләшә. Береһе тазик, ҡайын венигы тотҡан.
— Баняға китеп барам, — ти әхирәтенә, — внучкамды купать иттем дә киленгә оставила. Хәҙер үҙем помыться хочу. Тәнем күптән мунса һорай. Ә үҙең ҡайҙа направилась?
— Әй, Фәриҙәкәйем! Инглиз телен изучать итеүселәр курсына китеп барам әле. Пенсионерҙарҙы бесплатно обучать итәләр, ти бит. Шунда записалась. Компью­терҙы ла осваивать итә башланым, пригодится.
Мин, быларҙың һөйләшкәнен подслушивать итеп, үҙемдең остановкамды үтеп киткәнмен. Интересно бит, үҙҙәренең родной башҡорт телендә нормально итеп һөйләшә белмәгән әбейҙәр ҙә существуют Уфала. Телевизорҙан Чернев тигән урыҫ кешеһенең чисто итеп башҡортса һөйлә­гәнен күреп, очень удивился. Үҙе хатта иностранный студенттарға башҡорт теле­нән уроктар бирә. Бик тә похвальный күренеш был.
Эшемде перебивать итеп, телефон шылтыраны — улым звонить итә: “Пап! Я с работы еду, что купить на ужин?” “Не знаю, мамаңа звони, ул бит өйҙә хозяйка”. Әйтер һүҙемде билдәле шиғыр юлдары менән тамамлағым килә: “Кем үҙ телен не уважает и не знает, Кеше булырға ла право не имеет!”

Өфө ҡалаһы.
Автор: Харис ШӘРИПОВ.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Берләштерә лә, дуҫлаштыра ла
22-12-2017, // Телгенәм - бергенәм // "Башҡортостан" гәзите
Берләштерә лә, дуҫлаштыра ла“Бәйләнештә” социаль селтәренең “Сибай 24” төркөмөндә Виктор Тюрин яҡташтарын башҡорт теленә өйрәтә башланы. Уның башҡорттарға, милли мәҙәниәтебеҙгә булған ихтирамын электән беләм. “Атайсал” гәзитендә эшләгән сағымда үҙенең хеҙмәткәрҙәрен әүҙем рәүештә баҫмаға яҙҙыра ине. Ун дана ғына түгел, хатта 50-шәр итеп...

– Виктор, тел уҡытыусыһының йәки ҡоролтай вәкиленең түгел, ә рус кешеһенең ошондай изге эште башлап ебәреүе ҡыҙыҡһыныу уята. Был уй ҡасан һәм нисек барлыҡҡа килде?
Берләштерә лә, дуҫлаштыра ла– Ҡала Советы депутаты һәм Башҡорт­остан гражданы булараҡ, урындағы ха­лыҡтың туған теле яҙмышы мине лә битараф ҡалдырманы. Мөмкинлеккә ҡарап, уны ҡурсалау, һаҡлау сараһын күреүҙе ҡайғыртырға булдым. Был йәһәттән урамда баннерҙар ҡуйыуҙы тәҡдим иткәйнем, әммә ул күп сығым һәм эшләтеүгә оҙайлы ваҡыт талап итә. Һәм әлегә ошо ҡаланың “Сибай 24” мәғлүмәт порталында (унда барлығы 26 483 кеше яҙылған) эште алып барырға булдым.
Һүҙҙәрҙе, әлбиттә, һүҙлектән алам. Ҡайһы ваҡыт хаталар ҙа ебәрәм. Шунда уҡ төҙәтмә индерәләр. Был иһә проектты тағы ла йәнләндереп ебәрә. Ул башҡорт­тарға кәрәктер тип уйламайым, ҡалала былай ҙа башлыса үҙ телен яҡшы белгән һәм башҡортса аралашҡан халыҡ йәшәй. Ә бына урындағы халыҡтың телен белеү барыһын да берләштерә һәм дуҫлаштыра тигән фекерҙәмен. Хәҙер уның аудиовариантын да сығарырға әҙерләнәбеҙ.
– Проект донъя күрә башлағас та рус телле сибайҙарҙан ыңғай фекер-аңлатмалар күп булды...
– Эйе, күп яҙалар, ҡыҙыҡһыналар. “Улы­быҙ телде өйрәнһен тип, башҡорт балалар баҡсаһына биргәйнек. Әммә беҙҙең өмөт аҡланманы. Баҡсала күп дәрестәр русса үткәрелә һәм кескәйҙәр русса аралаша булып сыҡты. Хәҙер инде һеҙҙең проект беҙгә ярҙамға килер тип уйлайбыҙ”, – тип яҙа Оксана Толаева, мәҫәлән.
– Минең һорауҙарыма ла башҡортса яуап бирәһегеҙ, афарин!
– Әлбиттә, башҡортса камил һөйләшәм, тип әйтә алмайым. Үҙ ваҡытында беҙгә мәктәптә башҡорт теле дәресе инмәне. Әммә күп һүҙҙәрҙе беләм, тип маҡтана алам. Башҡорт йырҙарын да башҡарам.
– Һоҡланғыс! Сибай институты директоры урынбаҫары Семен Николаевич Черновтың да, мәҫәлән, тап-таҙа, бай итеп башҡортса һөйләшеүе беҙҙе күптән таң ҡалдыра. Әле бына һеҙҙең менән аралашып ҡыуанып ултырам. Ошо урында шағирә Гөлназ Ҡотоева­ның шиғыр юлдарын телгә алғым килә:
Башҡорт телем минең, аҫылым,
Балҡып ҡына китер асылым,—
Башҡортсалап берәү өндәшһә,
Йәнем ирей.
– Рәхмәт.
– Виктор, үҙегеҙ тураһында бер кәлимә һүҙ әйтегеҙсе?
– 1971 йылда Сибай ҡалаһында тыуған­мын. Хеҙмәт юлымды 17 йәштә төҙөлөш идаралығында балта оҫтаһы булып башланым. Ә 1990 йылда Ленинградтағы юғары мәҙәниәт мәктәбенә уҡырға индем. Әйткәндәй, был уҡыу йортон ваҡытында А. Мөбәрәков исемендәге драма театры­ның әлеге директоры, режиссер Дамир Ғәлимов та тамамлағайны. Ә мин социаль-мәҙәни өлкәлә идара тигән бүлекте тамамланым. Сибайға ҡайтҡас, төрлө урын­дарҙа етәксе вазифаларын башҡар­ҙым. Торлаҡ-эксплуатация идаралығы начальнигы, “Полигон” муниципаль предприя­тиеһы директоры булдым. Әлеге ваҡытта Сибай сәнғәт колледжында директор урынбаҫары булып эшләйем.
Дуҫтарым менән сәләмәт тормош алып барабыҙ. Спорт менән шөғөлләнәм, балыҡҡа йөрөйөм.
– Тимәк, һеҙ хәҙер үҙегеҙҙең мөхи­те­геҙҙә, үҙ урынығыҙҙа. Һәм был, мәҙәниәт өлкәһендә күп идеялары­ғыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам да итеп, илһамландыралыр ҙа...
– Музыка миңә бәләкәйҙән яҡын. Шулай булһа ла, сәхнәгә сығырға, үҙемде күрһә­тергә ашыҡманым. 2014 йылда ғына ҡала буйынса сараларҙа ҡатнаша башланым. Шулай уҡ мәрхәмәтлек концерттарын ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуйғайным. Шулай итеп, В. Высоцкий, В. Цой иҫтәлегенә ойошторолған тамашаларҙан йыйылған аҡса ярҙамға мохтаж, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә тапшырылды, уларға Яңы йыл бүләктәре алынды.
Әле ҡалала тәүге шансон фестивален үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Автор, режиссер, алып барыусы булараҡ ҡына ҡатнаш­ма­йым, бер нисә йыр ҙа әҙерләйем.
Сибай ҡалаһы минең өсөн үтә ҡәҙерле. Һәр ваҡыт уның патриоты булып ҡалам, һәр башҡарылған эшем яҡташтарым өсөн. Киләсәктә “Бергә” исемле проектты тор­мош­ҡа ашырырға хыялланам. Ул да булһа, Сибайҙағы бөтә коллективтарҙы берләш­тереп, концерттар, фестивалдәр ойоштороу. Ике шәп коллектив — “Миләш” вокаль халыҡ һәм “Уралочка” ан­самблдәре менән ошо эште башлап ебәр­гәндә, бик шәп булыр ине.
– Афарин, Виктор! Һеҙгә артабан да уңыштар теләйем. Ихлас яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Сибай ҡалаһы.
Автор: Земфира ҒИРФАНОВА.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

“Башҡорт телендә һөйләшәм”
19.01.2018 // Телгенәм - бергенәм // "Башҡортостан" гәзите
“Башҡорт телендә һөйләшәм”Бүребай дөйөм урта белем биреү мәктәбендә Башҡорт теленә арналған ҙур сара уҙҙы. Ҡайһы бер бәйгеләр, конкурстар алдан уҡ башланғайны. “Башҡорт әҫәрҙәренә иллюстрациялар”, “Иң күп биш алған уҡыусы”, “Иң күп биш алыусы класс”, “Аҡмулланың шиғырҙарын оҫта һөйләүсе”, “Туған телем – гүзәл гөлөм” һымаҡ иншалар конкурсы – шуға асыҡ миҫал.


Унда районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхес­тәре – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың ха­лыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Хәй­булла районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ғәни Бикбаев, Бүребай ауылы ағинәйҙәре, яҡташ шағирәләребеҙ – Фә­риғә Күсәкова, Әнүзә Гәрәева, Рәүилә Ишем­ғолова, Аҡъяр тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәзилә Байғусҡа­ро­ва­ның ҡатнашыуы кисәгә күркәмлек өҫтәне.
“Ағинәйҙәр” клубы инәйҙәренең уҡыусы­ларҙы мәктәптә үк ҡаршы алыуына нисек шатланмаҫҡа! Көндөң беренсе яртыһында 5-9-сы кластар өсөн – “Зәки – Башҡорт­остан терәге” исемле хәтер кисәһе, ә 1 – 4-се кластар өсөн “Башҡорт милли уйындары” тигән асыҡ дәрес уҙғарылды. Бүребай ауылынан ағинәйҙәр “Бәпес ебе” йолаһын күрһәтте. Шулай уҡ балалар “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” тигән темаға диктант яҙҙы. Улар араһында бүтән милләт вәкилдәрен күреү сараға ҙур мәртәбә өҫтәне.
Артабан саҡырылған ҡунаҡтар һәм мәктәп уҡыусылары яҡташ шағирәләр менән осрашыуға ашыҡты. Тамашасылар Фәриғә Күсәкованың, Әнүзә Гәрәеваның, Рәүилә Ишемғолованың күңелдәргә үтеп инерлек ижад емештәрен тыңлап кинәнде. Ҡыҙҙар һәм малайҙар һәр береһенең тормош юлдары һәм ижад серҙәре менән ҡыҙыҡһынды, шуға бәйле һорауҙар бирҙе. Яуап һүҙе итеп мәктәптең “Алтын ҡаурый” түңәрәгенә йөрөгән уҡыусылар – Айгөл Аҡҡусҡарова менән Регина Байғужина үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы һөйләп ишеттерҙе.
Тәнәфес ваҡытында “Башҡорт телендә һөйләшәм”, “Яратам һине, Башҡортостан” ише флешмоб күрһәтелде, башҡорт милли уйын ҡоралдарынан күргәҙмә ойошторолдо.
Төштән һуң барыһы ла тамашасы залына йыйылды. Аҙна һуҙымында иң күп биш алыусы булып 4-се “б” класы уҡыусыһы Зарина Айдашева һәм 6-сы “а” класы уҡыусыһы Аида Рәхмәтова танылды. Шулай уҡ иншалар бәйгеһендә һынатмаусылар, “Башҡорт әҫәрҙәренә иллюстрациялар” конкурсында еңеүсе кластар ҙа билдәләнде. Уларға маҡтау грамоталары, дәртләндереү приздары тапшырылды. Аҡмулланың шиғырҙарын ятлауҙа алдынғылыҡты бирмәгән Әминә Вәлиева яҡташ шағирәбеҙ Фәриғә Күсәкова ҡулынан грамота алһа, бер хатаһыҙ диктант яҙыусы милләттәштәребеҙ Нәжиә Жуламанова һәм Шәүрә Бүләкова Хөрмә­тулла Үтәшевтең ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы алыуға иреште. Ошо ҡотлауҙар, бүләк­ләүҙәр һәммәһе лә башҡорт йыр-бейеүҙәре менән һуғарылып барҙы. Сараны йомғаҡлап бөтәһе бергә “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын башҡарҙы.
Йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүгә йүнәлтелгән бындай саралар һәр кемгә оҡшай.

Хәйбулла районы.
Автор: Лилиә ГӘРӘЕВА.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың донъяға ҡарашы
19.01.2018 // Телгенәм - бергенәм // "Башҡортостан" гәзитенән
Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың донъяға ҡарашыКешелек тарихында бөйөк эштәре менән үҙен дә, халҡын да данлаған, юғары күтәргән мәртәбәле шәхестәр бихисап. Шундай шәхестәрҙең береһе – күренекле мәғрифәтсе, күп яҡлы ғалим, шағир һәм аҡыл эйәһе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев. “Һәр кемдең ҡалалыр бер йәдкәре” тип яҙған Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев үҙенән һуң быуаттарҙан-быуатҡа күсеүсе оло бер иҫтәлек, бай мираҫ ҡалдырҙы. Оло ғалим, һоҡланғыс шәхес – беҙҙең яҡташыбыҙ, ғорурлығыбыҙ. Ул бөтә ғүмерен туған халҡын аң-белемле, бәхетле һәм мәҙәниәтле итеү өсөн көрәшкән, шуға күрә Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исеме бөгөн дә халҡы хәтерендә.

Пушкин әйткәнсә, мин шағир булып, ҡыш утынһыҙ, йәй арбаһыҙ йәшәйем, тигән үкенесле кисерештәр ҙә биләгән мәғрифәтсене. Ошолай тиеүенә ҡара­ғанда, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевты тормош бер ҙә генә иркәләмәгән. Тура һүҙле, үткер телле кешегә тормош еңел бирелмәй бит. Иң мөһиме, ул донъя малына ҡыҙмаған. Байлыҡ йыймаған, аҡса тупламаған, дан артынан ҡыумаған. Бик үк етеш йәшәмәүенә ҡарамаҫтан, рухи байлыҡты өҫтөн күргән. “Минең ҙур байлығым – китаптарым”, – тигәне ана шул фекерҙе раҫлаған дәлил ул. Бик һирәктәр генә әйтәлер шулай тип.
Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың ижадына хас күренеш: ул үҙ әҫәрҙәрен ябай халыҡ өсөн яҙған. Аңлашылһын өсөн ябай һүҙҙәр ҡулланған. Шағирҙың шиғырҙарында башҡорт халҡының, тыуған еребеҙҙең тарихы сағылыш таба. Борон замандарҙан алып үҙ осорона тиклемге хәл-ваҡиға­ларҙы тасуирлай ул.
Шул уҡ ваҡытта ер-һыуҙарыбыҙҙың, урман-тауҙарыбыҙҙың таланыуын, еребеҙ байлығының ситтәргә осоуын бик ауыр кисерә. Ер, ил талана, халыҡ зарына ҡолаҡ һалыр кем генә, тип йөрәкһенә шағир күңеле. Әлеге борсолоуҙар күңелгә һыймайынса, шиғыр булып урғыла. Уларҙа шул замандың власть әһелдәренә нәфрәт хистәре ярылып ята.
М. Өмөтбаевты йәмғиәт тормошондағы ғәҙелһеҙлек күренештәренә бары тик шаһит булып, илап-зарланып ҡына ҡала икән тиһәк, был төптө хата булыр ине. Әлбиттә, уның ҡулында шунда уҡ тәртип урынлаштырыу ҡөҙрәте юҡ, сикһеҙ власҡа ла эйә түгел ул. Әммә властан да өҫтөн, хакимдарҙан да көслөрәк аҡыл бар унда. Ана шул аҡыл туған халҡының киләсәген хәстәрләп, ошондай фекерҙе милләттәштәренең аңына һеңдерергә ынтыла: “Еребеҙҙе, байлығыбыҙҙы һаҡлайыҡ, милләтебеҙҙе йәшәтәйек тиһәк, мотлаҡ белем һәм һөнәр алыу кәрәк”. Ошо фекер олуғ ғалимдың шиғырҙарында бына нисек яңғыраш ала:
Ғилем – хикмәт, мәғрифәт –
йән аҙығы,
Ынтыл белемгә йәш саҡтарыңда.
Ғилемгә мәғрифәт биргән,
Уны белегеҙ, ир-аттар.
Ҡулыңдан килһә, ҡыл ярҙам,
Ғалим мираҫ сығыр бынан, тип.
Кеше абруйы алтын-көмөшкә ҡарап түгел, ә аҡылы, ғилеме, һөнәре буйынса баһалана икәнен дә төшөндөрә халҡына мәшһүр яҡташыбыҙ. Шағирҙың был фекерҙәре лә һис кенә лә иҫкермәй, киреһенсә, һәр заман был хаҡта әленән-әле иҫкәртеп тора:
Ҡайыш тәрбиәлелер һәм аҙ эшләй,
Уның өҫтөн биҙәйҙәр алтын-көмөшкә.
Ҡайыш майлы өсөн хөрмәт табалыр,
Йүкәлә ул юҡ өсөн кәм баһалыр.
Мәгәр һыу Йүкәнең төҫөн асалыр,
Һыу менән күп ергә дәүләт сәсәлер.
Нисек Ҡайыш ҡорола тота майҙан,
Йүкә һыуҙа көс алмыш һәм Хоҙайҙан.
“Башҡорт – батыр, тапҡыр, алсаҡ, ҡунаҡсыл, шаян тәбиғәтле, тыуған еренең, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеүсе, хаҡлыҡ, тоғролоҡ яҡлы оло милләт ул. Ә уның йәшәгән урыны – Башҡортостан”, — тип яҙып ҡалдырған М. Өмөтбаев үҙ халҡы тураһында. Шундай юғары тойғолар аша, патриотик рух күтәренкелегендә туған халҡының башҡа милләттәрҙән һис кенә лә кәм булмайынса, бәлки, ҡайһылыр яҡтары менән өҫтөнөрәк тә булыуын дөйөм йәмғиәт кимәлендә әйтеп бирә алыу ул — үҙе бер батырлыҡ, тәүәккәллек. Салауат Юлаев менән Аҡмулланан һуң милләтем, халҡым тип янған кеше нәҡ М. Өмөтбаев булды тиһәк, һис арттырыу булмаҫ.
Шағирҙың илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғолары уның шиғырҙарында ла яңғыраш таба:
Беҙҙе Йомран иле тиерҙәр,
Ағиҙелдең буйы тиерҙәр,
Беҙҙең дә бар гүзәл ерҙәр,
Ҡолаҡ тот, тыңла беҙҙәрҙән.
Ғәжәп хозурлы ерҙәрҙән,
Ҡыҙылғыны ишет беҙҙән.
Балапан һәм Кесе Талпаҡ
Яталар төҫлө аҡ ҡалпаҡ.
М. Өмөтбаевтың “Европалағы һәр милләт фәнде туған телендә уҡып белем алған кеүек, Европа фәндәрен дә Көн­сығыш телдәренә әйләндереү кәрәк. Пушкин бөйөк ул. Уның әҫәрҙәрен уҡыу, белеү беҙгә лазымдыр” тигән аҡыллы фекере менән дә килешмәү мөмкин түгел. Ошо рәүешле, бер милләт үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәмәһен, башҡа ҡәүемдәрҙең дә мәҙәниәте, фәне менән танышһын, уларҙың ыңғай тәжрибәһен үҙләштерһен, тип өйрәткән Өмөтбаев үҙ заманында. Нисек кенә булмаһын, бынан байтаҡ йылдар әйтелгән һүҙҙәр менән бөгөн дә килешмәү мөмкин түгел. Ә инде Пушкиндың “Баҡсаһарай фонтаны” поэмаһын, “Бәхетһеҙ ҡыҙ”, “Делибаш”, “Шатлыҡ хыялы” шиғырҙарын башҡортсаға әйләндереүен бөйөк шағирға ихтирам һәм табыныу тип кенә ҡарарға ярамай. Бында бигерәк тә үҙ халҡының рухи кимәлен үҫтереү, оло әҙәбиәт майҙанына сығарыу хәстәрлеге М. Өмөтбаевтың төп иғтибар үҙәгендә. Халҡы хаҡында ошондай хәстәрлек тойғолары уны ғүмере буйы оҙата килә. Юҡҡа ғына ул үҙен халыҡтың “ходатайы” тип атамағандыр.
М. Өмөтбаевтың “Һәр халыҡтың тарихы өйрәнелһен өсөн уның үҙ Карамзины булыуы шарт” тигән һүҙҙәренә лә оло мәғәнә һалынған. Борон-борондан шундай фекер йәшәй: теге йәки был милләт үҙенең алдынғы шәхестәре менән абруйлы. Теге йәки был илдең уҡымышлы кешеләре менән көслө икәнен дә тарих хәтерендә һаҡлай. Ошо рәүешле М. Өмөтбаев үҙ халҡы алдына оло талап ҡуя: аң-белемгә ынтылырға, һөнәрҙәргә эйә булырға. Тик шул саҡта ғына милләтебеҙ йәшәр. Бөгөн дә ошо фекер актуаллеген юғалтмай. Шулай булғас, М. Өмөтбаевты нисек аҡыл эйәһе тип әйтмәйһең инде.
“Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсенән, үҙеңдең сығышыңды йәки ырыуыңды белеү; икенсенән, йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу; өсөнсөнән, өләңдәрҙе һәм риүәйәттәрҙе белеү” тигән һүҙҙәр мәшһүр ғалимдың килер быуын милләттәштәренә васыяты һымаҡ ҡабул ителә. Ҡарап торғанда ябай ғына һүҙҙәр аша оло эске бер мәғәнә төҫмөрләнә. Үткәндәрһеҙ бөгөнгө, бөгөнгөһөҙ киләсәк юҡ тигәндәй, үҙ халҡыңдың тарихи сығы­шын, көнкүрешен, тел үҙенсәлектәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен белмәйенсә, милләтең­дең киләсәген тоҫмаллау мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта дөйөм кешелек йәмғиә­тенән айырылып, үҙ-үҙеңә генә бикләнеп, бер ҡалыптарға ғына һыйынып ятыу ҙа яҡшыға алып бармаҫын тоҫмаллай ғалим. Шуға күрә мөмкин ҡәҙәр донъя кимәленә сығып, үҙеңдең мөмкинлек­тәреңде, ҡаҙаныштарыңды башҡалар янында күрһәтергә кәрәклекте мөһим тип иҫәпләй ул. Ә бының өсөн ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек кеүек сифаттарға эйә булыу мотлаҡ.
Мәғрифәтсенең шулай тип әйтеп ҡалдырғаны ла заманыбыҙ өсөн үҙе бер хәҡиҡәт. Ошо рәүешле, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың күп яҡлы эшмәкәрлеге, сикһеҙ һәләте үҙенең туған халҡына бағышланған. Ана шуның өсөн дә Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев бөйөк ул. Уның исеме лә, эшмәкәрлеге лә үлемһеҙ.
Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев башҡорт халҡының оло фекер эйәһе, кешеләр күңелендә гуманистик идеялар ҡалдырған мәғрифәтсе, шағир, ғалим һәм публицист сифатында күҙ алдына баҫа. Бөйөк улдарын халыҡ бер ваҡытта ла онотмай. Изгелек, яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай бит ул. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев та мәңгегә халҡы хәтерендә. Быуаттарҙан-быуаттарға килер быуындар өсөн аҡыл, ғилем, хәҡиҡәт илсеһе булып балҡыр ҙа балҡыр.
Автор: Рим ИСХАҠОВ.
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»