Методические рекомендации

Ответить
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

ХАЛЫҠ ӘЙТҺӘ, ХАҠ ӘЙТӘ
5-01-2018, // Аҡмулла // "Башҡортостан" гәзетенән
Кеше булыр кешенең кешелә булыр эше. Ата-бабаларыбыҙҙың был әйтеме башҡаларҙың тәжрибәһен үҙләштерергә, уларҙан үрнәк алырға өйрәтә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, булыр бала бишектән булғанды иҫтә тотоп, ата-әсәләр йәш быуынға үҙҙәре белгәнде өйрәтә. Атанан күргән уҡ юна, әсәнән күргән тун бесә. Уңышлы эшсе, хөрмәт эйәһе, ысын кеше булыу өсөн Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдинов, Әхмәтзәки Вәлиди, Рәми Ғарипов кеүек бөйөк шәхестәребеҙҙең ҡылғандары һәм әйткәндәренә эйәреп, юғары белемле, әхлаҡлы, әҙәпле, рухлы булырға ынтылырға тейеш.

Һәр ваҡыт ил мәнфәғәтен үҙеңдекенән өҫтөн күреү яҡшы була. Кәрәкһә, Урал батыр кеүек Тыуған ил өсөн ҡаһарманлыҡ эшләргә әҙер булығыҙ.
Һәр кем ил ҡанундарын, хоҡуҡ ҡоралдарын төплө белеп, уларға таянып эш итергә тейеш. Башҡа халыҡтарҙың милли ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын белергә һәм хөрмәт итергә кәрәк.
Хеҙмәт бурыстарыңды бөтә көсөңдө, күңелеңде биреп эшләргә ты­рышыу маҡтала. Бурысын тейеш­лесә башҡарыу­сыларҙы хөрмәт итәләр. Тәү сиратта уларға мөрә­жәғәт итәләр, уларға вазифа бирәләр.
Эшең менән үҙ мәнфәғәтеңдең сиктәрен белергә, аяғыңды юрға­ныңа ҡарап һуҙырға кәрәк.
Вәғәҙә биргәс, үтәү фарыз. Шуның өсөн эшеңә бәйле вәғәҙәләр бирмәҫкә кәрәк, сөнки эшләгән урыныңдағы мөмкинлектәр эшеңә генә бәйле. Әйткән һүҙ — атҡан уҡ. Шуның өсөн әйтер алдынан мең ҡат уйларға кәрәк, сөнки вәғәҙә – иман, биргән һүҙ үтәлергә тейеш.
Эшеңә зарар бирәсәк һис бер эшкә ҡатнашмаҫҡа кәрәк. Эшкә тотонмаҫ борон ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫергә кәрәккәнде лә аҡылдан сығармау шарт.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә. Шуның өсөн бындай эштәрҙән һаҡланырға кәрәк. Изгелек ҡыл да һыуға ташла, халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер.
Ил төкөрһә, күл була, ил менән күргән туй була. Халыҡтың хөрмәтен яулауы ауыр, уның ҡиммәтен белергә кәрәк. Ғәҙел, әҙәпле булғандарҙы халыҡ сикһеҙ ихтирам итә.
Кеше булам тиһәң, Салауат Юлаевтан — батырлыҡҡа, Мифтахетдин Аҡмулланан — уҡырға тырышырға, Ризаитдин Фәхретдиновтан — белемде хөрмәт итергә, Әхмәтзәки Вәлидиҙән — көслө рухлы булырға, Рәми Ғариповтан телде ҡәҙерләргә өйрәнергә кәрәк.
Автор: Әхәт СӘЛИХОВ.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

“Атай – театр сәнғәтенең ҡеүәте, илһамы!”
"Башҡортостан" гәзитенән. Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт.
“Атай – театр сәнғәтенең ҡеүәте, илһамы!”Тап бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтә. Артист нәҡ ошо театрҙа сәхнәгә алып сыҡҡан ролдәр исемлегенә күҙ һалһаң, иҫең китерлек: театр тарихында бындай ҡатмарлы образдарҙы тағы ла кем уйнағаны бар икән?! Мәшһүр Арыҫлан Мөбәрәковтың геройҙары ғына тиңләшә ала был исемлек менән! Р. Ишмораттың “Дауылға ҡаршы”һында — Владимир Ульянов, Ә. Мирзаһитовтың “Әсәйемдең сал сәстәре”ндә — Йондоҙ, Ф. Бурнаштың “Йәш йөрәктәр”ендә — Хәйретдин, У. Шекспирҙың “Макбет”ында — Макбет, А. Чеховтың “Аҡсарлаҡ” драмаһында — Треплев, И. Абдуллиндың “Йөрәк менән шаярмайҙар” әҫәрендә — Моталов, М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһында — Аҡъегет, “Ташлама утты, Прометей!” әҫәрендә — Прометей, Н. Асанбаевтың “Кеше бәхете”ндә — Әнүәр, Л. Толстойҙың “Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә” пьесаһында — Никита, “Тере мәйет”ендә — Протасов, Н. Хикмәттең “Онотолған әҙәм”ендә — Доктор, С. Мифтаховтың “Зимагорҙар”ында — Фәсхи, А. Абдуллиндың “Онотма мине, ҡояш” әҫәрендә — Чекмарев һәм башҡалар...
Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан ойошторҙоҡ беҙ был әңгәмәне. Бөтә артистарҙың да балалары ижад юлын һайламай, бөтәһе лә артист та булып китмәй. Әммә булғандары, моғайын, ата-әсәһенең ижади фиҙакәрлегенә баһа бирә алалыр, тигән уй-ниәт менән Рәсәйҙә билдәле режиссер, артист Айсыуаҡ Илшат улы ЙОМАҒОЛОВ менән һөйләшеп алырға булдыҡ, сөнки Айсыуаҡтың театр сәнғәтендә лә, кинола ла үҙ почергы, юлы бар. Практик йәһәттән эшләп өйрәнгәндәргә теоретик булып сығыш яһау, бәлки, ауырыраҡтыр ҙа, әммә тыңлап ҡарайыҡ әле уның һүҙен.


– Илшат ағай хаҡындағы хәтирә­ләреңде ишетке килә, Айсыуаҡ?
– Дөрөҫөн әйткәндә, уны мин дә, башҡалар кеүек үк, ижади шәхес булараҡ иҫкә алам төҫлө. Минең өсөн ул атайҙан былайыраҡ, һәр саҡ үҙенең эшенә мөкиббән кеше булып күҙ алдына баҫа, сөнки ул мин белә-белгәндән үҙен тулыһынса рухи хеҙмәткә, ижадҡа бағышланы. Ҡайһы бер рәссамдар ҙа уларҙың ҡулы менән Күктән кемдер идара итә, улар үҙҙәрен ижадтан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай, тип әйтә бит, атайҙың ана шулай Күк кәнсәләре менән бәйләнеше бар ине һымаҡ. Уға ана шул ҡайҙандыр килгән илһамлы мәлдәрен файҙаланып ҡалырға, мөмкин тиклем әйтәһе һүҙен әйтергә кәрәклеген тоя инем. Уның ише кешегә, бәлки, ғаиләһенең булыуы ла бик үк кәрәкмәгәндер, мөһим дә булмағандыр. Йәмғиәттә йәшәгәндәр өйләнергә, уның балалары тыуырға тейеш бит инде, бары тик шулай булһын өсөн генә ул да өйләнгәндер, балалар булдырғандыр һымаҡ.
Ҙурҙан ҡубып ҡараһаң, уның кеүек шәхестәргә ғаилә бөтөнләй кәрәкмәйҙер ҙә һымаҡ, сөнки ижад иң алғы планда тора. Һәм шулай йәшәне лә. Ул бер ҡасан да тормош ығы-зығыһы, көндәлек мәшәҡәттәр тип баш ватманы, киреһенсә, глобаль масштабта фекерләне, донъяуи ҡараш менән уйҙарға сумды, ваҡлыҡтарға төшөп китмәне. Ул һәр ваҡыт үҙ донъяһында йәшәне. Үҙе уйлап тапҡан ижад илендә нимәләрҙер яҙҙы, образдар тыуҙырҙы. Ғаиләгә бәйле улы һәм атаһы тойғоларын сағылдырған хәтирәләр иҫкә төшмәй, тип әйтһәм, башҡаларҙың күңелен төшөрөрмөнмө икән? Әллә атай хаҡындағы образды юҡҡа сығарырмынмы, тип тә ҡурҡам. Тик шуны аңларға кәрәк: атай ҙур шәхес булды! Шуға күрә башкөллө ижад донъя­һында йәшәгән ир-егеткә ғаилә башлығы, атай булараҡ әллә ниндәй маҡсаттар ҙа ҡуйырға ярамай.
– Бөтөнләй бер ниндәй ҙә иҫтәлек юҡмы ни?
– Бар, әлбиттә. Дүрт йәштәр тирәһендә мин цирк клоундары менән мауығып киттем һәм өйҙә ҡыҙыҡлы ғына репризалар эшләй башланым. Тамашасыларым – атайым менән әсәйем. Уларҙы эштәренән айырып, үҙемдең тамашаларҙы ҡарарға талап итеп тигәндәй ултыртып ҡуям. Йығылып китәм, ҡыланам, әммә уларҙан һаман үҙем теләгән реакцияға ирешә алмайым, атайҙың яғымлы ҡарашы, йылмайыуы мине ниәтләгән образымдан сығара. Тағы ла бер хәл иҫкә төшә. Миңә алты йәш тирәһендә беҙ ғаиләбеҙ менән Ҡара диңгеҙгә ял итергә барҙыҡ. Пляждабыҙ. Атай-инәй ҡыҙынып ята, ә мин диңгеҙ менән танышырға киттем. Беренсе тулҡын уҡ мине аяҡтан йығып, даръя эсенә атып бәрҙе. Тороп баҫтым да ярға табан бер нисә аҙым яһаным ғына тиһәм, мине икенсе тулҡын аяҡтан йыҡты һәм йәнә диңгеҙ эсенә һөйрәй. Ҡурҡышымдан ҡысҡырам, ярҙамға саҡырам һәм үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмайым – инәйем менән атайым миңә ҡарап көлөшөп баҫып тора, ә мине сираттағы тулҡын аяҡтан йыға...
Йәнә лә атайымды һәр саҡ йоҡлап ятҡан килеш хәтерләйем. Мин йоҡларға ятам, ә ул эшенән ҡайта. Төн буйы яҙа, ижад итә. Мин иртән торғанда, ул репетицияларға тиклем ятҡан була. Мин балалар баҡсаһына, мәктәпкә китәм, ҡайтам, атай өйҙә юҡ, сөнки ул спектаклдә уйнай, эшкә китә.
Ҡайһы саҡтарҙа уның кабинетында текстарын уҡыуын ишеткәнем хәтеремдә. Атайҙың тауышы көслө, ул һәр һөйләмде тәрән кисереп, тамашасыға еткерерлек итеп уҡый. Яҙған сағында нимәһе ҡыҙыҡ, ул йыш ҡына диалогтарҙы ҡысҡырып әйтеп яҙа ине. Бәлки, шуға ла уның пьесаларының теле һоҡланғыс, йәнле булғандыр. Актер булараҡ та, ул артисҡа нимәне нисек әйтергә кәрәклеген дә яҡшы белгән. Йәнле аралашыу теле, шул уҡ ваҡытта сәнғәт юғарылығы ла һаҡланған уның яҙмаларында.
– Илшат ағайҙың пьесаларын да сәхнәләштерҙең бит әле?
– Эйе, әсәйем менән бергә “Сәсәндәр”ҙе М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында сәхнәгә сығарҙыҡ. Стәрлетамаҡ театрында “Серле моң” әҫәрен дә эшләнем. Уның һәр сәхнәһе бик ҡыҙыҡлы, конфликтлы була, ижади эшләүгә мөмкинлек бирә. Режиссерға ла, актерға ла таяныс булырлыҡ ижади фекерләү, уйланыу өсөн шарттар бар уның уның әҫәрҙәрендә.
– Тормошта ул ниндәй кеше ине?
– Әҫәрҙәрендә конфликт ярылып ятһа ла, ул үҙе ғауғалап йөрөгән кеше булманы. Әммә ғәҙел ине, тура һүҙле булды. Үҙенә оҡшамаған нәмәне лә, уйындағы фекерен дә ул асыҡтан-асыҡ әйтә барҙы, шуға күрә театрҙарҙа етәкселек менән проблема тыуа торғайны. Әммә нимә уйлағанын әйтә тигәс тә, ул үҙенә кәрәкте генә һөйләп йөрөгән тип аңларға ярамай. Уның һәр һүҙе сәнғәт юғарылығынан, театрҙың кимәлен күтәреү маҡсатынан, ижади фекерләүҙән сығып тыуған телмәр булды.
– Эйе, Илшат Йомағолов – ул башҡорт театры сәнғәте юғарылығын билдәләгән шәхес. Һиңә ошо хаҡта әйткәндәре бармы?
– Үҫкән саҡта мин һәр ваҡыт талантлы атайҙың улы булыуымды тойҙом. Ҡайҙа барһам да: “Ооо! Илшат Йомағоловтың улы!”– тиерҙәр ине. Уның абруйын һәр саҡ һиҙҙем, ышаныслы ижади ҡанаты аҫтында үҫтем. Уға булған мөнәсәбәттән сығып ҡарай торғайнылар миңә. Ә ул мөнәсәбәт бик яҡшы булғанлыҡтан, мин кешеләрҙең, театр сәнғәтен һөйөүселәрҙең атайымды нисек ихтирам итеүен тоя инем.
Атай шәхес булды. Ул сәхнә әҫәрҙәрендә лә һәр саҡ шәхестәрҙе уйнаған. Был да ҙур күрһәткес, баһа. Прометей, Макбет, Пугачев, Иванов ролдәре – барыһы ла спектаклдең төп геройҙары. Режиссерҙар атайҙың ролен сығарып бөткәнен гелән көтөп торор булған, икенсеһе уны үҙенә саҡырған, өсөнсөһө... Бына шулай бер туҡтауһыҙ тынғыһыҙ ижад донъяһында йәшәгән ул. Бер роль менән икенсеһе араһында атай хатта ял итеп тә өлгөрмәгән. Уны тап ана шул ҙур шәхес булған героик образдарҙы тыуҙырыу өсөн көтөп тә торғандар. Ул үҙенең эске ҡеүәте менән ҙур шәхестең тәрән кисерештәрен, күңел һыҙланыуҙарын оҫта сәхнәләштерә алған. “Харизма” тигән яңы һүҙҙе хәҙер йыш ҡулланалар телмәрҙә. Атай тап ана шундай сифатҡа эйә булған, көслө энергетикалы артист ине. Унан, әйтерһең, тулҡын-тулҡын булып ҡеүәтле көс, илһам ағыла. Сәхнә өсөн был бик мөһим, минеңсә.
Бер шундай үҙенсәлекле хәл дә булған. Ул Гитлерҙы уйнаған. Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме: атай һәм Гитлер. Илшат Йомағоловтың уйнауын яратҡан тамашасы Гитлер килеп сығыу менән ҡул саба баш­лаған! Был бит инде башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Әлбиттә, спектаклдән был роль алып ташланған. Атай ни бары бер тапҡыр ғына уйнап ҡалған был ролде. Яратҡан артисына ҡул сапҡан тамашсының овациялары Совет осоро өсөн ни тиклем хәүефле икәнен үҙегеҙ аңлайһығыҙ инде. Хәйер, бөгөн дә беҙ Гитлер образына ҡул саба торған халыҡ түгел.
Театрҙарҙа үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы сәхнә ролдәрен башҡарған артистар бик күп ул, әммә шәхестәр аҙ. Юҡ кимәлендә. Шәхес булыу өсөн талантлы булып тыуыу ғына аҙ, күрәһең. Атай һәр секунд, минут ошо ижад, сәхнә, сәнғәт, театр донъяһы менән йәшәне.
– Балаларының театр сәнғәте юлын һайлауына ул нисек ҡараны?
– Совет осоронда театр донъяһында бик популяр бер әйтем бар ине: “Тяжела и неказиста жизнь советского артиста”. Шуға күрә балаларына яҡшыраҡ тормош теләгәндән, күпселек артистар үҙ юлдарынан китеүҙәрен теләмәй. Минең атайым да шулай уйлағандыр. Әрменән ҡайтҡас, “сәнғәт институтына уҡырға инергә телә­йем” тигәйнем, ул, кәйефе төшөп: “Һинең бит бынамын тигән һөнәрең бар – рәссам!” – тине. Хеҙмәт иткәнгә тиклем мин сәнғәт училищеһының художество бүлеген тамамлағайным. “Рәссам – үҙе баш, үҙе түш. Уның өҫтөндә бер кем дә тормай, идара итмәй, ә артист режиссерҙан алып сәхнәне монтажлаусыға тиклем буйһона”, – тип ҡабатланы ул. Һәм был һис кенә лә арттырыу түгел ине, быға мин үҙем артист булып эшләй башлағас, декорацияларҙың ике ҡатынан баштүбән дөм-ҡараңғылыҡҡа табан осҡанда йәнә инандым, сөнки монтажлаусы баҫҡысҡа яндауыр ҡуйырға онотҡан булып сыҡты. “Тағы ла шуны онотма – әгәр һин артист булырға йыйынғанһың икән, тимәк, һөнәреңдә беренсе булырға тейешһең, башҡаса юл юҡ. Әгәр инде ҡулыңдан килмәһә, был эш һиңә күңелһеҙлектәр генә килтерәсәк”, – тине атай, күҙемә текләп ҡарап. Бер аҙ тынысланғас, шулай тип тә өҫтәп ҡуйҙы: “Ярай. Үҙе йығылған бала иламай, тиҙәр. Уңыштар теләйем”. Атайымдың имтиханға әҙерләгән тексты уҡып ҡарауымды һорағанын һәм бик ҡиммәтле кәңәштәр биргәнен хәтерләйем.
Ә инде сәхнәгә сыға башлағас, бер ҡасан да тәнҡитләмәне, киреһенсә, бик риза ине, хупланы, маҡтаған саҡтары ла булды. Ни сәбәптәндер хатта бер генә тапҡыр ҙа ризаһыҙлығын күрһәтмәне, шелтәләмәне лә.
Хәҙер инде үҙемдең тәжрибәмдән сығып шуны әйтә алам, актерлыҡ – ул айырым шарттарға бәйле, эш хаҡы бәләкәй булған, ауыр, үҙеңде ҡорбан итеүҙе талап иткән, ә инде иң һуңында, рәхмәтһеҙ хеҙмәт. Сәхнәлә саҡта ғына һине хәтерләйҙәр, китеүең менән тамашасы йөрәгендәге урынды башҡалар яулай.
– Һинең менән килешмәйем. Илшат ағайҙың киткәненә ун йыл, бына бит тамашасы уны хәтерләргә йыйына. Мәңгелек үлсәмдәре башҡа бит...
– Актерлыҡ – ул һөнәрҙәренең фанаттары профессияһы. Иллә-мәгәр һин тап ошо юл өсөн яралғаныңды тойһаң, ошо эштең тоғро хеҙмәтсеһе булһаң, донъяңды онотоп ижад итергә тейеш булып сығаһың. Тамашасының һөйөүе менән туҡланып йәшәй артист. Әгәр инде ул да булмаһа, был юлды һайлауың – оло уңышһыҙлыҡ, минеңсә. Артистар балаларының был юлды һайлауын теләмәй, ә тегеләре иһә ошоға ҡаршы килгәндәй, тап сәхнә юлын һайлай.
– Илшат Йомағолов менән Рәмзиә Хи­самованың улына үҙен сәхнәлә, сән­ғәттә табыуы ауырмы? Бәлки, еңе­ле­рәктер? Ғөмүмән, уларҙан айырма­лы үҙеңдең юлыңды барлау кәрәк бит!
– Әллә инде... Нимә тип әйтергә лә бел­мәйем... Артист булараҡ уйнай баш­лағанда алдымда ундай маҡсат тормай ине. Атайым – үҙе бер шәхес, инәйем – үҙе бер донъя, ә миңә был профессия оҡшай ине һәм ролдәр башҡарҙым. Нимә, нисек, кемде уҙырға, уларға оҡшарғамы, оҡшамаҫҡамы – ул хаҡта бөтөнләй уйламаным, сыҡтым да уйнаным. Миңә был эш оҡшай ине.
– Атай-әсәй менән сағыштырып ҡарағандарын тойғаның булдымы?
– Ундай хәл була инде. Беҙ артист балалары – Айрат Абушахманов, Рушана Бабич, Айһылыу Вәлитова бергә уҡыныҡ. Ҡайһы ваҡыт дәрестәргә беҙ генә йөрөй торғайныҡ, сөнки ауылдан килгән студенттар ял етер-етмәҫтән үк ҡайтып китә, ҡайтһалар, килеп етеп өлгөрмәйҙәр, шуға күрә класта беҙ дүртәү генә ултыра торғайныҡ. Артист балалары булараҡ, беҙ был һөнәрҙең ни тиклем ҡатмарлы, ауыр икәнен аңлай инек. Беҙ уҡыуҙа ла, барыһын да 100-150 процентҡа атҡарып сығырға тырыша торғайныҡ. Актер һөнәренең ҙур хеҙмәт икәнен бала саҡтан аңлап үҫтек. Йәнә лә атай-әсәйҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерге килмәй бит инде.
– Театр режиссеры кино режиссерына ярҙам итә аламы? Был һәр ике һөнәрҙең нескәлеге һиңә таныш бит...
– Эйе, улар икеһе – ике һөнәр. Театр режиссеры ул күберәк ҡуйылған шарт­тарҙа, образдар менән эшләй. Ә кино сән­ғә­тендә был яҡлап күпкә еңелерәк. Әгәр нимәнелер күрһәтергә кәрәк икән, мин тотам да шуны күрһәтәм, төшөрәм. Бөтә фильмды, уй-фекерҙе йыйнап торған образ бында башҡасараҡ сағылдырыла. Театр режиссерының шартлы ситуацияларҙа эшләүе эшен ҡатмарлаштыра төҫлө миңә, әммә был театр, һәм ул тап шул рәүешле тамашасыға фекерен әйтә.
Кино сәнғәтенең дә үҙ ҡатмарлыҡтары бар. Әйтәйек, төшөрөү процесын ойоштороу өсөн генә лә күпме тырышлыҡ, физик һәм рухи көс кәрәк. Ҙур сығым талап ителә, әйтелгән ваҡыт арауығында төшөрөп бөтөү шарты ла бар, сөнки һәр артистың йә объекттың үҙенең эш графигы бар, шунан бер сәғәткә лә, ҡайһы саҡ бер минутҡа ла тайпылырға ярамай. Мәҫәлән, кино төшөрәһе көндә бер бәләкәй генә деталдең булмауы арҡаһында тотош фильмдың графигы ла юҡҡа сығыуы ихтимал, ә был, үҙ сиратында, өҫтәмә ҙур сығымдар талап итәсәк. Шуға күрә репетициялар өсөн ваҡыт та булмаған кино сәнғәте ижадсыларҙан көсөргәнешле эш талап итә. Майҙансыҡта репетициялар эшләп тораһың, шунда уҡ фильмды төшөрөп үк бараһың. Бында оҙайлы осрашыуҙарға, алдан фекер туплауҙарға бөтөнләй ваҡыт ҡалмай. Актерҙарға уйларға, тыуҙырырға мөмкинлек тә юҡ тиерлек, шуға күрә күпселек артистар киноны яратмай, сөнки ролде тыуҙырыу, шул ваҡыт арауығындағы эске һыҙланыу процесы юҡ. Кинола улар әлегә тиклем тупланған багажы, тәжрибәһе менән эшләй. Театрҙағы эстетик ләззәт тойғоһо бында юҡ. Спектаклдә бит башланыу менән ижади процесс бара, әҫәр сәхнәлә үҫә тора, тыуа. Ә кинола беренсе төшөргән көндә үк фильмдың аҙағын эшләйһең, мәҫәлән.
Театр режиссерынан айырмалы, кинорежиссер актерҙың образды эшләп бөткәнен көтөп тора, уның менән төрлө варианттар уйлай алмай, күпселек осраҡта ул артисҡа үҙенең башында тыуған образды уйнарға, мизансценаларҙы, төшөрөләсәк күренештәрҙе шулай йәки былай эшләргә генә ҡуша. Театрҙа былар барыһы ла күпкә уңайлыраҡ ижади мөхиттә тыуа.
– Актер Илшат Йомағолов һинең “Башватҡыс” фильмыңда төштө...
– Уны төшөрәм тип уйламағайным да. Унда бер ҡарт образы ине, ә мин атайымды бер ҡасан да ҡарт кеше итеп тойманым. Минең өсөн ул һәр саҡ ир-егет ҡиәфәтендә күҙ алдыма баҫа, ә ҡарт кеше булып түгел. Ир-ат, ғөмүмән, оҙаҡ йәшәмәй, шуға күрә өлкән йәштәге артистар ҙа, хатта ирҙәр ҙә юҡ кимәлендә булып сыҡты. Ә мин ҡарт кеше эҙләнем, театрҙа миңә кәрәкле типаж табылманы. Театр артисының йәнә шуныһы бар, кинола ла ул ролде сәхнәләге кеүек сағыу итеп уйнай башлай. Ҡартты профессионал булмағандар араһында эҙләнем. Беренсе көндә хатта мин икенсе бер ҡарт кешене төшөргәйнем. Әммә ул бөтөнләй мин теләгәнсә уйнай алманы. Ул үҙенең рухи, күңел потенциалын ролгә һала белмәй булып сыҡты. Күҙҙәре буш, бер нәмә лә килеп сыҡмай... Шул ваҡыт мин атайға мөрәжәғәт иттем. Курс эшем янып бара. “Атай, ҡотҡар!” – тинем. Ул ярҙам итеп ебәрҙе.
Кинематографтың шуныһы уңайлы, әгәр ваҡытың бар икән, ролгә тулыһынса тура килгән, бөтөнләй уйнауы ла кәрәкмәгән кешене, типажды таба ала­һың. Шуға күрә ҡы­йыу рәүештә профессионал булма­ғандарҙы файҙа­ланырға була. Уларға бына ошолай эшлә, тегендә ҡара, башыңды бор, тип камера артынан бойороҡтар биреп тороп та төшөрөргә мөмкин. Иң мөһиме – камера алдында кешенең үҙен тәбиғи тотоуы һәм тәҡдим ителгән шарттарға инеп киткән булыуы. Йәнә лә тауышты яңынан яҙҙырыу ярҙамға килә. Профессиональ булмаған байтаҡ артистарҙың интонацияһы бер төрлө. Улар бер көйгә һалып ала ла, шулай һөйләп тик тора. Шуға күрә тауыштарҙы яҙҙырғанда, сәнғәт донъяһын белгән актер профессионал булмағандар фильм төшөргәндә биреп бөтмәгәнде тауышы менән биреүе лә ихтимал.
– Үҙенең “Баш­ват­ҡыс”­тағы ролен нисек баһаланы Илшат ағай?
– Бик ҡәнәғәт ҡалды ул, шунда уҡ риза булды. Башватҡысты йыйырға өйрәнде атайым, ихлас башҡарҙы ул был ролен. Улым, улай эшләмәйек, тегеләй итәйек, былай түгел, тигән кеүек шелтәләре лә булманы, бик риза булып, ниндәйҙер бер эске ҡыуаныс менән төштө ул был фильмға. Артист булараҡ, үҙен бик итәғәтле, иғтибарлы тотто, һәм мин нимә күрергә теләйем, шуны эшләне лә. Шуныһы хәтеремдә, әҙер фильмды ҡарағас, атай ғәжәпләнеп: “Бер ҡараһаң, кинола иҫ китерлек бер нәмә лә булмаған кеүек, ә ниндәй тәрән тойғо уята”, – тине.
– Илшат ағай шул тиклем ҡапыл китте беҙҙең аранан, әйтерһең, ошо фильм уның үҙе хаҡында булды кеүек?..
– Эйе, уның хаҡында ла, минең турала ла, сөнки мин дә ана шул малай кеүек, башватҡысты йыйырға өйрәнмәнем, унан кәрәкле белемде, тәжрибәне алып ҡала алманым. Ә бит ул бай рухиәтле, ҡеүәтле, дарманлы артист, шәхес ине. Бөтә ижади багажын, серен ул үҙе менән алып китте.
Был киноның сюжеты минең бала саҡтан алынған ул. Күршелә генә бер бабай йәшәй ине, миңә башватҡысты йыйырға ул өйрәтте. Бер килке аралашмай ҙа торҙоҡ, ул арала бабай үлеп тә киткән. Уның тол ҡатыны миңә ошо башватҡысты: “Бабайың һиңә ҡалдырҙы!” – тип бүләк итте. Ишек алдына сығып, башватҡысты һүттем, шунда уҡ йыйырмын кеүек ине, әммә килеп сыҡманы. Онотҡанмын. Ә өйрәтер кеше был донъяла юҡ. Һәм бер кем дә миңә башватҡысты йыйыу серен төшөндөрә алмаясаҡ. Шуны аңлау хисе йөрәгемде әрнетте. Миңә ете йәш тирәһе ине ул саҡта. Бына ошо күңел кисерештәрем тойғоһо хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалды, мин уны ҡыҫҡа метражлы фильмда файҙаланырға булдым. Шул малай саҡта миңә тәү тапҡыр үлемдең ни икәнен аңлау тойғоһо килгәйне. Аңлап бөтөп булһа инде ул тойғоно... Дөрөҫөн әйткәндә, кеше барыбер ғүмер буйы бер үк тырмаларға баҫа. Эйе, мин атайҙан нимәлер өйрәнеп ҡалырға ла тырышманым, ул да әллә ни илтифат итмәне, нисектер һәүетемсә шулай йәшәп ятырбыҙ кеүек тойолған, күрәһең.
– Стәрлетамаҡ театрына Илшат Йомағо­лов­тың исемен биреү тураһында яҙғайныҡ бынан биш йыл элек... Эш алып барыламы ул?
– Ниндәйҙер комиссия шөғөлләнә булһа кәрәк. Атайҙың вафатынан һуң уҡ стәрлетамаҡтар хәстәрләй башлағайны ла ул, әммә ундай эш биш йыл үткәндән һуң ғына атҡарылырға тейеш икән. Ун йыл да үтеп китте. Стәрлетамаҡтың ул ваҡыттағы мэры тарафынан да, йәмәғәтселек яғынан да хупланғайны был эш, тик ана шул ваҡыт үтмәү сәбәпле онотолоп ҡалды. Ҡабатлап яҙҙылармы, юлланылармы икән, уныһын әйтә алмайым. Атайҙың студенттары, һабаҡташтары исеменән хат ебәрелгәйне заманында. “Ҡаралырға тейеш” тигән яуап булған ул. Әлбиттә, уның исеме бирелһә, бик шәп булыр ине. Әйтәләр бит әле, карапты нисек атаһаң, ул шулай йөҙөп китә тип. Шуның кеүек, атайҙың көслө энергетикаһы был сәнғәт усағын тағы ла сағыуыраҡ балҡытып ебәрер, яҙмышын ҡурсалар ине. Бәлки, ҡайҙалыр ярҙам да булыр ине театр әһелдәренә. Атайҙың исеме бетеү кеүек булыр ине башҡорт театрына. Ул бит үҙен тотошлайы менән театр сәнғәтенә бағышлаған шәхес.
Әгәр театрға исем бирелһә, шунда уҡ атайҙың һәйкәлен дә ҡуйырға мөмкин булыр ине. Уның мөһабәт кәүҙәһе һынлы сәнғәт әҫәре өсөн дә бик килешер ине. Мин уны хатта тоҫмаллайым да: өҫкө планда уйсан яҙыусы, актер Илшат Йомағолов буласаҡ геройҙарын күҙ алдына баҫтыра, ә аҫҡы планда Нәркәс һыу алырға килгән һәм уйланып ултыра, ә Тимерхан ағастар араһынан күҙәтеп тора... Әлбиттә, былар барыһы ла хыялдар. Әммә башҡорт театр сәнғәтенең күренекле шәхесе Илшат Йомағолов бындай баһаға лайыҡ! Мин уны хәтеремә төшөрһәм дә, уйлаһам да, һәр саҡ уйсан, мең төрлө ижади фантазия донъяһына батҡан йөҙө күҙ алдыма килә.
Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Әлисәнең һәм Гүзәл Ситдиҡованың Сәйерстандағы мажаралары
10-01-2018, 00:03 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // "Башҡортостан" гәзитенән
Әлисәнең һәм Гүзәл Ситдиҡованың Сәйерстандағы мажараларыШағирә Гүзәл Ситдиҡованың тәржемә менән даими шөғөлләнгәнен беләм. Быйыл Мәскәүҙәге әҙәби фестивалдә Марина Цветаева әҫәрҙәрен башҡортсаға иң шәп тәржемә иткәне өсөн көмөш миҙалға лайыҡ булыуы ла оҙаҡ йылдар барышындағы ижади эшенә бер баһа ине. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә уның: “Амазонда “Алиса в стране чудес” тигән киң билдәле китаптың башҡортсаға тәржемәһе тәҡдим ителде! Ҡотлайыҡ барыбыҙҙы ла!” – тигән мәғлүмәтен уҡып, тәржемә эше, ошо йыйынтыҡ хаҡында әңгәмәләшергә булдым.
Нәшриәтсе М. Эверсон, мөхәррир-консультант В. Фет тәҡдиме менән ул ҙур эш башҡарған – донъя телдәрен, милли телдәрҙәге әҙәбиәттәрҙе пропагандалау йәһәтенән хәҙерге заман өсөн был — үҙенә күрә еңеү ҙә! Шор, алтай, ҡаҙаҡ, урыҫ, ҡырғыҙ телдәре менән бергә башҡортсаға әйләндерелгән әҫәр Бөйөк Британия китапханаһы каталогына индерелгән.
Википедия, йәғни Интернет-энциклопедияға башҡортса мәҡәләләр яҙыу менән дә әүҙем шөғөлләнә Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы. “Азия” айлығында әүҙем ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә уға 12 илдән үҙ телендәге викиға яҙышырға саҡырыу килеп төшкән. Ғәрәп телендә яҙышҡан бер нисә илдән, фарсы, пәнжәби, тай, латыш, үзбәк һәм башҡа википедиялар уны үҙҙәре сафында күрергә теләк белдергән. Бына бит! Әгәр бөгөнгө заман талаптары Интернет селтәре, тәржемәләр аша ла халҡыбыҙ хаҡында башҡаларға еткереүҙе бурыс итеп ҡуя икән, беҙ быны ла атҡарырға тейеш. Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы был эште ең һыҙғанып, ҙур кинәнес менән башҡара.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Әлисәнең һәм Гүзәл Ситдиҡованың Сәйерстандағы мажаралары
10-01-2018,// Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // "Башҡортостан" гәзитенән
Әлисәнең һәм Гүзәл Ситдиҡованың Сәйерстандағы мажараларыШағирә Гүзәл Ситдиҡованың тәржемә менән даими шөғөлләнгәнен беләм. Быйыл Мәскәүҙәге әҙәби фестивалдә Марина Цветаева әҫәрҙәрен башҡортсаға иң шәп тәржемә иткәне өсөн көмөш миҙалға лайыҡ булыуы ла оҙаҡ йылдар барышындағы ижади эшенә бер баһа ине. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә уның: “Амазонда “Алиса в стране чудес” тигән киң билдәле китаптың башҡортсаға тәржемәһе тәҡдим ителде! Ҡотлайыҡ барыбыҙҙы ла!” – тигән мәғлүмәтен уҡып, тәржемә эше, ошо йыйынтыҡ хаҡында әңгәмәләшергә булдым.
Нәшриәтсе М. Эверсон, мөхәррир-консультант В. Фет тәҡдиме менән ул ҙур эш башҡарған – донъя телдәрен, милли телдәрҙәге әҙәбиәттәрҙе пропагандалау йәһәтенән хәҙерге заман өсөн был — үҙенә күрә еңеү ҙә! Шор, алтай, ҡаҙаҡ, урыҫ, ҡырғыҙ телдәре менән бергә башҡортсаға әйләндерелгән әҫәр Бөйөк Британия китапханаһы каталогына индерелгән.
Википедия, йәғни Интернет-энциклопедияға башҡортса мәҡәләләр яҙыу менән дә әүҙем шөғөлләнә Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы. “Азия” айлығында әүҙем ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә уға 12 илдән үҙ телендәге викиға яҙышырға саҡырыу килеп төшкән. Ғәрәп телендә яҙышҡан бер нисә илдән, фарсы, пәнжәби, тай, латыш, үзбәк һәм башҡа википедиялар уны үҙҙәре сафында күрергә теләк белдергән. Бына бит! Әгәр бөгөнгө заман талаптары Интернет селтәре, тәржемәләр аша ла халҡыбыҙ хаҡында башҡаларға еткереүҙе бурыс итеп ҡуя икән, беҙ быны ла атҡарырға тейеш. Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы был эште ең һыҙғанып, ҙур кинәнес менән башҡара.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Эт йылына

Эт йылына“Эт күңеле бер һөйәк”, — тип
Әйтәбеҙ уйлап тормай.
Күңел бит ул ҡурай түгел,
Гел генә уйнап тормай.

Бер-береһен алдай, һата
Эт түгел, кеше үҙе.
Күңелдәрҙе аямайса
Шиңдерә кеше һүҙе.

Эттең гүзәл сифаттары
Беҙгә лә күсһә ине.
Күңелдәрҙә мәкер түгел,
Изгелек үҫһә ине.

Йәргә тоғро, ергә тоғро,
Илгә тоғро булайыҡ.
Эт йылында тоғролоҡҡа
Һәйкәл ҡойоп ҡуяйыҡ.

Тимер НИӘТШИН.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Һәр замандың үҙ ирекмәндәре
20-12-2017,// Сәйәсәт // "Башҡортостан" гәзитенән
Һәр замандың үҙ ирекмәндәреҺуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй башланы. Хатта йәштәр араһында
“Волонтер булыу бик шәп!” тигән лаҡап та йөрөй. Хәйер, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ирекмән көнөн ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйыуы һәм киләһе йылды Ирекмәндәр йылы тип иғлан итеүе был хәрәкәткә ҡарата йәнә ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу уятты. Статис­тика мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтың ете проценты волонтерлыҡ хәрәкәтендә теләп ҡатнашһа, 15 проценты төрлө ижтимағи сараларға әүҙем йөрөй.


Шуныһы ҡыуаныслы: ирекмәндәрҙең күбеһе – йәштәр. Әлбиттә, был хәрәкәттә ҡатнашыусылар өсөн йәш сикләүе юҡ. Иң мөһиме – шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ, изгелек кеүек сифаттарға эйә булыу, кешеләр менән аралаша белеү, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыу, һәр саҡ хәрәкәттә булыу, алға ынтылыу. Ирекмәндәр әйтеүенсә, бар эштәрҙе улар күңел ҡушыуы буйынса башҡара, бер кем дә уларҙы мәжбүр итә алмай. “Изгелек – телһеҙҙәрҙе һөйләштерә, һаңғы­рауҙарҙы ишеттерә ала торған тел ул”, – тигән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн волонтерҙар хәрәкәтендә ҡатнашыусылар үҙ иңендә тоя һәм яҡшы аңлай.
Сит телдән килеп кергән “волонтер” һүҙе бер аҙ ҡолаҡҡа ятыраҡ тойолһа ла, ирекмәндәр хәрәкәте бер ҙә буш урында килеп сыҡмаған бит. Волонтер һүҙе латин теленән “ирекмән” тип тәржемә ителә, йәғни үҙ теләгең буйынса ярҙам итеүсе. Был хәрәкәт тәү башлап XIX быуатта Америкала барлыҡҡа килә, шулай уҡ Германияла киң йәйелгән, Рәсәйҙә был йүнәлеш һуңғы ваҡытта киң үҫеш ала. Уйлап ҡараһаң, һәр замандың үҙ ирекмәндәре булған. Мәҫәлән, беҙҙең осорҙа тимурсылар хәрәкәте әүҙем эшләне. Хәтеремдә, һәр шаршамбы яңғыҙ йәшәгән инәйҙәргә барып, уларға ярҙам итә инек. Малайҙар утын бысып, ярып, уны бер урынға өйһә, ҡыҙҙар көйәнтәләп һыу ташып, иҙәнен йыуа торғайны. Ҡайтыр саҡта инәйҙәрҙең рәхмәт әйтеп, һәр беребеҙгә төрлө ялтырауыҡ ҡаплы кәнфит өләшеүе үҙе бер күңелле хәтирә булып иҫтә ҡалған. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында яраланған һалдаттарҙы тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән санитаркалар, ауылдарҙа яңғыҙ ҡалған һуғыш ветерандарының тол ҡатындарын ҡарау, уларға ярҙам итеү, һәр ауылда йәшәгән етем, ауыр тормош ҡосағында ҡалған ғаиләләрҙе ҡурсалау, мөмкин булған тиклем уларға матди һәм рухи терәк булыу ошо уҡ волонтерҙар хәрәкәте түгелме һуң?! Алда әйтеп китеүебеҙсә, һәр кем волонтер була ала. Тик теләгең һәм йөрәгең изге булһын!
Сибай волонтерҙар хәрәкәте етәксеһе, хакимиәттең йәштәр бүлеге белгесе Гөлдәр Сабитова әйтеүенсә, ҡалала 520-нән ашыу ирекмән иҫәпләнә, улар 17 ойошманы берләштерә, һәр береһенең үҙ йүнәлеше, үҙ маҡсаты, волон­терлыҡ хәрәкәтенең эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлеге бар. Бигерәк тә ирекмәндәр хәрәкәте Сибай институты, педагогия колледжында, ҡаланың 12-се һәм 6-сы мәктәптәрендә яҡшы ойошторолған. Тимәк, бер ҡалала ғына шунса ирекмән бар икән, республикала күпме волонтер барлығын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Бигерәк тә 2015 йылда Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүҙә ирекмәндәрҙең ярҙамы ҙур булыуын да онотоп ебәрмәйек. Сочиҙа үткән Олимпиадала илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән Башҡортостандан 25 меңдән ашыу волонтер йәлеп ителә. Тимәк, бөгөн волонтерҙар хәрәкәте кәрәк, ул ҙур һорау менән файҙалана икән, миҙалдың икенсе яғына ла күҙ һалырға ваҡыт еткәндер. Интернет селтәрендә һуңғы ваҡытта ҡайҙалыр, кемгәлер нимәлер алып барырға, ярҙам итергә волонтерҙар талап ителә тигән яҙыуҙы йыш осратырға тура килә.
Был осраҡта шундай һорау тыуырға мөмкин, ирекмән тигәс тә һәр саҡырыуға, һәр шыл­тыратыуға йүгереп сығырға тейешме ул? Юҡтыр, күрәһең. Әммә күптәрҙең тап шулай уйлауы, волонтерҙар хәрәкәте тураһында яңылыш фекер йөрөтөүе был юҫыҡта хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙең булыуы хаҡында һөйләй түгелме? Беренсенән, ирекмәндәр хәрәкәтенең статусын күтәреү зарур, икенсенән, уларға бер аҙ белем биреү ҙә ҡамасауламаҫ ине.
Күптән инде “буштың атаһы үлгәнлеге” билдәле, шуға күрә ирекмәндәр түләүһеҙ, үҙ теләге менән ярҙам итергә бурыслы, тиһәк тә, һәр хәлдә уларҙы дәртләндереү, ҡыҙыҡ­һындырыу маҡсатында булһа ла ниндәйҙер сара күреү кәрәк. Мәҫәлән, уҡыу йорттарында уларҙы билдәләүме, бушлай кинотеатр, театр, концерттарға билет биреүме, волонтерлыҡ менән булышҡан саҡтарында йылы аш, транспорт менән тәьмин итеүме, ата-әсәләренә рәхмәт белдереү, уларҙы башҡаларға өлгө итеп ҡуйыу, ахыр сиктә, дәрес ҡалдырған осраҡта уларҙы аңлап ҡабул итеү, уҡытыусылар яғынан эҙәрлекләү, “икеле”ләр ҡуйыу, имтихандарға керетмәү кеүек хәлдәр булмаһа ла, ниндәйҙер кимәлдә изгелеккә изгелек менән яуап бирер инек. Ҡыҫҡаһы, алдан бошонмай торайыҡ әле. Яңы йыл яҡынлаша, Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы яҡынлаша, тимәк, барыһы ла хәл ителер, ирекмәндәр артыр, иң мөһиме – изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ.
Автор: Кәримә УСМАНОВА.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Асыла тарих биттәре
27-12-2017, // Сәйәсәт // "Башҡортостан" гәзитенән
Асыла тарих биттәреМәскәүҙәге Дон зыяратында сәйәси золом ҡорбаны булған башҡорт зыялыларының 14 вәкиленә мемориаль таҡтаташ асылды. 1-се дөйөм ҡәбергә ХХ быуат башында Башҡортостан Республикаһын һәм Совет Рәсәйен аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индергән дәүләт, хәрби һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ерләнгән.


Дон зыяратындағы был таҡтаташ — 1937 йылғы золом ҡорбандарына ҡуйыл­ған төп һәйкәлдәрҙең береһе. Илебеҙ өсөн шул дәһшәтле осорҙа атыуға хөкөм ителгән СССР-ҙың сәйәси һәм хәрби элитаһы тап ошонда, бордюр менән уратып алынған ҙур булмаған биләмәлә мәңгелек төйәк тапҡан. Гранит плитәлә – “Бында ғәйепһеҙҙән ғазаплап һәм атып үлтерелгән 1930 – 1942 йылғы сәйәси золом ҡорбандары ерләнгән. Улар мәңге хәтерҙә!” тигән яҙма һәм һәләк булған­дарҙың исем-шәрифе яҙылған алтаҡта­лар. Граждандар һуғышы осорондағы аҡтар хәрәкәте вәкилдәренең (Г. Семенов), Ҡыҙыл Армия полково­децтарының (маршал Тухачевский, маршал Блюхер һ.б.), бик күп партия һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, инженерҙар, ғалимдар (Еңеү ҡоралына әүерелгән “Катюша” реактив минометын эшләгән Георгий Лангемак һәм Иван Клейменов), мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең (яҙыусы Исаак Бабель, режиссер Всеволод Мейерхольд), СССР-ҙағы милли республикалар һәм өлкәләр етәкселәренең исемдәре бар бында.
Дон зыяратындағы 1-се дөйөм ҡәбер һис ҡасан да килешә алмаҫлыҡ дошман­дарҙы, ҡорбандарҙы һәм йәлләттәрҙе бергә туплаған. Атыу хөкөмөн башҡарған командалар, тәфтишселәр һәм сәйәси золомдо тормошҡа ашырған башҡа кешеләр күп тә үтмәй үҙҙәренең ҡорбан­дары артынан шул уҡ зыяратта мәңгелек йортон тапҡан.
Архив мәғлүмәттәре буйынса респуб­ликабыҙ тарихы менән туранан-тура бәйле булған һәм Дон зыяратындағы дөйөм ҡәбергә ерләнгән 14 кешенең исем-шәрифен билдәләнек. Тиҫтә йыл элек танылған Өфө эшҡыуары Рәсимә Әзһәр ҡыҙы Мусинаның (“Пышка” компаниялар селтәре хужаһы) башланғысы буйынса ҡәберҙә — Муса Мортазиндың, М. Халиҡовтың мираҫын өйрәнеү фонды тырышлығы менән Муллайән Халиҡовтың исеме яҙылған алтаҡталар ҡуйылғайны.
Ғөмүмән, 1937 йылдан атай-олатай­ҙарыбыҙҙың ҡәберенә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт яҙылманы, доға ҡылынманы. Зыяратҡа М. Мортазин менән М. Халиҡов­ты ғына иҫкә алырға килделәр.
1917 йылдан башлап Башҡортостан хөкүмәте рәйестәре — Сәләхетдин Атнағолов, Харис Йомағолов, Әхмәт Биишев, Муллайән Халиҡов. Республика парламенты (БашЦИК) рәйестәре — Хафиз Ҡушаев, Муса Мортазин, Афзал Таһиров. Министрҙар — мәғариф наркомы Һиҙиәт Сәғәҙиев, финанс наркомы Яхъя Сәлихов, социаль тәьминәт наркомы Ғабдулла Ибраһимов.
Яҙыусы Афзал Таһиров Башҡортостан Яҙыусылар союзының тәүге рәйесе була. Тағы ла бер яҙыусы Ғабдулла Ибраһи­мов­тың уникаль “Башҡорттар Петроградты һаҡлағанда” хеҙмәте иҫке төрки те­лендә генә нәшер ителә. Архивтарҙа Насибулла Бикбаевтың 1917—1921 йылдар­ҙа Башҡортостандағы ваҡиғалар хаҡында баҫылып сыҡмаған ҡыҙыҡлы хәтирәләре һаҡлана.
Шәрифә Тимерғәлина тураһында айырым әйтеп үтергә кәрәктер. Ҡыҙ 28 йәшендә ВЛКСМ Үҙәк комитеты секретары, СССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм “Детиздат” Бөтә Союз нәшриәтенең милли әҙәбиәт секторы мөхәррире була.
Был шәхестәрҙең биографияларын өйрәнгәндән һуң, уларҙың үҙ ғүмерен Башҡортостанға, Рәсәйҙә хеҙмәт итеүгә, күп милләтле дәүләтебеҙҙе аяҡҡа баҫтырыуға арнауын асыҡ күрәбеҙ. Әммә бик күп замандаштары кеүек үк илдең фажиғәле яҙмышын уртаҡлашҡандар.
Тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен танытыу маҡсатында 37-се йылдың фажиғәле ваҡиғаларына 80 йыл тулған һәм Башҡортостандың 100 йыллығы осоронда Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы ошо шәхестәр­ҙең иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйырға ҡарар итте. Уның дизайны Хәйбулла районында тыуып үҫкән йәш Мәскәү архитекторы Лилиә Әбделмәнова тарафынан эшләнде. Гранит плитәлә был кешеләрҙең исем-шәрифе уйып яҙылды. Исемлек ҡурай тажын хәтерләтә.
Мемориаль таҡтаташ асыу тантана­һында Мәскәүҙәге Башҡортостан студенттары, республикабыҙҙың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ағзалары Олег Маликов менән Марат Мирхәйҙәров, шулай уҡ Федерация Советы ағзаһы Рафаэль Зинуров ҡатнаш­ты. Тантанала ҡатнашыусылар бер минутҡа тын ҡалып ҡорбандарҙы иҫкә алды, доға ҡылды.
Автор: Азат БАҘРАНОВ
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

“Бына нимә ул автономия!”
9-01-2018, // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // "Башҡортостан" гәзитенән
“Бына нимә ул автономия!”Һәр ваҡыттағыса, күптәрҙең “яңы йыл каникулдары” көтөп алған фильмдарҙы ҡарау менән үтә. Нисәнсегә ҡарайымдыр 1975 йылда режиссер Эльдар Рязанов төшөргән “Ирония судьбы, или С легким паром” фильмын, әммә ялҡмайым. Сюжеты, Марина Цветаева, Белла Ахмадуллина шиғырҙарына яҙылған йырҙар, Эдуард Асадов шиғыры ятланып бөтөлгән, әммә эстетик ләззәт тойғоһон ҡабат кисереү ниәтенәнме, тик бер мәлгә генә булһа ла яңынан шул геройҙар менән бергә йәшәп алыу, бәндәләрҙең яҙмышы хаҡында ҡабат уйланып алыу теләгенәнме икән, Рәсәй телевидениеһының төрлө каналдарында барған ошо кино мотлаҡ ҡарала.

Пролетарийҙар юлбашсыһы В. Лениндың А. Луначарский менән әңгәмәләшкәндә әйткән һүҙҙәрен бөгөн төрлө вариантта, һәр кем үҙе теләгәнсә телгә ала. Ха­лыҡ аңына яңы фекер, күңелдәргә ойотҡо һалыу өсөн кино сәнғәтен күтәреүҙе күҙ уңында тот­ҡан Владимир Ильич былай тигән: “Бөтә сәнғәт төр­ҙәренән кино беҙҙең өсөн иң мөһиме булып тора”.
Ә бит совет осоронда СССР халыҡтары өсөн нин­дәй генә картиналар сығарылмаған да ниндәй генә образдар тыуҙырылмаған! “Свадьба в Малиновке” (режиссеры Ан­дрей Тутышкин), “Москва слезам не верит” (Владимир Меньшов), “Пираты ХХ века” (Борис Дуров), “Бриллиантовая рука”, “Кавказская пленница, или Новые приклю­чения Шурика”, “Иван Васильевич меняет профессию” (Леонид Гайдай), “Человек-амфибия” (Владимир Чебо­тарев), “А зори здесь тихие” (Станислав Ростоцкий), “Афоня” (Георгий Данелия), “Судьба” (Евгений Матвеев), “Калина красная” (Василий Шукшин)...
Быны иҫкә алыуым юҡҡа түгел. Башҡорт киноһы ту­ра­һында бик күп яҙҙыҡ, фекер алыштыҡ, радио һәм телевидение тапшырыуҙары әҙерләнде, әммә ба­рыбер әллә ни ырата алмайбыҙ, ахыры, тигән тойғо ҡала.
Тулы метражлы “Салауат Юлаев” фильмын тө­шө­рөү өсөн 29,4 миллион һумлыҡ грант талап ителә, тип хәбәр ителгәйне электрон мәғлүмәт сығанаҡ­тарында. Ярай, беҙ­ҙә кино сәнғәте өлкәһендә талантлы режиссерҙар ҙа, операторҙар ҙа етерлек. Бары тик, донъя кимәленә сы­ға­рырлыҡ әҫәр тыуҙырып булыр­мы һуң был суммаға, ти­гән һорау тыуа. Ни тиклем генә кино, бигерәк тә нә­фис фильмдар ҡарауы кү­ңел­ле лә, ҡыҙыҡлы ла булһа ла, исеме халыҡ-ара танылған шәхес тураһында йығылып ятып ҡарарлыҡ сәнғәт әҫәре төшөрөү өсөн кәмендә 50 миллион, тик һум түгел, ә доллар кәрәкмәйме икән?!. Ха­лыҡ яратып ҡараған шотланд халҡының шундай уҡ азатлыҡ һө­йөү­се геройы хаҡындағы “Храброе сердце” филь­мы­ның бюджеты 70 миллион доллар. Шул уҡ ва­ҡытта фильм прокатҡа сыҡҡас, 200 миллион доллар йый­ған. Етмәһә, ун тапҡыр кино сәнғәте өлкә­һендәге “Оскар” премияһына тәҡдим ителеп, уны биш мәртәбә яу­лаған. Нисек шәп булыр ине беҙҙә лә ошондай кино тыуһа!
Хәйер, милли образ табам тиһәң, уның өсөн мот­лаҡ тарихи шәхесте һынландырыу ҙа кәрәкмәйҙер. Ана бит режиссер Айсыуаҡ Йомағолов “Ел аулаусы” киноһында башҡорт бабайын, ауыл, мөхитен тыуҙырҙы! Тимәк, мөмкин.
Режиссер Булат Йосоповтың “Беренсе Республика” фильмының бюджеты ла яҡынса 20 миллион бул­маҡсы. Төп ролдәрҙе башҡарасаҡ артистар ҙа яҡынса билдә­ләнгән: Һәҙиә Дәүләтшинаны – Лилиә Исҡужина, Дауыт Юлтыйҙы – Рафиҡ Хәсәнов, Ғәзиз Әлмөхә­мә­товты – Артур Ишмөхәмәтов, Вәлиулла Мортазин-Иман­скийҙы – Руслан Хайсаров, Зәйтүнә Бикбулатованы – Рушана Бабич, Мәкәрим Мәһәҙи­евте Артур Ҡунаҡбаев уйнаясаҡ. “Беренсе Республика” фильмы­ның төп геройы – автономия башында торған “Баш­ҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир­ҙәренең бе­реһе Ҡасим Аҙнабаев. Золом ҡорбаны булған ауыр яҙ­мышлы матбуғат әһеле ролен артист Роберт Йыл­ҡыбаев башҡарыр тип көтә фильмды төшөрөүселәр.
“Бабич” фильмын уҙған йыл эсендә барлыҡ халыҡ ҡарап сыҡты булһа кәрәк. “Беренсе Республика”ның да сценарий авторҙары шул уҡ – Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева һәм ғалимә Гөлсәсәк Саламатова. Әйт­кәндәй, “Бабич” фильмының тарихи ерлеге хаҡында айырым һүҙ әйтеп китке килә. Тарихи консультанттары – Азат Яр­муллин, Марат Зөлҡәрнәев. Был киноны мин тарихи дәреслек тип атар инем. Уны һәр бер баш­ҡорт балаһына, һәр бер башҡорт мәктәбендә күрһәтергә кәрәк. Башҡалар теләһә ҡарар, теләмәһә, үҙҙәре белә. Шәхсән минең өсөн үҙ балаларыбыҙҙың телде, тарихты белеүе мөһим! Эйе, тарихи китаптар күп. Башҡорт автономияһы хаҡында беҙ тарихсылар, ғалимдар Әмир Юлдашбаевтың, Марат Ҡолшәри­повтың, атаҡлы Зәки Вәлидиҙең үҙенең яҙма­ларынан да бик күп мәғлүмәт алдыҡ, уҡыныҡ, белдек. Хатта шағир Шәйехзада Бабичтың “Башҡорт хал­ҡына көйлө хитаб”ын уҡып та ул ваҡыттағы ваҡи­ғаларҙың нисек барышын белеп була, әммә кинокартина – ул бө­төн­ләй икенсе донъя. Ул беҙгә күҙҙәр, тауыштар, моңдар, образдар аша дәүерҙең тулы йөҙөн күҙ алдына баҫ­ты­рырға ярҙам итә, барыһын да ус төбөнә һалып аң­латып бирә. Бигерәк тә бөгөн китап уҡырға яратмаған, ә гаджеттар тәрбиәһендә үҫеп килгән бы­уында ошо фильм аша ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләргә була.
“Бабич” фильмы башҡорттар йәшәгән бик күп тө­бәк­­тәрҙә күрһәтелде. Уны яраттылар. Шағирҙың үҙен ярат­ҡан кеүек ҡабул итте халыҡ. Һамар өлкә­һендә сәфәр барышында ошо кино хаҡында тағы ла йылы һүҙ ишетеп ҡайттым. Һамар өлкәһе хаки­миәтенең йә­мәғәтселек фе­керен өйрәнеү мониторингы депар­таментының милли һәм конфессиональ сәйәсәт идаралығы етәксеһе Надежда Осипова “Бабич”ты ҡарап бөткәс: “Вот теперь мне все стало понятно, кто такой Заки Валиди, кто такой Бабич! И то, какую роль сыграли башкиры в становлении Российской Федерации. Вот оказывается что такое Башкирская автономия!” – тине һоҡланыуын йәшер­мәй. Кино сәнғәтенең көсө ни тиклем ҙур булыуын пролетарийҙар башлығы белеп баһалаған ул!
Автор: Лариса Абдуллина
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Милләт асылы нимәлә?
22-12-2017, // Телгенәм - бергенәм // "Башҡортостан" гәзите
Милләт асылы нимәлә?Туған телде өйрәнеү хоҡуғын биргән ҡанундарҙы беләбеҙме? Ғәмәлдә бер закон да туған телебеҙҙе өйрәнеүгә ҡамасауламай. “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Закондың, “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында”ғы Закондың 14-се, 6-сы статьяларына ярашлы, туған телебеҙҙә IХ класты бөткәнсе уҡый, I кластан ХI класҡа тиклем уны предмет булараҡ өйрәнә алабыҙ. IХ кластан һуң бирелгән төп дәүләт имтихандарын да туған телебеҙҙә тапшырырға хоҡуғыбыҙ бар. Быны Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының 2012 йылдың 25 декабрендә ҡул ҡуйылған 1394-се бойороғо нигеҙендә эшләргә була. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы (68-се статья), “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закон нигеҙендә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ өйрәнелә ала.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың күп өлөшө үҙ хоҡуҡтарынан файҙаланырға ашыҡмай. Ата-әсәләрҙе күберәк рус телендә белем алыу, рус телен тәрәнерәк үҙләштереү ҡыҙыҡһындыра. Тәү ҡарашҡа бында аптырарлыҡ бер ни ҙә юҡ, сөнки Берҙәм дәүләт имтихандарының тик рус телендә бирелеүе, юғары уҡыу йорттарында уҡытыуҙың ошо телдә генә ойошторолоуы ата-әсәләр араһында “бала рус телен белмәһә, ҙур уңышҡа өлгәшә алмай, ул БДИ биргәндә лә, вузда уҡыған­да ла ҡыйынлыҡтар кисерәсәк” тигән фекер тамыр йәйгән. Балалары өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер торған өлкәндәр баланың киләсәге БДИ һәм вуз менән генә бөтмә­гәне, уның шәхес булараҡ формалашыуында туған телдең баһалап бөткөһөҙ әһәмиәте тураһында ишетергә лә теләмәй.
Туған телде һайлау буйынса ғаризалар йыйыла башлағас, байтаҡ башҡорт ғаилә­һе башҡорт теле урынына руссаны һай­ла­ны. Улар бигерәк тә ҡала ерендә күп бу­лып сыҡты. Быға ҡайһы бер милләт­тәштәребеҙҙең төплө фекерләй белмә­үе, аңлатыу эштәренең аҡһауы ла күпмелер дәрәжәлә сәбәпсе булды.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәк­тәптәрҙә башҡорт телен һәм шулай уҡ башҡа туған телдәрҙе уҡытыуға бүлен­гән аҙналыҡ сәғәттәр ҡырҡа кәмене. Был — туған телдәрҙе уҡытыу өлкәһендә иң ҙур юғалтыуҙарҙың береһе. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға аҙнаһына ни бары бер сәғәт бүленә: 0,5 сәғәт – башҡорт теленә, 0,5 сәғәт – башҡорт әҙәбиәтенә. Аҙнаһына бер сәғәт уҡытылған дәрестә баланы туған телгә өйрәтеп буламы?! Сағыш­тырыу өсөн: рус теле һәм әҙәбиә­тенә аҙнаһына ете сәғәттән туғыҙ сәғәткә тиклем ваҡыт ҡаралған.
Уҡытыусылар элек-электән халыҡ араһында һәр ваҡыт аңлатыу-ағартыу эше алып барған, улар әүҙем йәмәғәтселәр ҙә. Ә “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Закондың 14-се статьяһына ярашлы, балалар төп дөйөм белемде туған телдә алырға хоҡуҡлы.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға килгәндә, Башҡортостан Респуб­ликаһы Башлығы Хакимиәте лә, Мәғариф министрлығы ла был өлкәлә дөрөҫ сәйәсәт алып бара. Нисек кенә булмаһын, бөгөн II–IХ класс балалары бик әҙ күләмдә булһа ла (аҙнаһына бер сәғәт) башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә.
Күптән түгел Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығынан хат төшөрөлдө. Уға ярашлы, милли республи­каларҙың дәүләт телдәре уҡыу пландары­ның вариатив өлөшөндә өйрәнеләсәк. Вариатив өлөшкә ниндәй предметтарҙы индереүҙе мәктәп үҙе хәл итә. Әлбиттә, ата-әсәләр комитеты менән берлектә. Был башҡорт дәүләт телен уҡыу өсөн һәр ата-әсәнән ғариза йыйып ултырыуҙың кәрәге булмаясаҡ тигәнде аңлата.
Башҡа туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн дә йыл һайын ғаризалар йыйылырға тейеш түгел. Ата-әсәләр араһында балаһының ыңғайына йөрөгән, уның теләктәрен үтәргә әҙер торғандар күп. Бала бер йыл туған теле итеп — башҡорт, икенсе йыл, ҡыҙыҡ күреп — рус, өсөнсө йыл татар телен һай­лауы мөмкин. Туған телде былай итеп уҡыу – бушҡа ваҡыт үткәреү. Туған телдәр­ҙе уҡытыуҙа күсәгилешлек һәм система булһын өсөн, уны һайлау буйынса ғариза бер тапҡыр, бала I класҡа уҡырға килгәндә, яҙылырға тейеш.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ла быйылғы телгә бәйле ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаны. Август айында, закон һаҡсылары мәктәп­тәр­ҙе тикшерә башламаҫ элек үк, Башҡорт­остан Республикаһы Башлығы ҡатнашлы­ғында кәңәшмәләр үткәрелде, уларҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов та ҡатнашты.
Ҡоролтай тарафынан август аҙағында “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге менән берлектә башҡорт телен яҡлап ҙур йыйылыш үткәрелде, унда ҡабул ителгән резолю­цияларҙың байтағы үтәлде. Төрлө инстанцияларға хаттар яҙылды, ҡултамға­лар йыйылды, хаттар ебәрелгән Рәсәйҙең дәүләт органдарынан яуаптар алынды. Әлбиттә, уларҙың күбеһендә өмөтләнерлек һүҙҙәр юҡ, шул уҡ ваҡытта улар яуапты закондарға таянып бирә. Шуға күрә беҙгә лә закондарҙы белергә, өйрәнергә кәрәк. Ошо урында халҡыбыҙҙың аңлы, туған телде һаҡлауҙың, уны йәш быуынға өйрәтеүҙең кәрәклегенә инанған өлөшөнөң бик әүҙем, берҙәм булыуын билдәләп үтергә кәрәк.
Башҡортостан Башлығының “Башҡорт­остан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡ­тары телдәрен үҫтереү тураһында”ғы Указын да (2017 йыл, 14 сентябрь) дәүләттең дә, халыҡтың да бергәләп башҡарған хеҙмәт емеше тип баһаларға кәрәк. Указға ярашлы, “Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәре һәм Башҡортостан Респуб­ликаһы халыҡтары телдәрен үҫтереү” дәүләт программаһы әҙерләнә. Был прог­рамманы ғәмәлгә ашырыуға Ҡоролтай сайты аша киң йәмәғәтселек йәлеп ителде, тәҡдимдәр йыйылыуы тураһында иғлан бирелде. Тәҡдимдәрҙе тикшереп, программаны еренә еткереү өсөн уларҙы Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһына тапшырҙыҡ.
Октябрь-ноябрь айҙарында Башҡорт­остан Башлығы Хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән Йәмәғәт палатаһы тел сәйә­сәте өлкәһендә федераль һәм республика закондарының нисек ғәмәлгә ашырылыуына бәйле мониторинг үткәрҙе. Был эшкә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты хеҙмәткәр­ҙәре лә йәлеп ителде. Комиссиялар Ауырғазы, Дүртөйлө, Стәрлебаш, Туймазы, Белорет, Благовар, Өфө, Ҡырмыҫҡалы райондарында, Октябрьский, Салауат, Өфө ҡалаларында эшләне. Комиссия ағзалары билдәләүенсә, был төбәктәрҙә милли мәғарифты үҫтереүгә бәйле байтаҡ эшләнә: туған телдәр буйынса олимпиадалар, конкурстар үткәрелә, туған тел уҡытыусылары араһында “Йыл уҡытыусы­һы” конкурстары ойошторола. Башҡорт те­лендә тәрбиә биргән балалар баҡса­лары, төркөмдәр эшләй, тыуған яҡ, республика, халыҡ ижады буйынса белем бирелә. Был йәһәттән республика кимәлен­дә тәжрибә уртаҡлашырлыҡ мәғлүмәт туплаған мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмалары ла бар. Мәҫәлән, Туймазы ҡалаһының 24-се балалар баҡсаһы. Уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең квали­фи­кацияһын камиллаштырыу йүнәле­шендә лә эш бара. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән балалар һанының күплеге лә ҡыуандыра.
Шул уҡ ваҡытта комиссия ағзалары юғарыла аталған район һәм ҡалаларҙың һәр береһендә туған телдәрҙе, башҡорт дәүләт телен уҡытыуға иғтибарҙың бермә-бер кәмеүен асыҡланы. Өфө һәм Благовар райондарында бындай балаларҙың һаны 40-50 проценттан артмай. Республика буйынса күрһәткес 70 проценттан юғары. Оҙаҡ йылдар башҡорт телен дәүләт теле булараҡ та, туған тел булараҡ та тейешле кимәлдә уҡытып килгән Өфө районының Авдон мәктәбендә, мәҫәлән, ул дәүләт теле итеп бөтөнләй өйрәнелмәй. Стәрле­баш районында, аҡса етмәү сәбәпле, ауыл мәктәптәре биш көнлөк уҡыу программа­һына күсерелгән, ә сәғәттәрҙе ҡыҫҡартыу проблемаһы туған телдәр иҫәбенә хәл ителгән. Башҡорт мәктәптәрендә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыуға ни бары ике сәғәт бүленә. Күп урында туған тел Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы I кластан түгел, II кластан ғына уҡытыла башлай.
Иң үкенеслеһе — туған телдәргә бындай ҡараш менән башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр уҡытыусылары ла килешкән. Мәктәп етәкселегенең үҙ предметына зыян килтергән күрһәтмәләрен дә бер һүҙ әйт­мәй үтәп йөрөгәндәр байтаҡ булып сыҡты. Бер яҡтан, уларҙы аңларға ла була, бөгөн эшһеҙ ҡалыу – ҙур бәлә. Икенсе яҡтан, былай барһа, иртәме-һуңмы, туған тел уҡытыусыларының бөтөнләй кәрәге булмауы мөмкин. Беҙгә ҡалһа, ысын уҡытыусы һәр ваҡыт үҙенең предметынан да мөһи­мерәк фән юҡ тип иҫәпләргә һәм шуны уҡыусылары аңына ла һеңдерергә тейеш. Ә бөгөн туған тел уҡытыусылары туған телде өйрәнеүҙең мөһимлегенә үҙҙәре лә ышанмай. Үҙең ышанмаған хәлдә башҡа­ларҙы инандырыу мөмкинме икән?!
Уйлы, ғәмле кеше туған теленә ныҡ иғтибарлы, сөнки тап туған телгә генә халыҡты милләт итеп ойоштороусы рухи ҡөҙрәт, сакраль көс һалынған. Шуға ла милли рухлы зыялылар тел проблемаларын өйрәнә, фәнде эшкә егә, ваҡытлы матбуғатты, интернет селтәрен файҙала­на. Аңлы ата-әсәләребеҙ балаһын бишек­тән үк милли мөхиттә тәрбиәләргә ынтыла, йәмәғәтселек, телебеҙҙе яҡлап, төрлө акциялар ойоштора. Тик һөҙөмтәләр әлегә ҡәнәғәтләнерлек түгел. Туған теле итеп рус телен таныған башҡорттар, ҡатнаш никахтар, туған телгә тулыһынса битараф кешеләрҙең күп булыуы бәкәлгә һуға.
Үткәнебеҙҙе барлаһаҡ, шул күҙгә ташланыр: быуаттар һуҙымында барған көрәш арҡаһында еребеҙҙе һаҡлай алдыҡ. Ҡыҫылды, тарайҙы ул, әммә милләтебеҙҙе тупларлыҡ йәнтөйәгебеҙ бар! Динебеҙ ҙә юғалманы. Әммә, нисек кенә булмаһын, телебеҙ юғала икән, ерҙән дә, диндән дә яҙыу оҙаҡ көттөрмәйәсәк.
Телгә мөнәсәбәт – кешенең кемлеген асыҡлауҙа төп билдә ул. Әгәр ҙә һин әсә теленә битарафһың икән, тимәк, һин хал­ҡыңдың бөгөнгөһөнә генә түгел, иртәгәһенә лә битарафһың, маңҡортһоң! Тимәк, һине милләт исемлегенән һыҙып ташларға мөмкин! Ғилми тикшеренеүҙәр күрһәте­үен­сә, тап туған телдә милләт асылы бил­дәләнә. Кешелек туплаған меңәр йыллыҡ халыҡ аҡылы ла шул турала һөйләй.
Бөйөк философ Конфуций “тормошта нимәнелер үҙгәртергә теләһәң, үҙеңдән башла” ти. Беҙгә лә бер-беребеҙҙән ғәйеп эҙләмәй, “туған телемде һаҡлар өсөн мин нимә эшләй алам?” тигән һорауға яуап эҙләргә, бергәләп аныҡ эштәр башҡарырға ҡала. Туған телебеҙҙе һаҡлай алһаҡ, ул да беҙҙе яҡлар ҙа, һаҡлар ҙа.

Рәйсә КҮЗБӘКОВА,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

С 10 по 12 января в Уфе на базе ГБОУ Республиканская художественная гимназия – интернат им. К.А. Давлеткильдеева прошли республиканские олимпиады по родным (татарскому, марийскому, удмуртскому, чувашскому) языкам и литературам.
В олимпиадах приняли участие 163 обучающихся из общеобразовательных организаций Республики Башкортостан с русским и родным языками обучения. Участники олимпиады выполнили следующие задания: сочинение по заданной теме, комплексный литературный и языковой анализ текста, тестовые задания.
В олимпиаде по татарскому языку и литературе победителями стали учащиеся из МБОУ СОШ с. Нижнее Аврюзово МР Альшеевский район, МБОУ СОШ имени Фатиха Карима с.Аитово МР Бижбулякский район, МОБУ ООШ с.Старокуяново МР Бакалинский район, МОАУ СОШ № 10 "Центр образования" ГО г.Нефтекамск, МОБУ СОШ д.Каинлыково МР Бураевский район, МОБУ СОШ №1 с.Бакалы МР Бакалинский район,
по марийскому языку и литературе - МБОУ СОШ им.братьев Беловых д.Тынбаево МР Мишкинский район, МБОУ марийская гимназия им.Я.Ялкайна с.Чураево,
по чувашскому языку и литературе – МОБУ ООШ с.Чуюнчи-Николаевка МР Давлекановский район, МБОУ СОШ с.Бишкаин МР Аургазинский район, МАОУ СОШ с.Ермолкино МР Белебеевский район,
по удмуртскому языку и литературе – МБОУ СОШ с.Нижнебалтачево МР Татышлинский район, МБОУ СОШ с.Старый Варяш МР Янаульский район, МБОУ СОШ с.Новые Татышлы МР Татышлинский район.
В рамках мероприятия для участников олимпиад организованы встречи с представителями высших профессиональных учебных заведений и средств массовой информации, творческой интеллигенции. Победители республиканских олимпиад примут участие в межрегиональных олимпиадах по данным предметам.
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»