Новости

Ответить
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. »

Хөрмәтле татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары!
Республика "Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2018" конкурсында ҡатнашыусы уҡытыусыларҙың документтары 12.03 - 13.03. тапшырыла. Документтарҙы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120 - се йорт (Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты) 215 кабинетта ҡабул итәбеҙ.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. »

Хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары!
Регион-ара "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2018" конкурсында ҡатнашыусы уҡытыусыларҙың документтарын 5.03 - 13.03. тиклем ҡабул итәбеҙ. Документтарҙы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120 - се йорт (Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты) 216 кабинетта ҡабул итәбеҙ.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. »

Семинар для участников конкурса «Учитель года Башкортостана – 2018»
Институт развития образования Республики Башкортостан 16 марта 2018 года с 10.00 часов в актовом зале проводит семинар по вопросам организации и проведения профессиональных конкурсов:
- «Учитель года Башкортостана – 2018»,
- «Учитель года башкирского языка и литературы – 2018»,
- «Учитель года татарского языка и литературы - 2018»,
- «Учитель года русского языка и литературы - 2018»,
- «Молодой учитель года – 2018»
Для участия в работе семинара приглашаются кандидаты, которые представили документы на участие в конкурсах.
Примерный план семинара:
10.00- 12.00 – пленарное заседание
12.00 – 13.00 – обед
13.00 – 14.30 – мастер-классы
14.30 – 16.00 – консультации
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

Уҡытыусы һәм журналист, БР яҙыусылар союзы ағзаһы Фәнзил Санъяровтың "Башҡортостан уҡытыусыһы" (№ 3, 2018. - 87 - 91 б.б.) "Ҡаҫмарттың ҡартаймаҫ улы" мәҡәләһе донъя күрәсәк. Ул ошо уҡ журналда 35 йыл редактор булып эшләгән ғалим - методист, ф.ф.к., БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ һәм БР мәғариф алдынғыһы Сәлимйән Ғүмәровтың 85 йәшлек юбилейы уңайынан яҙылды. Юбилярға институт һәм башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы исеменән ныҡлы һаулыҡ, хәл ҡәҙәре ижад итеүен теләйбеҙ!
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

БМҮИ доценты, ф.ф.к. Фәнзил Санъяров Ҡырмыҫҡалы районы Советы ҡарары менән райондың Почетлы гражданины исеменә лайыҡ булды. Ҙур бүләк 5 мартта Өфөлә, дәүләт филармонияһында, яҡташтар осрашыуында тапшырылды. Ошо уҡ сарала район хакимиәте башлығы, педагог Фәнзил Сыңғыҙов һәм Бишауыл - Уңғар урта мәктәбе уҡытыусыһы, яҙыусы һәм әҙәби тәнҡитсе Рим Исхаҡов БДБ ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнде. Улар районда башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур эштәр башҡара.
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

БМҮИ ректоры, сәйәси фәндәр кандидаты, БР - ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ урта дөйөм белем биреүҙең атҡаҙанған хеҙмәткәре Рәмил Ғиниәт улы Мәжитов 2 мартта Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияһы менән бүләкләнде. Ул З. Биишева музыйын төҙөү, уның исеендәге урта мәктәпте ремонтлау, музыка мәктәбенә яҙыусының исемен биреү, ауылдаштар осрашыуын ойоштору кеүек эштәрҙең башында торҙо, ваҡытын һәм көсөн йәлләмәне. Институтта Зәйнәб Биишева ижадын өйрәнеү буйынса ла күп эштәр ректорыбыҙ башланғысы менән ойошторола. Етәксе яҡташтарына ҙур рәхмәт белдерҙе.
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

Ошо йылдың 28 февралендә Дүртөйөлө ҡалаһының Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йылға арналған ҙур саралар булып уҙҙы. Тәүҙә Назар Нәжми ижадын өйрәнеү буйынса республика уҡыуҙары булды. Унда белем алыусылар ғилми проекттар, шығыр һөйләү, шағирҙың әҫәрҙәрен рус һәм башҡа телдәргә тәржемә һ.б. төрҙәр буйынса көс һынашты. Еңеүселәр билдәләнде. Икенсе өлөштә гимназияның асылыуына 10 йыл тулыу менән бәйле тантана үтте. Саралар тик башҡорт телендә барҙы. Дүртөйлө уҡыусылары башҡорт әҙәби телен бик юғары кимәлдә белә, дөрөҫ һөйләй.ЙЫр һәм актерлыҡ оҫталығы менән дә хайран ҡалдырҙылар. Сарала Гөлфиә Янбаева, шағирҙар Тамара Юлдашева, Хисмәт Юлдашев, Фәнзил Саньяров ҡатнашты.

Шағир рухы
Кем атар һуң минең исемемде
Туған ерҙә, туған телемдә?
(Назар Нәжми)
Шағир рухын тойҙом Дүртөйлөлә,
Нәжми менән һағ(ы)нып күрештем.
Ҡолас йәйгән төҫлө ҡаршы алды
Йырҙарыңдың төҫө - Миңештең!

Һәр бер ағас, һәр бер ҡыуаҡ бөгөн,
Шиғыр уҡый, һөйләй Нәжмиҙе.
Йондоҙҙарҙың күктә серләшеүе,
Елдәр иҫеү – Шағир нәҡ үҙе...

Ҡар бөркәнгән һомғол ҡарағайҙар
«Ҡышҡы романс»ҡа талғын әйләнә.
Айҙар, йылдар ҡабалан аға, тимә,
Сал быуаттар бергә бәйләнә.

Миңештенән халыҡ өҙөләме,
Барса юлдар илтә тик бында!
Юкәләргә һыйынып, Үрбашында*
Шағир йоҡлай юлдар сатында.

Ҡандаулынан* сыҡҡан йәш ҡояштың
Тәү нурҙары наҙлай таш һынды.
Баҫалмайым һағыш, шатлыҡ булып,
Йөрәгемдә ташҡан ташҡынды!..

Йәнең тыныс, рухың шаттыр, беләм,
Хыялың бит аша тормошҡа:
Һәр кем бөгөн һинең телдә һөйләй,
Телдән ҡиммәт ни бар башҡортҡа!
* Үрбашы, Ҡандаулы – урындағы ер – һыу атамалары
2. 03. 2018
Саньяров Фәнзил
Фируза Рифкатовна
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 23 фев 2018, 05:51

Re: Новости

Сообщение Фируза Рифкатовна »

21 февраль Учалы районы Наурыҙ урта мәктәбе базаһында райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә йыйылды. Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған шиғыр ятлаусылар бәйгеһе - "Йөрәк һүҙе" үткәрелде. Туған телдәр көнө сиктәрендә уҡытыусылар династияһы менән танышып үтеү ҙә маҡсат итеп ҡуйылғайны. Ж.Л.Галин, Ф.М.Мамилина, Д.Ғ.Игелековалар тураһында матур сығыштар тыңланылды. Кисәне башҡорт теле уҡытыусыһы Фирүзә Рәфҡәт ҡыҙы Ҡаһарманова юғары кимәлдә ойошторҙо.
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

Международный день родного языка отмечается с 2000 года по инициативе 30-й сессии Генеральной конференции ЮНЕСКО с целью сохранения и развития исчезающих языков, поощрения лингвистического многообразия и многоязычного образования, а также повышения осведомленности о языковых и культурных традициях.
Республика Башкортостан является одним из уникальных регионов России, где в общеобразовательных организациях организовано изучение 14 родных языков:
- в системе общего образования – русский, башкирский, татарский, чувашский, марийский, удмуртский, мордовский, украинский, немецкий, белорусский и латышский;
- в системе дополнительного образования (в воскресных школах) – башкирский, татарский, чувашский, марийский, армянский, еврейский (иврит), польский, украинский, немецкий.
14 сентября 2017 года Главой Республики Башкортостан подписан Указ о мерах по развитию государственных языков Республики Башкортостан и языков народов Республики Башкортостан. В целях сохранения, пропаганды и развития государственных языков республики Башкортостан и языков народов Республики Башкортостан учреждаются гранты, направленные на сохранение и развитие государственных языков Республики Башкортостан и языков народов Республики Башкортостан, создается Фонд по сохранению и развитию башкирского языка.
В образовательных организациях республики проводятся мероприятия, посвященные Международному дню родного языка.

Язык моего народа – язык правды,
Без него нет моей страны.
Лишь тот, кто не любит свою страну, не любит свой язык,
Лишь у того, у кого нет страны, нет языка.
(Р. Гарипов. Родной язык.)
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

Рәхмәт һүҙе

БМҮИ - ның ректораты, башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы уҡытыусыларына, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәисе Б.К. Толкачев,рәис урынбаҫары Й.С. Илъясова, БР Яҙыусылар союзы рәисе З.А. Әлибаев, Журналистар союзы рәисе А.Х. Дәүләтбәков, урынбаҫары Кудакаев Ф.Ш. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Ф.Ф. Сыңғыҙов, редакторҙар С.Ғ. Кәримов, Р.М. Кинйәбаев, А.Р. Юлдашбаев, БДУ профессорҙарына, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Сибай, Өфө һ.б. башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, барлыҡ дуҫтарыма 65 йәшем менән ҡотлауҙары өсөн рәхмәтемде белдерәм. Фәнзил Санъяров.
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»