Һаумыһығыҙ, коллегалар. Был фекер менән килешәм. Ошо ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тырышһаҡ, беҙгә алдағы көндәрҙә эш еңелерәк бирелер тигән ышанста ҡалам.Шакирова Г.И. писал(а): 20 апр 2024, 08:49 Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә электрон белем биреү буйынса курстар бара. Материалдар күп һәм уҡытыусы өсөн практик әһәмиәтле. Тик ҡала ерендә күпселек уҡытыусыларҙың ике сменала эшләүен иҫәпкә алғанда, бирелгән ваҡыт ҡыҫымында эштәрҙе үтәп ебәреү ауырыраҡтыр. Әлбиттә, практик эштәр йәһәтенән, мәктәптә эшләп йөрөгән педагогтарҙың эшендә ҡулланған материалдарын тиҙ генә барлай һалып ебәреүе биремдәрҙе атҡарып сығырға ярҙам иткәндер. Ә тәжрибәһе әҙерәк булғандарға оҙағыраҡ ваҡыт киткәндер. Мәғлүмәтле һәм файҙалы курстар өсөн ойоштороусыларға һәм кураторҙарға ҙур рәхмәт!
Новости
Re: Новости
-
Ильмухаметов А.Г.
- Сообщения: 333
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27
Re: Новости
Хәйерле көн, коллегалар! Һеҙҙе яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайым! Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!
-
Шакирова Г.И.
- Сообщения: 6
- Зарегистрирован: 26 сен 2016, 03:32
Re: Новости
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә электрон белем биреү буйынса курстар бара. Материалдар күп һәм уҡытыусы өсөн практик әһәмиәтле. Тик ҡала ерендә күпселек уҡытыусыларҙың ике сменала эшләүен иҫәпкә алғанда, бирелгән ваҡыт ҡыҫымында эштәрҙе үтәп ебәреү ауырыраҡтыр. Әлбиттә, практик эштәр йәһәтенән, мәктәптә эшләп йөрөгән педагогтарҙың эшендә ҡулланған материалдарын тиҙ генә барлай һалып ебәреүе биремдәрҙе атҡарып сығырға ярҙам иткәндер. Ә тәжрибәһе әҙерәк булғандарға оҙағыраҡ ваҡыт киткәндер. Мәғлүмәтле һәм файҙалы курстар өсөн ойоштороусыларға һәм кураторҙарға ҙур рәхмәт!
-
Райля Хисамиева
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 14 ноя 2019, 05:14
Re: Новости
Һаумыһығыҙ! Курс үтеү миңә бик оҡшай. Ебәрелгән материалды тәү күреү менән бик ауыр тойолдо, әммә, бик тырышам. Шуға күрә үтеп бөтә алырмын тигән өмөттәмен.
Re: Новости
Хәйерле кис! Беҙҙең курстар дауам итә.Эштәр бик күп төрлө. Эштән һуң ваҡыт табып бирелгән эштәрҙе башҡарырға тырышам. Ҡайһы бер эш төрҙәре ауырлыҡ тыуҙыра. Шулайҙа бергәләп курстарҙы уҡып бөтөрбөҙ тип уйлайым.
Re: Новости
Башҡорт теле буйынса курстар дауам итә. Беҙҙең өсөн бик файҙалы, фәһемле курстар ойошторған өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!Барыбыҙға ла уңыштар теләйем!
Re: Новости
Мин Галия Галиулла ҡыҙы. Әлеге көндә дистанцион рәүештә “Использование электронных ресурсов в преподавание башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС” курсын үтеп йөрөйөм. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып беренсе йыл эшләйем.
Курстарҙы ойоштороусыларға, заман талаптарына ярашлы электрон ресурстарҙы дөрөҫ ҡуллынырға өйрәтеүегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт!
Курстарҙы ойоштороусыларға, заман талаптарына ярашлы электрон ресурстарҙы дөрөҫ ҡуллынырға өйрәтеүегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт!
Re: Новости
Беҙ курстар үтеп йөрөйбөҙ!!! Курстар бик мәғлүмәтле! Рәхмәт Һеҙгә!!!
-
Галимьяновна
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 10 мар 2023, 08:59
Re: Новости
Хәйерле көн! Башҡорт теле һәм әҙәбиәте курстарын үтеү бик фәһемле булды. Бик күп яңылыҡтар белдем, белгәндәрен иҫкә төшөрөп, системалаштырҙым. Курсты ойоштороусыларға бик ҙур рәхмәтемде еткерәһем килә.
Re: Новости
Һаумыһығыҙ! Курс үтеү миңә бик оҡшаны.Ебәрелгән материалды тәү күреү менән бик ауыр тойолдо.Ләкин лекцияларҙы уҡып һәм видеояҙмаларҙы тыңлағандан һуң эштәрҙе эшләү бик күңелле булды.Мин был курста яңы эш алымдары,методтары менән таныштым.Ойоштороусыларға ҙур итеп рәхмәтемде белдерәм.