Новости
Re: Новости
Минең йортом –минең дошманым.
Экологтар тирә-яҡ мөхиттең беҙҙең күҙебеҙ алдында ғына түгел,йәшерен дә бара,тип иҫәпләй.Парник эффекты,радиация,автомобиль бүлеп сығарған газдар,озон тишеге.Хәҙер инде уларҙан ҡотолғоһоҙ икәнлегебеҙҙе күнегеп бөткәнбеҙ.Ә бына йәшәгән йортобоҙҙа һаулығыбыҙға зыянлы дошмандар булыуын уйлап та бирмәйбеҙ.Уларҙың тәүге ҙур хәүефе-бетон стеналарҙың составындағы радий менән торийҙан сыҡҡан радиация.Икенсе хәүеф-һауала дымдың етмәүе,өсөнсө хәүеф-йортто таҙа тотоу өсөн ҡулланылған төрлө порошоктар,шыйыҡсаларҙан таралған аҙ ғына миҡтарҙа булһа ла беҙҙең организмға инеп,иммунитетыбыҙҙы ҡаҡшата тип иҫәпләй З.Хәсәнова үҙенең “Йәншишмә” гәзитендә сыҡҡан статьяһында

-
Гузель Лукманова
- Сообщения: 1
- Зарегистрирован: 20 окт 2017, 06:01
Re: Новости
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса курстар Юлмөхәмәтов М.Б. етәкселегендә икенсе көнө Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында дауам итте. Көн тәртибендә уҡытыусылар Моталлапова А.М. һәм Кәйепова Р.Н. тарафынан әҙерләнгән "Мастер класс" һәм дәрес-дебат формаһын ҡаранылар. Уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһендә ижади эшкә һәм уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә, башҡорт рухы тәрбиәләүгә ҙур урын бүленеү асыҡ сағыла. Курста ҡатнашҡан уҡытыусылар рухи аҙыҡ һәм киләсәктә үҙҙәренең эштәренә көс-ҡеүәт алып таралышты. Санъяров Ф.Б. һәм М.Б.Юлмөхәмәтовҡа Сибай ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Новости
24 октябрҙә (башлана 10.00 сәғ.) Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн Өфө Халыҡ-ара Мәғариф салоны -2017 “Мәғарифтың киләсәге” сиктәрендә уҙғарылған «Туған телдәрҙе уҡытыуҙы камиллаштырыу мәсьәләләре» буйынса әңгәмә майҙансығы эшләйәсәк һәм "Туған телдәрҙе өйрәнеүҙең иң яҡшы практикаһы" мастер-кластары уҙғарыласаҡ. Хөрмәтле туған тел уҡытыусылары һеҙҙе әңгәмә майҙансығында ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Теркәү 24.10.2017 йыл (Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120-се йорт) 9.00 сәғ. башлана.
Теркәү 24.10.2017 йыл (Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120-се йорт) 9.00 сәғ. башлана.
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Новости
Хөрмәтле коллегалар! Һеҙгә әңгәмә майҙансығының программаһын тәҡдим итәбеҙ.
«Туған телдәрҙе уҡытыуҙы камиллаштырыу мәсьәләләре» әңгәмә майҙансығының
ПРОГРАММАҺЫ
Модератор: Хажин Айбулат Вәкил улы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф өлкәһендә тикшереү һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы
Сығыштар:
1 Сәләмләү һүҙе Мәжитов Рәмил Ғиниәт улы, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының ректоры, сәйәсәт фәндәре кандидаты
2 Туған телдәрҙе лингвомәҙәни йүнәлештә уҡытыу Саньяров Фәнзил Бүләк улы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбитәттәр кафедраһы доценты
3 Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа коммуникатив йүнәлеште ҡулланыу үҙенсәлектәре Хажин Вәкил Исмәғил улы, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбитәттәр кафедраһы доценты
4 Туған әҙәбиәт дәрестәрендә метапредмет һәм предмет белем һәм күнекмәләрен формалаштырыу Мансуров Илсур Салихйән улы, филология фәндәре кандидаты, СФ БДУ татар һәм сыуаш филология кафедраһы мөдире
5 Туған тел һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың сифатын күтәреү сараһы булараҡ уҡыу – уҡытыу методик комплекттар Юлмухаметов Миндибай Бәхтияр улы, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбитәттәр кафедраһы доценты
6 Һөнәри камиллашыу процесы булараҡ туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының ижади үҙүҫеше Иляева Надежда Семеновна, Дүртөйлө районы Маядыҡ ауылы урта мәктәбенең мари теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары
7 Профессиональ моделләштереү юлы булараҡ туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының инновацион эшмәкәрлеге Ахунова Илмира Әкрәм ҡыҙы, Илеш районы Баҙытамаҡ ауылы урта мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
8 Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына яраҡлы әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнеүҙә эшмәкәрлекле йүнәлеш Алламуратова Рәсимә Миниәхмәт ҡыҙы, филология фәндәре кандидаты, Р.Ғарипов ис. 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
“Мәктәптә туған телдәрҙе өйрәнеүҙең иң яҡшы практикаһы” оҫталыҡ кластарының
ПРОГРАММАҺЫ
“Мәктәптә туған телдәрҙе өйрәнеүҙең иң яҡшы практикаһы” оҫталыҡ дәрестәре
Модератор: Ғәбитова Зәкиә Муллағәли ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире
Оҫталыҡ кластары:
1 Предметты уҡытыуҙың сифатын камиллаштырыу маҡсатында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙә дистанцион белем биреү технологияларын ҡулланыу
Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Борай районы Борай ауылы 2-се гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
2 Татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә актив уҡытыу методтарын ҡулланыу Риянова Зәбирә Харис ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Ленин районы 24-се урта мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
3 Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу Яманһарина Миләүшә Дамир ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Нөгөш урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
4 Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа заманса педагогик технологиялар ҡулланыу Әбхәлимова Зилә Салауат ҡыҙы, Республика политехник лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Сулейманов Р.Ф.
- Сообщения: 264
- Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40
Re: Новости
Сибай ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн БР МҮИ - ның башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы курстар ойошторҙо, ул 16 - 21 октябрҙә ҡала мәктәптәрендә бара. Ике көн доцент Ф.Б. Саньяров башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың заманса алымдары, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы һәм йәнле итеү буйынса үҙ ҡараштары хаҡында һөйләне. Лекцияла лингвомәҙәни аспектҡа ҡағылышлы теоретик һәм практик фекерҙәре менән уртаҡлашты. 17 октябрҙә Сибай гимназия интернатының 9 класында әҙәбиәттән "Һаумы, Салауат" тип аталған асыҡ дәрес күрһәтте. Дәрес уҡытыусылар тарафынан юғары баһаланды. Методик рекомендацияларҙа дәрес хаҡында коллегаларҙың фекерҙәрен уҡырһығыҙ. Ошо уҡ көндө Ф. Саньяров ҡала ТV-на интервью бирҙе, телде уҡытыу буйынса республикала тыуған мәсьәләргә туҡталды, фекерҙәрен әйтте. Уҡытыусы Сибай интернаты уҡыусыларының белем кимәле юғары булыуына инанды.
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Новости
10 октябрҙә Хөкүмәт йортонда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары бүләкләнде.
Премияға лайыҡ булған билдәле журналистар, БДУ-ның журналистика кафедраһы профессоры ф.ф.д., шағир, әҙәби-тәнҡитсе, «Ҡоролтай тауышы» гәзите мөхәррире Фәнил Тимерйән улы Күзбәков, «Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәрсеһе Марина Воронова, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Ишморатова-Аралбаева.Уларҙы ижади уңыштары менән ҡотлайбыҙ!
Премияға лайыҡ булған билдәле журналистар, БДУ-ның журналистика кафедраһы профессоры ф.ф.д., шағир, әҙәби-тәнҡитсе, «Ҡоролтай тауышы» гәзите мөхәррире Фәнил Тимерйән улы Күзбәков, «Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәрсеһе Марина Воронова, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Ишморатова-Аралбаева.Уларҙы ижади уңыштары менән ҡотлайбыҙ!
-
Сулейманов Р.Ф.
- Сообщения: 264
- Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40
Re: Новости
2017 йылдың ноябрь айы башында БР МҮИ - да БР халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғоман Мусин менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән осрашыуы буласаҡ. Семинар барышында педагогтар яҙыусының ижады, әҫәрҙәренең тыуыу сере, ижади хыялдары хаҡында киң мәғлүмәт аласаҡ. Сарала шулай уҡ Зәки Әлибаев, БР Яҙыусылар союзы рәисе, яҙыусы Әмир Әминев, шағирҙар Рәшит Шәкүр, Хәсән Назар, Салауат Кәримов, Салауат Әбүзәр кеүек киң билдәле әҙиптәр ҡатнаша. Республикабыҙ уҡытыусылары осрашыуҙа теләп ҡатнашыр тип өмөтләнәбеҙ.
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Новости
4 октября 2017 года в 11.00 часов в актовом зале БРГИ № 1 имени Рами Гарипова в преддверии Дня учителя состоялось торжественное мероприятие, посвященное чествованию победителей конкурса на соискание денежного поощрения среди лучших учителей и преподавателей башкирского и русского языков. 50 лучших учителей и преподавателей башкирского и русского языков распоряжением Правительства Республики Башкортостан от 14 июля 2017 года № 672-р удостоились денежного поощрения в размере 50 тысяч рублей.
Данный конкурс проводится в республике ежегодно в соответствии с постановлением Правительства Республики Башкортостан от 15 января 2007 года № 6 «О денежном поощрении лучших учителей и преподавателей башкирского и русского языков».
Данный конкурс проводится в республике ежегодно в соответствии с постановлением Правительства Республики Башкортостан от 15 января 2007 года № 6 «О денежном поощрении лучших учителей и преподавателей башкирского и русского языков».
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Новости
Награждение учителей – победителей конкурса на получение денежного поощрения лучшими учителями
5 октября 2017 года в 10.00 часов в Правительстве Республики Башкортостан прошло торжественное мероприятие, посвященное чествованию учителей – победителей конкурса на получение денежного поощрения лучшими учителями.
34 лучших учителя Республики Башкортостан получили денежное поощрение в размере 200 тысяч рублей в соответствии с приказом Министерства образования и науки Российской Федерации от 22 августа 2017 года № 805.
Согласно Указу Президента Российской Федерации «О денежном поощрении лучших учителей» конкурс лучших учителей проводится с 2006 года, за это время его победителями стали 1717 учителей.
5 октября 2017 года в 10.00 часов в Правительстве Республики Башкортостан прошло торжественное мероприятие, посвященное чествованию учителей – победителей конкурса на получение денежного поощрения лучшими учителями.
34 лучших учителя Республики Башкортостан получили денежное поощрение в размере 200 тысяч рублей в соответствии с приказом Министерства образования и науки Российской Федерации от 22 августа 2017 года № 805.
Согласно Указу Президента Российской Федерации «О денежном поощрении лучших учителей» конкурс лучших учителей проводится с 2006 года, за это время его победителями стали 1717 учителей.
-
Сулейманов Р.Ф.
- Сообщения: 264
- Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40
Re: Новости
Хөрмәтле башҡорт һәм башҡа туған тел һәм әҙәбиәттәр уҡытыусылары! Ошо йылдың октябрь айында БР МҮИ тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары өсөн бер көнлөк семинар уҙғарсаҡ. Ул БР Халыҡ яҙыусыһы Ноғоман Мусин ижадына арнала. Сара шулай уҡ "2017 йыл - экология йылы"на ла бәйле. Ни өсөн ике идея? Н. Мусин ғүмере буйы урман, уны һаҡлау һәм яҡлау проблемаһын күтәрҙе. Был сарала күренекле прозаиктар, сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ. Болғауыр заманда абруйлы яҙыусы, аҡһаҡал һүҙе, ҡәләмдәштәр фекере уҡытыусыларҙың күңелен үҫтереп ебәрер тип өмөт итәбеҙ. Инситутта көтөп ҡалабыҙ.(көнө өҫтәлмә мәғлүмәттә буласа.ҡ)