Методические рекомендации

Ответить
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

7-се дәрес
Тема: О,ө, ы, е хәрефтәренең дөрөҫ яҙылышы
Маҡсаттар:
белем биреү- о,ө,ы.е һуҙынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы тураһындағы белемдәрен киңәйтеү, телдең орфографик ҡағиҙәләре тураһында белем биреү;
үҫтереүсе маҡсат-дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен үҫтереү;
тәрбиәүи маҡсат- уҡыусыларҙа эшкә, һөнәргә ыңғай мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе дауам итеү.
Йыһазлау: компьютер, экран, дөрөҫ әйтелеш һәм дөрөҫ яҙылыш тураһында таблица
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре
О, ө, ы, е өндәренең яҙылышта бирелешен үҙләштереү, уларҙы дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу күнекмәләрен үҙләштереү: һүҙ башында, һүҙ уртаһында һәм аҙағында. Рус телендәге әйтелеш менән сағыштырыу, һығымталар яһау. Төркөмдәрҙә ижади эштәр эшләү
Дәрес барышы.
I.Психологик инеш.
II.Белемде актуалләштереү.
1. Һуҙынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы буйынса эшләгән тестарын тикшереү
2. Төркөмләп иң яҡшы тестар буйынса эш.
Проблемалы һорау: о ,ө, ы, е һуҙынҡылары нисек ишетелә һәм нисек яҙыла?

III.Яңы тема.
1. Әйтелештәрен һәм яҙылыштарын сағыштырығыҙ:орлоҡ,оло,тоғро,
болот, колхоз, совхоз, доктор,мотор.
Ҡайын, ыласын,тырыш ,вышка,быстрый.
2. Һүҙ башында йэ ишетелә, яҙыла-е:ер, елкән, ем
3. Һүҙ уртаһында һәм аҙағында э ишетелә, яҙыла-е: теш, кеше, белем
4. Һүҙ башында э ишетелә, яҙыла-э: эш, эре, эҙләү
5. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙә э хәрефе һүҙ башында ла,һүҙ уртаһында ла ла яҙыла: этаж, экран, поэма, аэроклуб
IV.Нығытыу.
1.Күнегеүҙәр эшләү: “Ел, ерәнем”, “Хәлим ниңә яңылышты?”. “Хәтереңдә тот”, “Һалсылар” күнегеүҙәрен эшләү
2.Ижади эш төрҙәре:1. “ Ете ҡыҙ” бейеүе. 2. “Ололар һүҙе”. 3.” Ыласын аулау”.Бирелгән темалалар буйынса мәҡәлә яҙыу.
V. Рефлексив баһалау.
VI.Өй эше. “Оҫтаның ҡулы етәү” темаһына миниатюр инша яҙырға.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

8-се дәрес
Тема: Бәйләнешле телмәр. Ҡыш миңә ни өсөн оҡшай?
Маҡсаттар:
белем биреү маҡсаты- ҡыш миҙгеле тураһындағы белемдәрҙе киңәйте;
үҫтереүсе маҡсат- уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү;
тәрбиәүи маҡсат- йылдың һәр миҙгеленә иғтибар һәм һөйөү тәбиәләү.
Дәрес барышы
I. Психологик инеш
II. Белемде актуалләштереү
III Яңы тема
1.Иншаның темаһы менән таныштырыу
2.Дәрестең маҡсаты һәм бурыстарын ҡуйыу
3 Тема буйынса план төҙөү
1. Йылдың һәр миҙгеле матур
2. Ҡыш-иң матур миҙгелдәрҙең береһе
3. Ҡышҡы миҙгелгә хас сифаттар
4. Ҡыш –минең яратҡан миҙгелем
5.План буйынса яҙыу
IV.Өй эше. Ҡабатларға
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

9-сы дәрес
Тема: Тартынҡы өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше
Маҡсаттар:
белем биреү- тартынҡыларҙың дөрөҫ әйтелеше тураһындағы белемдәрен киңәйтеү, телдең орфоэпик ҡағиҙәләре тураһында белем биреү;
үҫтереүсе маҡсат-дөрөҫ һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен булдырыу;
тәрбиәүи маҡсат- әсә һүҙҙәренә, кәңәштәренә иғтибарлы булырға өйрәтеү, уның кәңәштәрен баһалай, ҡәҙерләй белергә өйрәтеү, әсәйгә, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү.
Йыһазлау: компьютер, экран, дөрөҫ әйтелеш һәм дөрөҫ яҙылыш тураһында таблица
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре
Тартынҡы өндәрҙе дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҙләштереү: һүҙбәйләнештә һуҙынҡынан һуң, яңғырау тартынҡыларҙан һуң һаңғырау тартынҡыларҙың үҙгәрешен, ике һуҙынҡы араһында, һүҙ аҙағында яңғырау тартынҡының дөрөҫ әйтелешен үҙләштереү. Төркөмдәрҙә ижади эштәр эшләү. Бер-береһенең эшен баһалау.

Дәрес барышы.
I.Психологик инеш
II. Белемде актуалләштереү
1. Инша һөҙөмтәләре буйынса хаталар өҫтөндә эш.
2. Күрмә диктант яҙыу: Еҙ, еләк, еп, елем, белем,, бейеү, тейен, поэма, поезд.
Проблемалы һорау: тартынҡыларҙың дөрөҫ әйтелешен нисек аңлайһығыҙ?
III.Яңы тема.
1.Балыҡсы айыу тураһындағы инеш күнегеүҙе уҡыу ( бер нисә уҡыусының уҡыуы)
2.Уҡыусыларҙың уҡыуҙарын сағыштырыу. Кемдең уҡыуы дөрөҫ булды? Ни өсөн шулай тип уйлайһығыҙ? һорауҙарына яуаптар алыу.
Аҫтына һыҙылған һүҙбәйләнештәрҙәге тартынҡыларҙың үҙгәрешен күҙәтеү: ни күрәбеҙ, тамашаны күҙәтә ине, ҡулына ҡыҫты, ашарға кереште.
3.Ике һуҙынҡы араһында к өнө г өнө булып әйтелә, ҡ өнө ғ өнө булып әйтелеүенә иғтибарҙы йүнәлтеү.
4.120-се күнегеүгә күҙәтеү нигеҙендә р,л.й,ҙ,у,ү,з,ж,а,ә өндәренә бөткән һүҙҙәрҙән һуң ҡ.к башланған һүҙҙәр килеп, ул һүҙҙәр бер тынала әйтелһә, ҡ,к өндәре ғ,г булып ишетелеүен күҙәтеү.
5.Һүҙ п өндәренә бөтһә, һуҙынҡынан башланған ялғау ҡушылһа,п өнө б өнөнә әйләнеүен асыҡлау.
6. Ике һуҙынҡы араһында п, б өндәренең в булып ишетелеүен миҫалдар нигеҙендә аңлатыу
7. Башҡорт телендә һүҙ башында в өнө уы-үе булып әйтелә: Ватан-[Уатан], ә рус теленән ингән һүҙҙәрҙә в өнө асыҡ ишетелә вагон-[вагон], тик һүҙ уртаһында ижек аҙағында, һүҙ аҙағында в өнө ф булып ишетелеүен миҫалдар нигеҙендә уҡыусыларҙың аңлатыуы: автобус-[афтобус],совхоз–[сафхоз], актив–[актиф], устав-[устаф]
8. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең аҙағында д өнө т булып ишетелеүен асыҡлау:
доклад- [доклат], склад-[склат]
IV. Нығытыу.
1. 122-се күнегеү- дөрөҫ итеп уҡыу, һығымталар яһау.
2. 123-124-125-се күнегеүҙәрҙе эшләү
V.Рефлексив баһалау.
VI.Өй эше. 126-сы күнегеү.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

10-сы дәрес
Тема: Тартынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы
Маҡсаттар:
белем биреү- тартынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы тураһындағы белемдәрен киңәйтеү, телдең орфографик ҡағиҙәләре тураһындағы белемдәрҙе киңәйтеү;
үҫтереүсе маҡсат-дөрөҫ һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен булдырыу;
тәрбиәүи маҡсат- тыуған ер миҙгелдәренең матурлығын күрә һәм баһалай, ҡәҙерләй белергә өйрәтеү, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү.
Йыһазлау: компьютер, экран, дөрөҫ әйтелеш һәм дөрөҫ яҙылыш тураһында таблица
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре
Тартынҡы өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен үҙләштереү. Төркөмдәрҙә ижади эштәр эшләү. Бер-береһенең эшен баһалау. Һүҙлек диктанты.
Дәрес барышы.
I.Психологик инеш
II. Белемде актуалләштереү
1 Өй эшен тикшереү.
2.Һүҙлек диктанты.
Проблемалы һорау: бөтә тартынҡылар ҙа ишетелгәнсә яҙылымы?
III. Яңы тема.
1.Һүҙлек диктантын уҡыусыларҙың үҙ-ара тикшереүе.
2.Тартынҡыларҙың дөрөҫ әйтелеше менән дөрөҫ яҙылышын сағыштырыу һәм ҡағиҙә сығарыу:
а) уы-үе әйтелә, яҙыла в- ваҡыт, вәкил;
б) у,ү хәрефтәренең һуҙынҡы ла, тартынҡы ла булыуы: урман, үлән,- һуҙынҡы, һыуыҡ, кеүек- тартынҡы;
в) й тартынҡыһының һуҙынҡылар эргәһендә дөрөҫ яҙылышы:
й өнө о,ө, ы,ә. ү өндәре эргәһендә һүҙ башында ла, һүҙ уртаһында ла, һүҙ аҙағында ла яҙыла.: йоҡо,ҡойон, ҡойо, йөрәк, бөйөк, көй-көйө, йый, йыйын, бай-байы, йәй, йәйен, бейе,йүкә, ләкин й өнө һүҙ башында, һүҙ уртаһында, һүҙ аҙағында а, у һуҙынҡылары эргәһендә яҙылмай: яр.ҡуян, ҡая, юл, Аҡъюл, меню.
Й өнө е(э) һуҙынҡыһы эргәһендә һүҙ башында ғына яҙылмай, ә һүҙ уртаһында һәм аҙағында яҙыла: мәҫәлән, ер, егет,әммә бейеү, кейен, бейе, эйе.
К,ҡ п һаңғырау тартынҡылары һуҙынҡылар алдында г, ғ, б булып яҙыла:
Ҡалаҡ- ҡалағым, көрәк-көрәгем, туп- тубым.
IV.Нығытыу.
1.127,128,12, 130-сы күнегеүҙәрҙе үтәү.
2.Һүҙлек диктанты.
V Рефлексив баһалау.
VI.Өй эше.131-се күнегеү-күрмә изложениеға әҙерләнергә.
11-се дәрес
Тема: Өндәрҙең оҡшашыуы.
Маҡсаттар:
белем биреү- өндәрҙең оҡшашыуы тураһында белем биреү, телдең орфографик ҡағиҙәләре тураһындағы белемдәрҙе киңәйтеү ;
үҫтереүсе маҡсат-дөрөҫ һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен булдырыу;
тәрбиәүи маҡсат- тыуған ер, Ватанға һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазлау: компьютер, экран, дөрөҫ әйтелеш һәм дөрөҫ яҙылыш тураһында таблица
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре
Өндәрҙең оҡшашыуы тураһындағы ҡағиҙәләрҙе үҙләштереү, уларҙы һәйләү һәм яҙыу телмәрендә дөрөҫ ҡулланыу. Батырлыҡ, героизм тураһында тексты уҡыу, фекер уртаҡлашыу. Төркөмдәрҙә һәм парҙарҙа эшләү. Бер-береһенең эштәрен баһалау.
Дәрес барышы.
I.Психологик инеш
II. Белемде актуалләштереү
1 Өй эшен тикшереү. 2. Тартынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы буйынса тест.
Проблемалы һорау: Өндәр нисек оҡшашалар? Өндәрҙең оҡшашыуы нисек атала?
III .Яңы тема
1.Инеш күнегеүгә күҙәтеү
2.Ҡағиҙә сығарыу.
3.Һүҙҙәрҙә һуҙынҡылар йә ҡалын, йә нәҙек булалар: ил-илдәр, ҡала- ҡалалар.Һуҙынҡыларҙың оҡшашлығы сингармонизм тип атала.
Ғәрәп-фарсы, рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә был оҡшашлыҡ һаҡланмай:камиллаштырыу, ғаилә, мәғариф ,вариант, радио, фестиваль.
4.Ҡалын һуҙынҡылар булған һүҙҙәрҙә тартынҡылар ҡаты була, нәҙек һуҙынҡылар эргәһендә йомшаҡ тартынҡылар яҙыла.
5.Ҡалын һуҙынҡылы һүҙҙәрҙә ҡ, ғ тартынҡылары яҙыла,ә нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәрҙә к,г тартынҡылары килә: ҡарға, ҡарлуғас, күгәрсен,киләсәгем.
6. Тартынҡы өндәр менән тартынҡы өндәрҙең ярашыуы , йәғни ассимиляциякүренеше күҙәтелә. Ул тартынҡыларҙың яңғырау һәм һаңғыраулығына ҡарап йөрөй: урман-дар, ҡыҙ-ҙар, кил-де; уйынсыҡ-тар, туп-тар, балаҫ-ты, таш-ҡа.
IV.Нығытыу.
132-се күнегеү.:
а) йөкмәткеһе буйынса эш. Ватан, тыуған ергә һөйөү, уға тоғролоҡ сифаттары тәрбиәләүҙе дауам итеү.
б) текстан сингармонизм законына ярашлы һүҙҙәрҙе табыу, аңлатыу;
в) тартынҡыларҙың оҡшашлығына тап килгән һүҙҙәрҙе табыу;
г) рус теленән ингән һүҙҙәрҙең дөрәҫ яҙылышын һәм әйтелешен аңлатыу
133-сө , 134 се күнегеүҙәр эшләнә..
V.Рефлексив баһалау
VI. Өй эше . “Кем ул герой?” фекерләү иншаһы яҙырға.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

12-се дәрес
Тема: р,л,м н, ң,й, в (уы) өндәре.
Маҡсаттар:
белем биреү- өндәрҙең тартынҡыларға һәм һуҙынҡыларға бүленеүенә, тартынҡыларҙың яңғырау һәм һаңғырауға бүленеүенә бәйләп,р,л, м, н, ң, й, в (уы) талғын (сонор) өндәрҙең тәбиғәте тураһында белем биреү, телдең орфографик ҡағиҙәләре тураһындағы белемдәрҙе киңәйтеү;
үҫтереүсе маҡсат-дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен булдырыу;
тәрбиәүи маҡсат- тыуған ер, Ватанға һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазлау: компьютер, экран, дөрөҫ әйтелеш һәм дөрөҫ яҙылыш тураһында таблица
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре
Талғын өндәр, уларҙың үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен үҫтереү. Төркөмдәрҙә эшләү һәм ҡағиҙә сығарыу. Һүҙлек диктанты яҙыу. Бер-береһенең эштәрен тикшереү, анализлау. Ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләүҙе дауам итеү

Дәрес барышы.
I.Психологик инеш
II. Белемде актуалләштереү
1 Өй эшен тикшереү.
2.Өндәрҙең оҡшашлығына миҫалдар килтереү.
Проблемалы һорау:р,л,м,н, ң, й, в (уы) өндәре нисек атала? Улар нисек ишетелә һәм нисек яҙыла? Һүҙҙең ҡайһы урындарында килә?
III.Яңы тема.
1.Тартынҡыларҙың яңғырау һәм һаңғырауға бүленеүен ҡабатлау.
2.Талғын өндәр тураһында белем биреү: р,л,м,н, ң, й, в (уы) өндәренең тәбиғәте менән яңғырау тартынҡыларға, хатта һуҙынҡыларға яҡын тороуы тураһында белем биреү.
3. Талғын тартынҡыларҙың һүҙҙең төрлө урындарында ҡулланылыуы: һүҙ башында, уртаһында, аҙағында-рәис, рөхсәт, көрәк, тирәк, яр, ҡар,ҡыр, һыр; ләлә.,ләкин, белем, килеү,сәләм, тал,бел, кил; мейес, майҙан, таҫма, тамыр, һаман, байман, толом, ырым, ғилем; нағыш, нәфис, сана, сәйнүк, ҡайын, имән; саңғы, яңғырау, минең, миң, таң; йыйылыш, йыр, быйыл, бай, туй; ваҡыт, дауа, һыуыҡ, һыу, йәйләү.
4.(уы) өнө һүҙбашында в хәрефе менән, ә һүҙ уртаһында һәм аҙағында у, ү хәрефтәре менән бирелә: Вәкил, ваҡыт, быуын, дауыл. , кеүек, һайлау, һыу, тәү, геүләү, йәйләү
5.Ҡушма һүҙҙең икенсе һүҙе в өнө менән башланһа, әйтелештә уа булып ишетелә. Яҙыуҙа вхәрефе һаҡлана: башватҡыс- [башуатҡыс], боҙватҡыс [боҙуатҡыс].
6.Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә в өнө һүҙҙең төрлө урындарында килергә мөмкин һәм башҡорт телендә был һүҙҙәр үҙгәртелмәй ҡабул ителә: врач, виноград, алфавит
IV. Нығытыу
135 –се күнегеү
а) йөкмәткеһе өҫтөндә эш;
б) талғын өндәр булған һүҙҙәрҙе табыу,дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы өҫтөндә эш
136-сы күнегеү, һүҙлек диктанты.
V.Рефлексив баһалау
VI.Өй эше.137-се күнегеү
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

13-сө дәрес
Тема: Һүҙҙәргә фонетик анализ
Маҡсаттар:
белем биреү маҡсаты- фонетика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау аша һүҙҙәргә фонетик анализ яһау өлгөһө менән таныштырыу, өн менән хәрефтәр, һуҙынҡыһәм тартынҡы өндәр, уларҙың төрҙәренә характеристика биреү;
үҫтереүсе маҡсат-өндәрҙе дөрөҫ әйтеп, дөрөҫ һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү;
тәрбиәүи маҡсат- тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазлау: компьютер, экран, “Аманат” журналдары, “Йәншишмә “ гәзиттәре.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре
Фонетик анализ эшләү өлгөһө менән танышыу, өн һәм хәрефтәр, уларҙың билдәләре тураһындағы белемдәрҙе системалаштырыу. Дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен үҫтереү. Төркөмдәрҙә эшләү. Бер-береһенең эштәрен тикшереү, анализлау, тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙе дауам итеү.

Дәрес барышы
I.Психологик инеш.
II. Белемде актуалләштереү.
III.Яңы тема.
1.”Алмағас” тексын уҡыу.

Алмағас.
Ҙур төҙөлөш бара. Таш, ҡом тейәгән машиналар үтеп тора, тракторҙар ерҙе аҡтара. Баҡсаэсе оло юлға әйләнгән. Кемдеңдер мәрхәмәте менән шунда бер алмағас ултырып ҡалған. Барыһы ла уны урап үтә. Тирә-яҡтағы ерҙең ташҡа әйләнеүенә лә, болот-болот булып бөркөлө лә иғтибар итмәгәндәй, был ағас шау сәскәгә төрөнөп ултыра бирә.
Йорт та төҙөлөп бөттө, унда кешеләр йәшәй башланы. Барыһы ла был яңғыҙ алмағастың тороп ҡалыуына ғәжәпләнде. Тик берәү ҙә уның әсе яҙмышын уртаҡлашманы. Ағастың ботаҡтарына кер бауҙары бәйләгәнеләр, ауыр-ауыр келәмдәр элеп ҡайттылар, шуҡ малайҙар осона тиклем үрмәләне.Кемдер уның төбөндәге ҡара тупраҡты ҡаҙып алып китте.
Был йәберҙе күтәрә алманы ағас, әкренләп ҡороно, һәләк булды.
Уны йәшәтергә күп тә кәрәкмәй ине.
( З.Ураҡсин).
3. Йөкмәтке буйынса эш.
4. Ерҙе һүҙенә фонетик анализ
Фонетик анализ тәртибен биреү.
1. Һүҙҙең ниндәй һәм нисә өндән тороуын, уларҙың ниндәй хәрефтәр менән белдерелеүен әйтеү.
2. Һуҙынҡы өндәрҙең ниндәй төркөмгә инеүен аңлатыу.
3. Тартынҡы өндәрҙең ниндәй төркөмгә ҡарауын, уларҙың телмәр ағышында үҙгәреү осраҡтарын әйтеү.
4. Һүҙҙең дөрөҫ әйтелешен күрһәтеү.
5. Нисә хәреф, нисә өн икәнен күрһәтеү
Өлгө.
Ерҙе- ер-ҙе
Һүҙҙә 5өн
Е- [й]-тартынҡы, яңғырау, талғын, йомшаҡ
[э]-һуҙынҡы, нәҙек, баҫымһыҙ
р-[ р]-тартынҡы, яңғырау, йомшаҡ
ҙ- [ ҙ]-тартынҡы, яңғырау, йомшаҡ
е- [э]-һуҙынҡы, нәҙек, баҫымлы.
4 хәреф, 5өн.
IV.Нығытыу.
1. Текстағы аҫтына һуҙылған һүҙҙәргә фонетик анализ яһау.
V.Рефликсив баһалау.
VI.Өй эше.
Шиғырҙы ятларға, аҫтына һыҙылған һүҙҙәргә фонетик анализ яһарға.
Таш өҫтөнә таш түшәп,
Шишмә күҙен ҙурайттыҡ.
“Ҡояшлы шишмә” һүҙен
Башлап уға беҙ таптыҡ.
Хәҙер шишмә ситендә
Йырлап үҫә тал-тирәк;
Беҙҙе маҡтай: “Һеҙҙә.-ти.-
Яҡты күңел, пак йөрәк”.
(М.Ғәли.)
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

14-се дәрес
Тема: Т.ү. Контроль изложение. Ә. Бикчәнтәева.Ҡотҡарҙы.
Маҡсат: уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтереү. Орфоэпик һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланып, дөрөҫ яҙырға өйрәтеү.
Дәрес барышы
I.Дәрестең маҡсаты һәм бурыстарын аңлатыу.
II.Тексты дөрөҫ итеп уҡыу.
III.Һүҙлек эше: мәғәнәһе аңлашылмаған, ауыр орфограммалы һүҙҙәрҙе яҙыу.
IV.2-се ҡат уҡыу.
V.План төҙөү һәм план буйынса һөйләү
VI.3-сө ҡат уҡыу
VII.Изложениены яҙыу.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

15-се дәрес
Тема: Ижек һәм уның төрҙәре.
Маҡсаттар:
белем биреү- ижек тураһында белгәндәрҙе иҫкә төшөрөү, ижек төрҙәре тураһында, юлдан юлға күсеү ҡағиҙәләре тураһында белем биреү
үҫтереүсе маҡсат- ижек тураһындағы белемде яҙыуҙа ҡулланырға өйрәтеү
тәрбиәүи маҡсаты- ҡурай, уның башҡорт халҡы тормошондағы роле тураһындағы белемдәр нигеҙендә халыҡ тарихына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре
Инеш күнегеүгә күҙәтеү яһау аша ижек, уның төрҙәре, юлдан-юлға күсеү ҡағиҙәләрен үҙләштереү. Ижектәрҙең төрҙәре тураһында схема эшләү. Схемаларҙы сағыштырыу. Бер-береһенең эшен баһалау.
Дәрес барышы
I.Психологик инеш.
II.Белемде актуалләштереү.
1.Хаталар өҫтөндә эш.
Проблемалы һорау: нимә ул ижек, ниндәй ижектәр була?
III.Яңы тема
1.Инеш күнегеүгә күҙәтеү.
2.Ҡалын хәрефле һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү.
3. Ижек тураһында ҡағиҙә сығарыу.
4. Ижек төрҙәрен билдәләү һәм таблица төҙөү.

1-се төр 2-се төр 3-сө төр 4-се төр 5-се төр 6-сы төр
Һуҙ. тһ һт тһт һтт тһтт
У-рал Ҡу-рай Үҫ-һен Шат-лан илт Һыҙ-ҙырт

IV.Нығытыу.
1. 138-се күнегеү. Текстың йөкмәткеһе буйынса эш.
2. Ҡалын хәрефле һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү, төрҙәрен билдәләү.
3. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү.
4. 140-сы күнегеү.
V.Рефлексив баһалау
VI.Өй эше. 140-сы күнегеү аҙағындағы һүҙҙәр менә менән һөйләмдәр төҙөргә.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

16-сы дәрес
Тема: Баҫым.
Маҡсаттар:
белем биреү- баҫым тураһында белем биреү;
үҫтереүсе маҡсат- һүҙҙәргә дөрөҫ баҫым ҡуйыу ҡағиҙәһен аңлатыу, дөрөҫ баҫым ҡуйып һөйләү күнекмәһен булдырыу;
тәрбиәүи маҡсат- дуҫлыҡ, ауыр ваҡыттарҙа бер-береңә ярҙам итеү, яҡшылыҡ, изгелек эшләү тураһында тәрбиәне дауам итеү.
Йыһазлау: Баҫымдың урының, баҫымлы һүҙҙәрҙе күрһәткән таблица.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре
Башҡорт телендә баҫым төшөнсәһе һәм уның рус теленән айырмаһын билдәләү. Бер-береһенеңдөрөҫ һәм тасуири уҡыуҙарын тыңлау һәм баһалау.Дуҫлыҡ, ярҙамсыллыҡ кеүек матур сифаттар хаҡында әңгәмә.

Дәрес барышы
IПсихологик инеш.
II.Белемде актуалләштереү
1.Өй эшен тикшереү. 2. Ижек тураһындағы белемдәрҙе ҡабатлау. 3. Ижади диктант (ижектәргә бүлеп яҙырға): умырзая,гөлйемеш,тегәнәк,йыуа, алма,еләк, плащ, пальто, костюм, күлдәк, алъяпҡыс, яулыҡ.
Проблемалы һорау: һүҙҙәге баҫым тураһында нимә беләһегеҙ? Рус телендәге баҫымға тап киләме?
III. Яңы тема.
1. Инеш күнегеүҙе уҡыу. 2.Йөкмәткеһе өҫтөндә эш.3.Ҡайһы һүҙҙәргә баҫым төшкәнен билдәләү. 4.Баҫымдың телмәрҙәге. һүҙҙәге ролен асыҡлау.
2. . Башҡорт телендә һүҙҙәге баҫымдың урынын билдәләү(һүҙҙең аҙағында): тал, талдар, талдарҙы, талдарҙыҡын, талдарҙыҡына.
3.Һүҙ мәғәнәһен көсәйтеүсе һүҙҙәрҙә баҫым уларға төшә: бик матур, иң ҡыҙығы, ифрат шәп
4.Ҡайһы бер һүҙҙәрҙә баҫым беренсе ижеккә төшә:
а) рәүештәрҙә: ҡапыл, байтаҡ, тотош, һаман;
б) һорау алмаштарында: кемдең, нимәнең, ҡайҙа, нисә
в) теркәүестәрҙә: бәлки, ләкин, сөнки, хатта, гүйә
г) һорау киҫәксәһе булған һүҙҙәрҙә баҫым ошо киҫәксә алдындағы ижеккә төшә: бармы? яҙҙыңмы? төҙөнөңмө?
5. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙә баҫым үҙгәрешһеҙ ҡала: портфель, линейка, циркуль, альбом.
6. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙә баҫым һүҙҙәрҙең мәғәнәһен айыра:
Алма- исем, алма- ҡылым, бөтә- алмаш, бөтә- ҡылым
5. Логик баҫым тураһында аңлатыу.
IV.Нығытыу.
141-се күнегеү (телдән). 142-се күнегеү-яҙма.
143-сө күнегеү аша уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.
V.Рефлексив баһалау
VI.Өй эше. 143-сө күнегеү һорауҙарына үҙ яуабыңды яҙырға һәм дәлилләргә.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

17-се дәрес
Тема: .”Фонетика” бүлеген ҡабатлау
Маҡсаттар:
белем биреү маҡсаты- өн һәм хәреф, дөрөҫ өйтелеш, дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләре ҡабатлау, системалаштырыу;
үҫтереүсе маҡсат- дәрөҫ һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү;
тәрбиәүи маҡсат- һуғыш йылдарындағы балалар яҙмышыаша түҙемлек, ныҡлыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләү.
Йыһазлау: компьютер, экран, тесттар
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре
“Фонетика” буйынса алынған белемдәрҙе ҡабатлау. Өн һәм хәрефтәр буйынса төркөмдәрҙә тест, таблицалар эшләү. Дөрөҫ һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен нығытыу, бер-береһенең эштәрен баһалау.
Бәйләнешле телмәр үҫтереү, план төҙөү, план буйынса һөйләү

Дәрес барышы
I.Психологик инеш
II. Белемде актуалләштереү.
1. Өй эшен тикшереү.
2.“Фонетика” буйынса бирелгән һорауҙарға яуаптар биреү, уларҙы миҫалдар менән нығытыу.
3. “Фонетика” бүлеге буйынса бирелгән тест өҫтөндә эш.
III. Нығытыу.
Б Экранда бирелгән тексты уҡыу. Йөкмәткеһе буйынса әңгәмә. Өҙөктөң ниндәй әҫәрҙән икәнлеген асыҡлау, әҫәрҙе уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Атай икмәге
Быйыл яҙ иртә килде. Һуңғы ике көн эсендә тау һыртындағы ҡарҙариреп бөттө. Урамдан шаулап гөрләүектәр аҡты. Тик өйҙәрҙең һалам ҡыйыҡтары ғына ҡарҙан әрселгәс, меҫкен ҡиәфәткә инде. Ҡайһы ере балсыҡ, ә ҡайһы ере һыйыр тиҙәге менән һыланған, яртылаш ергә һеңгән был өйҙәр халыҡтың күргән нужаһы тураһында әллә ҡайҙан ҡысҡырып һөйләп торалар һымаҡ.
Шулай ҙа яҙ – яҙ инде. Ауылда ғәҙәттә булмаған йәнлелек һиҙелә. Миҙхәт менән Мотаһар ҙа өйҙә ятып түҙә алманы. Әсәләренең тыйып китеүенә ҡарамаҫтан, тупһаға сығып ултырҙылар. Ә бер аҙҙан ҡыйыулыҡ итеп епшек ҡарға аяҡ баҫтылар. Ҡыш буйы өйҙә ятып ялҡҡан тәндәрен яҙыр өсөн талды ат итеп ялан аяҡ әле бер яҡҡа, әле теге яҡҡа саптылар.
(Ф. Аҡбулатова.)
1. Дөрөҫ әйтелеш нормаларын һаҡлап уҡыу, бер нисә һөйләмдең дөрөҫ әйтелешен яҙып күрһәтеү. [Быйыл йаҙ иртәгилде]
2. Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙбәйләнештәрҙең дөрөҫ әйтелешен аңлатыу.
3. Ике өндө белдергән хәрефле һүҙҙәрҙе табыу һәм аңлатыу.
4.Бер нисә һүҙгә фонетик анализ.
5. Таблицаны тултырыу. Уҡыусыларға таблицаны ҡатмарландырырға тәҡдим телә.
Һуҙынҡылар
Тартынҡылар
IV.Рефлексив баһалау
V.Өй эше. Контроль диктантҡа әҙерләнергә.
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»