Методическая копилка

Ответить
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

ТОРМОШТО “ШАЙТАН ҠУЛАСАҺЫ” ТИМӘ...

Кагирова Гүзәл Ғариф ҡыҙы,
Өфө ҡалаһы 112-се урта мәктәбе

Тормош – тамаша. Ә кем һуң уның
режиссеры? (Р.Шәкүр)
Дәрес барышы:
1.Ойоштороу моменты.
- Һаумыһығыҙ!
Бөгөн дәрестә беҙ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Н.Мусин ижадын өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Һәм уның “Шайтан ҡуласаһы” повесының өҙөгө менән танышабыҙ.
Дәресте мин авторҙың һүҙҙәренән башлайым. Өҙөктөң аҙағына мөрәжәғәт итәбеҙ (193-сө бит, 5 абзац). (слайд 1)
“Төпкөлдәге ошо Ҡырташ ауылына килеп, ғәжәп ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта ҡабатланмаҫ яҙмышлы, иҫ киткес саф намыҫлы кеше менән танышыуыма, ысынлап та, шат инем мин. Хушлашҡан саҡта Мохтасарға :”Тормошто шайтан ҡуласаһы тимә, был ҡуласа һинең ҡулда, һинең кеүек ирҙәр уны теләгән яҡҡа әйләндерә.”-тип әйтергә уйлағайным да, өндәшмәнем.”
Ошо өҙөктән сығып дәрестең темаһын билдәләйбеҙ: Тормошто “шайтан ҡуласаһы” тимә... Тормош шайтан ҡуласаһына әйләнмәһен өсөн уны нимә менән тулыландырырға кәрәк? Нисек тормош ҡуласаһынан төшөп ҡалмаҫҡа? Ошо һорауҙарға яуап эҙләү беҙҙең маҡсатыбыҙ.
Әлбиттә, был повестан өҙөк кенә. Тулы әҫәр ҡатмарлы, күп планлы, төрлө проблемалар күтәрелә. Мәҫәлән: тәбиғәтте һаҡлау, һунарсылыҡ проблемалары, кеше әхлағы, рухи проблемалар. Беҙ бөгөн ошо өҙөктән сығып бер проблеманы ҡарап үтәбеҙ. Ул- тормош мәғәнәһе булған рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр.
Повестың исеменә иғтибар итәйек. “Шайтан ҡуласаһы”. Нимә ул шайтан? Нимә ул ҡуласа? (слайд 2)
-Был һүҙ һеҙҙә ниндәй ассоциациялар тыуҙыра? (Ҡурҡыныс, хәүеф, түңәрәк, ҡара, тамуҡ һ.б.)
-Әҫәрҙең исеме күңелгә ниндәйҙер хәүеф бирә, уйланырға мәжбүр итә. Әҫәрҙә был һүҙбәйләнеш донъя төшөнсәһенә ҡарата ҡулланыла.
Тимәк, автор был өҙөктә тормош тураһында уйлана. Тормош.
Нимә аңлата ул? Һүҙлектәргә мөрәжәғәт итәбеҙ.
(төркөмләп эш. 1 төркөм башҡорт, 2 төркөм рус һүҙлектәре менән эшләй.)
Һүҙ һүҙлектә: 1.Донъяла йәки билдәле бер ерҙә йәшәү дәүере, ғүмер. Тормош юлы.2.Тереклек итеп, көн кисереү рәүеше, көнкүреш. Бәхетле тормош. 3.Ғаилә рәүешендәге көнкүреш. Тормош ҡороу. 4. Төрлө хәл, күренештән торған булмыш, донъя. Ижтимағи тормош. 5.Тереклек. (Башҡорт теленең һүҙлеге. 1993. 371-се бит).(слайд 3)
Һәр кемдең үҙ тормошо. Һәр кемдең шул тормошо нимә менәндер тулы. Ноғман Мусин был повеста бер ғаиләлә тыуып үҫкән ике ир-ат тормошон һүрәтләй. Бөгөн дәрестә беҙтормош һүҙ-концепты менән эшләйбеҙ.
Нимә ул концепт? Концепт- телде һәм мәҙәниәтте берләштереүсе лингвоменталь берәмек. Һүҙҙең бөтә булған мәғәнәһе. (слайд 4)
Ә беҙ тормош тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Әммә повестың исемендә ҡуласа тигән һүҙҙә бар. Тормош ҡуласаһы бармы? Әлбиттә, тормош-ҡуласа, әйләндереп бер баҫа, тигән әйтем дә бар халыҡта. Әйҙәгеҙ, ошо тормош ҡуласаһын төшөрөп ҡарайыҡ.

Был тормош ҡуласаһы уйлап ҡына сығарылған түгел, халыҡтың аҡылынан, мәҡәл-әйтемдәренән килеп сыҡҡан ул. (1төркөм фразеологизмдар, 2 төркөм мәҡәлдәр менән эшләй)
Мәҫәлән: тормош иптәше, тормош юлы, тормош йөгө, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыу,тормошҡа ашырыу-фразеологизмдар. Мәҡәлдәр:тормошто белеү-ғилем, үҙеңде белеү-һөнәр; тормош өйрәтә, өйрәтмәһә, көйрәтә; тормош бер алдын, бер артын күрһәтә Һ.б. (рус телендә лә миҫалдар килтереп, башҡорт теле менән сағыштырыу отошло)(слайд 5)
Тормоштоң нимә икәнен асыҡланыҡ. Бына ошо тормошобоҙ шайтан ҡуласаһына әйләнмәһен өсөн нимә эшләргә кәрәк? Текстҡа мөрәжәғәт итәбеҙ.
-Хәл-ваҡиғалар ҡайҙа бара?
-Өҙөктәге төп геройҙар?( Мохтасар менән Рәсүл).
-Улар ҡайҙа йәшәйҙәр?(Төпкөл райондағы бер ауылда).
Н.Мусиндың башҡа әҫәрҙәрендәге геройҙары ла ябай халыҡ. Уларҙың тормошон тәбиғәтһеҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Яҙыусы үҙе әйтмешләй, тәбиғәт менән кеше араһында гармония булырға тейеш, шул осраҡта ғына кеше кеше булып ҡала. Тимәк, беҙ тормош ҡуласаһына тағы ла бер һүҙҙе индерәбеҙ. Ул- тәбиғәт. Шуны ла өҫтәп әйтергә мөмкин, хатта ике герой араһындағы конфликттар ҙа урманда, тәбиғәттә барлыҡҡа килә.
- Ике геройҙы нимә берләштерә? (Бер ғаиләнән, бер ата-әсәй, бер үк тәрбиә, бер үк белем алыу, хатта урманда ла улар бергә)
Тимәк, уларҙың тормош ҡуласаларын ғаилә берләштереп тора.
-Ҡасан ул айырыла? Ҡасан улар һайлау мөмкинлеге алдында ҡалалар?
(Енәйәт алдында. Рәсүл – енәйәтен таный һәм төрмәгә ултыра йәки ағаһын һата һәм иректә ҡала. Мохтасар – енйәтте үҙ өҫтөнә ала һәм төрмәгә ултыра йәки дөрөҫөн әйтә һәм иректә ҡала.) (слайд 6)
- Кем нимә һайлай? (Рәсүл ошо ерҙә беренсе тапҡыр ағаһы аша атлап үтә.)
- Ошо хәлдән сығып улар характерына ниндәй һыҙаттар хас? (Характер һыҙаттары яҙылған ҡағыҙҙан табырға).
Бына тап ошо мәлдә уларҙың тормош ҡуласалары айырым-айырым, икеһе ике яҡҡа тәгәрәп китте тип әйтә алабыҙмы? (Әлбиттә)
- Һәр ҡулса ниндәй үҙгәрештәр кисерә? Бының өсөн ике төркөмгә бүленәйек.
1)1 т.- Әсә образы. (Тәүҙә нисек һүрәтләнә 183-сө бит, 2 абзац. Һуңғараҡ нисек һүрәтләнә 185 –се бит, һуңғы абзац.)
2 т.- Тыуған йорт, ишек алды.( 184-се бит, 1 абзац, 185-се бит, һуңғы абзац).(слайд 7)
Был үҙгәрештәрҙе кем индерә? Мохтасар. Тимәк, уның ҡуласаһында беҙ ғаиләне ҡалдырабыҙ. Ә Рәсүл? Ул инде күптән әсәһен күргәне лә юҡ, ҡул һелтәгән, тимәк, уның ҡуласаһынан беҙ ғаиләне һыҙып ташлайбыҙ. Рәсүл икенсе тапҡыр ғаиләһе аша атлап үтә.
Ошо күренештән сығып уларға характеристика бирәбеҙ.
2) Мин бер шиғыр уҡып ишеттерергә теләйем:
...Үткәндәрҙе ҡайта-ҡайта уйлап,
Был йөрәк бит күпме өтөлгән,
Һинең юлдарыңа бөгөн мине
Һағыныуҙарым юртып килтергән. (Ф.Мырҙабаева) (слайд 8)
-Кем был һүҙҙәр менән Миңзәләгә мөрәжәғәт итер ине? (Мохтасар. Иҫбат итегеҙ.( 183-сө бит, хат тураһында.) Ә Рәсүл нимә эшләй? Тимәк, Мохтасарҙың тормош ҡуласаһынан мөхәббәт юғалмай, ә Рәсүл уны тағы ла аша атлап үтә.
3) Әйләнә-тирәләге кешеләр менән мөнәсәбәттәре. Кемдәрҙе автор атап үтә? Председатель, бригадир, Шәйәхмәтов, яҙыусы. Уларҙың Мохтасарға мөнәсәбәттәре ниндәй? Текстан табабыҙ, иҫбатлайбыҙ. (182-се бит, 184-се бит, һуңғы абзац, 185-се бит, 6 абзац,193-сө бит). Ә Рәсүл тураһында улар бер-ике генә һүҙ менән әйтеп китәләр. Шулай итеп, был осраҡта ла беҙ Мохтасар ҡуласаһына кешеләр араһындағы яҡшы мөнәсәбәтте әйтә алабыҙ, ә Рәсүлдән тағы ла һыҙып ташлайбыҙ.
-Рәсүлдең эше бармы? Эше булмағас, шәхси үҫеше бармы? Тимәк, тормош ҡуласаһынан улары ла төшөп ҡала.
-Беҙҙең рухи байлыҡ тигән бер өлөшөбөҙҡалды. Рухлы кеше ниндәй булырға тейеш? (Мохтасарҙың характер һыҙаттарына кире әйләнеп ҡайтабыҙ.) Ә Рәсүл рухлы кешеме?
Шулай итеп, беҙ ике тормош ҡуласаһын сағыштырып ҡараныҡ. Ни өсөн Рәсүлдең тормош ҡуласаһы килеп сыҡманы? Эйе, ул үҙе ғәйепле, үҙе барыһын да һыҙып ырғыта, тормош ҡуласаһынан төшөп ҡала. Сөнки тормош ҡуласаһы ҡылған яуызлыҡтарың, аламалыҡтарың өсөн ҡасан булһа ла яуап бирергә мәжбүр итә.Ә тормош ҡуласаһында тик көслө кешеләр генә тороп ҡала ала. (слайд 9)
Тормош концептына күҙ һалһаҡ, тормошоң шайтан ҡуласаһына әйләнмәһен өсөн Мохтасарға хас һыҙаттар булырға тейеш. Тап шул осраҡта ғына кеше-кеше булып ҡала. Ә Мохтасар кеүек кешеләр ысынлап та бар. Уның протатибы Бөрйән районы Һарғая ауылында йәшәүсе Ғәлимйән исемле һунарсы.
Баһалау.
Өйгә эш. Бәләкәй инша. “Тормош – тамаша. Ә кем һуң уның режиссеры?” (Р.Шәкүр)
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

«ИЖАД ЕМЕШТӘРЕН БҮЛӘК ИТӘМ… »
Кәбирова Әсбирә Мәғәрүф ҡыҙы
Ҡариҙел районы Байҡыбаш урта мәктәбе


Маҡсаттар:
1. Туған ер, тәбиғәт проблемалары буйынса фекер алышыу.
2. Тыуған илгә, туған телгә, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү.
3. Ноғман Мусиндың тормош юлы һәм ижады тураһында белешмә биреп, уның туған телде ихлас яратыуын, илдең киләсәген ҡайғыртыуын төшөндөрөп, арҙаҡлы шәхескә ҡарата йылы хистәр, ғорурланыу тойғоһо уятыу.
4. Башҡортса үҙ фекереңде аңлайышлы, дөрөҫ итеп әйтеп бирә белеүҙе үҫтереү.
Йыһазлау:Ноғман Мусиндың портреты(1931), стенд – 85, плакаттар, гәзит – журнал киҫентеләре, фотоһүрәттәр, мультимедиа проекторы, компьютер, экран, реквизиттар: өҫтәл, алға ҡуйылған яҙыуҙар.
Дәрес барышы
I. Уҡытыусы:
- Бөгөн дәресебеҙ “Түңәрәк өҫтәл” рәүешендә уҙасаҡ. Мин һеҙгә бер нисә һөйләм уҡып ишеттерәм. Был әҫәрҙәрҙең бөтәһендә лә ниндәй бер тема бар?
- “Йыртҡыстан ҡотҡарғайныҡ, кешенән ҡотҡара алманыҡ. Әҙәмдәрҙең дә йыртҡыстан да яманыраҡтары була”
- “Ни хәтле генә аҡыллы тимә, йыртҡыстан изгелек көтөп буламы ни?”
- “Күп йәшәгән был ҡорт, - ти Әбделнәғим бабай, - кәрәҙҙәр шуға ҡатып бөткән” - “Кешенең дә, кейектең дә – һәр нәмәнең уғата матуры була.”
Уҡыусылар: Тәбиғәт темаһы.
Уҡытыусы: Дәрестәетди һәм актуаль тема – тел яҙмышы, ил яҙмышы, тәбиғәт проблемалары күтәреләсәк. Ошо проблемаларҙы алдан һиҙемләй белеүсе оло шәхестәребеҙҙе әйтегеҙ.
Уҡыусылар яуабы.
Уҡытыусы: Дәрес Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Сөләймән улы Мусинға 85 йәш тулыу айҡанлы үткәрелә. Уҡыусылар “Ҡариҙел хәбәрҙәре” хәбәрсеһе, “Хазина” гәзите журналисы, “Алып барыусы”, “Тел һәм әҙәбиәт белгесе”, “Тәбиғәт яратыусы”, “Байҡыбаш ауыл Советы белгесе” булып ҡатнашасаҡтар.
II. Төп өлөш.
Алып барыусы:“Тел – халыҡтың рухы ул, телдә уның тәбиғәте, күңеле һәм тормош – көнкүреше сағыла”, - тигән рус академигы П.Вяземский. Тел белгесе: Михаил Пришвин да: “ Балыҡҡа – һыу, ҡошҡа – һауа, йәнлектәргә – урман, ялан, ҡырҙар, ә кешегә Ватан кәрәк. Тәбиғәтте һаҡлау, тимәк, Ватанды һаҡлау”, тигән. Ошо һүҙҙәр башҡорт прозаһының талантлы яҙыусыһы булып танылған, хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле прозаигы, Башҡортостандың атҡаҙанған культура работнигы, 1991 йылдан Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, 2001 йылдан Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға тап килә (1 слайд. Н.Мусин портреты)
(“Ҡариҙел хәбәрҙәре” гәзите хәбәрсеһе һүҙгә ҡушыла. Проектор аша Н.Мусин тураһында слайд күрһәтелә):
Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Башҡортостандың Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуа. 1944 йылда үҙҙәренең ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Маҡар ауылына һигеҙенсе класҡа уҡырға инә. Унынсы класты тамамлағас, үҙе уҡып сыҡҡан мәктәпкә уҡытыусы итеп ҡалдырыла. Ауылда ике йыл уҡытҡас, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. «Хазина» гәзите журналисы: Н. Мусиндың тәүге ижади аҙымдары ла ошо институтта башлана. Институтты тамамлағас, уға оҙаҡ эшләргә тура килмәй, Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләп йөрөгән еренән 1951 йылдың аҙағында хәрби хеҙмәткә алына. Уның тәүге шиғырҙары хеҙмәттә сағында республика гәзиттәрендә һәм “ӘҙәбиБашҡортостан” журналында баҫылып сыға.
Тел белгесе: Шул йылдарҙа ул проза жанрында ла көсөн һынап ҡарай, һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. Уларҙың“ Минең дуҫ” тигәне 1954 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында, ҡалғандары “СоветБашҡортостаны”, “Ленинсы” гәзиттәрендә, 1956 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылып сығалар. 1953 йылда, һалдаттан ҡайтыу менән, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби сотрудник, унан үҙ ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ә 1958 йыл Өфөгә килеп, “Ағиҙел” журналында бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан “СоветБашҡортостаны” гәзитендә әҙәби сотрудник булып эшләй. 1963 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Н. Мусин Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, артабан йәнә “Ағиҙел” журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә редактор булып эшләй.
Байҡыбаш ауыл Советы белгесе: Мин үҙем Ноғман Сөләймән улы менән бер йылда тыуғанмын. Уның әҫәрҙәренең геройҙары — беҙҙең замандаштарыбыҙ. “Әҙәби Башҡортостан” журналында тәүге күләмле әҫәре — “Зөһрә” повесы баҫылды. Был 1956 йыл ине. Унан бер-бер артлы “Ғорурлыҡ”, “Күксә урманында”, “Ер биҙәге”, “Ауылым юлы”, “Кеше йылмая”, “Сәскәләр керпеген аса” тигән повестары баҫылып сыҡты. Ә 1968 йылда колхоз тормошона арналған “Өҙәрем юл кешеләре”исемле романын колхозсылар менән бергә йыйылып кистәрен уҡыныҡ.
Тел белгесе: Әҙип Һуңғы йылдарҙа яҙылған “Һайлап алғаняҙмыш”, “Зәңгәртауҙа аҡ болан”, “Яҙғы ташҡындар алдынан” (“Яралы кеше тауышы”), “Мәңгелек урман”, “Таң менән сыҡ юлдарға”, “Һуңғы солоҡ”, “Шунда ята батыр һөйәге” романдары һәмҡыҙыҡлы повестары менән беҙгә яҡын.
Тәбиғәт яратыусы: Ысынлап та, Ноғман Мусиндың һәр әҫәрендә тәбиғәттең, йәнлектәрҙең матурлығы һүрәтләнә. Автор әйтеүенсә, беҙ улар менән һоҡланып ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙы һаҡларға ла, ҡәҙерләргә лә тейешбеҙ. Тимәк, Ноғман Мусин – тәбиғәтте яратыусы, уны һаҡларға өндәүсе изгелекле кеше.
Гәзит хәбәрсеһе:
- Нисә китабы донъя күрҙе икән?
Тел белгесе:
- Үҙе иҫән булғас, осрашҡанда һорарбыҙ. Мин белгәне – 27 (Күргәҙмәләге китаптар күрһәтелә).
Ауыл Советы белгесе: Беҙгә аҙыҡты ла, кейемде лә дарыуҙы ла, ғөмүмән йәшәү өсөн бөтә нәмәне тәбиғәт бирә. Шулай булғас, урманды һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, бер генә ағасты ла, йәнлекте лә зәғифләмәгеҙ. Тәбиғәтте, йылға-күлдәрҙе, урмандарҙы киләсәк быуын өсөн һаҡлағыҙ.
III. Йомғаҡлау.
Уҡытыусы: Эйе, балалар, Ноғман ағай ошо турала видеороликтан беҙгә үҙе өндәшә (Видеоролик ҡабыҙыу 15.01.15 “Ауаз” тапшырыуы). Ул “Ижад емештәрен бүләк итәм…”, - тине.
Алып барыусы:
- Балалар, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Н.Мусиндың китаптарын уҡығыҙ, илен, телен, ерен һөйгән кешеләр булып үҫегеҙ! Үҙегеҙҙең теләгегеҙҙе ошо плакатҡа яҙып ҡалдырығыҙ. (Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен яҙалар)
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

НОҒМАН МУСИНДЫҢ “ҺАЙЛАП АЛҒАН ЯҘМЫШ” РОМАНЫНДА ЗИЛЬДА-ЗАҺИҘӘ ЯҘМЫШЫ
Ишмәтова Миңзилә Мәснәүи ҡыҙы,
Благовар районы Языково урта мәктәбе

9 класта кластан тыш уҡыу дәресе
Маҡсат: уҡыусыларҙы Ноғман Мусин ҡыҫҡаса ижады менән таныштырыу. “Һайлап алған яҙмыш”әҫәренең үҙенсәлегенә иғтибар итеү, милли үҙаң, яҙмыш тураһында әңгәмә ҡороу.
Йыһаз: Н.Мусин портреты, уның китаптарынан күргәҙмә, компьютер, проектор, презентация.
Таҡтала:
“Ноғман Мусин – замана яҙыусыһы. Әҫәрҙәрендә кеше бәҫе, дәрәжәһе алға ҡуйыла, әҙәп ҡанундарының тормошсанлығы һәм матурлығы данлана”. Роберт Байымов
Дәрес барышы.
1. Ойоштороу.
- Уҡыусылар, иғтибар менән таҡтала яҙылған һүҙҙәрҙе уҡып сығығыҙ ҙа, беҙ бөгөн дәрестә нимә менән шөғөлләнәсәкбеҙ икән, шуны әйтеп ҡарағыҙ әле. (уҡыусылар дәрестең маҡсатын билдәләй)
2. Төп өлөш.
Уҡытыусы һүҙе.
Әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый торғайнылар. Бер ваҡиға хәтерҙә ҡалған: бала саҡта ауылыбыҙҙың китапханаһында бер генә экземплярҙа “Һайлап алған яҙмыш” тигән китабы була торғайны. Беҙ уны сиратлап уҡыныҡ. Ошо аҙнала – был өй, киләһе аҙнала теге өй уҡый, тип һәр береһенә ваҡыт бүлә ине китапханасы. Китаптың ҡайһы өйҙә икәнен белеүе еңел ине: унда төнө буйы тиерлек ут һүнмәне. Бына шулай яҙыусының әҫәре кешеләр йөрәгендә усаҡ тоҡандырып, күңелдәренә яҡтылыҡ бөркөп сыҡты. Ноғман Сөләймән улы Мусин – башҡорт әҙәбиәтендә иң емешле эшләгән әҙиптәрҙең береһе. Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Һайланма әҫәрҙәр”енең X томы донъя күреүе лә – быға асыҡ дәлил.
- Бөгөн беҙ һеҙҙең менән хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең күренекле прозаиктарының береһе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР – ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тәбиғәт йырсыһы Ноғман Мусиндың ижады тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
- Кем һуң ул Ноғман Мусин? “Кешенең күңелен аңлар өсөн уның тыуған яғына бар”, - тигән һүҙ бар. Әйҙәгеҙ әле, яҙыусының тормош баҫҡыстарын барлайыҡ. (бер-ике уҡыусы Н.Мусиндың тормош юлы менән таныштыра).
- Шишмәнең башы ниндәй, ағышы шундай, тиҙәр. Ноғман Мусин – тиҫтәләгән повесть һәм романдар авторы. (Яҙыусының китаптар күргәҙмәһе менән таныштырыу).
3. Әҫәрҙең эстәлеге буйынса әңгәмә.
- Әҫәр ни өсөн “Һайлап алған яҙмыш” тип атала?
- Әҫәрҙең төп геройҙарын һанап сығығыҙ.
- Был әҫәр һеҙҙең күңелегеҙҙә ниндәй тойғолар уятты?
- Зильда-Заһиҙә образы һеҙгә ҡайһы яғы менән оҡшаны?
- Нимә ул яҙмыш?
- “Һәр кемдең яҙмышы алдан маңлайына яҙылған була”, “Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа”. Тормошта йыш ишетергә тура килгән был һүҙҙәрҙең ҡайһыһы менән килешәһегеҙ?
- Зильда-Заһиҙәгә был һүҙҙәрҙең ҡайһыһы тура килә?
- Бөгөн дә, мөхәбәтен эҙләп, сит ил егетәренә кейәүгә сығып китеүсе ҡыҙҙыр тураһында ишетергә була. Һеҙҙеңсә, улар менән Зильда-Заһиҙә араһында ниндәй оҡшашлыҡ йә айырма бар?
- Әҫәрҙә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙың нигеҙендә ысынбарлыҡ ята. Геройҙарҙың прототиптары бармы? Кемдәр икән?
4. Н.Мусиндың хәтерләүҙәрен уҡып ишеттереү.
Әҫәрҙең прототиптары Ҡол¬ғонанан ун ике саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡоҙаш ти¬гән бәләкәй генә утарҙа йәшәй ине: Сәйфетдин ба¬бай (Карам) – үҙе һунарсы, үҙе урмансы, өлкән ҡатыны – Фатима инәй (унан ике улы, өс ҡыҙы бар), ке¬се¬һе – Зәйнәп инәй (әлеге Зильда-Заһиҙә, унан ҡыҙы – Фәр¬хиә апай (1924 йылғы, әле лә иҫән, Ишембайҙа тора), өс улы бар ине). Миңә, буласаҡ яҙыусыға, улар¬ҙың тормошо менән яҡындан танышырға Хоҙай үҙе ҡушҡандыр, күрәһең. Унынсыны тамамлағас, тыу¬ған ауылымда мәктәптә эшләп йөрөгән саҡ. Бер мәл¬де мине Ҡоҙашҡа уҡытыусы итеп ебәрмәксе булдылар. Ҡаршы килмәнем. Үҙем фатирға төшкән апай¬ҙың күршеһендә генә әлеге ғаилә йәшәй. Уларҙың ма¬лайҙары менән дуҫлаштым. Сәйфетдин бабайҙың ҡа¬ра-ҡаршы торған ике өйө бар ине: бер яғында Фатима инәй йәшәһә, икенсеһендә – Зәйнәп инәй. Фатималар яғында икмәк һалырлыҡ итеп сығарылған мейес бар. Зәйнәптәрҙә усаҡлыҡ ҡына. Кисен, күберәген шунда йыйылып ултырабыҙ. Йәтеш бит – усаҡ яндырып ебәрәләр, яҡты булып китә. Мин тегеләрҙең тормошона ҡағылышлы нәмәләрҙе белешәм. Һис тартынмай ихлас һөйләй торғайнылар. Сәйфетдин ба¬бай¬ҙың Зәйнәп инәй менән нисегерәк танышып ҡауышыуҙары, башҡаһы хаҡында ла ҡабат-ҡабат һораш¬ты¬рам. Хәйер, ул тарихты тотош һөйләп бөтөү мөмкин түгел. Ҡайһы бер күңелгә үтеп инерлек урындарын ғына телгә алып уҙам:
Зәйнәп әбейҙең ҡыҙ ваҡытындағы исеме – Фран¬цис¬ко. Әммә ауылда уны улай тип атаусы юҡ ине. Ба¬бай ҙа тегеңә, һин был исемеңде онот, бисәкәй, Зәй¬нәп тип әйттем бит инде, тип иҫкәртеп кенә торҙо. Зәй¬нәп инәй йыш ҡына зарын һөйләп илап та ала тор¬ғайны. “Килгәс тә – яратманылар. Урамға сыға ал¬маным, йәй булһа – таш, ҡыш булһа ҡар бәрәләр. Һыу¬ға барһам, биҙрәмә тиҙәк килтереп һалып китәләр. Сәйфетдин Фатимаһы менән көн дә тиерлек күр¬ше-тирәгә ашҡа-фәләнгә йөрөй. Мин бер үҙем илап ул¬тырып ҡалам. Ситләтәләр, ҡунаҡҡа саҡырыусы юҡ”, – ти ине меҫкенкәй. Бер мәлде, Сәйфетдин ба¬бай Әүжәндә саҡта, түҙмәйенсә, ауылдан ҡасып киткән был. Ире ҡайтыуға Зәйнәп юҡ икән. Эҙләмәгән ере ҡалмаған ҡарттың: һигеҙ саҡрымдағы Яңы Һәйет ауы¬лы¬на, Өстамаҡҡа барған, Иҫке Һәйет менән Ҡол¬ғо¬на¬ны ла бер-нисә тапҡыр урап килгән. Һуңынан, был ҡай-тыу яғына ыңғайламанымы икән тигән уй ме¬нән, аты¬на ултырып, Стәрлетамаҡ яғына сапҡан. Юл бу¬йындағы ауылдарға инеп һорашҡан. Әммә Зәй¬нәп¬те бер кем дә күрмәгән. Иртәгеһенә Стәрле йылғаһына ет¬кән был. Ул заманда унда күпер юҡ ине. Паром менән сы-ғып йөрөнөләр. Шунда ике көн элек ниндәй¬ҙер ҡа¬тынды күреүҙәре, уның русса һөйләшә белмәүе ха¬ҡында хәбәр иткәндәр. Зәйнәп булырға те¬йеш, тип уй¬лай Сәйфетдин ҡарт һәм уның юл буйлап Өфөгә ки¬теүен фаразлап, Стәрлетамаҡҡа һуғылып та тор¬ма¬йынса, ары елдерә. Толбазыға етергә 20 саҡ¬рым самаһы ҡалғас, юл эргәһенән берәүҙең саҡ-саҡ ҡы¬быр-лап атлап китеп барыуын күреп, шулдыр тип уй¬лап, атын нығыраҡ ҡыуа, тәңгәленә етһә, ысынлап та үҙе, ти. Атынан һикереп төшә Сәйфетдин ҡарт. Тегеһе уны күрә лә, һуштан яҙып йығылып уҡ китә. Ба¬ба¬йы¬быҙ йүгереп барып, Зәйнәп инәйҙең аяҡтарын үбер¬гә тотона. Ойоҡтары тетелгән, табандары йәрәхәтләнеп, ҡанһырап бөткән ти. “Бына шунда беренсе тап¬ҡыр бисәләр өсөн иланым. Шул тиклем булды ин¬де, шул тиклем булды – хатта ер сигенә күтәреп алып китергә риза инем үҙен” тип, күҙҙәренә йәш эркелдереп һөйләгәне хәтерҙә Сәйфетдин бабайҙың. Шунан бороп алып ҡайтҡан Зәйнәбен. Хәтәр шәп ҡарт ине ул…
5. Тикшереү эше үткәреү:
1. Исемдәрҙең хәбәрлек категорияһын белдергән һүҙҙе билдәләгеҙ:
а) уҡыусым;
б) уҡыусылар;
г) уҡыусымын;
в) уҡыусыларҙың.

2. “Ҡояш тиҙҙән тауға терәлә” (Ғ.Хисамов) һөйләмендәге тиҙҙән һүҙе һөйләмдә нимә ролен башҡара?
а) эйә;
б) тултырыусы;
в) хәл;
г) аныҡлаусы.

3. “Пахом тирләй һәм арый башланы <…> ҡояшҡа ҡараһа, тап төш ваҡыты” (Л. Толстой) һөйләмендә йәйәләр урынына ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
а) нөктәле өтөр;
б) өтөр;
в) ике нөктә;
г) һыҙыҡ.

4. Бирелгән һөйләмдәр араһында ҡушма һөйләмде билдәләгеҙ.
а) Ҡушҡас, эшләнем инде.
б) Уйлағас, әйтермен.
в) Быймаһын кейҙе, башына бүреген ҡапланы.
г) Атлай биргәс, туҡтап, тирә-яғына күҙ һалды.

5. “Ғәйеп үҙемдә булғас, шым булдым да ҡуйҙым” (Ш. Насыров). Эйәрсән һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
а) рәүеш һөйләм;
б) сәбәп һөйләм;
в) ваҡыт һөйләм;
г) маҡсат һөйләм.

6. «Урал батыр» эпосының төп идеяһын билдәләгеҙ.
а) боронғо ҡараштарҙы данлау;
б) тәбиғәт стихияһы алдындағы көсһөҙлөктө таныу;
в) тәбиғәт мәңгелеген, ғәҙелекте данлау;
г) туфан осорон поэтиклаштырыу.

7. «Берәүгә һин – нан, / берәүгә һин – нам, / берәүгә һин – дан, /
Берәүгә һин - ҡан» был юлдарҙың авторы кем?
а) Рәшит Ниғмәти;
б) Рафаэль Сафин;
в) Ҡәҙим Аралбай;
г) Рәми Ғарипов.

8. Батыршаның батшаға яҙған хатын ҡайһы ғалим өйрәнеүен билдәләгеҙ.
а) Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев;
б) Ғиниәт Ҡунафин;
в) Ғайса Хөсәйенов;
г) Мирас Иҙелбаев.

9. Ике сәсәндең ярышы нимә тип атала?
а) һүҙ көрәштереү;
б) әйтеш;
в) майҙан тотоу;
г) ундай ярыш булмай.

10. Башҡортостандың ете мөғжизәһе генә яҙылған юлды билдәләгеҙ:
а) Башҡорт балы, Ҡурай, “Урал батыр” эпосы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, “Янғантау” шифаханаһы, Ирәндек тауы, Салауат Юлаев һәйкәле;
б) Башҡорт балы, Ҡурай, “Урал батыр” эпосы, Кандракүл, “Янғантау” шифаханаһы, Красноусол минераль сығанаҡтары, Салауат Юлаев һәйкәле;
в) Башҡорт балы, Ҡурай, “Урал батыр” эпосы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Торатау, Красноусол минераль сығанаҡтары, Салауат Юлаев һәйкәле;
г) Башҡорт балы, Ҡурай, “Урал батыр” эпосы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, “Янғантау” шифаханаһы, Красноусол минераль сығанаҡтары, Салауат Юлаев һәйкәле;

текст
Өләсәйҙәр мәктәбе
Заман башҡа – заң башҡа, тип күп кенә етешһеҙлектәрҙе бөгөнгө йәшәйешебеҙгә япһарырға тырышһаҡ та, ғаилә ҡиммәттәре, быуындар бәйләнеше бала тәрбиәләүҙә бик ҙур роль уйнай.
Ни өсөн бына һин атай-әсәйең, өләсәйең йә иһә олатайыңды тыңларға тейешһең? Ярай, “тейеш” һүҙе оҡшамаһа, ошолай тип үҙгәртәйек: уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыу һинең өсөн, киләсәгең өсөн бик мөһим. Быны белгес булараҡ әйтәм, һүҙемде дәлилләп үтеү мотлаҡтыр.
Беренсенән, улар был донъяла һинең берҙән-бер иң ғәзиз кешеләрең. Икенсенән, уларҙың тәрбиәһе шулай: бер ҡасан да яманлыҡҡа өйрәтмәҫтәр. Быныһы менән дә килешәһеңдер? Бәлки, һиңә улар тормоштан артта ҡалған, наҙан кешеләр кеүек тә күренеп китәлер. Эйе, өләсәйең, ысынлап та, компьютерҙың ҡайһы еренә баҫып ҡабыҙырға ла белмәйҙер, олатайың кеҫә телефонының бер генә төймәһе менән эш итәлер. Айфон-гаджет-виджет-нетбук тигән нәмәләрҙе аныҡ ҡына итеп күҙ алдына ла килтерә алмайҙарҙыр. Шуға ҡарамаҫтан, күберәген аҡыл өйрәтеү менән маҙаңа тейәләрме?
Кәңәшем шул: бер генә минутҡа уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалсы. Өләсәйең, олатайыңдың нимә күргәндәрен, ниҙәр кисергәндәрен, бала саҡтары ҡайҙа үткәнен белеү – һинең бурысың шул.
Ә һинән өләсәй-олатайҙарыңа тик иғтибар, ихтирам ғына кәрәк. Иҫеңдә тот: һин уларҙың тормошоноң дауамы, донъяла нәҫелдәрен дауам итеүсе. Уларға һин бик ҡәҙерлеһең, сөнки, халыҡ әйтмешләй, баланың балаһы балдан татлы. (Ә.Исхаҡованан.)

1. Эпостары булған халыҡ – бөйөк халыҡ.
2. «Һәр халыҡтың тарихы – ул милли байлыҡ» (Ғ. Хөсәйенов)
3. Боронғо төрки әҙәбиәтендә ватансылыҡ идеяһы сағылышы.
4. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» - төрки халыҡтарының рухи хазинаһы.
5. “Йәшәү бәхете — өмөт, хеҙмәттә”. (З.Биишева ижады буйынса)

6. Йомғаҡлау.
- Әҫәрҙең иң ныҡ хәтерегҙҙә ҡалған урыны?
- Һеҙ үҙегеҙҙең киләсәк тормошоғыҙ тураһында уйланғанығыҙ бармы? Яҙмышығыҙҙы ниндәйерәк итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ?
Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.
- Башҡорт прозаһының күренекле вәкиле, эпик йөкмәткеле романдарҙың, үткер проблемалы повестарҙың, күп һанлы хикәйә һәм очерктарҙың авторы Ноғман Мусин әҫәрҙәрен, ғәҙәттә, халыҡсан ижад тип баһалайҙар. Тәбиғәткә, кешеләргә оло һөйөү, нескә миһырбанлыҡ менән һуғарылған ижад өлгөләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ноғман Мусин – үҙ темаһын ғына түгел, үҙ стилен, уға ғына хас һүрәтләү алымдарын тапҡан яҙыусы. Уның ижады заман үҙгәрештәренә лә бирешмәй, сөнки улар кешеләрҙе тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә күҙ ташларға мәжбүр итә.
7. Баһалау.
8. Өй эше.
“Яҙмышты һайлап алып буламы?” темаһына инша яҙып килергә.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

УҘАМАН УРМАНЫ

Ишкинина Фәүзиә Ғирфан ҡыҙы,
Республика политехник лицей-интернаты


Маҡсат:
- Н. Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһының идея-тематик йөкмәткеһе менән танышыу;
- Н. Мусин ижадына ҡыҙыҡһыныу, уның шәхесе менән ғорурланыу тойғоһо уятыу;
- дәрестә күтәрелгән проблемаларға ҡарата үҙ фекерҙәрен асыҡ сағылдырырға; әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы, проблемаларҙы тормош ысынбарлығы менән бәйләнештә күрә белергә өйрәтеү;
- Н. Мусин ижадында күтәрелгән мораль-этик проблемаларҙың актуаллеген билдәләү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләү, хеҙмәткә ыңғай мөнәсәбәт булдырыу; тел, халыҡ, ил,ер яҙмышы төшөнсәһенең һәр кемгә ғәзиз булыуын аңлатыу, уларҙы һаҡлау – изге бурыс икәнлекте төшөндөрөү; тел, ил, ер яҙмышына битараф булмаған яҡлаусы, һаҡлаусы ил улдары һәм ҡыҙҙары тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Н.Мусиндың портреты, китаптар күргәҙмәһе, уның хаҡында матбуғат материалдары, дәреслек, компьютер, мультимедиа проекторы, әҫәрҙәргә иллюстрациялар.
Плакат: “ Ноғман Мусин”

Эпиграф таҡтаға яҙылған:
…Ноғман Мусин урманында һауалар саф, һыуҙар тоноҡ, шырлыҡтар йырып сыҡҡыһыҙ. Ноғман Мусин урманында һин башҡорт иле хазиналарының һәммәһенән дә ауыҙ итә алаһың.
Р. Камал

Дәрестең девизы: Мин был ерҙе матурларға тыуҙым! (таҡтаға яҙыла)

Дәрес барышы.
Ойоштороу моменты.
Уҡытыусы.
Хәйерле көн, һаумыһығыҙ!
Күрешеүҙәр шулай башлана.
Һеҙҙе күреүемә, дуҫтар,
Күңелкәйем ихлас шатлана.

Мин – Күмертау ҡалаһы Республика политехник лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ишкинина Фәүзиә Ғирфан ҡыҙымын. Баязит Бикбай, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Кинйә Арҫланов, Тамара Ғәниева, Зөһрә Ҡотлогилдина, Айрат һәм Өлфәт Ҡобағошов һәм башҡа бик күп арҙаҡлы шәхестәр тыуып-үҫкән Көйөргәҙе яҡтарынан һеҙгә бик күп ҡайнар сәләмдәр алып килдем.
Психологик уңай булдырыу. Уҡытыусы тасуири уҡыған саҡта урман темаһына видеофильм күрһәтелә.
“Һай, урманым, урманым, күпте күргән урмандарым минең. Һинән башҡа – ерҙе, һинән айырып – һыуҙы, үҙем һулаған һауаны күҙ алдына килтереп буламы? Һин юҡ икән – ерҙең йәме-күрке юҡ, һин туплаған дым бөттөмө - йылғалар ҡорой, һин шифалы һыуыңды сәсмәнеңме – тыны ҡурылыуҙан ерҙә әҙәм заты ҡалмаҫ ине”.
Уҡытыусы. Уҡыусылар! Был юлдарҙың авторы – башҡорт урмандарының йырсыһы - Н.Мусин. Әҙипте ни өсөн шулай атауҙың айышына төшөнөр өсөн, уның әҫәрҙәрен мотлаҡ уҡып сығырға, Н.Мусиндың ижад урманына сәйәхәт ҡылырға кәрәк. Һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим ителгән күргәҙмәлә яҙыусының китаптарын, уның үҙе тураһында тәнҡит мәҡәләләрен күрәһегеҙ. Мин һеҙгә уларҙы китапханаларҙан табып уҡырға кәңәш итәм.
Әйткәндәй, Ноғман ағай китап уҡыу тураһындағы файҙалы фекерҙәре менән дә танышып киткәндә яҡшы булыр ине.
Слайдта күрһәтелә. Бер уҡыусыға уҡып ишеттерергә тәҡдим ителә.
…Китап менән дуҫлыҡ мәктәп йылдарынан килә. Б.Бикбай, С.Агиш, С.Кулибай, Ҡ.Даян, К.Мәргән, Ә.Вәли һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен биш бармағыбыҙ кеүек белә инек. Прозаиктарҙан айырыуса Сәғит Агиш әҫәрҙәрен яратам.
…Күрше Маҡарҙа урта мәктәп булһа ла, унда бер кем дә барып уҡыманы. Ауылдан беренсе булып унды бөткән кеше мин инем. Ҡулға ниндәй китап эләкте, шуны уҡыным. .. Ауыл советының бәләкәй генә китапханаһындағы бөтә китаптарҙы уҡып бөттөм. Китап яратыу – тәбиғи хәлдер, тип ҡарайым.
Уҡытыусы. Беҙҙең быуын балалары Н.Мусиндың әҫәрҙәрен уҡып, шулар нигеҙендә тәрбиәләнде, тиһәм дә хата булмаҫ. “Ағиҙел” журналында баҫылып сыҡҡан, һуңынан ауыл китапханаһында күренгән “Өҙәрем юл кешеләре”, “Һайлап алған яҙмыш”, “Мәңгелек урман” романдарын кем уҙарҙан уҡый торғайныҡ. Ул замандарҙа ла, хәҙер ҙә Ноғман ағайҙың китаптары магазин кәштәләрендә саң йотоп ятмай.
Уның прозаһы ҡайһы яғы менән күңелгә яҡын? Ни өсөн уҡыусыны уйландыра, тетрәндерә, хисләндерә? Дәрес аҙағында ошо һорауҙарға яуап биреп ҡарарбыҙ.


Инеш.

Уҡытыусы. Шулай итеп, беҙҙең дәресебеҙҙең маҡсаты – Н.Мусиндың “Мәңгелек урман” романы менән танышыу.
Белеүемсә, әҙиптең тормош һәм ижад юлы менән танышһығыҙ. Нисек үҙләштереүегеҙҙе билдәләр өсөн, белемдәрегеҙҙе тест ярҙамында тикшереп китәйек.

Тест ”Н.Мусиндың тормош юлы һәм ижады”

1. Н. Мусиндың тыуған яғы:
а) Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылы;
б) Ишембай районы Ҡолғона ауылы;
в) Шишмә районы Келәш ауылы.

2. Юғары белемде ҡайһы уҡыу йортонда ала?
а) Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институты;
б) Башҡорт дәүләт университеты;
в) Башҡорт дәүләт педагогия институты.

3. Яҙыусының икенсе һөнәре:
а) Иретеп йәбештереүсе;
б) Уҡытыусы;
в) Балта оҫтаһы.

4. Н.Мусин ҡайһы ауылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй?
а) Маҡар; б)Ҡолғона; в) Хажы.

5. Ноғман Мусин ниндәй редакцияның әҙәби хеҙмәткәре булып эшләй?
а) “Әҙәби Башҡортостан”журналында;
б) “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында;
в) “Совет Башҡортостаны” гәзитендә.

6. Әҙиптең тәүге әҫәрен билдәлә:
а) “Минең дуҫ” хикәйәһе;
б) “Зөһрә” повесы;
в) “Ғорурлыҡ” повесы.

7. Ниндәй әҫәрҙәре өсөн С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була?
а) “Зәңгәртауҙа аҡ болан” романы, “Ихлас күңелдән һөйләшеү” китабы;
б) “Мәңгелек урман”;
в) “Зөһрә”.

8. Ҡасан Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме бирелә?
а) 1991; б) 2001; в)2009.

9. “Ер биҙәге” әҫәренең жанрын билдәлә:
а) Повесть; б) Роман; в) Хикәйә.

10. Һолтанбай Ноғман Мусиндың ниндәй әҫәренең геройы?
а) “Мәңгелек урман”; б) “Зөһрә” ; в) “Йыртҡыс тиреһе”
Уҡытыусы. Эште тамамлағас, экрандағы дөрөҫ яуаптарҙы уҡыусылар үҙҙәренеке менән сағыштырып, баһа ҡуялар.

Биографик, тарихи, әҙәби-тарихи мәғлүмәт.
Яҙылыу тарихы (“Башҡортостан” гәзитенән мәғлүмәт уҡыла).
“Урман тураһындағы төрлө хәлдәрҙе бала саҡтан күңелемә һеңдерә, ишетә, күрә, белә йөрөнөм. Нөгөш буйында Лаптев тигән урман промышленнигы эшләгән. Аҙаҡ атайым да шунда барған, әсәйемде лә шунда осратып алып ҡайтҡан. Әүжәнгә, Ҡағыға Әрҙәнә ҡырҡырға йөрөгәндәр. Беҙҙең яҡ кешеләренең шатлыҡтары ла, ҡайғы-хәсрәттәре лә урман кәсебе менән бәйле. Аҙаҡ тарихи материалдар менән ҡыҙыҡһына башланым. Рычковтың “Тағы ла урман промышленнигы тураһында” тигән очерыгын уҡыным. Архив материалдарын ҡараным. Урман, ер кешеләре яҙмышын ҙур күләмле әҫәрҙә сағылдырғым килде. Һөҙөмтәлә, мең битлек әҫәр тыуҙы. Ул өс өлөштән тора ине. Проза секцияһында һәр бүлеген айырым китап итеп эшләүемде һоранылар. Шунан мин уны яңынан эшләнем”.
Әҫәрҙәге ваҡиғалар барған осор.
“Мәңгелек урман”дағы ваҡиғалар 1874 йылдан башлана. Беренсе өлөшө 1905 йыл менән бөтә. Икенсеһендә бөгөнгө көн һүрәтләнә.
Ноғман ағай “Мәңгелек урман”ды ҙур күләмле әҫәр яҙырға ышаныс тыуҙырған, дәрт биргән әҫәр булғаны өсөн иң яҡын, иң ҡәҙерлеһе тип иҫәпләй.
Һүҙлек эше.
Недоимка –түләү, налог
Дөрмәкләтеп – ай-вайына ҡуймай, көсләп ҡушыу
Хәрәпсе – аҫтыртын эш ҡылыусы.
Ҡартмәкәш – ҡарт кешенән әсе итеп көлөү, мыҫҡыл итеү
Сөңкәйһен (сөңкәйеү) – диалект һүҙе, тәрән йоҡоға сумыу мәғәнәһендә.

Әҫәрҙең йөкмәткеһенә, идея-художестволы үҙенсәлектәренә күҙәтеү.

10-сы бит, хикәйәт уҡыла. Бер уҡыусыға тәҡдим ителә.
…Әүәле замандарҙа бер хандарҙың ханы, яҡын-тирәләге бөтә халыҡтарҙы буйһондороп, ҡол итеп бөткәс, артабан үҙенең ҡөҙрәтен кемгә күрһәтергә белмәйенсә, йыйын йыйған да былай тип яр һалған: «Минең барлыҡ биләмәләремдәге башҡа төрлө ағастар ҡырҡылып бөтөп, тик һәр саҡ йәшел ҡарағайҙар менән шыршылар ғына ҡалырға тейеш. Мин йыл әйләнәһенә йәшел урман эсендә йәшәргә теләйем!» Хан ҡул аҫтындағы бөтә кешеләрҙе ҡушып, ҡарағай менән шыршынан башҡа ағастарҙы киҫтереп бөткән, ти. Иң ҙур ҡарағай урманының уртаһына алтын-көмөштән ғәжәйеп шәп һарай һалдырып йәшәй башлаған хан. Тәүге мәлдә уйым-уйым ултырған ҡарағай, шыршы урмандары, ысынлап та, харап матур тойолған. Ләкин йылдар үтеү менән кешеләр тормошона бер-бер артлы ҡытлыҡ килә: йәйә бөгөргә — артыш менән саған, уҡ юнырға — ҡайын, суҡмар, һөңгө һабы эшләргә — имән, ашарҙарына муйыл, балан, сәтләүек таба алмай яфа сигәләр икән. Бер-бер артлы йылғалар ҡорой, эсер һыу етмәй, һауа бысраныуҙан кешеләрҙең тыны тарлыға икән. Өҫтәүенә, һауала ылыҫ еҫе үтә күбәйеп киткәнлектән, яман еҫ ауырыуы таралып, тәүҙә мал-тыуар ҡырыла, шунан төбәге-төбәге менән кешеләр үлә башлай. Ул да булмай, ҡарағай, шыршы ағастары ҡорой, ылыҫтары һарғайып ҡойола. Әйтерһең, яңы ғына гөлтләп ултырған урмандарҙы утлы ел ялмап үткән. Хан үҙе лә сәсрәп ауырып китә, ти, бер заман. Тәғәм ризыҡ, йотом да һыу һеңдерә алмай икән был. Ул, аптырағас, муллаларҙың өшкөрөү-төкөрөүҙәренән һис кенә лә файҙа булмағас, ниндәй сир менән ауырығанлығын белеү өсөн, ил ағаһын — йөҙйәшәр аҡһаҡалды саҡыртып алған. «Эй, тәңре ханым, — тигән ил ағаһы, — бер төрлө генә йыныстан мәмләкәттең ғәме, бер иш кенә ағас үҫкән урмандың йәме юҡ. Ир ирҙән быуаҙый, тип халыҡ хаҡ әйткән. Йыныс йынысты байыта, бер төрлө ағас япрағы, уның тамырҙары икенсеһенә йәшәү һуты өрә, ханым. Әгәр биләмәләреңдәге урмандарҙы тергеҙергә бойорһаң, мин һине был сиреңдән ҡотҡарыр инем». Боғаҙына әжәл тырнағы йәбешкән хан түҙмәгән, баш вәзирен саҡыртып алып: «Барлыҡ халыҡты урман ултыртырға ҡуш», — тигән. Ил ағаһы ошонан аҙаҡ ханға үҙе йылдар буйы һаҡлап йөрөткән йүкә сәскәһен сайҡатып, балан ҡағы ҡушып, мәтрүшкә ҡатыш ҡарағат сәйе эсергән, ҡаҙаяҡ, аҫҡорһаҡ, андыҙ ҡушып бәйләнгән ҡайын миндеген парлап, шуны күкрәгенә ҡуйған да муйыл һәм балан сәскәһен еҫкәткән, һәм ханыбыҙ һин дә мин шәбәйгән дә киткән, ти. Ошонан аҙаҡ хан оло йыйын йыйған, халыҡҡа ер йәннәтенә бер ҡасан да ҡул күтәрмәҫкә әйтеп ҡалдырған икән, ти...

Уҡытыусы. Уҡыусылар, был хикәйәт менән автор ни әйтергә теләне икән?
- Әгәр ҙә һин тәбиғәткә ҡарата насар мөнәсәбәттә икәнһең, уның хатта бер генә биҙәгенең юҡҡ сығыуы ла кешелек донъяһын һәләкәткә килтереүе ихтимал. Ошонан сығып, хандың “ер йәннәтенә бер ҡасан да ҡул күтәрмәҫкә ”, тип әйткән васыяты урманды һаҡларға, уның киләсәге хаҡында уйланырға мәжбүр итә.

Әҙәбиәт теорияһы.
Уҡытыусы. Әҫәрҙең жанрына иғтибар итәйек. Роман жанры өсөн нимә хас? Һеҙ уның тағы ниндәй романдарын беләһегеҙ?
Н.Мусин романдарына хас үҙенсәлектәр:
“Зәңгәртауҙа – аҡ болан” – һуғыш осоронда урман эшселәренең ҡаһарман хеҙмәтен тасуирлаусы, әҙәбиәткә яңы образдар килтереүсе роман.
“Яҙғы ташҡындар алдынан” (“Яралы кеше тауышы”) – һуғыштан һуңғы йылдар тураһындағы “производство романы” түгел, тере характерҙар, тормошсан мөнәсәбәттәрҙе, осор психологияһын сағылдырған роман.
“Таң менән сыҡ юлдарға” – был әҫәр донъя күргәнгә тиклем трилогия жанры тик тарихи-революцион тема даирәһе тип иҫәпләнһә, совет осоро йылдарының үҙенсәлектәрен, яңы герой, яңы проблемаларҙы сағылдырған яңы әҫәр булып сыға. Иң төп үҙенсәлек – экология, тәбиғәттең социаль һәм рухи роле, кешеләрҙә әхлаҡи, зауыҡлы аң тәрбиәләү мәсьәләләрен яҙыусы барлыҡ әҫәрҙәрендә лә (романдарында, повестарында, хикәйәләрендә лә) һәр саҡ үҙәккә ҡуя килә.
“Мәңгелек урман” –
154- се бит. “…Ике көндән… - ләкин быны нисек эшләргә?” тигәнгә тиклем уҡып бәхәс ойоштороу.
- Урман ябай халыҡ өсөн нимә сығанағы булып тора? Ул халыҡҡа нисек хеҙмәт итә ала?
- Урман – ул табыш сығанағымы?
- Урман һәр ваҡыт мәңгелек булырға тейеш тигәнде нисек аңлатырһығыҙ?

Дәрестең киләһе этабына күсәбеҙ.
-“Урманға сыҡhаң иhә – йәндең рәхәте.Үҙ башынан күпме ел-дауылдар кисергән урман һағайып, шымып ҡалған. Һарғайған япраҡтарҙың ергә шыптырлап ҡойолоуы, ниндәйҙер кескәй йән эйәһенең кипкән үләндәрҙе ҡыштырҙатып үтеүе генә был тынлыҡты боҙа.
Көҙгө урман үҙенсә матур. Унда бер сығып киттеңме, һары шәл ябынған ҡайындарға, ирәйеп ултырған ҡарағайҙарға, алыҫтан уҡ ҡыҙарып күренгән миләштәргә һоҡланып ҡарай-ҡарай, аяҡ аҫтына түшәлгән япраҡ келәме буйынса кинәнеп йөрөйһө лә йөрөйһө килә.
Иғтибар менәнерәк ҡараһаң, ауыл тормошо менән урман араһында ниндәйҙер оҡшашлыҡ күҙгә ташлана: сағыштырмаса һиллек, йонсоу йыуашлыҡ, күңел арбағыс тынлыҡ артында тормош hулҡылдап аға бирә…" Ноғман Мусин.
Уҡытыусы. “Мәңгелек урман” әҫәренең төп фекере нимә тураһында?
-Урманды яратмаған кеше бармы икән? Урманда тыуып-үҫкән кешенең үҙ төбәгендәге һәр ағасты, һәр ҡыуаҡты яҡын күреүе тәбиғи хәл.
Башҡорт халҡы өсөн урман һәр дәүерҙә һулар һауа ла, туйыныр ризыҡ та, һыйыныр ышыҡ та, йырлар йыр ҙа, һөйләп тә, көйләп тә, данлап та бөтмәҫ бер моң хазинаһы ла, күңел йыуанысы ла булып тора. Урмандарҙы ниндәйҙер дәрәжәлә халыҡ символы тип тә әйтеп булыр ине.
Уҡытыусы. Әҫәрҙең тәүге китабы бер быуат элек булып уҙған ваҡиғаларҙы һүрәтләүҙән башлана. Автор әҫәрен ҡурай образы менән башлай. Уның сихри моңо аҫтында тәбиғәт менән кеше бер бөтөнгә әйләнгәндәй тойола, уларҙың берлеге төҫмөрләнә. Тәбиғәт һәм уның менән бергә кешенең дә мәңгелеге раҫлана. Тәбиғәт –тәү сығанаҡ, ә кеше – уның бер өлөшө.

Уҡытыусы. Әҫәрҙә ниндәй ҡатлам кешеләре һүрәтләнә?(төркөмдәрҙә эшләү)






- Таблицаға таянып, 1-се төркөм тәүге ҡатлам тураһында һөйләй, 2-се төркөмгә - артабанғы ҡатлам.

Уҡытыусы. Урманда төрлө ағас бар: ҡартайғандары, сирлеләре,кәкреләре… Кешеләр ҙә шулай төрлө, төрлө. Уларҙың күңелдәре лә урман кеүек бай, яҙмыштары ҡатмарлы, ти Ноғман Мусин. Ул кешенең киләсәк тураһында уйлауын, уның уй-хыялдарын мәңгелек ағастан әйттерә:”Бына нисек ҡатмарлы бит ул донъялар, әҙәм балаһы! Ниҙәр генә үтмәгән минең баштан, ниндәй хәлгә генә шаһит түгелмен! Быларҙы һөйләп, хәтерегеҙгә төшөрөү - миңә, шуларҙы онотмау һеҙгә фарыз. Киләсәгең тураһында уйлағанда үткәндәрҙе иҫеңдә тот, Кеше!”
Уҡыусыларҙың йомғаҡлауы.

Уҡытыусы. Яҙыусы Зөһрә Ҡотлогилдина “Әҙәбиәт тигән урманда тамырҙары тәрән киткән дәү ҡарағай булыу һәр кем өлөшөнә теймәй”, тип бик матур фекер әйткән. Ысынлап та, Ноғман Мусин башҡорт әҙәбиәтенә башҡорт урманының бар һутын-тәмен килтерҙе. Ул тарихта башҡорт урманы йырсыһы булып ҡаласаҡ, әҙәбиәтебеҙгә башҡорт урмандары хазинаһын бүләк итеүсе булып хөрмәт ителәсәк – һәр ваҡытта ла, һәр заманда ла, тип яҙған ине Н.Мусин тураһында Р. Камал. Был фекер менән бөтәбеҙ ҙә килешәлер тигән фекерҙә ҡалабыҙ.
Йомғаҡлау. Өйҙә инша яҙырға тәҡдим ителә.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ХАЛЫҠ ЯҘЫУСЫҺЫ НОҒМАН МУСИН – ТӘБИҒӘТ ЙЫРСЫҺЫ
(Ноғман Мусин менән осрашыу кисәһенең сценарийы)

Искәндәрова Әлфирә Әнүәр ҡыҙы,
Өфө ҡалаһы З.Биишева исемендәге
140- сы Башҡорт гимназияһы

Уҡыусыларҙы яҙыусының тормошо, ижады менән таныштырыу. Уның әҫәрҙәре аша тәбиғәткә һөйөү, тыуған ергә илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү. йырсыһы икәнен уҡыусыларға
Талғын ғына ҡурай моңо аҫтында Башҡортостандың мөһабәт имән, ҡарағай, зифа буйлы ҡайын, ҡара күҙле муйыл урмандарынан слайдтар күрһәтелә.
Ошо моң аҫтында талғын ғына ҡурай сәскәһе тирбәлә. Шул хозур тәбиғәткә һоҡланып Кеше тора. Ул ҡурайҙы күреп ҡала:
- Ҡурай!
- Әү!
- Ҡайҙа үҫтең?
- Урманда.
- Кем ҡырҡты?
- Кеше...
Кеше һаҡ ҡына ҡурайҙы алып, күңелендәге эске моң-һағышты тирә-яҡҡа ишетерлек итеп, ярһып уйнарға тотона. Был ярһыуҙы, моңдо ишетеп, залдың төрлө урындарынан уҡыусылар сәхнәгә күтәрелә һәм “Мәңгелек урман”дан өҙөк ятлатыла.
«Эй әҙәмем! Ергә хужа булған Кешем минең! Бына һин, әллә ни саҡлым уйҙарға сумып, төбөмдә баҫып тораһың. Ер яҙмышы – беҙҙең яҙмыш тураһында хәстәр күреп, шулай болоҡһоуың ҡайһылай шәп! Уйлан һин, ҡартлас Ер тормошон йәшәртеү өсөн ҡулыңдан килгәндең барыһын да эшлә. Ә һуң һинең ҡулыңдан ниҙәр генә килмәй, Кеше?! Ер-Әсәбеҙҡуйынындағы һәммә хазина, бөтә тереклек һинең рәхимеңә тапшырылған. Беҙ, ерҙең барлыҡ йән эйәләре, һиңә күҙ төбәгәнбеҙ. Һинең киләсәк быуындар ғүмерен хәстәрләп йәшәй башлауыңды күреп, тағы ла нығыраҡҡыуанам мин. Әҙәм балалары бына ошондай изге маҡсаттар, матур хыялдар менән генә йәшәһен өсөн, быуаттар буйы көрәште, йәнен фиҙа ҡылды бит һинең ата-бабаларың. Үҙеңә йән биргән Ер күркен, Ер хозурлығын һаҡлау өсөн көрәшкә сыҡҡанһың икән, ярты юлда туҡталып ҡалма, ниндәй генә кәртәләргә осраһаң да, гел алға ынтыл, Кешем! Анау алыҫ күкһел тауҙар – һин менәһе бейеклектәр улар, ә бейеклектәр алыҫтан ғына матур күренә. Шул алыҫ бейеклектәргә күтәрелергә ынтыл! Туҡталма, алға бар! Һинең көсөңә, ҡыйыулығыңа, аҡылыңа ышанам мин, Кешем».
Ҡурайсы башҡорт халыҡ йыры “Урал” дың һуңғы аккордын биреүгә, сәхнәгә алып барыусылар сыға.
1-се алып барыусы.
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә иҫтәлекле ваҡиға. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, тәбиғәт йырсыһы, башҡорт прозаигы, журналист, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы Ноғман Сөләймән улы Мусин менән осрашыу кисәһенә йыйылдыҡ.
2-се алып барыусы.
Ә хәҙер көслө алҡыштар менән оло шәхесебеҙҙе сәхнә түренә саҡырайыҡ. Ноғман Сөләймән улы сәхнәгә рәхим итегеҙ! Барығыҙға ла күтәренке кәйеф теләп, кисәбеҙҙе башлайбыҙ!
1-се алып барыусы.
Ноғман ағай Башҡортостандың матур, йәмле, бай тәбиғәтле төбәктәрҙең береһе –элеке Маҡар, хәҙерге Ишембай районы, Ҡолғона ауылында тыуған. Уның атаһыла, әсәһе лә уҡымышлы кешеләр булған. Атаһы иҫке төрки телендә лә, латинса ла, русса ла матур яҙған, Үтәк мәҙрәсәһендә белем алған, заманында старшинаға писарь итеп тә алғандар үҙен, шул уҡ ваҡыта ла балата оҫтаһы ла булған. Ә әсәһе “Ҡөрьән”де ят¬тан белгән.
Башҡорт халыҡы әйтмешләй “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр”тигәндәй, Ноғман ағай Мусинда уҡырға, белем алырға ынтыла.
Унынсы класты тамамлағас, үҙе уҡыған мәктәпкә уҡытыусы итеп ҡалдырыла. Ауылда ике йыл уҡытҡас, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. Яҙыусының тәүге ижади аҙымдары ла ошо институтта башлана.
1-се алып барыусы.
Ә хәҙер сәхнә түрен 1б класы уҡыусыһы Әминев Искәндәргә бирәбеҙ. Башҡорт халыҡ йыры “Сыбай ҡашҡа”.
2-се алып барыусы.
Үкенескә ҡаршы, Ноғман ағайға атай наҙын оҙаҡ татып йәшәргә яҙмай, шулай ҙа тормош ауырлығына ҡарамай тырышып белем ала. Тормошоноң һағышлы ла, ҡыуаныслы ла мәлдәре уның әҫәрҙәрендә сағыла. Ноғман Сөләймән улының әҫәрҙәре Ер-әсәнең һуты менән һуғарылған. Яҙыусы үҙе лә урман тураһында түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙа: “Урман – биҙәк. Тик бер-ике йылда кейеп туҙҙырып, яңыһын алмаштыра торған күлдәк түгел ул, изге ер биҙәге. Ә ер- мәңгелек. Шуға күрә уның биҙәген уңдырмау өсөн айырыуса һаҡ ҡыланырға кәрәк”. Ә бит ошо биҙәкте яланға, урманға барғанда онотоп ебәрәбеҙ, түгелме? Уйланаһы урындар бар, балалар.
2-се алып барыусы.
1951 йылда Ноғман Сөләймән улын хәрби хеҙмәткә алалар һәм тәүге шиғырҙарын ижад итә. Уның ул шиғырҙары республика газеталарында, “Әҙәби Башҡортостан”журналында баҫылып сыға. Шиғырҙар менән бер рәттән проза өлкәһендә лә үҙен һынап ҡарай. Һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. “Минең дуҫ” тигәне 1954 йылда “Әҙәби Башҡортостан”журналында баҫыла.
Армиянан ҡайтҡас, байтаҡ газета-журналдарҙа бүлек мөдире, яуаплы секретарь һәм Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә редактор булып эшләй.
Хәсәнова Лиана башҡарыуында “Башҡортостан” йыры яңғырай.
1-се алып барыусы.
Ноғман ағайҙың ижады тураһында ҡәләмдәштәре бик күп йылы һүҙҙәр әйткән. Шуларҙың бер-нисәһе менән таныштырып үтмәксебеҙ.
Телсе, ғалим, профессор Рафаэль Аҙнағолов “Йәйғор төҫтәре” китабында Ноғман ағай түбәндәге һүҙҙәр яҙылған.
Ноғман Мусин – тормошта оҫта эҙләнеүсе, тикшереүсе, зирәк аҡыл менән күҙәтеүсе, хәл-ваҡиғаларҙы үҙ фантазияһы менән үҫтереүсе. Бер ҡараһаң, ул-рәссам да, ғалим да, үҙ әҫәрҙәренең режиссеры ла. Икенсе ҡараһаң, беҙҙең Ноғман –үҙе ук ҡара урман. Урмансылыҡ ҡанундарын бары тик ул үҙе генә белә. Шуға ла уны урмансылыҡ белгесе тип атарға ла була. Бына ошондай киң йүнәлешле, киң ҡарашлы яҙыусы барыбер ҙә мәңгелектер. Һәр әҫәрҙең нигеҙендә яҡшылыҡ менән шаҡшылыҡ, изгелек менән яуызлыҡ, матурлыҡ менән яманлыҡ сифаттарына эйә булған образдарҙың аяуһыҙ көрәше ята. Ана шундай киҫкен көрәштә һәр саҡ ике яҡтың береһе еңеп сығыусан.
2-се алып барыусы.
Әҙәби тәнҡитсе, әҙәбиәт белгесе, яҙыусы Әнүр Вахитов түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙған: “Ноғман Мусин – хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә иң күренекле прозаиктарҙың береһе. Яҙыусы үҙ ижадында киләсәккә ынтыла кеүек. Тормоштоң тарихи барышы уны тәрән тулҡынландыра. Шуға ла уның ижадында башҡорт ауылының киләсәге, уның кешеләре хаҡында уйланыу рәүешендә яҙылған әҫәрҙәр ҙур урын тота.”
1-се алып барыусы.
Ысынлап шулай, билдәле шәхестәрҙең һүҙҙәре менән килешмәй булмай. Тарихи романдарыңда күтәрелгән проблемалар бөгөндә актуаль, уларҙы аңлап эш иткәндә генә халыҡ әйтмешләй: “Урман – ул ер планетаһының сәскәһе, ер биҙәге”- тигәнде киләсәк быуынға еткерә аласаҡбыҙ.
2-се алып барыусы.
Хөрмәтле Ноғман Сөләймән улы һүҙ һеҙгә. Рәхим итегеҙ!
1-се алып барыусы.
Бөгөнгө кисәне яҙыусы Робет Байымов ағайҙың һүҙҙәре менән тамамлайһы килә. Ноғман Мусин –замана яҙыусыһы, ижады тамырлы, төрлө жанрлы әҫәрҙәрендә кеше бәҫе, дәрәжәһе алға ҡуйыла, әҙәп ҡанундарының тормошсанлығы һәм матурлығы данлана.
Ошо матурлыҡты, балалар, онотмайыҡ, киләсәк быуынға еткерәйек. Юҡҡа ғына Ноғман ағай “Мәңгелек урман” романында “Бөгөнгөң –үҙ ҡулыңда, киләсәгең иһә –аҡылыңда...”
2-се алып барыусы.
Хөрмәтле балалар, ҡунаҡтар! Осрашыу кисәһе ошоноң менән тамам. Киләһе осрашҡанға тиклем, һау булығыҙ!
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

ТОРМОШ ТЕҘГЕНЕ – ИРҘӘР ҠУЛЫНДА

(Н. Мусиндың «Мин дә ата балаһы» исемле повесы буйынса дәрес өлгөһө.)

Зәбдинова Әлфиә Муса ҡыҙы,
Өфө ҡалаһы ҡала округының 18-се мәктәбе


Маҡсат: әҫәрҙең идея–тематик йөкмәткеһе менән танышыу; ир балаларҙы тәрбиәләгәндә атай-олатайҙың роле баһалап бөткөһөҙ икәнлеген аңлатыу; урмандың ҡәҙерен белергә, ундағы йәнлектәрҙең дә яманынан яҡшыһын айырырға өйрәтеү, уҡыусыларҙың үҙаллы фекерләүҙәрен, тасуири уҡыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү; әҫәрҙәге лирик герой үрнәгендә балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү, уларҙың характерҙары формалашыуына булышлыҡ итеү, ата-әсәгә, олатай-өләсәйгә хөрмәт, тәбиғәткә һөйөү хистәре тәрбиәләү .
Йыһазландырыу:
1. Н. Мусиндың портреты. 2. Уның әҫәрҙәренең күргәҙмәһе. 3. Проектор. 4. Ноғман Мусиндың «Һайланма әҫәрҙәр»енең VIII томы, Өфө, 2012 й.
Ойоштороу моменты.
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Быйылғы йыл нисек атала? (Кино йылы.) 2015 йыл нисек аталды? ( Әҙәбиәт йылы.) Ә 2017 йыл, Рәсәй Президенты В.В.Путиндың тәҡдиме менән Экология йылы тип аталасаҡ, йәғни Тәбиғәтте һаҡлау йылы. Башҡорт урманы йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусинға- 85 йәш. Уның бөтә әҫәрҙәрендә лә кеше характеры уның тәбиғәткә ҡарата мөнәсәбәтендә асыла. Йәгеҙ әле, яҙыусының әҫәрҙәрен әйтеп китегеҙ.
Уҡыусы:
-Башҡорт урманы йырсыһы Н.Мусиндың «Һайлап алған яҙмыш», «Зәңгәртауҙа аҡ болан», «Яҙғы ташҡындар алдынан», «Мәңгелек урман», «Таң менән сыҡ юлдарға», «Һуңғы солоҡ», «Шунда ята батырҙар һөйәге» романдары һәм «Ғүмерҙең бер мәле», «Зәңгәрһыу хикәйәттәре», «Мин дә ата балаһы» һ.б. бик күп әҫәрҙәре бар.
Төп өлөш.
Уҡытыусы:
«Мин дә ата балаһы» повесы нисек башланып китә?
( Бер уҡыусы әҫәрҙән өҙөк уҡый):
Шәп кеше ине минең олатайым!
Һиҙеп торам: был һүҙҙәремде уҡығас та, харап, ҡайһылай маҡтана, кемдең олатаһы насар икән, тип асыуығыҙ килеүе бар. Тик мин үҙ олатайымды бер ҙә һеҙҙең олатайығыҙҙан өҫтөн ҡуйырға уйламайым… Сөнки, беренсенән, беҙ бөтәбеҙ ҙә олатайҙарыбыҙҙы үлеп яратабыҙ; икенсенән, олатайымдың бүтәндәрҙән һис тә артыҡ ере юҡ: уртаса кәүҙәле, бөтә ғүмере урман эшендә йөрөп үткәс ни, тәненә лә, йөҙөнә лә йүнләп ит ҡунмаған, елкәһе лә тарамыш ҡына, эйәге осонда сал төшкән һирәк һаҡал да танауы аҫтында ҡырма мыйыҡ. Әммә бына ҡулдары бер ҡарауҙа уҡ хәтерҙә ҡала: ғәжәп ҙур һәм һәлмәк улар, игәүҙәй ҡужырмаҡ усы минең башымды тимер шәпкә кеүек ҡаплай ҙа ҡуя…
Уҡытыусы:
- Эйе, бына шул юлдар менән башланып китә әҫәр. Уҡыусылар, беҙ бөгөн дәрестә һеҙ уҡып килгән ошо повесть буйынса фекер алышырбыҙ. Лирик герой һәм уның олатаһының үҙ-ара мөнәсәбәтенә үҙ ҡарашығыҙҙы белдерерһегеҙ.
Иң башта әйтегеҙ әле: был повесты ниндәй өлөштәргә бүлер инегеҙ?
Уҡыусы:
1. Атайҙы танһыҡлау.
2. Беренсе тапҡыр атҡа барыу.
3. Атайҙан ҡалған ҡомартҡы – эш ҡоралдары.
4. Әрҙәнә әҙерләүгә барыу, йәки Лирик герой нисек балталы булды.
5. Сәс алыу – егет кешегә етмеш төрлө һөнәрҙең береһе.
6. Алатау урманына сәйәхәт. (Экранда проектор аша әҫәрҙең бүлектәре яҙыла бара).
Уҡытыусы:
- Әҫәрҙең ҡайһы өлөшө һеҙгә бик оҡшаны? Ни өсөн?
(Уҡыусылар үҙҙәренә оҡшаған бүлектәрҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һөйләп, үҙҙәренең шул өлөшкә мөнәсәбәтен дә белдерә баралар.) Мәҫәлән, бер уҡыусы һөйләй:
- Миңә ейәндең беренсе тапҡыр сәс алырға өйрәнеүе бүлеге бигерәк оҡшаны. Уға олатаһы бәке менән башын ҡырҙырырға һорай. Малай ҡурҡа-ҡурҡа ғына олатаһының сәсен ала башлай. Башта бәкеһе малайҙы тыңлашмай, өҫтән генә шыйғалай, йүнләп ҡырмай ҙа. Шулай ҙа байтаҡ урындан олатаһының баш тиреһен юнғылап, башын ҡанға туҙҙырып бөтһә лә, малай эштең осона сығып ҡуя. Ә 5-6 көндән олатаһы килеп, таҡыяһын сисеп, инде уңалған башын һыйпап, малайҙы әсәһенә маҡтап китә. Атаһынан ҡалған бәкеһен дә үткерләп бирә. Шул ваҡыттан һуң лирик герой ауылдағы малайҙарҙың да, ҡарттарҙың да сәстәрен ала һәм иң оҫта сәс алыусы булып китә. Олатаһы ейәнен шулай итеп етмеш төрлө һөнәрҙең береһе – сәс алырға өйрәтә. (Уҡыусылар үҙҙәренең яратҡан бүлектәрен һөйләйҙәр.)
Уҡытыусы:
- Яҙыусы Н.Мусин бик йор һүҙле яҙыусы, халыҡ ижадына таянып эш итә. Әҫәрҙә ниндәй ҡыҙыҡлы урындар, юморға миҫалдар килтерә алаһығыҙ?
Уҡыусы:
- Олатай кешенең сәс алдыра килгәнМөхәммәт исемле үтә йыбытҡы малайҙы ҡыҙыҡ иткәнлеге миңә бик оҡшаны. Сәсен алдырғанда ултырып сыҙамаған малайҙы ярты башындағы сәсен алған килеш ҡайтарған да ебәргән. Аҙаҡ ул малайға «Ярты баш» исемле ҡушамат тағылған да ҡуйған.
Икенсе уҡыусы:
- Ә миңә ошо бүлектәге һарыҡ йөнөн ҡырҡҡанда әйтелә торған һүҙҙәр - йола фольклоры элементтары бик яҡын. Мәҫәлән, олатаһы, сәс алғас: «Бүҙәнәнән йөн ал, төйлөгәндән ит ал, ҡара-ғуранан өркөп ҡас», - тип әйтеп, малайҙы арҡаһынан яратып сығарып ебәрә.
Уҡыусы:
- Алатау урманында вышка башында бер үҙе ҡалғас, малай үҙен вышка-кораблдең капитаны итеп тоя башлай. Уға икһеҙ-сикһеҙ урмандар тулҡынланып-алҡынып ятҡан йәшел океан кеүек күренә. Хыял диңгеҙенә сумып, ул үҙенең вышка башында торғанын онота һәм ысын кораблдең ысын капитанына әүерелә.
Уҡытыусы:
- Ни өсөн автор повесын ҙур ғорурлыҡ менән «Шәп кеше ине минең олатайым!» тигән һүҙҙәр менән башлай һәм бөтөрөп ҡуя?
Уҡыусы:
- Сөнки атаһынан тороп ҡалған малайға тормош әлифбаһын олатаһы өйрәтә. Иң кәрәкле ир-егеттәр һөнәрҙәренә лә ул олатаһынан өйрәнә. Балта тотоп, ағас ботау, утын ярыу, сәс алыу, атты тәрбиәләу һ.б. бик күп эштәрҙе лә олатаһынан күреп, өйрәнеп эшләй ул. Повестың аҙағынан беләбеҙ: лирик герой балта эштәрен атаһынан да оҫтараҡ башҡара, ә сәс алдырыуҙа ул, халыҡ фекеренсә, Муса олатаһынан да йомшағыраҡ ҡуллы булыуы менән дан ала.
Уҡыусы:
- Миңә, мәҫәлән, олатай кешенең ейәненә тәбиғәт серҙәрен асыуы би к оҡшаны. Икәүләшеп уларҙың таш ҡапсыҡтағы бурһыҡтарҙы урман бәрәңгеһе һәм әтлек тамыры менән һыйлауҙары иҫтә ҡалды. Бигерәк тә олатаһының: «Урманыбыҙ бик ҙур беҙҙең, көллө нәмә бар, уларҙы күрә-белә йөрөгән яҡшы. Әммә, улым, урмандың ҡәҙерен белергә, ундағы йәнлектәрҙең дә яманынан яҡшыһын айырып өйрәнергә кәрәк», - тигән кәңәше күңелемә хуш килде.
Уҡыусы:
- Олатайҙың ейәненә атаһынан ҡалған эш ҡорамалдарын йүнәтеп, үткерләп тапшырыуы тетрәндергес. Шуның менән бергә олатай үҙ һөнәрҙәрен улына, улынан ейәненә өйрәтеп, ҙур эш эшләй.
Уҡытыусы:
- Һеҙ, уҡыусылар, әҫәрҙең төп фекеренә яҡынланығыҙ. Быуындар бәйләнеше – әҫәрҙең төп фекере. Хәҙер шул турала халыҡ мәҡәлдәрен дөрөҫ итеп төҙөп, дәфтәргә яҙып ҡуйығыҙ. (Проектор аша экранда күренгән мәҡәлдәрҙең башына тап килгән икенсе өлөшөн дөрөҫ итеп яҙыу.)

Атанан күргән - ғәҙел эш.
Атайлы - етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.
Ҡулалмаш эш - арҡалы.
Егет кешегә - ир кешенең эше.
Йүгән тотоу - уҡ юнған.
Балта тота белеү - арҡа һөйәге ныҡ була.
Билен быуған ирҙең яурыны киң - ир кеше өсөн бик кәрәкле һөнәр.
Атайҙар һүҙе - аҡылдың үҙе.
(Уҡыусылар мәҡәлдәрҙе дөрөҫ итеп яҙғас, уҡып күрһәтәләр.)
Уҡытыусы:
- Уҡыусылар, был повесть һеҙҙә ниндәй фекер уятты? Ниндәй һабаҡ алдығыҙ?
Уҡыусыларҙың яуаптары:
1. Лирик геройҙың олатаһы, атай урынына ҡалып, уға тормош әлифбаһы бирә, йәғни йәшәргә өйрәтә. Төрлө ир-егеттәр һөнәрҙәрен дә олатай тәүҙә үҙе эшләп күрһәтә. Ҡыйынлыҡтар алдында ебеп төшмәҫкә, ҡатынҡы булырға ла малай унан өйрәнә. Бәхетенә күрә, уның олатаһы булған.
2. Ир балаларҙы тәрбиәләгәндә атайҙың йоғонтоһо ҙур роль уйнай. Ә олатай – ул оло атай, атайға ҡарағанда ике тапҡыр аҡыллыраҡ, тәжрибәлерәк кеше. Шулай булғас, әҫәр геройының яҡшы кеше булып үҫеп етеүе бер ниндәй ҙә бәхәс тыуҙырмай.
3. Н.Мусиндың был әҫәрен мин бар йәш ата-әсәләргә лә уҡырға тәҡдим итер инем, сөнки бала тәрбиәләү кеүек яуаплы эштә китап ҙур ярҙамсы булыр ине.
Уҡытыусы:
- Дөрөҫ, балалар, тормош тәжрибәһе олатайҙан улға, улдан ейәнгә бирелә. Быуындар бәйләнеше бер ҡасан да өҙөлөргә тейеш түгел. Тик эш һөйөп үҫкән бала ғына киләсәктә юғалып ҡалмай. Ысынлап та, әҫәрҙең геройы миҫалында быны күрергә була. Дөрөҫ, атай тәрбиәһе алған ир балалар ғына киләсәктә тормошта үҙ урындарын таба аласаҡтар, улар көсһөҙҙәрҙең яҡлаусыһы ла, һаҡлаусыһы ла булырҙар. Тормош теҙгене – ирҙәр ҡулында.
Дәрестә ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Барығыҙға ла «бишле” билдәһе.
Өйгә эш: әҫәрҙә осраған мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе әҫәрҙән һайлап яҙып килергә, үҙегеҙгә оҡшағандарын, тормошта ҡуллана торғандарын ятлап килегеҙ.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

Н. МУСИНДЫҢ “ ЙЫРТҠЫС ТИРЕҺЕ” ӘҪӘРЕ БУЙЫНСА
ТЕКСТ ӨҪТӨНДӘ ЭШ
Димова Руфина Рамил ҡыҙы,
Салауат районы Арҡауыл ауылының
Байыҡ Айҙар исемендәге урта
мәктәбе

Маҡсат. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау, уҡыусыларҙың әҫәр тураһында фекерен, образдарға мөнәсәбәттәрен белеү, әҙәп- әхлаҡ, намыҫсан рух тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. Н. Мусиндың портреты, әҫәрҙәренән күргәҙмә, әҫәрҙең йөкмәткеһе
буйынса эшләнгән һүрәттәр, компьютер.

I. Дәрес барышы.
Уҡытыусы һүҙе. (Урман һүрәтен күрһәтеү). Был һүрәт аша уҡыусыларҙың бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һүҙ барасағы тураһында аңлатыу.
Урман, тәбиғәт йәшәү сығанағы. Әҙәм балаһы тәбиғәткә бәйләнгән. Борон-борондан тәбиғәттә йәшәгән, шуның һауаһын һулаған. Тәбиғәт ашатҡан, кейендергән, һыйындырған. Шуның өсөн дә кешене тәбиғәт балаһы, тиҙәр. Уны һаҡларға, үҫтерергә, ҡәҙерен белергә тейеш. Тәбиғәттә тағы ла ағастан башҡа тере йән эйәләре, урман хужалары бар - айыуҙар. Улар тәбиғәткә беҙ хужа тип эре йөрөйҙәр. Әммә ҡайһы бер аңһыҙ кешеләр уларҙың тыныслығын боҙоп ҡуялар. Был күптәрҙе һәләкәткә килтерә. Ниңә инде һиңә теймәгән йән эйәһенең тыныслығын боҙорға.
- Бөгөн һүҙебеҙ нимә тураһында барасаҡ?
- Эйе, һүҙебеҙ урман хужаһы айыуға бәйле буласаҡ. Беҙҙең әҫәребеҙҙең исеме “Йыртҡыс тиреһе”.
- Йыртҡыс тигән һүҙҙе нисек аңлайһығыҙ? (балаларҙың яуабы)

2. Яңы тема үтер алдына автор тураһында уҡыусыларҙың белемдәрен тикшерәбеҙ.
а) Н. Мусин ижады буйынса викторина.
1) Н. Мусин ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?
(1931 йыл 17июль Ишембай районы Ҡолғона ауылы).
2) «Ҙур прозала тәбиғәтте һаҡлау проблемаһын тәү башлап күтәреүсе Н.Мусин булды”. Кемдең һүҙҙәре? (Вафа Әхмәҙиев һүҙҙәре )
3) Яҙыусыға ҡайһы әҫәре өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә? («Зәңгәртауҙа аҡ болан” романы һәм «Ысын күңелдән һөйләшеү” китабы өсөн)
4) Нисәнсе йылда уға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән юғары исем бирелә?(2001)
8) «Ошо ауылдашым булмаһа былтыр миңә, бәлки «Маҡтау грамотаһы» ла тәтемәҫ ине. Башҡа фәндәрҙән бирешеүен-бирешмәйем дә, тик математика бәкәлгә һуғыңҡырай», йыллыҡты «дүрт»кә тапшырып булһа», - тип шыртлабыраҡ йөрөй инем, ошо Рәхмәт арҡаһында «бишле» эләгеп ҡуйҙы”. («Тайғаҡ баҫма»)
II. 1. Әҙәби әҫәр повесть булғас, уны уҡыусылар өйҙә уҡып килергә тейештәр. Сөнки әҫәр оҙон, дәрестә уҡылып бөтмәй. Бөгөнгө балаларға был әҫәр тәрбиә бирә алырмы? Ниндәй яҡтан? Уҡыусылар йөкмәткеһен аңлағанмы, юҡмы икәнлеген белер өсөн иң тәүҙә йөкмәткеһен һөйләтеү.
Бының өсөн схема ҡулланабыҙ. Әҫәрҙә хәл-ваҡиғалар һүрәтләнә, әммә хикәйәләү бер кимәлдә генә бармай, ә ваҡиғаларҙың көсәйә, ҡуйыра барыу тәртибендә була. Уның схемаһын ошолай күрһәтәбеҙ. Был схема әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыуҙа ярҙам итә.









2. Әҫәрҙе анализлауҙың маҡсаты – уҡыусыларҙың әҫәре уҡыуҙан тәьҫир һәм тойғоларын тәрәнәйтеү, белемдәрен киңәйтеү, эстетик ҡараштарын, юғары әхлаҡи-этик сифаттарын үҫтереү, художестволы әҙәбиәткә, яҙыусы ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу. Әҫәрҙе тикшереү баланың ҡарашы формалашыуына, телмәре үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, уны рухи яҡтан сыныҡтыра, тормош тәжрибәһен байыта.
1.“Йыртҡыс тиреһе” повесында ғы образдарҙы һанап сығығыҙ.

II. Әҫәр буйынса эш. Уҡыусыларҙан һорауҙарға яуап алыу уларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтерә.
1. Секретарь менән Яуымбайҙың һөйләшкән ерен табып уҡып күрһәтегеҙ. Был алым уҡыусыларҙы эҙләнергә, кәрәкле материалды табырға ҡыҙыҡһындыра.
2. Яуымбайҙың тормошо, йәшәйеше ни рәүешле емерелә?
4. Ни өсөн Яуымбай тормошҡа ҡул һелтәргә мәжбүр була?
5. Беренсе секретарҙың ҡылығы һеҙҙә ниндәй тәҫьорат ҡалдырҙы?
6. Яуымбайҙың улы Һолтанбайға әйткән һүҙҙәрен әҫәрҙән табығыҙ.
«Кешелегеңде, намыҫыңды юғалтма, улым. Хәләл көс менән йәшә, донъяңда харам малдың остоғо ла булмаһын. Бүтән кешеләргә изгелекле, ярҙамсыл бул, әммә замана түрәләре ҡурайына бейемә, улар үҙ көйөн көйләп кенә, башҡаларҙы уйламай йәшәүсе бәндәләр». Был һүҙҙәрҙе һеҙ нисек аңлайһығыҙ?
7. Булашовтың ҡылығын һеҙ нисек баһаларһығыҙ?
8. Әҙәм балаһы үҙенә үҙе хужа була алмаҫтай ҡатмарлы замананың аяуһыҙ ҡамсыһы ҡыуалай уны был юлға. ”Бында ниндәй заман тураһында һүҙ бара? Кемде ҡыуалай һуң?
9. ”Хәс тә әүәлге кулак донъяһы. Шул тиклем ҙур һарай, келәт, бейек ҡоймалар ниңә кәрәк?” – Уға Яуымбайҙың төҙөк, бөтөн, таҙа өй тирәһе оҡшаманы. - Малың күпме? Ни өсөн прокурорға Яуымбайҙың донъяһы оҡшамай?
III. Группа менән эш итеү. Группа менән эш итеү уҡыусыларҙа бер-береһе менән теләктәшлек, иптәшлек тойғоһо көсәйә.
1- се төркөм. Һолтанбай образына характеристика бирә.
2- се төркөм. Булашов образына характеристика бирә.
3- сө төркөм Яуымбай образына характеристика бирә
IV.Һүҙлек эшен башҡарыу.
Бакуй-
тайыш аяҡ-
сөрөк-сарыҡ-
ҡалтағай-
шатун айыу-
ришүәт-
V.Әҫәрҙән һүрәтләү сараларын табығыҙ.
1. Һүрәтләү сараларын табыу уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттыра,телмәрҙә уларҙы аңлап ҡулланыу мөмкинлеге тыуҙыра.
2. Тапҡыр һүҙҙәрҙе тикшереү.

VI.Төп геройҙарҙы парлап яҙырға әҫәрҙең исемен атарға.
Ҡасим -…… (Гөлсөм «Кеше йылмая»)
Шәүрә -….. (Мөбөрөк «Төпкөлдөн төшкән килен»)
Карам - …..(Заһиҙә «Һайлап алған яҙмыш»)
Төлкөсура -……( Сажиҙә «Мәңгелек урман»)
Минзәлә - ……. (Мохтасар «Шайтан ҡуласаһы»)
6) Нисәнсе йылда һәм ниндәй исемле тәүге романы донъя күрә? (1968 «Өҙәрем юл кешеләре»)

VII. Кроссворд сисергә. Кроссвордты дөрөҫ сисһәгеҙ әҫәрҙең исеме килеп сығыр. Был уҡыусыларҙың әҫәр буйынса белемдәрен тикшереү, нығытыу, шулай уҡ эҙләнергә мәжбүр итеү.
1. Һағынбайҙы бесәнлектә бимазалаған йыртҡыс хайуан.
2. Һағынбайҙың атаһы.
3. Милицияға биргән айыу тиреһе бүләкме, әллә….
4. Бәләтауҙың иң бейек түбәһе.
5. Һунарсының саңғыһы.
6. Айыу менән алышҡанда тәненең ҡайһы өлөшө яралана.
7. Айыуҙы ҡурҡытыр өсөн нимәне быҫҡытып яндыралар?
8. Ниндәй пуля менән патроны яһалған?
9. Һолтанбайҙың кесе улының исеме.
10. Ҙур һүҙенең синонимы.
11. Һолтанбайҙың атаһы һуғыштан һуң нимә менән шөғөллөнеп ҡайтана донъяһын тергеҙә?
12. Төп герой.
13. Булашов айыу тиреһен ҡайҙа алып бара?
VIII. Әҫәрҙең проблемаларын таҡтала схема рәүешендә сығып күрһәтеү.
Схема буйынса фекер алышыу.



IX. Йомғаҡлау.
1. Һеҙҙе ҡыҙыҡһындарған әҫәрен автор ни өсөн яҙған? Уның менән ниндәй яңылыҡтар аса?
2.Рухи яҡтан замандаштарын байыта аламы?
3.Әҫәрҙе уҡып сыҡҡас һеҙҙең күңелдәрегеҙҙә тыуған иң тәүге уйҙар, хистәр.
X. Өйгә эш.
1-се төркөм. Инша “Тәбиғәт минең дуҫым”.
2-се төркөм. Текст буйынса һорауҙар төҙөргә.
3-сө төркөм. Айыу тураһында белешмә килтерергә.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

“НОҒМАН МУСИНДЫҢ “ШАЙТАН ҠУЛАСАҺЫ” ПОВЕСЫН ӨЙРӘНЕҮ”
Ғиләжетдинова Фәнүзә Әмерйән ҡыҙы,
Бишбүләк районы Ҡаныҡай урта мәктәбе

Маҡсат:
• Н.Мусиндың “Шайтан ҡуласаһы” тигән повесының йөкмәткеһе, идея – тематикаһы, образдар системаһы, сюжеты менән таныштырыу.
• Аналитик фекерләү һәләтен үҫтереү.
• Повесть геройҙары миҫалында мораль – этик тәрбиә биреү.
Йыһазландырыу: Ноғман Мусиндың портреты, китаптарынан күргәҙмә, интерактив таҡтала автор һәм уның повесы тураһында мультимедиа презентацияһы.
Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле. Шиғриәт минуттары. Рәми Ғарипов шиғырын хор менән ятлап дәресте асабыҙ.
(Һәр дәрескә төрлө шиғырҙар алына)
Туған тел
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — шул ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә кәм түгел —
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел!
Халҡым теле миңә — хаҡлыҡ теле, —
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә — сәсән теле, —
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

1) Дәрестең темаһы, маҡсаты менән танышыу. (Уҡыусылырҙан әйттереү, (слайд №2)
2) Һүҙлек эше (һүҙҙәрҙе әйтеү, мәғәнәләрен аңлатыу, ( Слайд №3):
Ярҙамсыл Яуаплылыҡ
Рух Күңел
Ауырлыҡ Еңел тормош
Кәсеп-һөнәр Ғәйеп(ле)
Хөкөм Ҡуласа
3) Лингвистик диктант яҙҙырыү. Слайд № 4
а) Бер нисә хәл-ваҡиға булған проза жанры.
б) Художестволы әҫәрҙә автор әйтергә теләгән төп фекер.
в) Н.Мусиндың тыуған ауылы.
г) ”Шайтан ҡуласаһында” төп герой.
д) Әҫәрҙең сюжетында көсөргәнешле, геройҙар томошон ҡырҡа үҙгәртеп ебәргән хәл- ваҡиға.
е) ”Шайтан ҡуласаһында” ауылдың исеме.
ж) Н.Мусиндың дилогияһы.
4) Лингвистик диктантты тикшереү. (Слайд №5) Дәфтәрҙәрен алмаштырып, бер – береһен тикшерәләр, баһалар ҡуялар.
а) Повесть.
б) Идея.
в) Ҡолғона.
г) Мохтасар.
д) Кульминация.
е) Ҡырташ.
ж)“Мәңгелек урман”

– Лингвистик диктанттағы һүҙҙәрҙе беҙ дәрес барышында ҡулланырбыҙ.
II. Өй эше һәм яңы тема – Ноғман Мусиндың “Шайтан ҡуласаһы” повесына тулы анализ яһау.
а) Автор тураһында әңгәмә (Слайд № 6) Проект технологияһын ҡулланыу.
– Кем ул Ноғман Мусин? Ҡасан, ҡайҙа тыуған? Ниндәй әҫәрҙәре бар?

Хәҙер беҙ һеҙҙең менән “Әҫәрҙең исемен әйт?” уйынын уйнап ял итеп алайыҡ. (Слайд №7)
-Йыртҡыстан ҡотҡарғайныҡ, кешенән ҡотҡара алманыҡ. Әҙәмдәрҙең йыртҡыстан да яманыраҡ була шул, улым. Етемәк болан балаһы.
Тапҡан балды, биш бот самаһы булыр, тинеләр.
Бына бит, бал ашап, татлы тамаҡ ҡына булып йөрөгән һуҫар беҙҙе нисек балға байытты! Татлы тамаҡ һуҫар.
Унлап ҡаҙыҡ ҡырҡып алып, уларҙы кәбән тирәләй ултырттым да шуларға ҡыҙыл сепрәк киҫәктәре тағылған дилбегәне һуҙып бәйләнем, әлеге шул бүре, һеләүһен-фәләнде ҡурҡытыу өсөн инде. Ҡоралайҙарҙы гелән ҡарауыллап буламы ни?... Ҡоралайҙар.
Был әҫәрҙәрҙең бөтәһендә лә ниндәй тема бар? Тәбиғәт.

б) Повестың идея – тематикаһы (Слайд № 8)
– Повеста ваҡиғалар ҡайҙа һәм ҡасан бара? Уның идея – тематикаһы ниндәй? Ни өсөн был әҫәр “Шайтан ҡуласаһы” тип атала? Унда тағы ниндәй проблемалар күтәрелә?
– Повеста ваҡиғалар таулы – урманлы райондарҙың береһендә бара. Унда төп герой Мохтасар тураһында һөйләнә. Уның ғибрәтле яҙмышын һүрәтләп, автор кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе асып бирә, яҙмыштар тураһында, йәшәү мәғәнәһе, изгелек менән яуызлыҡ хаҡында уйланырға мәжбүр итә.
– Әҫәрҙә тормош шайтан ҡуласаһы менән сағыштырыла. Һин бер төрлө эш эшләргә уйлайһың, ә тормош һине шайтан ҡуласаһы кеүек икенсе яҡҡа бороп алып китә.
– Мохтасар менән Миңзәләне, Байым менән Раушанияны һүрәтләп, ғаилә мөнәсәбәттәре тураһындағы проблеманы ла күтәрә автор.
– Тәбиғәтте һаҡлау, ундағы ағастарҙы, кейектәрҙе ҡурсалау тураһындағы проблемалар ҙа повеста урын ала..
в) Повестың сюжеты тураһында әңгәмә (Слайд №9)
– Повестың сюжеты тураһында нимә әйтерһегеҙ?
– Повестың сюжеты бер нисә хәл – ваҡиғанан тора:
Экспозиция өлөшө
Бында автор тарихи, географик фон тураһында хәбәр итмәй, ә әҫәрҙә һүрәтләнәсәк хәл – ваҡғаларҙы ижтимағи, психологик яҡтан мотивлаштыра: сит-ят ерҙә берәй танышың булыу – оло терәк була, ти. Ысынлап та, әҫәрҙә яҙыусының танышы тураһында һәм ул танышының тағы бер танышы тураһында һүҙ бара.
Төйөнләнеү
Яҙыусы Риза Ханбәковтың районға ижади командировкаға килеүе.
Ваҡиғалар үҫеше
Уның хеҙмәттәш дуҫы Байым Шәйәхмәтов менән осрашыуы.
Урман һаҡсыһы Мохтасар менән танышыуы.
Мохтасар менән Риза Ханбәковтың һунарҙа йөрөүҙәре, һб.
Кульминация
Мохтасарҙың Рәсүлде хөкөмгә тарттырыуы.
Сиселеш бирелгәнме повеста? (Повеста сиселеш өлөшө бирелмәй) Ни өсөн юҡ?
– Яуызлыҡ язаға тарттырылды. Бынан һуң тыныс, матур тормош башланып китер геройҙар өсөн.
Сюжет һыҙығы тураһында. (Слайд №10)
– Әҫәрҙә нисә сюжет һыҙығын билдәләргә була? (ике сюжет һыҙығы бар: береһе– Риза Ханбәковтың, икенсеһе – Мохтасарҙың. Интерактив таҡтала – схема).
– Был сюжет һыҙыҡтары нисек бирелә?
– Яҙыусы Ханбәков тормошонан һүрәтләнгән был осор – уның сюжет һыҙығы – тигеҙ, эҙмә– эҙлекле, тыныс һәм ябай. Ул килә, осраша, ҡайтып китә.
– Ә Мохтасарҙың сюжет һыҙығы ябай түгел. Унда киҫкен боролоштар яһала, йәки ул өҙөлөп тора. Автор ҡыйыу рәүештә был сюжет һыҙығын “һындыра” һәм яңынан ялғап алып китә.
– Был сюжет һыҙыҡтары киҫешәме?
– Эйе, улар бергә урманда һунарҙа йөрөйҙәр, кульминацион мәлдә, Рәсүл болан атҡанда Риза Ханбәков Мохтасарға ярҙам итә.
в) Повестың образдар системаһы (интерактив таҡтала – схема, слайды № 10,11)
– Ике сюжет һыҙығы тип әйттек. Ә төп герой кем йәки кемдәр?
Риза Ханбәковты төп герой тип әйтеп буламы? Ни өсөн булмай?
– Ул – повестағы хәл –ваҡиғаларҙы хәбәр итеүсе. Риза үҙенең исеменән һөйләп бирә.
– Әҙәбиәт теорияһында бындай алым йыш осрай, ул “урта телмәр” тип атала. Ниндәй өҫәрҙәрҙә осратырға мөмкин уны?
– М. Кәрим “Оҙон – оҙаҡ бала саҡ”– Кендек, М. Ғафури “Ҡара йөҙҙөр”– Ғәли,
Д. Юлтый “Ҡан” – Булат, һб.
– Мохтасар төп героймы, ни өсөн? Ул ниндәй кеше? Башҡа образдарҙың уға мөнәсәбәте нисек? Улар Мохтасарҙың характерын асырға ярҙам итәләрме?
– Рәсүл тураһында ни әйтергә мөмкин?
– Мохтасар менән Рәсүл образдары башҡаларға ҡарағанда тулыраҡ һәм киңерәк яҡтыртыла. Тәүгеһе яҡшылыҡтың символы булһа, икенсеһе – яуызлыҡтың кәүҙәләнеше булып тора, ҡара йылан булып кешеләрҙең яҙмышын ҡыя. Ул бик күп яуызлыҡтар эшләй… Уны бер кем дә яратмай, бөтәһе лә уны күрә алмай.
– Ни өсөн Мохтасар Рәсүлдең ғәйебен үҙенә ала? Дөрөҫ эшләйме? Кешенең ғәйебен үҙеңә алып, уның арҡаһында үҙең зыян күрергә яраймы? Ул беренсе тапҡыр шулай итәме?
Яуаптар төрлөсә:
– Ул әсәһе хаҡына мәжбүр була. Дөрөҫ эшләгән, тип уйлайым…
– Дөрөҫ эшләмәгән тип уйлайым. Яуызлыҡҡа юл ҡуйған. Һәм ул быны беренсегә эшләмәй…
– Мохтасар үҙе шул турала нимә ти? Китаптан табып уҡығыҙ әле.
– Миңзәлә образы һеҙҙә ниндәй хистәр уята? Мохтасарҙың уға мөнәсәбәте нисек? Кешеләр уға нисек ҡарайҙар?
– Мохтасар һәм Миңзәлә. Был ике образға повеста кемдәрҙе йәнәш (параллель) ҡуйырға була? Ни өсөн автор уларҙы повеста бирә?
– Байым Шәйәхмәтовты һәм уның ҡатыны Раушанияны.
– Улар тураһында ни әйтергә була?
– Байым Риза Ханбәковтың хеҙмәттәше, хәҙер Урман хужалығында директор булып эшләй. Ул бик яҡшы директор, ғаилә башлығы, уңған кеше. Ул ярҙамсыл, ихлас, икейөҙлөлөк уға ят нәмә. Уның күңеле кешеләргә һәр ваҡыт асыҡ, шуға ла тормошо тәгәрәп алға бара. Байымдың шундай булыуында төплө итеп уйлай белеүе, аңлы, маҡсатлы эш алып барыуы, аҡыл хәрәкәте, шәхес эшмәкәрлеге ята.
– Был ике парҙы параллель һүрәтләп, автор тормош тураһында, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланырға мәжбүр итә. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, изгелек – яуызлыҡ хаҡында фекер тупларға ҡуша.
– Повестың образдар системаһы тураһында нимә әйтерһегеҙ?
– Образдар системаһы ҡатмарлы түгел. Повесть жанрына хас булғанса, унда образдар күп түгел.
Әҫәрҙең художестволы үҙенсәлектәре
– Әҫәрҙең художестволы үҙенсәлектәре тураһында Ишмөхәмәтова Луиза сығыш яһай. Повестың ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһында хәҙер әйтеп үтер. (Сығыш тыңлана)
– Быларҙан тыш мин өҫтәп шуны әйтер инем: повеста лирик сигенеүҙәр, һөйкәлмә ваҡиғалар, образдар бар. Шулар иҫәбенә Ханбәковтың студент саҡтағы бер танышы, туристик бюролағы директор, райондаш түрә (уларҙың исемдәре әҫәрҙә бирелмәй) образдарын индерергә була.
– Тағын бер үҙенсәлек бар әҫәрҙә, был Н.Мусиндың бөтә әҫәрҙәренә хас тема, проблема. Ул ниндәй тема икән?
– Урман, уны һаҡлау темаһы.
– Урман повеста Н. Мусинса бирелә: ул пейзаж йәки ваҡиғаларҙың фоны ғына түгел, ә геройҙарҙың тормош сығанағы, йәшәү рәүеше. Урман уларға эш, аш бирә, уларҙы йәшәтә. “Зөһрә” , “Ер биҙәге”, “Йыртҡыс тиреһе” повестары, ”Мәңгелек урман”, “Һуңғы солоҡ” романдары быға миҫал була.
III. Йомғаҡлау (Слайд №12)
– Н. Мусин ижадында был әҫәр ниндәй урынды биләй?
– Башҡорт прозаһында?
– Был әҫәр һеҙҙе нимәгә өйрәтте? Шул турала үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе дүрт – биш һөйләм менән яҙығыҙ әле.
“Был әҫәр мине нимәгә өйрәтте?”– яуап яҙыу (5-7 минут)
Яуаптарҙы уҡып ҡарау:
– Был повесты уҡып сыҡҡас, мин бик оҙаҡ уйланып йөрөнөм. “Дөрөҫ эшләнеме икән Мохтасар?”– тигән һорау миңә тынғы бирмәне. Мин уйлайым, ул дөрөҫ эшләне, тип. Мохтасар ҡустыһының ғәйебен үҙенә алып, 3 йыл тотҡонда булып ҡайта. Ул ҡустыһы яҡшы булһын өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланып ҡараны. Ләкин Рәсүл быны аңламаны һәм үҙенең насарлығын ташламаны. Ундай кешегә йәмғиәттә урын юҡ, тип уйлайым.
(Башҡа уҡыусылар ҙа уҡыйҙар)
– Хөрмәтле уҡыусылар! Әле беҙ китаптарҙан уҡып ҡына тормош, кешеләр тураһында фекер йөрөтәбеҙ. Оҙаҡламай һеҙ үҙегеҙ оло тормошҡа аяҡ баҫасаҡһығыҙ. Шул саҡта художестволы әҫәрҙәрҙәге образдарҙың береһенән үрнәк алып, икенсеһенән ғибрәт алып, тормош тигән киң яланда юғалмайса, һәр ҡайһығыҙ үҙ юлығыҙҙы табығыҙ. Тормош – ул, ысынлап та, ҡуласа, был ҡуласаның тотҡаһы беҙҙең ҡулдарҙа булырға тейеш. Беҙ уны үҙебеҙгә кәрәк яҡҡа бороп ебәрербеҙ.
IV. Баһалау
Дәрестә актив ҡатнашҡан уҡыусыларға баһалар ҡуйыла.
V. Өйгә эш (Слайд №13)
Иншаға әҙерләнергә: ”Шайтан ҡуласаһы” повесында әхләҡи проблемаларҙың сағылышы”
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

Н.МУСИН “ТАЙҒАҠ БАҪМА”
Ғәләүва Зөлхизә Раин ҡыҙы,
Мәсетле районы Әләгәҙ урта мәктәбе

Дәрес төрө: Анализлау, һығымта яһау.
Ҡулланылған технологиялар: мини тикшеренеү, проблемалы технология, компьютер технологияһы.

Дәрестең маҡсаттары :
1. Йөкмәткегә ҡарата.Повестағыгерой-персонаждарҙы үҙ-араоҡшатып һәм бер-береһеменән сағыштырып өйрәнеү.Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, проблемаларын асыҡлау.
2. Эшмәкәрлеккә ҡарата.Уҡыусыларҙы әҫәрҙең тексына анализ
яһарға өйрәтеү. Ныҡлы әхлаҡ позицияһы, яҡшылыҡты, ысын матурлыҡты
танып белеүгә ыңғай ориентир булдырыу.
3. Тәрбиәүи маҡсат: Уҡыусыларҙа дуҫлыҡ, ғәҙеллек, ярҙамсыллыҡ сифаттарын үҫтереү.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр.
Предмет буйынса: уҡылған әҫәрҙең йөкмәткеһен белеү;тексҡа
анализ яһай, әҫәрҙең идеяһын, проблематикаһын асыҡлай алыу;геройҙарға ҡылыҡһырлама биреү.
Предмет-ара бәйләнеш: әҙәбиәт, башҡорт теле, һынлы сәнғәт, тәбиғәтте өйрәнеү, рус теле.
Регулятив: уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә, кәрәкле уҡыу ғәмәлдәрен,
төрлө операцияларҙы планлаштыра (уҡытыусы һәм иптәштәре менән бергә йәки үҙаллы), план буйынса эш итеү.
Коммуникатив: ҙур булмаған монологик телмәр төҙөй, аныҡ
бурыстарҙы күҙ уңында тотоп, парлап йәки төркөмдә уртаҡ эш башҡара.
Йыһазлау: компьютер, мультимедиа проекторы, таратма материал, дәрескә презентация, Н.Мусиндың портреты, китаптары, һүҙлектәр, дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек

Дәрес барышы.
1се этап. Эшмәкәрлеккә үҙбилдәләнеш.
1). Ойоштороу мәле. (Маҡсат: балаларҙың дәрескә әҙерлеген тикшереү.) Уҡыусылар дәрескә кәрәкле материалды барлай.
Уҡытыусы. Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,
Уяналар ауыл, ҡалалар.
Үҙебеҙҙең телдә сәләмләйбеҙ
Хәйерле көн ! Һаумыһығыҙ, балалар!

2). Өйгә эште тикшереү.(Маҡсат: ниндәй материал үҙләштерелеүен тикшереү.)
Уҡыусыларҙан һорауҙар ярҙамында өй эшен тикшереү.
- Үткән дәрестә нимә өйрәндек?(Н.Мусиндың тормош юлын өйрәндек).
- Ниндәй яңылыҡбелдегеҙ? (Уның “Тайғаҡ баҫма” әҫәрен уҡып алдашыуҙың насар ғәҙәт икәнен белдек.)
- Өйгә ниндәй эш бирелгәйне? (ентекле уҡып килергә)
- Нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө дәрестә һеҙҙең маҡсатығыҙ ниндәй
булырға тейеш? (Әҫәрҙе тәрәнерәк төшөнөү, анализлау)
Уҡытыусы. Ә хәҙер бәләкәй генә тест үткәрәбеҙ.
- Тест һорауҙарынаяуапбиреү.
1. Н.Мусин ҡасан тыуған?
А) 1931 йыл, 17 июль
Б)1933 йыл, 17 июль
В) 1945 йыл, 9 май.
2. “Тайғаҡ баҫма” әҫәрендә төп геройҙар
А) Хәмзә, Уғатар ағай.
Б)Рәхмәт, Әсҡәт
В) Садиҡ, Гөлсөм
3. “Маҡтау менән хөрмәтте кешегә кеше алып бирмәй” тигән юлдарҙы кем әйтә?
А) Әсҡәт
Б) Рәхмәт
В) Уҡытыусы апай
4. Н.Мусин ниндәй районда тыуған?
А) Стәрлетамаҡ
Б)Ишембай
В) Мәләүез
5. Әсҡәт менән Рәхмәттең үпкәләшеү сәбәбе.
А) Алдашыу
Б) Баҫманан ҡолау
В) Өйгә эш эшләргә булышмау.

2 –се этап. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу . (Маҡсат: уҡыусыны текст менән аңлы рәүештә эшләүгә йәлеп итеү)
-Дәрес темаһын яҙып ҡуяйыҡ.
Н.Мусин «Тайғаҡ баҫма» повесы.
1). « Асҡыс һүҙ» алымы.
Бөгөнгө дәрестең эпригафын уҡыйыҡ.
Дуҫ тигәнең тыштан матур, эстән насар булмаһын,
Донъяһы тар булһа булһын, күкрәге тар булмаһын.
- Аҡмулланың шиғырында асҡыс һүҙҙе табығыҙ. (Дуҫ)
- Бөгөнгө дәрестә һүҙ нимә тураһында барасаҡ?
(Беҙ повестағы персонаждарҙың дуҫлыҡҡа мөнәсәбәте хаҡында
һөйләшәсәкбеҙ).
- Уҡытыусы. Уҡыусылар, һеҙ әйткәнсә бөгөнгө дәрестә кеше, уның тормоштағы урыны, хеҙмәткә, тыуған еренә мөнәсәбәте, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеү, дуҫлыҡты һаҡлау кеүек төшөнсәләр тураһында һөйләшербеҙ., “Тайғаҡ баҫма” хикәйәһенә анализ яһарбыҙ.
2). Һүҙлек эше. Тәржемә.
Баҫма-мостик
Ҡәһәр-гнев
Кәйеф-настроение
Ҡырыҫ-суровый
Епшек-мокрый
Буръяҡ-мутный
Сүгәләү-приседать
Бәкәл-лодыжка
Көптәй-толстый
Ғәрип-уродливый
Хөрт-плохой
Тайғаҡ баҫма, нисек тәржемә ителә?(Скользкий мостик)
3). Әҫәрҙең һуңғы өлөшөн ҡысҡырып уҡыу.

Проблемалы һорау (таҡтала).“Дуҫлыҡ” төшөнсәһе нимәне аңлата?

3–сө этап. Проблеманы хәл итеү өсөн кәрәкле белемде эҙләү .
(Маҡсат: аңлауҙы тиҙләтеүсе биремдәр үтәү)
Көтөлгән һөҙөмтә: үҙ фекереңде булдырыу һәм нигеҙләй белеү
күнекмәләрен үҫтереү.
1). Әҫәрҙең идея-проблематикаһын асыҡлау.
- Темаһы ниндәй? (Хикәйәлә Рәхмәттең дуҫы Әсҡәткә булған ыңғай йоғонтоһо, ярҙамы, дөрөҫ юлдан барырға ынтылыш тыуҙырыуы.)
- Әҫәрҙә нимә тураһында һүҙ алып барыла? Ниндәй идея күтәрелә?
- ( Тыуған илгә, халыҡҡа хеҙмәт итеү, яҡшы исем ҡалдырыу. Рәхмәт кеүек уңған, изгелекле булыу.)
2). Уҡытыусы. Әгәр һеҙ рәссам булһағыҙ, был эпизодты һүрәтләр өсөн
ниндәй төҫтәр ҡулланыр инегеҙ?
- Иллюстрациялар менән эш (предмет- арабәйләнеш).
3). Парлашып эшләү.
«Күршеңде тикшер» алымы . Уҡыусылар әҫәр буйынса бер-берһенә һорауҙар бирешә.
Ял минуты.

4-се этап. Үҙ-үҙеңдетикшереү һәм үҙаллыэш (эскетелмәр):
бирелгән план буйынса төркөмдәрҙәэшләү.
1). Таратма материал менән эш (балаларға мәҡәлдәрҙең яртышар өлөшө
Яҙылған карточкалар таратыла). Маҡсат: логик фекерләүҙе үҫтереү.
Биремдәр.
“Мәҡәлдәрҙең 2-се өлөшөн тап.”
Дуҫ көлгәндә беленмәй, …
Ике яҡшы дуҫ булһа, …
100 һум аҡсаң булғансы , …
Ысын дуҫ …һанала.

2). Төркөмдәрҙә эш.
1-се төркөм. Был әйтем,мәҡәлдәрҙең ниндәй өҙөктәргә тура килеүен асыҡлау.
2-се төркөм. Ни өсөн Әсҡәт Рәхмәттең күҙенә ҡарарға ояла?
3-сө төркөм . Әҫәрҙән фразеологик берәмектәрҙе табырға.
Сығыштар. ( Маҡсат: үҙфекереңде аныҡ итеп, ҡыйыу рәүештә әйтеп
биреү, публика алдында һөйләргә өйрәнеү.)
5-сеэтап. Алған белемде проект эшмәкәрлегендә сағылдырыу:
сағыштырыу ҡылыҡһырламаһы төҙөү, таблица тултырыу. (Маҡсат:
үҙләштереү дәрәжәһен тикшереү.)
Көтөлгән һөҙөмтә: сағыштыра, дөйөмләштерә алыу күнекмәләрен
формалаштырыу.
1). Интерактив таҡта менән эш : балалар үҙҙәре төҙөгән таблица менән
таҡталағыны сағыштыра, өҫтәй).

Геройҙарға характеристика биреү. (Дәфтәргә яҙыу, таҡтала эшләү.)

Рәхмәт - Әсҡәткә өйгә эшен эшләргә
ярҙам итә, үҙе эшләп бирмәй –өйрәтә. Алдашыуҙы яратмай. Дуҫын ауыр хәлдә ҡалдырмай. Ысын дуҫ. Исеме лә шуға ишара.
Әсҡәт - Шулай уҡ яҡшы малай. Ләкин Рәхмәткә ҡарағанда ялҡауыраҡ. Алдашырға ла тартынмай. Һуңлап булһа ла үҙенең хатаһын аңлай, һәләкәткә тарығас ҡына дуҫлыҡтың ҡәҙерен белә башлай.

2). Төркөмдәр менән эш.
1-се төркөм.Образдарҙың телмәренә күҙәтеү.
(Рәхмәт һүҙҙәрен уйлап һөйләй. Әсҡәттең теле телгә йоҡмай. Икеһе лә һөйләшеүгә әүәҫтәр…).
2-се төркөм. Рәхмәттең “Маҡтау менән хөрмәтте кешегә кеше алып
бирмәй” тигән һүҙҙәрен нисек аңлайһығыҙ? (Кинәйәле итеп һөйләшә белә…)
3-сө төркөм. Әҫәрҙең жанрын билдәләү.
Был әҫәр ниндәй жанрға ҡарай? (Хикәйә)
Нимә ул хикәйә? (Эпик әҫәрҙең иң күп ҡулланылған жанрҙарының береһе. Хикәйәлә бер йәки бер нисә кеше менән булған хәл-ваҡиғалар һүрәтләнә.)

3). Әҫәрҙең төҙөлөшөн, сюжет элементтарын билдәләү.
- Әҫәрҙәге ваҡиғалар нимә менән башланып китә? (Уҡыуҙар башлана. Балалар өс саҡрымдағы Ташморон мәктәбенә йөрөп уҡыйҙар. Экспозиция)
- Төйөнләнеү ҡайҙан башланып китә? Төп ваҡиғаның башланып китеүенә сәбәпсе булған хәлде атайыҡ. (Әсҡәттең алдашыуы)
- Ваҡиғалар үҫеше. (Әсҡәттең алдашыуын Рәхмәт белә. Контроль эш ваҡытында Рәхмәт Әсҡәткә ярҙам итмәй. Аралары һыуына. Мәктәпкә айырым йөрөй башлайҙар)
- Кульминация. (Әсҡәт бәләгә тарый. Баҫманан йығылып аяғын һындыра)
- Сиселеш. (Әсҡәт хатаһын аңлай. Ысын дуҫлыҡтың ҡәҙерен аңлай)

4). Һеҙ дуҫлыҡты нисек аңлайһығыҙ? Дуҫ ниндәй булырға тейеш? (ярҙамсыл, тырыш, аҡыллы,ҡыйыу, ғәҙел, талапсан,көнләшмәҫкә тейеш, насар һүҙҙәр һөйләмәҫкә. Ышаныслы һ.б)
(Һәр береһе берәр һүҙ әйтә)
5)Сәскә таждары менән эш. Таҡтала сәскә бар. Ә беҙҙең ул сәскәбеҙ серле. Серҙе асыу өсөн таждарҙы алып ҡарарға кәрәк!
1-се таж
Кеше өсөн иң әүәл –Намыҫ тигән,
Намыҫыңды һатыу итмә, табыш, тигән
Байлыҡ өсөн илен-көнөн һатҡан кеше
Ике донъя өсөн дә ул яуыз тигән.

2-се таж
Икенсе иң ҡиммәтлеһе – Аҡыл тигән,
Аҡылһыҙҙа аҡыл яғы таҡыр, тигән.
Аҡылһыҙҙа намыҫ та юҡ, иман да юҡ.
Ялғанға ант итеп барын һатыр , тигән.

3-се таж
Өсөнсө иң ҡиммәтлеһе – Әҙәп тигән.
Әҙәп – көслө мөхәббәткә сәбәп тигән.
Әҙәпһеҙҙә бәхет тә юҡ, тәүфиҡ та юҡ,
Кеше исемен күтәреү ҙә ғәжәп тигән.

4-се таж
Дүртенсе иң ҡиммәтлеһе – Күңел тигән,
Күңеле боҙоҡ кеше- кеше түгел, тигән.
Боҙоҡтарға ер өҫтөнән аҫты яҡшы,
Йәшәмә лә үлеп күмел, тигән.


5-се таж
Бишенсе иң ҡиммәтлеһе – Сабыр тигән,
Сабыр кеше ҙур бәхеттәр табыр тигән,
Бер ҙә юҡҡа асыуланып донъя боҙоу
Бер ҡайғынан икенсегә һалыр, тигән.
-Балалар, үҙегеҙҙә был сифаттарҙың ҡайһыһын булдырыр инегеҙ?
-Ошо шиғырҙы ХiХ быуат мәғрифәтсеһе , шағир Мифтахетдин Аҡмулла яҙған.(портретын күрһәтеү)
- Сәскә тажында һанап үтелгән ошо сифаттарҙың береһен генә юғалтһаң да, ул кешене яҡшы, тәрбиәле тип әйтеп булмай.

6-сыэтап. Рефлексия. (Маҡсат: балаларҙың нимә үҙләштереүен,
ҡайҙа ҡыйынһыныуҙарын, уларҙың иғтибарын нимәләр йәлеп иткәнен
белеү.)
- Дәресбашында ниндәй маҡсат ҡуйғайныҡ?
- “Дуҫлыҡ хаҡында һөйләшәсәкбеҙ» тигән.
- Был маҡсатҡа ирешер өсөн ни эшләнек?
- Әҫәргә анализ яһаныҡ.
- Нимә үҙләштерҙегеҙ?
- Н.Мусин беҙгә ниндәй һабаҡ биргәнен.
- Әҫәр нимәгә өйрәтә? Ниндәй булырға ярамай?
Көтөлгән яуаптар: мәкерле, битараф, көнсөл, хыянатсыл, алдаҡсы,
ҡурҡаҡ, ялҡау, …
Һығымта.
Бөгөнгө дәрестә үҙегеҙ өсөн ниндәй файҙалы мәғлүмәт алдығыҙ?

Эйе, дуҫлыҡ – ҙур төшөнсә. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй. Ысын дуҫ һәр саҡ ярҙам итә, һинең менән бергә шатлығыңды ла, ҡайғыңды ла уртаҡлаша. Иң мөһиме – һин үҙең ысын дуҫ , иптәш булыр өсөн тырышырға тейешһең.
Баһалау.
Өйгә эш.
1) Дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙып килергә.
2) Әҫәр буйынса иллюстрация эшләргә.
3) Дуҫығыҙ тураһында инша яҙып килергә.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

НОҒМАН МУСИНДЫҢ “ТАЙҒАҠ БАҪМА”
ХИКӘЙӘҺЕН ӨЙРӘНЕҮ
Ғәлләмова Зиниә Раил ҡыҙы,
Әбйәлил районы
1-се һанлы Асҡар урта мәктәбе

Маҡсат: 1. Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү;
2. Һөйләү телмәрен үҫтереү;
3. Дуҫлыҡ тураһында әңгәмә.
Йыһазландырыу: яҙыусының портреты, китаптары, хикәйәгә
иллюстрация.
Дәрес барышы
1. Психологик инеш. (1 слайд)
Хәйерле көн, уң күршем!
Хәйерле көн, һул күршем!
Хәйерле көн, класташтарым!
Хәйерле көн, уҡытыусым!
Хәйерле көн, ҡунаҡтар!
2. Дәрескә бөгөн ниндәй кәйеф менән килдек? (Иғтибар таҡталағы смайликтарға йүнәлтелә)
3. Дәрестең маҡсатын билдәләйбеҙ.
“Ноғман Мусин – замана яҙыусыһы, ижады тамырлы, төрлө жанрлы, әҫәрҙәрендә кеше бәҫе (достоинство-намыҫ), дәрәжәһе алға ҡуйыла, әҙәп ҡанундарының тормошсанлығы һәм матурлығы данлана” (Роберт Байымов). (2 слайд)
Әҙәп- тәртип (учтивость, вежливость, приличие)
Бәҫе – ҡәҙер (достоинство). (3 слайд)
Шулай итеп, беҙ бөгөн Ноғман Мусиндың “Тайғаҡ баҫма” хикәйәһен өйрәнәбеҙ, дуҫлыҡ тураһында һөйләшербеҙ. (4 слайд)
(Таҡтаға теманы яҙам, уҡыусылар дәфтәрҙәренә числоны, көндө, теманы яҙалар)
4. Һеҙ өйҙә кем, ниндәй, ҡайҙа, ҡасан, нисә? һорауҙарын ҡулланып, яҙыусының тормош юлын өйрәндегеҙ. (5 слайд). (Уҡыусыларҙың сығыштары тыңлана) 1-се уҡыусы кем? һорауына яуап бирә; 2-се уҡыусы ҡайҙа? ҡасан? һорауҙарын асыҡлай; 3-сө уҡыусы нисә? һорауына яуап әҙерләй; 4-се уҡыусы ниндәй? һорауҙарына яуап бирә.
1-се уҡыусы кем? һорауына яуап бирә:
Н.Мусин – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы; С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты; Н.Мусин – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
2-се уҡыусы ҡайҙа? ҡасан? һорауҙарын асыҡлай
- Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә хәҙерге Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуа. Тәүҙә үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәптә уҡый;
- 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, Ҡолғонаға уҡытыусы булып эшкә ҡайта;
- Әҫәрҙәре 1952 йылдан алып матбуғатта баҫыла башлай;
- “Зөһрә” исемле тәүге повесы 1955 йылда яҙылып, 1956 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында донъя күрә;
- 1958 йылда “Ағиҙел” журналына эшкә килә, ошо осорҙан алып әҙәбиәттән айырылмай;
- 1968 йылда “Өҙәрем юл кешеләре” тигән тәүге романы баҫылып сыға;
- 1991 йылда ул Салауат Юлаев исемендыге дәүләт премияһына лайыҡ була;
- 2001 йылда Н.Мусинға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме бирелә.
3-сө уҡыусы нисә? һорауына яуап әҙерләй
- Яҙыусының унлап романы;
- Утыҙлап повесы;
- Күп хикәйәләре бар;
- Әлеге көндә ул 8 томлыҡ йыйылмаһы өҫтөндә эшләй.
4-се уҡыусы ниндәй? һорауҙарына яуап бирә
- Н.Мусин – үткер прозаик. “Өҙәрем юл кешеләре” тигән тәүге романын уҡыусылар йылы ҡабул итә. “Мәңгелек урман” дилогияһы, “Зәңгәртауҙа аҡ болан”, “Яралы кеше тауышы”, “Таң менән сыҡ юлдарға” трилогияһы, “Һайлап алған яҙмыш”, “Һуңғы солоҡ”, “Шунда ята батырҙар һөйәге” романдары менән яҙыусы оло хөрмәт ҡаҙана.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Н.Мусин үҙенең әҫәрҙәрендә донъяуи, фәлсәфәүи, әхләҡи, экологик проблемалар менән бер рәттән, тәбиғәткә дан йырлай, уның кеше менән айырылғыһыҙ икәнлеген күрһәтә.
Һығымта: Быйыл, хөкүмәтебеҙ тарафынан Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителгән. Таҡтала эмблема күрәһегеҙ, Башҡортостан республикаһының йыл эмблемаһының авторы- Игорь Тонконогий, Рәсәйҙең йыл эмблемаһының авторы -…
- Хәҙер, район китапханаһы белгесе Венера Рәхимйән ҡыҙы әҙерләгән видеояҙманы ҡарайбыҙ. (3 слайд)
5. Хикәйәнең тәүге өлөшөн класта уҡығайныҡ, икенсеһен өйҙә уҡырға ине. Кем уҡыны? Кем уҡыманы?
а) Хәҙер хикәйәне һөйләйбеҙ.
б) I, II-се бүлектәргә исем ҡушыу.
6. Һүҙлек эше. Парлап эшләү.
(һүҙҙәр таратыла, һөйләмде хикәйәнән табып уҡырға, аңлатырға).
 әрбәк-һәрбәк (рәүеш-парлы һүҙҙән яһалған)
 бүленеп-ярылып (рәүеш-парлы һүҙҙән яһалған)
 типарай-ныҡ кәүҙәле
 арлы-бирле (рәүеш-парлы һүҙҙән яһалған)
 аҙапланып-аҙапланып (парлы һүҙҙән яһалған)
 уйлап-нитеп (парлы һүҙҙән яһалған)
 хәйлә-фәлән (исем-парлы һүҙҙән яһалған)
 өндәшмәй-нитмәй (рәүеш-парлы һүҙҙән яһалған)
 ҡарай-ҡарай (рәүеш-парлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау юлы менән яһалған)
 йәбешә-йәбешә (рәүеш-парлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау юлы менән яһалған)
 тырышып-тырмашып (рәүеш-парлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау юлы менән яһалған)
7. Һорауҙарға яуап биреү.
а)Әҫәр ниндәй жанрға ҡарай? (хикәйә)
б) Әҫәрҙең темаһы (Рәхмәт һәм Әсҡәттең дуҫлығы тураһында)
в) Әҫәрҙең идеяһы? (Автор әйтергә теләгән төп фекер: Рәхмәт кеүек ышаныслы, ғүзәл, ярҙамсыл, тырыш, ышаныслы дуҫ булырға кәрәк)
г) Хикәйә кем исеменән һөйләнелә? (Әсҡәт)
8. Ыңғай һәм кире образдарға ҡылыҡһырлама биреү.
а) Кем Әсҡәтте ҡотҡара, ярҙам итә? (Рәхмәт –ыңғай образ)
б) Кем алдаша, үсегә, өйгә эшен ялҡауланып башҡара? (Әсҡәт- кире образ)
Төркөмләп эшләү (6 слайд)
Рәхмәт (1-се төркөм) Әсҡәт (2-се төркөм)
Ғәҙел Алдаҡсы
Уңған Ялҡау
Тырыш Еңелсә уҡый
Үҙ көсөнә ышана Кешегә һалына
Талапсан Үсексән
Ярҙамсыҡ Үҙе тураһында ғына уйлай
Көслө Көсһөҙ
Сыҙамлы Түҙемһеҙ
Егәрле Ашыҡ-бошоҡ
3-сө төркөм. Хикәйәнән фразеологик берәмектәрҙе табыу, аңлатыу.
Әйтем- Маҡтау менән хөрмәтте кешегә кеше алып бирмәй.
Күҙ дүрт булыу- аптырау
Күҙ ҙә йоммай- күҙгә тура ҡарап, оялып, тартынып тормай
4-се төркөм. Таҡтаға сығып һүрәттәр тураһында һөйләйҙәр.
5-се төркөм. Айһылыу дуҫлыҡ тураһында мини инша яҙа.
9. Ял минуты (7 слайд)
Уң күҙеңде ҡыҫып ал да
Һул күҙеңде ҡыҫып ал,
Шунан тәҙрә аша ҡарап
Күк офоҡҡа күҙең һал.
Ике күҙеңде йом да
Бер минуттай йоҡлап ал.
Унға, һулға башың сайҡа,-
Бына шулай була ял.
10. Бирелгән хәрефтәрҙән кем иң оҙон һүҙ төҙөр?
ҪАДИРЫЛУҠ (дуҫлыҡ)
11. Хикәйәнең йөкмәткеһе буйынса һорауҙар.
а)Уҡыусылар, ә һеҙ кемгә оҡшарға теләр инегеҙ? (Эйе, күсереп кенә анһат уҡыусы балалар бар. Үҙ башыңды эшләтеп, тырышып уҡырға кәрәк. Сөнки белем киләсәктә үҙеңә кәрәк була? Бөгөн мәктәптә күсереп баһа алған уҡыусылар бармы? Тимәк, хикәйә бөгөнгө көндә лә бик актуаль.)
б) Уҡыусылар, ә ни өсөн автор хикәйәһен “Тайғаҡ баҫма” тип атаған икән? (Әсҡәттең холҡо алдаҡсы, йәғни тайғаҡ, ышанысһыҙ булыуын күрһәтергә теләгән).
Тайғаҡ һүҙен күп мәғәнәле һүҙ итеп ҡарарға була. Полисемия - предметтың йәки күренештең атамаһы икенсе бер предмет йәки күренеш атамаһы итеп күсерелә (Мәҫәлән- кеше йөрөй, сәғәт йөрөй, хәбәр йөрөй)
в) Ни өсөн ыңғай образға Рәхмәт исеме ҡушылған икән? (Ул тик яҡшылыҡтар ғына эшләй)
г) Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Әсҡәт киләсәктә яҡшы яҡҡа үҙгәрер микән? (Эйе, сөнки ул ояла белә. Алдағанында ла, әсәһенә ярҙам итер өсөн алдаша).
д) Рәхмәт Әсҡәттең алдашыуы тураһында класс йыйылышында әйтеп, дөрөҫ эшләйме?
е) Ни өсөн Әсҡәт Рәхмәттән ҡасып йөрөй башлай? (Саҡ ҡына әйтеп ебәрһә була… Көнләшәләр…)
ж) Әсҡәт менән ниндәй хәл була? Рәхмәт уға нисек ярҙам итә?
з) Ни өсөн Әсҡәт Рәхмәттең күҙенә ҡарарға ояла?
и) “Ысын дуҫ” тигәнде нисек аңлайһығыҙ?
12. Интервью
13. Ноғман Мусиндың “Тайғаҡ баҫма” әҫәрендәге хәл –ваҡиғаларға тап килгән мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫкә төшөрөгөҙ.
14. Рефлексия. (9 слайд)
- Бөгөнгө дәрестә һеҙ нимәләр белдегеҙ?
- Һеҙгә нимәләр оҡшаны?
- Дәрескә ҡайһы һүрәтте һайлар инегеҙ?
15. Баһалау (10 слайд)
10 балл- “5” бик яҡшы. “Башҡорт әҙәбиәте” дәресен мөкиббән китеп
тыңлайһың.
8 балл – “4” яҡшы. Иғтибарлыраҡ бул.
3 балл – “3” ҡәнәғәтләнерлек. Дәрестә уҡытыусыны тыңла, әүҙем бул
һәм яҡшыраҡ белерһең.
16. Өйгә эш (11 слайд)
–Хикәйәне дауам итергә.
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»