Новости

Ответить
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

Хөрмәтле коллегалар! БР Мәғарифты үҫтереү институтында 2017 йылдың 25 сентябренән 9 октябргә тиклем"Педагогик традициялар һәм инновацион белем биреү мөхите - мәғарифты үҫтереүҙең нигеҙе" тип аталған Интернет - педсовет үтәсәк. Теләүселәр 25 сентябргә тиклем теркәлеү үтә. 25. 09. 2017 - 09.10. 2017 - Интернет - педсовет үтеү ваҡыты. Үрҙә әйтелгән тема буйынса республикабыҙҙың башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр уҡытыусылары актив ҡатнашыр, яңылыҡлы уҡытыу технологиялары һәм педагогик традициялар буйынса үҙ фекерен әйтер, тәжрибә уртаҡлашыр тигән өмөттәбеҙ. Беҙҙең кафедра Интернет - педсовет эшендә һәр саҡ әүҙем булды, быйыл да һынатмайыҡ, коллегалар!
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

Потка табынаммыни?

Мин потка табынаммыни?
Ник бер сүз эндәшмисең?
Телсез дә түгелсең үзең,
Ә бары сөйләшмисең.

Мин потка табынаммыни?
Ник мине ишетмисең?
Сөю газәлләре сөйлим,
Син мине иш итмисең.

Мин потка табынаммыни?
Йөрәкне санламыйсың?
Ярылырга тора бит ул,
Шуны да аңламыйсың.

Мин потка табынаммыни?
Ташмыни бәгерьләрең?
Булса булсын, тик янәшә
Куелсын каберләрем.
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

6 -сы сентябрь көнне Татарстандың Аҡтаныш районында шиғри фестиваль үтте. Унда йәш башҡорт һәм татар шағирҙары осрашты. Ут күршеләребеҙҙең делегацияһын Татарстан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе, билдәле драматург Данил Сәлихов һәм уның урынбаҫары, шағир Рәмис Айметов етәкләне. Беҙҙән был күркәм сарала Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, билдәле шағирә Гөлнара Хәлфетдинова, шулай уҡ союз ағзалары, шағир һәм шағирәләр Кристина Андрианова-Книга, Олеся Ахмадрахимова, Руслан Сөләймәнов ҡатнашты. Әлбиттә, йәш ҡәләм тирбәтеүселәр ҙә барҙы: Таңсулпан Рәсүл, Айбулат Сисанбаев, Артур Ғабдуллин, Ильяс Һағынбеков, Ислам Төхвәтуллиндарҙың сығышын бөтәһе лә алҡышлап оҙатты. Башҡорт ҡатнашҡан ниндәй сара ҡурай моңонан башҡа үтһен инде – талантлы ҡурайсыбыҙ Айҙар Байтимеровтың моңдары барыһының да күңелен өҙҙөргәндер, моғайын.
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

Хөрмәтле коллегалар! Хәбәр итеүебеҙсә, 2017 йылдың 30 авгусында Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында ғалим – педагогтар, институт хеҙмәткәрҙәре , башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары , киң мәғлүмәт саралары ҡатнашлығында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа заманса талаптар » тип атлған түңәрәк өҫтәл үтте. Һеҙгә был мөһим сараның материалдарын тәҡдим итәбеҙ.
БР МҮИ–ы ректоры Р.Ғ. Мәжитовтың сәләмләү һүҙе.

Хөрмәтле коллегалар, түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар! Яңы 2017 – 2018 уҡый йылы башында һеҙҙе БМҮИ - да күреүебеҙгә шатбыҙ! Һөйләшеү башында уҡ барығыҙҙы ла бер нисә көндән үтәсәк “Белем көнө” менән ҡотлайым! Иҫәнлек – һаулыҡ, педагогик эшмәкәрлегегеҙҙә ижади уңыштар теләйем!
Коллегалар, барығыҙ ҙа беләһегеҙ, һуңғы осорҙа республикабыҙың педагогик һәм ата- әсәләр берҙәмлегендә (сообщество) башланғыс һәм урта дөйөм белем биреү ойошмаларында туған телдәрҙе, шул иҫәптән башҡорт телен, туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу мәсьәләлеренә ҡарата поляр фекерҙәр ишетелә, киң мәғлүмәт сараларында туған телде уҡытыу методикаһына ҡарата төрлө ҡараштар яңғырай. Был осраҡта, беҙҙеңсә, ғалим – методистар, практик уҡытыусылар, белем биреү ойошмалары етәкселәре үҙ һүҙен әйтергә, төплө фекерҙәрен һәм тәҡдимдәрен халҡыбыҙға еткерергә тейештер. Аңлауымса, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары беҙҙән айыҡ ҡарашҡа нигеҙләнгән заманса фекерҙәр көтә.
Хәтерегеҙҙәлер, РФ Президенты В.В. Путин Йошкар – Олала үткән Милләт – ара мөнәсәбәттәр советы ултырышында былай тип сығыш яһаны: “Туған телдәр – илебеҙ хазинаһы, уларҙы ҡәҙерләп һаҡларға кәрәк. Конституциябыҙ, Рәсәй Федерацияһы закондары ла бер ниндәй сикләүһеҙ туған телдәрҙе тулы күләмдә өйрәнеү хоҡуғын бирә. Бер үк ваҡытта Рәсәй субъекттарында төп халыҡтың телен туған теле булмаған уҡыусыларҙы инаныуҙарына, теләгенә ҡаршы мәжбүр итеп уҡытырға ярамай” .
Ошо йылдың 12 авгусында үткән Август республика кәңәшмәһендәге докладында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З. Хәмитов: «Тел - хәүеф зонаһында. Был йәһәттән республика власы, республика Хөкүмәте башҡорт теленә ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейеш...Бөгөн барлыҡ уҡыу йорттарында туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырылған. Телде өйрәнеү йәһәтенән бер ниндәй ҙә сикләү, тыйыу юҡ. Шул уҡ ваҡытта туған телде өйрәнеүҙә иң элек ата – әсә һайлауын аңлау зарур. Башҡорт теле булды, бар һәм буласаҡ. Башҡорт телен өйрәндек, өйрәнәбеҙ һәм өйрәнәсәкбеҙ»- тине. Минеңсә, был бөтәбеҙ өсөн дә аңлайышлы ҡараш, установка. Шуны ла әйтеү кәрәк, республика етәксеһе башҡорт телен уҡытыуҙа, уны дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙә методиканың иң һуңғы ҡаҙаныштарына нигеҙләнгән технологияларҙың мәктәп практикаһында ҡулланылыуын талап итте. Был өлкәлә сит телдәрҙе уҡытыуҙың заманса алымдарын өйрәнеү, башҡа туған телдәрҙе уҡытыу технологияларын үҙләштереү, үҙебеҙҙекен, Башҡортостан ғалим – методистары, алдынғы уҡытыусылар тәҡдимдәрен киң таратыу зарур. Бөгөн беҙ төп бурысыбыҙҙы шунда күрәбеҙ: БМҮИ – ты эшен, республикабыҙҙа берҙән – бер өҫтәлмә белем биреү уҡыу йорто булараҡ, башҡорт телен өйрәнеүҙә белем алыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын, уны уҡырға ынтылып тороуын, икенсе төрлө әйткәндә, “привлекательный” булыуын тәъмин итеү буйынса тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына, мәғариф органдары методистарына сифатлы методик ярҙам күрһәтеү. Яңы уҡыу йылы алдында түңәрәк өҫәлебеҙҙе ойоштороу ҙа шуға бәйле. Беҙҙең институт барлыҡ ғалим – методистар, республика мәғариф органдары етәкселәре, республикабыҙҙың ата- әсәләр һәм педагогик берҙәмлеге менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Әйҙәгеҙ, ошо турала иркенләп һөйләшәйек, фекер алышайыҡ, кәрәкле тәҡдимдәр табайыҡ, хөрмәтле коллегалар!
2. Башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире З.М. Ғәбитованың информатив сығышы. Ул башҡорт телен уҡытыуҙағы өс йүнәлештең үҙенсәлектәренә һәм улар буйынса өлгө программалар һәм методик ҡулланмаларҙың әҙер булыуын һыҙыҡ аҫтына алды. Бынан тыш БМҮИ сайтындағы башҡорт һәм башҡа туған телдәр уҡытыусылары берҙәмлеге алып барылыуға, унда уҡытыусыларҙың актив ҡатнашыуы, фекер алышыу кәрәклеге хаҡында һөйләне.
3. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙың уй-фекерҙәре:
1) Г.А. Раянова, З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте дәреслектәр бүлеге етәксеһе: Беҙҙең З. Биишева ис. “Китап” нәшриәте БР мәғариф минстрлығы заказы менән дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары нәшер итә. Тематик планда 103 дәреслек бар, шуларҙың 93 –ө үтәлгән.
Мәҫәлән, «Әҙәби уҡыу», «Башҡорт теле» (туған телдә уҡытылған башланғыс белем биреүсе кластарҙа, авторҙар төркөмө етәксеһе Ф.Ш. Сынбулатова) дәреслектәре федераль исемлеккә индерелде. Бөгөнгө көндә «Башҡорт теле», «Башҡорт әҙәбиәте», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» РФ Мәғариф һәм фән министрлығында барлыҡ экспертизаларҙы үтте, федераль исемлеккә индерелеүен көтәбеҙ.
2) Ә.М. Йосопова, Өфө ҡалаһының 80–се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
Башҡорт теле уҡытыусыһының эшмәкәрлеге, уларҙың бик тырышып эшләүе хаҡында һөйләне – яҙырға кәрәк!
Балаларҙы башҡорт телен өйрәнһендәр өсөн ҡыҙыҡһындырырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, беҙҙә артта ҡалған уҡыусылар менән өҫтәмә эшләү системаһы булдырағнбыҙ. Тырышып өйрәнеүселәрҙе стимуллаштырыу кәрәк. Бер ҡосаҡ маҡтау ҡағыҙҙары алалар, улар иҫәпкә алынмай.
Р.Г. Мәжитов: - Ә шулай ҙа дәрестәрҙе нисек мауыҡтырғыс итергә, уҡытыуҙың сифатын күтәрергә һуң?
3) Л.Р. Муллағәлиева, Борай башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы: Мин уҡытыу практикамда электрон белем биреү ресурстарын киң ҡулланам, уларҙы маҡсатлы файҙаланыу башҡорт теле дәрестәрен мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итә. Сит телдәр, башҡа предметтар өсөн әҙерләнгән порталдарҙы файҙаланып була. Дәрестә тест һәм башҡа эш төрҙәрен үткәреү өсөн заманса технология бик ҡулай. Иң мөһиме: уҡытыусы эҙләнеүҙән туҡтамаһын.
4) Хажин В.И., п. ф.к.: БРМҮИ–ты уҡыу йылы башында түңәрәк өҫтәл үткәреп бик дөрөҫ эшләй, тап бөгөн кәрәк уҡытыусы өсөн файҙалы булған методик кәңәштәр. Минеңсә, башҡорт телен заманса талаптарға яуап биррелек итеп уҡытыу өсөн уның концепцияһын үҙгәртергә кәрәк. Бөгөн башҡорт телен уҡытыу тулыһынса рус теле методикаһына, тел теорияһына нигеҙләнә. Унда орфограммалар, яҙыу ҡағиҙәләре өҫтөнлөк итә. Башҡорт телен уҡытыуҙа иң тәүҙә белем алыусыларҙың телде белеүенә, телмәр үҫешенә иғтибар итеү кәрәк. Уҡып бөтәләр, ә башҡортса дөрөҫ һәм матур итеп һөйләшкән кеше юҡ. Грамматик ҡағиҙәләрҙе бер кем дә хәтерләмәй. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа сит телдәргә өйрәтеү методикаһы өҫтөнлөк итергә тейеш. Ошо турала 40 йыл сығыш яһап йөрөйөм.
5) Ф.Ш. Сынбулатова, п.ф.к., доцент. Дәреслектәр авторы булып оҙаҡ эшләйем. Минеңсә, бөгөнгө дәреслектәрҙең сифаты бөтөнләй юҡ тип әйтеп булмай. Улар буйынса уҡытыусы ижади эшләй ала. Уҡытыусылар психологик аспектка иғтибар итһен ине, сөнки дәреслек 90 % уға нигеҙләнә. Мине ошо мәсьәлә борсой: ни өсөн федераль исемлеккә ингән, экспертиза үткән дәреслектәр белем биреү ойшмаларына таратылмай ята. Мәғариф министрлығына тендерҙы май айында уҡ үткәреп булмай инеме ни?
6) З. Ғ. Нафиҡова, п.ф.к., доцент: Бөгөн башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреү, яңы технологиялар ҡулланыу буйынса һөйләшеү бик урынлы. Уҡыу йылы башында уҡытыу-методик ҡулланмаларҙың, дәреслектәрҙең һаман да складтарҙа ятыуын ойоштороу эшенең түбән булыуы, тип ҡарайым. Ул ниндәй ғаризалар йыйыу? Мәктәптәрҙең Уставтары юҡмы ни?
7) М.С. Дәүләтшина, п.ф.к., БГПУ доценты: Өфө мәктәптәрендә әлегәсә яңы дәреслектәр юҡ, иҫке дәреслектәр менән уҡыйҙар. Беҙҙең университет башҡорт телен онлайн режимда уҡытыу буйынса дәреслек әҙерләй. Был эштә бөтә уҡыу йорттары белгестәре лә ҡатнашһа, насар булмаҫ ине.
8) М.Х. Иҙелбаев, ф.ф.д., профессор: Алға киткән илдәрҙә, мәҫәлән, АҠШ, Финляндияла телдәрҙе өйрәнеүгә етди иғтибар бирәләр, һәр кем үҙ телен өйрәнә ала. Бөгөн беҙгә башҡорт телен уҡытыуҙы ҡыҙыҡлы итеп ойоштору зарур. Башҡорт телен рус кешеһенә лә өйрәнеү мөмкин, Бөрйән миҫал була ала. Бик ҡыҙыҡ: туған телебеҙ инглиз фонетикаһана яҡын, уртаҡ һүҙҙәр күп. Интернет селтәрҙәрен дөрөҫ файҙаланыу ҙа мөһим.
9) Хөснетдинова Ф.А., ф.ф.к., доцент: Әҙәбиәт уҡытыу методикаһын заман талаптарына күтәрергә кәрәк, сөнки М.Ғ. Ғималова, Б.Б. Ғафаровтар ҡулланмаһы буйынса өйрәнәбеҙ. Беҙгә бергәләшеп "Башҡорт телен уҡытыу методикаһын”, “Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһын” яҙа башларға кәрәк!
10) Р.М. Алламоратова, ф.ф.к, Р. Ғарипов исемендәге 1 –се гимназия-интернат уҡытыусыһы: Авторҙарҙан заманса дәреслектәр көтәбеҙ. Йәнә уҙған осорҙа республикала уҡытыусылар конференциялары һирәк үткәрелеүе беҙҙе бер ни тиклем борсой, сөнки конференциялар - улар тәжрибә мәктәбе. Ғилми-методик сығыштар, әсыҡ дәрестәр ҡарап, уҡытыусы ғилми, методик яҡтан да үҫә. Конференцияларҙа беҙ тәжрибә туплай инек. Мәғариф министрлығы шуларҙы ҡайтанан тергеҙһә, яҡшы булыр ине.
11) Каримов С.Ғ., «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы редакторы: Бөгөнгө түңәрәк эшен хуплайым, бик ваҡытлы үткәрелә. Ғалим-методистар менән бер рәттән танылған уҡытыусылар ҡатнашыуы ла һәйбәт. Журналыбыҙҙа 6 телдә материалдар баҫабыҙ, был һирәк күренеш. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашһа ине, сөнки һеҙҙән мәҡәләләр күп килә, тип булмай. Ғөмүмән, хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә отошло буласаҡ.
12) Хәбибов Л.Ғ., профессор, ф.ф.к. Беҙҙең авторҙар төркөмө Башҡортостанда татар телен өйрәнеүсе 5 – 7 кластар өсөн дәреслек, уҡыу комплекттары әҙерләй. Мәғариф министрлығы менән килешеп, республика компонентына таянған әсбаптар улар. Ерле материал файҙаланыуҙы дөрөҫ тип һанайбыҙ.
Йомғаҡлау һүҙе менән башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире, профессор З.М. Ғәбитова сығыш яһаны, түңәрәк өҫтәлдең файҙалы булыуын һәм бындай сараларҙың институтта киләсәктә лә дауам ителеүен хәбәр итте.
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Новости

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

30 августа 2017 в 17:23
Обязательное изучение национальных языков, являющихся в субъектах РФ государственными, само по себе не нарушает прав школьников. Об этом министр образования и науки РФ Ольга Васильева заявила 30 августа на Общероссийском родительском собрании, передает ИА REGNUM.

Она напомнила о вердикте Конституционного суда РФ. Он ранее пришел к выводу, что само по себе изучение татарского языка в школах Татарстана не нарушает права каждого на свободный выбор языка воспитания и обучения, если оно не препятствует сдаче экзаменов и поступлению в вузы.

"У нас многонациональная, многоконфессиональная страна. Мне кажется, что доброжелательность, знание культуры живущего рядом, знание языка на бытовом уровне... Мне кажется, это не совсем правильно, если ты родился и живёшь на территории Башкирии или Татарстана и не знаешь языка", — сказала Васильева.

При этом она подчеркнула, что каждую конкретную ситуацию нужно рассматривать отдельно. Васильева призвала адресовать просьбы на ее имя. "И мы будет разбираться, в чём нарушения", — заключила она.

Ранее Ольге Васильевой пожаловались на ситуацию с изучением неродных языков в школах Татарстана. "Комитет русскоязычных родителей Татарии" заявлял, что в республике "остается фактом принудительное изучение татарского языка и татарской литературы за счет компонента "Родной язык" и "Литературное чтение" на родном языке".
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты ректораты, башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы хеҙмәткәрҙәре барлыҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын, мәғариф идаралыҡтары методистарын, ата - әсәләрҙе яңы 2017 - 2018 - се уҡыу йылы менән ҡайнар ҡотлай! Барлыҡ коллегаларға күңел тыныслығы, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереүҙә, уны уҡытыуҙың сифатын юғары кимәлгә күтәреүҙә уңыштар теләй! Республикабыҙ Башлығы Р.З. Хәмитов хаҡлы: "Башҡорт теле бар, булды, буласаҡ! Башҡорт телен өйрәндек, өйрәнәбеҙ, өйрәнәсәкбеҙ!"
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

30 августа сәғәт 11. 00 - ҙә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа заманса талаптар" темаһы буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрә.Ул тура бәйләнеш режимында барасаҡ. Сарала дәреслектәр авторҙары, ғалим - методистар, алдынғы тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары ҡатнашыуы көтөлә.Түңәрәк өҫтәл темаһы бик актуаль, сөнки Август кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы башлығы Р.З. Хәмитов башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа иң алдынғы технологиялар ҡулланыу, уҡытыусыларҙың методик оҫталығын даими күтәреү, дәрестәрҙең ҡыҙыҡһыныу, белем алыуға теләк булыҙы тәъмин итеү бурысын ҡуйҙы. Шуға күрә түңәрәк өҫтәл заманса талаптарға яуап бирерҙәй эшлекле тәҡдимдәр формалаштырасаҡ. Материалдар, сығыштар институт сайтында торасаҡ. Ф. Санъяров
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. »

28-30 июня Министерство образования Республики Башкортостан проводит XIX Республиканский конкурс юных сказителей эпического сказания "Урал батыр".
В конкурсе примут участие 28 команд, 109 обучающихся из муниципальных районов и городских округов республики, показавшие лучшие результаты в зональных этапах конкурса. Гостем конкурса станет обучающийся из Аргаяшского района Челябинской области.
Место проведение – оздоровительно-воспитательный лагерь "Агидель" муниципального района Бурзянский район.
Церемония открытия конкурса состоится 28 июня в 13.00 часов, закрытие конкурса – 30 июня в 11.00 часов.
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

СТЕНА

Арабызда таулар түгел,
Таштан торган стена.
Нишләсәм дә җимерелмәс
Төсле тик ул миңа.

Арабызда диңгез түгел,
Таштан торган стена.
Тагын гасыр торыр сыман,
Юкка чыкмас сиңа.

Кавышалмый яшьлек үтә
Кем гаепле моңа?
Чүлләр кичкән җил җаваплый:
«Стена. Стена. Стена».
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

2016-2017 -се уҡыу йылы тамамланып бара, БМҮИ - ның башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы хеҙмәткәрҙәре республика урта уҡыу йорттарында БР мәғариф минстрлығының БДИ комиссиялары ағзалары составында имтихандарҙа ҡатнаша. Был ауыр ҙа, яуаплы ла эш, әммә бик кәрәкле бурыс. Кафедра уҡытыусылары, ғәҙәттәгесә, ҙур яуаплылыҡ менән, намыҫ менән башҡара ҡушылғанды. Барлыҡ коллегаларға уҡыу йылын уңышлы тамамлауҙарын, йәййөрөмдө(отпуск, Ж.Ғ. Кейекбаев) һаулыҡтарын нығытыу өсөн файҙаланыуын теләйем! Эҫе көйө генә һеҙгә шиғри күстәтәнәсем:

Яуаплылыҡ

Ҙурҙан ҡубамын мин һәр эшемдә,
Тотонмайым еңел – елпенән.
Ялыҡтырғыс, ябай хеҙмәтте лә
Әллә ниҙәй күреп елкенәм.
«Тырыш булһаң, эш ҡарышмай, тиҙәр!», -
Халҡым аҡылы сыҡмай аңымдан.
Беләгеңдә көс - ҡеүәтең кәрәк,
Йөрәк ҡаҡһын теләк - ялҡындан!
Ғүмер буйы теләп атҡарамын
Белем эстәү, һабаҡ биреүҙе.
Ғилем үрҙәренә артылғанда,
Буш итмәгән бәхет берәүҙе!
Иңдәремә йәнә йөкмәп алдым
Вазифаның ерҙә иң дәүен.
Халҡым рухиәтен байытҡанда,
Бер елғыуар тугел илдә мин!..
Яуаплылыҡ тигән оло тойғо
Һеңгән, ахры, минең ҡаныма.
Алда байтаҡ эштәр башҡарғанда,
Маяҡ булһын, тимен, юлыма!

Фәнзил Санъяров. 30. 05. 2017
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»