Новости
-
Сулейманов Р.Ф.
- Сообщения: 264
- Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40
Re: Новости
2017 йылдың 18 майында Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтында Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РФ – ның урта дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, 18 йыл буйы мғариф министры урынбаҫары булып эшләгән, бөгөн мәғариф министрлығының Ветерандар советы президиумы рәисе, БМҮИ доценты М.Б. Юлмөхәмәтовтың 70 йәшлек юбилей кисәһе булып үтте. Чәй табыныннан соң туган шигырь:
Син ясаган чәйнең тәме башка
Син ясаган чәйнең тәме башка,
Бер йотымнан җанга ут алдым.
Күзләреңнән күзем алмыйм хәзер,
Кәсәдәге чәйгә ни салдың?
Тутырыплар шикәр салмагансың,
Шикәрле чәй бик еш эчелә.
Шикәрсез дә татлы чәйне эчү
Тәүге тапкыр гомер эчендә.
Мәтрүшкәләр исе килми чәйдән,
Телем-телем лимон салмагансың,
Ә мин аны йотылыплар эчәм,
Нәрсәсенә чәйнең алданамсың?
Балның тәме калмый иреннәрдә,
Баллы чәйгә күптән күнегелгән.
Сихер көче түгел микән диеп,
Шикләнепләр куям күңелемнән.
Син ясаган чәйнең тәме башка,
Акылымны җуйдым, буталдым.
Ә син бары җан җылыңны салып,
Миңа дигән чәйдә бутадың.
Син ясаган чәйнең тәме башка
Син ясаган чәйнең тәме башка,
Бер йотымнан җанга ут алдым.
Күзләреңнән күзем алмыйм хәзер,
Кәсәдәге чәйгә ни салдың?
Тутырыплар шикәр салмагансың,
Шикәрле чәй бик еш эчелә.
Шикәрсез дә татлы чәйне эчү
Тәүге тапкыр гомер эчендә.
Мәтрүшкәләр исе килми чәйдән,
Телем-телем лимон салмагансың,
Ә мин аны йотылыплар эчәм,
Нәрсәсенә чәйнең алданамсың?
Балның тәме калмый иреннәрдә,
Баллы чәйгә күптән күнегелгән.
Сихер көче түгел микән диеп,
Шикләнепләр куям күңелемнән.
Син ясаган чәйнең тәме башка,
Акылымны җуйдым, буталдым.
Ә син бары җан җылыңны салып,
Миңа дигән чәйдә бутадың.
-
Сулейманов Р.Ф.
- Сообщения: 264
- Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40
Re: Новости
"Ватандаш" (№ 5, 2017) журналының яңы һанында уҡытыусыларҙың иғтибарын йәлеп итер материлдар байтаҡ. Мәҫәлән, т.ф.д.,БМҮИ профессоры, тарих кафедраһы мөдире М.А. Бикмәевтың "Маршал Шапошников - Башҡортостандан" мәҡәләһе донъя күрҙе. Легендар штабист, СССР маршалы Б.М. Шапошников Өфө губернаһы Злотоуст ҡалаһында тыуған, йәмәғәте Өфө ҡыҙы була. Урыҫ кешеһе башҡорт телен дә яҡшы белгән, - ти автор. Мәҡәләне уҡыһағыҙ, бик күпте беләсәкһегеҙ.Ошо уҡ һанда журналист, редактор, ф.ф.к. Рәшиҙә Мәһәҙиева ойошторған ВУЗ һәм мәктәп бәйләнеше тураһындағы форум материалы бар. Был мәҡәләлә ҡкатнашыусылар хәҙерге белем биреү, БДИ, юғары уҡыу йорттарына инеү, һөнәр һайлау кеүек күп һанлы һәм ҡатмарлы мәсьәләләр хаҡында бәхәсләшә. БМҮИ доценты, ғилми секретарь, ф.ф.к. М.В. Иркәбаева үҙ ҡарашын сағылдыра. Уҡып, танышып сығыу һис тә зыян булмаҫ, коллегалар! Ғөмүмән, ваҡытылы матбуғат, башҡорт баҫмаларын уҡып барыу - тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының мөҡәддәс бурысы ул.
-
Сулейманов Р.Ф.
- Сообщения: 264
- Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40
Re: Новости
2017 йылдың 18 майында Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтында Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РФ – ның урта дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, 18 йыл буйы мғариф министры урынбаҫары булып эшләгән, бөгөн мәғариф министрлығының Ветерандар советы президиумы рәисе, БМҮИ доценты М.Б. Юлмөхәмәтовтың 70 йәшлек юбилей кисәһе булып үтте. Мәғариф уҙаманын БР мәғариф министры урынбаҫары В.Ф. Вәлиева, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, профилле комитет рәисе Э.Р. Аитҡулова, БР ФА – һы президенты, академик Ә,С. Ғаязов, БМҮИ проректоры, с.ф.к. К.Ж. Дәүләтова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәисе, депутат, а.х. ф. докторы, професссор Ә.М. Ишемғолов, элекке министрҙар С.Ғ. Сөләймәнова, Ғ.М. Мөхәмәтйәнова, кафедра мөдире, профессор З.М. Ғәбитова, «Башҡортостан уҡытыусыһы»журналы редакторы С.Ғ. Кәримов, профессорҙар М.Ғ. Усманова, С.Ә. Мөхәмәтйәнов, күп һанлы коллегалары, яҡташтары, республика башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡайнар ҡотланы. Юбиляр уҡытыусы хеҙмәтенә һоҡланыуын, мәғарифҡа ихлас хеҙмәт итеүенән, республика етәкселәренең үҙ эшенә юғары баһа биреүенән ҡәнәғәтлек кисереүен белдерҙе.
Ошо уҡ көндә БМҮИ республикабыҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән яңы уҡыу – уҡытыу комплекттары: ҡулланыу практикаһы, перспективалары» темаһына семинар ойошторҙо. Унда доценттар Ф.Б. Санъяров «Эссе: уны нисек яҙырға?», Ә.Ғ. Илмөхәмәтов «Дәрестә ИКТ файҙаланыуҙың эффектлылығы», М.Б. Юлмөхәмәтов «Яңы уҡыу – уҡытыу комплеттарының үҙенсәлеге, уның менән эшләү алымдары», редакторыбыҙ «Журналда уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһен яҡтыртыу » темалары буйынса сығыш яһаны. Кафедра мөдире, профессор З.М. Ғәбитова семинарға йомғаҡ яһап, уның эшлекле һәм файҙалы булыуын билдәләне. Беҙҙең сараларҙа ҡатнашҡан коллегаларға, ҡунаҡтарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ!
Ошо уҡ көндә БМҮИ республикабыҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән яңы уҡыу – уҡытыу комплекттары: ҡулланыу практикаһы, перспективалары» темаһына семинар ойошторҙо. Унда доценттар Ф.Б. Санъяров «Эссе: уны нисек яҙырға?», Ә.Ғ. Илмөхәмәтов «Дәрестә ИКТ файҙаланыуҙың эффектлылығы», М.Б. Юлмөхәмәтов «Яңы уҡыу – уҡытыу комплеттарының үҙенсәлеге, уның менән эшләү алымдары», редакторыбыҙ «Журналда уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһен яҡтыртыу » темалары буйынса сығыш яһаны. Кафедра мөдире, профессор З.М. Ғәбитова семинарға йомғаҡ яһап, уның эшлекле һәм файҙалы булыуын билдәләне. Беҙҙең сараларҙа ҡатнашҡан коллегаларға, ҡунаҡтарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ!
-
Сулейманов Р.Ф.
- Сообщения: 264
- Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40
Re: Новости
Ҡотлайбыҙ!
Идара йортонда Яҙыусылар союзына яңы ағзалар ҡабул итеү буйынса комиссия төҙөгән исемлек раҫланды. Улар - шағирә (рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Ҡырмыҫҡалы районы), прозаиктар Миләүшә Ҡаһарманова, Рәзилә Рыҫҡужина(Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты), Раят Вәлиев (Межгорье), Ғабдулла Вафин (Бәләбәй), Мансур Һиҙиәтов (Белорет), Зөфәр Толомғужин (Мәләүез), проза һәм балалар әҙәбиәте яҙыусылары Гөлнара Мостафина, Венер Исхаков(Өфө), төркитәсе, әҙәбиәт белгесе, тәржемәсе Әхәт Сәлихов, шағир, әҙәби тәнҡитсе һәм публицист Фәнзил Санъяров (Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты), шиғриәт һәм проза өлкәһендә эшләүсе Вадим Богданов (Өфө). "Ағиҙел" журналы, № 5, 2017. - 191 б.

Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты ректораты, башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы коллективы, республикабыҙҙың күп һанлы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары исеменән Салауат Юлаев премияһы лауреаты Хәсән Назарҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Новости
Хөрмәтле туған тел уҡытыусылары! Фангиза Рафаэловнан Булат Солтангәрәев исемендәге республика конкурсына ҡатнашырға саҡыра. Солтангәрәев Булат Әмир улы тураһында яҡты иҫтәлектәр беҙҙең күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр. Ул бала саҡтан башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын яратып, музыка ҡоралдарында оҫта уйнаусы, башҡорт телендә бик күп шиғырҙарҙы яттан һөйләүсе, бөтә сараларҙа ла актив ҡатнашыусы бик итәғәтле, аҡыллы бала булып үҫте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере фажиғәле өҙөлдө.
Булаттың рухына бағышланған сарала ҡатнашайыҡ, хөрмәтле коллегалар!
Фәнгизә Рафаэловнаның һеҙгә мөрәжәғәте:
Хөрмәтле башҡорт теле уҡытыусылары!Бына өсөнсө йыл инде "Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһы" иғлан ителә. Булат минең уҡыусым ине. Ул бала ғына саҡтан илем, телем, халҡым тип янды, борсолдо. Башҡорт теле уҡытыусылары һеҙ ҙә ошо конкурсҡа уҡыусыларығыҙҙың эштәрен ебәрһәгеҙ ине. мин һеҙгә "Йәшлек" гәзитенән республика тураһында белешмә ебәрәм!
Ижади бәйгебеҙ башланды!
Ижади бәйгебеҙ башланды!Егеттәр һәм ҡыҙҙар! Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына эштәрегеҙҙе ебәрегеҙ, ҡатнашығыҙ!
Рәсәй Журналистар союзының “Бөтә Рәсәй – 2015” XIX матбуғат фестивале лауреаты, Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына конкурсты “Йәшлек” гәзите редакцияһы өсөнсө йыл рәттән үткәрә. Уҡыусыларҙы дәртләндереүгә, уларҙың ижади үҫешенә булышлыҡ итеүгә арналған акция, шулай итеп, гәзитебеҙҙең йыл да ҡабатланған бик матур йолаһына әйләнде.
Ике йыл дауамында конкурста йөҙҙән ашыу 10 – 11-се класс уҡыусыһы, шулай уҡ колледж-училище студенттары ла ҡатнашты. Улар йәштәрҙең мөһим проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын күрһәткән мәҡәләләр, шиғырҙар, төрлө проекттар тәҡдим итте. Конкурсанттар гәзит уҡыусыларын, аҙаҡтан баһалама ағзаларын ҡыҙыҡлы фекерҙәре, яңы идеялары менән таң ҡалдырҙы. Уларҙа Булат Солтангәрәевтың изге эштәрен һәм идеяларын дауам итеү теләге сағыла.
Быйылғы бәйгенең шарттары шул уҡ ҡала. 10 – 11-се класта уҡыусыларҙың эштәре 2017 йылдың Һуңғы ҡыңғырау байрамына тиклем ҡабул ителәсәк, лауреаттар ҙа шул мәлдә асыҡланасаҡ. Беренсе урын яулаусыға – 10 мең, ике икенсе урынға – бишәр мең, өс өсөнсө урынға өсәр мең һум күләмендәге премия тапшырыласаҡ. Дәғүәселәр ижад емештәрен “Бәйләнештә” селтәрендәге “Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы”, гәзитебеҙҙең “Йәшлек” гәзите – газета “Йэшлек” төркөмдәренә, проектты алып барыусы Айбулат Ишназаровҡа ебәрә ала. Конкурста ҡатнашыусы һәр егет-ҡыҙға иҫтәлекле бүләк һәм Шөһрәтнамә тапшырыласаҡ.
Эштәрҙе ебәргәндә үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреү талап ителә. Унда уҡыуҙағы уңыштарығыҙ һәм йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуығыҙ тураһында яҙырға онотмағыҙ. “Бәйләнештә”ге сәхифәләрегеҙ асыҡ, хәбәр яҙыу мөмкинлеге лә булһын (асыҡ “личка”).
Булат Солтангәрәев милләтебеҙҙең аҡыллы, алдынғы ҡарашлы, итәғәтле, белемле, илһөйәр рухлы егете ине. Илебеҙҙе хәстәрләп, уға яҡты киләсәк юрап йәшәне, Башҡортостаныбыҙҙың киләсәген уйланы, һәр яҡтан файҙалы булырға тырышты. Төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашты, олимпиадаларҙа еңелеү белмәне. Спортҡа ла маһир булды ул. Үкенескә күрә, бынан биш йыл элек көтөлмәгән фажиғә 17 йәшлек Булаттың ғүмерен өҙҙө.

Давлетова Лилия
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 21 апр 2017, 16:56
Re: Новости
1. Һеҙҙең өсөн курстың төп һөҙөмтәләре нимәнән ғибарәт? Уларға Һеҙ нисек һәм нимәләр ярҙамында ирештегеҙ?
- Минең өсөн дистанцион курстар башҡорт теле уҡытыусылары өсөн бик фәһемле, файҙалы һәм бай йөкмәткеле, тип уйлайым. Беҙ үҙебеҙҙең мәктәптәрҙә уҡыу процесын өҙмәйенсә, дәрестәрҙе ваҡытында үткәреп, шул уҡ ваҡытта курс эштәрен дә башҡарып барҙыҡ. Минең уйлауымса, курс етәкселәребеҙҙең ошондай дистанцион курстар ойоштороуо бик тә отошло булды.
2. Үҙегеҙ өсөн ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ? Үҙ тәжрибәгеҙгә өҫтәп тағы нимәләр эшләргә өйрәндегеҙ?
- Мин ошо курстарҙан үҙем өсөн, эшем өсөн бик күп мәғлүмәттәр алдым. Беренсенән, башҡорт теле уҡытыусылары менән тәжрибә уртаҡлаштым; икенсенән, үҙемдең проект эштәрем менән дә бүлештем; өсөнсөнән, интернет селтәрҙәре аша төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр таптым. Мин эксель программаһы менән эшләргә, диаграммалар төҙөргә өйрәндем. Курс етәкселәренә ҙур рәхмәтемде белдерәм!
3. Курс башында ҡуйған маҡсаттарығыҙға тулыһынса ирештегеҙме? Билдәләп сығығыҙ:
- Эйе, мин курс башында ҡуйған маҡсаттарға ирештем, Һуңлап ҡына курс эштәрен башҡара башлаһамда бөтә эшбиремдәрен дә эшләп өлгөрҙөм.
а) ҡуйған маҡсаттарығыҙға ни кимәлдә ирештегеҙ?
- юғары кимәлдә ирештем;
б) ниндәй ысулдар ярҙамында был маҡсаттарығыҙға ирештегеҙ?
- Мин үҙемдең тәжрибәмдән сығып, дәреслектәр аша һәм интернет селтәрҙәре аша ҡуйған маҡсаттарға ирештем.
в) был маҡсаттарға ирешеүҙә килеп тыуған ҡаршылыҡтар һәм ауырлыҡтар.
- Минең өсөн курс эштәрен башҡарғанда ҡаршылыҡтар ҙә, ауырлыҡтар ҙә булманы.
4. Курс барышында тыуған хис-тойғоларығыҙҙың, тәъҫораттарығыҙҙың үҙгәреш динамикаһын әйтеп үтегеҙ, был кисерештәрегеҙҙең үҙгәреше ни сәбәптәргә бәйле?
- Миңә дистанцион курстар бик оҡшаны. Бирелгән эштәрҙе лә теләк менән, һөйөнөп башҡарҙым.
5. Һеҙҙең өсөн бик мөһим тип һанаған материалдарға үҙ фекерегеҙҙе еткерегеҙ:
а) биремдәрҙең йөкмәткеһе, теория, контроль эштәр һ.б.
- минең өсөн иң мөһим эш – ул контроль эштәр.
б) үҙ аллы өйрәнеү өсөн материалдарҙың йөкмәткеһе һәм сифаты.
- уҡытыусы үҙ аллы мәғлүмәт туплаһа, эҙләнһә был саҡта уның аң –белеме байый, тәжрибәһе арта.
6. Курстар барышында үҙләштергән белемдәрегеҙҙе ғәмәлдә ҡулланыу буйынса пландарығыҙ һәм маҡсаттарығыҙ.
- Мин дистанцион курстарҙа алған белемдәремде үҙемдең дәрестәремдә, кластан тыш сараларҙа һәм йола байрамдары үткәргәндә файҙалана алам. Уҡыусылар менән төрлө проект эштәре башҡарып, уларҙәң белемдәрен, һөйләү һәм яҙыу телмәрҙәрен үҫтерәм.
7. Эш тәжрибәгеҙҙе һәм белемдәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу буйынса ниндәй стратегик педагогик маҡсаттар менән йәшәйһегеҙ?
- Минең маҡсаттарым рус, мари, татар һәм башҡа милләт балаларын башҡортса аралашырға, һөйләшергә өйрәтеү. Тыуған илгә, тыуған ергә, халыҡтарға, бер-береңә, башҡорт теле дәресенә һәм милли байрамдарға ҡарата, һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.
8. Ниндәй юлдар менән үҙ пландарығыҙҙы тормошҡа ашырырға йыйынаһығыҙ.
- Мин дәрестәрҙә электрон дәреслектәр, аудио-видеояҙмалар, интернет селтәрҙәре аша мауыҡтырғыс эш алымдары, башҡортса йырҙар өйрәтеп уҡыусыларҙы башҡорт теленә өйрәтәм.
9. Ошо стартегик маҡсаттарығыҙҙан сығып яҡын арала бойомға ашырырға теләгән ниәттәрегеҙ, үткәрергә планлаштырған сараларҙың маҡсаттарын билдәләгеҙ. Темаһын һәм көтөлгөн продукцияһын атағыҙ.
- Мин май айы башында мәктәптә уҡыусылар менән башҡорт йола байрамы “Ҡарҡа бутҡаһы” һәм “Кәкүк сәйе” байрамдарын үткәрергә планлаштырҙым. Балалар башҡорт халҡының милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белергә тейеш. Был байрам аша мин уҡыусыларҙа Тыуған илгә, тәбиғәткә һәм ҡоштарға ҡарат ихтирам, һөйөү һәм һаҡсыллыҡ тәрбиәләйем. Ошондай байрамдарҙа уҡыусылар башҡорса шиғырҙар һөйләйҙәр, теләктәр әйтәләр, йырҙар йырлайҙар һәм башҡорт уйындарында әүҙем ҡатнашалар.
10. Еткерергә теләгән теләктәрегеҙ:
а) үҙегеҙгә,
- Мин курстаҙа башҡа уҡытыусылар менән аралашҡанға, фекерҙәр менән уртаҡлашҡанға бик шатмын.
б) коллегаларығыҙға,
- Мин башҡорт теле уҡытыусыларына таҙалыҡ-һаулыҡ, ижади уңыштар, аҡыллы уҡыусылар, имен тормош һәм ғаилә бәхете теләйем.
в) курс буйынса ситтәге коллегаларығыҙға,
- Мин ситтәге коллегаларыма лашулай уҡ таҙалыҡ, ижади уңыштар, аҡыллы уҡыусылар, имен тормош һәм ғаилә бәхете теләйем
г) курс етәкселәренә.
- Хөрмәтле курс етәкселәре, Әхәт Ғәлимович! Мин һеҙгә ошондай матур, бай, мауыҡтырғыс дистанцион курстар ойошторғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм! Курстар бик матур үтте. Һеҙгә эшегеҙҙә ижади уңыштар, таҙалыҡ, именлек, ғаилә бәхете һәм тыныс тормош теләйем! Ҙур рәхмәт һеҙгә!

Уҡытыусымын!Һөйөнөп эшкә барам,
Байрам кеүек миңә һәр көнөм.
Балалар һәм мәктәп- бар байлығым,
Үҙем тапҡан бәхет бөртөгөм.
Уҡытыусымын! Сәскә орлоҡтарым
Аҡыл емешенә әйләнгән.
Сөнки илем, халҡым киләсәге
Минең хеҙмәтемә бәйләнгән.
Мин үҙ эшемдә телмәр үҫтереү сараһы итеп ижади эш төрҙәрен ҡулланам. Телде һис шикһеҙ башҡа предметтар менән бәйләп уҡытыу кәрәк. Ул тыуған ер менән дә, сәнғәт менән дә, халыҡ ижады менән дә бәйле булырға тейеш тип һанайым. Тыуған ер менән бәйләп уҡытыу илһөйәрлек, ерһөйәрлек хисе тәрбиәләһә, сәнғәт менән бәйләп уҡытыу күңел нескәлектәрен үҫтерә. Әҙәбиәт менән параллель алып барыу телдең матурлығын, нескәлеген, нәфислеген, һығылмалылығын төшөнөргә ярҙам итә. Ә һүҙҙең мәғәнәһен төшөнөү телде өйрәнеүгә этәргес бер фактор булып тора. Халыҡ аҡылына мөрәжәғәт итеү бала күңелендә дөйөм кешелек ҡиммәттәрен, әҙәп-әхлаҡ нормаларын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ижади эштәр уҡыусының телмәр мәҙәниәтен үҫтерә. Уҡыусының телмәре байый, интонация яғынан йәнләнә, монолог йә диалог телмәре камиллаша, телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуы арта. Ижади эштәр шулай уҡ уҡыусының күңел хистәрен формалаштырыуға, асыуға ярҙам итә. Уҡыусы телмәрҙе аңлау күнекмәһенә эйә була. Класс йәки тамашасы алдында сығыш яһау практикаһын ала. Һәм, ниһайәт, коммуникатив һәләте формалаша. Йәғни аңлы рәүештә һөйләшеү, аралашыу практикаһы булдырыла, телмәре йомшара.
Ижади эш төрҙәрен дөрөҫ һәм файҙалы итеп ҡулланыу заман уҡытыусыһының профессиональ йөҙөн билдәләй. Ижади фекер йөрөтөүсе, ижади эшләүсе уҡытыусы заман талаптарына яуап биреүсе ысын уҡытыусы. Ә ысын уҡытыусы, иң беренсе, үҙе туған телен яратырға, уның өсөн утҡа-һыуға инергә, теле өсөн ҡалҡандай торорлоҡ шәхес булырға тейеш.
Белем алыу процесында уҡыусы уҡытыусы менән бәйләнештә эшләй. Уҡыу барышында һәр уҡыусы үҙенең шәхси мөмкинлегенән сығып белем ала: кем өсөндөр уҡыу еңел генә бирелә, ҡайһы берәүҙәр бик күп көс сарыф иткәндә генә уңышҡа өлгәшә, ә кемгәлер был предмет бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел. Шуның өсөн заман талаптарына ярашлы итеп дәрес үткәреү проблемаһы тыуа.
Дәрестәремдә түбәндәге технологияларҙы ҡулланам:
Проектлау технологияһы.
Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы.
Проблемалы уҡытыу технологияһы.
Башҡорт теле дәрестәрендә уйындарҙы файҙаланыу.
Мәғлүмәти-коммуникатив, компьютер технологиялары.
Халыҡ педагогикаһы алымы.
Техник саралар.
Дәрес башында ҡуйылған проблеманы хәл итеү уҡыусыларҙың фекерләүен үҫтерә, уларҙың белем алыуға булған теләген арттыра, уҡыу процесына ҡыҙыҡһыныу уята һәм үҙ аллы эшләү күнекмәләре бирә.
Бындай ижади эш төрҙәре уҡыусының фантазияһын байыта, тормошҡа ҡараш даирәһен киңәйтә, логик фекерләү һәләтен үҫтерә. Шулай уҡ бала үҙаллылығы тәрбиәләнә, өҫтәмә белем алыу мөмкинлектәре һәм даирәһе арта, фекерен, уйын дөрөҫ итеп әйтә, дәллиләй, аңлата ала. Бындай ижади эштәрҙә уҡыусының тормошҡа ҡарашы, күңел хистәре, уйҙары ла киң, асыҡтан-асыҡ сағыла. Билдәле педагог Л.В Занков: “Һәр яҡшы үҫешкә, рухи байлыҡҡа көсләп өлгәштереп булмай, кеше үҙе ынтылырға тейеш” – тигән. Дәрестәге һәр яңылыҡ баланың яңы белем алыуға ынтылышын арттырырға тейеш.
Шәхесте үҫтереүҙең төп факторы – эшмәкәрлек. Эшмәкәрлек – баланың уйы, уҡыуы, һөйләүе, фекерләүе ул. Эшмәкәрлек процесында баланың үҙ аллы белем һәм тәрбиә алыу мәсьәләләрен Л.С.Выготский, Л.В.Занков, А.Н.Леонтьев, В.В.Давыдов, Д.Б.Эльконин кеүек билдәле педагогтар төплө өйрәнгән. Улар эшләгән теоретик нигеҙҙәр шәхес үҫтереүҙә мөһим урын биләй. Әммә кеше үҙ халҡының быуындан-быуынға күсә килгән рухи байлығына эйә булғанда ғына, шул нигеҙҙә тәрбиә алғанда ғына эске күңел донъяһы тейешле йүнәлештә үҫешә, тулы мәғәнәлә ижади һәләте асыла икәнлеген онотмаҫҡа кәрәк.
В.А. Сухомлинский: “Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”, - тигән. Тимәк, бөгөнгө дәрестәрҙә заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланыу талап ителә.
Шулай итеп, башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереүҙең төп сараһы итеп ижади эш төрҙәрен ҡулланыу, ысынлап та, үҙ һөҙөмтәһен бирә. Уҡыусының башҡорт теленә ҡарашы, мөнәсәбәте үҙгәрә, шәхси һыҙаттары ла формалаша. Уҡыусының телмәр мәҙәниәте үҫә, улар үҙҙәренең фекерҙәрен аныҡ итеп һөйләү һәм яҙыу күнекмәләренә эйә була. Уҡыусыларҙың бер-береһенең теленә, мәҙәниәтенә, милләтенә ихтирам тәрбиәләнә.
Беҙ, тел уҡытыусылары, һүҙ сәнғәте менән идара итеүселәр, телебеҙҙең матурлығын, нескәлеген, һығылмалылығын аңлатырға бурыслы. Халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йыйылған зирәк аҡылын, күңел юғарылығын һәм бөтөнлөгөн, изге ғәмәлдәрен һаҡларға, өйрәнергә, өйрәтергә бурыслы. Был уҡытыусы вазифаһының асылын тәшкил итеүсе мөһим факторы.
Уҡыусыларыбыҙҙа милли рух, милли ғорурлыҡ тәрбиәләү, телебеҙҙе башҡа милләт кешеләре лә өйрәнһен, яратһын өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға, көсөбөҙҙө йәлләмәй тырышып эшләргә кәрәк. Ә һөҙөмтәләр көттөрмәйәсәк!

Үҙем менән бер гимназияла, ун йылдан артыҡ бергә эшләгән коллегам, Садыҡова Гөлназ Мөхәмәт ҡыҙының интернет селтәредәге мәҡәләһен һеҙгә тәҡдим итәм!
Г.М.Садыҡова.
Башҡорт теле дәрестәрендә Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарын тормошҡа ашырыу
Бөгөнгө көн мәктәбенең һәм Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының талабы, мәғәнәһе, бурысы һәм төп йүнәлеше – ысын шәхес тәрбиәләү. Үҙ иленә, тыуған төйәгенә, уның тәбиғәтенә, туған халҡына, уның рухи байлығына, туған теленә оло ихтирам, тәрән һөйөү тәрбиәләү – уҡытыусылар алдына ҡуйылған маҡсат. Уҡыусы һәм уҡытыусы хеҙмәттәшлеге аша ғына ошо маҡсаттарға ирешеп, ысын шәхес тәрбиәләп була.
Икенсе быуын дәүләт стандарттарына ярашлы тел предметтарын өйрәнеү баланы уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеүсе, шул иҫәптән уҡыуҙа универсаль эш төрҙәрен формалаштырыусы яңы технологияларға нигеҙләнә.
Шәхесте үҫтереүҙең төп факторы – эшмәкәрлек. Эшмәкәрлек процесында уҡыусыны яңы аң-белемгә өлгәштереү һәм тәрбиәләү мәсьәләләрен Б.Г. Ананьев, Л.И.Божович, С.С.Выготский, П.Я. Гальперин, В.В.Давыдов, Л.В.Занков, А.М. Асмолов, Д.Б. Эльконин һәм башҡа билдәле ғалимдар, күренекле психологтар төплө өйрәнгән. Был өлкәлә шулай уҡ үҙебеҙҙең башҡорт ғалимдары А.З. Рахимов, В.П. Сухов, педагогия фәндәре кандидаттары С.С. Печугин, Сынбулатова Ф.Ш., Дәүләтшина М.С., Мәүлийәрова Ә.Т., Ғәбитова З.М. һәм башҡаларҙың хеҙмәттәренән дә эшмәкәрлекле уҡытыу буйынса мәғлүмәттәр алыу мөмкинселеге бар. [1].
Рус мәктәптәрендә туған телгә өйрәтеүҙең уңышлы һәм һөҙөмтәлелеге ниндәйҙер дәрәжәлә методик яҡтан дөрөҫ, грамоталы төҙөлгән мәктәп программаһынан һәм дәреслектәр менән бәйле. Шуға күрә лә был проблеманың оптималь сиселеш юлдарын эҙләү, яңы быуын стандарттарына ярашлы уҡытыу-методик комплекттар эшләү, туған телгә уҡытыу методикаһын һәм яңы технологияларҙы өйрәнеү, камиллаштырыу мәғариф системаһында актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала.
Яңы стандарттарҙың айырмаһы булып, уның эшмәкәрлекле характерҙа булыуы тора. Әгәр беҙ әлегә тиклем уҡыусыларҙың уҡыу һөҙөмтәләрен белем биреү, үҫтереү кеүек (ЗУН) формаларҙа сағылдырһаҡ, яңы быуын стандарттарында уҡыусыларҙың башланғыс кластарҙы бөтөүгә ниндәй реаль эшмәкәрлек төрҙәренә өйрәнгәнен күрһәтергә кәрәк. Йәғни уҡыусыларҙың яңы быуын дәүләт стандарттары телендә әйткәндә - предмет, шәхси, метапредмет һөҙөмтәләргә эйә булыуы, ирешеүе.
Икенсе быуын стандарттарының тағы мөһим айырмаһы – ул уның белем биреү һөҙөмтәләренә йүнәлтелгән булыуы, уҡыусыларҙың үҙ-аллы белем алыуға һәләтен үҫтереүгә, әүҙем эшмәкәрлегенә нигеҙләнгән булыуы.
Кешелек ҡиммәттәренең иң кәрәклеһе – үҙаллылыҡ сифаттары балала уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү процесында формалаша. Шуға күрә уҡытыусыға “эшмәкәрлек”, “уҡыу эшмәкәрлеге”, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге” тигән төшөнсәләрҙең асылына төшөнөргә, уны формалаштырыу үҙенсәлектәрен ентекле өйрәнергә һәм уҡытыу процесында теоретик белемгә таянып, был эште профессиональ кимәлдә һөҙөмтәле итеп ойошторорға кәрәк буласаҡ [1].
Эшмәкәрлекле уҡытыу теорияһына тәү башлап нигеҙ һалыусы С.А. Рубинштейн әйтеүенсә, кеше психикаһы уның үҙенең әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә формалаша. Дөйөм белем биреү мәктәптәрендә был эш нисегерәк ҡоролған һуң?
Икенсе быуын стандарттары уҡытыусы алдында дәрестең йөкмәткеһенә ҡарата ғына түгел, уны ойоштороу формаларына ла яңы талаптар ҡуя: 1) уҡыу процесын яңыса планлаштырыу, төҙөү; 2) уҡыусыларҙы үҙаллы белем алырға, алған белемдәрен тормошта ҡуллана белергә өйрәтеү, йәғни, шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләргә ирешеүҙе формалаштырыу.
Традицион мәктәптә уҡытыусы баланың хәтерен әҙер белем, мәғлүмәт менән тултыра. Уҡытыусы эшләргә биргән эштең шартын үҙе ентекләп аңлата һәм эш итеү ысулдарын, юлдарын күрһәтеп бирә. Бала уҡытыусы ҡушҡан эште башҡара. Үҫтереүсе уҡытыу системаһы сиктәрендә эшмәкәрлекле гуманитар белем биреү өлкәһендә ярты быуаттан ашыу уңышлы хеҙмәт иткән ғалим В.В. Репкин билдәләүенсә, уҡыу программаһында ҡаралған тел төшөнсәләрен, уның үҙенсәлектәрен, күренештәрен, ҡанундарын өйрәнеү, йәғни теоретик белем биреү генә төп маҡсат түгел, ә шул уҡыу материалын өйрәнеү процесында бөтә кешегә лә йәшәйештә кәрәк булған кешелек сифаттарына тәрбиәләү һәм көндән көн уларҙы камиллаштырыу өҫтөндә эшләү юғарыраҡ баһалана. Был – уҡымышлы, интеллигентлы шәхескә хас ҡылыҡ-фиғел, булмыш: үҙаллылыҡ, баҙнатлылыҡ, яуаплылыҡ, эшлеклелек, аҡыл менән уйлап эш итеү, партнерҙарың менән мөнәсәбәт ҡора белеү һ.б. Был сифаттарҙы башланғыс кластарҙа уҡ тәрбиәләһәк, урта мәктәпте тамалауға был сифаттар ныҡлы формалашырға тейеш. [1].
Ҡулланылған әҙәбиәт
1. Сынбулатова Ф.Ш., Иҡсанова Р.М., Хузина З.Ғ. “Башҡорт теле” дәреслегенә методик ҡулланма: 1-се класс.- Өфө: Китап, 2012, 12-се бит.
Конференцияға сығыш
Башҡорт теле дәрестәрендә ФДББ стандарттарын тормошҡа ашырыу

Икенсе быуын стандарттарының мөһим айырмаһы – ул уның белем биреү һөҙөмтәләренә йүнәлтелгән булыуы, уҡыусыларҙың үҙ аллы белем алыуға һәләтен үҫтереүгә, әүҙем эшмәкәрлегенә нигеҙләнгән булыуы. Кешелек ҡиммәттәренең иң кәрәклеһе – үҙаллылыҡ сифаттары балала уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү процесында формалаша. Шуға күрә уҡытыусыға “эшмәкәрлек”, “уҡыу эшмәкәрлеге”, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге” тигән төшөнсәләрҙең асылына төшөнөргә, уны формалаштырыу үҙенсәлектәрен ентекле өйрәнергә һәм уҡытыу процесында теоретик белемгә таянып, был эште профессиональ кимәлдә һөҙөмтәле итеп ойошторорға кәрәк буласаҡ.
Яңы Стандарттарҙың тағы ла бер айырмалы үҙенсәлеге ул системалы-эшмәкәрлекле алымға нигеҙләнеүе (Л.С.Выготский, А.Н. Леонтьев, П.Я. Гальперин, Д.Б. Эльконин, В.В. Давыдов һ.б. фәнни психологик-педагогик мәктәбе). Нимә һуң ул системалы-эшмәкәрлекле алым? Эшмәкәрлекле алым – ул уҡыусының белемде әҙер килеш түгел, ә үҙаллы алыу процесы эшмәкәрлеге. Һәм был эшмәкәрлек бер дәрестә генә түгел, ә һәр дәрестә системалы, даими рәүештә тормошҡа ашырылырға тейеш.
Системалы-эшмәкәрлекле алымды тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге шарттарҙы үтәү мөһим: дәрес йөкмәткеһендә ниндәйҙер ситуация, сетерекле хәл, проблема булдырыу; артабан был хәлде, проблеманы уҡыусы уҡыу процесында үҙ аллы (төркөмдә, парлашып) хәл итә, йүнәлешен билдәләй: был проблеманы, йәғни, мәсьәләне сисеү юлдарын, сараларын асыҡлай, уҡыу мәсьәләһен, проблемаһын сисеү процесында, эшмәкәрлекте бойомға ашырыуҙа төрлө билдәләр, символдар киң ҡуллананып ғәмәли эштәр башҡара, һәм һуңынан үҙенең эшмәкәрлегенә (үҙаллы, уҡытыусы менән берлектә) рефлексия, эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен барлау, эш сифатын баһалау кеүек этаптарҙы үтәй. [1].
Әгәр беҙ әлегә тиклем уҡыусыларҙың уҡыу һөҙөмтәләрен белем биреү, үҫтереү кеүек (ЗУН) формаларҙа сағылдырһаҡ, яңы быуын стандарттарында уҡыусыларҙың башланғыс кластарҙы бөтөүгә ниндәй реаль эшмәкәрлек төрҙәренә өйрәнгәнен күрһәтергә кәрәк. Йәғни уҡыусыларҙың яңы быуын дәүләт стандарттары телендә әйткәндә - предмет, шәхси, метапредмет һөҙөмтәләргә эйә булыуы, ирешеүе.
Эшмәкәрлекле уҡытыу теорияһына тәү башлап нигеҙ һалыусы С.А. Рубинштейн әйтеүенсә, кеше психикаһы уның үҙенең әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә формалаша.

Шәхси һөҙөмтәләр: уҡыусыларҙың үҙ аллы белем алыуға әҙер һәм һәләтле булыуы, белем алыуға мотивацияһы һәм танып-белеү эшмәкәрлегенең формалашыуы, социаль компетенциялар, хоҡуҡи белемгә эйә булыу, тормошта маҡсат ҡуйыу, пландар ҡороу һәләте, поликультур йәмғиәттә (социумда) үҙ урынын табыу һәләтен үҙ эсенә ала.
Метапредмет һөҙөмтәләр: уҡыусыларҙың предмет-ара төшөнсәләргә, универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә (регулятив, танып белеү, коммуникатив) эйә булыуы, уларҙы уҡыу процесында, практикала ҡуллана белеү һәләте (сағыштырыу, анализлау, тикшереү, бирелгән эштең шартына төшөнөү һәм уны аҙымлап эҙмә-эҙлекле башҡарыу һ.б.), уҡыу эшмәкәрлеген үҙ аллы планлаштырыу һәм тормошҡа ашырыу, уҡытыусы, класташтары менән уҡыу хеҙмәттәшлеген ойоштороу.
Предмет һөҙөмтәләр: башҡорт теленән алған белемдәре (башҡорт теленә генә хас хәрефтәрҙе яҙырға, өндәрҙе әйтергә өйрәнә, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөргә, текстар уҡырға, диалогтар төҙөргә өйрәнә), предмет буйынса төшөнсәләрҙе, терминдарҙы белеү.

Дистанцион курста үҙемде беренсе тапҡыр һынап ҡараным. Был курста алған белемдәр миңә ҙур ярҙам булды. Проект эштәре буйынса фекер алышыу бэхете лә тейҙе. Минен уйлауымса, проект эше бик кәрәкле ,сөнки был эштәрҙе башҡарғанда уҡыусыларҙын логик фекерләүе,танып- белеү һәләттәре,һөйләү һәм яҙма телмәрҙәре үҫешә.
Етәксебеҙгә, Әхәт Ғәлим улына һәм бөтә был курсты ойоштороусыларға ҙур Рәхмәтемде белдерәм! Һеҙгә эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйем!