Методическая копилка
-
Сария Мухамедьяновна
- Сообщения: 5
- Зарегистрирован: 19 мар 2022, 16:43
Re: Методическая копилка
Нафиҡов Ильяс (15 йәш)
Урман бабай
Борон-борон заманда бер бабай йәшәгән, ти. Ул шул тиклем кеше менән аралашырға яратмаған икән. Шуға ла бер көндө ул үҙенең әбейен алып, ҡара урман эсенә күсенеп киткән, ти. Әбей нимә эшләһен, теләмәһә лә ауылдан сығып киткән: энә ҡайҙа, еп шунда. Урманда уға шундай рәхәт икән, бер кем ҡайһылай өндәшмәҫһең, йә булмаһа, ауыҙыңа һыу алдыңмы, тип ҡаңғыртмай икән. Былар бәләкәй генә ер өй эшләп алғандар ҙа шунда йәшәй башлағандар.
Бабай йорт тирәһендәге эштәрҙе эшләй ҙә урман буйлап йөрөргә сығып китә икән. Ҡайһы ваҡыт ҡапҡанына эләккән йәнлек, ҡайһы мәл балыҡ ҡармаҡлап алып ҡайтҡан, ти. Көнө буйы урманда йөрөгәне өсөн, әбейе уға Урман бабай, тип өндәшер булған.
Бабайы сығып китһә, әбей эс бошоуынан төрлө тәм-том бешеренергә тотона икән. Бешергән бер ризығы шул тиклем уңа, уның еҫе әллә ҡайҙарға тиклем тарала, имеш. Әбей үҙе лә ашаған, Урман бабайға ла ҡалдырған, өй тирәһенә йыйылып киткән йәнлектәрҙе лә һыйлаған.
Бер көндө шулай бешеренеп йөрөһә, тышта ниндәйҙер тауыш ишетеп ҡалған. Әбей:
-Йәнлеккәйҙәрем, килеп тә еттегеҙме? – тип бешкән тәмлекәстәрен тотоп тышҡа сыҡҡан икән, уның башына тоҡ кейҙереп, ат арбаһына һалып алып та киткәндәр, ти. Әбей ҡысҡырырға ла өлгөрмәй ҡалған.
Бабай ҡайтһа, өй ишеге асыҡ, тупһала ҡуяндар, түмәр өҫтөндә тейендәр илап ултыра икән. Бабай аптырап:
-Был әбей ишекте асыҡ ҡалдырып ҡайҙа йөрөй икән? – тип уйлаған. Уның уйын йәнлектәр аңлап алғандар:
-Әбейеңде урман аръяғында йәшәгән батша хеҙмәтселәре алып ҡасты, - тигән бер ҡуян күҙ йәштәрен һөртөп.
Бабай йәнлектәрҙе һөйләшә белгәненә шаҡ ҡатты, ти.
-Һин һөйләшә белгән көйө һөйләшеүҙән баш тарттың. Ә беҙ һөйләшә белмәй инек, әбейҙе юғалтыу ҡайғыһынан һөйләшә башланыҡ, - тигәндәр, ти.
Йәнлектәр бабайға әбейҙе нисек ҡотҡарырға икәнен белеү өсөн батшаға һайыҫҡан менән тейенде ебәрергә булғандарын әйткәндәр, ти. Уларҙың икеһе лә сос, моғайын, берәй нәмә белеп ҡайтырҙар, тип уйлағандар улар.
Бер-ике көндән былар әйләнеп ҡайтҡан да былай тип хәбәр һалғандар:
-Батша һарайына әбей бешергән тәм-томдарҙың еҫе барып еткән икән. Уның һарайында оҫта бешереүсе хеҙмәтселәре юҡ икән. Шуға батша ошо тәмле еҫ буйынса барып, оҫтаны табып алып килергә ҡушҡан икән. Әбейҙе матур итеп һөйләшә белгән кеше генә кире алып ҡайта ала икән. Йәнлектәр бабайға батшаның үҙенә барып, уның менән һөйләшеп ҡарарға кәңәш иткәндәр:
-Һин өндәшмәй йөрөп, Урман бабай, кеше менән матур һөйләшергә лә онотоп бөткәнһең. Шуға һин һандуғастан моңло тауыш һорап алып тор, тигәндәр.
Ни эшләһен Урман бабай. Киткән батшаға. Барғас, батша йортонда бешеренеп йөрөгән әбейен күреп ҡалған да илап ебәргән. Был тауышҡа батша сыҡҡан. Урман бабай уның эргәһенә барып, хәлде шул тиклем матур итеп аңлатҡан, батша уның күңелде арбарлыҡ итеп һөйләшеүенә хайран ҡалған. Тик оҫтаны эргәһенән ебәргеһе килмәй икән. Әбей уға:
-Батша, мин Урман бабайымды һағындым. Өндәшмәҫ кеше ине, ана мине юғалтыу ҡайғыһы уны һөйләшергә өйрәткән. Ҡайтар мине өйөмә, - тигән.
Урман бабай:
-Һүҙ ҡәҙерен аңланым мин. Батша, минең әбей һинең хеҙмәтселәреңде бешеренергә әйрәткән инде. Ҡайтар һин беҙҙе, - тигән.
Батша әбейгә рәхмәт әйтеп, ә Урман бабайҙан кешеләр менән аралашып йәшәргә һүҙ алып, ҡайтарып ебәргән, ти, уларҙы. Шунан алып улар күгәрсендәй гөрөлдәшеп йәшәп алып киткәндәр, имеш.

Инша өлгөһө менән бүлешергә теләйем
Инша.
Һ. Дәүләтшинаның “Айбикә” повесында ҡатын-ҡыҙ образы.
Кеше тормошон ҡатын-ҡыҙҙарҙан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Ҡайҙа ғына ҡараһың да, ҡатын-ҡыҙҙар менән тап булаһың Бөтә ғаиләләрҙең йәме булып әсәйҙәр тора. Ҡатын ҡыҙҙар төрлө эштәрҙә лә эшләйҙәр, хатта начальник булып ултырған эштәр ҙә бар.
Ә элекке ваҡытта улай булмаған. Һәҙиә Дәүләтшина йәшәгән замандарҙа ҡатын-ҡыҙҙы кешегә лә һанамағандар. Һәм үҙе йәш сағындағы ҡатындарҙың ауыр яҙмышын яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрендә күрһәтергә тырышҡан. Быға миҫал итеп, Һ. Дәүләтшинаның “Айбикә” повесын күрһәтергә була.
Был әҫәрҙә ул бер нисә ҡатын-ҡыҙ образынала. Миҫал өсөн ике образды сағыштырырға була: уҫал, мыжыҡ Ғәйшә, шым, тыңлаусан, эшсән Айбикә.
Ғәйшә Айбикәгә хеҙмәтсе итеп ҡарай. Ул Айбикәне бер туҡтауһыҙ әрләй, уның бер генә эшен дә оҡшатмай. Ғәйшә – эре кеше, үҙен әллә кем итеп тота. Ул ярлыларҙы йәлләй белмәй, тик үҙенең балаларын ғына ярата. Ғәйшә бер кеше менән бер төрлө, икенсе кешеләр менән икенсе төрлө була белә. Ул күршеләрендә йәшәгән Көмөш еңгәһе өсөн һәйбәттер, сөнки уны сәйгә саҡырттыра. Шулай уҡ Ғәйшәнең ялҡау микән, түгел микәнен аңлап булмай. Быны уның Яңы ғына йоҡларға ятҡан Айбикәне уятҡанынан күрергә була. Айбикәне эш эшләргә тип уята ла, үҙе кире йоҡларға ята. Эш яратҡан кеше көнө буйы эш эшләмәй түҙмәҫ ине.
Айбикә образы бик ҡыҙыҡ ҡына. Башта ул ҡыйыуһыҙ, өндәшмәҫ кеше һымаҡ күренә. Ғәйшә менән Ҡотлоярҙың өйөндә ҡол һымаҡ эшләй. Уға сәй эсергә ла ваҡыт бирмәйҙәр, көнө буйы эш ҡушалар. Ләкин урамда Хәҙисә һәм Алмабикә менән осрашып. Комсомолдар йыйылышына барғас, ул батырая башлай. Ҡотлояр үҙен әрләй башлаһа, уларҙың өйҙәрен ташлап китергә лә ҡурҡып тормай. Уның тормошо бөткәнсе үҙгәрә, ул тракторисҡа уҡый, яҡшы эшләй. Кеше араһында һүҙ әйтергә лә ҡурҡмай башлай.
Һ. Дәүләтшина үҙенең повесында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауыр яҙмышын Айбикә аша күрһәтеп, кеше үҙенең тормошон үҙгәртә ала икәнен әйтә. Шуға Айһылыу һымаҡ ҡурҡмай йәшәргә кәрәк.

Тема: Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары.
Маҡсаттар:
1)Белем биреү маҡсаты – бойороҡ һөйкәлеше тураһында төшөнсә биреү,уларҙың телмәрҙәге ролен аңлатыу,
2)үҫтереүсе маҡсат- уҡыусыларҙың фекерҙәрен телдән һәм яҙма рәүештә бәйләнешле итеп биреү күнекмәләрен үҫтереү,һүҙлектәрен байытыу,
3)тәрбиәүи маҡсат-телгә хөрмәт тәрбиәләү,уҡыусыларҙы изге эштәр башҡарырға өндәү.
Йыһаҙландырыу: компьютер,экран,мультимедиа проекторы,дәреслек,һүҙлектәр.
Дәрес барышы:
1.Психологик инеш.Уҡыусыларҙың шиғыр юлдары менән уҡытыусыны ҡаршы алыуы.
Бөгөн беҙҙә башҡорт теле
Яратам һине,телем.
Рәхмәт һиңә! Һинең аша
Алам мин яҡшы белем.
Слайд 1. Уҡытыусының сәләмләүе.
Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,
Уяналар ауыл,ҡалалар.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем
Хәйерле көн һеҙгә,балалар!
Уҡыусылар,һеҙҙең алдығыҙҙа эшмәкәрлек картаһы ята.Дәрес барышында эшмәкәрлегегеҙҙе шул картаға яҙып барырһығыҙ.хәҙер шуның өҫтөнә төҫлө түңәрәктәрҙең береһен һайлап алып һалығыҙ.Ул һеҙҙең дәрес барышындағы кәйефегеҙҙе күрһәтеп торорға тейеш.Ниндәй төҫтәр була?Һынлы сәнғәт дәресенән уларҙы иҫкә төшөрәйек.
Уҡыусылар йылы,нейтраль,һалҡын төҫтәр була.
Слайд 2.Төҫтәр.
Уҡытыусы.Мин һары төҫ һайлайым.Әле дәрес башланып ҡына тора.Беҙҙең һөйләшеү килеп сығырмы тип бер аҙ хафаланам.
Слайд 3.Уҡыусылар,бөгөнгө дәрескә маҡсаттар билдәләп алайыҡ.Дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуяйыҡ.
Слайд 4. Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән нимә эшләйбеҙ.
Тимәк,бөгөнгө дәрестең маҡсаттарын “эшмәкәрлек картаһы”на яҙа барабыҙ.
Ә хәҙер яңы теманы башлар алдынан,Һорау-яуап алымы менән мин һеҙҙең белемдәрегеҙҙе тикшереп ҡарайым.
1.Нимә ул ҡылым?
2.Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?
3.Ҡылым нимәләр менән үҙгәрә?
4.Ҡылым нисә төрлө заманда килә ала?
5.Ҡылымдың нисә төрлө һөйкәлеше бар?
6.Килә,уҡый,яҙа ҡылымдары ниндәй заманда килгән?
7.Килде.уҡыны,яҙҙы ҡылымдары ниндәй заманда килгән?
8.Уҡыясаҡ,яҙасаҡ,уҡыр.яҙыр ҡылымдары ниндәй заманда килгән?
Афариндар,ҡылым тураһында белгәндәребеҙҙе иҫкә төшөрҙөк.
Динис,минең эргәмә кил.Ошо күнегеүҙе уҡы,эшлә.Мин Динисҡа нимә ҡуштым.
Кил,уҡы,эшлә бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары,тимәк мин Динисҡа бойороҡ бирҙем.
Бөгөнгө дәрестең темаһы:Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары.
Слайд 5.Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары.
Слайд 6.Бөгөнгө дәрестең девизында табайыҡ әле.
Слайд 7.Дәфтәрҙәргә бөгөнгө датаны,теманы,девизды яҙып ҡуяйыҡ.
Киләһе эш төрө:бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары ҡулланып һөйләмдәр төҙөйөк.
Тимәк,нимә ул бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары?
Слайд 9.Ниндәй һорауҙарға яуап бирәләр.( Бойороҡ һөйкәлеше - ниндәйҙер бер эште башҡарырға өндәүҙе, бойороуҙы белдерә. Ни эшлә? Ни эшләгеҙ? Ни эшләһен? Ни эшләһендәр? Зат, һан менән үҙгәрә. Бир, бирегеҙ, бирһен, бирhендәр. Беренсе заты юҡ: ҡайт, ҡайтыгыҙ, ҡайтhын, ҡайтhындар. Юҡлыҡ формаhы - барма, бармағыҙ.)
1.Ғәҙәти бойороу:Уҡыусылар,дәрестән һуң спорт майҙанына волейбол уйнарға килегеҙ,берегеҙҙә ҡалмағыҙ.
2.Ҡаты бойороу: Походҡа барырға әҙерлекһеҙ килеп тә йөрөмәгеҙ!
3.Рәсми бойороу:Класта өлгәшмәүсе бер уҡыусы ла булмаһын!Һәр кем кластың намыҫы өсөн көрәшһен!
4.Үтенес,инәлеү,ялбарыу:”Инегеҙ инде,инегеҙ,апай”, - тип инәлде Самат.
Дәреслек менән эш. Күнегеү 279..
Ял минуты.
Балалар,күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ.Беҙ һеҙҙең менән осоусы балаҫҡа ултырып,төнгө күккә сәйәхәткә сығабыҙ.Ниндәй матур төнгө күк йөҙө! Унда алтын табаҡтай тулған ай йөҙә.Күк йөҙө шул тиклем яҡты,хатта ундағы Зөһрә ҡыҙҙа бик асыҡ күренә.Ай тирәләй көмөш тәнкә кеүек мең төрлө сихри йондоҙҙар емелдәй.Улар береһенән-береһе яҡтыраҡ,береһенән-береһе сағыуыраҡ,тылсымлыраҡ...Ниндәй серле йондоҙҙар!..Беҙ шул илаһи матурлыҡта йөҙәбеҙ:берсә күтәреләбеҙ,берсә түбәнгә төшәбеҙ,йә йондоҙҙар араһына инеп юғалабыҙ...Күңелдәребеҙгә дәрт,көс өҫтәп,кире әйләнеп ҡайтабыҙ.(Көй туҡтай).
Күҙҙәрҙе асабыҙ,дәрес дауам итә.
Карточкалар менән эш.Төркөмдәрҙә.
1-се төркөмдәге уҡыусылар өсөн.Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһында ниндәй йыл тип иғлан ителде. (Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау йылы).
Һеҙҙең төркөм тәбиғәтте һаҡларға саҡырып,дуҫығыҙҙа хат яҙаһығыҙ.
Слайд 10.2-се төркөмдәге уҡыусылар өсөн.Бирелгән һөйләмдәрҙе бойороҡ һөйкәлешенә үҙгәртергә.
1.Уҡыусылар ҙур залға йыйылалар.
2.Мәүлит менән сиратлашып эшләйҙәр.
3.Мине тикшереү эше ҡыҙыҡһындыра.
4.Ҡоштар йылы яҡтан ҡайта.
5.Рөстәм сыйырсыҡтарға оя эшләй.
6.Гөлнар тырышып уҡый.
7.Батыр тыуған ерен һаҡлай.
Слайд 11.Дөрөҫ яуаптар.
3-сө төркөмдәге уҡыусылар өсөн.
Төшөп ҡалған һүҙҙәр урынына бойороҡ ҡылымдары ҡуйып яҙырға.
1.Ҡарағыҙ,бына хәҙер ниндәй матур ултыраһығыҙ.
2.Оло кешеләргә ярҙам итегеҙ.
3.Маратта һинең менән уҡыһын.
4.Байрас менән дуҫлаш.
5.Ситтә йөрөмә,ауылға ҡайт.
6.Уҡыусылар тырышып уҡығыҙ.
Эштәр тикшерелә.
Таҡтала эш.
Уҡы,уйна ҡылымдарын затта һәм һанда үҙгәртергә.
Уйла,эҙлә,тап.
Кешене...(хурлама),үҙеңде...(ҙурлама).
Һандуғас булһаң,һайрай ҙа ...(бел).
(Ололаһаң)... олоно,ололарҙар үҙеңде.
Дошмандың көлгәненә ...(ышанма).
Ауға барһаң эирәк...(бул),юлдашыңа терәк...(бул).
Дошмандан илең...(һаҡла),ярамһаҡтан серең...(һаҡла).
Кеше холҡон...(күҙәт),үҙеңдекен ...(төҙәт).
Намыҫыңды йәштән...(һаҡла).
Коллектив эш. Уҡыусылар ВОТУМ системаһы менән тест эшләйҙәр.
ВОТУМ.Тест һорауҙары.
1.Нимә ул ҡылым?
1)предметтың атамаһы
2)эш-хәрәкәт
3)предметтың билдәһе
4)эш-хәрәкәттең билдәһе
2.Ҡылым ниндәй һорауҙарға яуап бирә?
1.Ниндәй?Ҡайһы?
2.Кем?Нимә?
3.Ни эшләй?Ни эшләгән?Ни эшләйәсәк?
4.Нисә ?Күпме?
3.Ҡылым нимәләр менән үҙгәрә?
1.Килеш,һан,зат
2.Зат,һан,барлыҡ-юҡлыҡ,заман?
3.Дәрәжә
4.Бер нәмә менән дә үҙгәрмәй
4.Ҡылымдың нисә төрлө заманы бар?
1.2
2.4
3.3
4.5
5.Ҡылымдың нисә һөйкәлеше бар?
1.6
2.4
3.3
4.2
6.Кил,яҙ,эшлә ҡылымдары ниндәй һөйкәлештә килгән?
1.Шарт
2.Хәбәр
3.Бойороҡ
4.Теләк
7.Уйна,уйнағыҙ бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй затта килгән?
1.1-се зат
2.2-се зат
3.3-сө зат
8.Барығыҙ,барһындар бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй һанда килгән?
1.Берлек
2.Күплек
3.Бер ниндәй һанда ла түгел
9.Балалар уҡығыҙ тигән һөйләмдә ҡылым ниндәй затта килгән?
1.1-се зат
2.2-се зат
3.3-сө зат
10.Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымы нимәне аңлата?
1.Ниндәйҙер бер эште башҡарыуға бойороуҙы,инәлеүҙе белдерә.
2.Ниндәйҙер бер эштең үтәлеүен шарт булыуын белдерә.
3.Эш-хәрәкәтте башҡарыуға теләкте белдерә.
4.Эш-хәрәкәттең эшләнеү-эшләнмәүен белдерә.
Кәйефтәр нисек,уҡыусылар (төҫтәрегеҙ үҙгәрмәнеме).
Дәрестә нимәләр белдең?
Нимә аңлашылманы?
Өйгә эш биреү.
Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары менән 3 һөйләм төҙөргә.Ҡылымдарҙы һанда,затта үҙгәртергә.
279-сы күнегеү (2-се эш).

Алина Хабировна
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 03 фев 2021, 17:54
Re: Методическая копилка
Дәрес планы бик әһәмиәтле.Салауат Юлаев темаһын үткәндә файҙалы мәғлүмәт.
-
Алина Хабировна
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 03 фев 2021, 17:54
Re: Методическая копилка
Тема: Рәми Ғарипов-халыҡ шағиры.
Маҡсат:Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады буйынса үҙләштерелгән белемде системаға килтереү, йомғаҡлау; уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен, ижади мөмкинлектәрен үҫтереү; шағирға ихтирам һәм уның ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу.Шағирҙың портреты, китаптар күргәҙмәһе, гәзит-журнал материалдары,тормош юлын сағылдырған плакат, интерактив таҡта.
Уйындың шарты. Һәр тур һайын бер генә уйынсы сыға, уйын аҙағында кемдең күпме мәрәй йыйғаны иҫәпләнә һәм етеҙ уйынсы билдәләнә.
Халҡым теле - миңә хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ,
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ.
( Р. Ғарипов )
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижадына арналған "Кем етеҙ!" уйынын башлайбыҙ. Уйындың шарты менән һеҙ барығыҙҙа таныш. Уңыштар һеҙгә!
1-се тур
Рәми Ғариповтың китаптарының баҫылып сығыу йылын дөрөҫ тәртиптә билдәләгеҙ.
а) “Таш сәскә” б) “Йүрүҙән”
в) “Осоу” г) “Аманат”
(б,а,в,г)
1-се уйынсыға һорауҙар:
1. Рәми Ғариповтың тыуған районын әйтегеҙ?
а)Салауат б)Ҡыйғы в)Өфө г)Баймаҡ
2. Рәми Ғарипов нисәнсе йылда тыуған?
а)1930 б)1932 в)1935 г)1931
3. Шағирҙың тәүге шиғыры нисек атала?
а) “Ленин” б) “ Йүрүҙән” в) “Туған тел” г) “Урал йөрәге”
4. 1955 йылда ниндәй гәзиттә әҙәби һәм бүлек мөдире вазифаларын башҡара?
а) “ Йәшлек” б) “Совет Башҡортостаны” в) “Йәншишмә”
5. Киләсәк менән һөйләшеүен сағылдырған шиғыры нисек атала?
а) “ Туған тел” б) “ Йырҙарыма ҡайтам”
в)“Урал йөрәге” г) “ Киләсәгем!Ас һин ишегеңде!”
6. Урал күкрәгендә йөрәк кеүек
Башҡортостан-тыуған илкәйем.
Шул йөрәктең ҡан тамыры булып
Күкһелләнә Ағиҙелкәйем!
Был юлдар ниндәй шиғри әҫәргә ҡарай?
а) шиғыр б)ҡобайыр в)шиғри хикәйәт г) поэма
7. Шағирҙың тәүге китабының исеме нисек атала?
а) “Йүрүҙән” б) “Миләш-кәләш” в) “Осоу” г) “Киләсәк”
8. 1964 йылда ниндәй поэмаһы яҙыла?
А) “Уйҙарым” б) “ Аманат” в) “Табыныу” г) “Киләсәк”
9. 1988 йылда Р.Ғариповҡа ниндәй арҙаҡлы шәхес исемендәге премия бирелә?
а) С.Юлаев б)Ш.Бабич в)Ғ.Сәләм г) Д.Юлтый
2-се тур
Рәми Ғарипов Сергей Есениндың ниндәй шиғырҙар циклын ҙур оҫталыҡ менән тәржемә итә?
а) “Фарсы моңдары” б) “Ғәрәп яҙмаһы” в) “Робағиҙар”
2-се уйынсыға һорауҙар
1.Рәми Ғарипов ғаиләлә нисәнсе бала була?
а) беренсе б)икенсе в)өсөнсө г) дүртенсе
2.Уның тәүге әҫәре нисәнсе йылда баҫыла?
а)1959 б)1950 в)1961 г)1951
3.Тыуған яғындағы йылғаға дан йырлаған ниндәй шиғыры бар?
а) “Умырзая йыры” б) “Урал йөрәге” в) “ Йүрүҙән” г) “Һағыш”
4.Ниндәй әҫәрендә ул үҙенең кисерештәрен етемдәрҙең һәм толдарҙың һуғыш йылдарындағы әсе яҙмышын тормошсан һәм тетрәндергес итеп әйтеп бирә?
а) “Әсәм ҡулдары” б) “Туған тел “ в) “Табыныу” г) “Аманат”
5. “Таш сәскә” китабы нисәнсе йылда баҫылып сыға?
а)1966 б) 1979 в)1958 г)1978
6. “Табыныу” поэмаһының беренсе исеме ниндәй?
А) “Табыныу” б) “ Аманат” в) “Уйҙарым” г) “1937”
7.Рәми Ғариповҡа нисәнсе йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исем бирелә?
а)1992 б)1990 в)1999 г)2000
8. “Табыныу” поэмаһының төп темаһы нимә?
а)туған тел яҙмышы б)шәхес һәм йәмғиәт ҡаршылыҡтары
в)милләт яҙмышы г)тәбиғәтте һаҡлау проблемаһы
3-сө тур
Тормош юлындағы мөһим ваҡиғаларҙы дөрөҫ тәртипкә ҡуйығыҙ.
а)тыуған районында хәбәрсе булып эшләй
б)Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә
в)Мәскәүҙә инстиутта уҡый
г)урта мәктәпте тамамлай
(г, в, а, б)
3-сө уйынсыға һорауҙар
1.Рәми Ғариповтың туған ауылының исеме нисек атала?
а)Арҡауыл б)Мәсетле в)Салауат г) Ләмәҙтамаҡ
2.Өфөлә Рәми Ғарипов исеме менән бәйле нимә бар?
а)театр б)күргәҙмә в)гимназия-интернат г)урам
3.Нисәнсе йылда Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йәш булған?
а)1990 б)2000 в)2017 г)2009
4.Рәми Ғариповтың ҡатынының исеме кем?
а)Нәзирә б)Гөлмәрйәм в)Валентина г)Надежда
5.Тәүге поэмаһын нисәнсе йылда яҙа?
а)1964 б)1960 в)1950 г)1966
6.Туған тел яҙмышы, милләттең киләсәге тураһында уйланыу шағирҙың ниндәй әҫәрендә сағыла?
а) “Йырҙарыма ҡайтам” б) “Туған тел”
в) “Урал йөрәге” г) “Һабантурғай”
7.Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премия ҡасан булдырыла?
а)1990 йыл,ноябрь б)1985 йыл, июнь
в)1987 йыл,февраль г)1988 йыл,май
8. “Йәшлек” гәзитендә щағирҙың көндәлектәре ниндәй исем аҫтында баҫыла?
а) “Рәми көндәлеге” б) “Рәми иҫтәлеге”
в)“Рәми хәтирәһе” г) “Рәми шиғырҙары”
Еңеүсене билдәләү.
Йомғаҡлау.Рәми Ғарипов беҙҙең күңелебеҙҙә һәр саҡ һаҡланасаҡ.Ул беҙҙең ғорурлығыбыҙ, милләтебеҙ ғорурлығы. Шағир һүҙе – уның аманаты булып киләсәк быуындырға барып етер һәм киләсәк быуын уға тоғро булыр.
Рәми Ғариповтың ижадына һәм тормошона арналған уйыныбыҙ тамам. Ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
1.Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6-сы том. Өфө, 1996 йыл.
2.Рәми Ғарипов шиғырҙар йыйынтығы.

Тема: Көҙ. Һуҙынҡылар.
Маҡсат: 1. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы өйрәнеү. Яңы һүҙ, һөйләмдәр өйрәнеү. Көҙ миҙгеле менән танышыу.
2. Уҡыусыларҙың хәтерен, күҙәтеүсәнлектәрен, телмәрен үҫтереү.
3. Тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:Һүрәттәр, схема, карточкалар.
Дәрес барышы.
1. Ойоштороу мәле:
2. Артикуляцин күнегеү:
Өшөткөс елдәр иҫте,
Өйрәктәр осоп китте.
3. Яңы тема өҫтөндә эш.
4. Йомаҡ сисеү.
Үҙе илай, үҙе һыйлай.(Көҙ)
5. Йыл миҙгелдәрен сағылдырған һүрәттәр ярҙамында уларҙың билдәләрен һанап сығыу.
6. Һүҙлек эше. (дәфтәргә күсереп алыу)
Көҙөн – осенью
Ҡойола – опадают
Һарғая – желтеют
Йылы яҡҡа – в теплые края
Ямғыр яуа – дождь идет
Осоп китә - улетают
7. Картина буйынса һөйләмдәр төҙөү. (1 уҡыусының һөйләме таҡтаға яҙыла).
Көҙөн ағастарҙың япраҡтары ҡойола.
Япраҡтар һарғая.
Көҙ көнө ямғыр яуа, көндәр һыуыта.
Ҡоштар йылы яҡҡа китә.
8. 1-се күнегеү, 50-се бит (телдән).Уҡырға. Тәржемә итергә. Һорауҙарға яуап бирергә. Парҙар менән эш. Бер парта артында ултырған ике уҡыусы эшләй.(һорауҙарға яуап биреү).
9. Ял минуты.
Көҙ килеүен белдереп,
Һалҡын елдәр итҫтеләр.
Ағастарҙы һелкетеп,
Япраҡтарҙы ҡойҙолар,
Ҡоштар осто йылы яҡҡа,
Беҙ ҡалдыҡ тыуған яҡта.
10. Һуҙынҡыларҙы өйрәнеү.
Һуҙынҡылар.
Нәҙек Ҡалын
Ә, Ө, Ү, И, Э(Е) А, О, У, Ы
Парлы һуҙынҡылар.
А-Ә, О-Ө, У-Ү.
11.Теманы нығытыу күнегеүҙәре эшләү. (карточка)
А. Һөйләмдәрҙе күсереп алып. Һуҙынҡыларҙың аҫтына һыҙырға.
Көҙ килде. Тышта ямғыр яуа. Көн һыуыҡ. Япраҡтар ҡойола.
Был ваҡытта уҡытыусы индивидуаль эшләй, уҡытыусы уҡыусы ҡырына килеп ултыра, шыбырлап һөйләшеп аңлатыу алып бара.
Бер парта артында ултырған уҡыусылар бергә эшләй. Бер партала ултырған уҡыусылар икенсе партала ултырған уҡыусылар менән эштәрен алмашлап тикшерәләр.
Б. Таҡтаға яҙылған һүҙҙәргә төшөп ҡалған ҡалын һәм нәҙек хәрефтәрҙе яҙырға. Ун һүҙ. Бөтәһе лә дөрөҫ булһа – “5”, 7-8 һүҙгә «4», 5-6 һүҙ дөрөҫ булһа, «3» билдәһе ҡуйыла. Алдан бөтөүселәр һүҙбәйләнештәр төҙөй.
К.н, ҡ.ш, б.лот, ямғ.р,к.ҙ, ҡ.р, япр.ҡ, к.шер, к.беҫтә, миҙг.л.
12. Йомғаҡлау. Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимәләр тураһында белдек?
Ниндәй һуҙынҡылар була? Миҫалдар килтерегеҙ. Баһалау.
13. Өйгә эш. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәргә миҫалдар яҙып килергә.

Гульфия Суярембитова
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 25 апр 2020, 20:05
Re: Методическая копилка
Тема: Салауат Юлаев – милли батыр. Яңғыҙлыҡ исемдәр
Маҡсаттар:
-милли батырыбыҙҙың тормош юлы һәм ижады менән ҡыҫҡаса таныштырыу;
- “Яңғыҙлыҡ исемдәр” темаһын нығытыу; уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, ижади һәм фекерләү һәләттәрен үҫтереү;
- Тәбиғи байлыҡ менән һоҡланыу, һаҡлау, ҡәҙерен белеү, Тыуған илгә, милли батырыбыҙға ихтирам, мөхәббәт хистәре уятыу.
Йыһазландырыу: 5 класс өсөн дәреслек, проектор, ноутбук, карточкалар, квест – уйын маршруты.
Дәрес барышы:
I.Ойоштороу. Мотивацион күнегеү.
-Хәйерле иртә, матур ҡыҙҙарға, хөйерле иртә батыр улдарға! Һаумыһығыҙ! Барыбыҙға ла уңышлы көн теләйек!
Уҡыусылар, бөгөн ябай дәрес түгел, бөгөн дәрес – квест формаһында үтәсәк, нимә ул квест? Эҙләнеү тигәнде аңлата, тимәк беҙ бөгөн дәрестең һәр этабында 3 төркөм бик тырышып эшләргә тырышасаҡ. Тимәк, дәрес бер нисә этаптан тора.
Беренсе этап
1. Слайд “Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” фразаһы таҡтала яҙылған.
-Был һөйләмде нисек аңлайһығыҙ? (Тырыш, уңған кешеләр генә бар эште лә еңеп сыға…).
- Ниңә был мәҡәлде алдым дәрескә?
- Был мәҡәлдән сығып, бөгөнгө дәрестә беҙ нисек эшләргә тейешбеҙ? (Тырышып, ҡатнашып…)
2. Слайд. – Эйе, балалар, беҙ тырышып эшләгәс, уңыштарға, эште еренә еткеререгә, күп белем алырға ирешәсәкбеҙ. Тырышлыҡ+ иғтибарлыҡ+яуаплылыҡ+активлыҡ= уңыш. Уңыш формулаһын сығарҙыҡ. Беҙ эшкә тотонорға әҙер.
3 слайд. – Хәҙер иғтибар менән слайдҡа ҡарайбыҙ.
• Нимә күрәбеҙ?( Һәйкәл)
• Һәйкәлде кемгә һәм ни өсөн ҡуялар? (батырлыҡ өсөн)
• Ә был һәйкәл кемгә ҡуйылған?
• Дөрөҫ, Салауат Юлаевҡа. 4 Слайд. Уҡыусылар, ә был слайдта нимә күрәһегеҙ? (тауҙар, йылға, урмандар - тәбиғәт). Салауат Юлаев Тыуған илен, тәбиғәтен бик яратҡан, уның тураһында шиғырҙар яҙған, ул сәсән, шағир – импровизатор.
• Яҡшы, балалар.
• Йомғаҡлау: Шулай итеп, дәрес темаһы асыҡлайыҡ «Салауат Юлаев – милли батыр. Яңғыҙлыҡ исем» беҙ дәрестә нимә асыҡларға тейешбеҙ? Беҙҙең маҡсат нимәлә? милли батырыбыҙҙың тормош юлы һәм ижады менән ҡыҫҡаса таныштырыу;
• - “Яңғыҙлыҡ исемдәр” темаһын нығытыу; һөйләү телмәрен, ижади һәм фекерләү һәләттәрен үҫтереү;
• - Тыуған илгә, тәбиғәткә, милли батырыбыҙға ихтирам, мөхәббәт хистәре уятырға тейешбеҙ.
• Белер өсөн, мәғлүмәтте ҡайҙан алалар? (китаптан, интернеттан, уҡытыусынан). Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты квест – уйыны барышында һорауҙарға тулы мәғлүмәт алырһығыҙ тип ышанам.
II. этап Яңы тема өҫтөндә эш. (дәрес квест – уйыны алымы менән үткәрелә, класс 3 төркөмгә бүленгән)
- Уҡыусылар, һеҙҙең алдығыҙҙа маршрут ҡағыҙы ята. Шул ҡағыҙ буйынса төрлө эш күнегеүҙәрен эшләйәсәкһегеҙ. Бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуйығыҙ. (Төркөмләп эшләгәндә ҡурай моңо). Беренсе төркөм – “Салауат ижады”, икенсе - “Салауаттың тормош юлы”, өсөнсө – “Салауат Юлаевтың исеме - мәңгелек”.
III. этап. Квест уйындың 2-се этабы. Һәр төркөмдән уҡыусы сығып яуабын уҡый, ҡалғандар тыңлап, төҙәтеп ултыра)
Йомғаҡлау һүҙе.
- Балалар, беҙ Салауат Юлаев тураһында нимә белдек? Ниндәй мәғлүмәт алдыҡ? Кем ул Салауат? Шиғырында нимә тураһында һүҙ бара? Нимә бәйләй Салауат Юлаевты тауҙар, урмандар менән? (шиғыр менән)
“Кәйеф һүҙлеге” ярҙамында уҡыусылар үҙҙәренең хистәрен әйтәләр (шатланыу, һоҡланыу, ғорурлыҡ, тулҡынланыу)
- Салауат Юлаевтың исеме нисек мәңгеләшерелгән?
- Тексҡа тағы ла иғтибар менән ҡарайыҡ әле, ни өсөн ҡайһы бер һүҙҙәр ҡалын шрифт менән яҙылған?
- Был һүҙҙәрҙе нисек атайҙар? Нимә уларҙы берләштерә? (Яңғыҙлыҡ исемдәр)
- Яңғыҙлыҡ исемдәр нисек яҙыла? (Ҙур хәреф менән) Миҫалдар килтерегеҙ.
Йомғаҡлау: Тимәк, Яңғыҙлыҡ исемдәр ҙур хәреф менән яҙыла
III. Ял итеү минуты (Хәрәкәттә – бәрәкәт)
(Урал тауҙарына нисек менәләр, тауҙарҙа ҡоштар нисек осалар, СЮ атта нисек саба)
IV. Этап Үтелгәнде нығытыу.
Карточка менән эш, тест һорауҙарына яуап биреү, диагностикалау (бер – береһен тикшереү).
Кемдәр бишкә эштәрен эшләгән, ә кемдәр дүрткә, көндәлектәрҙе асып, баһаларҙы ҡуйығыҙ. Бөгөн татыу, матур эшләнек.
Йомғаҡлау: Шулай итеп, беҙ квест уйынын тамамлайбыҙ, беҙ һеҙҙең менән бер йомғаҡлауға килеп сыҡтыҡ. Салауат Юлаев. Яңғыҙлыҡ исемдәр. Салауат Юлаев – ул беҙҙең милли батырыбыҙ, халҡыбыҙ өсөн, иркебеҙ өсөн көрәшкән кеше, шағир-импровизатор. Ул үлемдән, язалауҙарҙан да ҡурҡмай, туған халҡының ирке өсөн аҫыл ғүмерен биргән. Халҡыбыҙ батырын онотмай, ҙурлар күңелендә һаҡлай. Уның матур исемен, шиғырҙарын килер быуынға еткерә. Иле өсөн, халҡы өсөн янып йәшәгән егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа һәр ваҡыт кәрәк.
VI. Өйгә эш биреү.
-Өй эше ниндәй булыр икән? ( шиғырҙы тасуири уҡырға, ятлап килергә, ижади эш Урал тауҙары, Тыуған ил тураһында шиғыр яҙып килергә, һүрәт төшөрөргә).
VII. этапЙомғаҡлау. Рефлексия.
- Һеҙгә дәрес оҡшанымы? Нимә белдек? Нимә өйрәндек? Нимә оҡшаны? Ниндәй кәйефегеҙ? Алдығыҙҙа ятҡан йөрәктәрҙе ошо плакатҡа
Тимәк, беҙ уңыштарға ирештекме, тырыштыҡмы? Беҙ Салауат Юлаев менән мотлаҡ рәүештә ғорурланырға һәм дә белергә тейешбеҙ. Беҙгә Салауат Юлаев кеүек батыр улдар кәрәк, матур ҡыҙҙар кәрәк!
Флешмоб Салауат Юлаевтың “Уралым” шиғыры буйынса. Талғын ҡурай моңона бергәләп шиғырҙы һөйләйбеҙ.
- Хәҙер һау булашайыҡ, киләһе осрашҡанға тиклем, рәхмәт, балалар!

Дәрес планын ҡыҙыҡһыныу менән танышып сыҡтым. Сөнки мин үҙем дә 5-се кластарҙы уҡытам. Дәрес ФГОС талаптарына яуап бирәлер, тип уйлайым. Дәрестә күп һәм ҡыҙыҡлы эш төрҙәре ҡулланылған. Уҡытыусы был дәресте практикала үткәргәндә маҡсатына ирешәлер, тип ышанам. Дәрес тәрбиәүи яҡтан да бик фәһемле:уҡыусыларҙа икмәккә ҡарата һаҡсыл ҡараш, хеҙмәт кешеһенә хөрмәт тәрбиәләнә. Шулай уҡ мәҡәлдәр, һүҙлек өҫтөндә эш уҡыусыларҙың тел байлығын үҫтерергә, туған телгә һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итә. Дәрес конспекты миңә оҡшаны, уҡытыусыға ҙур рәхмәт.Гузлик писал(а):Тема: Икмәк үткән юл. Синонимдар. 5 класс (башҡорт дәүләт теле).
Маҡсат:
«Синонимдар» темаһын өйрәнеүҙе дауам итеү;
яңы һүҙҙәр үҙләштереп, һүҙ байлығын арттырыу;
икмәккә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: дәреслек, ноутбук, мультимедиа проекторы, интерактив таҡта, карточкалар, һүрәттәр, икмәк, синонимдар һүҙлеге.
Дәрес барышы:
1. Артикуляцион күнегеү:
Әсәйем мейескә һалһа,
Алһыуланып ҡабара.
Бешкәс өҫтәлгә ултыртһа,
Татлы еҫтәр тарала.
(М.Шиһапов)
Башта шиғырҙы уҡытыусы уҡый, һуңынан хор менән уҡыу. Шиғыр нимә тураһында икәнлеген асыҡлау. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе тәржемә итеү. Аҫтына һыҙылған һүҙгә (татлы) иғтибарҙы йүнәлтеү. Уны икенсе һүҙ менән алмаштырып буламы?(тәмле, телеңде йоторлоҡ). Ундай һүҙҙәр нисек атала? (синонимдар). Теманы билдәләү. Дәрескә маҡсаттар ҡуйыу. Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙып ҡуйыу.
Баһалау биттәрен таратыу. Уҡыусылар дәрестең һәр этабында үҙҙәрен баһалап бара.
2. Бөгөнгө дәрестә икмәк үткән юл буйлап үтеү тураһында хәбәр ителә.
1-се этап – иген сәсеү. Дәреслек менән эш(12-се күнегеү 105-се бит).
А) Һүҙлек эше:
иген – хлеба,
сәсергә – сеять,
өлгөрә – созревает,
урырға – жать,
һуғырға – молоть,
он тартыу – молоть муку.
Һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.
Һүҙлек эшенән текст нимә тураһында икәнлеген фаразлау.
Б) Текстың авторы тураһында белешмә. Гөлсинә Абдулхаева(фото) Өфө ҡалаһыны 5-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
В) Тексты уҡыу, тәржемә итеү, дәреслектәге һүрәттәргә тап килгән һөйләмдәрҙе табыу.
Г) Синонимдарҙы иҫкә төшөрөү, миҫалдар килтереү. Текста синонимдарҙы табыу (оҙаталар, ебәрәләр).
3. 2-се этап – көҙ көнө уралар. Интерактив таҡтала эш. 2 төркөмгә бүленеп ҙур, тәмле һүҙҙәренең синонимдарын (оло, телеңде йоторлоҡ, эре, татлы, өлкән, шәрбәтле) йыйып алыу. Төркөмдәр бер-береһенең эшен баһалай.
4. 3-сө этап – элеваторға оҙатыу. Ял минуты:
Ҡунаҡтар килеүенә
Беҙ бешерҙек аҡ ҡалас,
Бына шуундай тәпәш,
Бына шуундай ҡабарған,
Бына шуундай ҡыҫылған,
Бына шуундай йәйелгән,
Аҡ ҡалас, аҡ ҡалас,
Шундай ҙур булды күмәс.
5. 4-се этап – ондо пекарняға килтереү. Синонимдар һүҙлеге менән эш. Парҙарҙа эш. Синонимдар һүҙлегенән икмәк һүҙенең синонимын эҙләйҙәр, ҡайһы бер парҙар интернеттан эҙләй. Ҡайһы парҙың эше уңышлы булыр икәнлеген асыҡлау. Һығымта яһау. Әпәй һүҙенең диалект һүҙе булыуын асыҡлап китеү.
6. 5-се этап – икмәк бешереү. Эш дәфтәрҙәренең 33-сө битендәге 2-се дәрестең 1-се эше. Аҙыҡ-түлектәрҙең ондан бешерелгәндәренең аҫтына һыҙырға. Тағы ондан ниндәй аҙыҡ бешерелгәнлеген асыҡлау.
7. Дәрес буйынса алған белемдәрен тикшереү. Тест һорауҙарына яуап биреү:
1) Мәҡәлдең икенсе яртыһын табырға: Икмәк бөтәһенә лә ...
а) Муйын, б) ҡул, в) баш.
2)Ниндәй юлда синонимдар дөрөҫ бирелгән?
а) Ҙур – бәләкәй, б) тәмле – телеңде йоторлоҡ, в) икмәк – ҡалас.
3)Урыу һүҙенең тәржемәһен табырға:
а) Сеять, б) жать, в) созревать.
Рефлексив анализ: Бөгөн дәрестә ... ауыр булды, ... ҡыҙыҡ булды, ...иҫемдә ҡалды, ...мин өйрәндем.
Йомғаҡлау: Икмәктән оло аҙыҡ юҡ. Һуғыш ваҡытында ул кешеләрҙе аслыҡтан ҡотҡарған. Уның бер валсығын ғына ла әрәм итергә ярамай, ҡалған икмәк һыныҡтарын, валсығын ҡоштарға бирергә кәрәк. Бөгөнгө дәрестән күреүебеҙсә, икмәк өҫтәлгә килеп еткәнсе, бик оҙон юл үтә. Икмәккә һаҡсыл ҡарашта булырға тейешбеҙ.
Өй эше: “Икмәк – бөтәһенә лә баш” темаһына проект эше (һүрәт, шиғыр, инша, әкиәт, презентация, стенгазета һ.б.).
Баһалау биттәре буйынса балдарҙы һанау, баһалау.
-
Рамиля Исхакова
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 24 окт 2019, 13:10
Re: Методическая копилка. 7 кл. Башҡорт әҙәбиәте. Тест
Исхаҡова Рәмилә Ф., башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
7–се класта туған башҡорт әҙәбиәтенән І сирек йомғаҡтары буйынса тест һорауҙары
А1. Ниндәй әҫәрҙә уҡытыусы уҡыусыларға инша яҙырға ҡуша, ә Азамат исемле бала шиғыр яҙып бирә?
а)Ә. Әминев. “Инша” хикәйәһе
б)И. Кинйәбулатов. “Ҙур ышаныс һеҙгә, уҡытыусыһы” шиғыры
в)Р. Ғарипов. “Тел” шиғыры
А2. Был өҙөк ҡайһы йырҙан?
Күгәреп ятҡан Урал тауы –
Атай-олатайҙарҙың да төйәге.
Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған
Шунда ята батырҙар һөйәге
а)”Азамат”йыры
б)”Урал” йыры
в)”Ҡаһым түрә”йыры
А3.Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауыр яҙмышы тураһындағы йырҙарҙы билдәләгеҙ.
а) “Урал”, “Азамат”
б) “Тәфтиләү”, “Ҡолой кантон”
в) “Ғилмияза”, “Зөлхизә”
г)”Ҡаһым түрә”, “Любизар”, “Байыҡ”
А4. Сеңләү жанрын кемдәр башҡарған?
а) ата- әсәләр
б) егеттәр
в) ҡыҙҙар
А5. Был өҙөк ниндәй жанрға ҡарай?
Атаҡайым, бура бурайһың,
Ике салғыйҙарың һыҙғанып.
Атаҡайым, мине йәштән бирҙең,
Бер ҡабымҡай ашың ҡыҙғанып.
а)сеңләү
б)йыр
в)бәйет
А6. Нимә ул сеңләү?
а)кейәүгә бирелгән ҡыҙҙың оҙатыр алдынан ата-әсәһе, туған-тыумаслары, дуҫ-әхирәттәре, ауылы, тыуып үҫкән ер-һыуы менән хушлашыу йыры
б) көйләп башҡарыла
в) ҡурай көйөнә һуҙып башҡарыла торған йыр
В1. Һеҙҙең ауылда халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлаған, уларҙы артабан байытыуға өлөш индергән кешеләр бармы? Улар хаҡында яҙ.
__________________________________________________________________
В2. Үҙегеҙ белгән берәй мәҡәлде яҙығыҙ һәм мәғәнәһен аңлатығыҙ.

С1. Әгәр кемдер һеҙгә “телең ярлы”тиһә, нимә тип яуап бирер инегеҙ?
__________________________________________________________________________
7–се класта туған башҡорт әҙәбиәтенән ІI сирек йомғаҡтары буйынса тест һорауҙары
А1. В.Зефировтың “Йәнтүрә хикәйәһе”ндә әсирлектән Йәнтүрәне кем ҡотҡара?
а)казактар
б)француздар
в)ҡатыны
А2.Егерме дүрт йыл ғына йәшәгән башҡорт шағиры кем?
а)С. Юлаев
б)М. Аҡмулла
в)Ш. Бабич
А3.Аҡмулла һүҙе нимәне аңлата?
а)зирәк, отҡор
б)уҡымышлы, тура һүҙле, ғәҙел
в) ҡурҡыу белмәҫ
г)саф күңелле
А4. М. Ғафуриҙың тыуған ерен табығыҙ.
а) Миәкә районы Туҡһанбай ауылы
б)Шишмә районы Келәш ауылы
в)Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылы
А5. Был шиғыр Ш. Бабичтың ҡайһы шиғырынан алынған?
Һыҙҙырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын;
Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын.
а)”Зәки – Башҡортостан терәге”
б) “Салауат батыр”
в)”Көтәм”
г)”Ҡурайҡайға”
А6. М.Аҡмулланың йорт-музейы ҡайҙа урынлашҡан?
а) Өфөлә
б)тыуған ерендә- Миәкә районы Туҡһанбайҙа
в)Салауатта
г)Ишембайҙа
В1. – Үәт, -ти, -һиңә бирәмен ҡырҡ баш тәкә, -ти. – Фәлән көндө барырмын. Шул ваҡытҡа һикһән баш булып торһондар, - ти. - Әгәр ҙә мин барғансы һикһән баш булмаһа, башыңды ҡырҡам, - ти. Был һүҙҙәрҙе кем әйткән?

В2.М.Сибиряктың “Һунарсы ҡарт” хикәйәһендә болан үҙенең бәләкәс балаһын һаҡлап ҡалыу өсөн нимә эшләй?

С1. М. Аҡмулланың исемен мәңгеләштереү маҡсатында республикабыҙҙа ниндәй эштәр башҡарылған?

Ғәбиҙуллина Әлфинә Таһир ҡыҙы
Башҡортостан байлыҡтары. Хәбәр һөйләм.
Маҡсаттар:
- Башҡортостан тураһындағы текстарҙың төп йөкмәткеһен үҙләштереү, хәбәр һөйләмдәр тураһында мәғлүмәт биреү;
- уҡыусыларҙың логик фекерләүенә иғтибар итеп, хикәйәләү-тасуирлау мөмкинлектәрен киңәйтеү;
- Башҡортостанға һөйөү тәрбиәләү, башҡорт теле аша башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләү.
Йыһызландырыу: Компьютер, медиопроектор, дәреслек (Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М., Абдулхаева Г.Н. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек), Башҡортостан картаһы, һүрәттәр, карточкалар, тестар.
Дәрестең төрө: яңы тема өйрәнеү дәресе.
Дәрес барышы:
I. Ойоштороу мәле.
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
- Һаумы ҡояш! һаумы, дуҫым!
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Мин сәләмәт, мин матур,
Салауат кеүек батыр!
II. Артикуляцион күнегеү.
Башҡортостан - ҡурай иле, Башкортостан – родина курая
Башҡортостан - Урал ере, Башкортостан – земля Урала
Башҡортостан - ҡумыҙ теле, Башкортостан – язык кубыза
Башҡортостан - ҡымыҙ сере. Башкортостан – секрет кумыса.
III. Яңы тема өйрәнеү.
А) Дәрестең маҡсатын билдәләү.
- Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, бөгөн беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
- Эйе, бөгөн беҙ һеҙҙең менән Башҡортостан, Башҡортостан байлыҡтары тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
- Дәфтәрҙәрҙе астыҡ, бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.
Б) Әңгәмә. Тест һорауҙарына яуап биреү.
- Шиғырға кире ҡайтайыҡ әле. (Шиғырҙы уҡыу).
- Ә һеҙ үҙегеҙ Башҡортостан тураһында нимәләр әйтер инегеҙ?
- Ниндәй байлыҡтары менән дан тота?
- Уҡыусылар, хәҙер һеҙҙең Башҡортостан тураһында белемегеҙҙе һынап ҡарайым әле. Мин һеҙгә һорауҙар тәҡдим итәм, ә һеҙ дөрөҫ яуабын билдәләгеҙ.
Башҡортостан ҡайҙа урынлашҡан?
а) Себер
б) Урал
Башҡортостандың милли уйын ҡоралы?
а) барабан
б) ҡурай
Башҡортостандың баш ҡалаһы?
а) Өфө
б) Стәрлетамаҡ
Башҡортостандың иң оҙон йылғаһы?
а) Һаҡмар
б) Ағиҙел
Башҡортостандың иң бейек түбәһе?
а) Ямантау
б) Ирәмәл
Башҡортостандың президенты кем?
а) Путин
б) Хәмитов
Башҡортостандың милли геройы?
а) Салауат
б) Пугачев
В) Һүҙлек эше.
Тәбиғәт - природа
Урман – лес
Тау – гора
Йылға – река
Хайуан – животное
Мәмерйә – пещера
Халыҡ – народ
Бал – мёд
Ял итеү минуты
Аҡҡоштарҙай йөҙәйек,
Бөркөт кеүек осайыҡ.
Ҡуян кеүек һикерәйек,
Айыу кеүек атлайыҡ,
Һәм урынға ултырайыҡ.
Г) Дәреслек буйынса эш.
- Белеүегеҙсә, хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр була. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән хәбәр һөйләмдәр менән танышабыҙ.
- Дәреслектәге 97 бит, 238-се күнегеүҙе асығыҙ.
- Тексты иғтибар менән уҡығыҙ.
- Нимә тураһында һүҙ бара? Ни өсөн текст “Ҡара алтын”, тип атала?
- Нимә ул “аҡ алтын”?
- “Зәңгәр алтын”?
- “Йәшел алтын”?
- Текстан хәбәр һөйләмдәрҙе табығыҙ. Ике хәбәр һөйләмен күсереп алығыҙ.
Ғ) Әңгәмә.
- Башҡортостанда ете мөғжизә бар, тиҙәр. Нимәләр?
-Салауат Юлаев һәйкәле тураһында кем һөйләп китә?
Скульптор С.Д. Тавасиев ижад иткән был һәйкәл (архитекторы И.C.Ғәйнетдинов) баш ҡалабыҙҙың символы. Салауат Юлаев һәйкәленең бейеклеге - гранит постаменты менән бергә 19,8 метр, ауырлығы - 40 тонна. Ул суйындан ҡойолған. Уны ижад иткәне өсөн Сосланбек Дафаевич Тавасиевҡа 1970 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһы бирелә.
- Янғантау нимәһе менән бөйөк?
Салауат районында Йүрүҙән йылғаһына һыйынып ҡына тәбиғәттең тылсымлы көсөнә эйә шифалы Янғантау тауы. Был беҙҙең планетала ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҙур күләмдә йылылыҡ, эҫе пар, газ сығып торған берҙән бер урын. Тауҙың сере 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итеп тора. Тау янында химик элементтарға бай, шифалы Ҡорғаҙаҡ урғыла.
- Киләһе мөғжизә – Красноусол минерал һыуҙары.
Был минерал һыуҙар кальций сульфатына, минерал тоҙҙарға һәм файҙалы микроэлементтарға бик бай. Шуның өсөн, һыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар.
- Артабан һүҙебеҙ Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында.
Еребеҙҙең йөҙөк ҡашы булған, 2 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған, данлыҡлы мөһабәт Шүлгәнташ мәмерйәһе Бөрйән районында урынлашҡан.. 1959 йылда унда таш быуаттың тәүге палеолит осоронда, йәғни беҙҙең эраға тиклем 40 – 10 мең йылдар элек, йәшәгән тәүтормош кешеләренең мәмерйә стенаһына төшөрөлгән һүрәттәре табылғас, ул бөтә донъяла танылыу таба. Мәмерйә стеналарында ҡыҙыл буяу (охра) менән ҡырағай ат, мамонт, носорог һүрәттәре эшләнгән.
- Киләһе мөғжизә – “Урал батыр” эпосы.
«Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының баш китабы. Ул 1910 йылда Мөхәмәтшә Буранғолов тарафынан яҙып алына. Эпос 4576 поэтик юлдан тора.
- Башҡорт балы тураһында кем һөйләр?
Башҡорт ере – урман – дала,
Башҡорт балҡайы – дауа...
- Етенсе мөғжизә – ҡурай.
Ҡурай үләне башҡорт халҡының символы. Уның ете тажы, берләшкән ете ырыуҙы символлаштыра. Башҡортостандың флагында ла, гербында ла ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән.
IV. Нығытыу күнегеүҙәре.
- Бирелгән һөйләмдәр дөрөҫмө? Хатаһын табығыҙ.
Башҡортостан Себерҙә.
Учалы, Сибай, Туймазы, Мәләүез – Татарстан ҡалалары.
Өфө - баш ҡала.
Сыуашстан Республикаһының баш ҡалаһы – Салауат.
Ҡурай – башҡорт халыҡ инструменты.
Проект эше башҡарыу.
Төркөмдәрҙә эш.
- Уҡыусылар, һеҙҙең алдығыҙҙа плакат һәм һүрәттәр ята. Башҡортостан байлыҡтарын ғына һайлап алып гәзит сығарырға кәрәк.
V. Йомғаҡлау.
- Бөгөн беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләштек?
- Башҡортостан байлыҡтарына нимәләр инә?
“Тыуған яҡ” йырын йырлау.
VI. Баһалау.
- Дәрес оҡшанымы?
-Бөгөн үҙегеҙҙең эшмәкәрлегегеҙгә ниндәй баһа ҡуяһығыҙ?
VII. Өйгә эш.
1) 98 б., 239-сы күнегеү.
2) “Өфө ҡалаһы” темаһына мәғлүмәт алып килергә.
3) “Башҡортостан” темаһына ижади проект башҡарырға.