Новости
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Новости
Телеңә ҡарап телеңде ихтирам итерҙәр
Телгенәм - бергенәм // Башҡортостан гәзитенән
Телеңә ҡарап телеңде ихтирам итерҙәрҠалалағы милли мәктәптәрҙең береһендә эшләгән башҡорт теле уҡытыусыһының һөйләгәндәренән: “Бер йыл X класҡа бөтөн кешенең иғтибарын йәлеп итерлек егет килде. Ғорур ҡиәфәтле, яҡшы уҡый, шәп спортсы. Үҙе бер нисә музыка ҡоралында уйнай, оҫта бейей. Етди ҙә, шаян да. Иң ныҡ ғәжәпләндергәне – бөтөн кеше менән башҡортса һөйләшә. Һөҙөмтәлә, ошо уҡыусыма эйәреп, класташтары ла үҙ-ара туған телендә аралаша башланы, бер нисәүһе ойошоп, милли ансамбль төҙөнө. Мәктәптә башҡалар ҙа башҡортса һөйләшеүҙе модаға индереп алды, хатта бығаса минең фәнгә илтифат күрһәтмәгән һауалы ҡыҙҙар ҙа тырышып уҡый башланы...”
Ҡалала башҡорт телен өйрәтеү ҡыйын тигән һүҙҙәрҙе күп ишетергә тура килә. Ошо темаға бағышлап, йәмәғәтселек вәкилдәре менән берлектә үткәрелгән ҡайһы бер “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә, ҙур кәңәшмәләрҙә йыш ҡына ығы-зығы барлыҡҡа килеүе мәсьәләне тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрә кеүек. Ғәмәли эштән күберәк һүҙ һөйләүҙән, кемдәндер ғәйеп эҙләүҙән, тиҙ арала яҡшы һөҙөмтә көтөүҙәндер был. Өҫтәүенә һөйләшеү барышында ҡуйылған бурыстар йыш ҡына әлеге сара тамамланыу менән онотола, шуға ла киләһе осрашыуҙа шул уҡ мәсьәләләр, ҡапыл иҫкә төшкәндәй, йәнә ҡалҡып сыға. Күпме ваҡыт әрәмгә китә тигән һүҙ.
Бындай күренештәрҙән айырмалы, ысын күңелдән ихлас тырышҡан, аныҡ һөҙөмтәгә ынтылған туған тел уҡытыусылары барыбер сараһын таба. Тап шундай рухлы, эшһөйәр, хеҙмәтен намыҫлы башҡарған педагогтар тотоп киләлер ҙә милли мәғарифты. Уларҙың, шулай уҡ ата-әсәләрҙең, уҡыусыларҙың әйтеүенсә, бөгөн башҡорт телен уҡытыуҙа иң ҙур проблема – дәреслектәрҙең ҡатмарлы булыуы. Был мәсьәлә, әлбиттә, үрҙә телгә алынған кәңәшмәләрҙә лә элек-электән тикшерелә килә, тик алға китеш бигүк һиҙелмәй. Шулай ҙа әҙерҙе көтөп ултырмаған уҡытыусылар яйын таба. Мәҫәлән, хәҙер күптәрҙең үҙ программаһын төҙөп, шуға ярашлы дәрес үткәреүе мәғлүм.
“Әсбаптарҙы нисек кенә еңелләштерергә тырышмаһындар, йөкмәтке барыбер шул килеш ҡала, – тигәйне бер уҡытыусы. – Тарихи романдарҙан ҡатмарлы өлөштәр, оҙон-оҙон шиғырҙар, һөйләм киҫәктәрен табыуы, ауыр булған бормалы-бормалы ҡушма һөйләмдәр... Күнегеүҙәрҙең күбеһе ниндәйҙер әҫәрҙән алына. Был мотлаҡмы икән һуң? Китапты төҙөгән белгестәр үҙҙәре йәки уҡытыусыларға мөрәжәғәт итеп, ябайыраҡ текст яҙа алмаймы? Шул уҡ ваҡытта әҙәбиәт дәресендә романдарҙы бер нисә көнгә һуҙып өйрәнеү дөрөҫмө? Эйе, йәш быуын тарихыбыҙҙы, әҙиптәребеҙҙең ижадын белеп үҫергә тейеш. Тик дәрестә бындай әҫәрҙәрҙән ҡыҫҡараҡ, тулы вариант менән танышыуға ҡыҙыҡһындырырлыҡ өлөш кенә өйрәнелһен ине. Классикаға әүерелгәндәрҙе бит беҙ былай ҙа кластан тыш мотлаҡ уҡыла торғандар исемлегенә индергәнбеҙ, балалар уларҙы айырым ваҡытта үҙаллы өйрәнеп, аҙаҡ һорауҙарға яуап бирә йәки йөкмәткеһе буйынса инша яҙа”.
Уҡытыусылар әйтеүенсә, башҡорт теленән күнегеүҙәр ҡыҫҡа булырға, күпселекте ябай диалогтар тәшкил итергә тейеш. Инглиз телендәге кеүек. Унда текстар бер нисә һөйләмдән артмай, күберәк аралашыу алымына өҫтөнлөк бирелә. Аңлайышлы ла, ролдәргә бүлешеп уҡыған балаларға ҡыҙыҡ та. Шул уҡ ваҡытта уҡыусылар, үҙенә киләсәктә кәрәк булмаһа, инглиз телен тырышып-тырмашып өйрәнмәҫ тә ине. Ул барлыҡ тармаҡтарға тиерлек үтеп ингән, сит илдәргә сыҡҡанда ла кәрәк, өҫтәүенә тиҙҙән был предметтан БДИ тапшыра башлаясаҡтар. Ә башҡорт теле? Үҙебеҙҙең милли республикабыҙҙа ла ҡулланылыу даирәһе тар бит һаман. Эйе, башҡортса төрлө мәҙәни, әҙәби саралар күп үткәрелә хәҙер, матур-матур йолаларыбыҙ тергеҙелеп, ҙур байрамдар ойошторола һ.б.
Был саралар халҡыбыҙ, айырыуса үҫеп килгән быуын тамырҙарыбыҙҙы, асылыбыҙҙы, рухи ҡиммәттәребеҙҙе, шул иҫәптән телебеҙҙе онотмаһын тигән маҡсатты күҙ уңында тота. Тимәк, ныҡлы нигеҙ бар: йәштәр, булғанды һаҡлау ғына түгел, үҫтерергә лә кәрәклеген белеп, тағы ла киңерәк майҙан яуларға ынтылыр. Кире осраҡта телебеҙ милләт эсендә генә ҡулланылыуҙан уҙа алмаясаҡ. Ә уның республикабыҙҙың дәүләт теле тигән статусы бар!
Һәр милләттең йөҙөн ошо телдә һөйләшкән кешеләр билдәләй. Әгәр улар йәмғиәттә кире холоҡ-ғәҙәте менән таныла икән, нисек ихтирам яулай алһын? Сит милләттән булған танышымдың әйткәне онотолмай: “Бер ҡатын автобусҡа балаһын елкәһенән тотоп алып инде лә ярһып әрләргә тотондо. Башҡорт. Ҡысҡыра торғас, баланы һуғып ебәрҙе. Автобустағылар йәмһеҙ күренештән, ҡолаҡты ярған тауыштан ни әйтергә белмәй шымып ҡалды. Ә мин ирекһеҙҙән: “Балаларыма мәктәптә ошо телде мотлаҡ рәүештә өйрәтәләр бит әле”, – тип уйлап ҡуйҙым. Беләм, һәр милләттә лә төрлө кешеләр бар. Шулай ҙа, бер ҡалаҡ дегет тотош мискәнең балын боҙа тигәндәй, айырым кешегә ҡарап дөйөм халыҡҡа баһа биреп ҡуйған осраҡтар ҙа була шул”.
Милләттең көсө – дуҫлыҡ-татыулыҡта, бер-береңә, башҡа халыҡ вәкилдәренә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәттә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байтаҡ урында бының киреһен күрергә тура килә. Мәҫәлән, хәҙер киң аралашыу майҙаны булған социаль селтәрҙәрҙә. Бер-береңә, төбәгеңә ҡара яғыу, иреш-талаш сығарырға ынтылыу, ҡан-ҡәрҙәшеңде яманлаған яҙмаларҙы, “оҡшай” тип сәхифәңә шылдырып алыу – быларға ҡарап, башҡа халыҡтар үҙ баһаһын тиҙ сәпәп ҡуялыр. Был телде үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһаймы?
Яҙманың иң башында телгә алынған ғорур ҡиәфәтле башҡорт уҡыусыһына әйләнеп ҡайтҡанда, йәш быуын араһында тиҫтерҙәренә шундай өлгө күрһәтерлек, милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләрлек ҡыҙҙар һәм малайҙар күберәк булһа ине. Ә ундай балаларҙы, әлбиттә, туған халҡының, теленең, мәҙәниәтенең, башҡа рухи ҡиммәттәренең киләсәге өсөн ысын күңелдән янып-көйөп йәшәгән рухлы, иманлы ата-әсә генә үҫтерә ала.
Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА

Туған тел – рухи байлыҡ сығанағы
Телгенәм - бергенәм // Бшҡортостан гәзитенән
Туған тел – рухи байлыҡ сығанағы Туған тел – һәр халыҡтың быуындан быуынға иң ҡәҙерле аманат итеп тапшырыла килгән аҫыл хазинаһы. Халыҡтың рухи донъяһын, уй-хыялдарын, тормош аҡылын һәм тарихи тәжрибәһен туған тел һаҡлай, һәр кемгә еткерә. Беҙ туған телдә һөйләшеп, туғанлыҡ тойғоһон яҡынайтабыҙ, туған телдә йырлап, шатлыҡ таратабыҙ.
Яңауыл район үҙәк китапханаһында туған телебеҙгә бағышланған “Туған тел – рухи байлыҡ сығанағы” тигән әҙәби кисә үтте. Был сара китап уҡыусыларҙа туған телгә, халҡыбыҙға һөйөү, ихтирам тәрбиәләү, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү маҡсатынан үткәрелде.
Бөйөк шәхестәр, аҡыл эйәләре туған телгә һәр саҡ ихтирам һәм хөрмәт менән ҡараған, әсә теле байлығына һоҡланған, табынған. Шул тел менән илебеҙҙең матди һәм рухи байлығын ишәйткәндәр. Әсә теленең кеше тормошондағы бөйөклөгөн шағирҙар үҙ шиғырҙарында данлаған. Кисәлә Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Мәхмүт Һибәт, Лариса Абдуллинаның туған телгә арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙек. Улар кешелә изгелек, мәрхәмәтлелек, миһырбанлыҡ, батырлыҡ, матурлыҡ сифаттарын тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Тел – тарих, быуындар бәйләнешен булдырыусы берҙән-бер сара. Шуға ла шағирҙар туған теле менән ғорурлана, әсә теленең башҡорт теле булыуына ҡыуана. Шатлыҡ, хис-тойғо офоҡтарының киңлеген туған теленең моңонда күрә. Улар башҡорт теленең әһәмиәтен, асылын, мәғәнәһен, тормоштағы, йәшәйештәге ролен үҙ уҡыусыһына аңлатырға тырыша.
Уҡыусылар “Башҡорт теле – минең киләсәк” тигән викторина һорауҙарына яуап биреп, үҙҙәренең белемле булыуын күрһәтте, китап күргәҙмәһе менән танышты. Уҡыусыларҙың үҙ телдәрендә ихлас аралашыуы, тел яҙмышына битараф булмауы, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеүҙәрен күреү, халҡыбыҙҙың киләсәге булыуы китапханасыларҙы бик шатландырҙы.
Үҙ халҡының мәҙәниәтен, туған телен белмәгән, яратмаған кеше башҡа телде ярата аламы икән? Китаптар, мәктәптәр булмаған осорҙа тел тәрбиәсе ролен үтәгән, хатта хәҙерге компьютерҙар һәм телевидение осоронда ла тел бөйөклөгөн юғалта алмай. Кеше ни хәтлем күберәк тел белһә, уның рухи донъяһы шул тиклем үҫешкән булыр. Үҙебеҙҙе халыҡ булараҡ һаҡлау өсөн иң тәүҙә телде һаҡларға кәрәк. Ә телдең киләсәге – кеше ҡулында.
Тел, милләт, ил – айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Халҡыбыҙ телһеҙ, ерһеҙ ҡалмаһын өсөн күпме ҡорбан биргән, телен юғалтмаған. Ата-бабаларыбыҙҙың иң изге аманаты – әсә телен һаҡлап ҡалыу – иң мөҡәддәс бурысыбыҙ.
Автор: Далария ХӘЙҘӘРШИНА.
Яңауыл ҡалаһы.

Дуҫлыҡ нигеҙе – ихтирам
"Бшҡортостан" гәзитенән
Дуҫлыҡ нигеҙе – ихтирам Аҙ һанлы халыҡтар үҙ телен, йолаларын, ауыҙ-тел ижадын нисек һаҡлап ҡала ала? Был һорау күптәргә тынғылыҡ бирмәй. Айырыуса илһөйәрҙәргә. Ошо көндәрҙә баш ҡалала үткән “Фин-уғыр халыҡтарының ассоциацияһы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте Советы Президиумы ултырышында ғалимдар, власть даирәләрендә эшләгән вазифалы кешеләр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ошо һорауҙарға яуап эҙләне.
Күләмле сараның Башҡортостанда ойошторолоуы юҡҡа түгел. Республикалағы мари халҡы диаспораһы илдә иң ҙуры һанала. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 100 меңдән ашыу ошо милләт вәкиле йәшәй. Удмурт һәм мордва халыҡтарының да милли-мәҙәни үҙәктәре һөҙөмтәле эшләп килә.
Ил Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтен һәм телдәр күп төрлөлөгөн һаҡлау, үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Петр Тултаев үҙ сығышын Башҡортостандағы ыңғай эш һөҙөмтәһен барлауҙан башланы:
– Башҡортостан – милләт-ара берҙәмлек миҫалы. Күп халыҡтар көн иткән республика быуаттар дауамында толерантлығы менән абруй ҡаҙанған. Ул милли сәйәсәт өлкәһендә башҡаларға үрнәк булып тора. Минең икенсе тыуған яғым ошонда булыуы менән ғорурланам. Ҡатыным – Өфөнөкө. Шуға Башҡортостанға килергә яратам, – тине ул.
Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, мәҙәниәт һәм мәғариф министрҙарының урынбаҫарҙары Валентина Латипова һәм Венера Вәлиева, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, республиканың фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Юлия Герасимова сығыш яһаны.
Борис Мелкоедовтың сығышынан һуң, Башҡортостанда фин-уғыр телдәрендә сыҡҡан гәзиттәрҙең өлгөләрен Интернет киңлектәрендә лә булдырыу мәсьәләһе күтәрелде. Был йәһәттән Нефтекама ҡалаһында мари телендә сыҡҡан “Чолман” республика баҫмаһын миҫалға килтерергә була. Мариҙар күпләп төпләнгән Ҡалтасы, Мишкә, Тәтешле райондарында нәшер ителгән баҫмаларҙың да, тиражы әллә ни ҙур булмаһа ла, даими уҡыусылары етерлек.
Венера Вәлиева мәғариф өлкәһендәге хәл менән таныштырғас, уҡытыу программаларын әҙерләүҙә тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлектәре лә ҡаралды. Был йәһәттән Башҡортостанда проблема юҡ, китап-әсбаптар етерлек кимәлдә. Мәктәптәрҙә удмурт, мари, мордва телдәрен туған тел булараҡ өйрәнеү мөмкинлеге бар, бының өсөн айырым бүлмәләр бүленгән, улар тулыһынса уҡытыу-методик ҡулланмалар менән тәьмин ителгән. Әйтәйек, мари телен туған тел булараҡ биш меңдән ашыу уҡыусы өйрәнә, был йүнәлештә йөҙҙән ашыу уҡытыусы эшләй. Һөнәри кадрҙар Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы, Стәрлетамаҡ һәм Благовещен ҡалаларында урынлашҡан күп профилле колледждарҙа әҙерләнә. “Уҡытыусыларҙың тәжрибә кимәле нисек һуң?” тигән һорау яңғыраны ултырышта. Ҡыҙыҡһынған шәхестең тел төбөндә шикләнеүгә лә урын бар ине. Әммә белгестәрҙең юғары кимәлдәге әҙерлеге тураһында уҡыусыларҙың уңыштары үҙҙәре үк һөйләй. Күптән түгел Мари Илендә үткән олимпиадала Башҡортостандан өс бала призлы урын яулап ҡайтҡан. Әйткәндәй, Н.П Огарев исемендәге Мари Иле университетының филология факультеты деканы, профессор Юрий Мишанин үҙ сығышында Башҡортостан студенттарын маҡтап телгә алып, теләге булған абитуриенттарҙы ташлама менән ҡабул итергә әҙер булыуҙарын хәбәр итте.
Иң ҡыҙыу бәхәс, әлбиттә, балаларға үҙ телендә белем биреү мәсьәләһенә бәйле булды, сөнки йыйылғандарҙың барыһы ла ябай ғына бер төшөнсәне яҡшы аңлай: әгәр бала туған телендә һөйләшеп үҫә икән, тимәк, был телдең киләсәге бар. Республикала, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, был йәһәттән эш көйләнгән. Ыңғай һөҙөмтәләр бихисап. Оҙаҡ йылдар Башҡортостандағы Мари Иленең тулы хоҡуҡлы вәкиле, мари милли-мәҙәни үҙәге вазифаһын етәкләгән Павел Бикмурзин:
– Рөстәм Хәмитов Мишкә районы үҙәге Мишкә ауылындағы элекке кинотеатр бинаһын Мари мәҙәни үҙәгенә биреү тураһында ҡарар сығарҙы. Ул “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” исемлегенә инде һәм ошо арала төҙөкләндерелә башлаясаҡ. Шулай уҡ быйыл 1-се Бөтә Рәсәй мари съезының 100 йыллығы уңайынан Бөрө ҡалаһында ҙур байрам үтәсәк, ғилми-ғәмәли конференция ойоштороласаҡ. Ҡалтасы районында мари бейеүҙәре фестиваленә әҙерлек башланған. Йыл һайын үткәрелеп килгән был фестивалдең һуңғыһында мари халыҡ “арҡан” бейеүе, 2300 метрға һуҙылып, “Донъяла иң оҙон көнсығыш-мари бейеүе” номинацияһында донъя рекорды ҡуйҙы. Халыҡ-ара рекордтар һәм ҡаҙаныштар агентлығы президенты район хакимиәте башлығына тантаналы шарттарҙа рекордтың раҫланыуы тураһында сертификат тапшырҙы, – тип ғорурланып һөйләне.
Артабан сарала ҡатнашыусылар Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үткән “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты. Һуңынан сара Ҡырмыҫҡалы районының Илтерәк ауылындағы мәҙәни үҙәктә дауам итте. Бында мари мәғрифәтсеһе, фольклорсы, эрзя телендә әлифба төҙөгән А. Юровтың йорт-музейы эшләп килә.
Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Бөйөк әҫәр – башҡортса
" Бшҡортостан" гәзитенән
Бөйөк әҫәр – башҡортса Балалар әҙәбиәте ҡытлыҡ кисерә, тиҙәр. Ә бына Әбйәлил районында ғүмер кисергән Айһылыу Йәғәфәрова кескәйҙәр өсөн күп әҫәр ижад итә. Бөтәһе лә яратып уҡыған рус халыҡ яҙыусыһы А. С. Пушкиндың үлемһеҙ ижадын башҡорт балаларына әсә телендә уҡыу бәхетенә өлгәштерҙе ул. Баш ҡалабыҙҙа үткән Президент шыршыһында бөйөк Пушкиндың башҡортсаға тәржемәләнгән әҫәрҙәрен ҡунаҡҡа килгән уҡыу алдынғыларына бүләк иттеләр. Ул А. Йәғәфәрованың Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл уңайынан баҫтырылған ижад емеше ине.
Тәржемә өлкәһендә Айһылыу апай уңышлы эшләй. Башҡортостан Мәғариф министрлығының үтенесе буйынса баҫтырылған “Ҡыҙыл ҡанатлы, алтын суҡышлы ҡошсоҡ” китабы балалар баҡсаһы программаһына ярашлы тәржемә ителгән.
“Йәйғор” тигән ике китабы ла шул рәүешле баҫтырылған. “Кил һин беҙҙең тирмәгә” тәржемә китабы З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте заказы буйынса әҙерләнде. Унда А. Бартоның 35 шиғыры, К. Чуковскийҙың “Телефон”, “Айболит” шиғырҙары, С. Маршактың “Бесәй өйө”, “Кем таба йөҙөктө?” шиғырҙарының тәржемәһе бирелде.
Ул Рәсәй әҙиптәренән тыш, сит ил яҙыусыларының балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрен дә тәржемәләне. Мәҫәлән, “Золушка”, “Кот в сапогах”.
Яҙыусы, ғөмүмән, балалар баҡсаһында эшләгәнгә күрә, программаға ингән бөтә әҫәрҙәрҙе лә туған телдә яңғыратты. Уңышлы тәржемәсегә Өфө ҡалаһынан В. Капустина, Екатеринбургтан Т. Маташова мөрәжәғәт итеп, уның ярҙамы менән башҡорт телендә китап сығарыуға өлгәшә.
Балалар психологияһын, уларҙың донъяһын А. Йәғәфәрованан да яҡшы аңлаған ижадсы һирәктер. Тиккә генә уның спектаклдәре ярышнамәләрҙә еңеп сыҡмайҙыр. Дүртөйлө районы уҡыусылары, уның “Бөҙрәкәй” спектаклен ҡуйып, республикала өсөнсө урынды алды. Район кимәлендә күп мәктәптәр уның әҫәрҙәрен сәхнәләштереп, призлы урындар яуланы. Әбйәлил районының Ташбулат урта мәктәбе “Һинең исемең кем?” әкиәте геройҙарының персонаждарына кейемдәр тегеп һәм уны күрһәтеп, матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Йыл да районда ойошторолған “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында шул уҡ мәктәп балалары, “Кемдең күлдәге матурыраҡ?” әҫәрен сәхнәгә сығарып, иң юғары баһа – Гран-при алды, синтезатор менән бүләкләнде.
Халыҡ-ара балалар китабы көнө уңайынан Сибай балалар баҡсаһында ата-әсәләр костюмдар тегеп, “Бөҙрәкәй” исемле спектаклен ҡуйыуы тураһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бәйән итте. Байым мәктәбе – “Алтын балыҡ”, ә З. Фәйзуллина Сибай ҡалаһының “Сулпан” театрында Пушкиндың драматург Йәғәфәрова тәржемә иткән “Салтан батша” әкиәттәрен сәхнәгә сығарҙы. Шул уҡ ҡалала Ә. Ҡыуатова тәржемәсенең “Теремок” әкиәтен сәхнәләштерҙе. Тимәк, әҫәрҙәр балалар араһында танылыу тапҡан, йәнә уларҙың уҡымлы, оҙон ғүмерле булыуына ишара был.
Башҡортостанда бала туған һәм рус телдәрендә “Әлифба”нан башлап уның шиғырҙарында, әкиәттәрендә, хикәйәләрендә, йырҙарында тәрбиәләнә. А. Йәғәфәрованы балаларҙың яратҡан әҙибәһе тиһәм, һис тә хаталанмам, сөнки ул әле лә кескәйҙәр донъяһынан ситләшмәй, уймаҡ хикәйәләр, повестар яҙып ҡыуандыра. “Балалар әҙәбиәтендә кире геройҙар булмаҫҡа тейеш, кескәйҙәр уларҙың ыңғай сифаттарын ғына үҙләштерә” тип әйткәнен һәр ижадсы күҙ уңында тоторға тейеш, тип уйлайым.
Балалар уның әҫәрҙәренә мохтаж. Малай-ҡыҙҙарҙың дуҫы, тәрбиәсеһе, кәңәшсеһе әҙибә А. Йәғәфәрованың китаптары һәр башҡорт ғаиләһендә булырға тейеш, тип иҫәпләйем.
Автор: З. БӘШӘРОВА.

Урындағы һөйләш шарттарында әсә телен өйрәтәбеҙ
10-03-2017, 03:55 // Телгенәм - бергенәм // "Башҡортостан" гәзитенән
Урындағы һөйләш шарттарында әсә телен өйрәтәбеҙ Туған телгә ҡарата балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа, һөйөү тәрбиәләүҙә уҡытыусы, һис шикһеҙ, башҡорт диалекттарына һәм улар эсенә ингән урындағы һөйләштәргә таяна. Башҡорт әҙәби теленең формалашыуы, үҫеүе һәм һүҙлек составының байыуы өсөн төп сығанаҡтарҙың береһе булып башҡорт теленең диалекттары иҫәпләнә. Жәлил Кейекбаев үҙенең бер хеҙмәтендә “Башҡорт диалекттарын өйрәнеү һәм белеү башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн бик әһәмиәтле. Уҡыусы балаларҙың ерле һөйләшен өйрәнгән һәм белгән саҡта ғына, балаларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрендәге һөйләш хаталарын күрһәтеп, уларҙы әҙәби телдә һөйләргә өйрәтеү мөмкин” тип күрһәткәйне. Ғалимдың был белдереүе башҡорт теленең уҡытыу процесында урындағы йәки биләмә һөйләш үҙенсәлектәрен даими иҫәпкә алырға һәм уларҙы уҡытыусылар үҙҙәренең эш ғәмәлендә ижади ҡулланырға тейешлегенә туранан-тура ишара яһай.
Бөгөн әҙәби тел менән башҡорт диалекттары һәм һөйләштәре сағыштырма планда ғалимдарыбыҙ тарафынан ентекле өйрәнелгән. Был өлкәлә Т.Ғ. Баишевтың, Ж.Ғ. Кейекбаевтың, Ә.Ә. Юлдашевтың, Н.Х. Ишбулатовтың, Н.Х. Мәҡсүтованың, С.Ф. Миржанованың, Х.Ғ. Йосоповтың, Ф.Ғ. Хисамитдинованың хеҙмәттәре айырыуса иғтибарға лайыҡ.
Беҙҙең төньяҡ-көнбайыш диалекты, оҙаҡ йылдар татар әҙәби теле йоғонтоһон кисерһә лә, үҙенең төп башҡорт диалекты икәнлеген һаҡлап ҡалған. Фонетик яҡтан ул татар һөйләшенә тартым, ә лексик һәм грамматик йәһәттән башҡорт теленә нығыраҡ яҡын. Диалекттың үҙенә һәм башҡа ҡайһы бер һөйләштәргә хас фонетик, морфологик һәм лексик үҙенсәлектәре бар. Фонетик үҙенсәлектәргә түбәндәгеләрҙе индерергә мөмкин:
– “һ”, “ҫ” өндәре урынына “с” тартынҡыһы ҡулланыла: саташыу, симез, сыйыр, тастымал, усак, басма, килмәс, бармас (һаташыу, һимеҙ, һыйыр, таҫтамал, уҫаҡ, баҫма, килмәҫ, бармаҫ) һ.б.;
– әҙәби телдәге “с” тартынҡыһы урынына күпселек рәүештә “ч” хәрефе ҡулланыла: чәчкә, сыйырчыҡ, баскыч, ачкыч, алйапҡыч, ҡапкач (сәскә, сыйырсыҡ, баҫҡыс, асҡыс, алъяпҡыс, ҡапҡас) һ.б.;
– ҡайһы бер һүҙҙәр әҙәби телдәге “с” өнө урынына “т” тартынҡыһы менән башлана: төчө, төчкөрөү, тычкан (сөсө, сөскөрөү, сысҡан);
– эйәлек, төшөм килеш ялғауҙары “н” тартынҡыһы менән башлана: балның, атның, утны, чәйне (балдың, аттың, утты, сәйҙе) һ.б.;
– әҙәби телдәге “й” өнө урынына “й” өнөнә яҡын булған “ж*” (тартынҡы) күҙәтелә. Ул өндө шартлыса “ж*” тип билдәләргә мөмкин: ж*ир, ж*ирән ж*имелдәү, донж*а, мөрж*ә, энж*е (ер, ерән, емелдәү, донъя, мөрйә, ынйы һ.б.;
– ҡайһы бер һүҙҙәр “м” өнөнән башлана: мәшкә (бәшмәк);
– күплек ялғауҙары “л”, “н” тартынҡыларынан башлана: атлар, китаплар, көннәр, йыллар, таңнар (аттар, китаптар, көндәр, йылдар, таңдар) һ.б.;
– диалектҡа иренләшкән “а” һуҙынҡыһы хас: ашау, алма, аласыҡ, барма, бал (ашау, алма, аласыҡ, барма, бал) һ.б.;
– әҙәби телдәге “ы” һуҙынҡыһы урынына “о” өнө ҡулланыла: болау, бозау, томау, шома, тошау, ҡоңгорау (бығау, быҙау, тымау, шыма, тыша, ҡыңғырау) һ.б.;
– башҡорт телендә һәм уның һөйләштәрендәге “у”, “у”, “э” һуҙынҡылары урынына “о”, “ы”, “ө”, “и” өндәре ҡулланыла: постау, алабота, ботҡа, оҡлау, мынча, быйау, йөгөрөү, йөткөрөү, кинәш, кирәк, тирән, кибән, киргә, ким (буҫтау, алабута, бутҡа, уҡлау, мунса, буяу, йүгереү, йүткереү, кәңәш, тәрәк, кәрән, кәбән, кәртә, кәм);
– ҡайһы бер һүҙҙәрҙең башында “ы” һуҙынҡыһы төшөп ҡала: лачын, чыҡ, чын (ыласын, ысыҡ, ысын);
– әҙәби телдәге “ө” өнө ҡушылмалары урынына “у” һуҙынҡыһы ҡулланыла: үрҙәк, үрә, үрәнеү, үрәнчек, сүрәү, сүләү (өйрәк, өйрә, өйрәнеү, һөйрәү, һөйләү);
– ҡайһы бер һүҙҙәрҙең алдында “э”, “ө” һуҙынҡылары килергә мөмкин: эчит кеше, эчереккүл, эчереү, өтөрөп бир (сит кеше, сереккүл, сереү, төрөп бир);
– ирен гармонияһы һүҙҙең тәүге ижегенән алып һуңғы ижектәренәсә һаҡланмай: теҙелеше, ҡошчылык, бетен, ҡорылыҡ (төҙөлөшө, ҡошсолоҡ, бөтөн, ҡоролоҡ).
Диалекттың морфологик үҙенсәлектәре:
– әҙәби телдәге икенсе зат күплек ялғау -һығыҙ урынына -сыҙ йәки -сыз ҡулланыла: аласыз, каласыз, киләсез (алаһығыҙ, ҡалаһығыҙ, киләһегеҙ). Ошондай уҡ күренеш хәбәрлек категорияһының икенсе заттағы күплек ялғауында ла күҙәтелә: укытыучысыз, ж*ырчысыз (уҡытыусыһығыҙ, йырсыһығыҙ);
– әҙәби телдәге – майынса (-мәйенсә) ялғауы урынына бында уның – майчы (-мәйенсә) рәүешендәге ҡыҫҡартылған варианты ҡулланыла: күрмәйче китмәй; мин кайтмайчы (күрмәйенсә китмәй; мин ҡайтмайынса);
– тын (-тең), -гынаҡ (-генәк) ялғауҙары хас: килгәчтен, киткәчтен, кичәгенәк, байагынаҡ (килгәс, киткәс, кисә генә, бая ғына).
Беҙҙең диалекттың һүҙлек составы ла шаҡтай үҙенсәлекле. Ауыл һөйләшендәге һүҙҙәрҙе әҙәби телдәгеләре менән сағыштырайыҡ.
Бындай хаталарҙың күп өлөшө телдең фонетик нормалар системаһын, законлыҡтарын ныҡлы үҙләштермәү арҡаһында барлыҡҡа килә. Балаларҙың телмәрендәге орфоэпик һәм орфографик хаталар ҙа башлыса теге йәки был һөйләштең йәки диалекттың фонетик үҙенсәлектәре менән бәйләнгән.
Шуға ла уҡытыусы алдында уҡыусыларҙың телмәрендәге диалект үҙенсәлектәрен алдан күрә белеү, иҫкәртеү һәм уларҙы дөрөҫ ҡулланыу бурысы тора.
Был эш, нигеҙҙә, дөйөм методиканың принциптарына һәм алымдарына таянып алып барыла. Шуның менән бер рәттән, норматив методиканан айырмалы рәүештә, диалект шарттарында башҡорт теленә өйрәтеү методикаһында аңлатыу-күрһәтеү, репродуктив, өлөшсә эҙләнеү йәки эвристик методтар менән ҡайһы бер алымдар өҫтөнлөк алырға тейеш. Мәҫәлән:
– әҙәби телдә асыҡ орфоэпия менән һөйләү, һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе әҙәби нормаларға ярашлы әйтеү, үрнәк биреү;
– диалект үҙенсәлектәрен даими иҫкәртеү;
– һүҙҙең мәғәнәһен алмаштырыуға сәбәп булған ялғауҙарҙы, өн-хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтелеш һәм яҙылыш менән сағыштырыу;
– өндө артикуляцион яҡтан дөрөҫ әйттереү буйынса махсус күнегеүҙәр үткәреү үрнәккә эйәреп, хор менән әйтеү, төрлө таблицалар ҡулланыу, теге йәки был өн-хәрефкә, ижеккә һүҙҙәр, һүҙҙәргә һөйләмдәр төҙәтеү, ялғау өҫтәтеү һәм алып ташлатыу, өн-хәреф өҫтәтеү йәки алып ташлатыу;
– текстарҙы ятлатыу һәм һөйләтеү;
– һүҙҙәрҙе күсереп яҙыу, төшөп ҡалған хәреф, ижек, һүҙҙәрҙе тултырып яҙҙырыу, яҙғанды ҡысҡырып уҡытыу;
– бер иш ялғауҙарға һүҙҙәр төҙөтөү һәм яҙҙырыу;
– диалект үҙенсәлеге ебәрелеүе мөмкин булған формаларға иҫкәртмәле һәм контроль эштәр үткәреү: күсереп яҙыу; ишетмәле, ижади, күрмә диктанттар яҙҙырыу;
– дәрестә уҡыусыларҙан күберәк һөйләтеү, докладтар биреү, йыйылыштарҙа, түңәрәктәрҙә, кластан тыш эштәрҙә сығыш яһатыу, уҡыған китаптары, ҡараған кинофильмдары, спектаклдәре, төрлө экскурсияларҙа, сәйәхәттәрҙә булған саҡта килеп тыуған уй-хистәре, тойғолары тураһында фекер алышыу кеүек эштәрҙе ойоштороу;
– грамматика дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәрендәге диалект үҙенсәлек алдан иҫкәртеү өсөн темаларға, бүлектәргә күберәк иғтибар биреү;
– “Фонетика” һәм “һүҙъяһалыш” бүлектәре буйынса күнегеүҙәрҙе йышыраҡ эшләтеү;
– мәктәптә һәм мәктәптән тыш ваҡытта уҡыусыларҙың үҙҙәренә лә бер-береһенең телмәрен күҙәтеү, мөмкин булғанса диалект үҙенсәлектәрен иҫкәртеү эштәрен ҡушыу;
– башҡорт теле һәм әҙәбиәте түңәрәгенең стена гәзиттәрендә әҙәби тел менән теге йәки был диалект араһындағы айырымлыҡтарҙы күрһәткән мәҡәләләр, тел мәсьәләләренә арналған башватҡыстар, төрлө кроссвордтар менән сығыш яһау һ.б.
Ғөмүмән алғанда, башҡорт әҙәби теле диалекттар нигеҙендә үҫә, байый, яңынан-яңы һүҙҙәр, төшөнсәләр һәм грамматик формалар менән тулылана бара. Беҙгә, ерле һөйләштәрҙе һаҡлау менән бер рәттән, әҙәби телдең сафлығы өсөн дә көрәшергә кәрәк.
Автор: Д. НӘБИУЛЛИНА.

"Башҡортостан" гәзитенән, 3 март 2017йыл.
Һөйөнсө, шиғриәт һөйөүселәр, З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә шағир Хәсән Назарҙың өр-яңы китабы донъя күрҙе. Китап “Рухыбыҙ шоңҡарҙары” тигән шиғыр менән асыла. Ул әҙип үҙенең остаздары тип һанаған Ш. Бабичҡа, Р. Ғариповҡа арналған:
Бабичтан Рәмигә ҡәҙәр
Бер аҙым – етһә йөрьәт.
Ә ниндәй аҙым! Үтелә
Шиғырҙа типһә йөрәк.
Бөгөнгө башҡорт шиғриәтенең кимәлен билдәләүсе шағирҙарыбыҙҙан Башҡортостан Республикаһының С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, З. Биишева, Р. Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Хәсән Назарҙың “Һайланма әҫәрҙәр” йыйынтығында 1960 – 2016 йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары тупланған.
Уйы тәрән, рухы юғары шағирҙың әҫәрҙәре милли аһәң, донъяға фәлсәфәүи ҡараш менән һуғарылған, заман заңына сорналған.
Йыйынтыҡта шағирҙың рухына тап килгән тәржемәләр ҙә урын алған: А. Пушкин, Р. Ғамзатов, М. Лермонтов, У. Шекспир, А. Твардовcкийҙың һәм башҡа классиктарҙың шиғри әҫәрҙәре.
Китапта шулай уҡ Рәми Ғариповтың, Назар Нәжмиҙең, Рауил Бикбаевтың әҙиптең йыйынтыҡтарына рецензиялары ла бирелгән. “Һайланма әҫәрҙәр”ҙең күләме – 25 баҫма табаҡ. Йыйынтыҡ бәҫле итеп зауыҡ менән сығарылған.
Автор: Л. СИТДИҠОВА.

Сулейманов Р.Ф.
- Сообщения: 264
- Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40
Re: Новости
2017 йылдың 10 мартында БМҮИ - ның башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы "Рауил Бикбаев көндәлектәре: мемуаристика һәм ижад лабораторияһы" темаһы буйынса республика семинары үткәрҙе, уның эшендә башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр уҡытыусылары ҡатнашты. Семинарҙы БМҮИ ректоры Р.Ғ. Мәжитов асты. Ул ошо сарала кафедра мөдире З.М. Ғәбитованы күркәм юбилейы менән ҡотланы, ғилми һәм педагогик эшмәкәрлегендә уңыштар теләне. БДБ ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Ф.Б. Саньяров юбилярға ойошма исеменән "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалын тапшырҙы. Сарала автор Рауил Бикбаевтың ҡатнашыуы семинарҙың бәҫен күтәрҙе, уҡытыусылар өсөн ул бик файҙалы булды. Халыҡ шағиры көндәлектәр яҙыу, уларҙың әһәмиәте хаҡында һөйләне, бик күп шиғырҙарын уҡыны. Ике арала йәнле һөйләшеү урынлашты, уҡытыусылар ижад хаҡында күп нәмә белде. Шуға ла сығыш яһаусы коллегалар семинар эшенә юғары баһа ҡуйҙы. Күренекле яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыу киләсәктә лә дауам итәсәк.
-
Вальшина Светлана
- Сообщения: 1
- Зарегистрирован: 10 мар 2017, 10:54
Re: Новости
Һаумыһығыҙ! 9 марттан 11 мартҡа тиклем ГИА буйынса курстар үтеп ҡайттыҡ. Үҙебеҙгә бик күп мәғлүмәт алдыҡ, Рауил Бикбаев менән осраштыҡ. Курсты ойоштороусыларға, алып барыусыларға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
-
fairuza123
- Сообщения: 1
- Зарегистрирован: 06 мар 2017, 09:06
Re: Новости
башҡорт теле уҡытыусыларына ҡайнар сәләм
-
мавлюджановна
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 06 мар 2017, 08:59
Re: Новости
Бөгөн беҙ үҙебеҙгә бик файҙалы мәғлүмәттәр алдыҡ. Әхәт Ғалимович, ИРО РБ сайтындағы уҡытыусылар өсөн кәрәкле һәм мөһим булған информацияларҙы алырға өйрәткән өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Сәләм менән Саҡмағош районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары.