Методические рекомендации

Ответить
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

20-се дәрес
Теләк һөйкәлеше ҡылымдарының телмәрҙә ҡулланышы.

Маҡсат: 1. Теләк һөйкәлеше тураһында белемде нығытыу, камиллаштырыу.
2. Белемде яҙыу, һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Теләк һөйкәлеше ҡылымдарын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.

Дәрес барышы
LIX. Белемде актуалләштереү.
290-сы күнегеү. Текстың йөкмәткеһен үҙләштереү. Һуңғы һөйләмгә яуап биреү.
Хәбәр, шарт, теләк, бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарын күсереп алығыҙ, һанын, затын күрһәтеү.
Проблемалы һорау: Теләк һөйкәлеше ҡылымдарының телмәрҙәге үҙенсәлеге нимәлә?
LX. Яңы теманы анлатыу һәм нығытыу.
Ҡылымдарҙы файҙаланып, тәүҙә телдән һөйләмдәр төҙөгөҙ, уларҙы башҡа иптәштәрегеҙҙеке менән сағышты¬рығыҙ, иң дөрөҫ, матур итеп төҙөлгән һөйләмдәрҙе дәфтәре¬геҙгә яҙығыҙ. Ҡылымдарҙың һөйләмдәрегеҙҙә ниндәй киҫәк булғанын һөйләгеҙ.
1. ҡайтып киләйек. 2. уйнап алайыҡ.
3. бөтә көстө һалайыҡ. 4. барайым.
5. киттем. 6. күргеһе килә. 7. уҡы¬маҡсы була. 8. һөйләмәксе. 9. тора бирә¬йек. 10. ҡалмаҡсы бул.. .

Тестырҙа бышҡарыу.
1.Ҡылым нимәне белдерә?
а) предметты; б) предметтың билдәһен; в) предметтың эшен-хәрәкәтен.
2.Ҡылымға хас грамматик категорияларҙы билдәләгеҙ: а) дәрәжә б) заман в) килеш г) һөйкәлеш ғ) йүнәлеш.
3.Ҡылымдың затлы формаһын билдәләгеҙ: а) ҡылым төркөмсәләре б) ҡылым һөйкәлештәре.
4. Уларға бары дөрөҫөн генә әйтһендәр һөйләмендә ҡылымды табып, уның һөйкәлешен билдәләгеҙ: а) хәбәр һөйкәлеше б) бойороҡ һөйкәлеше в) теләк һөйкәлеше г) шарт һөйкәлеше
5.Күк йөҙөндә яҙғы ҡояш балҡый һөйләмендә һуңғы һүҙҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарауын билдәләгеҙ: а) исем б) сифат в)ҡылым г)һан ғ) алмаш.
6. … һан, эйәлек һәм хәбәрлек заты, килештәр менән үҙгәрә.
А. ҡылым
Б. сифат
В.исем

7. Нигеҙҡылымдарҙы табығыҙ.
А. ағарт, йырла, йөрө, ҡайт
Б. йәмләнә, шатлан, ашатығыҙ
В. бул, ирей, хушлаш.

8. Көндәр йылынһа, үләндәр йәшәрә башлай. Ниндәй һөйкәлештәге ҡылым?
А. бойороҡ
Б. теләк
В. хәбәр
Г.шарт

9. Башлай, тотма, ташлайһың, төшә, торалар. Ниндәй заман өылымдары?
А. үткән
б. хәҙерге
в. киләсәк

Тикшереү, баһалау.

Һығымта яһау, һорауҙар ярҙамында алған белемде нығытыу
Рефлексив анализ. Баһалау Өйгә эш: 289-сы күнегеү
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

21-се дәрес
Ҡылымды тикшереү тәртибе.

Маҡсат: 1. Ҡылым буйынса белемде нығытыу, камиллаштырыу.
2. Алған белемде яҙыу, һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Ҡылымдарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.

Дәрес барышы
I. Белемде актуалләштереү.
Ҡылым һөйкәлештәре буйынса таблицаны тултырығыҙ
Ҡылым һөйкәлештәре Яһалыу юлы Миҫалдар
Хәбәр һөйкәлеше Ш-лы ү.з- - ты-те, ды-де, ҙы-ҙе, ны-не
Ш-һыҙ ү.з.- ған-гән, -ҡан-кән, -ҡайны-кәйне, -ғайны-гәйне

-ә + торғайны



-ыр + булған
-ер Уҡы+ны
Уҡы+ған
Уҡы+ ғайны


Яҙа торғайны
Килә торғаны
Һөйләй торғайны

Һөйләр булған
Яҙыр булған
Килер булған
Бойороҡ һөйкәлеше
Шарт һөйкәлеше
Теләк һөйкәлеше

Проблемалы һорау: Ҡылымдарҙы тикшереү тәртибе?
II. Яңы теманы анлатыу һәм нығытыу.
292-се күнегеүҙе башҡарыу. Ҡалын хәреф менән бирелгән ҡылымдарҙы өлгө буйынса тикшереү.
Әрселде — ҡыл., хәб. һ., үҙ аллы, нигеҙе — әрсел, 3-сө зат, берл., үтк. з.. һөйләмдә хәбәр булып килә.
Тикшереү, баһалау.

Б. Домашниковтың «Һаҙ томбойоғо сәскә ата» исем¬ле төҫлө картинаһын ҡарау. Тәбиғәттең ниндәй миҙгеле һүрәтләнгән? Яр буйын һүрәтләгеҙ. Рәссам ниндәй төҫтәрҙе ҡулланған? Ни өсөн? Ҡылымдарҙың төрлө формаларын ҡулланып, бәйләнешле һөйләмдәр төҙөгөҙ.


Һығымта яһау, һорауҙар ярҙамында алған белемде нығытыу
Рефлексив анализ. Баһалау Өйгә эш: диктантҡа әҙерләнергә.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

22-се дәрес
Биремле диктант. Һаҡлауға мохтаж ҡалған

Маҡсат: 1. Ҡылым буйынса белемде нығытыу, камиллаштырыу.
2. Алған белемде яҙыу, һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Ҡылымдарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.

Дәрес барышы
I. Белемде актуалләштереү.
Яҙма эш дәфтәрҙәре таратыла. Дәфтәргә көндө, текст атамаһын яҙыу. Диктанттар йыйынтығынан (Толомбаев Х.А., Атнағолов С.В. “Диктанттар йыйынтығы” - Өфө: Китап, 2001 йыл.)
II. Төп өлөш:
III. 1) башта тексты тулы килеш уҡыу;
2) Һүҙлек эше.
3) уҡытыусының һәр һөйләмде әйттереп яҙҙырыуы;
4) тикшереү өсөн тексты тулы килеш уҡыу;
5) эштәрен үҙ аллы тикшереп сығыу;
6) өҫтәлмә эш:
а) Текстан миҫалдар табып, таблицаны тултырырға.

Хәбәр һөйкәлеше Шарт һөйкәлеше Бойороҡ һөйкәлеше Теләк һөйкәлеше Затһыҙ ҡылымдар


IV. Дәрес йомғаҡлана.
V. Дәфтәрҙәр йыйып алына.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

23-сө дәрес

Ҡылым буйынса утелгәнде ҡабатлау

Маҡсат: 1. Ҡылым буйынса белемде нығытыу, камиллаштырыу.
2. Алған белемде яҙыу, һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Ҡылымдарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.

Дәрес барышы
LXI. Белемде актуалләштереү.
Һорау: Ҡылым ниндәй һорауға яуап булып килә? Ниндәй мәғәнә белдерә?
Яуап: Ни эшләй? Ни эшләгән? һорауҙарына яуап булып килә. Ниндәй ҙә булhа заттың, предметтың эшен, хәрәкәтен, торошон белдерә. Атлай, йугерә, яҙа, уҡый,ҡысҡыра.
Бойороҡ һөйкәлеше -ниндәйҙер бер эште башҡарырға өндәүҙе, бойороуҙы белдерә. Ни эшлә? Ни эшләгеҙ? Ни эшләһен? Ни эшлеһендәр? Зат, һан менәнүҙгәрә. Бир, бирегеҙ, бирһен, бирhендәр. Беренсе заты юҡ: ҡайт, ҡайтыгыҙ,ҡайтhын, ҡайтhындар. Юҡлыҡ формаhы – барма, бармағыҙ.
Хәбәр һөйкәлеше - эш-хәрәкәттең эшләнеүен, эшләнмәүен белдерә. Ни эшләне? Ни эшләй? Ни эшләр? Йүгер-ҙе, йүгер-гән, йүгер-ә ине, атла-й торғайныҡ, йүгер-ер ине, йүгер-әсәк. Үткән, хәҙерге, киләсәк заманы бар: барҙы, бара, барасаҡ.1,2,3 заты бар: яҙам, уҡыйhың, ятлай. Юҡлыҡ формаhы - Йүгер-мәй.
Теләк һөйкәлеше - эш-хәрәкәтте башҡарырға теләүҙе белдерә. Ни эшләге килә? Ни эшләмәксе була? Эшлә-ге килә, эшлә-мәксе була, уйнамаҡсы була,ҡайтмаҡсымын, ҡайтмаҡсыhың, ҡайтмаҡсы, бармаҡсыбыҙ, эшләмәксеhегеҙ, әйтмәксе, эшлә-һе бар, барғы килә, ҡайтырға булдым. Юҡлыҡ формаһы юҡ.
Шарт һөйкәлеше - ниндәйҙер бер эш-хәрәкәттең үтәлеүе шарт булып килеүен белдерә. Ни эшләһә? Ни эшләһәләр? Күп көлһәң, иларһың. Өс заманы бар: килгән булhа, килһә, килер булhа. l, 2, 3 заты бар: килhәм, килһәң, килhә, килгән булhам, килгән булhаң, килгән булhа. Юҡлыҡ формаhы - килмәhә, бармаhа

Тест һорауҙары
1.Бар, уҡы, кил- был ҡылымдар ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?
1.Бойороҡ. 2.Шарт. 3.Теләк. 4.Хәбәр.
2.Уҡыйhы, барahы, киләhе. көләһе - был ҡылымдар ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?
1.Бойороҡ. 2.Шарт. 3.Теләк. 4.Хәбәр.
3.Барhа, яҙhа, йөрөhә - был ҡылымдар ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?
1.Бойороҡ. 2.Шарт. 3.Теләк. 4.Хәбәр.
4. Эшләй, эшләне, эшләр - был ҡылымдар ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?
1.Бойороҡ. 2.Шарт. 3.Теләк. 4.Хәбәр.
(Дидактик материал.) Телдән эшләнә.
Түбәндәге ҡылымдарҙы бойороҡ hөйкәлешендә зат, һан менән үҙгәртepгә.
Эшләргә -эшлә, эшләһен, эшләгеҙ, эшләһендәр; Ҡарарға - ҡара, ҡараһын,ҡарағыҙ, ҡараһындар; Уйнарға - уйна, уйнаhын, уйнағыҙ, уйнаhындар; Һөйләргә-һөйлә, һөйләһен, hөйләгеҙ, hөйләһендәр; Килергә, бейергә, ҡойорға, көлөргә

(Дидактик материал.) Телдән эшләнә. Шарт hөйкәлешентабырға.
1. Бөгөн үк эшләргә тип эш тапшырһалар - уны hин иртәгәгә ҡалдырма...
2. Эткә тотонһаң - аҙағына еткер.
3. Башлай белhәң - бөтөрә лә бел.
4. Игә белhәң- иген уңа.
5. Аяҡ кейемен йыш таҙартһаң , ул оҙаҡҡа сыҙай, матур була.

(Дидактик материал.) Телдән эшләнә.
Бирелгән ҡылымдарҙы хәбәр hөйкәлешенең бөтә замандарында һан, зат, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәртергә.
Осорға - остом, остоҡ, османым, османыҡ, осам, осабыҙ, осмайым, осмайбыҙ,осасаҡмын, осасаҡбыҙ, осмаясаҡмын, осмаясаҡбыҙ.
Табырға - таптым, таптыҡ, тапманым, тапманыҡ, табам, табабыҙ, тапмайым, тапмайбыҙ, табасаҡмын, табасаҡбыҙ, тапмаясаҡмын, тапмаясаҡбыҙ.


Килтерергә – килтерәм, килтерәбеҙ, килтермәйем, килтермәйбеҙ, килтерҙем, килтерҙек, килтермәнем, килтермәнек, килтерәсәкмен, килтерәсәкбеҙ,килтермәйәсәкмен, килтермәйәсәкбеҙ.
(Дидактик материал.) Таҡтала яҙма эш.
Түбәндәге ҡылымдарҙан теләк hөйкәлешенең төрлө формаларын яhап яҙырға.
Торорға- уның тораhы килә, уларҙың тораhылары килә, тормаҡсы булды, тормаҡсы булдылар, тораhы бар, тораhылары бар, һинең тораһың килә, тораһығыҙ килә, тормаҡсы булдың, тормаҡсы булдығыҙ, тораhың бар, тораһығыҙбар, минең тораhым килә, тораһыбыҙ килә, тормаҡсы булдым, тормаҡсы булдыҡ, тораhым бар, тораһыбыҙ бар.
Яҙырға, hибергә, үҫергә, баҫырға, йөрөргә.
Беҙ ҡылымдың дүрт һөйкәлеше: бойороҡ, хәбәр, теләк, шарт һөйкәлештәре булғанын иҫкә төшөрҙөк. Шул ҡылымдарҙы ҡулланып, Бөйөк Еңеүгә бағышланған текст төҙөргә.

Һығымта яһау, һорауҙар ярҙамында алған белемде нығытыу
Рефлексив анализ. Баһалау Өйгә эш: диктантҡа әҙерләнергә.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

24-се дәрес
5-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм дөйөмләштереү.
Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм

Маҡсат: 1. Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм буйынса белемде нығытыу, камиллаштырыу.
2. Алған белемде яҙыу, һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Алған белемде телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.

Дәрес барышы
I. Белемде актуалләштереү.
Телдең өндәре, һүҙҙең мәғәнәләре, һүҙ киҫәктәре, һүҙ төркөмдәре, һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдәр тел тураһындағы фәндең ҡайһы бүлектәрендә өйрәнелгәнен һөйләгеҙ.
Тыныш билдәләре, дөрөҫ яҙылыш (орфография) грамма¬тиканың ҡайһы бүлектәре менән туранан-тура бәйләнгән¬леген әйтегеҙ.

294-се күнегеүҙе башҡарыу. Тел белеменә ҡараған һүҙҙәрҙе (атамаларҙы) түбән¬дәге таблицаның һәр графаһына урынлаштырығыҙ.
Һүҙ, өн, һүҙбәйләнеш, зат, тартынҡы, һөйләм, тамыр, нигеҙ, баҫым, һүҙ төркөмдәре, яңғырау, ки¬леш, һуҙынҡы, синоним, ялғау, һаңғырау, хәбәр, антоним, һөйләм киҫәге, яһаусы ялғау, заман, эйәлек заты, һөйкәлеш, эйә.

Фонетика Лексика һүҙьяһалыш Морфология Синтаксис



• Таблицаға исем бирегеҙ.

Зәйнәп Биишева тураһында һөйләшеү.
1908 йылдың 15 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала.
Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 1929—1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. Уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү курстарын тамамлағас (1931) — Башҡортостан китап нәшриәтенең һәм «Пионер»журналының мөхәррире. Был журналда уның беренсе хикәйәһе баҫылып сыға. «Партизан малай» исемле беренсе китабы 1942 йылда баҫыла.
1941 йылдан КПСС, 1949 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
1951 йылдан алып профессиональ яҙыусы.
1996 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат булған.
Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
60-лап китабы Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителә. 1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», «Көнһылыу», «Гөльямал», «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәбәт һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа.

“Башҡорт теле” шиғырын тасуири уҡып, түбәндәге һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатып яҙырға. Эйәреүсе һәм эйәртеүсе һүҙҙәрҙе билдәләргә. Синтаксик анализ яһарға.
Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон,
Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын.

Һығымта яһау, һорауҙар ярҙамында алған белемде нығытыу
Рефлексив анализ. Баһалау Өйгә эш:
“Атам теле, әсәм теле — минең телем” тигән темаға һөйләшеү үткәреп, өйгә инша яҙырға бирергә.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

25-се дәрес
Фонетика һәм лексика буйынса үтелгәнде ҡабатлау

Маҡсат: 1. Фонетика һәм лексика буйынса белемде нығытыу, камиллаштырыу.
2. Алған белемде яҙыу, һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Алған белемде телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.

Дәрес барышы
I. Белемде актуалләштереү.

Тест һорауҙарына яуап биреү
1. Баш7орт теленд2 нис2 тартын7ы 0н бар?
А. 28
Б. 42.
В. 9
Г. 25
2. №ыулау, е1ешл21, дымлау
а. синоним
б. антоним
в. омоним
3. Й2шлек- 7артлы7, ду9 –дошман
а. синоним
б. антоним
в. омоним
4. Егет һүҙендә нисә тартынҡы һәм һуҙынҡы өн бар?
1. 2 һуҙ. + 2 тар.
2. 3 һуҙ. + 2 тар.
3. 2 һуҙ. + 3 тар.
5. Алфавиттың етенсе хәрефе?
1. д 2.ҙ 3.е

300-сө күнегеү. Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәргә фонетик анализ яһарға. Лексик мәғәнәһен тикшкерергә.
Элизия, редукция, сингормонизм, диссимиляция закондарын иҫкә төшөрөп, миҫалдар менән нығытырға.
Һығымта яһау, һорауҙар ярҙамында алған белемде нығытыу
Рефлексив анализ. Баһалау Өйгә эш: кроссворд төҙөп килергә.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

26-сы дәрес
Һүҙьяһалыш буйынса үтелгәнде ҡабатлау

Маҡсат: 1. Һүҙьяһалыш буйынса белемде нығытыу, камиллаштырыу.
2. Алған белемде яҙыу, һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Алған белемде телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.

Дәрес барышы
I. Белемде актуалләштереү.

Тест һорауҙарына яуап биреү
I вариант
1. Артыҡ һүҙҙе тап.
1) һөйөнөс; 3) ҡунаҡсыл; 5) айлап.
2) дәртлән; 4) биҙән;
2. Һөйләүселәргә һүҙенең тамыры ҡайһы?
1) һөй; 3) һөйләү; 5) һөйләүселәр.
2) һөйлә; 4) һөйләүсе;
3. Эшсе, ташсы һүҙҙәре нисек яһалған?
1) ялғау ярҙамында;;
2) һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы менән;
3) һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән;
4) һүҙҙәрҙе парлау юлы менән;
5) һүҙҙәрҙе ҡабатлау юлы менән.
4. Студентмын һүҙендә ниндәй ялғау бар?
1) күплек ялғауы; 3) килеш ялғауы; 5) бер ялғау ҙа юҡ.
2) эйәлек ялғауы; 4) хәбәрлек ялғауы;
5. Һүҙьяһалыш тел фәненең ниндәй бүлегенән айырылып сыҡҡан?
1) фонетика; 3) лексикология; 5) фразеология.
2) грамматика; 4) орфография;
6. Тамырҙаш булмаған һүҙҙе билдәлә:
1)аҙай; 3) аҙғын; 5) аҙлыҡ.
2) аҙсылыҡ; 4) аҙһын;
7. Ҡушма һүҙҙәргә инмәгән осраҡты билдәләгеҙ.
1) ижад ит; 3) үҙәк өҙгөс; 5) матур ҡыҙ
2) һирәк-һаяҡ; 4) бишбармаҡ;
8. Унлыҡ һүҙе ниндәй юл менән яһалған?
1) лексик-семантик һүҙьяһалыш;
2) фонетик һүҙьяһалыш;
3) морфологик һүҙьяһалыш;
4) лексик-морфологик һүҙьяһалыш;
5) лексик-синтаксик һүҙьяһалыш.
9. Исем яһаусы ялғауҙарҙы билдәләгеҙ.
1)-ла/-лә, -лан/-лән, -ыр/-ер;
2) -лай/-ләй, -лаш/-ләш, -са/-сә;
3) -лы/-ле, -һыҙ/-һеҙ, -сан/-сән;
4)-сы/-се,-ма/-мә, -ғыс/-гес;
5) -ҡай/-кәй, -сыҡ/-сек, -соҡ/-сөк
10. Һүҙҙең артабан бүленә алмай торған иң бәләкәй мәғәнәүи өлөшө нимә тип атала?
1) тамыр; 3) аффикс; 5) нигеҙ.
2) морфема; 4) өн;
II вариант
1. Артыҡ һүҙҙе тап:
1) дуҫлаш; 3) эҙемтә; 5) мәктәптә.
2) һиҙгер; 4) кәбәнләтә;
2. Уҡыусыларға һүҙенең тамыры ҡайһы?
1) уҡ; 3) уҡыу; 5) уҡыусылар.
2) уҡы; 4) укыусы;
3. БДУ, БР, совхоз һүҙҙәре нисек яһалған?
1) һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы менән;
2) ялғау ярҙамында;
3) һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән;
4) һүҙҙәрҙе парлау юлы менән;
5) һүҙҙәрҙе ҡабатлау юлы менән.
4. Болоттарҙың һүҙендә ниндәй ялғау бар?
1) зат ялғауы;
2) эйәлек ялғауы һәм килеш ялғауы;
3) килеш ялғауы;
4) күплек ялғауы һәм килеш ялғауы;
5) бер ялғау ҙа юҡ.
5. Һүҙьяһалыш менән иң тығыҙ бәйләнгән тел ғилеме бүлектәрен билдәләгеҙ.
1) морфология, пунктуация, стилистика;
2) фонетика, грамматика, лексикология;
3) лексикография, орфоэпия, пунктуация;
4) орфография, орфоэпия, тел тарихы;
5) фразеология , фразеология, фонетика.
6. Тамырҙаш булмаған һүҙҙе билдәлә:
1)серек; 3) серҙәш; 5) серетке.
2) серемтә; 4) сереткес;
7. Ҡушма һүҙҙәргә инмәгән осраҡты билдәләгеҙ.
1) шалт ит; 3) юғары белемле; 5) яңы эш.
2) алан-йолан; 4) йылъяҙма
8. Райондаш һүҙе ниндәй юл менән яһалған?
1) лексик-семантик һүҙьяһалыш;
2) фонетик һүҙьяһалыш;
3) морфологик һүҙьяһалыш;
4) лексик-морфологик һүҙьяһалыш;
5) лексик-синтаксик һүҙьяһалыш.
9. Исем яһаусы ялғауҙарҙы билдәләгеҙ.
1) -й/-ай/-әй, -һыт/-һет, -ылда/-елдә;
2) -лап/-ләп, -лата/-ләтә, -ын/-ен;
3) -лы/-ле, -сыл/-сел, -тай/-тәй;
4) -са/-сә, -даш/-дәш, -лыҡ/-лек;
5) -ҡай/-кәй, -сыҡ/-сек, -соҡ/-сөк
10. Һүҙҙең артабан бүленә алмай торған иң бәләкәй мәғәнәүи өлөшө нимә тип атала?
1) өн; 3) нигеҙ; 5) аффикс.
2) морфема; 4) тамыр;
Шиғырҙы уҡығыҙ. Шағир яҙҙың ниндәй билдәләрен һүрәтләгән? Шул урындарҙы уҡып ишеттерегеҙ. Һеҙҙең яҡта яҙ нисегерәк килә? Һөйләгеҙ. Күсмә мәғәнәле һүҙҙәр бармы? Булһа, уларҙы күрһәтегеҙ. Уларҙың башҡа мәғәнәләрен дә һанап бирегеҙ. Тамыр, яһалма һүҙҙәрҙе табығыҙ. Яһалма һүҙҙәрҙең ялғауҙарын һыҙыҡсалар менән айырып яҙығыҙ.
ЯҘ.
Ҡыҫмаҡ үтеп, ҡыш үткән һуң, кяҙ,
Ҡыйҡыулашып, килде осоп өйрәк-ҡаҙ.
Ян-януар йәшел үләнгә сығып,
Көллө ғаләм шатланышып булды мәж.
Ерҙең өҫтө бәрхәт кеүек йылтырар,
Күктә — монар, ерҙән быуҙар борҡорар.
Арыҡ малдар йәшел үләнгә туйып,
Ҡырҙан өйгә уйнаҡлашып ҡайтырҙар.
Ҡупшы ҡыҙҙай шишмә аға сылтырап,
Алыҫта монар ята тонйорап,
Турғай сырлап, былбыл йырлап һайраша,
Теле сыҡҡан йәш балалай былдырлап.
(Аҡмулла.)
• Сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы күрһәтегеҙ. «Теле сыҡ¬ҡан йәш бала» тигәнде нисек аңлайһығыҙ? Һөйләп бирегеҙ.

Һығымта яһау, һорауҙар ярҙамында алған белемде нығытыу
Рефлексив анализ. Баһалау Өйгә эш: ребус төҙөргә.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

27-се дәрес
Морфология буйынса үтелгәнде ҡабатлау

Маҡсат: 1. Һүҙьяһалыш буйынса белемде нығытыу, камиллаштырыу.
2. Алған белемде яҙыу, һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Алған белемде телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.

Дәрес барышы
I. Белемде актуалләштереү.
Морфология буйынса үтелгәнде иҫкә төшөрөп, һәр һүҙ төркөмөнөң нимә аңлатҡанын таблицала сағылдырырға.
Һүҙ төркөмө Нимә белдерә? һорауы Нимә менән үҙгәрә? миҫал
Исем
Ҡылым
Һан
Алмаш
Сифат
Рәүеш

Тексты уҡығыҙ. Уның буйынса фекер алышығыҙ. Күрмә диктантҡа әҙерләнегеҙ. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙең ҡайһы һүҙ төркөмөнә ҡарағанын күрһәтегеҙ. Анализ яһағыҙ.
Һабантуй

Һабантуй — яҙғы хеҙмәт байрамы. Ҡырҙа сәсеү эштәре бөткәс, күңелле байрам етә. Ярыштар, уйындар, йыр-бейеүҙәр — ҡарап тороуҙары күңелле! Һабантуйҙа ат сабыштыралар, көрәшәләр, йыр, бейеү ярыштары ойош¬торалар, йүгерәләр, ҡолғаға үрмәләйҙәр ... Еңеүселәрҙе бүләкләйҙәр. Һабантуйҙа балалар ҙа әүҙем ҡатнаша.

Һығымта яһау, һорауҙар ярҙамында алған белемде нығытыу
Рефлексив анализ. Баһалау Өйгә эш: чайнворд төҙөргә.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

28-се дәрес
Контроль диктант.
Маҡсат: 1. 5-се класта алған белемде нығытыу.
2. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйыу.
3. Синтаксик анализ яһау.
4. Уҡыусыларҙың белемен баһалау.
Дәрес барышы
Яҙма эш дәфтәрҙәре таратыла. Дәфтәргә көндө, текст атамаһын яҙыу. Диктанттар йыйынтығынан (Толомбаев Х.А., Атнағолов С.В. “Диктанттар йыйынтығы” - Өфө: Китап, 2001 йыл.)
1. Төп өлөш:
2. 1) башта тексты тулы килеш уҡыу;
2) Һүҙлек эше.
3) уҡытыусының һәр һөйләмде әйттереп яҙҙырыуы;
4) тикшереү өсөн тексты тулы килеш уҡыу;
5) эштәрен үҙ аллы тикшереп сығыу;
6) өҫтәлмә эш:
а) уҡытыусы һайлаған һөйләмгә синтаксик анализ яһау;
б) Баш киҫәктәрҙең нидәй һүҙ төркөмөнән килеүен билдәләү.
3. Дәрес йомғаҡлана.
4. Дәфтәрҙәр йыйып алына.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. »

29-сы дәрес
Мәңге йәшә,эй,һөйөклө башҡорт теле!

Маҡсат: 1. 5 класта алған белемде нығытыу, камиллаштырыу.
2. Алған белемде яҙыу, һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Алған белемде телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш. Төркөмдәрҙә, парҙарҙа, индивидуаль эшләү. Үҙ-үҙеңдең һәм бер-береһенең эшен тикшереп баһалау.

Дәрес барышы
I. Белемде актуалләштереү.
Һығымта яһау, һорауҙар ярҙамында алған белемде нығытыу
Тел... Һүҙ! Кешеләрҙең хикмәтле һүҙе! Ниндәй көс бар икән тағы һинең менән тиңләшерҙәй?
Теге йәки был телдә күпме һүҙ барлығын теүәл генә әйтеп биреүе мөмкин түгел. Тел тигән төшөнсә үҙе ҡатмарлы, төрлө өлөштәрҙән тора. Мәҫәлән: халыҡтың йәнле һөйләү теле (уға ерле һөйләштәр ҙә инә) һәм әҙәби тел. Телдең был ике әлкәһендә һүҙҙәрҙең һаны ла төрлөсә була. Телдәге һүҙҙәр һанының һәр саҡ үҙгәреп тороуын да иҫәпкә алырға тура килә. Яңы төшөнсәләр менән бергә яңы һүҙ¬ҙәр яһалып тора, элек-электән ҡулланылғандары иҫкерә төшә, хатта онотола. Әммә махсус белемле телселәр тарафынан төҙөлгән һүҙлектәр телдең үҫешендәге билдәле бер осорҙа һүҙҙәр һанын сама менән булһа ла билдәләргә мөмкинлек бирә. Хәҙер¬ге башҡорт телендәге һүҙҙәрҙең һаны биш-алты тиҫтә меңгә етә. Йәнле халыҡ теле уларҙы быуын¬дан быуынға күсерә, еткерә килә. Шул рәүешле тел йәшәүҙән һәм йәмғиәтте хеҙмәтләндереүҙән туҡтамай
Ҡала шарттарында телбеҙ нисек үҫешә? Ошо һорауға яуап биреп, ҡала шарттарында телебеҙҙе һаҡлайыҡ тигән проект төҙөргә.
Рефлексив анализ. Баһалау Өйгә эш: ҡабатларға
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»