Методические рекомендации
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ закон тарафынан яҡланған. Ләкин бөгөнгө көндә туған телебеҙҙеһаҡлап ҡалыу, үҫтереү, камиллаштырыу - беҙҙең, башҡорт мәктәптәре уҡытыусыларының изге бурысы. Был көнүҙәк проблеманы хәл итеү – башҡорт теле уҡытыусыларының ғына бурысы түгел икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай. Тап ошо турала 2 ноябрҙә Ф.Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторолдо. Һөйләшеүҙә башланғыс класс уҡытыусылары, гимназия администрацияһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп китапханасыһы ҡатнашты. Директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Л.Г.Бикбаева мәғариф өлкәһендә барған етди үҙгәрештәр, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы күрһәтмәләренең туған телдәр файҙаһына булмауын билдәләп үтте. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Д.Р.Латыпова, миллионлы ҡалала йәшәп, туған телебеҙҙе белеү, ихтирам итеүҙе булдырыу мәктәптең ата-әсәйҙәр менән берлектә эшләүен талап итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар телде һаҡлауҙа ҡулдан килгән эштәрҙе эшләр өсөн план төҙөнө, гимназия эсендә телде үҫтереү комиссияһы ойошторҙо.

Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Методические рекомендации
1. Башҡорт милли мәктәптәре өсөн:
1. Юлмухаметов М.Б. «Примерные программы по башкирской литературе для 5-9, 10-11 классов башкирских школ». –Уфа: «Китап», 2011;
2. Юлмухаметов М.Б. и др. «Туған әҙәбиәт -5”. Уфа: «Китап», 2011;
3. Юлмухаметов М.Б. и др. «Туған әҙәбиәт -6”. Уфа: «Китап», 2011;
4. Юлмухаметов М.Б. и др. «Методические рекомендации к учебнику «Туған әҙәбиәт -5”.–Уфа: «Китап», 2012.
5. Юлмухаметов М.Б. и др. «Методические рекомендации к учебнику «Туған әҙәбиәт -6”.–Уфа: «Китап», 2012.
6. Юлмухаметов М.Б. и др. «Рабочая тетрадь -5 к учебнику «Башкирская литература для 5 класса общеобразовательных учреждений”. Уфа: «Китап», 2013;
7. Юлмухаметов М.Б. и др. «Рабочая тетрадь -6 к учебнику «Башкирская литература для 6 класса общеобразовательных учреждений”. Уфа: «Китап», 2013;
8. Юлмухаметов М.Б. и др. Книга для чтения по башкирской литературе. 5 класс». Уфа: «Китап», 2012;
9. Юлмухаметов М.Б. и др. Книга для чтения по башкирской литературе. 6 класс». Уфа: «Китап», 2012;
10. Юлмухаметов М.Б. и др. Контроль һәм баһалау дәфтәре – 5кл. –Уфа: «Китап»,2014;
11. Юлмухаметов М.Б. и др. Контроль һәм баһалау дәфтәре – 6 кл. –Уфа: «Китап»,2014;
12. Юлмухаметов М.Б. и др. «Туған әҙәбиәт -7”. Уфа: «Китап», 2014;
13. Юлмухаметов М.Б. и др. «Туған әҙәбиәт -8”. Уфа: «Китап», 2016;
14. Идельбаев М.Х., Кунафин Г.С.. «Туған әҙәбиәт -9”. Уфа: «Китап», 2016;
15. Юлмухаметов М.Б. и др. «Методические рекомендации к учебнику «Туған әҙәбиәт -7-8”.–Уфа: «Китап», 2016.
16. Габитова З.М. «Примерные программы по башкирскому для 5-9, 10-11 классов башкирских школ». –Уфа: «Китап»,2012;
17. Псянчин Ю.В., Габитова З.М., Аюпов Р.Р., Мухаметова Р.М.. и др. «Башкорт теле-5». Уфа: «Китап», 2016;
18. Псянчин Ю.В., Габитова З.М., Аюпов Р.Р., Мухаметова Р.М.. и др. «Башкорт теле-5». Уфа: «Китап», 2016;
19. Псянчин Ю.В., Габитова З.М., Аюпов Р.Р., Мухаметова Р.М.. «Методические рекомендации к учебнику «Башкорт теле -5». –Уфа: «Китап», 2016;
20. Султанбаева Х.В. и др. «Башкорт теле-6». Уфа: «Китап», 2015;
21. Султанбаева Х.В. и др. «Методические рекомендации к учебнику «Башкорт теле -6». –Уфа: «Китап», 2015.
22. Тагирова С.А. и др. «Башкорт теле-7». Уфа: «Китап», 2016;
23. Тагирова С.А. и др. «Методические рекомендации к учебнику «Башкорт теле -7». –Уфа: «Китап», 2016;
24. Тагирова С.А. и др. «Башкорт теле-8». Уфа: «Китап», 2016;
25. Тагирова С.А. и др. «Методические рекомендации к учебнику «Башкорт теле -8». –Уфа: «Китап», 2016;
26. Псяничн Ю.В. и др. «Башкорт теле-9». Уфа: «Китап», 2016;
27. Псянчин Ю.В. и др. «Методические рекомендации к учебнику «Башкорт теле -9». –Уфа: «Китап», 2016.

2. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу өсөн:
28. Габитова З.М. и др. «Примерные программы по башкирскому языку для 5-9, 10-11 классов» (для русскоязычных школ». –Уфа: «Китап», 2015;
29. Габитова З.М., Усманова М.Г.«Башҡорт теле -5».- Уфа: «Китап», 2014;
30. Габитова З.М. “Методическое пособие к учебному пособию «Башҡорт теле» для 5 класса” - Уфа: «Китап», 2014;
31. Габитова З.М., Хамитова Р.Р. Рабочая тетрадь к учебному пособию «Башҡорт теле-5» - Уфа: «Китап», 2014;
32. Габитова З.М., Усманова М.Г.«Башҡорт теле -6».- Уфа: «Китап», 2014;
33. Габитова З.М. “Методическое пособие к учебному пособию «Башҡорт теле» для 6 класса” - Уфа: «Китап», 2016;
34. Габитова З.М., Усманова М.Г.«Башҡорт теле -7».- Уфа: «Китап», 2014;
35. Габитова З.М. “Методическое пособие к учебному пособию «Башҡорт теле» для 7класса” - Уфа: «Китап», 2016;
36. Габитова З.М., Усманова М.Г.«Башҡорт теле -8».- Уфа: «Китап», 2016;
37. Габитова З.М. “Методическое пособие к учебному пособию «Башҡорт теле» для 8 класса” - Уфа: «Китап», 2016;
38. Габитова З.М., Усманова М.Г.«Башҡорт теле -9».- Уфа: «Китап», 2016;
39. Габитова З.М. “Методическое пособие к учебному пособию «Башҡорт теле» для 9 класса” - Уфа: «Китап», 2016.

3. Башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыу өсөн:
40. Габитова З.М. и др. «Примерные программы по башкирскому языку для 5-9, 10-11 классов» (для русскоязычных школ». –Уфа: «Китап», 2016
41. Хажин В.И., Хуснутдинова Ф.А. и др.«Башҡорт теле -5».- Уфа: «Китап», 2015;
42. Хажин В.И., Хуснутдинова Ф.А “Методическое пособие к учебному пособию «Башҡорт теле» для 5 класса” - Уфа: «Китап», 2015;
43. Хажин В.И., Хуснутдинова Ф.А.«Башҡорт теле -6».- Уфа: «Китап», 2016;
44. Хажин В.И., Хуснутдинова Ф.А. “Методическое пособие к учебному пособию «Башҡорт теле» для 6 класса” - Уфа: «Китап», 2016;
45. Хажин В.И., Хуснутдинова Ф.А.«Башҡорт теле -7».- Уфа: «Китап», 2016;
46. Хажин В.И., Хуснутдинова Ф.А “Методическое пособие к учебному пособию «Башҡорт теле» для 7класса” - Уфа: «Китап», 2016;
47. Хажин В.И., Хуснутдинова Ф.А.«Башҡорт теле -8».- Уфа: «Китап», 2016;
48. Хажин В.И., Хуснутдинова Ф.А “Методическое пособие к учебному пособию «Башҡорт теле» для 8 класса” - Уфа: «Китап», 2016;
49. Хажин В.И., Хуснутдинова Ф.А.«Башҡорт теле -9».- Уфа: «Китап», 2016;
50. Хажин В.И., Хуснутдинова Ф.А “Методическое пособие к учебному пособию «Башҡорт теле» для 9 класса” - Уфа: «Китап», 2016.

Хөрмәтле туған тел уҡытыусылары! Һеҙҙең тарафҡа федераль дәүләт стандарттары талаптары буйынса өс йүнәлеш буйынса З.Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан һәм быйылғы уҡыу йылында донъя күрәсәк уҡыу-уҡытыу комплектар исемлеген тәҡдим итәбеҙ.
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
МОСТАЙ ЙЫҺАНЫ.
(кластан тыш сара)
Псәнчина Зилә Мәхмүт ҡыҙы,
Күгәрсен районы Мораҡ ауылы Башҡорт гимназияһы
Предмет: Башҡорт әҙәбиәте.
Класс: 8-се класс.
Тема: Мостай Кәрим ижады.
Тип: Кластан тыш сара.
Маҡсат: Белем биреүсе: М. Кәрим ижадын өйрәнеү, үҙ аллы анализлау, кәрәкле мәғлүмәт туплау.
Үҫтереүсе: Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, фекерҙе еткереү, раҫлау һәм яҡлау, сығыш яһау оҫталығын, зиһенен, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү.
Тәрбиәүи: Яҙыусы ижадына ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү уятыу, әхлаҡи һәм мәҙәни тәрбиә биреү.
Күҙалланған һөҙөмтә: Предмет-ара: әҙәбиәт һәм фән, әҫәр һәм ысынбарлыҡ, ижад һәм тормош, рус һәм башҡорт әҙәбиәте, тарих, Башҡортостан мәҙәниәте.
Метапредмет-ара: Әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, композицияһын, сюжетын билдәләү, диалог һәм диспут ҡағиҙәләрен, тел-стиль үҙенсәлектәрен өйрәнеү.
Шәхсән: уҡылған әҫәрҙәрҙән һабаҡ, әҙәби геройҙарҙан үрнәк алыу, аудитория алдында үҙеңде тота, сығыш яһай алыу, үҙ аллы, парлап, төркөмдә, командала эшләй белеү, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү.
Яңы технологиялар: Проект технологияһы, мәғлүмәти-коммуникатив, проблемалы һәм үҫтереүсе уҡытыу, дебат технологияһы.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге: кластан тыш сараға үҙ аллы әҙерләнә, өҫтәмә әҙәбиәттән, төрлө сығанаҡтарҙан, электрон ресурстарҙан мәғлүмәт туплай, ҡыҙыҡлы һәм проблемалы һорауҙар, сығыштар әҙерләй, фекерен әйтә, уны яҡлай, иҫбатлай, өҙөктәр сәхнәләштерә, (фәҡәт үҙең тапҡан белем ҡәҙерле була, хәтерҙә оҙаҡ һаҡлана, эҙләнеү ҡыуанысҡа әйләнә).
Уҡытыусы эшмәкәрлеге: ойоштора, хеҙмәттәшлек итә, сараға әҙерлек барышында ижади йүнәлеш һәм кәңәштәр бирә, тикшерә, төҙәтә, баһалауҙа ҡатнаша.
Йыһазлау: компьютер, мультимедиа проекторы, экран, презентация, видеоматериалдар, китаптар күргәҙмәһе (М. Кәримдең автографы менән китаптар ҙур иғтибарға лайыҡ).
Сараның барышы
Эпиграф:
Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ,
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,
Тарих арбаһында барасаҡбыҙ.
М.Кәрим.
I.Ойоштороу. Сәләмләү, ыңғай психологик атмосфера тыуҙырыу, уҡыусыларҙы ижади эшкә дәртләндереү.
Темаға, маҡсатҡа килеү. Кроссворд тәҡдим ителә.
Мостай Кәримдең 4-5 кластарҙа үтелгән әҫәрҙәрен иҫкә төшөрәйек:
Й Ә М И Л
О К С А Н А
Ҡ Ы Л Ы С
Б Ө Р К Ө Т Л Ө
Ғ А Б Д У Л Л А
А Й Ҙ А Р
К Ү К Р Ә К Т А У
В Ә З И Р
Ш Ә Р И Ф У Л Л А
К И Р Ә М Ә Т
Г Ө Л Й Е М Е Ш
1. ”Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы геройы.
2. Украинанан Башҡортостанға килгән ҡыҙ.
3. “Өс таған” повесындағы күл исеме.
4. “Өс таған”да ваҡиғалар барған ауыл.
5. “Өс таған” отрядының башлығы.
6. Йүгерек “таған”.
7. “Өс таған”дағы тау исеме.
8. Мәргән “таған”.
9. “Өс таған”дағы һарыҡ көтөүсе ағай.
10. Өс таған менергә хыялланған тау.
11. Дүртенсе “таған”дың әсәһе.
II. Уҡытыусының инеш һүҙе. Мостай йыһаны – Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримдең (Кәримов Мостафа Мөхәммәтсафа улы) ижад донъяһы ул. Беҙ уны бөгөн иркенләп гиҙербеҙ, был ғәжәйеп тарафтағы киңлек, тәрәнлек һәм яҡтылыҡты иңләрбеҙ, яңы планеталар, яңы йондоҙҙар менән танышырбыҙ. Ә балалар – Мостай йыһанының иң һөйөклө йондоҙҙары, уның йәме һәм ҡото. Әҙиптең бик күп юғары исемдәре, премиялары, наградалары (уларҙы беҙ һеҙ әҙерләгән презентацияла күрербеҙ) янында балалар өсөн яҙған әҫәрҙәрен баһалаған Андерсен дипломы ла бар хөрмәтле яҙыусыбыҙҙың. Һеҙ М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме”нән, “Өс таған”ынан өйрәнгән дуҫлыҡҡа таянаһығыҙ, “Айгөл иле”, “Ярлыҡау”ҙағы Ватан тойғоһо, мөхәббәт хисе менән һоҡланаһығыҙ, “Ай тотолған төндө”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!” трагедияларынан тарихты һәм үткән быуаттар һулышын, ил һәм халыҡ яҙмышын аңларға өйрәнерһегеҙ, киләсәктә “Мөхәббәттең дүрт миҙгеле”н кисерергә лә яҙыр әле һеҙгә.
Ә хәҙер Мостай йыһанына юл алайыҡ, уның ижадына арналған “Аҡыллылар бәйгеһен” башлайыҡ.
II. Алып барыусы ҡыҙ:
Мостай Кәрим йыһанында
Кемдәр шәп гиҙә икән?
Яҙыусының әҫәрҙәрен
Кемдәр шәп белә икән?
Егет: Саҡырайыҡ барыһын да
Бөгөнгө ярыш-шоуға.
Көйәрмәндәр тик ултырмаҫ,
Ҡатнашырҙар уйынға.
Ҡыҙ: Башлайыҡ, дуҫтар, бергәләп
Белем, зиһен ярышын.
Жюри ҙа ғәҙел баһалар
Сәмле бәйге барышын.
Егет: Этап һайын беҙҙең уйын
Була барыр бик сәмле.
Ә һеҙ алҡышлағыҙ, дуҫтар,
Бәйгеләр үтһен йәмле.
Командалар сәхнәгә саҡырыла.
III. Бәйге барышы:
Сәләмләү.
“Өс таған” командаһы:
- Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ,
Башлана беҙҙең уйын!
Был – зирәктәр бәйгеһе,
ШТК – ул КВН,
КВН – ҡыҙыҡ уйын.
Командабыҙ –“Өс таған”,
Девизыбыҙ бар тағын.
Мостай ағай өйрәткән,
Китаптарында әйткән:
“Белемле булыу кәрәк,
Белем – һәр кемгә терәк!”
“Кендек” командаһы:
- Килдек беҙ ҙә – “Кендектәр”,
Сәләм һеҙгә, ҡыҙҙар-егеттәр,
Шаттар, тапҡырҙар клубы – ШТК булһа,
Шаян, отҡорҙар клубы – ШОК була.
Берәүгә лә шок булмаһын,
Уйындан ситтә ҡалмаһын,
Уйнап-уйлап туймаһын,
Башлап-ташлап ҡуймаһын,
Ә “Кендектәр” еңеү яулаһын!
2. Презентациялар бәйгеһе.
Командалар алдан әҙерләй: 1) М. Кәримдең тормош юлына; 2) ижадына арнала.
3. Капитандар ярышы. Уларға бирелгән өҙөк буйынса шиғырҙарҙың исемен билдәләргә һәм уларҙы яттан дауам итергә:
1) Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына...
2) Рус түгелмен,
Ләкин россиян мин...
4. Һорау-яуап.
Яуап тап һорауҙарға
Мах бирмә берәүгә лә!
Командалар бер-береһенә әҙерләнгән һорауҙарға яуап бирә.
(Мәҫәлән: “Уҡытыусыма” йырының композиторы. Теге яҡҡамы, был яҡҡамы китергә белмәгән ҡыҙ. Диктаторға нимә бирергә? Әбей урлап уңмаған, ҡыҙҙы урлай алмаған егет. Үлмәҫбайҙың дуҫы. Кремлдә һәм Келәштә үҫкән ағас. М. Кәримдең ниндәй әҫәрҙәре буйынса кинофильм төшөрөлдө, опера, балет яҙылды?)
5. Алфавитты беләһеңме? Ике команда алмашлап алфавит буйынса М. Кәрим әҫәрҙәренең геройҙары исемен әйтергә йәки яҙырға тейеш.
А - Айгөл, Аҡйондоҙ, Аҡйегет
Б – Банат, Баян, Байназаров
В – Вазифа, Вәзир
Г – Гөлнур, Гөлбәзир, Гера, Гефест
Ғ – Ғабдулла
Д – Диуана, Дәрүиш
З – Зөлхәбирә, Зөбәржәт, Зевс
И – Илмырҙа, Ильяс
Й – Йәмил, Йәғәфәр, Йәнтимер
К – Кендек, Кесе инәй
Ҡ – Ҡәҙерйән, Ҡотлоәхмәт, Ҡотло ҡул Насип
Л – Любомир, Ләйлә, Людмила
М- Мария-Тереза, Мәрәһим һ.б.
(Көйәрмәндәр ярҙам итергә мөмкин).
6. Музыкаль бәйге. М. Кәримдең “Өс таған” повесында егеттәр мәргәнлек, уҙыш, көрәш буйынса көс һынашалар. Беҙ ҙә ярышабыҙ: белем һәм отҡорлоҡ, һөнәр һәм юмор, талант һәм тапҡырлыҡта кем уҙыр ҙа, кем еңер?
М. Кәрим һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарыу.
7. “Хаталарҙы” төҙәт. “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесынан (башҡа әҫәрҙән) өҙөктәр бирелә һәм грамматик хаталарын төҙәтеү һорала. Был мәлдә көйәрмәндәр менән уйындар үткәрелә.
8. “Шағирға һәйкәл ҡой”. Мостай йыһанында ниндәй планеталар астығыҙ, исемдәр бирәйек.
М- матурлыҡ, мөхәббәт
О – оҫталыҡ, олпатлыҡ, остаз
С – сафлыҡ, сәнғәт, сәм
Т – талант, тоғролоҡ, тылсым
А – аҡыл, аҡһаҡал, афарин
Й – йөрәк, йәм, йондоҙ
К - көс, камиллыҡ, классик
Ә – әүлиә, әҙип, әҙәбиәт
Р – рух
И – илһам, иман, илһөйәр
М – моң, маяҡ
9. Театр. “Кендектәр” менән “Өс таған”
Ярыша отҡорлоҡта,
Тапҡырлыҡта, батырлыҡта,
Сослоҡта, матурлыҡта.
М. Кәрим әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштереү.
10. Сәсәнлек бәйгеһе. Командалар “М”, “К” (Мостай Кәрим) хәрефтәренән генә торған һүҙҙәрҙән текст төҙөй.
1) Кисә Кәримә Күмертауға киткәс, кәзәһе кәбеҫтәһен, кишерен кимергән...
2) Миңлебаев Мораттың маңҡа малайы машина майлап маташа...
11. Ребустар. М. Кәрим әҫәрҙәре исеменә ребус төҙөү йәки әҙер ребустар сисеү.
12. Китап – белем шишмәһе. Командалар М. Кәрим һәм китап тураһында синквейн төҙөй.
Көйәрмәндәр менән уйындар:
- Китап тураһында мәҡәлдәр
- Йомаҡтар
- Цитаталар
Мостай Кәрим. Китап.
Талантлы.Үлемһеҙ. Файҙалы. Кәрәкле.
Йәшәй. Яна. Ижад итә. Өйрәтә. Белем бирә. Тәрбиәләй.
Халыҡ шағиры – халыҡ улы. Китап – белем шишмәһе
Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы. Яҡын дуҫ.
Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Ҡанатлы һүҙҙәр:
Китап – яҡын дуҫ.
Китап – белем шишмәһе.
Ҡат-ҡат ҡатлама,
Аҡылың булһа, ташлама.
Ағас түгел, япраҡлы, тун түгел, тегелгән.
Һөйләшә белмәй үҙе,
Белем бирә һәр һүҙе.
Дуҫлашһаң уның менән,
Аҡылың артыр гелән.
Битенә мәрйен һибелгән, күҙ нурҙары түгелгән.
“Үҙемдәге бөтә яҡшылыҡтар өсөн китаптарға бурыслымын”.
М. Горький.
IV. Йомғаҡлау. Йә, йыһангирҙәр, М. Кәримдең ижад донъяһында гиҙеү оҡшанымы? Ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ, ниндәй ят планеталар астығыҙ? Һабаҡ алдығыҙмы, һығымталар яһанығыҙмы, асыштар булдымы?
Эйе, Мостай йыһаны икһеҙ-сикһеҙ ул, тәрән дә, киң дә, яҡты ла. Шағир унда – изге Пәйғәмбәр ҙә, сая Прометей ҙа, сәсән һәм батыр Салауат та! Ошо йыһанды гиҙгән балалар – һеҙ ниндәй бәхетле! Белемдәрегеҙ һеҙгә ҡанат ҡуйҙы, йыһандарға алып осто. Киләсәккә юлдарығыҙ аҡ, оҙон һәм асыштарға, еңеүҙәргә бай булһын!
Жюриға һүҙ бирелә.

МОСТАЙ КӘРИМ “БАШҠОРТОСТАН”.
ЯҢҒЫҘЛЫҠ ҺӘМ УРТАҠЛЫҠ ИСЕМДӘР
Ғәзизова Фәнзилә Фәнил ҡыҙы,
Өфө ҡалаһы 38-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Маҡсат:
1) М. Кәримдең тормош юлын һәм ижадын иҫкә төшөрөү, “Башҡортостан” тексы менән таныштырыу;
2) “Исем” темаһын ҡабатлау һәм һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланыу; Һүҙлек запастарын арттырыу;
3)Тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Урал тәбиғәтенә арналған репродукциялар, Башҡортостан картаһы, плакаттар, М.Кәримдең портреты, китаптар күргәҙмәһе, проектор,электрон һүҙлектәр, ноутбук, презентация.
Дәреслек: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2007.
Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле.
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
Һаумы, ҡояш!
Һаумы, дуҫым!
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Мин сәләмәт, мин матур,
Салауат кеүек батыр!
Кем дежур? Дәрестә кемдәр юҡ?
Бөгөн һауа торошо ниндәй? Аҙнаның ниндәй көнө? Өйгә эш нимә булды?
Эйе, бөгөн салт аяҙ, йылы көн юҡ (йәки бөгөн болотло көн, ямғыр яуа, ҡар яуа).
II. Фонетик-артикуляцион күнегеү:
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, -
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына....
(М. Кәрим).
Шиғырҙы беренсе ҡат уҡытыусы уҡый, аҙаҡ бер-нисә уҡыусы уҡый, хор менән уҡыйҙар.
Шиғыр буйынса әңгәмә:
- Был шиғыр нимә тураһында? (Башҡортостан тураһында).
- Башҡортостан тураһында нимә әйтелә?
(Балаларҙың яуабы). Һеҙ уның автор менән килешәһегеҙме?
(Балаларҙың яуабы). Ни өсөн?
- Эйе, дөрөҫ.
- Бик күп яҙыусылар, шағирҙар, йырсылар, бейеүселәр Башҡортостанды данлап шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр ижад итәләр. Һеҙ ошо темаға яҙған кемдәрҙе беләһегеҙ?
(Уҡыусыларҙың яуабы).
- Эйе, һеҙ һанап сыҡҡан барлыҡ шағирҙар һәм яҙыусылар араһынан Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәрим дә ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем тыуған иленә тоғро ҡалып, дан йырлап, иҫ китмәле бик күп шиғырҙар һәм әҫәрҙәр ижад итә. Тыуған еренә дан йырлаусы шағирҙы беҙҙең республикала ғына түгел, сит ерҙәрҙә лә беләләр. Ә беҙгә - республиканың граждандары булараҡ, Мостай Кәримде белмәү мөмкин түгел. Тимәк, беҙ бөгөн кем һәм нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (яуап).
- Эйе, дөрөҫ. Мостай Кәрим, уның “Башҡортостан” тексы тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
-Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, тағы бер тапҡыр дәрес башындағы шиғырға әйләнеп ҡайтайыҡ әле.
- Ер шары, картаһы, Башҡортостан, япраҡ, Мостай Кәрим һүҙҙәренә һорау биреп ҡарағыҙ әле, ниндәй һорау биреп була? (Яуап).
- Дөрөҫ, кем? нимә? һорауын бирәбеҙ. Ә был һорауҙы ниндәй һүҙ төркөмөнә бирәбеҙ? (Яуап).
- Афарин, был һорауҙы беҙ исемдәргә бирәбеҙ. Ә ниндәй исемдәр була? Ниндәй төрҙәргә бүленә? (Яуап).
III. Яңы тема.
- Яҡшы, шулай итеп беҙҙең тема - М. Кәрим. “Башҡортостан”. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Дәфтәрҙәрҙе асып, теманы яҙып ҡуйығыҙ.
1. - Ә хәҙер экранға ҡарайбыҙ, һөйләмдәрҙе уҡығыҙ. Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп ҡуйығыҙ.
а) Сылбырлап, берәр һөйләмләп, төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп уҡыу. Бының өсөн һәр береһенең алдында белешмә өсөн һүҙҙәр.
М. Кәрим .. йылда Башҡортостандың ... районы ... ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт....институтын тамамлай. ... һуғышында ҡатнаша, ҡаты яралана, ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 1951-1962 йылдарҙа Башҡортостан … союзының идара рәйесе булып тора.
М. Кәрим - күп яҡлы талант эйәһе. Уның..., ... , ..., ..., поэмалары, ... , ....., ... повестары, ..., ..., ... драмалары киң билдәле.
М. Кәримдең ... яҡын китабы донъя күргән. 1963 йылда уға Башҡортостандың ... шағиры исеме бирелә. Ул Башҡортостан Республикаһының ....исемендәге дәүләт премияһына (1967), СССР дәүләт премияһына (1972), Ленин премияһына (1984), Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә (1979) лайыҡ була.
Белешмә өсөн һүҙҙәр: 1909, Шишмә, Келәш, Бөйөк Ватан, Яҙыусылар,Үлмәҫбай, Сер, Йылмайыу, Ҡара һыуҙар поэмалары, Беҙҙең өйҙөн йәме, Оҙон-оҙаҡ баласаҡ, Өс таған повестары, Ташлама утты, Прометей!, Айгөл иле,Салауат, Ай тотолған төндә һ.б. драмалары, йөҙ, халыҡ, С. Юлаев. (Һәр уҡыусының алдында ята).
- Яҡшы, ошондай текст килеп сыҡты.
М. Кәрим 1909 йылда Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт институтын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ҡаты яралана, ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 1951-1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе булып тора.
М. Кәрим - күп яҡлы талант эйәһе. Уның “Үлмәҫбай”, “Сер”, “Йылмайыу”, “Ҡара һыуҙар” поэмалары, “Беҙҙең өйҙөн йәме”, “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ”, “Өс таған повестары”, “Ташлама утты, Прометей!”, “Айгөл иле”, “Салауат”, “Ай тотолған төндә” драмалары киң билдәле.
М. Кәримдең йөҙгә яҡын китабы донъя күргән. 1963 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә. Ул Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына (1967), СССР дәүләт премияһына (1972), Ленин премияһына (1984), Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә (1979) лайыҡ була.
- Уҡыусылар, тимәк, Мостай Кәрим кем ул? (яҙыусы, халыҡ шағиры, драматург).
2. - Уҡыусылар, республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исемен мәңгелләштереү өсөн нимәләр эшләнде? Улар ҡайҙа урынлашҡан?
Өфө ҡалаһында М. Кәрим исеме менән бәйле нимәләр бар?( Яуаптар).
- Яҡшы, эйе, театр бар. Ул ҡайҙа урынлашҡан? (Яуап).
-Афарин, ул Ленин урамы, 62-се йортта урынлашҡан.
- Дөрөҫ, гимназия бар. Ул З.Исмәғилев урамында урынлашҡан.
- Шулай уҡ, Мостай Кәримгә 2013 йылдың 10 октябрендә нимә асылды? (Яуап).
- Эйе, уға һәйкәл асылды. Бына экранда һеҙ уны күрәһегеҙ.
-Шулай уҡ Мостай Кәримгә арналған фильмдар төшөрөлгән, фотоальбом эшләнгән.
3. - Ә хәҙер беҙ уның “Башҡортостан” тексты менән танышабыҙ. Текст аңлайышлы булһын өсөн, һүҙлек һүҙҙәре өҫтөндә эшләп алайыҡ. Һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙып ҡуйығыҙ. Бергә хор менән уҡыйбыҙ. Ошо һүҙҙәр менән һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдәр төҙөгөҙ.(Яуаптарҙы уҡыу).
- Яҡшы, ә хәҙер уҡыусылар, китаптарҙың 34-се битен асабыҙ, тексты табабыҙ һәм күҙәтеп барығыҙ. (уҡытыусы 1 тапҡыр уҡый. Балалар күҙәтә).
- Хәҙер сылбырлап уҡыйбыҙ.(Уҡыусылар уҡый).
-Хәҙер тексты бергәләп тәржемә итәбеҙ, яңы һүҙҙәрҙе дәфтәрҙән ҡарайбыҙ, шулай уҡ электрон һүҙлектәрҙе ҡулланабыҙ.
IV. Текст өҫтөндә эш.
-Башҡортостан нимә менән дан тота? Текстан табып уҡып күрһәтегеҙ?(Яуап).
-Дөрөҫ, далалары, урмандары, ҡаялары, яландары менән дан тота.
-М. Кәрим был текст аша уҡыусыларға нимә әйтергә теләй?
-Һеҙ уның менән килешәһегеҙме? Ни өсөн?
-Картанан Урал тауҙарын табып күрһәтегеҙ?
-Бик яҡшы, хәҙер класс 3 төркөмгә бүленә.
1-се төркөмгә эш. Һеҙ ошо уҡыған тексҡа презентация эшләйһегеҙ һәм эшегеҙҙе яҡлайһығыҙ. (Ноутбук бирелә).
2-се төркөмгә эш. Һеҙгә Башҡортостан тәбиғәте төшөрөлгән һүрәттәр, фотолар. Һеҙ ошо текст буйынса уларҙы дөрөҫ итеп йыйырға кәрәк булыр. Шулай уҡ текстың йөкмәткеһен ошо һүрәттәр сылбырын файҙаланып һөйләргә. (Һүрәттәр, фотолар).
3-сө төркөмгә эш. Һеҙгә тексты дауам итергә кәрәк.(Электрон һүҙлектәр). Уҡыусыларҙың төркөмдә эшләгән эштәре тикшерелә.
V. Грамматика буйынса эш.
- Уҡыусылар, һеҙгә текстан исемдәрҙе күсереп яҙырға кәрәк. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе бер бағанаға, уртаҡлыҡ исемдәрҙе икенсе бағанаға. Әйҙәгеҙ, иҫкә төшөрәйек, ҡайһылары яңғыҙлыҡ, ә ҡайһылары уртаҡлыҡ була ул?
Яңғыҙлыҡ исемдәр: кешенең исеме, фамилияһы, атаһының исеме, хайуандарҙың ҡушаматтары, географик атамаларҙың исемдәре, журнал-газеталарҙың исемдәре, улар баш хәреф менән яҙыла.
Уртаҡлыҡ исемдәр: предметты белдереүсе һүҙҙәр, кем? нимә? һорауына яуап бирәләр, бәләкәй хәреф менән яҙылалар.
- Һорау биргәндә рус теленән нисек айырыла? Мәҫәлән: “кошка” һүҙенә рус теленән ниндәй һорау бирәбеҙ? (яуап).
-Дөрөҫ, кто? тигән һорау, ә башҡортса шул уҡ “бесәй” һүҙенә ниндәй һорау бирәбеҙ? (Яуап).
-Яҡшы, нимә? тигән һорау булды. Тимәк, айырма бармы? Нимәлә?(Яуап).
-Шулай итеп, башҡорт телендә кем? тигән һорау кешеләргә генә бирелә. Миҫал: олатай - кем?, апай – кем? һ.б.
-Эшләй башланыҡ.Исемдәрҙе ике бағанаға яҙабыҙ. (Уҡыусылар дәфтәрҙәрендә яҙалар).
-Ә хәҙер тикшерәбеҙ. Кем уҡырға теләй? (Бер-ике уҡыусы уҡый).
-Бик яҡшы.Уҡыусылар, һеҙ тиҙ генә ошо һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр төҙөгөҙ. Кем күберәк яҙыр.(Уҡыусылар яҙа).
Тикшереү.
VI. Нығытыу. Кем “Башҡортостан” һүҙенән күберәк исемдәр төҙөй. (2 минут ваҡыт бирелә).
Башҡортостан тәбиғәтен ошо видеотаҫма аша ҡарау, йөкмәткеһе буйынса әңгәмә ойоштороу.
- Уҡыусылар, “Башҡортостан” һүҙен ишеткәс, ошо һүҙ һеҙгә ниндәй ассоциация тыуҙыра, һүҙҙәрҙе бағаналап дәртәрҙәрҙә яҙырға кәрәк.(Яуаптар уҡыла).
VII. Йомғаҡлау.
- Бик яҡшы, шулай итеп, бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләштек? (яуаптар). Һеҙгә дәрестең ҡайһы өлөшө нығыраҡ оҡшаны, ә ҡайһы ере оҡшаманы? (Яуаптар).
- Бик яҡшы, бөгөн дәрестә барығыҙ ҙә бик әүҙем эшләне, афариндар. Хәҙер һәр кем үҙенә баһа ҡуя.
Өйгә эш.
1). Тексты һөйләргә өйрәнергә;
2). Ижади эш (кроссворд, инша, шиғыр, һүрәт һ.б.эшләргә).
Рефлексия.
-Уҡыусылар, бөгөн дәрестә беҙ Мостай Кәримдең ижады, уның “Башҡортостан” исемле тексы менән таныштыҡ. Ысынлап та, Башҡортостан бик бай. Был байлыҡ барыһы ла беҙҙең үҙебеҙҙеке һәм беҙгә уны һаҡларға кәрәк.
-Уҡыусылар, ә бына һеҙ нимәләр эшләр инегеҙ, беҙҙең Башҡортостан сәскә атһын, уның киләсәге яҡты булһын өсөн? Үҙ теләктәрегеҙҙе әйтеп, алдығыҙҙа ятҡан сәскәләрҙе, таҡтала эленеп торған Башҡортостандың картаһына йәбештерегеҙ. (Яуаптар әйтелә).
- Дәрес бөттө, рәхмәт. Һау булығыҙ!

МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ТОРМОШ ЮЛЫН ҺӘМ ИЖАДЫН ӨЙРӘНЕҮ
(ДӘРЕС-СӘЙӘХӘТ)
Абдуллина Зәйтүнә Сәмиғулла ҡыҙы,
Күмертау ҡалаһы 5-се мәктәбе
Маҡсат: Мостай Кәрим тураһында биографик белешмәлә уның яҙыусы һәм шәхес булыуын сағылдырыу. Үҡыусыларҙың белемдәрен тулыландырыу, тәрәнәйтеү нигеҙендә яҙыусының тормошона һәм ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу: БР картаһы, яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе, компьютер, проектор.
Дәрестең эпиграфы: «Бөйөк кешенең тормош тамашаһы һәр ваҡыт гүзәл тамаша. Ул рухты юғары күтәрә , эшмәкәрлек уята».
В.Г. Белинский
Дәрес барышы: Ойоштороу моменты.
Дәрестең темаһы, маҡсаты, бурыстары әйтелә.
1. (слайд) Беренсе туҡталыш.
Үҫмер һәм бала сағы
Мостафа Сафа улы Кәримов (Мостай Кәрим) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Үҙенең шиғырҙарын буласаҡ шағир алтынсы класта яҙа башлай. 16 йәшендә тәүге шиғырҙар йыйынтығын баҫтыра.
2. (слайд) Икенсе туҡталыш. Белем һәм тормош баҫҡыстары
1935 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, уны 1941 йылда тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Муром элемтә училищеһына йүнәлтмә ала. 1942 йылдың майында кесе лейтенант вазифаһында 17 -се мотоуҡсылар бригадаһына артдивизиондың элемтә начальнигы итеп ебәрелә. 1942 йылдың авгусында ҡаты йәрәхәтләнә, ярты йыл тирәһе госпиталдә дауалана. Һауығып сыҡҡас, Воронеж фронтының «За честь Родины» һәм 3-сө Украина фронтының «Советский воин» гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Еңеүҙе Венала ҡаршы ала. Был һуғыш тураһында һуңынан ул бик күп яҙа. Мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала. Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә һәм фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй.
3.( слайд) Өсөнсө туҡталыш. Тәүге аҙымдары
1930-сы йылдарҙа яҙа башлай.
1938-се йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә;
1941-се йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға.
Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары, 10-дан ашыу пьесалары донъя күрә.
4.(слайд) Дүртенсе туҡталыш. Ижад юлы
Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телдәргә тәржемә ителгән. Иң билдәле әҫәрҙәре:
Шиғриәт йыйынтыҡтары: «Ҡара һыуҙар», «Ҡайтыу», «Европа-Азия», «Заманалар»
Пьесалары: «Айгөл иле», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Өн ҡатыш ете төш», «Ташлама утты, Прометей!» Повестары: «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өстаған», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ».
2. Бишенсе туҡталыш. «Оҙон – оҙаҡ бала саҡ»
повесынан видеояҙма (өҙөк) ҡарау.
3. (слайд) Алтынсы туҡталыш.
4. Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары :
Социалистик Хеҙмәт геройы (1979)
II дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (2004 йылдың 9 ноябре)
III дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (1995 йылдың 28 апреле)
2 Ленин ордены (1967, 1979)
I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1985)
II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1945)
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (1955, 1962)
Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984)
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
Почёт билдәһе ордены (1949)
РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре(1982)
БАССР-ҙың халыҡ шағиры (1963)
Башҡортостандың Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1992)
1940 йылдан СССР яҙыусылар союзы ағзаһы
7.(слайд) Етенсе туҡталыш.
Мостай Кәрим исемен мәңгеләштереү.
1. Мостай Кәрим исемен Башҡортостан республикаhының Милли Йәштәр театры йөрөтә.
2. Өфөләге бер урамға Мостай Кәрим исеме бирелгән һәм шул уҡ урамда яҙыусыға һәйкәл ҡуйылған.
3.Өфөләге башҡорт гимназия Мостай Кәрим исемен йөрөтә.
8. Дәресте йомғаҡлау, үтелгәндәр һорауҙар ярҙамында нығытыла
Һығымта.
Мостай Кәрим – бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре.
Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим – донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Үҙенең бар көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы. Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителде. Ил өсөн ауыр һынылыш мәлдәрендә лә ул өндәшмәй ҡала алманы. Аҡыллы һүҙе халыҡ араһында ҡайтауаз булып яңғыраны. Һәр кем өсөн туғанындай яҡын кеше булды. Халыҡ уны юғары әҙәби маһирлығы, таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты.
2005-се йылдың 21-се сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.

МОСТАЙ НӘСИХӘТТӘРЕ
ИҢ ҘУР БАЙЛЫҒЫМ - ҺҮҘ,
УНЫҺЫ ЛА ХАЛЫҠТЫҠЫ…
Ишмөхәмәтов Ғайса Харис улы,
Ейәнсура районы Яңыбай урта мәктәбе
Уның һәр һүҙе, әҫәре халҡыбыҙ тәжрибәһенә, аҡылына, дөйөм кешелектең меңәр йылдар буйына һыналған рухи-әхлаҡи ҡиммәттәренә нигеҙләнгән. Ул үҙе был турала бына нимә ти: "Һүҙҙән башҡа байлығым юҡ минең. Уныһы ла үҙемдеке түгел. Халыҡтың һүҙ ҡаҙнаһынан алып һаҡлыҡ менән самалап ҡына тотонам..." Сит мөхит аҡыл эйәләренең генә түгел, ә үҙебеҙҙең Мостай Кәрим кеүек әҙиптәрҙең фәлсәфәүи фекерҙәренә лә ҡолаҡ һалһаҡ, беҙҙән дә аҡыллыраҡ, көслөрәк, бәхетлерәк халыҡ булмаҫ. Кемгә нисектер, ә мине уның һәр һүҙе, фекере уйландыра, илһамландыра. Уның тапҡыр һүҙҙәрен һәм фекер гәүһәрҙәрен яйлап ҡына, сүпләп кенә, рәхәтләнеп бер урынға йыйҙым бына. Мостай ағай әйтмешләй: "Күпме әҙәмдең йылыһын, яҡтыһын, кәрен йөрөтәм икән мин үҙемдә?" Өҫтәп шуны әйткем килә: был фекерҙәр уйлана белгән кешеләр өсөн генә түгел, ә тормош тураһында уйланырға теләмәгәндәр, теге йәки был сәбәп менән уйланырға форсаты булмағандарға ла тәғәйенләнә.
- "Бөйөктәрҙең күңеле тыныс булыу мөмкин түгел..."
- "Һорамай биргән кәңәште күп әҙәм ҡабул итмәй".
- "Әҙәмдәр таратҡан яуызлыҡ, зар, көнсөллөк, хәсрәт, ялғанлыҡ донъяны завод торбаларынан сыҡҡан һарғылт-йәшел төтөндән нығыраҡ ағыулай."
- "Хәҙерге йырҙарҙың күпселеген тыңлау - төбө тишек бокалдан шарап эсеү шикелле".
- "Ғашиҡтар тауға менә, аҙғындар соҡорға төшә..."
- "Ерҙән таш атып, һауалағы бөркөттө кем үлтергән!"
- "Ифрат йәмһеҙ кешеләр була, әммә уларҙың һәр нәмәһе үҙенеке: кәкре танауы ла, ҡылый күҙе лә, ҡыйыш ауыҙы ла, һалбыр ҡолағы ла..."
- "Ҡарағай ниндәй һылыу ҙа бит, унда емеш үҫмәй. Емеш ул кәкре-бөкрө ағаста үҫә".
- "Көн яҡтыһын, ер йылыһын беҙ, ғәриптәр, һеҙгә ҡарағанда күберәк тоябыҙ, шунлыҡтан тормошҡа сытырлап йәбешеп ятабыҙ. Беҙ үҙ-үҙебеҙгә ҡул һалмайбыҙ, сөнки беҙ йәшәүҙән майымлап, туйып һикермәйбеҙ".
- "Һин дә алтын булһаң, мин дә алтын булһам, ул алтындың ни ҡәҙере ҡалыр ине?.."
- "Ғишыҡ тотоп йәшәр өсөн бихисап түҙемлек, сабырлыҡ кәрәк".
- "Яҡшылар ямандарҙан былай ҡатыраҡ хөкөм ителергә тейеш, сөнки улар йәмғиәттең өмөтө һәм таянысы..."
- "Ғазапты ла тәҡдир теләһә кемгә ебәрмәй, күтәрерҙәй әҙәмгә генә ебәрә..."
- "Ҡатын кеше шулай гел ҡунаҡ көткән шикелле йәшәргә тейеш".
- "Төрлөһө бар, туған, әжәлдең ап-ағы, нур сәсеп торғаны була".
- "Кешенең үҙ теләге менән эш башҡарып, үҙ иркендә йәшәп уҙғарған көндәре - иң бөйөк, иң ҡәҙерле миҙгелдәр. Ошо миҙгелдәрҙән яҙмыштың үҙәге барлыҡҡа килә".
- "Йыназа - ул йәмғиәттең кешегә һуңғы баһаһы".
- "Бик күптәр, ғүмер баҡый әллә ҡайҙа ситтә елгә еленләп, боҙға быҙаулап йөрөйҙәр ҙә йән бирер алдынан васыят әйтеп ҡалдыралар..."
- "Өйҙәге ҡунаҡ ситтәге батшанан өҫтөнөрәк".
- "Саф гәрәбәгә туҙан ҡунамы һуң?"
- "Дөрөҫлөк барын бар ҙа... Әммә ул һәр кемгә тейеп бармай..."
- "Иман, намыҫ туған тел менән һеңә кешегә".
- "Бер бушлыҡ менән икенсе бушлыҡты тултырып булмай".
- "Бөгөнгөң ныҡлы булмаһа, кисәгенең дә, иртәгәнең дә мәғәнәһе ҡалмай".
- "Тере кешенең баһаһы юғары саҡта ғына үлем тетрәткес була".
- "Яҡшы аттар менән затлы ҡатындар бер рухтан ярала".
- "Тамыры баҡыр ағастың сатыры алтын булмаҫ".
- "Елгә ҡаршы барыу түгел, ел ыңғайына йөрөү яҙмыштарҙан яҙҙыра".
- "Сит йәндәргә йән ҡушып булмай".
- "Язалайһы килгән ҡолона Хоҙай оҙон ғүмер түгел, оҙаҡ ҡартлыҡ бирер икән".
- "Әсә үҙ йөрәгендәге өмөт менән хәүефте бергә ҡушып, туғыҙ ай ҡарынында йөрөгән балаға күсереп, донъяға тапшыра икән".
- "Көйөнә килтереп баҫа алмаҫлыҡ эшкә тотоноу мәғәнәһеҙ нәмә".
- "Тормош көйөнә" баҫып атламағандың юлы уңыусан".
- "Был донъяла кешенең кескәй генә шатлығын да, оло бәхетен дә яман тоҙаҡтар аңдып тора".
- "Бәғзе берәүҙәр, бармаҡтарына шырау керһә лә, йыһан күкрәгенә хәнйәр ҡаҙалған һымаҡ һөрәнләй".
- "Ни өсөн ғәләм хужаһы, йыһан шаһы, бөтә тереклекте бар итеүсе ҡөҙрәтле Тәңребеҙ, әҙәм балаларын юлдан яҙҙырыусы харам ризыҡтар татытып, гонаһтар ҡылдырып, уларҙы аҙҙырыусы яуыз шайтанға сыҙап тора икән?"
- "Шайтан ҡотортоуы арҡаһында бәндәләр яҙыҡҡа сумалар ҙа, ярлыҡау ялбарып, ҡурсалау өмөт итеп, Хоҙайға килеп һыйыналар. Уға табыналар".
- "Күңел үҫтереү тигән нәмә ул - һинең бөтә ҡылыҡтарыңды маҡтап, хуплап тороу түгел, ә юҡ-бар ғәйеп өсөн башҡа һуғып кәмһетмәү".
- "Бала бәғеренә бөртөк-бөртөк һалынған йәбер орлоғо юҡҡа сыҡмай, тора-бара үҫенте бирә һәм башҡаларҙы йәберләүгә, рәнйетеүгә йүнәлтелә".
- "Ялған хөкөм менән айырым әҙәмдәрҙең генә түгел, хатта ныҡлы йәмғиәт ҡоролошоноң да башына етеп була".
- "Ҡеүәтле дәүләттәрҙе көслө шәхестәр туплай, төҙөй, уларҙы уҡ булдыҡһыҙ, башһыҙ етәкселәр емерә йәки емерелеүгә сәбәпсе була".
- "Бер кешенең халыҡ өҫтөнән хакимлығы, уның сикләнмәгән хөкөмө ҡурҡыныс ҡына түгел, һәләкәтле".
- "Әйтелмәй ҡалған рәхмәт - түләнмәй ҡалған бурыс ул".
- "Аумаҡайҙарға көслөләр генә түгел, көсһөҙҙәр ҙә таянмаҫҡа тырыша".
- "Кеше ҡулы менән кеше туҡмама".
- "Кешеләр бер-береһен йышыраҡ күтәрешһәләр, үкенестәре әҙерәк ҡалыр ине..."
- "Кеше бер юлы ғына бабайға әйләнмәй ҙә..."
- "Дуҫлыҡтан да өҫтөн туғанлыҡ бар - ҡан ҡәрҙәшлек".
- "Әжәлеңде сәбәләнмәй генә көтә белеү - үҙе ирлек түгелме?"
- "Бәхетһеҙлектең бер төнгә һуңлап ҡалыуы, бәхеттең бер төнгә китмәй тороуы кеше өсөн үҙе ҙур бүләк түгелме ни?"
- "Күмәк булғанда таштар ҙа, ҡояштан алған йылыны үҙ-ара бүлешеп, оҙаҡ заман һыуынмайҙар икән".
- "Әҙәм ҡарғышы төшһә, гүреңдә лә урын табалмаҫһың".
- "Бала күңеленә хәҙер асыу сәсһәң, һуңыраҡ нәфрәт урырһың".
- "Тик өҙөлгән өмөт менән ҡалған хәтер генә төҙәлмәй".
- "Яҡшы күңелле матур кешенең йәмһеҙ үлеүе мөмкин түгел".
- "Кешенең күңеле ҡайҙа һуңғы төйәген таба, шул ер - уның рухи Ватаны".
- "Һүҙҙең һөйәге була, һөйәк эсендә елеге була".
- "Бәндә күңеле түгел, ана, Тәңре күңеле күктә гел үҙгәреп тора".
- "Атһыҙ кешенең ярты мөлкәте сабатаға китә".
- "Уҡыған берәү мулла булмаҫ, суҡыған берәү ҡарға булмаҫ".
- "Тере саҡта бөтә кеше лә йәшәй, донъя ҡуйғас, яҡшылар ғына иҫән ҡала".
- "Ҡара урманға һорауһыҙ ҙа инеп була, кеше күңеленә рөхсәтһеҙ ҡағылыу ярамай".
- "Оло гонаһтарығыҙ өсөн дә, кесе ғәйептәрегеҙ өсөн дә үҙ ваҡытында яза алып ҡалырға тырышығыҙ!"
- "Танылған хаталарыбыҙ, хатта ғәйептәребеҙ тормошта беҙҙең кәңәшселәребеҙгә, ярҙамсыларыбыҙға, шулай итеп, бара торғас, талапсан дуҫтарыбыҙға әйләнәләр, ә танылмағандары йәки йәшереп килгәндәре дошмандарыбыҙ булып ҡала".
- "Мөхәббәт яҙыҡ түгел. Мөхәббәтһеҙ уйнаш яҙыҡ".
- "Әҙәмдең ҡайһы саҡ шулай күҙе тейешһеҙҙе күрер, ҡолағы тейешһеҙҙе ишетер була".
- "Ир намыҫы бил ҡайышы түгел, береһен һалдырып алһалар, икенсеһен быуып булмай".
- "Ҡатындар күңеле төпһөҙ даръя, төбөндә ниҙәр ятҡанын ҡайҙан беләһең?"
- "Серҙең ҡанаты етеҙ. Бер ысҡынһа, илде тиҙ урап сыға ул".
- "Әҙәм балалары әсәнән яртышар ғына булып тыуа".
- "Һәр кешенең үҙ хәҡиҡәте була, әммә бөтә әҙәм өсөн уртаҡ, һәр кемдең ғүмерлек таянысы булған, бөтә хәүеф-хәтәрҙәрҙән ҡурсалай торған тағы бер хәҡиҡәт бар. Ул хәҡиҡәттең исеме мөхәббәт!"
- "Кешене үҙ йортонан ситкә хыял йәки әрнеү алып китә, ә һағыш алып ҡайта".
- "Бәхеттең шаһиты булыу - үҙе бәхет икән!"
- "Сыҙамлыҡ менән сабырлыҡ - фатихаға бәрәбәр".
- "Тәүҙә кешенең күҙҙәре донъянан ваз кисә, унан - үҙе!"
- "Матур ахмаҡтан да аяныс нәмә юҡ. Тәбиғәттең иң ҙур хатаһы шул..."
- "Ғашиҡ булышыу - сирҙең иң яманы".
- "Донъяныҡы донъяла ҡайтырға тейеш".
- "Ләкин был фани донъяла ғәриплек менән дә, матурлыҡ менән дә һатыу итеүҙәр бар шул әле".
- "Һәр шәхестең төп үҙәге, уның рухи донъяһының тотоп торған бер терәүе була. Минеңсә, иң ныҡлы, иң ышаныслы терәү, бәлә-ҡазаларға бирешмәҫ иң ҡаты үҙәк - мөғжизәләргә ышаныу ул!"