Методические рекомендации
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
МОСТАЙ НӘСИХӘТТӘРЕ
ИҢ ҘУР БАЙЛЫҒЫМ - ҺҮҘ,
УНЫҺЫ ЛА ХАЛЫҠТЫҠЫ…
Ишмөхәмәтов Ғайса Харис улы,
Ейәнсура районы Яңыбай урта мәктәбе
Уның һәр һүҙе, әҫәре халҡыбыҙ тәжрибәһенә, аҡылына, дөйөм кешелектең меңәр йылдар буйына һыналған рухи-әхлаҡи ҡиммәттәренә нигеҙләнгән. Ул үҙе был турала бына нимә ти: "Һүҙҙән башҡа байлығым юҡ минең. Уныһы ла үҙемдеке түгел. Халыҡтың һүҙ ҡаҙнаһынан алып һаҡлыҡ менән самалап ҡына тотонам..." Сит мөхит аҡыл эйәләренең генә түгел, ә үҙебеҙҙең Мостай Кәрим кеүек әҙиптәрҙең фәлсәфәүи фекерҙәренә лә ҡолаҡ һалһаҡ, беҙҙән дә аҡыллыраҡ, көслөрәк, бәхетлерәк халыҡ булмаҫ. Кемгә нисектер, ә мине уның һәр һүҙе, фекере уйландыра, илһамландыра. Уның тапҡыр һүҙҙәрен һәм фекер гәүһәрҙәрен яйлап ҡына, сүпләп кенә, рәхәтләнеп бер урынға йыйҙым бына. Мостай ағай әйтмешләй: "Күпме әҙәмдең йылыһын, яҡтыһын, кәрен йөрөтәм икән мин үҙемдә?" Өҫтәп шуны әйткем килә: был фекерҙәр уйлана белгән кешеләр өсөн генә түгел, ә тормош тураһында уйланырға теләмәгәндәр, теге йәки был сәбәп менән уйланырға форсаты булмағандарға ла тәғәйенләнә.
- "Бөйөктәрҙең күңеле тыныс булыу мөмкин түгел..."
- "Һорамай биргән кәңәште күп әҙәм ҡабул итмәй".
- "Әҙәмдәр таратҡан яуызлыҡ, зар, көнсөллөк, хәсрәт, ялғанлыҡ донъяны завод торбаларынан сыҡҡан һарғылт-йәшел төтөндән нығыраҡ ағыулай."
- "Хәҙерге йырҙарҙың күпселеген тыңлау - төбө тишек бокалдан шарап эсеү шикелле".
- "Ғашиҡтар тауға менә, аҙғындар соҡорға төшә..."
- "Ерҙән таш атып, һауалағы бөркөттө кем үлтергән!"
- "Ифрат йәмһеҙ кешеләр була, әммә уларҙың һәр нәмәһе үҙенеке: кәкре танауы ла, ҡылый күҙе лә, ҡыйыш ауыҙы ла, һалбыр ҡолағы ла..."
- "Ҡарағай ниндәй һылыу ҙа бит, унда емеш үҫмәй. Емеш ул кәкре-бөкрө ағаста үҫә".
- "Көн яҡтыһын, ер йылыһын беҙ, ғәриптәр, һеҙгә ҡарағанда күберәк тоябыҙ, шунлыҡтан тормошҡа сытырлап йәбешеп ятабыҙ. Беҙ үҙ-үҙебеҙгә ҡул һалмайбыҙ, сөнки беҙ йәшәүҙән майымлап, туйып һикермәйбеҙ".
- "Һин дә алтын булһаң, мин дә алтын булһам, ул алтындың ни ҡәҙере ҡалыр ине?.."
- "Ғишыҡ тотоп йәшәр өсөн бихисап түҙемлек, сабырлыҡ кәрәк".
- "Яҡшылар ямандарҙан былай ҡатыраҡ хөкөм ителергә тейеш, сөнки улар йәмғиәттең өмөтө һәм таянысы..."
- "Ғазапты ла тәҡдир теләһә кемгә ебәрмәй, күтәрерҙәй әҙәмгә генә ебәрә..."
- "Ҡатын кеше шулай гел ҡунаҡ көткән шикелле йәшәргә тейеш".
- "Төрлөһө бар, туған, әжәлдең ап-ағы, нур сәсеп торғаны була".
- "Кешенең үҙ теләге менән эш башҡарып, үҙ иркендә йәшәп уҙғарған көндәре - иң бөйөк, иң ҡәҙерле миҙгелдәр. Ошо миҙгелдәрҙән яҙмыштың үҙәге барлыҡҡа килә".
- "Йыназа - ул йәмғиәттең кешегә һуңғы баһаһы".
- "Бик күптәр, ғүмер баҡый әллә ҡайҙа ситтә елгә еленләп, боҙға быҙаулап йөрөйҙәр ҙә йән бирер алдынан васыят әйтеп ҡалдыралар..."
- "Өйҙәге ҡунаҡ ситтәге батшанан өҫтөнөрәк".
- "Саф гәрәбәгә туҙан ҡунамы һуң?"
- "Дөрөҫлөк барын бар ҙа... Әммә ул һәр кемгә тейеп бармай..."
- "Иман, намыҫ туған тел менән һеңә кешегә".
- "Бер бушлыҡ менән икенсе бушлыҡты тултырып булмай".
- "Бөгөнгөң ныҡлы булмаһа, кисәгенең дә, иртәгәнең дә мәғәнәһе ҡалмай".
- "Тере кешенең баһаһы юғары саҡта ғына үлем тетрәткес була".
- "Яҡшы аттар менән затлы ҡатындар бер рухтан ярала".
- "Тамыры баҡыр ағастың сатыры алтын булмаҫ".
- "Елгә ҡаршы барыу түгел, ел ыңғайына йөрөү яҙмыштарҙан яҙҙыра".
- "Сит йәндәргә йән ҡушып булмай".
- "Язалайһы килгән ҡолона Хоҙай оҙон ғүмер түгел, оҙаҡ ҡартлыҡ бирер икән".
- "Әсә үҙ йөрәгендәге өмөт менән хәүефте бергә ҡушып, туғыҙ ай ҡарынында йөрөгән балаға күсереп, донъяға тапшыра икән".
- "Көйөнә килтереп баҫа алмаҫлыҡ эшкә тотоноу мәғәнәһеҙ нәмә".
- "Тормош көйөнә" баҫып атламағандың юлы уңыусан".
- "Был донъяла кешенең кескәй генә шатлығын да, оло бәхетен дә яман тоҙаҡтар аңдып тора".
- "Бәғзе берәүҙәр, бармаҡтарына шырау керһә лә, йыһан күкрәгенә хәнйәр ҡаҙалған һымаҡ һөрәнләй".
- "Ни өсөн ғәләм хужаһы, йыһан шаһы, бөтә тереклекте бар итеүсе ҡөҙрәтле Тәңребеҙ, әҙәм балаларын юлдан яҙҙырыусы харам ризыҡтар татытып, гонаһтар ҡылдырып, уларҙы аҙҙырыусы яуыз шайтанға сыҙап тора икән?"
- "Шайтан ҡотортоуы арҡаһында бәндәләр яҙыҡҡа сумалар ҙа, ярлыҡау ялбарып, ҡурсалау өмөт итеп, Хоҙайға килеп һыйыналар. Уға табыналар".
- "Күңел үҫтереү тигән нәмә ул - һинең бөтә ҡылыҡтарыңды маҡтап, хуплап тороу түгел, ә юҡ-бар ғәйеп өсөн башҡа һуғып кәмһетмәү".
- "Бала бәғеренә бөртөк-бөртөк һалынған йәбер орлоғо юҡҡа сыҡмай, тора-бара үҫенте бирә һәм башҡаларҙы йәберләүгә, рәнйетеүгә йүнәлтелә".
- "Ялған хөкөм менән айырым әҙәмдәрҙең генә түгел, хатта ныҡлы йәмғиәт ҡоролошоноң да башына етеп була".
- "Ҡеүәтле дәүләттәрҙе көслө шәхестәр туплай, төҙөй, уларҙы уҡ булдыҡһыҙ, башһыҙ етәкселәр емерә йәки емерелеүгә сәбәпсе була".
- "Бер кешенең халыҡ өҫтөнән хакимлығы, уның сикләнмәгән хөкөмө ҡурҡыныс ҡына түгел, һәләкәтле".
- "Әйтелмәй ҡалған рәхмәт - түләнмәй ҡалған бурыс ул".
- "Аумаҡайҙарға көслөләр генә түгел, көсһөҙҙәр ҙә таянмаҫҡа тырыша".
- "Кеше ҡулы менән кеше туҡмама".
- "Кешеләр бер-береһен йышыраҡ күтәрешһәләр, үкенестәре әҙерәк ҡалыр ине..."
- "Кеше бер юлы ғына бабайға әйләнмәй ҙә..."
- "Дуҫлыҡтан да өҫтөн туғанлыҡ бар - ҡан ҡәрҙәшлек".
- "Әжәлеңде сәбәләнмәй генә көтә белеү - үҙе ирлек түгелме?"
- "Бәхетһеҙлектең бер төнгә һуңлап ҡалыуы, бәхеттең бер төнгә китмәй тороуы кеше өсөн үҙе ҙур бүләк түгелме ни?"
- "Күмәк булғанда таштар ҙа, ҡояштан алған йылыны үҙ-ара бүлешеп, оҙаҡ заман һыуынмайҙар икән".
- "Әҙәм ҡарғышы төшһә, гүреңдә лә урын табалмаҫһың".
- "Бала күңеленә хәҙер асыу сәсһәң, һуңыраҡ нәфрәт урырһың".
- "Тик өҙөлгән өмөт менән ҡалған хәтер генә төҙәлмәй".
- "Яҡшы күңелле матур кешенең йәмһеҙ үлеүе мөмкин түгел".
- "Кешенең күңеле ҡайҙа һуңғы төйәген таба, шул ер - уның рухи Ватаны".
- "Һүҙҙең һөйәге була, һөйәк эсендә елеге була".
- "Бәндә күңеле түгел, ана, Тәңре күңеле күктә гел үҙгәреп тора".
- "Атһыҙ кешенең ярты мөлкәте сабатаға китә".
- "Уҡыған берәү мулла булмаҫ, суҡыған берәү ҡарға булмаҫ".
- "Тере саҡта бөтә кеше лә йәшәй, донъя ҡуйғас, яҡшылар ғына иҫән ҡала".
- "Ҡара урманға һорауһыҙ ҙа инеп була, кеше күңеленә рөхсәтһеҙ ҡағылыу ярамай".
- "Оло гонаһтарығыҙ өсөн дә, кесе ғәйептәрегеҙ өсөн дә үҙ ваҡытында яза алып ҡалырға тырышығыҙ!"
- "Танылған хаталарыбыҙ, хатта ғәйептәребеҙ тормошта беҙҙең кәңәшселәребеҙгә, ярҙамсыларыбыҙға, шулай итеп, бара торғас, талапсан дуҫтарыбыҙға әйләнәләр, ә танылмағандары йәки йәшереп килгәндәре дошмандарыбыҙ булып ҡала".
- "Мөхәббәт яҙыҡ түгел. Мөхәббәтһеҙ уйнаш яҙыҡ".
- "Әҙәмдең ҡайһы саҡ шулай күҙе тейешһеҙҙе күрер, ҡолағы тейешһеҙҙе ишетер була".
- "Ир намыҫы бил ҡайышы түгел, береһен һалдырып алһалар, икенсеһен быуып булмай".
- "Ҡатындар күңеле төпһөҙ даръя, төбөндә ниҙәр ятҡанын ҡайҙан беләһең?"
- "Серҙең ҡанаты етеҙ. Бер ысҡынһа, илде тиҙ урап сыға ул".
- "Әҙәм балалары әсәнән яртышар ғына булып тыуа".
- "Һәр кешенең үҙ хәҡиҡәте була, әммә бөтә әҙәм өсөн уртаҡ, һәр кемдең ғүмерлек таянысы булған, бөтә хәүеф-хәтәрҙәрҙән ҡурсалай торған тағы бер хәҡиҡәт бар. Ул хәҡиҡәттең исеме мөхәббәт!"
- "Кешене үҙ йортонан ситкә хыял йәки әрнеү алып китә, ә һағыш алып ҡайта".
- "Бәхеттең шаһиты булыу - үҙе бәхет икән!"
- "Сыҙамлыҡ менән сабырлыҡ - фатихаға бәрәбәр".
- "Тәүҙә кешенең күҙҙәре донъянан ваз кисә, унан - үҙе!"
- "Матур ахмаҡтан да аяныс нәмә юҡ. Тәбиғәттең иң ҙур хатаһы шул..."
- "Ғашиҡ булышыу - сирҙең иң яманы".
- "Донъяныҡы донъяла ҡайтырға тейеш".
- "Ләкин был фани донъяла ғәриплек менән дә, матурлыҡ менән дә һатыу итеүҙәр бар шул әле".
- "Һәр шәхестең төп үҙәге, уның рухи донъяһының тотоп торған бер терәүе була. Минеңсә, иң ныҡлы, иң ышаныслы терәү, бәлә-ҡазаларға бирешмәҫ иң ҡаты үҙәк - мөғжизәләргә ышаныу ул!"

МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ “ҠАРА ҺЫУҘАР” ПОЭМАҺЫ ҺӘМ “ЯРЛЫҠАУ” ПОВЕСЫ БУЙЫНСА
11Б класында үткәрелгән дәрес – уйланыуҙың план –конспекты
Аҙнабаева Гөлнур Шамил ҡыҙы ,
Ишембай ҡалаһы Ә. Вәлиди исемендәге
2-се Башҡорт гимназия-интернаты
Маҡсат: М.Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы темаһына ижад ителгән әҫәрҙәрен өйрәнеү, уларҙағы тормош дөрөҫлөгө, һуғыш арҡаһында яҙмыштар трагизмы тураһында уйланыу, әҫәрҙәр аша балаларҙы оло тормошҡа әҙерләү, әҙип ижадына ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам тәрбиәләү.
Дәресте йыһазланлдырыу: яҙыусының портреты, китаптарынан күргәҙмә, эпиграф, һуғыш картиналарын һынландырған картиналар, интерактив таҡта, компьютер.
Дәрестең барышы
Ойоштороу моменты. (дәрескә әҙерлек: китап, дәфтәр, компьютерҙы асыу)
Мотивация өсөн: дәрес башланғансы. М. Кәрим һүҙҙәренә “Мәрәһим йыры” яңғырай .
Уҡытыусы сәскәләр тотоп тора.
- Хөрмәтле уҡыусылар! Тышта ҡыш, ә минең ҡулымда – сәскәләр. Был ике ҡапма-ҡаршылыҡ тураһында нимә әйтә алырһығыҙ?
- Ҡыш – тәбиғәттең ваҡытлыса “үлеме”.
- Ҡыш ул - сәскә өсөн, тимәк, йәшәү өсөн ҡоршау.
- Ләкин сәскә ҡыштан көслөрәк, ул йәшәй.
- Сәскә - мөхәббәт ул, ул ҡыштарҙы еңә, тормошто дауам итә.
Уҡытыусы: Рәхмәт уҡыусылар, һеҙ тормоштоң, мөхәббәтең бөтә нәмәнән дә көслөрәк булыуын аңлайһығыҙ. Тик хыянат ҡына булмаһын, мөхәббәт сәскәһен яраламаһын!
Шулай итеп, беҙ бөгөн нимә хаҡында һөйләшәсәкбеҙ?
- Йәшәү һәм үлем, мөхәббәт һәм хыянат тураһында һөйләшәбеҙ.
- Дөрөҫ, бөгөнгө һөйләшеүҙе М.Кәримдең һуғыш яралары тураһындағы әҫәрҙәренә бәйләрбеҙ, үҙебеҙгә фекекрҙәштәр эҙләрбеҙ.
(Дата, тема, эпиграф яҙҙырыла.)
Экранда дәрес планы, эпиграф, яҙыусы портреты сыға.
1. Дәрес –уйланыуға инеү өсөн предмет буйынса белемдәрҙе барлау.
Уҡылған текстарҙы белеүҙе тикшереү.
Уҡыусылар бер – береһенә һорау бирәләр, ҡыҫҡаса яуаптар менән текстар күҙ алдына баҫтырыла.
- “Ҡара һыуҙар” поэмаһының геройҙары кемдәр?
- Яҡуп менән лирик герой ҡайҙа осраша?
- Ниндәй шарттарҙа осрашалар һәм айырылашалар?
- Ҡатын образын һынландырған төп образ ниндәй?
- Йәшәүҙең көсөн һынландырған образ – деталь ниндәй?
- “Ярлыҡау” повесы геройҙары кемдәр?
- Любомир Зухтың яҙмышын хәл итеүҙә кемдәр ҡатнаша?
- Мария Тереза тураһында нимәләр беләһең?
- Кем ул Ефимий Лукич? Һ.б.
Уҡытыусы. Шулай итеп, ике әҫәр- ике яҙмыш. Ләкин улар араһында ниндәйҙер уртаҡлыҡ бар кеүек. Һеҙ уны күреп ҡалманығыҙмы?
- Эйе, был әҫәрҙәр икеһе лә ауыр һуғыш йылдарында кешеләр яҙмышында килеп сыҡҡан аяныслы боролоштарҙы, юғалтыуҙарҙы күрһәтә.
- Бында ике мөхәббәт яҙмышы һүрәтләнә: Яҡуп менән ҡатын, Любомир менән Мария Тереза мөхәббәте.
Уҡытыусы. Эйе, М.Кәрим –тыныс тормош йырсыһы, шуға ул һуғыштың үҙе тураһында аҙ яҙа, ә бына яҙғандары иһә тығыҙ төйөнгә әйләнгән кешеләр яҙмышы, фронт шарттарында тыуған оло мөхәббәт, уға һынау тотоу, кешелеклелеккә һынау тотоу хаҡында. Бындай әҫәрҙәрҙе һеҙ рус әҙәбиәтендә лә өйрәнәһегеҙ. Ниндәй авторҙарҙың әҫрҙәре хәтерегеҙҙә ҡалды?
Уҡыусылар Ю.Бондарев, В.Астафьев, Г.Бакланов, К.Воробьев, В.Быков кеүек авторҙарҙың әҫәрҙәрен иҫкә төшөрәләр.
Уҡытыусы. Эйе, был авторҙар һуғышҡа ҡаршы ҡуйылған илаһи рухи көс – мөхәббәт хаҡында яҙа, уның үлемгә ҡаршы торорлоҡ көс икәнлеген һүрәтләй. Башҡорт әҙәбиәтендә лә бындай әҫәрҙәр байтаҡ. Н.Мусин, Ә.Хәким, Р.Өмөтбаев, Ф.Иҫәнғолов әҫәрҙәрендә лә һуғыш ҡырыҫлығында тыуған наҙ, һөйөү тураһында һүҙ бара. Шулар араһында М. Кәрим геройҙары ла иҫтә уйылып ҡала. Үрҙә килтерелгән һәр әҫәрҙә ситуация үҙенсә, һәр ҡайһыһында кеше яҙмышы. Ә бөгөн ҡараған әҫәрҙәрҙә ниндәй ситуация, мөхәббәт ниндәй шарттарҙа тыуа һәм йәшәй?
- “Ҡара һыуҙар” поэмаһында мине ҡатындың мөхәббәте тетрәндерҙе. Ул һуғыш бөтөүгә тиҫтә йылдар үтһә лә, һөйгәнен көтә, уны эҙләй, яурынынан ҡара шәлен - ҡара ҡайғыһы – мөхәббәтен юғалтыу билдәһен һалмай. Яҡуп тураһында әсе дөрөҫлөктө үҙе эҙләп таба, сөнки мөхәббәттә иң ауыры – ул билдәһеҙлек. Үҙенең мөхәббәте ҡыҙғаныс бер йән, ҡурҡаҡ хыянатсы икәнен белгәс, уның мөхәббәте нәфрәткә әйләнә. Яурынындағы ҡара шәлен тапап сығып китеүе – уның был хистән ҡотолоуына ишара.
- Ә Яҡуптың хисе, “мин кәрәкмен һөйгәнемә”, -тигән һүҙҙәре уның тыуған иленә, тимәк, һөйгәненә лә булған хыянаты алдында мәғәнәһеҙ яңғырай, уны үлеме алдында ярлыҡағы килмәй.
- Ә бына “Ярлыҡау ” повесындағы Любомир Зухты ярлыҡағы килә, сөнки ул - ысын ил һаҡсыһы, батыр һуғышсы булған. Уның мөхәббәте уттарҙа тыуған тере сәскә кеүек. Ләкин осорҙоң рәхимһеҙ закондары был хисте ғәфү итмәй, ул һәләк ителә. Моғайын, уны атырға ҡарар сығарған кешеләр үҙҙәре бер ҡасан да яратып ҡарамағандарҙыр, йә улар йөрәгендә лә Казаряндыҡы кеүек мәңгелек нәфрәт урын алғандыр.
Уҡытыусы. Тимәк, һеҙ Зухтың мөхәббәт хаҡына яһалған аҙымын аҡлар инегеҙме? Башҡа фекерҙәр тыуманымы? Әйҙәгеҙ, улайһа фекерҙәштәр эҙләп ҡарайыҡ. Ошо минутта Күмертау ҡалаһы РПЛИ- ҙа ла 11 класс уҡыусылары ошо әҫәрҙәрҙе өйрәнәләр. Һеҙҙе иҫке дуҫтарығыҙ менән осрашырға саҡырам. Былтыр Ғ.Сәләмдең “Бала” поэмаһын анализлағанда, һеҙ улар менән осрашҡайнығыҙ инде.
Скайп – бәйләнеш булдырыла. Күмертау уҡыусылары менән сәләмләшеү.
Уҡыусы. Беҙ “Ярлыҡау” әҫәре буйынса фекер алышабыҙ, Любомир Зухтың мөхәббәт хаҡына эшләгән аҙымын ярлыҡарға кәрәк ине тигән фекергә килдек. Һеҙҙә ниндәй уйҙар бар?
- Әлбиттә, йәш, батыр егет яҙмышы ҡыҙғаныс, ләкин осор тыуҙырған ситуацияла ҡайнар йөрәк түгел, ә һалҡын аҡыл эшләргә тейеш.
Ул посын ташлап киткән, хәрби Уставҡа, тимәк, антына хыянат иткән булып сыға. Ә ундайҙар дезиртир итеп ҡаралған һәм атылған.
Беҙҙең уҡыусы. Ләкин Любомир Зух иң тәүҙә һуғышсы түгел, ә кеше! Кешеләр яңғылышырға мөмкин, һәр яңғылыш өсөн аталармы ни, етмәһә үҙеңдекеләр?
- Әгәр ул ваҡытта һәр икенсе һалдат үҙен Любомир кеүек тотһа, посын ташлап, һөйгәне янына китһә, беҙ һуғышта еңер инекме икән?
Беҙҙең уҡыусы. Юстиция майорына хатаны енәйәттән айырырға ғына кәрәк ине бит. Ә артабан ярлыҡау ҡағыҙын ғына алданыраҡ өлгөртөргә ине.
Уҡытыусы. Эйе, ул саҡтарҙа кескәй ҡағыҙ кеше яҙмышын хәл иткән, кескәй ҡағыҙ шатлығын да, ҡайғыһын да алып килгән. Шул хаҡта М.Кәримдең “Ап –аҡ ҡағыҙ һалдым мин алдыма” тигән шиғыры ла әйтеп бирә:
Аҡ ҡағыҙға... ҡара ҡәләм .
Ялбарыуҙар яҙа, йәнә яза
(Шәфҡәтһеҙ үк түгел был донъяла
Ярлыҡау бар!)
Уҡыусы. Зухты ярлыҡағандар, тимәк, мөхәббәт еңеп сыҡҡан, тик уны ваҡтында аңларға ғына кәрәк ине бит. Мөхәббәт сәскәһе күпме тапҡыр кеше күңеленең һалҡынлығы, ҡырыҫлығы, ғәмһеҙлеге менән осрашты. Тик ҡәберҙә лә ул үҙенең көслө икәнлеген иҫбатлай.
Уҡытыусы. Ә нисек? Бында автор ниндәй деталь тапҡан әле?
Уҡыусылар. Ҡәбергә ауғанда, уның ҡулында фонары була, Любомир уны тоҡандырып өлгөрә, ҡара ергә ул мөхәббәте яҡтылығы менән инә.
Уҡытыусы. Тағы ла ниндәй моменттары һеҙҙе уйландырҙы?
(Уҡыусылар Любомир һәм Марияның яҙмышында ниндәйҙер кимәлдә роль уйнаған кешеләрҙең яҙмыштары нисек тамамланғанын һөйләйҙәр. Уларҙың барыһы ла аяныслы яҙмышлы. Тик Казарян ғына иҫән ҡала, ләкин был тормош уға –яза, үҙе яһаған хата өсөн яза, уны татып йәшәү үлемдән ауырыраҡ. Ошондай уртаҡ фекер менән скайп ябыла.)
Уҡытыусы. Дәрес башында беҙ эпиграф яҙып ҡуйғайныҡ. Ошо юлдарҙың беҙҙең дәрескә ниндәй бәйләнеше бар тип уйлайһығыҙ?
- Шағир яҙмыштан ярлыҡау һорай.
- Аҙашҡан болан балаһы - ул кеше. Беҙҙең әҫәрҙәрҙә ул – Яҡуп, ул – Любомир, ул- Казарян.
- Айырылған болан балаһы буранда нисек һәләк булһа, кешеләр ҙә тормош өйөрмәләрендә шулай юғалалар. Шуға автор болан балаһын, йәки кешеләрҙе, аҙашмаҫҡа саҡыра.
Уҡытыусы. “Өйөрөлә ап-аҡ өйөрмәләр” шиғырын тасуири итеп уҡып сығайыҡ. Шиғырҙағы йәшәү һәм үлем, тормош һәм юғалыу лейтмотивы беҙҙең ике әҫәр өсөн дә ауаздаш булды. Ап –аҡ ҡар һәм мөхәббәт сәскәһе... Әйҙәгеҙ, был сәскәләрҙе шағир портреты алдына уның ысын мөхәббәтле геройҙарына арнап һалайыҡ. Ул – Мәрәһим менән Аҡйондоҙ, Любомир менән Мария Тереза, ул – Зөлхәбирә, ул Үлмәҫбай менән Гөлбикә...
(Тағы ла “Мәрәһим йыры” музыкаһы яңғырай).
2. Йомғаҡлау. Шулай итеп, беҙ йәшәү мәғәнәһе, мөхәббәт бөйөклөгө тураһында һөйләштек. Һеҙҙә төрлө уйҙар тыуғандыр. Шуларҙы бер кескәй парса рәүешендә яҙып килтерегеҙ. Эштәрҙе тикшергәндә беҙ тағы ла был әҫәрҙәргә әйләнгеп ҡайтырбыҙ.
3. Баһалау.
Дәрес тамам, һау булығыҙ!

МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ “ҮЛМӘҪБАЙ” ПОЭМАҺЫ БУЙЫНСА
VIII КЛАСТА ДӘРЕС ӨЛГӨҺӨ
“ТАУ БАШҠОРТО ТОҠОМОНАН САЛАУАТ ЗАТЛЫ БУЛАМ”
Гәрәйшина Әлмирә Илдус ҡыҙы,
Яңауыл районы Лицейының
Эткенә ауылы дөйөм белем биреү филиалы
Дәрестең маҡсаты: 1. “Үлмәҫбай” поэмаһын анализлау. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға характеристика биреү һәм әҫәрҙең тел-стиль үҙенселектәрен тикшереү.
2. Уҡыусыларҙың һөйләм телмәрен үҫтереү, әҫәргә ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү, һүҙлек байлығын арттырыу.
3. Бөйөк шағирыбыҙҙың ижады менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһаҙландырыу: М. Кәримдең портреты, китаптар күргәҙмәһе, “Үлмәҫбай” поэмаһының йөкмәткеһе буйынса эшләгән һүрәттәр, слайдтар, схемалар.
Дәрестең барышы.
1. Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу.
2. Магнитофондан шиғыр тыңлау. (Мостай Кәрим үҙе уҡый).
Уҡытыусы: “ Илен ҙурлағанды – иле ҙурлар” тигән башҡорт мәҡәле бар бит. Ә Мостай Кәрим үҙенең етмеш йылға яҡын ижад ғүмерендә Башҡортостанды ҙурланы, уны фронтта һаҡланы, уның өсөн янды, көйҙө, ут эсенә инде. Уның йөрәге һәр ваҡыт Башҡортостан йөрәге менән бергә типте. Беҙ Мостай Кәрим менән ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ, уның ижады алдында баш эйәбеҙ.
3. Мостай Кәримдең биографияһын һөйләтеү.
- Ә хәҙер Мостай Кәримдең ҡыҫҡаса тормош юлын һәм ижадын кем һөйләп китә ала?
4. Әҫәрҙе анализлауға күсеү.
Уҡытыусы: Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән “Үлмәҫбай” поэмаһының йөкмәткеһе менән танышҡайныҡ, ә бөгөн уны анализлаясаҡбыҙ. Поэманың бер бүлеге буйынса малайҙарға сәхнәләштерелгән өҙөк күрһәтергә ҡушылғайны. Уларҙы дәрес барышында ҡарап үтербеҙ.
- Ә хәҙер бөгөнгө көндө, теманы яҙып ҡуйығыҙ. Әҫәрҙе анализлау өсөн һеҙгә схемалар таратып бирәм.
Таҡтаға схема эленә.
Уҡытыусы: Ә хәҙер “Үлмәҫбай” поэмаһының ҡайҙа, ҡасан ижад ителгәнен әйтә алаһығыҙмы? ( 1942 йылда госпитальдә ятҡанда ул “Үлмәҫбай” поэмаһының тәүге ике бүлеген тамамлай. Поэманың һуңғы өлөшөн Украинала яҙа).
Уҡытыусы: Поэманың башында ваҡиғаларҙың экспозицияһы бирелә: автор иң элек ваҡиғалар барған урын һәм Үлмәҫбай менән таныштыра, бында һүрәтләнгән ваҡиғалар, геройҙарҙың эштәре, ҡылыҡтары , әкиәткә оҡшаш булһа ла, унда тормошта булған реаль хәлдәр, ваҡиғалар һүрәтләнәсәге тураһында иҫкәртелә.
- Поэмала ниндәй тема яҡтыртыла? (Башҡорт яуғирҙарының һуғыштағы батырлыҡтары темаһы). (Уҡыусылар яуап бирә һәм алдарындағы схеманы тултыра баралар).
- “Үлмәҫбай” әҫәре әҙәби жанрҙарҙың ниндәй төрөнә ҡарай? (Был әҫәр лиро-эпик жанрға ҡарай).
- Поэмала һүрәтләнгән ваҡиғалар кем исеменән һөйләтелә?( Үлмәҫбай)
- Поэмала Үлмәҫбайҙың башҡа тағы ниндәй персонаждар менән осрашабыҙ? (Теребай, разведчиктар).
- Поэманың сюжет һыҙығында ниндәй ваҡиғалар ята? (Үлмәҫбайҙың һуғышта күрһәткән өс батырлығы өс мәрәкә хәл итеп һөйләнелә).
- 1-се бүлектә нимә тураһында һөйләнелә?( 1-се бүлектә Үлмәҫбай иптәштәренә нисек итеп “тел” алып ҡайтыуын һөйләй: ул хәрби заданияға еңдәренә ике граната һалып алып барған һәм дошман дозорына осрау менән ҡулдарын күтәргән, йәнәһе, “пленға төшә”. Уны үҙенең талабы буйынса офицерға илтәләр. Штабта Үлмәҫбайҙың дошман офицеры менән ҡыҫҡа ғына “гәп һатыуы” булып ала. Ул офицерға еңдәренән ике граната күрһәтә һәм киҫәтә: әгәр ҙә ҡарыша башлаһаң, “икебеҙ ҙә - көл-күмер”, ти. Бына шулай итеп, ул немец офицерын алып ҡайта. “Тел”де ҡулға төшөрөү ваҡиғаһын Үлмәҫбай үҙенең шаян холҡо буйынса бер “һунарға барыу” кеүегерәк иттереп һөйләй).
- Әйҙәгеҙ, 1-се бүлектән өҙөк ҡарап үтәйек. (Малайҙар сәхнәләштерелгән өҙөктө ҡарау).
- Был бүлектә Үлмәҫбайҙың ниндәй сифаттары менән танышабыҙ? Ул беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа ниндәй кеше булып килеп баҫа? ( Эйе, был бүлектә Үлмәҫбайҙың ҡыйыу, теүәккәл булыуын, ҡатмарлы һуыш шарттарында урындағы хәлгә ҡарап бик мәрәкә итеп һөйләй. Ул разведкаға барыу кеүек яуаплы эшкә ауырһынмай, маҡтанмай, киреһенсә, еңел тойғо, тәүәкәллек һәм үҙ көсөнә ышаныу менән сығып китә).
- Ә дошман менән осрашҡанда ул үҙен нисек тота? (Юғалып ҡалмай, төрлө хәйләләр ҡора. Үҙ яҙмышы ҡыл осонда торғанда ла еңеүгә ышаныс менән ҡарай).
- Үлмәҫбай образында шағир халыҡ характерына хас ниндәй сифаттарҙы аса? (Был бүлектә шағир халыҡтың ауыр ваҡытта ла юморҙы, күңел күтәренкелеген, еңеүгә булған ышанысты юғалтмауы кеүек гүзәл сифаттарын күрһәтә. Шулай уҡ батырлыҡты, ҡыйыулыҡты, сабырлыҡты, көр күңеллекте, аҡыллылыҡты кәүҙәләндерә).
- 1-се бүлектең иң көсөргәнешле (кульминацион) нөктәһен билдәләп үтәйек әле.
- 2-се бүлек нисек атала? (“Үлмәҫбай туйға бара”).
- Был бүлектә нимә тураһында һүҙ бара? (Немецтарҙың туйына барыу. Дошмандың туйы барған йортто шартлатыуҙы - Үлмәҫбай “туй йолаһын” башҡарыу ти.” Үҙе биш ҡарыш, һаҡалы етмеш ҡарыш” ҡарттың улдары – партизандар менән Үлмәҫбай һәм дуҫы Теребай һатлыҡ йән староста ҡыҙының немец офицерына кейәүгә сығы туйына йүнәләләр. Улар туйҙа мылтыҡтан атыу, һауыт-һаба шалтыратыу ғәҙәте буйынса туй барған йорттоң аҫтын өҫкә килтерәләр. Шулай итеп, “башҡорттарҙың туй йолаһын дошманға күрһәтәләр”).
- Кульминацион нөктәһе?(Туй барған өйҙө шартлатыу).
- 3-сө бүлек нисек атала? (“Алмалар бешкән ине”.Өсөнсө осраҡта Үлмәҫбай дуҫы Теребай менән бергә һыу инергә килгән өс фашист “имгәген” тотоп алып ҡайта).
- Кульминацион нөктәһе? (Өс фашисты ҡулға алыу).
- Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың батырлыҡтары “Үлмәҫбай” поэмаһында кемдәр образында дөйөмләштерелә? (Үлмәҫбай һәм Теребай)
- Уларҙың исемдәре тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? (Уларҙың исемдәре үк халыҡтың үлемһеҙлек, халыҡтың мәңгелек булыуын раҫлай: Үлмәҫбай образында үҙ халҡына хас иң яҡшы традициялар менән ил һөйәрлек сифаттарының бергә ҡушылыуы күренә. Ул үҙ халҡының хәрби үткәндәре һәм бөгөнгөһө менән большевик затлы егет булыуы менән ғорурлана).
- Уларҙың милли герой булыу сифаттары поэмала нисек һүрәтләнә? (Был батырҙарҙың ҡыйыулыҡ һәм тапҡырлыҡ сифаттары хәйләкәрлек һәм йылдамлыҡ менән дә ҡушыла).
- Ошо урындарҙы табып уҡып күрһәтегеҙ.
- Милли характер һыҙаттары хаҡында поэманың ниндәй урындарында әйтелә? (Башҡорт йолалары, традициялары иҫкә алына).
- Поэмала башҡорттарҙың ниндәй йолалары иҫкә алына? (Һунарсылыҡ, ҡунаҡсыллыҡ).
- Үлмәҫбай һәм Теребай һунарға нисек йөрөйҙәр? (Ат менән)
- Эйе, М.Кәрим был поэмаһында һыбайлы яугир образына мөрәжәғәт итә. Ир-егеттең таянысы, ҡанаты булған, егетте еңеүгә алып барыусы ат образы уның башҡа әҫәрҙәрендә лә йыш осрай.(Бер уҡыусы “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырын һөйләй).
- М.Кәрим Үлмәҫбай һәм Теребай образдарын һүрәтләгәндә ниндәй алымдар файҙалана? (Үлмәҫбай менән Теребай тормошта осрай торған реалистик образдар. Шуның менән бергә автор был образдарҙы ижад итеүҙә фантастик элементтарҙы, әкиәттәргә хас алымдарҙы файҙалана. Автор Үлмәҫбай һәм Теребайҙы, улар менән бәйле ваҡиғаларҙы, бер яҡтан, реаль һыҙаттар менән һүрәтләһә, икенсе яҡтан, үҙ геройҙарына фантастик сифаттар ҙа бирә).
- Поэмала ни өсөн әкиәт алымдары файҙаланылған? (Ваҡиғаларҙың көсөргәнешлеген, геройҙарҙың батырлығын күпертеп күрһәтеү өсөн)
- Үҙе биш ҡарыш, һаҡалы етмеш ҡарыш ҡартты беҙ ниндәй әкиәттә осратабыҙ? (“Аҡъял батыр” әкитендә)
- Ә рус әҙәбиәтендә “Үлмәҫбай”ға оҡшаған берәй әҫәр уҡығанығыҙ бармы? (Үлмәҫбай менән Теребай образдары шат күңелле, батыр һәм тапҡыр холоҡло рядовой һалдат булыуҙары менән рус совет әҙәбиәтендә А.Твардовскийҙың рядовой Василий Теркин образына бик яҡын торалар. Айырма тик шунда: әгәр Василий Теркин образында рус халҡы характеры сағылыш тапһа, Үлмәҫбай менән Теребай образдарында башҡорт халҡының характер үҙенселектәре кәүҙәләндерелгән. Үлмәҫбай менән Теребай, исемдәренең үк әйтеп тороуынса, халыҡтың батырлығын һәм үлемһеҙлеген күрһәтеүсе теремек образдар улар).
- Әҫәрҙең стиле ниндәй стилгә яҡын тора? (Йәнле һөйләү стиленә яҡын һәм унда халыҡ телендә осрай торған бик күп һүрәтләү саралары ҡулланылған).
- Әҫәрҙә һүрәтләнгән һүрәтләү сараларын һанап сығайыҡ.
-
Һүрәтләү сараларына миҫалдар килтерәйек: (дәфтәрҙә)
1-се рәт 2-се рәт 3-сө рәт 4- се рәт
Метафора Сағыштырыу Эпитет Мәҡәлдәр
- Эштәрҙе тикшерәбеҙ.
Поэмала ваҡиғалар бөтәһе лә Үлмәҫбай исеменән һөйләнелә, уның телмәре аша бирелә. Үлмәҫбайҙың телмәренә ниндәй сифаттар хас? Бөтә ваҡиғаларҙы ла ул ниндәй тонда һөйләй?
( Юмористик тонда, сатира алымы, Теребай хаҡында һөйләгәндә ғорурланыу, һоҡланыу тоны менән һөйләй).
Йомғаҡлау.
Уҡытыусы: “Үлмәҫбай” поэмаһында һүрәтләнгән ваҡиғалар тормошта ла булған: фашистарҙы пленға алыу, тимер юлдарҙы шартлатыу, штабҡа һөжүм итеү – барыһы ла совет һалдаттарының теүәкәллеге, батырлығы, зирәклеге һөҙөмтәһе. Ошо сифаттарға Үлмәҫбай менән Теребай ҙа эйә, сөнки улар үҙ иленең ысын патриоттары, Салауат тоҡомдары.
Шулай итеп, М.Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы әҫәрҙәре тәрән патриотизм менән һуғарылған, шуға күрә улар ҙур әһәмиәткә эйә.
- Һеҙгә “Үлмәҫбай” поэмаһы оҡшанымы? Был поэма һеҙҙә ниндәй тойғолар уятты, ниндәй тәрбиә бирҙе?
- Малайҙар, һеҙ Үлмәҫбай менән Теребайҙың ниндәй сифаттарын үҙегеҙҙә күрергә теләр инегеҙ? (Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, тәүәкәллек, төшөнкөлөккә бирелмәү, ауырлыҡтарға бирешмәү).
Өйгә эш: “Үлмәҫбай” поэмаһының бүлектәренә һүрәт төшөрөп килергә.

МОСТАЙ КӘРИМ – БЕҘҘЕҢ ИЛДЕҢ ЙӘМЕ
ДӘРЕС-ЭКСКУРСИЯ
11 класс
Шафиҡова Зимфира Хәлит ҡыҙы,
Шишмә ауылы 2-се һанлы
урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Маҡсат: 1) Мостай Кәримдең тормош юлы, ижады менән таныштырыу;
2) уҡыусыларҙың ижади һәләтен асыу, һөйләү телмәрен үҫтереү;
3) яҡташыбыҙҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: М. Кәримдең портреты, уның тормош юлын сағылдырған стендтар, яҙыусының китаптар күргеҙмәһе, гәзит-журнал материалдары, фотографиялар, ҡурай моңо (СD), компьютер, мультимедиа проектор.
Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле.
II. Инеш.
1. Уҡытыусының инеш һүҙе (дәрестең маҡсаты, төрө тураһында).
- Уҡыусылар, бөгөн беҙ дәрестә яҡташыбыҙҙың, бөйөк шағирыбыҙҙың тормош юлы һәм ижады менән танышасаҡбыҙ. Дәресебеҙ виртуаль экскурсия формаһында үтәсәк.
2. Әңгәмә.
- Экскурсия ҡыҙыҡ, йөкмәткеле үтһен өсөн кемдәр, нимәләр кәрәк?
(автобус, экскурсияны алып барыусы, камера һ.б.)
- Экскурсияны алып барыусы ни эшләргә тейеш? ( ул матур, дөрөҫ, йөкмәткеле, ҡыҙыҡ итеп материалды һөйләй, лекциялар уҡый, тыңлаусыларҙың иғтибарҙарын йәлеп итә белергә тейеш).
- Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, экскурсияға яҡташыбыҙҙың тыуған яғына, Келәш ауылына киттек. Беҙ автобустың йомшаҡ креслоларында ултырып китеп барабыҙ икәнен күҙ алдығыҙға килтерегеҙ. Шишмәне сыҡҡас, йәмле Дим йылғаһын үтәбеҙ. ( слайд)
Бына инде Ҡара – Яҡуп, Әри ауылдарын үттек… Автобус тәҙрәһенән тирә-яҡҡа ҡараһағыҙ, ниндәй матур тәбиғәт: урман, дала, болондар, тар ғына йылғалар ағып ята!
(слайдтар алмашына, ҡурай моңо яңғырай)
Бына инде Келәш ауылына ла килеп еттек.
Ауылымдың туғайҙары аша
Алыҫтарҙан ҡайтып киләмен,
Шишмәләргә ятып һыуҙар эсәм
Һәм эйелеп өҙәм еләген.
3. Класты ижади төркөмдәргә бүлеү.
Беренсе ижади төркөм - Келәш ауылы мәктәбенең Мостай Кәримгә арналған музейында биографияһы менән таныштыра.
Икенсе төркөм – ижады тураһында һөйләй.
Өсөнсөһө – М.Кәрим тураһында ҡәләмдәштәренең фекерҙәрен төрлө китаптарҙан, гәзит-журналдарҙан йыя.
Дүртенсе төркөм – хеҙмәттәренең баһаланыуын асыҡлай.
Тимәк, һеҙ ҙур ижади эшкә тотонаһығыҙ. Аҡ юл һеҙгә!
III. Төп өлөш.
1. М. Кәрим – беҙҙең илдең йәме.
(көй яңғырай)
2. Уҡытыусы лекцияһы.
Кешене тыуған төйәге кеше итә. Мостай Кәрим 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Шағирҙың тормош юлы илебеҙ тарихы, халҡыбыҙ тормошо менән тығыҙ үрелеп үҫкән. (бер уҡыусы М.Кәримдең тыуған яҡ тураһындағы «Россиянмын» тигән шиғырын уҡый)
М. Кәрим – герой, яҙыусы, шағир, драматург. Әҙәби ижадтың бөтә өлкәләрендә лә актив эшләгән күп яҡлы талант эйәһе. Күптәрҙең күңелен арбаған был исем башҡорт әҙәбиәте донъяһының үҙәгендә тора тиһәк тә, дөрөҫ булыр.
Ҡайҙан килә һуң уға ҡарата халыҡтың ҡайнар мөхәббәте? Илһөйәр, телһөйәр булғаны, халҡын яратҡаны өсөндөр, моғайын. Яҙыусының илһам шишмәләре ҡайҙан башлана? Әлбиттә, тыуған еренән. Шуға ла беҙ уның ауылына юл тотабыҙ. Һүҙҙе экскурсоводтарға бирәбеҙ.
4. 1-се экскурсовод.
Бына беҙ Келәш ауылы мәктәбенең Мостай Кәримгә арналған музейында. Бында беҙ уның биографияһы менән танышасаҡбыҙ. (слайд)
1927 йыл – беренсе класҡа уҡырға бара.
1935 – «Йәш төҙөүсе» газетаһында тәүге шиғыры баҫыла.
1937 – педрабфакты тамамлай. Башпединституттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә.
1938 – Вәли Нафиҡов менән берлектә «Отряд ҡуҙғалды» тигән тәүге китабы донъя күрә.
1941 – Башгоспединститутты тамамлай. «Яҙғы тауыштар» исемле икенсе шиғырҙар китабы сыға. Рауза Суфьян ҡыҙы Һәүбәноваға өйләнә.
1941 - Ҡыҙыл Армия сафына алына.
1941, июль 1942 – Муром ҡалаһындағы элемтә хәрби училищеһында уҡый.
1942, май – август – Брянск фронттындағы яуҙарҙа ҡатнаша. Мценск ҡалаһы янында күкрәгенә мина ярсығы тейеп ҡаты яралана.
1943 – 1946 – «Тыуған ил намыҫы өсөн», «Совет һуғышсыһы» газеталарында хәрби корреспондент.
1947 – СССР йәш яҙыусыларының беренсе кәңәшмәһе эшендә ҡатнаша.
1951 – 1962 – БАССР яҙыусылар рәйесе.
1962 – РСФСР яҙыусылар союзы секретары итеп һайлана.
4. 2-се экскурсовод.
Мостай Кәрим – ифрат талантлы яҙыусы, шағир, драматург һәм публицист. Ул балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә бик күп әҫәрҙәр яҙған. Мәҫәлән, «Әлфиә хикәйәләре», «Ҡыш бабай бәләкәй саҡта», «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Ярлыҡау», «Өс таған», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повестары, «Ауыл адвокаттары» хикәйәһе, «Айгөл иле», «Йырланмаған йыр», «Салауат», «Ай тотолған төндө», «Ташлама утты, Прометей!» драмалары һ.б.
5. 3-сө экскурсовод.
М. Кәрим тураһында ҡәләмдәштәре.
Р.Бикбаев:
«Мостай Кәрим кеүек тәрән тамырлы, киң һулышлы оло талантты бәрәкәтле мөхит кенә тыуҙыра ала. Шиғриәттең ошондай бөркөтөн башҡорт халҡы үҙ ҡуйынынан яңы осорҙа, күкрәгендә быуаттар буйы баҫылып килгән ижад көсө, йәшәү дәрте ташып сыҡҡан бәхетле дәүерҙә осорҙо».
Әхиәр Хәким:
«Халыҡ шағиры, заманыбыҙҙың ғәм-хәстәрен күтәрешеп, һәр ваҡыттағыса үҙ халҡы менән бергә атлай. Яҙмыш бәйгеһе дауам итә…»
Мостай Кәримгә
Бигерәк сәйер килде быйылғы ҡыш:
Йәйҙәй алсаҡ кисте өркөтөп,
Ябырылды ергә ҡарлы дауыл,
Алмашынды миҙгел тик бер төн.
Сентябрҙең ҡарлы был дауылы
Донъяларҙы нисек бутаған:
Аҡ ҡарҙарға, ауған ағастарға
Ҡарайым да тағы туҡталам.
Сурт һынғандар һомғол ҡарағайҙар,
Йығылғандар баҫҡан шыршылар.
Яндарында баҫҡан иптәштәре
Таңды инде моңһоү ҡаршылар.
Керпек-энәләрҙә боҙло йәштәр,
Көнгә ҡарап, яна-ҡуҙлана.
Урман ситендәге олпат имән
Өнһөҙ генә үкһей-һыҙлана.
Был ерҙәрҙе һыҙырып нисәнсе ҡат
Ғәрәсәттең үткән хәтәре.
Үҙ яраһын һаҡлай имән тәне,
Ил яраһын һаҡлай хәтере.
Дауылдарҙы йырып сыҡҡандарға
Дауыл менән алышып ауғандың
Хыялдары күсә, барыһы күсә –
Улар күрмәй-тоймай ҡалғандың.
Р.Бикбаев
6. 4-се экскурсовод.
1963 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелә. Ул Башҡортостан республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына (1967), Ленин премияһына (1984), Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә (1979) лайыҡ була. 1999 йылда М.Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия тапшырыла.
7. Уҡытыусы һүҙе.
- Шуның менән беҙҙең экскурсиябыҙ тамам.
Мостай Кәримдең ижад ғүмере диңгеҙе киң һәм тәрән булғанлыҡтан, бер дәрестә генә ҡолас ташлап йөҙһәк тә, икенсе ярына сығып етә алмабыҙ. Әммә бөгөн һөйләгәндән сығып, берәүҙәргә ул йылмайған килеш, икенселәргә уйсан, етди булып, өсөнсөләргә нескә хисле, әммә рухы һынмай торған баһадир булып күҙ алдында ҡалыр.
Эйе, Мостай Кәрим Башҡортостаны менән, ә Башҡортостан Мостай Кәримдән уңды. (уҡыусы «Уңдым» шиғырын уҡый)
IV. Йомғаҡлау.
Шулай итеп, М. Кәрим, бер һүҙ менән әйткәндә, ул беҙҙең илдең йәме. Беҙ уның райондашы, яҡташы булыуыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. (бөтә слайдтар ҙа күрһәтелә)
V. Баһалау.
VI. Өйгә эш: М. Кәримдең тормош һәм ижад юлын һөйләргә әҙерләнергә, презентация әҙерләргә.

«МОСТАЙ КӘРИМ ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ МЕНӘН»
Кластан тыш сара өсөн сценарий
Исмәғилева Фирҙәүес Рәшит ҡыҙы,
Ейәнсура районы Фәйзулла Солтанов исемендәге
Иҫәнғол урта белем биреү мәктәбе
Маҡсат: Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримдең тормош һәм ижад юлына байҡау яһау, әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, балаларҙың һәләттәрен асыу. Туған телгә, Тыуған илгә, бер-береңә, өлкәндәргә иғтибарлылыҡ, ихтирам; тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:
1. Мостай Кәримдең портреты;
2. Яҙыусының китаптары күргәҙмәһе;
3. Әҫәрҙәре буйынса иллюстрациялар күргәҙмәһе;
4. Мультимедиа проекторы;
5. Видеофильм. М. Кәрим. Ғүмер миҙгелдәре. Яҙыусының биографияһы;
6. Мультимедиа проекторынан күрһәтеү өсөн слайдтар:
А) - Туҡта! Кем килә?
- Мин киләм!..
- Пароль?
- Мөхәббәт.
- Ундай пароль юҡ бында!
Бөтөрөлдө! Бында һуғыш!
Б) Шулай пойдуш,один умириш, - унан һул ҡулын уңға һелтәгән. Былай пойдуш, два умириш, шунан келдер-келдер шашайка, Шишмә даруга булыр.
В) Һеҙ икегеҙ ҙә еңдегеҙ, - тине ул. - Матур итеп еңдегеҙ. Бында еңеүселәргә затлы бүләктәр тейеш тә бит, затлы малдарым юҡ. Һеҙ йәшһегеҙ, уңғанһығыҙ, матурһығыҙ. Һәр ҡайһығыҙ - үҙ-үҙеңә бүләк. Минең өмәмде ололанығыҙ, күтәрҙегеҙ, йәмләнегеҙ. Һағынып һөйләрлек тамаша яһанығыҙ. Рәхмәт.
Г) Һин-һандуғас, һин - ысын һандуғас!
Д) Алда торған ун быуат - бөтә ер йөҙөндәге балаларҙы һаҡлау мең йыллығы буласаҡ. Бала-саға ҡурҡытып мылтыҡтан атмаҫҡа!
Е) Был-беҙ! Беҙ-был!
- Беҙ - кешеләр!
- Беҙ үҙебеҙ!
- Донъя ниндәй яҡты, күҙ сағыла!
- О, ер ниндәй гүзәл - илағы килә!
Ж) Ах, шул ҡоллоҡ! Бәндә – бәндә ҡоло, ҡанун ҡоло, йола ҡоло. Ҡол, ҡол, ҡол! Үҙҙәренә ҡанун яһайҙар ҙа шул ҡанундың ҡоло булалар! Беҙ бит мәйет түгел, әсәй, тере кешеләр. Ниңә һәр бер тере йәнде ҡанун ҡәберенә тығырға!
З) Беҙҙең ҡапҡа аҫтынан Фәһимә үрелеп ҡарай. Беҙ йырҙан туҡтайбыҙ. Шул арала Марат ҡоймаға менеп үк атлана. Фәһимә, беҙҙе күргәс, йүгереп килә.
- Йыллышып ултыламы ни беләүҙәл!- ти ул.
И) Берсә ул үҙенең матур башын, наҙланып, ҡырын һала, берсә уны ғорур күккә сөйә, берсә, сайҡап, үҙ ялын үҙе туҙҙыра. Тояҡтары иһә ергә тейеп-тейеп кенә ҡала. Ырғып сапмай ул, елдереп кенә бара. Йүгәне лә, ҡамыты ла, ыңғырсағы ла, ышлыяһы ла нисек килешә уға. Ҡойған да ҡуйған.
К) Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар!
Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.
Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ-
Әйҙә, улар ҡошһоҙ торһондар.
Ҡатнашалар:
1) Мостай – шағир;
2) Алып барыусы
3) 1-се уҡыусы
4) 2-се уҡыусы
5) 3-сө уҡыусы
6) М. Кәрим һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы оҫта башҡарыусы ата-әсәләр.
Залда яҙыусының китаптары һәм һәләтле балаларҙың Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса иллюстрациялар күргәҙмәләре урынлаштырылған.
Кисә башланғанда, экранда балаларса ихлас, эскерһеҙ йылмайыусы шағирҙың фотоһы.
Алып барыусы: Бөгөн яратҡан яҙыусыбыҙ, яугир – шағир, драматург, оло йөрәкле Шәхес Мостафа Сафа улы Кәримовтың тормош юлына, ижадына арналған «Мостай һәр саҡ беҙҙең менән!» тигән кисә-бәйгегә йыйылдыҡ.
Һүҙҙе шағирҙың үҙенә бирәйек. «Ғүмер миҙгелдәре» исемле видеояҙманы ҡарайыҡ (9 минутлыҡ яҙма).
Сәхнәгә Мостай сыға.
Мостай: Бала сағым күңелле уҙҙы. Тиҫтерҙәрем менән төрлө уйындар уйнаныҡ, урман-яландарға сығып йөрөнөк.
Гел уйнап ҡына йөрөгән, тип уйлай күрмәгеҙ. Атайым мине бәләкәстән атта йөрөргә, эш һөйәргә өйрәтте. Йәй көнө колхоз аттары менән ҡуна сығып, ҡулдан килгән эштәрҙә ҡатнаштыҡ.
Йәшем еткәс, ауылыбыҙҙағы ете йыллыҡ мәктәпкә уҡырға индем. Ул ваҡытта туғандарым араһында уҡый-яҙа белгән икенсе кеше инем. Мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡыным.
1937-194 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында белем алдым.
Дәһшәтле 1941 йылдың 22 июне.
«Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!»
Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,
Һылыуҙарын һаҡлап илемдең,
Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,
Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең.
Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һөм тыуған ер өсөн -
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!
Алып барыусы: Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Мостай Кәрим армия сафына алына һәм һуғыштың еңеү менән тамамланыуына тиклем фронттарҙа ҡатнаша.
1-се уҡыусы: 1942 йылдың авгусында ҡаты яраланып, туғыҙ ай госпиталдә ята. Һауығып сыҡҡас, ул фронт гәзиттәрендә эшләй. Украинанан дошманды ҡыуып сығарыу, Румынияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша.
Еңеү көнөн - 1945 йылдың 9 Майын - Вена ҡалаһында ҡаршылай.
Мостай: «Тыуған ерҙә».
Һағыныу хисе, миңә ҡанат ҡуйып,
Алыҫ ерҙе яҡын иттерҙе,
Мин ауылға ҡайттым,
Тыуған ергә,
Күленә ҡайтҡан аҡҡош шикелле.
Атай -
Һаман ата арыҫлан ул,
Баҫҡан ерҙә ташты илата,
Әсәй -
Әүәлгесә
Ҡайғыһын да,
Шатлығын да йәшкә сылата.
2-се уҡыусы: Мостай Кәрим 1935-1936 йылдарҙа яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары йәштр гәзитендә баҫыла. 1938 йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән тәүге шиғырҙар китабы донъяға сыға.Бынан һуң байтаҡ шиғыр китаптары баҫыла. Мостай Кәрим поэзия жанры менән бергә, проза һәм драматургия жанрҙарында ла актив эшләп килә. Уның «Яңғыҙ ҡайын», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндө», «Айгөл иле», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса ҡуйылған «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»исемле пьесаларын тамашасы яратып ҡабул итте. Проза әҫәрҙәренән «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған», «Ярлыҡау »повестары баҫылып сыҡты.
3-сө уҡыусы: Мостай Кәримдең әҫәрҙәре башҡорт телендә генә түгел, рус, татар, украин, грузин, ҡумыҡ һәм башҡа туғандаш халыҡтар телдәрендә айырым китаптар булып баҫылып сыҡты, сит ил телдәренә лә тәржемә ителде.
М. Кәрим – Салауат Юлаев исемендәге, К. С. Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премияһы һәм СССР дәүләт пемияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Рус телендә сыҡҡан «Хәбәр көтәм» китабы өсөн 1977 йылда Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почётлы дипломға лайыҡ булды.
Алып барыусы: Ә хәҙер киләһе бәйге. М. Кәримдең әҫәрҙәре буйынса сәхнәләштерелгән өҙөктәрен ҡарағыҙ.
1. «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәренән
Суҡлы башмаҡтар.
2. «Өс таған» әҫәренән
Ғабдулланың больницала хат яҙыуы
3. «Өс таған» әҫәренән
Өләсәһенең яуап хатын яҙҙырыуы.
4) «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәренән
Кендек менән Әсҡәттең тәүге осрашыуы «Икмәктән дә туйған әҙәм була икән»
5) «Салауат» трагедияһынан өҙөк.
Салауат монологы.
6) «Ай тотолған төндө» трагедияһынан өҙөк.
1-се уҡыусы: Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург М. Кәримдең ижады буйынса әҙерләнгән викторина.
Слайдтарҙа бирелгән өҙөктәр ниндәй әҫәрҙән?Кемдең һүҙҙәре? Билдәләгеҙ.
2-се уҡыусы. Ә хәҙер М. Кәримдең әҫәрҙәрен яттан һөйләү буйынса «Иң оҫта яттан һөйләүсе» бәйгеһен башлайбыҙ.
Ярыш бик ҡыҙыу булмаҡсы, сөнки үҙ синыфында еңеү яулаусылар көс һынаша (бәйге башлана).
Яугир – шағирҙың һүҙҙәренә бик күп йырҙар ҙа яҙылған. Халҡыбыҙ «Уҡытыусыма», «Һаумы, тиҙәр гөлдәр», «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә», «Шишмәләр төнөн серләшә», «Өсөнсө төн тоташ ҡар яуа» һәм тағы ла бик күп әҫәрҙәрен яратып тыңлай, башҡара.
Һүҙҙе йыр-моң яратҡан оҫталарға - уҡыусыларға бирәйек (Шул ваҡытта жюри ағзалары бөтә бәйгеләргә йомғаҡ яһай, еңеүселәрҙе билдәләй).
Сәхнәлә шағир күренә
Мостай: «Уңдым»шиғырын һөйләй
Ярты быуат тигән ят түбәгә,
Бәй, килеп тә шулай ҡундыммы?
Тирә-яҡҡа ҡарап, сама йөрөтәм:
Уңдыммы, тим, әллә туңдыммы?
Уңдым.
Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым,
Октябрҙән - тыуған айымдан, -
Ана нисек минең юлдарыма
Һары йондоҙ һибә ҡайындар.
Тупрағымдан уңдым, Башҡортостан!
Һин иманым минен, ҡәҙерем,
Күк сымылдыҡ ҡорған сәңгелдәгем,
Һиндә булһын йылы ҡәберем.
Кешеләрҙән уңдым. Улар мине
Өйрәтте, тик юҡа ҡаҡманы.
Дуҫтарымдан уңдым. Улар керҙе
Ҡағып тормай ғына ҡапҡаны.
Мөхәббәттән уңдым. Ышанысты
Өҫтөн ҡуйҙы барлыҡ анттарҙан;
Шик белдереп үҙен кәмһетмәне,
Хатта шикләнерҙәй саҡтарҙа.
Яуҙарымдан уңдым. Еңеү килде,
Килде һәләкәттәр сигендә.
Яраларҙан уңдым. Көн элгәре
Алып китмәнеләр “тегендә” .
Бара торғас исемемдән уңдым:
Кеше алдында кәм-хур итмәне.
Һәм холҡомдан уңдым: илертмәне
Маҡтауҙарҙың татлы икмәге.
Күп нәмәнән уңдым.
Рәхмәт һеҙгә,
Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!
Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.
Минән уңды микән бүтәндәр?
Алып барыусы: - Минән уңдымы икән бүтәндәр? - тиһең. Икеләнмә лә. Беҙ Һеҙҙән уңдыҡ, шағир, бик тә уңдыҡ.
Һин һәр саҡ беҙҙең менән!

В составе основных видов универсальных учебных действий, соответствующих ключевым целям общего образования, можно выделить четыре блока: 1) личностный; 2) регулятивный (включающий также действия саморегуляции); 3) познавательный; 4) коммуникативный.
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
Концепция развития универсальных учебных действий разработана на основе системно-деятельностного подхода (Л.С. Выготский, А.Н. Леонтьев, П.Я. Гальперин, Д.Б. Эльконин, В.В. Давыдов, А.Г. Асмолов) группой авторов: А.Г. Асмоловым, Г.В. Бурменской, И.А. Володарской, О.А. Карабановой, Н.Г. Салминой и С.В. Молчановым под руководством А.Г. Асмолова.
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
Оценка результатов
Проверьте себя, где, почему ошиблись
Получился ли диалог, сумели ли прийти к согласию, были ли ошибки
Объясни правило одноклассникам
Организуйте соревнование, выступите перед одноклассниками с песенкой или рифмовкой, у кого получится лучше
Написать ответ на письмо учащегося, где задать вопросы, попросить объяснить фразы, т.д., в тех местах, где учащийся допустил ошибки
Защита проекта

Какие УУД развиваются
Познавательные
Логические
Коммуникативные
Познавательные логические общеучебные
Познавательные
Познавательные
коммуникативные
Общеучебные
коммуникативные
Познавательные
Логические
Коммуникативные
Познавательные логические общеучебные
Познавательные
Познавательные
коммуникативные
Общеучебные
коммуникативные
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
Так выглядят типовые учебные ситуации:
Краткое описание задания
Аудирование: -Прослушайте несколько коротких текстов; -подберите заголовки к ним из предложенных, один лишний
Диалогическая речь: Обсудите с собеседником проблему
Грамматика: -изучите правило, примеры к нему; -объясните правило в интересной форме; -придумайте примеры к правилу
Фонетика: -послушайте произнесение звука; -узнайте звук в словах (например, хлопните в ладоши на эти слова); -научитесь произносить звук;
-разучите рифмовку или песенку с этим звуком
Письмо: Написать учащемуся письмо на башкирском языке
Задание – ответить на письмо
Проект
Расскажите о нашей школе по-башкирски (по-татарски,и т.д.).