Новости
-
Билалова Зугра
- Сообщения: 3
- Зарегистрирован: 09 фев 2017, 09:04
Re: Новости
Уважаемый Фанзиль Булякович! От всех учителей башкирского языка и литературы Хайбуллинского района и от себя лично выражаю благодарность за Ваши полезные курсы. Желаю Вам творческих успехов в работе, крепкого здоровья и семейного благополучия.
-
gulnur-2016@mail.ru
- Сообщения: 4
- Зарегистрирован: 06 фев 2017, 15:33
Re: Новости
Душа радуется, когда читаю новости о новых сборниках для детей на башкирском языке. Знаю, что их много, много достойных современных писателей, которые пишут интересные рассказы и стихи. Преподавая башкирский (государственный) язык, я столкнулась с такой проблемой, что школьные библиотеки не могут порадовать своих читателей разнообразием башкирской литературы на русском языке. Книги поступают на башкирском языке, но у нас русскоязычные дети, поэтому они их не берут. А ведь так хочется познакомить своих учеников с достойными произведениями башкирских писателей. Давно думала об этой проблеме, но не знала куда писать. Наверное, некоторые скажут, что произведения можно переводить или рассказывать. Да, можно, мы так и делаем, но эффект от этого небольшой. Мне кажется, если ученик будет брать книги для чтения домой, он больше заинтересуется башкирской литературой, он будет лучше знать писателей и поэтов Башкортостана.
-
gulnur-2016@mail.ru
- Сообщения: 4
- Зарегистрирован: 06 фев 2017, 15:33
Re: Новости
Наверно, каждый учитель должен стремиться быть лучшим, ведь учитель - это не только профессия, это образ жизни, состояние души. А достигнуть звания Народного учителя, как Лиза Киямовна Агадуллина, может не каждый. Лиза Киямовна для всех нас является образцом настоящего педагога. Хотелось бы, чтобы таких "признанных" педагогов было больше. Ведь в наше время профессия учителя, к сожалению, не является авторитетной профессией. Не все понимают нужность этой профессии. Но стоит только представить, что не будет школы, учителей и учеников, что же тогда будет со страной? Страшно даже подумать. Не знаю, как другие, но мне кажется, в государственной думе должны работать и заслуженные учителя нашей страны, так как никто другой не понимает нашу профессию, не знает проблемы с которыми мы сталкиваемся. Очень хочется верить, что с помощью таких учителей, как Лиза Киямовна, наша профессия станет признаваемой и уважаемой.
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Новости
В Уфе прошло чествование Народного учителя России Лизы Агадуллиной
2 Февраля 2017 118
1 февраля в Башкирском государственном педагогическом университете им. М.Акмуллы состоялось чествование Народного учителя России Лизы Киямовны Агадуллиной.
Напомним, 26 января Президент Российской Федерации Владимир Путин вручил государственную награду преподавателю уфимского лицея №42.
Поздравить Лизу Киямовну пришли заместитель министра образования Республики Башкортостан В.Валеева, заместитель главы Администрации городского округ город Уфа С.Баязитов, глава Администрации Октябрьского района Уфы Р.Ахунов, глава Администрации Кигинского района Ш.Мухаметдинов и др.
Лиза Агадуллина удостоена звания "Народный учитель Республики Башкортостан", имеет почетные звания "Заслуженный учитель Республики Башкортостан", "Почетный работник общего образования Российской Федерации", "Заслуженный учитель Российской Федерации", награждена медалью "В.А. Сухомлинский", дважды обладатель Соросовского гранта, представлена в Зале национальной трудовой славы Российской Федерации.

Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Новости
“ТЫЛСЫМЛЫ ҠӘЛӘМ” МЕНӘН
Башҡортостан гәзитенән // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
“ТЫЛСЫМЛЫ ҠӘЛӘМ” МЕНӘН Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә күренекле прозаик, шағирә Гөлнур Яҡупованың балалар өсөн “Тылсымлы ҡәләм” тигән яңы китабы донъя күрҙе. Был йыйынтыҡ ысын мәғәнәһендә туған тәбиғәтебеҙгә ҡәләм маһиры яҙған мәҙхиә һәм йәш быуынға Башҡортостаныбыҙҙың күрке булған фауна һәм флораһын күҙ ҡараһындай һаҡларға тигән аманат – уның тап Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Экология йылы тип иғлан ителгән яңы 2017 йыл алдынан ғына нәшер ителеүе – айырыуса ҡыуаныслы күренеш.
“ТЫЛСЫМЛЫ ҠӘЛӘМ” МЕНӘНБереһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ, мауыҡтырғысыраҡ хикәйәләр, әкиәттәр, шиғырҙар, йомаҡтарҙы үҙ эсенә алған был йыйынтыҡ әҙибәнең балаларға арналған тәүге китабы түгел. 90-сы йылдарҙа донъя күргән “Ярғанат” (1993), “Ғәжәп хәбәр” (1995) тигән китаптары менән Г. Яҡупова үҙен һәләтле балалар яҙыусыһы ла итеп танытҡайны инде. Ә инде “Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы” фәнни баҫмаһынан сығып ижад ителгән, мәктәптәр өсөн уҡыу әсбаптары булып ике телдә донъя күргән “Үләнле ер үлмәгән, кейекле ер бөлмәгән” (2010), “Заветы Красной книги” (2013) тигән йыйынтыҡтарға ингән сәсмә әҫәрҙәр һәм шиғырҙар аша йәш быуынға нәфис әҙәбиәт теле менән һеңдерелгән тәрбиәүи нотоҡтоң әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Шулай уҡ тәжрибәле әҙибәнең йәш китап уҡыусылар өсөн урыҫ, сит ил классиктарының байтаҡ әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүе лә иғтибарға лайыҡ. Яңы йыл алдынан Сергей Аксаковтың бөтә донъяға билдәле “Ал сәскә” тигән әкиәте өс телдә – урыҫ, башҡорт, инглиз телдәрендә китап булып баҫылып сыҡты, ул Президент шыршыһы байрамына саҡырылған һәләтле балаларға бүләк ителде һәм китап сауҙаһына сығарылды.
Гөлнур Яҡупованың үҙенең тыуған районы Ғафуриҙа әҙәби ижад менән мауыҡҡан мәктәп балалары араһында “Өмөтлө ҡәләм” ижад бәйгеһе алып барыуы ла мәғлүм. Әҙәбиәт йылында иһә яҙыусы йәш авторҙарҙың “Ғафури вариҫтары” (2015) исемле коллектив йыйынтығын әҙерләп сығарҙы.
Эйе, өлкәндәр өсөн ундарса шиғри йыйынтыҡ, проза китаптары, шул иҫәптән “Ҡатындар” (2013, 2015) исемле трилогия яҙған әҙибәбеҙ балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә ең һыҙғанып эшләүен дауам итә, үрҙә телгә алынған “Тылсымлы ҡәләм” – быға асыҡ дәлил, уға ентеклерәк туҡталып китеүҙе кәрәк тип табам. Йыйынтыҡтың төҙөлөшө бик үҙенсәлекле. Ғәҙәттә, йәш китап уҡыусыларға тәғәйенләнгән йыйынтыҡтар, жанрҙар йәһәтенән һәм тематик күҙлектән сығып, бер нисә бүлеккә бүленә. Ә һүҙ барған йыйынтыҡты төҙөгәндә автор ошоларҙың икеһен дә күҙ уңында тотҡан, йәғни китапҡа тупланған әҫәрҙәр тематикаһы буйынса “Отҡорҙар” һәм “Сәйәхәтселәр” тигән баш аҫтында бирелгән дә улары, үҙ сиратында, жанрҙар йәһәтенән тағы бер нисә бүлексәне тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта балалар психологияһын яҡшы белгән педагог-әҙибә китап уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен, яҙылғанды зиһенгә алыу ҡеүәһен дә күҙ уңынан ысҡындырмаған: тәүге бүлеккә тупланған көндәлек тормош-көнкүреш характерындағы әҫәрҙәр, нигеҙҙә, кесе йәштәге мәктәп балаларына тәғәйенләнһә, тәбиғәттәге төрлө күренештәр, үҫемлектәр, хайуандар, ҡоштар донъяһы хаҡындағы фәһемле әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар тупланған “Сәйәхәтселәр” бүлеге иһә урта йәштәге мәктәп уҡыусыларын күҙ уңында тотоп ижад ителгән.
Йыйынтыҡҡа ингән ҡайһы бер әҫәрҙәр хаҡында айырым һүҙем бар. Үрҙә әйтеп үтелгәнсә, (“Отҡорҙар” – сөнки әйләнә-тирәне танып белеү осорон кисергән кескәйҙәр бөтә нәмә менән ҡыҙыҡһына, һорауҙар бирә, күп мәғлүмәтте шунда уҡ отоп ала, хәтерендә ҡалдыра) “Сусҡа малайҙары” тигән әкиәт менән башланып китә. Әкиәттең сюжеты буйынса, ағалы-ҡустылы Азамат менән Салауат исемле малайҙар бер көн һыу буйынан өҫ-баштары әҙәм ҡарағыһыҙ булып бысранып ҡайтып инә. Уйынға әүрәп, кискелеккә быҙауҙарын алып ҡайтырға ла онотҡандар, ти, былар. Өҫтәүенә Салауат таллыҡта ҡош ояһы эҙләп йөрөгәндә, күлдәге лә йыртылып киткән икән... Эйе, быларҙың барыһы ла – ҡәҙимге ауыл малайҙары өсөн яҡшы таныш күренештәр. Ирекһеҙҙән: “Бында әкиәт ҡайҙа һуң?” – тип уйлап ҡуяһың. Баҡтиһәң, малайҙарҙың күрәһеләре алда булған икән әле...
– Тағы бысранып ҡайтып киләләр, – тип асыулана әсәйҙәре, – бына сусҡа малайҙар!
– Сусҡа малай тигәс, йыуынмайбыҙ! – Малайҙар тағы уйынға әүрәй. – Мин – сусҡа! Һин – сусҡа! – тип ҡысҡырып сабыша торғас, арып, үҙҙәре соҡоп өйгән тупраҡҡа ятып йоҡлап китәләр...
Йәйге матур көндәрҙә оҙон көн буйына урамдан ҡайтып инмәгән ауыл балалары тормошон һүрәтләгән бына шундай ҡыҙыҡлы ла, мажаралы ла эпизод менән башланып китә “Сусҡа малайҙар” әҫәре. Артабан автор, халыҡ әкиәттәренә хас булған фантастик уйҙырма алымын бик оҫта ҡулланып, хәл-ваҡиғаларҙы бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрә: малайҙар уянып китһә, әсәләре уларҙы оҙон сыбыҡ менән урамға ҡыуалап йөрөй, ти. Өҫтәүенә үҙе: “Әллә кемдең сусҡа балалары урамға килеп ингәнсе”, – тип һөйләнә икән. Абау, Азамат менән Салауат шөҡәтһеҙ, бысраҡ сусҡа балаларына әйләнгән, имеш...
Бына шулай ҡәҙимге реаль тормошта һин дә мин йәшәп ятҡан ике малай, уйламағанда әкиәт донъяһына барып инеп, уның әкәмәттәрен генә түгел, михнәттәрен дә ярайһы ғына татығас, ваҡытында әҙәмсә йәшәүҙең ҡәҙерен белмәүҙәренә ныҡ үкенә. Ахыр сиктә, беҙ, әсәйҙе тыңламай, бысраҡ йөрөп сусҡаға әйләндек, уның әйткәндәрен үтәһәк, бәлки, яңынан үҙ ҡиәфәтебеҙгә ҡайтырбыҙ, тигән фекергә киләләр һәм шулай эшләйҙәр ҙә – ихатаны һеперәләр, һыу ташыйҙар, һуған түтәлен утайҙар. Эштәре бөткәс, йыуынып-таҙарынып алырға ла онотмайҙар.
Бынан һуң әкиәттәге мөғжизә лә оҙаҡ көттөрмәй: Азамат менән Салауат ҡайтанан ҡәҙимге, шуҡ малайҙарға әүерелә. Бына шул рәүешле борон-борон заманда түгел, ә беҙҙең көндәрҙә йәшәп ятҡан малайҙарҙың “башынан үткән” хәл-ваҡиғаларҙы, кескәйҙәр яратып тыңлаған, үҫә төшкәс, уҡыған әкиәт жанрына хас алымдар ярҙамында тасуирлап, ҡәләм оҫтаһы ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә замана әкиәте тыуҙырыуға өлгәшкән.
Балалар психологияһын, уларҙың әйләнә-тирәне танып белеү үҙенсәлектәрен яҡшы белгән әҙибә был тәңгәлдә тиккә генә әкиәт жанрына мөрәжәғәт итмәй. Билдәле булыуынса, мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге мәктәп балаларында фантазия – хыял донъяһы ныҡ үҫешкән була. Улар өсөн хатта ысынбарлыҡ менән улар үҙҙәре уйлап сығарған ана шул хыял донъяһы араһындағы сиктәр ҙә ваҡыты-ваҡыты менән бөтөнләй юҡҡа сыға. Гөлнур Яҡупова кескәйҙәр өсөн хас булған бына ошо үҙенсәлекте үҙенең әкиәттәрендә генә түгел, хикәйәләрендә һәм шиғырҙарында ла бик оҫта файҙалана. Әйткәндәй, уның ҡайһы бер хикәйәләрендә лә шул уҡ Азамат (аңлашылыуынса, ул – 1-се класс уҡыусыһы) һәм уның ҡустыһы Салауат хаҡында һүҙ барып, улар ижадсының яңы йыйынтығында айырым циклды тәшкил итә. Шулай уҡ һәр сәғәт, һәр минут үҙе өсөн яңы асыштар яһаған, тәбиғәттең һәр күренешен мөғжизә итеп ҡабул иткән биш йәшлек Әлфиә исемле ҡыҙыҡай тураһындағы “Тәтәй күлдәк”, “Һаумы!”, “Рәхмәт яуғанда”, “Ысын Ҡыш бабай”, “Мөғжизә”, “Ҡурсаҡ”, “Мейес әбей” тигән хикәйәләр ҙә китаптың “Отҡорҙар” тип аталған беренсе бүлегендә айырым шәлкем рәүешендә бирелгән.
Йыйынтыҡтың “Сәйәхәтселәр” тип аталған икенсе бүлеге китапҡа исем биргән “Тылсымлы ҡәләм” тигән әкиәт менән асыла. Сюжет буйынса, йәтсәләр батшаһы Аҡ йәтсә үҙен ҡапҡандан ҡотҡарған малайҙарға рәхмәт йөҙөнән тылсымлы ҡәләм бүләк итә. Был ҡәләм менән йәнең нимә теләй, шуның һүрәтен яһаһаң, шул әйбер, хатта ҡош-ҡорт, кешеләргә тиклем “тып” итеп алдыңа килеп баҫа, имеш. Шул бармаҡ буйы ҡәләм ярҙамында малайҙар хатта оҙайлы сәйәхәткә лә сығып китә. Тап шуға күрә лә йыйынтыҡтың 2-се бүлеге “Сәйәхәтселәр” тип атала ла инде. Сәйәхәт ваҡытында малайҙар “төрлө илдәрҙе, диңгеҙҙәрҙе, океандарҙы, бейек-бейек тауҙарҙы гиҙә, бығаса һүрәттәрҙә генә күргән хайуандарҙы күҙәтә”. Иң мөһиме – әсәйҙәренең ни тиклем ғәзиз, ҡәҙерле кеше булыуын, улар өсөн өҙөлөп тороуын аңлайҙар. Бәләкәс кенә өҙөк килтереп китәм:
“... Тик барыбер малайҙар ауылдарын, тыуған яҡтарын һағынды, бигерәк тә әсәйҙәрен күргеләре килде.
— Әсәйҙе был ҡәләм төшөрә алырмы икән? – тип һораны бер көндө ағаһынан Салауат.
Азамат үҙе лә ошо хаҡта уйлап ҡуя ине. Әллә hорап ҡарарғамы, бәлки, төшөрөр. Ни тиһәң дә, ябай ҡәләм түгел бит?
— Беҙгә әсәй һүрәтен төшөрөп бир! – тине малайҙар икеһе бер юлы.
Тылсымлы ҡәләм шунда уҡ уларҙың әйткәнен үтәй башланы. Бына дәфтәр битендә малайҙарҙың әсәһенә ныҡ оҡшаған һүрәт хасил булды. Кейгән күлдәге лә, ябынған яулығы ла – уныҡы. Сәстәре бөҙрәләнеп тора, күҙҙәре һоро, хатта бармағындағы көмөш йөҙөгөнә тиклем әсәйҙәренеке. Бына һүрәт йәнләнде, иҙәнгә һикереп төштө, ысын әсәйгә әйләнде лә ҡуйҙы, гүйә. Малайҙар йүгереп барып уны ҡосаҡлап алды, әммә әсәйҙәре, ғәҙәтенсә, уларҙы арҡаһынан тупылдатып һөймәне, сәстәренән дә һыйпаманы. Әллә ниндәй булып сыҡты был һүрәт-әсәй. Шаярып китһәләр ҙә орошмай, эш тә ҡушмай, ҡосағына һыйындырып яратмай ҙа. Йөҙө гел бер төрлө үҙенең, көлмәй ҙә, иламай ҙа. Хас та ҡурсаҡ һымаҡ. Юҡ, уларҙың әсәһе түгел был, тыштан ғына оҡшаған сит бер апай…”
Һүрәт-әсәйҙең үҙ әсәйҙәре була алмағанын аңлаған малайҙарҙы йәтсәләр батшаһы ҡыҙғана, ауылдарына ҡайтырға форсат бирә.
Әммә мажара ошоноң менән тамам булмай әле. Әкиәттең финалында Азамат менән Салауат Тылсым илендә йәшәгән Аҡ йәтсәнән хат ала. “Тотҡонлоҡтан азат иткәнегеҙгә рәхмәт йөҙөнән, мин һеҙҙең өсөн тылсымлы ҡәләм яҙған урман һабаҡтары – кешеләрҙең шәфҡәтенә мохтаж ҡырағай хайуандар, кейек ҡоштар, бөжәктәр, үлән-сәскәләр хаҡындағы әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар тупланым, уларҙы изге нәсихәт итеп ҡабул итегеҙ. Ер-һыуға, һәр йәнлеккә, һәр үҫемлеккә мәрхәмәтле булыуығыҙҙы теләйем!” – тип яҙылған була унда.
Аҡ йәтсәнең был хатынан, китаптың икенсе өлөшөндә бирелгән әҫәрҙәрҙең туған тәбиғәтебеҙҙең ғәжәйеп мөғжизәләрен тыуҙырған үҫемлектәр һәм кейек-януарҙар, ҡош-ҡорт, бөжәктәрҙең үҙенсәлекле донъяһын сағылдырыуға арналып, уларҙа экология проблемаһы үҙәккә ҡуйылыуы аңлашылып тора. Был тәңгәлдә бигерәк тә “Урман һабаҡтары” тигән баш аҫтында бирелгән “Хан ҡыҙы”, “Имсене кем имләгән?”, “Кәкүк ситеге”, “Йомаҡ ағасы”, “Энә ҡарағы”, “Маҡтансыҡ ҡарға”, “Тараҡлы кеҫәртке” тигән этимологик характерҙағы әкиәттәр иғтибарға лайыҡ. Ә инде “Һыу йөнө”, “Төлкөғойроҡ”, “Арышбаш”, “Ҡылысүлән”, “Еҙ ҡуңыҙ”, “Һыу сиңерткәһе”, “Суфый сиңерткә”, “Тауискүҙ”, “Аҡ торна”, “Ағуна”, “Беҙсуҡыш” һымаҡ шиғырҙар балаларға үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы хаҡында иҫ киткес бай мәғлүмәт биреп кенә ҡалмайынса, уларҙың тел байлығын үҫтереүгә лә булышлыҡ итә, йәғни теге йәки был үлән, ҡош-ҡорт атамаһының этимологияһы хаҡында уйланырға этәрә.
Шул рәүешле, талантлы ҡәләм эйәһе үҙенең әҫәрҙәрендә китап уҡыусыларға бөтә нәмәне сәйнәп ҡаптырмай, ә уларҙың үҙҙәренә лә уйланырға, эҙләнергә урын ҡалдыра. Әйтәйек, “Тауискүҙ”, “Адмирал”, “Махаон” тигән шиғырҙарҙа шулай атап йөрөтөлгән күбәләктәр хаҡында һүҙ бара. Әлбиттә, был шиғырҙарҙы уҡыған балала унда һүрәтләнгән күбәләктәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргеһе, ҡырға сыҡҡанда эҙләп тапҡыһы, һис юғы уларҙы һүрәттәре буйынса булһа ла айырырға өйрәнеү теләге тыуасағына шик юҡ. Ә бына “Туралағаҙ”, “Мәрйенгүҙ”, “Аҡсабан”, “Ҡағараҡ” тигән шиғырҙарҙа – ҡыр өйрәктәре, “Балабан ыласын”, “Көсөгән”, “Диңгеҙ бөркөтө”ндә иһә ыласын-бөркөттәр ғаиләһенә ҡараған ҡоштар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелә.
Ҡыҫҡаһы, башҡорт балалар әҙәбиәтендә үҙ һүҙе, үҙ йөҙө булған Гөлнур Яҡупова “Тылсымлы ҡәләм”е менән уҡыусыларға иҫ киткес шәп бүләк әҙерләгән: мәктәп уҡыусыларына һоҡланғыс нәфис әҙәбиәт емеше, ә балалар баҡсалары тәрбиәселәре, уҡытыусы-педагогтар өсөн бына тигән ҡулланма. Ошондай фәһемле һәм мауыҡтырғыс баҫма өсөн авторға, шулай уҡ З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте редакцияһына ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә.
Автор: Ғәҙилә БҮЛӘКОВА

Кеше мәнфәғәте – өҫтөнлөклө йүнәлеш
"Башкортостан" гәзитенән // Сәйәсәт
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Унда Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, төрлө ведомство вәкилдәре ҡатнашты.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев белдереүенсә, дөйөм эшмәкәрлек илебеҙ Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа һәм республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенә нигеҙләнеп көйләнгән, бынан тыш, һис шикһеҙ, һайлаусыларҙың мәнфәғәте күҙ уңында тотола, һайлау алды кампанияһында бирелгән вәғәҙәләр теүәл үтәлә.
– Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының XVI отчет-һайлау съезы үткәйне, – тине Константин Борисович. – Унда халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу кеүек өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде. Айырыуса кадрҙар мәсьәләһенә баҫым яһалды, беҙгә аҡыллы һәм ышаныслы етәкселәр кәрәк.
Константин Толкачев граждандарға асыҡ булырға кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды, партияның йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенән кеше өҙөлмәүен ыңғай миҫал итеп килтерҙе. Декабрҙә бер аҙна эсендә генә 27 меңдән ашыу кеше партияға төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт иткән.
Спикер киләсәккә бихисап уй-ниәттәр билдәләнеүен дә телгә алды. “Бәләкәй ҡалалар парктары”, “Бәләкәй ҡалалар театрҙары”, “Беҙҙең ихата”, “Урындағы мәҙәниәт йорто” исемле проекттар буйынса эшмәкәрлектең киң йәйелдерелеүе – шуға асыҡ дәлил. Әлбиттә, уларҙы тормошҡа ашырыу – ауылдарҙың инфраструктураһын, мәҙәни-ял учреждениеларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға бермә-бер булышлыҡ итәсәк. Хәйер, партия тарафынан булдырылған “Реаль эштәр” проектының уңыш менән барыуына һәммәбеҙ ҙә шаһит.
Дүрт йылда ғына сәйәси партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһенә һигеҙ мең ярым тирәһе кеше ағза итеп алынған, яҡын киләсәктә уларҙың дөйөм һаны йөҙ меңгә етеүе ихтимал.
Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.

Түләүһеҙ юридик ярҙам кәрәк булһа…
Сәйәсәт
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Булат Йомаҙилов граждандарҙы адвокаттарҙың ярҙамынан әүҙемерәк файҙаланырға саҡырҙы.
Республиканың Адвокаттар палатаһы президенты әйтеүенсә, Башҡортостанда көн һайын 230-ҙан ашыу профессиональ адвокат халыҡты ҡабул итә. Улар “Рәсәй Федерацияһында түләүһеҙ юридик ярҙам тураһында”ғы Федераль законға һәм “Башҡортостан Республикаһында түләүһеҙ юридик ярҙам тураһында”ғы республика Законына ярашлы гражданлыҡ, ғаилә, хеҙмәт, ер, мираҫ, административ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтә.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, квалификациялы ярҙам һорап тәү сиратта I һәм II төркөм инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Рәсәй, Советтар Союзы, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, инвалид, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, уларҙың вәкилдәре мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ иректән мәхрүм итеү урындарында тотолған бәлиғ булмағандар, уларҙың вәкилдәре, суд тарафынан юридик хоҡуҡһыҙ тип танылған кешеләр һәм уларҙың вәкилдәре түләүһеҙ ярҙамға хоҡуҡлы. Адвокаттар йән башына килеме йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк булған граждандарҙы, аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ кешеләрҙе хеҙмәтләндерә. Ғаиләһенә тәрбиәгә бала алырға теләгәндәргә лә консультация бушлай.
– Ғәҙәттә, халыҡ юридик ярҙамдың хаҡы ҡиммәт тип адвокаттарға мөрәжәғәт итергә ашыҡмай, проблеманы үҙаллы хәл итергә тырыша. Йыш ҡына был тейешле һөҙөмтәне бирмәй. Беҙ граждандарҙы профессионалдарҙан ярҙам һорарға саҡырабыҙ. Хеҙмәт өсөн түләргә кәрәкмәй. Өҫтәүенә адвокат үҙ эшен оҫта һәм сифатлы башҡарасаҡ, – тине Булат Йомаҙилов.
Түләүһеҙ юридик ярҙам алыу өсөн кеше ғариза яҙырға, шәхес таныҡлығын һәм ярҙамға хоҡуҡты раҫлаған бүтән документтарын тәҡдим итергә тейеш.
Түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәткән адвокаттарҙың тулы исемлеге менән http://ap-rb.ru/bup/spisok bup/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин. Республика халҡы шулай уҡ Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһенә, “Берҙәм Рәсәй”ҙең ҡабул итеү бүлмәһенә һәм Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһенә түләүһеҙ юридик ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала.
Автор: А. ХӘСӘНОВ.

Хуш бул, һуңғы Герой...
(дауамы)
Бөгөн Ҡотдос Латиповтың вафатына ҡырҡ көн тула. Мосолмандарҙағы изге йолаға таянып, ошо көндә Геройыбыҙ хаҡында иҫтәлектәрем менән уртаҡлашмаҡсымын. Ни тиһәң дә, ғүмеренең һуңғы алты йылында миңә замандашыбыҙ менән яҡындан аралашырға насип булды.
Ҡотдос ағай менән танышыу көтөлмәгәнсә килеп сыҡты. Бер заман Рәми Ғариповҡа арналған сарала ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә командировкаға ебәрҙеләр. Баш ҡалала Башҡортостандан сыҡҡан Советтар Союзы Геройы йәшәүе хаҡында белә инем, уның “Витязи крылатые” тигән китабын да уҡып сыҡҡанмын. Шуға тиҙ генә телефонын таптым. Мәскәүҙә төп саралар үткәс, Герой менән нисектер күрешеп, әңгәмә эшләргә дәртләнеп киттем.
– Юҡ, ҡустым. Берҙә генә лә һөйләшергә дәртем ташып тормай. Мин һөйләгән әйберҙәрҙең күбеһен гәзиттә баҫмайҙар барыбер. Күп нәмәгә күҙ йомалар. Шуға әңгәмәләшеү яҡлы түгелмен, – тине уҙаман телефон аша һөйләшкәндә. Тик мин дә бирешергә теләмәйем.
– Бик яҡшы, ағай! Бына һеҙҙе бөгөн нимә борсой – шул хаҡта һөйләгеҙ! Ошо илгә азатлыҡ килтергән Геройҙың күңел кисерештәре, моғайын, халыҡҡа ҡыҙыҡтыр. Ә беҙ “Башҡортостан” гәзитендә баҫтырып сығарырбыҙ...
– Ярай улайһа. Киске биштә фатирымда көтәм...
Оло йәштәге ветеран менән осрашыу алдынан бер аҙ борсолоп та алғайным. Ни тиһәң дә, йәш үҙенекен итә бит. Шуға ла аралашыу ауырға төшөр тип уйлағайным: насар ишетеүе, хәтеренең юғалыуы ла бар. Килешкән ваҡытта Ҡотдос Ҡәниф улы йәшәгән йортҡа барып еткән инем. Имәндәй таҙа кәүҙәле, егеттәрсә дәртле кешенең ишек асыуын күргәс, аптырап киттем: Ҡотдос Латипов үҙе! Арттырыу ҙа, шаштырыу ҙа түгел – типһә тимер өҙөрлөк!
Яҡташыбыҙ тәү сиратта Башҡортостан халҡының хәл-әхүәлен һорашты, тыуған яҡтың һөйөнөслө яңылыҡтары һәм уңыштары менән ҡыҙыҡһынды.
Ҡотдос ағай үҙенең ҡаһарман яу юлы хаҡында һөйләшеүгә һаран булып сыҡты. Еңеүҙе яулауҙа тос өлөш индергән шәхес илебеҙҙәге бөгөнгө сәйәсәткә ҡарашы һәм дөйөм кешелеккә ҡағылған проблемалар тураһында уйланыуҙары менән уртаҡлашты.
Шул һөйләшеүҙә был һүҙҙәрҙе бигерәк әсенеп әйткәйне: “Элек Брестан алып Калининградҡа тиклем ҡурҡмай юлға сығыр инем. Теләгән ағас төбөндә йоҡла, берәү ҙә теймәҫ. Хәҙер иһә мин урамға сығырға шөрләйем. Өйгә туҡтауһыҙ шылтыраталар, әллә ниндәй ҡиммәтле дарыу тәҡдим итәләр. Етмәһә, минең турала яҡшы беләләр: ҡайһы ерем ауырта, нимә борсой... Кем уларға был мәғлүмәтте бирә – аптырарһың. Метрола баҫып барам, ултырырға тәҡдим итеүсе юҡ тиерлек. Ҡасандыр уны яҡлап ҡалған илдә йәшәүе хәүефле – шуныһы бик ҡыҙғаныс.
Герой миҙалын да тағып йөрөмәйем. Шунда уҡ башыңа һуғып, алтын йондоҙомдо йолҡоп алырҙар. Ғүмерем ҡәҙерлерәк.
Беләһегеҙме, һуңғы йылдарҙа миңә шик менән ҡараусыларҙы ла һиҙә башланым. “Ҡайһы илдән килгән был азиат кешеһе, нимә эшләп йөрөй” тигәндәй ҡырын ҡараш ташлаусылар осрай. Күрәһегеҙме, илдең эске торошона ҡарап, кешеләр ҙә нисек үҙгәрә!”
Әлбиттә, Геройҙың ниңә ошо күренештәр хаҡында баҫым яһап әйтеүен ул ваҡытта аңлап етмәгәйнем. Аҙаҡ йылдар һуҙымында аралаша торғас, тағы бер хәл тураһында белеп тетрәндем. Баҡтиһәң, бурҙар Геройҙың фатирына ике тапҡыр төшкән булғандар! Күп кенә ҡәҙерле әйберҙәре, наградалары урланған. Ахырҙа, Ҡотдос ағай охрана компанияһына мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған.
Ошо һөйләшеүебеҙҙән һуң, “Башҡортостан” гәзитендә күләмле әңгәмә сыҡты. Быға Герой сикһеҙ шатланды. Хатта рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, редакциябыҙға хат ебәрҙе. Үҙе лә дәртләнеп китеп, гәзитебеҙгә бер нисә мәҡәлә яҙҙы. Шунан бирле беҙ яҡындан аралашып киттек.
Әгәр Башҡортостанға килер булһа, алдан шылтыратып хәбәр итер ине. Уңайы тура килгәндә үҙем дә Мәскәүҙә уға ҡунаҡҡа кереп, оҙаҡ һөйләшеп ултырыр инек. Үтә лә ябай, ихлас, киң эрудициялы шәхес ине Ҡотдос Ҡәниф улы. Ул 94-се йәшендә яҡты донъянан китеп барҙы. Шулай ҙа ғүмеренең һуңғы көнөнә ҡәҙәр дәртен, айыҡ аҡылын юғалтманы.
“Әйҙә мин һине метроға тиклем оҙатырға сығам”, – тиер ине ҡайтырға сыҡҡанда.
– Юҡ, Ҡотдос ағай, мәшәҡәтләнмәгеҙ! Үҙем барып етәм...
– Ҡаршылашма. Мин әле егеттәрҙе уҙып китә алам, – ти ул, йылмайып.
Ысынлап та, Геройыбыҙҙың нисек атлауына ҡарап һоҡланып туйғыһыҙ! Ғорур башын һәр саҡ юғары тота, егеттәрсә шәп атлай, һыны тура... Бына, исмаһам, батыр!
Ҡотдос Ҡәниф улының ижадҡа ла һәләте бар ине. Уның “Витязи крылатые”, “Может ли голубь ястребом стать?”, “Голубок мой легкокрылый” тигән китаптарын әҙәбиәт һөйөүселәр йылы ҡабул итте.
Әҫәрҙәрендә авиаполк миҫалында күп милләтле совет иле яугиренең ҡыйыулығы, уның Тыуған еренә тоғролоғо, азатлыҡ өсөн һуңғы ҡаны тамғансы дошманға ҡаршы барыуын данлай. Һәр һалдаттың ир-егеттәргә хас сифаттарын өлгө итеп ҡуя, шул уҡ ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы тарихының ҡайһы бер ябыҡ биттәрен асып һала. Китаптары менән танышып сыҡҡандан һуң, авторҙың ни тиклем тәрән аҡыллы, кешелекле һәм баҫалҡы икәнлегенә инандым. Ә инде былтыр донъя күргән “Будь резвый, беззаветный, сокол ясный!” китабын яҙғанда быға үҙем шаһит булдым. Әйткәндәй, Ҡотдос Латипов рус телендә яҙһа ла, башҡортса шул тиклем матур аралаша ине.
Һуңғы китабын яҙырға ул Өфөгә килде. Бындағы шифаханаларҙың береһенә урынлашты ла ең һыҙғанып ижадҡа сумды. “Тиҙерәк яҙырға кәрәк. Өфөгә килгәнемде таныштарыма әйтмәйем. Юғиһә яҙыу ҡайғыһы китәсәк”, – тигәйне ул. Шуға ла, яҙыуҙа ҡамасауламаһындар өсөн, берәүҙе лә осрашыуға саҡырып барманы.
Туҡһан йәште уҙған ветеранға ижад эше еңелдән бирелмәй. Шуға ла уны нисектер башҡа сараларға алып барып, ҡағыҙ мәшәҡәтенән ял иттерергә тырыштым. Концерттарға, театрға ла барып килдек. Ә бер көндө “Башҡортостан” гәзитенә килеп, журналистар менән осрашыу ойошторҙоҡ. Күңеле күтәрелеп, ҡанатланып китте замандашыбыҙ.
Ҡотдос Ҡәниф улы һуңғы көндәренә ҡәҙәр һалдат булып ҡалды. Ә хәрби кеше тәртипте ярата. Ул үҙенә лә, бүтәндәргә лә талапсан булды. Әгәр үҙенә саҡырһа, теүәл шул ваҡытҡа килеп етергә тейешһең. Һуңланың икән, шелтәләй. Ә инде был хәл ҡабатланһа, бөтөнләй аралашыуҙы өҙә. Үҙенә талапсан булыуы шунда сағыла: китабын яҙып бөтөп, нәшриәткә тапшырмайынса, Мәскәүгә ҡайтманы!
Уның ябайлығы хаҡында ла әйтеп үтмәксемен. Бер ҡасан да мин-минләнеп йөрөмәне. Көтмәгәндә үҙе шылтыратыр ине. Геройҙың ябайлығын дәлилләп, бер хәлде иҫкә төшөрмәксемен.
Яңы йыл уңайынан миңә бер иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Ҡумтаны асһам, унда затлы таштан яһалған толпар ята!
– Һин уның аҫтын ҡара әле! – ти йылмайып Ҡотдос ағай.
Ҡараһам, статуэтканың аҫтында сыйылған яҙыуы ла бар. “Айгиз! Көслө, аҡыллы, дәртле толпар тоғро дуҫың, юлдашың булһын. Бөтә изге маҡсаттарың тормошҡа ашһын! Ҡотдос Ҡәниф улы”. Бындай яҙманы күргәс ҡаушап киттем. Бына бит кешенең ябайлығы. Шул яҙыуҙы эшләтер өсөн генә, гравировка үҙәгенә барып килгән. Ҡомартҡыны әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым.
Ҡотдос Латипов менән һуңғы тапҡыр былтыр яҙ күрешкәйнек. 9 Май байрамы алдынан Мәскәүҙә уның фатирында ҡунаҡта булдым. Геройыбыҙ шул көндәрҙә генә Ирандан оҙайлы сәфәрҙән ҡайтҡайны. Баҡтиһәң, Рәсәй Хөкүмәте эшлекле сәфәр менән Иранға сәфәргә барған булған. Делегация составына Геройҙың мосолманын – Ҡотдос Ҡәниф улын алғандар. “Бик юғары кимәлдә үтте сара. Ил етәкселеге менән күрештек. Меңләгән аудитория алдында сығыш яһаным. Аҙнанан ашыу йөрөп, арыуҙы ла онотҡанмын”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Шул күрешеүҙә мин тағы диктофонымды ҡабыҙҙым. Дүрт сәғәттән ашыу һөйләшеп ултырып, байтаҡ темаларға әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ни өсөн Советтар Союзы Геройы Башҡортостанда түгел, ә Мәскәүҙә ғүмерен үткәргән? Был һорау миңә күптән тынғылыҡ бирмәй ине. Һорауға Ҡотдос Ҡәниф улы асыҡтан-асыҡ яуап бирҙе:
– Һуғыштан һуң Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияны тамамлағайным. Сәйәси белемем бар бит инде, шуға Башҡортостанға килдем. Бар теләгем үҙебеҙҙең ерҙә төйәкләнеү ине. Был мәсьәлә менән обкомдың беренсе секретарына индем. Иғтибарлап тыңланылар. “Теләгең, әлбиттә, изге. Ләкин Өфөгә ҡайтһаң, шундуҡ фатир бирә алмайбыҙ. Күңелеңә ятҡан эште лә вәғәҙә итмәйбеҙ”, – тинеләр. Аңлашылды инде – атлығып көтөп тормайҙар. Ул ваҡытта Өфөлә йәшәгән Советтар Союзы Геройҙары – Муса Гәрәев, Таһир Кусимов менән дә яҡшы аралаша инем. Ҡайтырға йөрөгәнемде белгәс, Муса ошондай кәңәш бирҙе: “Яҡшы йәшәгең килһә, Мәскәүҙә ҡал!” Ысынлап та, ул заманда республикаларҙа йәшәгән Геройҙарға, бигерәк тә сәйәси белемлеләргә, конкурент тип ҡарайҙар ине. Йәнәһе лә, уларҙың урынына беҙ ултырып ҡуймайыҡ. Шуға дуҫымдың кәңәшен тыңлап, Мәскәүҙә ҡалдым...
– Һеҙ төрлө милләт вәкилдәре мөхитендә йәшәйһегеҙ. Башҡорт булыуығыҙҙы йәшермәнегеҙме?
– Юҡ! Башҡорт икәнлегем битемә яҙылған бит. Мин үҙ халҡымдың кем икәнен беләм. Уның рухи донъяһы, бай тарихы менән ғорурланып йәшәйем. Һуғышта ла полкташтар Башҡортостандан икәнемде белгәс: “О-о, был бит Салауат батырҙың вариҫы”, – тип телгә алалар ине. Яуҙа ла милли батырыбыҙҙан өлгө алып, атакаға барҙым. Салауат рухы мине һауаға күтәрҙе. Беренсенән, Салауаттың тыуған төйәге минең ауылымдан әллә ни алыҫ түгел. Ул да Әй һыуын эсеп үҫкән. Салауат, ысынлап та, миңә яҡын. (Әйткәндәй, Геройҙың өс улы бар. Иң кесеһенең исеме – Салауат. Был да осраҡлы түгелдер).
Ошо урында үҙемдең бер етешһеҙлегем хаҡында әйтәйем әле. Башҡорттар саманан тыш баҫалҡы, оялсан. Әрһеҙлек етмәй! Шул холҡом миңә күп тапҡыр ҡамасауланы. Бәлки, һуғыштан һуң әллә ниндәй карьера яһар инем, ә мин ситтә тороуҙы, баҫалҡылыҡты хуп күрҙем. Бүтән милләттәштәрем минең хатаны ҡабатламаһын ине.
– Һеҙ бына 93 йәштәһегеҙ. Оҙон ғүмер кисереүҙең сере нимәлә?
– Беренсенән, тәбиғәт биргән һаулығыңдың ҡәҙерен белергә кәрәк. Тәмәке тартыу, эсеү – үҙ-үҙеңде ағыулау. Миңә Герой булараҡ ғүмер буйына төрлө банкеттарҙа, табындарҙа булырға тура килде. Әгәр һәр өҫтәлдә эсә башлаһам, күптән таушалған булыр инем. Әлбиттә, ҡунаҡта ала ҡарға булып ултырып булмай. Саманы белергә кәрәк – берҙе күтәрәм дә шуның менән етте. Икенсенән, һәр саҡ спорт менән дуҫ булдым. Элек ауылыма ҡайтһам, Әй буйынан ҡайта белмәй инем. Туйғансы йөҙәм. Мин әле лә көн һайын ярты сәғәт зарядка яһайым.
Мәскәүҙәге шул осрашыуыбыҙ һуңғыһы тип кем уйлаһын. Дәрте ташып торған ағайыбыҙ Башҡортостанға ҡайтып килергә лә йыйыныуын һөйләне. Ул хатта юлға тәгәрмәсле сумаҙанын да әҙерләп ҡуйғайны. Башҡортостанды һағынып, Әй буйҙарын юҡһынып йәшәне Герой. “Тыуған төйәгемә ҡайтһам, үҙемдә көс артҡандай була”, – тип әйтергә яратты.
Үлем хаҡында һөйләшергә яратманы. “Мин әле үлергә йыйынмайым. Тағы бер китап яҙа башланым”, – тигәйне һуңғы осрашыуҙа.
Ҡотдос Ҡәниф улының һуңғы теләгенең береһе Мәсетле районында музей асыу ине. “Башҡорт улдары нисек көрәшкән, ниндәй батырлыҡтар ҡылған – йәш быуын шуны белергә тейеш. Ошо музей патриотик тәрбиә биреү урыны булһын ине. Быны мин үҙем өсөн тырышмайым. Мәскәүҙәге Хәрби дан музейында исемем алтын хәрефтәрҙән яҙылған, минең хөрмәткә аллея ла ултыртылды. Мин быны киләсәк быуынды хәстәрләүҙән әйтәм”, – тигәйне.
Ысынлап та, һуңғы Геройыбыҙ Ҡотдос Латиповтың был ниәте тормошҡа ашыр тип ышанабыҙ. Уның кесе улы Салауат был эшкә ныҡлап тотонған да инде. Әле ул буласаҡ музей өсөн Мәскәүҙән атаһының шәхси әйберҙәрен, архивын Башҡортостанға күсереү менән мәшғүл. Мәсетле районы хакимиәте, үҙ сиратында, арҙаҡлы шәхесен мәңгеләштереү йәһәтенән көсөн йәлләмәҫ.
...Легендар летчик-штурмлаусы, отставкалағы полковник Ҡотдос Латипов иҫ киткес ватансыл шәхес булды. Иленә күрһәткән изгелектәре өсөн Хоҙай уға оҙон ғүмер биргәндер. Мәскәүҙә уны хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаттылар. Дәрәжәһен иҫәпкә алып, уны Хөкүмәт ҡарамағындағы Троекуров зыяратында ерләнеләр. Башҡорт батыры ундағы Дан аллеяһында һуңғы төйәген тапты. Тыуған иленең ҡайнар сәләме тип ҡәберенә Башҡортостандан килтерелгән тупраҡты һалдылар. Шул мәлдә оркестр йөрәкте өҙгөс һағышлы көйҙө уйнаны. Был мәлдә күҙ йәштәрен тыйыу мөмкин түгел ине...
Илдең, халыҡтың мәртәбәһен Ҡотдос Ҡәниф улы кеүек шәхестәр билдәләй. Шундай арҙаҡлы уҙамандың замандашы булыуы менән бәхетлебеҙ! Һәм ундай батырҙарыбыҙҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ.
Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ

"Башкортостан" гәзитенәнөгөн, // Анонстар, Шәхестәр
Хуш бул, һуңғы Герой... Былтыр халҡыбыҙ шундай аҫыл шәхестәрен юғалтты. Шуларҙың береһе – легендар летчик-штурмлаусы, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов. Әйткәндәй, ул Башҡортостандан иң һуңғы Герой ине. Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында тыуып үҫкән уҙаман Бөйөк Ватан һуғышында баш етмәҫлек ҡаһарманлыҡтар күрһәтә.
Баһадир һуғыш осоронда 134 тапҡыр уңышлы хәрби осош яһай. Ҡаршы көстөң ҡеүәтен кәметерлек ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Фашистарҙың 22 танкын, бер бронетранспортерын, 40 автомашинаһын, биш самолетын, туғыҙ артиллерия батареяһын, ҡораллы ике эшелонын юҡ итә, шулай уҡ 500-гә яҡын һалдат һәм офицерҙарын ҡыйрата. Яҡташыбыҙҙың бындай уңышын СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы юғары баһалап, күкрәгенә Алтын Йондоҙ таға.
134 хәрби осош... Күпме был, әллә әҙме? Сағыштырыу өсөн ошо һандарҙы атап үтеү ҙә етә. Һуғыш осоронда летчиктарҙың ғүмере уртаса һигеҙ осош менән “баһалана”. “Бөтәһе лә һине бәреп төшөрөргә генә тора! Пехотаһы ла, зениткалары ла, дошман самолеттары ла... Утта, һәр саҡ утта!” – тип һөйләгәйне Ҡотдос ағай. Ә инде 50 тапҡыр уңышлы штурмлау үткәрһәң, Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. Ә Ҡотдос Ҡәниф улы 134 тапҡыр һауаға күтәрелә... Ғорурланырлыҡ бит!

хабирялова
- Сообщения: 1
- Зарегистрирован: 28 янв 2017, 04:44
Re: Новости
Добрый день" Вчера 27.01.2017. в библиотеке им. З. Валиди состоялось интересная встреча, посвященная к Году экологии. Спасибо организаторам!