Новости

Ответить
Гөлсөм Монасипова
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 28 янв 2017, 04:35

Re: Новости

Сообщение Гөлсөм Монасипова »

Афарин, Виль ағай! Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Башҡортостандың 100 шәхесе» телевизион проектында Ким Әхмәтйәновҡа көн дә инеп тауыш бирә инем, бөгөн мәҡәләгеҙҙе күреп ҡыуанып, яратып уҡып сыҡтым. Күнелемдә йөрөткән шәхес тураһында ябай һүҙҙәр менән туғандарса ихласлыҡ менән яҙғанһығыҙ! Афарин! Бик маҡтаулы эш башҡарғанһығыҙ! Артабанғы эшегеҙҙә ҡур уныштар, һаулыҡ теләйем!
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Новости

Сообщение Г.Д.Куватова »

Һыбай сапманы, ә киң аҙымдар менән йәйәү атланы
"Башҡортостан" гәзите// Шәхестәр
Һыбай сапманы, ә киң аҙымдар менән йәйәү атланы Һәр әҙиптең эшенә, ижад һөҙөмтәһенә баһа биш йылға бер тапҡыр бирелә. Был инде, аңлашыла, юбилейҙар менән бәйле. Ким Әхмәтйәновҡа килгәндә, уның бөтә юбилейҙары (тиҙҙән һигеҙенсеһе — тыуыуына 85 йыл тула) үҙе мәрхүм булғас үткәрелде йәки уларға иғтибар ителде, сөнки уның йөрәге көтмәгәндә 49 йәшкә лә етмәй тыуған ауылы Әлмөхәмәттә (Әбйәлил районы) мәңгелеккә туҡтаны.
Ким Әхмәтйәнов — Әлмөхәмәт ауылынан таралған Өмөтбаевтарҙың бишенсе быуыны. Уның мулла ҡушҡан исеме — Нәзир, фамилияһы Өмөтбаев була, ләкин йәне-тәне менән совет власына бирелгән атаһы улының исемен дә, фамилияһын да үҙгәртә. Бынан һуң Нәзир Өмөтбаев Ким Әхмәтйәнов булып китә (Әхмәтйән — ырыу башлығы Өмөтбайҙың дүрт улының береһе, Кимдең бишенсе быуын олатаһы).
Ким Әхмәтйәнов йәмғиәттә әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе булараҡ билдәле. Ул “... бар һәләт үҙенсәлеге менән әҙәбиәт теоретигы. Ул айырыуса поэтик теория өлкәһендә йөҙөп эшләне. Ҡойо ҡаҙыған оҫта кеүек, ул поэзияның нескә шиғри деталдәре менән ныҡ мауыҡты, шиғриәт донъя­һына тәрәнерәк үтеп инергә тырышты...” (Ғ. Хөсәйенов). Ғөмүмән, ул фән өсөн тыуған кеше булды. Ысын фән эшмәкәренә генә хас булған бөтә сифаттар бар ине унда: аҡыл, намыҫ, выждан, талант, иҫ киткес эшкә һә­ләтлелек, принципиаллек, үҙ-үҙенә талапсанлыҡ, проблеманы мөмкин тиклем тәрәнерәк ҡаҙыу, ҡаҙып сығарған әйберҙәрҙе фәндең бөгөнгө ҡаҙа­ныш­тары күҙлегенән анализлау, сағышты­рыу, тағы ла ҡаҙыныу, анализлау, йыш ҡына эшең менән ҡәнәғәтләнмәү элементтары, артабан ошо сифаттар ниге­ҙендә өлгәшелгән эш һөҙөмтәләрен ышанғанлыҡ менән яҡлау, шул уҡ ваҡытта үҙеңә саманан тыш ышаныуға юл ҡуймау. Ул үҙенең көндәлек ижадында ла (тормошонда ла тип әйтергә була) мискәнең тышын ялтыратыу менән шөғөлләнмәне (шул уҡ ваҡытта уның фәнни эштәре эстән дә, тыштан да матур, күркәм булды), ә уның эсен сифатлы әйберҙәр менән тултырыуҙы хуп күрҙе, был әйберҙәрҙе һаҡлап ҡалыу тураһында хәстәрләне.
Минеңсә, Ким Әхмәтйәнов үҙ фәне өлкәһендә һыбай сапманы, ә киң аҙымдар менән йәйәү атланы, юл уңайһыҙлыҡтарына бирешмәне, шомло ҡара урмандар аша үтергә тура килгәндә лә бер ҙә ситкә тайпылманы. Ә инде эшкә, фәнгә фанатик бирел­гәнлек, үҙ-үҙенә аяуһыҙлыҡ, әлбиттә, уның һаулығына йоғонто яһамай ҡалманы. Ләкин Ким Әхмәтйәнов тормошон яңынан башлаһа ла, ул икенсе кешегә әүерелмәҫ ине. Шуның өсөн дә һәр ваҡыт ул миңә кумир булып ҡала.
Үрҙә әйтелгән ҡайһы бер фекерҙәрҙе дәлилләгән бер-ике миҫал килтермәк­семен. Ким Әхмәтйәнов 1957 – 1960 йылдарҙа аспирантурала уҡый, ләкин диссертацияһын 1962 йылда ғына яҡлай. С. Сафуанов хәтерләүенсә, ул әҙер ғилми эшен Ҡазанға диссертациялар яҡлау советына тапшырырға бара, ләкин кире алып ҡайта, сөнки фәнни эше үҙе үк ҡуйған юғары талап­тарға яуап бирмәгәнен тоя, күрәһең. Артабан ҡаҙына, эҙләнә, эштең фәнни кимәлен тейешле юғарылыҡҡа еткереү өсөн тырыша. Нисек кенә булмаһын, диссертацияны этә-төртә тиҙерәк яҡлау уның уйына ла килмәй.
Филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжәне ул 1963 йылда ала. Бынан һуң 17 йыл ваҡыт үтә, тик ул докторлыҡ диссертацияһын яҡларға ашыҡмай. Ошо дәүерҙә, бәлки, уның ижад һөҙөмтәләре бер генә докторлыҡ диссертацияһы менән сикләнмәгәндер ҙә. Ғалим Ким Әхмәтйәнов тураһындағы уй-фекерҙәремде дөйөмләштереп, икеләнмәйенсә, ул фән эшенең эталоны булып ҡала һәм бының нескә­лектәрен хәҙерге заман аспиранттарына еткерергә ине тигән һығымтаға киләм.
Ким Әхмәтйәнов 26 йыл эсендә аптырарлыҡ күп күләмле фәнни һәм әҙәби хеҙмәт ҡалдырҙы. Был турала мәғлүмәт 2012 йылда нәшер ителгән “Ғалим һәм әҙип Әхмәтйәнов Ким Әбүзәр улы” тигән библиографик күр­һәт­кестә (төҙөүселәре – әҙиптең йәмәғәте Рәйфә Әхмәтйәнова һәм ҡыҙы Гөлшат Ғәбитова, яуаплы мөхәррире – Миңлеғәле Нәҙерғолов) килтерелә. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында ғалимдың өс китабы донъя күрә, уларҙың күләме 650 бит тирәһе тәшкил итә. Улар араһында – белгестәр һәм студенттар өсөн өҫтәл китабына әүерелгән “Әҙәбиәт ғилми һүҙлеге”. Ижадының икенсе ун йыллығында (1971 – 1980) авторҙың дүрт китабы баҫылып сыға, уларҙың дөйөм күләме 800 биткә барып етә. Араларында – һигеҙ бүлектән торған “Әҙәбиәт тео­рияһы. Дөйөм мәғлүмәт” (күләме 388 бит). Бынан тыш ул – “Башҡорт поэ­зияһы антологияһы” китабының автор­ҙашы. Был китапта Ким Әхмәт­йәнов – Башҡортостандың 38 яҙыусыһы тура­һында мәҡәләләр авторы.
Баҡыйлыҡҡа күскәс, Ким Әхмәт­йәновтың дүрт китабы нәшер ителә. Улар “Матурлыҡ. Батырлыҡ. Шиғриәт” (төҙөүселәре – Рәйфә Әхмәтйәнова, Суфиян Сафуанов, күләме – 302 бит). Бынан тыш “Әҙәбиәт теорияһы”ның 2-се һәм 3-сө, “Поэтик образлылыҡ”тың 2-се баҫмаһы баҫылып сыға. Шулай итеп, Ким Әхмәтйәновтың фәнни һәм әҙәби ижад һөҙөмтәһе – 11-12 ҙур күләмле (дөйөм алғанда 1900 биткә яҡын) китап йәки ике йыл һайын бер йыйынтыҡ тиерлек.
Шуны ла оноторға ярамай: элегерәк заманда ҡулъяҙманы яҙыу машин­каһында баҫырға кәрәк ине. Был бик күп физик көстө һәм ваҡытты ала. Ошондай эш өҫтөндә Ким Әбүзәр улының төндәр буйы ултырғанын күҙәткәнем булды. 60-сы йылдарҙа ғаиләһенең көнкүреш шарттары ла еңел булманы: бәләкәй генә (хәҙерге мунсалар күпкә ҙурыраҡ) бүрәнәнән үҙе күтәргән йорт, утын әҙерләп һәм мейес яғып өй йылытыу, текә генә үргә менеп, колонканан һыу ташыу, бәләкәй баланы тәрбиәләү һәм башҡа күп тормош ығы-зығыһы. Был шарттарҙа ла ижад менән уңышлы шөғөлләнеү – ул фәнгә бирелгәнлек, һөнәреңде яратыу, Хоҙайҙан килгән аҡыл һәм талантты әрәм-шәрәм итмәй дөрөҫ файҙаланыу. Әйтергә кәрәк, әҙиптең ҡомартҡыһын тәртипкә килтереүҙә һәм баҫтырыуҙа уның тормош иптәше Рәйфә Шәйғәрҙән ҡыҙы менән өлкән ҡыҙы Гөлшат Ғәбитова ифрат күп көс түкте, рәхмәт уларға.
Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, 1966 – 1980 йылдарҙа төрлө китаптарҙа, йыйынтыҡтарҙа һәм альманахтарҙа Ким Әхмәтйәновтың ҡырҡтан ашыу мәҡәләһе, методик әсбаптары башҡорт, татар һәм урыҫ телендә баҫылып сыға (күләме 500 биттән күберәк). Улар араһында башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы булған яҙыусылар Мәжит Ғафури, Ғәлимов Сәләм, Рәшит Ниғмәти, Сәйфи Ҡудаш, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рауил Бикбаев, данлыҡлы татар яҙыусыһы Муса Йәлил тормоштарына һәм ижадтарына арналған мәҡәләләр бар.
Үрҙә килтерелгән фәнни-әҙәби баҫмаларҙан тыш, Ким Әхмәтйәнов мәктәптәр өсөн 11 дәреслек һәм программа авторҙашы була, туғыҙ китапҡа баш һүҙ яҙа, уның мөхәррирлегендә 12 китап баҫылып сыға. Ул ваҡытлы матбуғатта ла әүҙем сығыш яһай – 1955 – 1980 йылдарҙа республика­быҙҙың төрлө гәзит-журнал биттәрендә башҡорт, татар һәм урыҫ телдәрендә 160-ҡа яҡын мәҡәләһе донъя күрә. Улар әҙиптең һөнәри ижадын ябайыраҡ телдә халыҡҡа еткереүҙән тыш, ҡәләмдәштәренең ижадын һәм айырым китаптарының үҙенсәлеген аса, уларға юғары нәфис-тәнҡит күҙлегенән анализ яһай, баһа бирә, ҡайһы бер яҙма­ла­рында үҙенең эске шиғри донъяһын аса, донъя ысынбарлығы тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙары менән уртаҡлаша. Ни бары сирек быуат эсендә ошондай иҫ киткес күләмдә, тәрән һәм киң йөкмәткеле хазина ҡалдырҙы Ким Әхмәтйәнов башҡорт әҙәбиәтендә һәм әҙәбиәт ғилемендә, тағы ла ниндәйҙәрен күреүҙән мәхрүм итте уның иртә өҙөлгән ғүмере...
Ким Әхмәтйәновтың тормошо һәм ижады тураһында үҙе иҫән саҡта уҡ 100-гә яҡын, вафатынан һуң 70-тән ашыу мәҡәлә донъя күрҙе. Уларҙың авторҙары – Башҡортостан яҙыусы­лары, әҙәбиәт фәне эшмәкәрҙәре, журналистар, артистар, мәҙәниәт хеҙмәт­кәрҙәре, туғандары, яҡташтары, һабаҡ­таштары һәм башҡалар. Әбйәлил райо­нында Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия булдырылған, 1993 – 2015 йылдарҙа был премия лауреаттарының һаны 23 кешегә барып етте. Тыуған ауылы Әлмөхәмәттә Рамаҙан Өмөт­баев­тың, Ким Әхмәтйәновтың һәм Рәмил Ҡолдәүләттең дөйөм музейы эшләй, урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә. Был инде “исеменә күрә – есеме” тигән әйтемдең хаҡлығын раҫлай. Шулай ҙа есемен тулылан­дырырлыҡ, байытырлыҡ бурыстар ҙа бар йәмғиәт алдында, минеңсә. Мәҫәлән, әҙәби тәнҡит өлкәһендә талантлы йәштәр өсөн Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия булдырыу, Өфөнөң Добролетная урамының 7/8-се йортонда иҫтәлекле таҡтаташ урынлаштырыу (был мәсьәлә инде бер нисә йыл ҡуҙғатыла), Өфө урамдарының бере­һенә уның исемен биреү (был һорау ҙа ҡала хакимиәтенә билдәле). Премия булдырыу Ким Әхмәтйәновтың иҫтә­леген мәңгеләштереү өсөн генә түгел, ә әҙәбиәт донъяһын аса башлаған йәш белгестәргә әҙиптең ижад үҙенсәлеген тәрәнерәк аңлауға һәм үҙләштереүгә, ғөмүмән, ижад рухы менән дәртлән­дереүгә этәргес көс булыр ине.
Рамаҙан Өмөтбаев Ким Әхмәт­йәновты “... шул Өмөтбай йондоҙоноң һуңғы сығарылышылыр” тип яҙҙы ваҡытында һәм уны түбәндәгесә бик образлы һүрәтләне: “Уның башҡа кешеләрҙән берҙән-бер өҫтөнлөгө бар ине: ул да булһа уның үткер теле. Ул ҡайһы бер кешеләр һымаҡ һүҙҙән боламыҡ бешереп ултырманы – уның теленән ысҡынған һүҙ ян керешенән атылған уҡ кеүек мәргән, тоҫҡаған урынға туп-тура тейә ине. Ул бер ҡасан да алъюһыҡҡа үҙ уғын атманы. Ошо ҡағиҙәгә ғүмере буйы тоғро булып ҡалды... алдан сығып хәбәр һөйләмәне, тыйнаҡ, әҙәпле булды”. Ким Әхмәтйәновтың ошондай кешелек сифаттары һәм һөнәри бөйөклөгө халҡы күңелендә быуындан быуынға һаҡланыр һәм ғорурлыҡ уятыр тип өмөт итәйек.
Автор: Вил ӨМӨТБАЕВ.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Новости

Сообщение Г.Д.Куватова »

Тиңдәр араһында тиң булырға
"Башҡортостан" гәзите // Йәмғиәт
Тиңдәр араһында тиң булырға Тиңдәр араһында тиң булырға Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡорт дәүләт университеты студенттары менән осрашты, уларҙы Рәсәй студенттары көнө менән ҡотланы.
Осрашыу башланыр алдынан юға­ры уҡыу йортоноң физика-математика корпусында республика етәксеһе БДУ студенттарының ғилми ҡаҙанышта­рына һәм ижадына арнал­ған “Татьяна көнө” күргәҙмәһен ҡарап сыҡты. Үҙе­нең сығышында ул респуб­ликаның социаль-иҡтисади үҫеше, фәнни-техник прогресс, йәштәрҙең башланғыс­тарына булышлыҡ итеү, мәғариф сис­темаһын камиллаштырыу мәсьәлә­лә­рен күтәрҙе.
– Беҙгә бергәләп республикабыҙҙы донъяуи мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп итеү буйынса эште алып барыу шарт. Төбәктең оҙаҡ ваҡыт тышҡы донъя­нан айырымланыуы сер түгел. Был эшҡы­уарлыҡты, иҡтисадты, тотош йәмғиәтте үҫтереүгә ҡағыла, – ти­не Рөстәм Зәки улы. – Мәҫәлән, беҙ БДУ-ға федераль университет статусын ала алма­ныҡ, республикала милли тикшеренеү университеттары ойоштороуға өлгәшмәнек. Был – ҙур етешһеҙлек, сөнки Башҡортостан юға­ры уҡыу йорттарын үҫтереү йәһә­те­нән конкурентлы мөхиттән төшөп ҡалды.
Студенттарҙың һорауҙарына яуап биреп, төбәк етәксеһе әле Башҡорт дәүләт университетына ошо статусты алыу йәһәтенән әүҙем эш алып барылыуын билдәләне. Бөгөн республикала Өфө дәүләт нефть техник университеты ғына шундай статусҡа эйә. Ул – “Газпром”дың терәк вузы. Ә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына терәк гуманитар вуз статусы бирелгән.
Өфөнө конгресс үҙәге булараҡ үҫ­тереүгә кил­гән­дә, Башҡортостан Баш­лығы майҙа бында 70-80 ил вәкиле ҡат­нашлығында донъяның социологик йәмғиәттәре етәкселәренең IV конгресын үткәреү ихтималлығы хаҡында әйтте. Киләсәктә был рес­публикаға ха­лыҡ-ара социологик форумдар уҙға­рыуға дәғүә итеү мөм­кинлеген бирәсәк.
Студенттар төбәк етәксеһенә биргән һорауҙар йәштәрҙең ҡаҙаныш­тарын производствоға инде­реү­гә, мәшғүллеккә, йәмәғәт транспортына, эколо­гияға, спортты һәм үҙешмәкәр­лекте үҫтереүгә ҡа­ғылды. Осрашыу аҙағында Рөстәм Хәмитов БДУ-ның геофизика кафедраһындағы термометрия лабораторияһында булды.
Автор: А. ХӘЛИЛОВ.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Новости

Сообщение Г.Д.Куватова »

Сәсәнгә һәйкәл ҡуяйыҡ
"Башҡортостан" гәзите // Информация
Халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловҡа яҡташтары, Ырымбур өлкәһе Үрге Ильяс ауылы халҡы һәйкәл ҡуйырға ниәтләй.
Милләттәшебеҙ “Урал батыр”, “Иҙел менән Яйыҡ”, “Аҡбуҙат”, “Һары мулла”, “Күҫәкбей”, “Тамъян”, “Батырша”, “Ҡараһаҡал”, “Салауат” һәм башҡа тағы күп эпостарҙы, легендаларҙы, йырҙарҙы яҙып алған. Фольклорыбыҙҙың 90 проценты уның хеҙмәте тиергә мөмкин.
Әле ойоштороу эштәре башланып тора. Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Ырымбур өлкәһе Красногвардейск районы Плешанов ауылындағы филиалында һәйкәлгә аҡса йы­йыу өсөн иҫәп асылған. Ырымбурҙар Мөхәмәтша Буран­ғоловтың исемен таш һында мәңгеләштереүҙә ҡатна­шырға теләге булғандарҙы изге эшкә ҡушылырға саҡыра.
Иҫәптең реквизиттары:
Расчетный счет №42307810746001090753
БИК 045354601
кор/счет № 30101810600000000601
Назначение платежа: “На строительство и
установку памятника М. Бурангулову”.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Новости

Сообщение Г.Д.Куватова »

Ҡанаттарығыҙ талмаһын!
"Башҡортостан" гәзите // Белем һәм тәрбиә
Ҡанаттарығыҙ талмаһын! Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы ҡарамағында эшләп килгән “Шоңҡар” ижади берекмәһенең 80 йылдан ашыу тарихы бар. Ошо дәүер эсендә унан республикабыҙға билдәле бик күп шәхестәр, яҙыусылар, шағирҙар, йәмәғәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре сыҡҡан.
Ошо көндәрҙә берекмә йәнә йәш ижад һөйөүселәрҙе үҙенә йыйҙы. Әҙәби-музыкаль сараның маҡсаты университетҡа тәү аяҡ баҫҡан беренсе курс студенттарын берекмә эшмәкәрлеге менән таныштырыу, әҙәбиәт һәм сәнғәт донъя­һына йәлеп итеү ине.
Сараны асып, әҙәби берекмәнең етәксеһе Илшат Янбаев ойошманың эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте. Берекмәгә йәш ҡәләм тирбәтеүселәребеҙ “шиғри күстәнәстәр” менән килгәйне. Гөлдәр Ғафарова, Айзирә Шәйхет­динова, Гөлиә Шафиҡова, Айһылыу Дауытова, Гөлдәниә Хөсәйенова үҙҙәренең шиғри шәлкемдәрен уҡып ишеттерҙе. Улар араһында йырсы-бейеүселәрҙең дә булыуы шатландырҙы. Эльвина Шәғәлина, Илүзә Вәхитова, Лиана Талипова башҡарыуында йырҙар кисәбеҙгә йәм өҫтәне. Ә Зәриә Моратова, Айзирә Шәйхетдинова, Ләйсән Нәҙерғолованың бейеүе тамашасыларҙы дәртләндереп ебәрҙе.
Берекмәгә килеүселәр араһында шулай уҡ башҡа факультеттарҙан булыуҙары ла ҡыуаныслы. Баймаҡ ҡыҙы Миңлегөл Ишмөхәмәтова ­– математика һәм мәғлүмәти технологиялар факультеты студенты. Шиғри күңелле ҡыҙ кисәбеҙҙе моңло йыры менән биҙәне. Әйткәндәй, “шоңҡарсылар” бар ерҙә лә өлгөрә. Илнара Рахманғолова, Диана Вәкилева, Юлиә Фәхретдинова, Сулпан Саникина “Осҡон” халыҡ театрында шөғөлләнә, берекмә сафында ла һынатмаҫтар, тип ышанабыҙ.
Беренсе курс студенттарын өлкән курс “шоңҡар­сылары” сәләмләп, ҡотлау­ҙа­рын шиғыр юлдарына һалды. Факуль­тетыбыҙ деканы, профессор, билдәле шағир Риф Әхмәҙиев, уңыштарын баһалап, иң әүҙем студенттарға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Шиғриәт – оло донъя. Йәш ҡәләм тирбәтеүселәребеҙ өсөн был кисә – шуға ҡарай тәүге аҙым. Күңелдәрендә шиғыр йөрөткән “шоңҡарсылар”ға ижади уңыштар, илһам, яңы ижад үрҙәре теләйбеҙ. Ҡанаттары талмаһын, яңы бейеклектәргә әйҙәһен!
Автор: Нурзилә УСМАНОВА
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. »

Лицею №1 села Мишкино присвоено имя народного писателя Республики Башкортостан Флорида Булякова
26 Января 2017 22
Лицею №1 села Мишкино с присвоено имя народного писателя Республики Башкортостан, лауреата Государственной премии Российской Федерации в области литературы и искусства, лауреата Государственной премии Республики Башкортостан имени Салавата Юлаева, заслуженного деятеля искусств Республики Башкортостан Флорида Булякова.
Сегодня состоялось торжественное открытие памятной доски в лицее. В торжественной церемонию приняли участие близкие, коллеги, члены Союза писателей Республики Башкортостан, представители Администрации муниципального района Мишкинский район.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. »

Педагогические чтения: обсуждения системы повышения качества образования

Учительские сообщества муниципальных районов провели январские педагогические чтения на актуальные темы с участием преподавателей, научных сотрудников Института развития образования Республики Башкортостан.

Учителя Альшеевского района тему «Формирование профессиональных компетенций педагога как инструмент повышения качества образования» рассмотрели сначала секционно на базе образовательных организаций МБОУ СОШ села Крымский, МБОУ башкирский лицей имени М.Бурангулова, МБОУ СОШ №2 и №4, МБОУ гимназия, МБОУ МБДОУ ДО-детский сад №4, МБОУ ДОД ДПиШ села Раевский. Перспективы своего эффективного роста молодые педагоги обсудили на дискуссионной площадке «Молодой педагог: пути профессионального роста».

На пленарном заседании тон обсуждению повестки дня задал доклад отдела образования о профессиональной компетентности педагога как средстве повышения качества образования, с которым выступила главный инспектор отдела образования З.А. Чупова. Учитель русского языка и литературы МБОУ СОШ №4 с.Раевский А.Р. Кулешова, воспитатель МБОУ ЦРР-детский сад №6 с.Раевский Ф.И. Евграфова, заведующий методическим отделом Дома пионеров и школьников Р.Р. Чалдаева, председатель Альшеевской районной профсоюзной организации работников народного образования Г.М. Кашапова поделились опытом использования в росте профессиональных компетенций таких категорий, как самообразование, активные формы методической работы, профессиональный стандарт педагога.

Участники педчтений назвали весьма полезными выступления научных сотрудников Института развития образования Республики Башкортостан кандидата психологических наук заведующего кафедрой коррекционной педагогики Э.Н. Абуталиповой об особенностях обучения детей с ограниченными возможностями здоровья, разработки и реализации адаптированных образовательных программ, кандидата филологических наук доцента кафедры башкирского и других родных языков Ф.Б. Саньярова об особенностях преподавания в условиях реализации федеральных государственных образовательных стандартов общего образования.Кандидат педагогических наук проректор по учебно-методической работе Л.Ф. Шакурова представила альшеевским педагогам основные направления и формы развития профессиональных компетенцийкак условие повышения качества образования.

Более 250 педагогических работников Салаватского района обсуждали тему «Современное образование: новые требования, новые возможности».С основным докладом выступила начальник муниципального казённого учреждения отдел образования Салаватского района Н.Н. Рахматуллина. О современных требованиях и возможностях качественного математического и естественно - научного образования сделала сообщение руководитель районного методического объединения учителей математики Е.Д. Самигуллина. Логопед дошкольного образовательного учреждения №1 с.Малояз Р.Х. Климович поделилась секретами коррекционно-педагогической помощи детям с ограниченными возможностями здоровья. О новых гранях взаимодействия дошкольной образовательной организации и семьи говорила воспитатель детского сада села Янгантау А.Н. Туктарова. О нормативно-правовых аспектах региональной и муниципальной системы оценки качества образования поведал начальник информационно-аналитического отдела Института развития образования Республики Башкортостан М.Ф. Галиаскаров. Он также рассказал об основных результатах участия салаватских школьников и педагогов в международных сопоставительных, национальных, республиканских исследованиях, о состоянии процедуры независимой оценки качества образования в районе. Как положительный пример отмечено участие двух педагогических работников в республиканских конкурсах профессионального мастерства: учителя английского языка из Малояза Г.З. Султановой в конкурсе «Учитель года – 2016», Е.Э. Миляускас из Мурсалимкино – «Учитель русского языка и литературы».

В целом педагогические чтения стали инновационной площадкой по обмену опытом работы, способствовали расширению методического кругозора учителей, стали мотивационным моментом в совершенствовании педагогического опыта и повышения качества образовательной деятельности.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. »

В декабрьском номере журнала «Вестник образования» под рубрикой «РАБОТАЕМ ПО НОВЫМ СТАНДАРТАМ. ОПЫТ РЕГИОНОВ» опубликована статья ректора Института развития образования Республики Башкортостан Р.Г. Мазитова и проректора по учебно-методической работе Л.Ф. Шакуровой «Научно-методическое сопровождение введения и реализации ФГОС общего образования в образовательных организациях Республики Башкортостан» (http://www.vestnik.edu.ru).

Институт развития образования Республики Башкортостан является региональным оператором научно-методического сопровождения введения и реализации ФГОС общего образования. В статье рассматривается региональный опыт Республики Башкортостан по научно-методическому сопровождению введения и реализации ФГОС и практика образовательной организации по проектированию программы формирования универсальных учебных действий, подробно анализируется деятельность функционирующего при Институте Координационного совета по научно-методическому сопровождению введения и реализации ФГОС общего образования, представлен вариант программы выездного заседания совета в Куюргазинском районе по теме «Осуществление преемственности начального и основного общего образования в условиях реализации ФГОС».

«Вестник образования» - единственное официальное издание Министерства образовании и науки Российской Федерации по вопросам общего образования, его издаёт Академия повышения квалификации и профессиональной переподготовки работников образования.
Кабирова*
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 26 янв 2017, 07:06

Re: Новости

Сообщение Кабирова* »

Габитова З.Г. писал(а):"Киске Өфө" гәзитенән
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы киләһе йылда ла дауам итәсәк.
29. Фәрит Иҫәнғоловтың "Хәмит күпере" хикәйәләр йыйынтығы - хеҙмәт, тыуған илгә һөйөү, уңғанлыҡ, ололар һүҙен тыңлау тураһында фәһемле әҫәрҙәр тупланған. "Хәмит күпере" хикәйәһе хәҙер мәкәп программаһына ла индерелгән.
30. Кәтибә Кинйәбулатованың "Атай тауышы" повесы - Бөйөк Ватан һуғышы осоронда йәшәгән балаларҙың тормошона арналған әҫәрҙе уҡыу йәш быуын өсөн үтә лә фәһемле буласаҡ.
31. Фәрзәнә Аҡбулатова "Атай икмәге" хикәйәләр йыйынтығы - был хикәйәләрҙе уҡып, геройҙар менән бергә илайһың да, ҡыуанаһың да. Китапҡа исем биргән хикәйәне уҡығанда һуғыш ваҡытындағы тыл тормошо, өлкәндәр менән бер ҡатар ауырлыҡтарҙы күтәргән балалар яҙмышы тураһында беләһең.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!
32. Р. Байбулатовтың "Кисеүҙә гармун тауышы" әҫәре бөгөнгө көндә беҙҙең замана йәштәре өсөн бик әһәмиәтле.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Новости

Сообщение Г.Д.Куватова »

Шиғриәт дәресе биргән шағир
Башҡортостан гәзите// Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
Шиғриәт дәресе биргән шағир Мин уны күберәге ҡыйыу фекерле өлкәндәр өсөн яҙған шағир тип белә инем. Сатирик әҫәрҙәре лә апаруҡ баҫылды “Башҡортостан” гәзитендә. Ә инде “Шиғриәт дәресе” тигән балалар өсөн йыйынтығын ҡулға алғас, Салауат Рәхмәтулла – балалар шағиры икән дә, тинем, үҙем өсөн уның был маһирлығын асып. Баҡтиһәң, был уның тәүге китабы ла түгел. Ғөмүмән, шағир бәләкәстәр өсөн бик күптәнән ижад итә икән.
“Ямғыр, яу, яу!”, “Быйыл мәк­тәпкә барам”, “Ҡуян ник ҡыҫҡа ҡойроҡло?” тигән йыйынтыҡ­тары ла балалар өсөн тәғә­йенләнгән. Балалар яҙыусыһы исемен йөрөткәндәрҙең ике төрө була: берәүҙәр балалар хаҡында өлкәндәр өсөн яҙа, икенселәр балалар үҙҙәре йә иһә ата-әсәһе менән уҡырлыҡ әҫәрҙәр ижад итә. Салауат Рәхмәтулла – һуңғыларынан. Ғәләмәт ҡы­ҙыҡ­лы табыштарға бай китап бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар күҙлегенән сығып яҙылған.
Иң тәүҙә китаптың исеменә иғтибар итәйек – “Шиғриәт дә­ре­се”. Тәү ҡарашҡа бик етди исем балаларға һүҙ сәнғәте аша тотош уратып алған мөхит хаҡында дәрес бирә икән дәбаһа. Бында бөтәһе лә бар – туған Башҡортостан тәбиғәте лә, йәнлектәр ҙә, йорт хайуандары ла, ғаиләләге, бәләкәс дуҫтар араһындағы мөнәсәбәт­тәр ҙә, милли уйындар ҙа. Китап балаларҙың донъяны танып белеүе менән беҙҙе, уҡыу­сыны, таныштыра, заман ҡыҙ­ҙары һәм малайҙарының тын алышын бирә. Нескә юмор менән яҙылған шиғырҙарҙы уҡып, йылмайып йә көлөп ебәргәнде һиҙмәй ҙә ҡалаһың.
Шиғриәт дәресе биргән шағир Мәҫәлән, “Дауаханала” ши­ғы­рында малай табиптың ҡылығына ғәжәпләнә:
Ниңә Һораны гел “А”ны,
“Б”, “В”лар – яратманы?!
Уҡый ҙа белә инем бит,
Уҡытып ҡаратманы.
Ә “Өләсәйем тыуған көн”, “Барометр” шиғырҙарында тап башҡорт халҡына хас сифаттар, йолалар һүрәтләнә. Бына уҡып ҡарағыҙ әле:
Өләсәй тыуған көн бөгөн:
Бауырһаҡтар бешерҙек.
Тыуған көнө менән ҡотлап,
Уға сәскәләр бирҙек...
Өләсәй ҙә мине һыйлай,
Туйһам да белдермәнем.
Ашаным, бер бөртөгөн дә
Иҙәнгә төшөрмәнем!
Иҫегеҙгә төштөмө ауыл­дар­ҙа бауырһаҡ бешергән күре­неш­тәр? Минең шунда уҡ хә­тергә килде. Сәнғәт әҫәренең балаларға милли мөхит кар­тинаһын тыуҙырыу менән бергә тәрбиәүи әһәмиәте хаҡында ла оҙон-оҙаҡ фекер йөрөтә алабыҙ был осраҡта. “Аҡ икмәк” шиғырында ла игенсе атаһы тураһында малайҙың тәьҫорат­тары менән танышабыҙ. Ә бит бөгөн һөт, икмәк магазинда үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә икән тип үҫкән ҡала балалары ла бар. Уларға ауыл малайының кисерештәре менән танышыу бик кәрәк. Беҙ балаларға ҡы­ҙыҡлы ғына түгел, ана шул уйын аша ла фәһем булырҙай, тәрбиәүи әһәмиәтле әҫәрҙәр ҙә яҙырға бурыслыбыҙ.
“Барометр” шиғырындағы көлкөлө хәл аша юрауҙар, һынамыштар менән дә осра­шабыҙ:
“Көн һыуытыр!” – ти өләсәй,
Бесәй мейескә керһә.
“Көн йылытыр!” – ти иҙәндә
Йоҡлап ятҡанын күрһә.
Иртәгә көн һыуыҡ була,
Өйөңдә генә ултыр:
Бесәй мейескә һикерҙе,
Бесәй – ул барометр!
Бер ғаиләлә, туған­дар булып үҫкән ба­ла­ларҙың яҡты тойғолары ла сағы­ла был китап биттәрендә. “Үҫкән” ши­ғы­рын уҡып берсә кө­лөп, берсә үҙе­беҙҙең бә­ләкәс саҡ­тарҙы хәтер­ләп алдым. Хәйер, әле лә бер туған­дар ғына түгел, нәҫел-нәсәп, ауылдаш балалар бер-бере­һенең кейемен кейеп үҫә ул. Ағаһының ҙура­йыбыраҡ киткәненә һоҡ­ланған малай ши­ғыр­ҙың һуңғы куплетында бына нимә ти:
Былтыр кейгән кейемдәре
Быйыл бит һыймаған да:
Улар – миңә таман, кейәм,
Урамда уйнағанда.
Ябай, балалар теле, нескә юмор менән яҙылған был йыйынтыҡты беҙ кескәй улым Азамат менән яратып уҡып сыҡтыҡ. Ысынбарлыҡҡа балалар күҙе менән баҡҡан ав­торҙың шиғырҙары минән бигерәк кескәй уҡыусының күңеленә бик хуш килде. Яҡ­шылыҡты, матурлыҡты күбе­рәге малайҙар, ҡыҙҙар ҡарашы аша сәнғәт теле менән әйтә С. Рәхмәтулла. Тәү ҡарашҡа бик еңел яҙылған кеүек булһа ла был шиғырҙар, бәләкәстәр өсөн ижад итеү айырым бер оҫта­лыҡ талап иткәнен ижад донъя­һын нескә тойған һәр кем аңлай торғандыр. “Ҡөрьән һүҙ­ҙәре”, “Әссәләмәғәләйкүм!” ти­гән шиғырҙар аша йәш быуын­да дини, иман тәрбиәһе хаҡын­да үҙенсәлекле һүҙен әйтә автор. “Ауыл музейына – көйән­тә”, “Футбол уйнағанда”, “Туң­дыр­малар”, “Утын киҫтек”, “Сү­кеш” тигәндәре лә балаларҙы уйын-көлкө, үҙҙәрен уратып алған шөғөлдәр, саралар аша тәр­биәләй. Хәйер, шағир һәр ши­ғырға ябай тел менән мәң­гелек төшөнсә орлоҡтарын оҫта ғына итеп һала белгән. “Һыйыры­быҙға – ун өс йәш”. Бик ҡы­ҙыҡлы ғына, хатта көл­кө­лө исемле шиғыр, әммә унда шулай уҡ күҙәтеүсәнлек өлгөһө генә түгел, өлкәндәр әйткәнен иҫендә ҡалдырған малайҙың ҡы­ҙыҡһы­ныусанлығы ла сағы­ла:
Һыйырыбыҙға – ун өс йәш,
Кәзәбеҙгә ун тула...
Улар – һөйләшмәй...
йәштәрен
Нисек белдең, Миңнулла?
Һөйләшмәйҙәр шул –
йәштәрен
Беләбеҙме ҡалай беҙ? –
Мөгөҙҙәрҙә – йыл ҡулсаһы,
Ҡулсаларын һанайбыҙ!..
Вәт! Белдегеҙме бына нин­дәй шуҡ, тәртип боҙорға ла аптырап тормаған, әммә донъя­ны үҙенең кисерештәре аша асырға ынтылған бәләкәстәр донъяһын нисек тасуирлай яҙыусы.
Башҡортостандың матур тәбиғәтен генә түгел, түбәтәй кейгән малайҙарҙы, түшел­деректәр таҡҡан инәйҙәрҙе оҫта һүрәтләгән рәссам Марат Ғәйнетдинов та китапты уҡыу­сы күңеленә еткереүҙә үҙ өлөшөн һалған.
Тағы ла бер мөһим нәмә хаҡында әйтергә онотоп торам: шиғырҙар сатнап торған рифмалар ҡулланып, ҡыҫҡа итеп яҙылған. Бәләкәстәр өсөн был да мөһим. Һыу буйлыҡ шиғыр ятлағансы, улар өс-дүрт, ҡай саҡ хатта ике куплетлыҡ образлы картиналарҙы тиҙерәк иҫендә ҡалдырасаҡ. Юҡҡа ғына был ғүмерҙе матур бер шиғырға тиңләмәйҙәр, күрәһең. “Шиғриәт дәресе” китабы был хаҡта хатта балаларҙың да күңеленә һала ала.
Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»