Методическая копилка
-
Котова Д.Г.
- Сообщения: 97
- Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40
Re: Методическая копилка
Мәктәптә Фатих Кәрим иҗатын өйрәнү
Л.Р. КУСАБКУЛОВА,
Бишбүләк районы Ф. Кәрим исемендәге Ает мәктәбе укытучысы
Укучыларга милли һәм әхлакый тәрбия бирүдә матур әдәбиятның роле зур. Безнең поэзия фронтовик шагыйрьләргә бай. Иң популяр шагыйрь кем дип сорасалар, Фатих Кәрим дияр идем мин. Аның исеме бик күп сугыш корбаннары арасында югалып калмады. Шагыйрьнең тормышы, бигрәк тә сугыш юлы, үсеп килүче буында патриотик хисләр тәрбияләүдә булышлык итә. Укытучы бүгенге заман баласын милли традицияләрнең дәвамчысы, хезмәт сөючән, иҗади фикерләүче итеп тәрбияләргә тиеш. Фатих Кәрим иҗаты шушы максатка ирешү өчен уңай җирлек булып тора.
Мин патриот-шагыйрь туган ямьле Ает авылыннан. Балачагым ул туган-үскән урамда үтте. Фатих Кәрим исемен йөрткән мәктәптә эшлим. Шагыйрьнең 1971 елда ачылган йорт-музеенда укучылар белән еш булабыз. Кайда гына барсам да, данлыклы якташым белән горурлану хисе кичерәм.

Мәктәп алмаштырыу баш ауыртыуына әйләнмәһен
Ил төбәктәре араһында Башҡортостан күп милләтле булыуы менән айырылып тора. Беҙҙең мәктәптәрҙә дәрестәр алты телдә алып барыла, 14 тел айырым предмет булараҡ өйрәнелә. Ошондай ҡаҙанышҡа өлгәшкән төбәктең “Дөйөм мәғарифтың федераль белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу: этномәҙәни һәм милли үҙенсәлектәр иҫәпкә алынған идаралыҡ аспекты” темаһы буйынса үткәрелгән Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһенең майҙансығы тип һайланыуы, әлбиттә, осраҡлы түгел.
Төрлө милләт вәкилдәре ғүмер иткән, шул уҡ ваҡытта уларҙың берәүҙәре – ҡалала, икенселәре ауылда йәшәгән осраҡта уҡытыу-тәрбиә эшен нисек ойошторорға? Бындай үҙенсәлеккә эйә төбәктә дөйөм белем биреү стандарттары ниндәй шарттарға нигеҙләнергә тейеш? Берәй балаға икенсе мәктәпкә күсергә тура килһә, ул уҡыуын шул уҡ программа буйынса дауам итә аламы? Дәреслектәр бер үкме?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө мәғарифта ошо йәһәттән ҡатмарлыҡтар бар. Сәбәбе – илдә этномәҙәни һәм милли үҙенсәлектәр иҫәпкә алынған дөйөм белем биреү стандарттары юҡ кимәлдә. Педагогик йәмғиәт ошо мәсьәләне бергәләп яйға һалмаҡсы. Шулай итмәйенсә һәр милләттең мәнфәғәттәрен яҡлау мөмкин булмаясаҡ.
Уҡытыу программаһы үҙгәргән хәлдә, әлбиттә, дәреслектәр элеккесә ҡала алмай. Уларҙың яңы федераль исемлеген төҙөүҙе ошо арала башлау планлаштырыла. Әсбаптар йөкмәткеһе, стандарттарға, яҡынса программаларға ярашлылығы буйынса һайланасаҡ. Юғиһә әле уларҙың иҫәп-хисабына сығырлыҡ түгел. Әйтәйек, ил буйынса башланғыс мәктәптәрҙә 434 дәреслек ҡулланыла. Улар араһында технологиянан һәм физкультуранан – алтмышар әсбап. Ошондай хәлдә мәғарифта дөйөм маҡсатҡа ынтылыш тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкинме? Мәктәптәрҙә берҙәм йүнәлеш юҡ икән, киләсәктә мөһим тармаҡтар нисек үҫешер, төрлө яҡҡа тартҡыланыуҙан үтә алырмы?
Әлеге мәсьәлә тәрбиәгә лә ҡағыла. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Алексей Благинин белдереүенсә, был йәһәттән яңыртылған программа тиҙҙән барлыҡ мәктәптәргә индереләсәк. Башланғыс кластарҙың яңы стандарттарға тулыһынса күсеүен күҙ уңында тотоп, улар өсөн берҙәм тәрбиә йүнәлешен быйыл уҡ булдырыу планлаштырыла. 2018 йылға дөйөм программа әҙерләнәсәк. Эштә төп маҡсат шул: яңы стандарт балаларға ла, уҡытыусыларға ла, ата-әсәгә лә аңлайышлы, уртаҡ бурыстарға йүнәлтелгән булырға тейеш. “Юғиһә әле, мәҫәлән, хеҙмәт йәки әхлаҡи тәрбиә тураһында күп һөйләйбеҙ, ә уларҙың йөкмәткеһе, нисек тормошҡа ашырылырға тейешлеге хаҡында аныҡ тәҡдим-белешмәләр юҡ. Ошо йүнәлештәрҙе йөкмәтке менән тулыландырыу эшен алып барабыҙ”, – тип белдерҙе департамент директоры урынбаҫары.
Уҡытыу һәм тәрбиә эшендә берҙәм федераль стандарттар булдырыу, һис шикһеҙ, йәш быуын күңеленә берҙәм милләт рухы һалыу йәһәтенән дә отошло, тип билдәләй педагогик йәмғиәт вәкилдәре. Ләкин уларҙы булдырғанда, алда әйтелгәнсә, илдең төрлө милләткә ҡараған тулы хоҡуҡлы граждандарының этномәҙәни үҙенсәлектәре иҫәпкә алынырға тейеш. Юҡһа башланғыстың һөҙөмтә бирмәҫе, мәғариф тармағына яңы проблема, “баш ауырыуы” өҫтәлере көн кеүек асыҡ.
(Дилбәр ИШМОРАТОВА)

Диктант текстлары
Ипекәй
Бала, теле ачылганда, иң беренче «әннә», «мәммә» сүзләрен әйтә. Ана һәм ризык. Ана – җан бирүче, ә ризык – яшәтүче. Ана белән ризыктан башка җир йөзендә тереклек булмас иде.
Ризык дигәнебез, беренче чиратта, ул – икмәк. Икмәк барлык ризыклардан өстен тора, бик күп ризыклар икмәктән башлана, икмәккә кайтып кала. Икмәк булмаса, иң зат, иң бәяле әйберләрнең дә кыйммәте бетә.
Мин үзем икмәкне кеше өчен иң кирәкле ризык итеп кенә түгел, ә илнең иң зур байлыгы, дәүләтнең төп куәте дип тә саныйм. Чыннан да, илдә, дәүләт кулында икмәк җитәрлек булмаса, халык тук, бөтен яши алыр идемени?
Икмәк җитмәгән елларны без күреп уздырдык. Аның нәрсә икәнен яхшы беләбез, алтын бәрабәренә әллә кайлардан китертергә туры килде ул икмәккәйне.
Халык икмәкнең кадерен кытлык елларында гына түгел, һәрвакытта, иң уңган чакларында да бик яхшы белгән. Ул аны юкка-барга әрәм-шәрәм итмәгән, саклап тоткан, ничек тә запас белән торырга тырышкан. Чөнки ел елга охшап килми, быел бар, ә киләсе елда аның уңмавы, аз булуы мөмкин. Безнең татар халкында исә икмәккә хөрмәт аеруча зур иде. «Ипекәй» дип кадерләп кенә йөртә иде ул аны.
Безнең беренче ризыгыбыз булган икмәккә кеше игътибары, кеше мәхәббәте кирәк. Бары шул чакта гына муллыкка ирешеп булачак.
(Ә.Еники)

Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү алымын ҡулланыу
Дәрестәрҙә образлы һәм ижади фекрләү алымдары йыш ҡулланыла. Әммә тәнҡитле фекрләү тибын ҡулланыу һирәгерәк осрай. Был - Ҡушма Штаттар ғалимдары Дженни Стилл, Чарлз Теплдар тарафынан уйлап табылып, ҡулланылышҡа ингән алым.
Яҙыу һәм уҡыу аша уҡыусының фекерләүен тәнҡит күҙлегенән үҫтереү уҡыу барышында аңлашылмаған һорауҙарҙы, проблемаларҙы хәл итеүгә, теманы асыҡлауға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә ситтән ҡарағанда күренмәгән дә һымаҡ башҡа проблемаларҙы табып, уны үҙенсә асыҡларға ярҙам итә. Тәнҡитле фекерләү алымын айырыуса әҙәбиәт дәрестәрендә ҡулланыу отошло тип иҫәпләйем.
Тәү ҡарашҡа ябай ғына кеүек күренһә лә, уҡыусының тәнҡитле фекрләүен үҫтереү – ҡатмарлы эш төрө. Сөнки бала түгел, хатта өлкәндәр ҙә информацияны тәнҡит күҙлегенән ҡабул итергә ҡыйынһына.
Тәнҡитле фекрләүҙең моделе өс этаптан тора.
I. Күҙаллауҙы актуалләштереү.
II. Белемде үҙләштереү.
III. Рефлексив анализ.
Беренсе этаптың төп бурысы – хәл ителәсәк проблеманы асыҡлау маҡсатында, алда өйрәнелгән темаға таянып, уҡыусы эшмәкәрлеген актуалләштереү. Дәрестең был этабында уҡыусыларҙың белеме баһаланмай.

Викториналар
1. Мин- яҙ айы,
Табып ҡара,
Хәҙер – мин аш,
Ҡабып ҡара.
(Май-май.)
2. «Теймә» тигән һүҙҙер мин,
Тейһәң, һис кем маҡтанмаҫ,
Хәҙер ултырам көҙөн,
Ҡыҙарып бешеп баҡсала.
(Алма – алма.)
3. «Йөҙ» тип тә әйтәләр миңә,
Булам кешелә, башта.
Буламын дәфтәр, журналда,
Хатта һәр бер китапта.
(Бит – бит.)
4. Марат бармаҡтарын бөкләй,
Ул усын ни эшләтә?
Һәр кем аҙнаның бер көнөн
Ошо һүҙ менән әйтә.
(Йома-йома.)
5. Аяҡтың мин – аҫ өлөшө,
Тор ҙа һин баҫып ҡара,
Хәҙер мин – балыҡ исеме,
Уйла ла табып ҡара.
(Табан – табан.)
6. Ауыҙ эсендә мин торам,
Һүҙ һөйләп тешкә тейеп,
Хәҙер бына башҡаса әйт,
«Икмәк киҫ әле», - тиеп.
(Тел-тел.)
7. Ҡар һыуы юлын балалар,
Туҡтатырға итәләр,
Туҡтап, күбәйгән һыуҙарҙы
Шул һүҙ менән әйтәләр.
(Быуалар – быуалар.)
1. Мин- яҙ айы,
Табып ҡара,
Хәҙер – мин аш,
Ҡабып ҡара.
(Май-май.)
2. «Теймә» тигән һүҙҙер мин,
Тейһәң, һис кем маҡтанмаҫ,
Хәҙер ултырам көҙөн,
Ҡыҙарып бешеп баҡсала.
(Алма – алма.)
3. «Йөҙ» тип тә әйтәләр миңә,
Булам кешелә, башта.
Буламын дәфтәр, журналда,
Хатта һәр бер китапта.
(Бит – бит.)
4. Марат бармаҡтарын бөкләй,
Ул усын ни эшләтә?
Һәр кем аҙнаның бер көнөн
Ошо һүҙ менән әйтә.
(Йома-йома.)
5. Аяҡтың мин – аҫ өлөшө,
Тор ҙа һин баҫып ҡара,
Хәҙер мин – балыҡ исеме,
Уйла ла табып ҡара.
(Табан – табан.)
6. Ауыҙ эсендә мин торам,
Һүҙ һөйләп тешкә тейеп,
Хәҙер бына башҡаса әйт,
«Икмәк киҫ әле», - тиеп.
(Тел-тел.)
7. Ҡар һыуы юлын балалар,
Туҡтатырға итәләр,
Туҡтап, күбәйгән һыуҙарҙы
Шул һүҙ менән әйтәләр.
(Быуалар – быуалар.)
-
Котова Д.Г.
- Сообщения: 97
- Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40
Re: Методическая копилка
Омонимдарҙың мәғәнәһен асыҡлау өсөн текстар
Наилә бөгөн үҙе йыуҙы керҙе,
Бөтә керҙе бер үҙе элеп керҙе.
Ш.Биҡҡол.
Нури, күреп минең яңы эйәрҙе,
Бер аҙым да арттан ҡалмай эйәрҙе.
Ш.Биҡҡол.
Күршеңдең баҡсаһында бешә алма,
&ҙең ү6термәгәс, уны өҙөп алма.
Н.Иҙелбай.
Беҙ осабыҙ. А6та ауыл-ҡалалар
Беҙгә хәйерле юл теләп ҡалалар.
Ш.Биҡҡол.
Тай был һүҙгә ауыҙ йырҙы:
- Таптың, алйот, маҡтар йырҙы!
Оҡшатманы тауыҡ йырҙы,
Кетәгенә инеп тайҙы.
Б.Рафиҡов.
Ел күтәргәс ҡойондо,
Гөл туҙанға ҡойондо.
С.Муллабаев.
Комбайн иңләп ҡырҙы
Ба6ыуҙың сәсен ҡырҙы.
С.Муллабаев.
Айырылып ҡалған ҡуй,
Көтөүгә, тим, ҡушып ҡуй.
Н.Иҙелбай.
Оноттом күргән төштө,
Көскә хәтергә төштө.
С.Муллабаев.
Ҡара ятма6 булһаң ғына
Яҡты йөҙгә,
Шат йәшәрһең, йәшең хатта
Етер йөҙгә.
Н.Иҙелбай.
Һүндермә6 өсөн утын
ө6тә усаҡҡа утын.
(.Исхаҡ.
Наилә бөгөн үҙе йыуҙы керҙе,
Бөтә керҙе бер үҙе элеп керҙе.
Ш.Биҡҡол.
Нури, күреп минең яңы эйәрҙе,
Бер аҙым да арттан ҡалмай эйәрҙе.
Ш.Биҡҡол.
Күршеңдең баҡсаһында бешә алма,
&ҙең ү6термәгәс, уны өҙөп алма.
Н.Иҙелбай.
Беҙ осабыҙ. А6та ауыл-ҡалалар
Беҙгә хәйерле юл теләп ҡалалар.
Ш.Биҡҡол.
Тай был һүҙгә ауыҙ йырҙы:
- Таптың, алйот, маҡтар йырҙы!
Оҡшатманы тауыҡ йырҙы,
Кетәгенә инеп тайҙы.
Б.Рафиҡов.
Ел күтәргәс ҡойондо,
Гөл туҙанға ҡойондо.
С.Муллабаев.
Комбайн иңләп ҡырҙы
Ба6ыуҙың сәсен ҡырҙы.
С.Муллабаев.
Айырылып ҡалған ҡуй,
Көтөүгә, тим, ҡушып ҡуй.
Н.Иҙелбай.
Оноттом күргән төштө,
Көскә хәтергә төштө.
С.Муллабаев.
Ҡара ятма6 булһаң ғына
Яҡты йөҙгә,
Шат йәшәрһең, йәшең хатта
Етер йөҙгә.
Н.Иҙелбай.
Һүндермә6 өсөн утын
ө6тә усаҡҡа утын.
(.Исхаҡ.
-
Котова Д.Г.
- Сообщения: 97
- Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40
Re: Методическая копилка
Лагерҙағы һөйләшеү
Һағынбай менән Һунарғол пионерҙар лагерында танышты.
- Исемең кем? – тип һораны Һағынбай яңы иптәшенән.
- Ҫунарғол, - тип яуап бирҙе тегенеһе. – Ә ҫинеке?
- Һағынбай.
- Ә-ә, Ҫағынбай! Бик матур исем! – тип маҡтаны Һунарғол. – Ә ҫеҙнең ауыл ҡайҫы ҫыу буйына ултырған?
- Һаҡмар буйына, - тине Һағынбай.
- Ә-ә, Ҫаҡмар! – тине Һунарғол. – Ә беҙҙең ауыл Дим буйында.
- Һеҙ башҡортмо? – тип һораны Һағынбай.
- Эйе.
- Ә ниңә дөрөҫ һөйләшмәйһегеҙ? «Һ» тиәһе урынға «Ҫ» тиһегеҙ.
- Юҡ, - тип бәхәсләште Һунарғол. - Ҫеҙ үҙегеҙ дөрөҫ ҫөйләшмәйҫеҙ. «Ҫ» тиәһе урынға «һ» тиҫеҙ…
Бәхәс, бәлки, бик оҙонға китер ине. Пионервожатый аңлатып бирҙе.
- Башҡортостандың төрлө ерҙәрендә йәшәгән халыҡтарҙың һөйләштәре араһында ҡайһы бер айырмалар бар. Бер төрлө итеп дөрөҫ һөйләшеү һәм дөрөҫ яҙыу өсөн уртаҡ әҙәби тел барлыҡҡа килтерелгән. Китаптар, газета-журналдар шул уртаҡ әҙәби телдә сығарыла. Радио әҙәби телдә һөйләй. Мәктәптәрҙә дәрестәр әҙәби телдә алып барыла. Ҙур йыйылыштарҙа, барыһы ла дөрө6 аңлаһын өсөн, һүҙ әҙәби телдә һөйләнә. Бөтә башҡорт халҡы өсөн уртаҡ булған әҙәби телдә һөйләшергә өйрәнергә кәрәк, - тине ул.
Ф.И6әнғолов.

%ндәрҙе дөрө6 әйтеү
Ҡара ҡарғаның ҡара балаһы
Ҡасандыр ҡараташ ҡуйынындағы ҡайынлыҡта ҡара ҡарғалар оя ҡорғандар. Ҡараңғы төндә ике ҡара ҡарға, ҡараңғы булыуға ҡарама6тан, ҡарҡылдарға керешкән.
- Ҡар-р-р-р! Ҡар-р-р-р!
- Ниндәй ҡайғы бар? Бар? – тигәндәр ҡара ҡарғалар.
Ниңә шулай тамаҡтары ҡарлыҡҡанға ҡәҙәр ҡарҡылдағандар һуң ҡарғалар? Ҡара ҡарғалар ҡара ҡарағат кеүек ҡап-ҡара балаларын ҡайҙалыр юғалтҡандар. Ҡара ҡарғаларҙың күҙ ҡараһы кеүек ҡап-ҡараҡайҙарының ҡап-ҡара ҡанаты ҡойолған. Шунан ҡап-ҡара бер ҡауырһыны төшөп ҡалған булған.
- Ҡап-ҡара балабыҙға ҡомһоҙ ҡоҙғон ҡаныҡҡанмы икән? – тип ҡаңғырғандар ҡара ҡарғалар.
- (ллә ҡыян ҡарсыға ҡурҡыттымы икән?
Ҡарт ҡара ҡарғалар бер-берһенә ҡарашҡандар ҙа ҡап-ҡараҡайҙарын ҡарағайлы ҡара урман артынан эҙләп ҡарағандар. Ләкин ҡәҙерле балаларын таба алмағандар. Ҡараңғыға ла ҡарама6тан, ҡайғырып ҡара урман артына ҡырылмаһа ҡырҡ тапҡыр ҡат-ҡат осоп ҡарағандар ҡара ҡарғалар.
( уларҙың ҡорҙаш ҡара ҡарғалары, ҡараңғылыҡтың ҡәҙерен белеп, ҡомһоҙланып йоҡлай биргәндәр. ( тынысһыҙ баяғы ике ҡара ҡарға балаларын эҙләп ҡараған, ләкин таба алмаған. Ҡайғырышып ҡара ҡарлуғастан:
- Ҡара ҡарағат кеүек ҡап-ҡара балабыҙҙы күрмәнеңме? – тип һорап ҡарағандар.
- Юҡ, күрмәнем, - тигән ҡарлуғас. ( ҡара ҡарғалар, ҡарҡылдашып тағы ла ҡара урманға инеп юғалғандар. Ҡап-ҡара төндә ҡара урман ҡуйынында, ҡарсыға осраған. Ул да:
- Күрмәнем, - тигән.
Ҡара ҡарғалар, ҡайғыра-ҡайғыра, ҡурҡыша-ҡурҡыша, ҡайтһалар, ҡап-ҡара балалары ҡарама ботағына ултырғандар ҙа:
- Ҡар! Ҡар! - тип ҡысҡырышалар икән.
Ҡара ҡарғаның ҡараҡайҙары ҡара төндө яңылыш оянан йығылып төшкән булған. Ҡап-ҡара ҡанатлы, ҡара ҡарағат кеүек ҡап-ҡара балаларына ҡарай-ҡарай шатланғандар ҡара ҡарғалар.

Диктант
Сәскә ғүмере
Һуғыш барған ваҡыт, ауылда ир заты юҡ. Эштең ауыры ла, еңеле лә ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро иңенә төшә.
Бесән өмәһенә сыҡҡанбыҙ. Апай-еңгәләр, ү6мерҙәр бер-бер артлы төшөп алғандар ҙа мәрәкәләшеп һелтәйҙәр генә.
Фазулла бабай бесәнселәрҙе салғы тоторға, ҡырҡып сабырға, әйләндерә һелтәргә өйрәтеп йөрөй. Сабылған ерҙе ҡараған сағында, ул бер салғысының уйҙыҡ-уйҙыҡ үлән ҡалдырып китеүен күреп ҡала. Таҡыр ғына итеп сабылып килгән ерҙә бер услам үлән һерәйеп ултырыуы бик ғәжәпкә ҡалдыра ине. Кемдең эше икәненә төшөнә алмай аҙаплана. Был кешене табып орошмаҡсы йә өйрәтмәксе була. Ҡарап йөрөй торғас, бының Сәрби еңгәнең эше икәнен һиҙеп ала. Тик ни ғәжәп һуң был: ул бит ҡатындар араһында иң о6та саба торған кеше, хатта салғыһын да үҙе сүкей белә.
Фазулла бабай Сәрби еңгә ҡалдырып киткән үлән өйкөмдәрен барып ҡарай һәм унда алһыу, ҡыҙыл, аҡһыл зәңгәр сәскәләрҙең баҙырлап ултырғанын күрә лә баяғы уйынан ҡайта. Сәскә ғүмерен оҙайтырға тырышҡан Сәрби еңгәне орошорға уның ҡыйыулығы етмәй.

Алмағас
Уймаҡ хикәйәләр
Ҙур төҙөлөш бара. Таш, ҡом тейәгән машиналар үтеп тора, тракторҙар ерҙе аҡтара. Баҡса эсе оло юлға әйләнгән. Кемдеңдер мәрхәмәте менән шунда бер алмағас ултырып ҡалған. Барыһы ла уны урап үтә. Тирә-яҡтағы ерҙең ташҡа әйләнеүенә лә, болот-болот булып саң бөркөлөүенә лә иғтибар итмәгәндәй, был ағас шау сәскәгә төрөнөп ултыра бирә.
Йорт та төҙөлөп бөттө, унда кешеләр йәшәй башланы. Барыһы ла был яңғыҙ алмағастың тороп ҡалыуына ғәжәпләнде. Тик берәү ҙә уның әсе яҙмышын уртаҡлашманы. Ағастың ботаҡтарына кер бауҙары бәйләнеләр, ауыр-ауыр келәмдәр элеп ҡаҡтылар, шуҡ малайҙар осона тиклем үрмәләне. Кемдер уның төбөндәге ҡара тупраҡты ҡаҙып алып китте.
Был йәберҙе күтәрә алманы ағас, әкренләп ҡороно, һәләк булды.
Уны йәшәтергә күп тә кәрәкмәй ине бит.