Методическая копилка
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Методическая копилка
Хөрмәтле коллегалар! 8-се класта А.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһын өйрәнеү һәм инша яҙыу буйынса дәрес эшкәртмәһе тәҡдим итәбеҙ.
Маҡсат:
1)Рәссам А Кузнецовтың ижады менән танышыу;
2) А.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһын үҙләштереү;
3) уҡыусыларҙа тыуған яҡҡа, уның үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу: А.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһы.
Дәрес барышы:
1. Картинаның ҡатмарлылығына ҡарап, уҡыусыларға картинаны күҙәтеү өсөн бер ни тиклем ваҡыт бүленә. (Үҙ аллы картина менән танышыу ваҡытында уларҙаң иғтибарын бүлергә ярамай). Картинаны ҡарап бөткәндән һуң һорауҙар ярҙамында әңгәмә ойошторола.Һорауҙар бәйләнешле булырға һәм бер-береһен тулыландырып килергә, билдәле бер маҡсатҡа йүнәлтерергә һәм артабан хикәйә төҙөү өсөн план ролен үтәргә тейеш.
2. Картина менән эшләгәндә план төҙөү мөһим. Ул уй-фекерҙе тртипкә һала, әйтергә теләгән фекерҙе ҡыҫҡа һәм асыҡ итеп офрмалаштырырға ярҙам итә. План уҡыусылар менән берлектә төҙөлә. План төҙөлгәс, телдән һөйләү этабына күселә.
3. Картина буйынса эш инша яҙыу менән тамамлана. Уҡыусылар дәрестә анализланған тексты дәфтәргә яҙалар. Инша яҙыубарышында уҡыусы яңы һүҙҙәргә иғтибар итә, аҙ ҡулланыла торған һүҙҙәр уның актив һүҙлегенә инә башлай.
4. Ижади яҙма эшкә тиклем өйрәтеү төрөндәге күнегеүҙәр эшләү бик мөһим. Баштараҡ иншаны хикәйәләү характерында, сюжетлы һүрәттәр буйынса яҙырға кәрәк. Уҡыусылар был осраҡта төп фекерҙе, әйҙәп барыусы идеяны тиҙ тотоп алалар. Улар түбәндәге күрһәтмәгә таянып эш итәләр:
1) бындай эш төрө инша яҙыуҙа эҙмә-эҙлелекте, үҙ фекереңде теүәл итеп биреүҙе талап итә;
2) иншаның исеме ҡыҫҡа һәм конкрет булырға тейеш;
3) картинала һүрәтләнгән ваҡиғаның ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа барыуын күрһәтеү мотлаҡ;
4) әҫәрҙәге образдарға исем бирелһен;
5) йөкмәткене хәҙерге замандан һөйләү отошло. Ваҡиғаны беҙҙең күҙ алдында барған кеүек һүрәтләү, хикәйәләүгә йәнлелек өҫтәй.
А.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһы буйынса инша яҙыу өлгөһө тәҡдим ителә.
уҡытыусы өсөн белешмә:
Башҡорт халҡының милли геройының образын бик күп рәссамдар һынландырҙы: А.Лежнев, Ғ.Мостафин, А.Кузнецов, Р.Ишбулатов, Р.Нурмөхәмәтов, Ә.Лутфуллин, П.Гаврилов, В.Мещеряков һәм башҡалар. Улар Салауатты бала сағында, ихтилал һәм каторгала ваҡытында һүрәтләне.
Шулар араһында иң яҡшыларҙан тип “Салауаттан һорау алыу” картинаһын әйтеп үтергә кәрәк. Был әҫәрҙе БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Алексеә кузнецов 1953-1955 йылдарҙа ижад итә. Картина бик көслө тәьҫир ҡалдыра.
Салауат ҡараңғы бүлмәлә үҙенән һорау алыусылар алдында ғорур баҫып тора. Уның рухы һынмаағн. Баш бирмәҫ, батырҙарса ҡарашыдошмандарын көйҙөрә. Үҙе өсөн уҡрҡмай, береһен дә һатмаясаҡ. Палачтар утта ҡыҙҙырып ҡурҡыныс ҡоралдарын әҙерләй. Уларға эштәрен башларға ым ғына кәрәк. Өҫтәл эргәһендә дүрт кеше, ләкин икәү генә һорау ала. Креслола бер оло түрә ултыра. Ул бер үк ваҡытта ҡыҙыҡһынып та, күрә ламаусанлыҡ менән дә Салауатты күҙәтә. Сөнки был кеше тураһында батшабикәгә, атаһы менән икәүһе “башҡорттарҙың иң баш юлбашсыһы” тип еткергәндәр. Уның эргәһендә тәржемәес ярамһаҡланып эйелгән, алға ынтылған. Уның йыртҡыстарса йөҙө асыу менән йыйырылған.
Улар хәҙер ҡәнәғәт. Ихтилал баҫтырылған. Баш күтәреүселәрҙе ҡаты яза көтә. Һәм, әлбиттә, теләһә ниндәй юлдар менән Салауатты һындырырға, тәүбә иттерергә кәрәк.
Ләкин улар бик яңылыша. Салауат үҙен батырҙарса тота. Яуҙаштарының береһен дә һатмай.
Салауат образы өҫтөндә А.Кузнецов 1950 йылдар башында эш башлай. Уның тураһында фәнни һәм художестволы әҙәбиәт менән таныша. Алексей Александровичҡа С.Злобиндың “Салауат Юлаев” романы бик оҡшай. Картинаның натураһын рәссам эҙләй. Ленинградҡа, Петропавловкс крепосына бара. Хатта үҙен камераға бикләүҙәрен үтенә. Алексеевск равелиндарының казематтарында ла була. Картинаның һуғыш вариантындағы таш аркалар тап шунан алынған да инде.
Салауат Юлаев образы – йыйылма образ. Рәссам үҙ геройын Арыҫлан Мөбәрәкһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Уның үҙе әйтеүенсә, Салауатында “Мөбәрәковтың һын-һыйпаты сағыла”. Рәссамға медицина институтының бер студенты, Киевтан килгән рәссам корей Коля Хан позировать итә.
Был картина 1955 ыйлда Мәскәүҙә үткән Башҡорт АССР-ының һынлы сәнғәт һәм халыҡ ижады күргәҙмәһендә юғары баһа ала. Һуңғараҡ ошо картина менән почта открыткаһы сығарыла. “Салауаттан һорау алыу” картинаһы күп тапҡыр төрлө күргәҙмәлә сығыш яһай.(В.В.Сидоров)
1)Инеш һүҙ аша уҡыусыларҙы картинаның йөкмәткеһен ҡабул итеүгә әҙерләү. Әңгәмәлә С.Юлаев образына яҙыусылар ғына түгел, рәссамдарҙың да мөрәжәғәт итеүе тураһында әйтеләһәм уҡыусыларҙың иғтибары картиналарға йүнәлтелә. Был әҫәрҙә Салауат азатлыҡ өсөн ҡыйыу һуғышсы, шул уҡ ваҡытта нескә йөрәкле шағир-импровизатор итеп һынландырыла. Уның ҡурҡыу белмәҫ батырлығы А.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһында айырыуса асыҡ сағыла.
2) Инеш әңгәмәнән һуң картина ҡарала. Идея –йөкмәткеһен асыҡлау өсөн һорауҙарға яуаптар алына. (Картинала һүрәтләнгән күренеш С.Юлаев тормошоноң ҡайһы осорона тура килә? Салауат Юлаевтан һорау алған урынды һүрәтләгеҙ һ.б) Артабан картинаны ҡарауҙан тыуған тәүге тойғолар, фекерҙәр менән уртаҡлашып, анализға күсеп кителә.
1) Инша яҙыу алдынан һүҙлек эше үткәреү мөһим:
а) аңлашылмаған һүҙҙәрҙе таҡтаға яҙыу: ғорур, ҡыйыу, үткер ҡараш, ялсылар, язалаусылар, баһадир, түрә, баһадир һ.б.
б) тәҡдим ителгән исемдәргә эш-хәрәкәтте белдергән һүҙҙәр өҫтәп яҙырға: Салауат Юлаев…(ныҡ баҫып тора, үҙен ҡыйыу тота, ҡулы артҡа шаҡырып бығауланған, ҡырын баҫып тора); батша ялсылары…( һорау лалар, әңгәмәләшәләр, асыуланалар, береһе урынына тороп киткән) һ.б.
в) түбәндәге һүҙҙәргә сифаттар табырға: Салауаттың кәүҙәһе (тура), Яурыны (киң), ҡарашы (үткер), ҡаштары (ҡара);
г) һүҙҙәрҙе тәржемә итергә: допрос, наказание, палач, писарь, цепь, одежда, взгляд, гордый һ.б.
2) Салауат Юлаевты һүрәтләү.
3) Һорау алыусыларҙы һүрәтләү.
4) С.Юлаевтың берәй шиғырынан (йәки башҡа әҫәренән) картина йөкмәткеһенә тап килерлек цитата һайлау.
5. План төҙөп, уны дәфтәргә һәм таҡтаға яҙыу.
1. Картинала һүрәтләнгән күренеш Салауат Юлаев тормошоноң ҡайһы осорона тап килә?
2. Салауаттан һорау алған урынды тасуирлағыҙ.
3. Һорау алыусы батша ялсыларының ҡиәфәттәре ниндәй?
4. Палачтар ни өсөн С.Юлаевты язаларға әҙерләнә.
5. Рәссам Салауаттың кәүҙәһен нисек һүрәтләй?
6. Салауатты ниндәй итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ?
7. Салауаттың һорау алыуға тәүге тапҡыр килеүен нимәгә ҡарап белеп була?
8. Картинала геройҙы һүрәтләүгә ниндәй төҫтәр өҫтөнлөк итә?
9. Салауат Юлаев – мәңге тере шәхес.
6. План буйынса һөйләү барышында яуаптарҙы тулыландырыу, өҫтәлмәләр индереү шарт.
Яҙма эштәрҙе тикшергәндә уҡытыусыға түбәндәгеләргә иғтибар итергә кәрәк: эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап киләме? Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыламы? План буйынса өлөштәр тигеҙ бүленәме? Теманан ситкә китеүҙәр күҙәтелмәйме? Һөйләмдәр дөрөҫ төҙөлгәнме? Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камилмы? Тыныш билдәләре дөрөҫ ҡуйылғанмы? Орфографик хаталар артыҡ күп түгелме? Матур яҙыу, ҡыҙыл юл ҡалдырыу һаҡланамы?
Тапшырылған иншалар уҡытыусы тарафынан ентекләп тикшерелә һәм баһалар киләһе дәрестәрҙә үк уҡыусыларға еткерелеп, эштәргә ентекле анализ яһала.

1-се вариант
Бал алыу
Бына көткән көн килеп етә. Атайым лапаҫ түбәһенә ҡыҫтырып ҡуйылған сөрөктө аласыҡтан төтәтеп алып сыға, әсәйем ҙур ағас ашлауҙы, баллы кәрәҙ ҡырҡа торған оҙон бысаҡты әҙерләп, мине дегәнәк япраҡтары өҙөп алып килергә ебәрә. Ҡапҡасты бик һаҡлыҡ менән генә асырҙан алда, атайым мин алып килгән япраҡтарҙы һәйбәтләп умарта төбөнә түшәй. Сөрөктән осҡон фәлән төшөп, ерҙәге ҡоро-һары тоҡанып китмәһен, бысаҡ осонан төшөп китә ҡалһа, бал тупраҡҡа буялмаһын тип, япраҡ түшәгәнде беләм, шуға күрә уларҙың иң яҫыларын, ҡарышлауыҡтар тишкеләп бөтмәгәнен алып киләм. Бал ҡорттарын зәңгәр төтөн менән өшкөтөп умарта эсенә ҡыуалаған атайым да япраҡтарҙың ҙурлығына аптырап ҡуя хатта.
Беҙҙең ҡорт ҡарағанды әллә ҡайҙан белеп, ишек алдына бала-саға йыйылып китә. Батырыраҡтары кәртәләүгә атланып, умарта эсендә һалабаштан һыҙырған аҡ йүкә кеүек өҫтән аҫҡа тәңк-тәңк булып һуҙылған һәлмәк кәрәҙҙәрҙе атайымдың үткер бысаҡ осо менән ҡырҡҡанын, ашлауҙың өймәләм булып бал менән тулғанын ҡарап ултыралар. Әсәйем, мин алып килгән япраҡтар өҫтөнә ҙур-ҙур киҫәк кәрәҙле бал һалып, бөтә балаларға өләшеп сыға. Иптәштәрем ыңғайына мин дә япраҡҡа бал һалдырып алам. Шулай сикһеҙ тәмле күренә. (164 һүҙ) (Ф.Иҫәнғоловтан)

2-се вариант
Алыш
Ун-ун биш аҙым үттеме-юҡмы, йән тетрәтерлек ҡотһоҙ ырылдаған тауыш ишетелде. Был тоноҡ, дәһшәтле тауыштан бөтә урман геүләгән һымаҡ, Һарығолаҡ нәмә менәндер алыша, буғай. Нурғатаның йөрәге жыулап китте. Ни эшләргә лә белмәйенсә, тиҙ генә бүре балаларын ергә һалды ла бер һелтәүҙә йыуан имәнде киҫеп төшөрҙө. Шунан, бер ҡулына ошо һуйыл имәнде, икенсеһенә балтаһын тотоп, тауыш килгән яҡҡа атланы.
Йыуан муйынлы оло бүре Һарығолаҡты йыҡҡан да тегеләй ҙә, былай ҙа һелтәй. Ҡурҡыныс тауыш менән ғырылдап, быны алып ырғытырға ниәтләй ҙә ҡулынан килмәй, эттән дә ысҡына алмай, Һарығолаҡ аҙау тештәре менән бүренең боғаҙынан алған да ебәрмәй. Икеһе лә ҡанға туҙған, ағас ботаҡтарына йөндәре эләгеп ҡалған.
Үлемесле көрәш, күрәһең, байтаҡ барған, ҡан дошмандар арыған, Һарығолаҡтың көс ныҡ кәмегән булһа кәрәк. Ул ҡотолоу юлының бер генә нәмәлә — аҙау тештәрен бүре боғаҙынан нисек тә ысҡындырмай тотоуҙа икәнен яҡшы аңлай. Кеше килеүен тегеләр икеһе лә һиҙҙе. Был эткә көс өҫтәне, ә бүре, ҡурҡыныс яҡынлашҡанын һиҙеп, һуңғы көсө менән эттең тешенән ысҡынырға тырыша. (160 һүҙ) Р. Солтангәрәевтан).

3-сө вариант
Һабантуй
Һабантуйҙар етә башлаһа, беҙҙең яҡтар гөрләп тора инде ул. Нөгөш буйының хәтфә балаҫтай иң матур аҡланын һайлап алалар ҙа, майҙан яһап, ҡолға ултыртып, юл таҙартып, мәж киләләр. Был көнгә урамдар ялт иттереп һепереп ҡуйыла, тәҙрә ҡапҡастары, ҡойма, ҡалай түбәләр сағыу буяуҙарға буяла, флаг, лозунгылар эленә. Төндәр буйы ут һүндермәйенсә, еңгәйҙәр яулыҡ әҙерләй, таҫтамал остары сигә, ҡыҙҙар, батыр көрәшселәргә арнап, мамыҡ бирсәткә бәйләй, суҡлы түбәтәйҙәргә ынйы теҙә, ә инде уңған апайҙар, көр тауышлы йырсыларҙы иҫкә алып, ҡымыҙ бешә. Хатта ошоғаса бейеү түгел, саҡ-саҡ атлап йөрөгән һаҡаллы-мыйыҡлы ағайҙар ҙа, йөрәкһеп китеп, һандыҡ төптәренән баҫҡан һайын шығырҙап торған хром итектәрен сығарып кейәләр.
Хәйер, малайҙар халҡы ла йоҡлап йөрөмәй. Һабантуй һынлы һабантуйҙа ла көс һынашып ҡарамағас, ул ниндәй егет булһын, ти, инде. Берәүҙәр һуғып көршәк ватырға хыялланһа, икенселәре велосипеден көйләй, йүгереүгә әҙерләнә, йә булмаһа, йөҙөүҙе артығыраҡ күреп, һыу буйынан ҡайтып килмәй. Ә өсөнсөләре, ҡолға осондағы сигеүле күлдәктәрҙе хәтерләп, ҡаймаҡҡа юлыҡҡан бесәйҙән, буласаҡ майҙан тирәһендә сыуалыуын белә. (152 һүҙ). (Д. Бүләковтан).

Диктант текстары (рус телле мәктәптәр өсөн)
4-се вариант
Ҡурғаш ҡашыҡ
Байназаровтың һуғыш юлында уның тәү күргән ҡазаһы — ҡашыҡ юғалтыу булды. Тоғона әсәһе һалып ебәргән йәлпәк башлы ҡурғаш ҡашыҡ ҡыҙыл вагонға ултырған төндө үк ғәйеп булды. Ғәйеп булды, тип, ни инде... Яуға барыуҙан ҡото осоп, вагондан үҙе һикереп төшөп ҡалмағандыр ҙа. Булмаҫ. Ул ҡурҡаҡ заттан түгел ине. Йәнтимерҙең атаһы Йәнбирҙе һалдат менән бергә әле теге герман һуғышынан йөрөп ҡайтҡан, яуҙарҙа һәм походтарҙа сыныҡҡан, донъяның әсеһен-сөсөһөн татып, күп ғибрәттәр алған булдыҡлы ҡашыҡ ине ул. Һурпа-бутҡаны котелоктан, табаҡтан, сүлмәктән ауыҙға, тамсыһын да ситкә төшөрмәй, бихисап ташыған егәрле, маһир ҡашыҡ ине. Өҫтәүенә, уның уң сите, бысаҡ йөҙө рәүешле, сарланып, үткерләнеп бөткәйне. Йәнтимерҙең әсәһе — сулаҡ Гөлғәйшә еңгә, ҡаҙан төбөн ҡыра-ҡыра, шул хәлгә килтерҙе уны. Ябай ҡашыҡ ҡына түгел, һуғышсан ҡорал ине ул. Ундайҙар үҙ ирке менән пост ташлап китмәй — йә яна, йә һына. Улымдың юлдашы ышаныслы булыр, тип ихлас уйлағайны Гөлғәйшә еңгә. Ғәмәлдә ана нисек булып сыҡты бит. (150 һүҙ) (М. Кәримдән).

Тәүге һынау
Фәхри эш башлаған көндө уны Рәхим ағай ҡаршыланы.
- Барыһы ла отлично, тиһең инде, ә? Һынауҙы шәп үткәнһең бит. Беҙҙә лә шундайыраҡ бер йола бар. Эшкә яңы башлаған кешене бер аҙ һынап алабыҙ. Бөгөн, - тине мастер, - ултырғыстар яһарға райсоюздан заказ алдыҡ. Шуларҙың береһен үҙ алдыңа ғына яһа. Бына шул һинең һынау эшең булыр ҙа инде. Оҫталығыңды күрһәт.
Бөтә көсөн, үҙе һайлаған эшкә булған бөтә мөхәббәтен бағышланы Фәхри ошо ултырғысты эшләүгә.
... Һәм бына ултырғыс әҙер. Үҙенсә ултырғыстың килмәгән ере юҡ кеүек булды. Шул ҡәҙәре ныҡ ултырғыс булып сыҡты был. Өлөштәренең бер-береһенә тоташтырылған урындарында хатта ектәре лә беленмәй, бер бөтөн ағастан юнып яһалған тип торорһоң. Эшләп бөткәс, Фәхри ултырғысты ҡат-ҡат әйләндереп ҡараны. Ҡараған һайын ҡайһы бер етешһеҙлектәре күренә торҙо. Йә шунда берәй ерен саҡ ҡына юнып, шымартып алаһы бар, йә ҡайһы бер шөрөптәре бушаған кеүек күренә. Ахырҙа Фәхри үҙ эшенән бик ҡәнәғәт булды.
Икенсе көндө Рәхим ағай беренсе эш итеп Фәхри яһаған ултырғысты ҡарарға тотондо. Көслө ҡулдары менән ултырғысты ҡаҡшатмаҡсы булды, ләкин ул ҡымшанманы ла. Фәхриҙең һөйөнөүе тағы ла артты. Ул өлкән мастерҙың маҡтау һүҙҙәрен көттө. Ләкин Рәхим ағай ашыҡманы, Фәхриҙең эшен ентекләп тикшереүен дауам итте.
Аҙаҡтан ул, бер ҡарарға килгәндәй, башын күтәрҙе лә эшен баһалауҙы түҙемһеҙләнеп көткән Фәхригә әйләнде:
- Апаруҡ ҡына яһай алаһың икән. Таҙа эшләгәнһең. Ләкин матур түгел. Хәҙер халыҡ талапсан бит. Беҙ эшләгән әйберҙәр ныҡ та, матур ҙа булырға тейеш. Юғиһә ҡайһы бер әйберҙәр күҙ яуын алып торорлоҡ ҡупшы була. Әммә, тотона башланыңмы, бер нигә яраҡһыҙ булып сыға. Һинең киреһенсә булған. Бына шулай, ҡустым, ныҡ та, күрер күҙгә күркәм дә булһын! Ал, эшен бөтөрөп бир.
Рәхим ағай ултырғысты нисек матурлау тураһында кәңәштәр бирҙе лә икенсе бер эшкә тотондо.
Фәхригә күңелһеҙ булып китте. Беренсе эше шулай ҡаршыланыр тип һис тә көтмәгәйне ул. Тәүҙә, ниҙән башларға белмәйенсә, ултырғысҡа оҙаҡ ҡарап торҙо. Өмөтһөҙлөккә лә бирелә башланы.
Шулай, нимәгә тотонорға белмәй торғанда, уның яурынына Рәхим ағайҙың ҡулы йомшаҡ ҡына итеп килеп ҡағылды.
- Бына шулай, ҡустым, бөтә нәмәне еренә еткереп эшләргә кәрәк... Уйлабыраҡ ҡара: әйтәйек, һинең ултырғыс яңы фатир алған берәү ҡулына барып эләкте, ти. Фатирҙы ҡотларға унда ҡунаҡтар йыйылыр, әлбиттә. Улар фатирҙы ентекләп ҡарарҙар, шунан яңы алынған мебелдәргә күсерҙәр. Аралағы бер ултырғыстың йәмһеҙерәк булыуын әйтерҙәр. Ҡараһалар – уға беҙҙең оҫтахананың келәймәһе баҫылған!..
Фәхри был күренеште күҙ алдына баҫтырҙы. Ул ҡыҙарынды. Арҡаһы семерҙәп китте. Ысынлап та шулай булһа, ояты ни тора бит! Фәхри сәмләнеп эшкә тотондо. Үҙе тамам ҡәнәғәт булғанға тиклем эшләне Фәхри тәүге һынау эшен, Рәхим ағайҙың ҡабул итәсәгенә тамам шиге ҡалмағансы эшләне.
Рәхим ағай был юлы ла ултырғысты бик иғтибар менән ҡараны. Хәҙер инде Фәхри эшенең ҡабул ителәсәгенә ысынлап та ышанды. Мастерҙың йөҙөнә сыҡҡан ҡәнәғәт йылмайыу ышанысын тағы ла нығыта төштө.
Ләкин Фәхри көткән тантаналы минуттар һис көтмәгәнсә ябай ғына үтте лә китте.
- Ярайһы... – тине ахырҙа мастер, ҡоро ғына итеп, һәм ултырғысты ҡабул ителгән әйберҙәр рәтенә этәреп ҡуйҙы, башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәй эшен дауам итте.
Фәхриҙең күңеле китек ҡалды. “Ярайһы”... Был бит эшкә баһа биреү түгел. Тәүге эше хаҡында Рәхим ағай тағы ла һүҙ ҡуҙғатыр, тип оҙаҡ көтөп йөрөнө ул. Ләкин үҙе һүҙ башлап һорарға һаман да ҡыйыулығы етмәне.
Бер нисә көн үтте. Бына райпотребсоюз заказдарын алырға машина килде. Рәхим ағай ҙа, Фәхри ҙә ултырғыстарҙы тейәшергә ярҙам иттеләр. Сират Фәхриҙең яһаған ултырғысына ла етте. Фәхри, уны эләктереп алып, машина янына килтерҙе лә, икеләнеңкерәп, яйлай төштө.
- Рәхим ағай, - тине ул ҡалтыранған, ҡыйыуһыҙ тауыш менән, - йә, нисек, тәүге һынауҙы үттемме инде?
Рәхим ағай Фәхригә мәғәнәле ҡарап йылмайҙы ла былай тине:
- Мин үҙ фекеремде әйттем инде. Бына ултырғысыңды магазинға ҡуйһындар. Берәй ағаймы, апаймы уны алып ҡайтһын, файҙаһын күрһен. Шунан инде ул тәүге һынауҙы үткәнеңде-үтмәгәнеңде әйтер!...
(550 һүҙ) (Ф.Иҫәнғолов.)

Ҡурай
Эшселәрҙең төшкө ял ваҡыты. Яландай ҙур цех халыҡ менән тулы, кешеләр уртаға баҡҡан. Унда, ҡапыл-ҡара ғына яһалған сәхнәлә, концерт бара.
Бер нисә көн элек Ленинградҡа Башҡортостандан бик күп ҡунаҡтар килеп төшкәйне. Бында, ҙур ҡаланы шаулатып, башҡорт сәнғәте байрамы башланып китте. Әлеге концертты ла улар ҡуя.
… Сәхнәгә ҡурайсы сыҡты. Цех, диңгеҙ һымаҡ, тоноҡ ҡына геүләп ҡуйҙы. Егет аһ итерлек тә шул: өҫтөндә йылҡылдап торған елән, башта – ҡама бүрек, аяҡта сафьян итек. Һылыу йөҙлө кеше, биҙәнеп тә алғас, ҡыйып ҡарағыһыҙ булған. Әйтерһең, ул бында әкиәттән килгән дә баҫҡан.
Халыҡтың күҙе ҡурайға төштө. “Ошо көпшәнән нимә сығармаҡсы була икән?” – тигәндәй, бөтәһе лә тын ҡалып, мөғжизә көтә.
Әкиәт кешеһе көпшәне ирендәренә терәне. Әкрен генә моң ағыла башланы.
… Бына ҡайҙалыр алыҫта бер ҡош талпынды. Ул ҡанаттарын талғын ғына ҡағып күккә күтәрелде. Юғары күтәрелгән һайын, шәберәк оса, алыҫҡараҡ атлыға. Шоңҡар осто ла осто. Инде әллә ҡайҙа, сикһеҙ йыһанға китеп юғалды тигәндә, ул кире төштө лә йәнә һауаға, иреккә атылды.
… Ҡурайсы “Сыңрау торна”ны уйнай ине. Ят моң бөтәһен дә йотто. Йөҙләгән халыҡ, ҡылт та итмәйенсә, киң күкрәкле башҡортҡа төбәлгән.
Моң уйнаусының үҙен дә әсир иткән, ахырыһы. Ул башты артҡа ташлай биреберәк алған, күҙҙәрен йомған. Әйтерһең, ҡош менән бергә үҙе лә күкте айҡай. Тик йөҙө генә, болот араһындағы ҡояш кеүек, йә тонйорап, йә балҡып китә.
Концертты радио аша көсәйтеп, бөтә заводҡа бирәләр. Әле бар донъя башҡорттоң ҡасандыр сыңрау торнаға арнап сығарған ошо моңона күмелгән тиерһең.
Ҡурай туҡтаны. Артист: “Бына минең сәнғәт шул инде”, - тигәндәй башын эйҙе. Уның ихлас йылмайыуы кешеләрҙе уятты. Халыҡ, әйтерһең, йыһанды гиҙеп кире ергә төштө. Цех ҡапыл геү итеп китте. Ҡул сабыуҙан завод ҡына түгел, бөтә донъя шаулап тора һымаҡ.
Концерт бөттө. Уйламағандан ғына юлыҡҡан хазинаһын ташлап китергә теләмәгәндәй, цехтағы халыҡ сәхнә тирәһенә өйөлөштө. Артистарҙы уратып алдылар. Эшселәр ҡунаҡтар менән таныша, үҙ-ара ҡайнаша башланы. Шул саҡ әлеге ҡурайсыныҡы кеүек үк аҡ елән, ҡама бүрек кейгән бер бәләкәй генә буйлы ҡарт халыҡты уртаға йырып уртаға ынтыла, үрелеп-үрелеп кемделер эҙләй ине. Үҙе артынан килеүсегә лә күҙ һалып ала.
Ул эҙләгән кешеһен тапты, ахырыһы:
- Рамаҙан! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. – Бына был иптәш һине беләм ти! – Ул Рамаҙанды тартыбыраҡ былай килтерҙе.
Ҡурайсы менән эшсе бер-береһенә текәлде. Рамаҙандың йөҙө ҡапыл тертләп ҡуйҙы. Ҡулындағы ҡыны доңғорлап иҙәнгә төштө. Ирҙәр һүҙһеҙ-ниһеҙ генә ҡосаҡлашты.
Халыҡ уларҙы йәнә уратып алды. Көтөлмәгән был осрашыу бөтәһен дә ҡыҙыҡһындырҙы. Һәр кем ни булғанын белергә теләй ине. Ә тегеләрҙең бүтәндәрҙә эше юҡ. “Был ысынлап та һинме ни?” – тигәндәй ҡарашып алалар ҙа тағы ҡосаҡлашалар:
- Володя, туғанҡайым!
- Рамаҙан, браток!
Был икәү донъяла ошондай хәлдәрҙең дә булыуына аптыраған һымаҡ, һаман ҡарашып торалар.
- Килдегеҙме? – Владимир күптән көткән кеше кеүек әйтеп ҡуйҙы.
- Килдек!
- Ленинградта башҡорттарҙың байрамы башлана икән тигәс, мин көттөм! Һин булырын белмәнем, шулай ҙа барыбер көттөм. Күңел берәй нәмә һиҙҙеме икән! Тәүге көндө үк барҙым.
- Мин бит ул көндө лә уйнаным. Ана, илле ҡурайсы сыҡты ла баһа! Шунда мин дә бар инем, - тине Рамаҙан.
- Әллә… - Владимир уңайһыҙланып йылмайҙы. – Һеҙ бөтәгеҙ ҙә бер төҫлө инегеҙ. Үҙегеҙ ҙә, кейемегеҙ ҙә…
Быларҙың һөйләшкәнен тыңлап торған кешеләрҙән берәү түҙмәне:
- Володя, ниңә дуҫың менән таныштырмайһың? Белге килә бит! – тип шаяртты.
Владимир, ниҙер иҫенә төшөргәндәй, иптәштәренә боролдо:
- Рамаҙан менән беҙ яҡташтар… Бергә үҫтек, - тине.
- Һин шулай башҡортмо ни?! Ишетмәгәйнек әле… - Теге эшсе һаман шаярып һөйләшә.
- Шулай тиһәң дә була, - тине Владимир. – Блокада ваҡытында бына уларҙа йәшәнек…
Кешеләрҙең йөҙө етдиләнеп китте. Кемдер:
- Эйе-е, - тип ҡуйҙы. – Тау менән тау осрашмаһа ла, кеше менән кеше осраша…
Баяғы егет быларға килеп йәбеште:
- Егеттәр, нишләп торабыҙ һуң әле, давай яҡташтарҙы сөйөргә!
- Сөйөргә, сөйөргә!
Әйтерһең, әле ошо һүҙ генә кәрәк булған, цех тағы ла геүләй башланы…(543 һүҙ) (Р.Солтангәрәев.)

Өмөт бөрөләре
Иҙелғужаның атаһын ҡалаға эшкә күсерҙеләр. Иҙелғужа өсөнсө кластан башлап ҡала мәктәбендә уҡый башланы. Мәктәп бик ҙур, матур, янында емеш баҡсаһы ла бар. Уҡыусы балалар эш сәғәттәрендә ошо баҡсала эшләйҙәр. Иҙелғужа ла, әлбиттә, класс менән бергә була. Ләкин уға, Бөрйәндән – йөҙйәшәр ҡарағайлы ҡара урмандарға бай райондан килгән малайға, был баҡса башта бер ҙә оҡшаманы. Уҡытыусылар, уҡыусыларҙың да һәр бер ағасты бала кеүек ҡәҙерләп, тәрбиәләп үҫтереүҙәре, нисектер, хатта көлкө һымаҡ та тойолдо.
- Беҙҙә, Бөрйәндә, ағастар үҙҙәренән-үҙҙәре болотҡа тейерҙәй булып үҫә лә ҡуя. Ә былар? Фу! – тип кенә ебәрҙе ул, кәкре-бөкрө емеш ағастарына кәмһетеп ҡарап. – Беҙҙә шәм кеүек төп-төҙ, һылыу ҡарағайҙар үҫә…
Баҡсала бер генә ағас Иҙелғужаның иғтибарын үҙенә тарта алды. Был, бик бейектән булмаһа ла, тирә-яҡҡа киң ботаҡтар ебәреп үҫкән ҡарт алмағас ине. Алмағастың көслө тамырҙары ергә тәрән үтеп ингән. Ботаҡтарҙан ваҡ тармаҡтар, тармаҡтарҙан йәш нәҙек тәлгәштәр сыҡҡан. Был тәлгәштәрҙә, күбәләк кеүек елпелдәп, йәшел япраҡтар елберләп тора. “Ныҡ ағас, - тип уйлай Иҙелғужа, - ергә ныҡ йәбешеп үҫкән”.
Ләкин Иҙелғужа уны шәп ағас тимәй. Шәп – уныңса, иң ҙур маҡтау һүҙе. Уралда үҫкән ҡарағас, ҡарағайҙарҙы ғына шәп ағас тип әйтергә өйрәнгән бит ул. Ә был ағасҡа шәплектә ҡайҙа улар менән ярышырға!
Көҙ етеүгә, алмағастың япраҡтары һарғайҙы, ҡойолдо. Тәлгәштәрендә ҡаты һоро бөрөләр генә тороп ҡалды. Был саҡта инде ул Иҙелғужа өсөн башҡа емеш ағастарынан бер ни менән дә айырылмаҫ булды.
Ҡыш буйы алмағас шулай шыр яланғас ултырҙы. Ләкин, яҙ етеп, ҡар иреү менән, уянып, тамырҙары менән ерҙән татлы һуттар имә башланы. Ул һуттар алмағастың олоно буйлар үргә, ботаҡтарына, тармаҡтарына, тәлгәштәренә үрмәләне. Ҡыш буйы ҡатып торған кескәй бөрөләренә инеп тулды. Бөрөләр бүртенде, йомшарҙы, бара-тора көрән ҡабыҡтары асылып китте. Ҡабыҡ аҫтынан япраҡтар, алһыу аҡ сәскәләр атып сыҡты.
Алмағас инде Иҙелғужаға ныҡ ҡына оҡшай ҙа башланы.
- Һылыу ағас, - тип маҡтаны уны хәҙер Илғужа.
Олаталарына эйәреп, ағастарҙың буйына, һынына ҡарап ҡына баһаларға өйрәнгән Иҙелғужаға алмағас бында һаман да берҙән-бер иғтибарға лайыҡ ағас булып ҡалды. Шуға күрә баҡсаға эшкә сыҡҡанда, ул һаман ошо ағас тирәһендә генә уралды. Уның төбөндәге ерҙе ҡаҙып йомшартты. Олонон да эзбиз менән үҙе буяны. Алмағас тирәһендәге ағас-таш, сүп-сарҙың береһен дә ҡалдырмай баҡсанан ситкә сығарып ташланы.
Алмағас айлап түгел, көнләп үҙгәрҙе. Бына бер саҡ сәскәләрен дә ҡойҙо. Тирә-яҡты аҡ күбәләк кеүек алһыу аҡ сәскәләр күмде. Ә тәлгәштәрҙә, сәскәләр урынында кескәй генә йәшел алмалар ҡалды. Был алмалар көндән-көн үҫте, ҙурайҙы, тулышты. Ә инде йәй аҙағына ҡып-ҡыҙыл ҙур алмалар бешеп етте.
Иҙелғужа түҙмәне. Бер көндө был алмаларҙың береһен өҙөп алды. Тешләп ҡараны. Алма ауыҙҙа иреп тора ине. Иҙелғужа ныҡ ләззәтләнеүҙән, хатта күҙҙәрен серт йомоп, ирендәрен сәпелдәтеп ҡуйҙы.
- Ух, ҡайһылай тәмлекәй!
- Бешкән алма, - тине уҡытыусы. Бер алманы урталай ярып, Иҙелғужаға орлоҡтарын күрһәтте.
- Бына, күрәһеңме, орлоҡтары ла ҡап-ҡара. Тимәк, алма бешкән, өлгөргән.
- Шәп! – тине хәҙер Иҙелғужа. – Беҙҙең ҡарағайҙар тиклем үк ҙур булмаһа ла, барыбер шәп ағас икән был…
- Аҫыл һөйәк буйға ҙур булмай, тиҙәр бит, - тип көлөмһөрәп ҡуйҙы уҡытыусы. – Ҡайҙа үҫһә лә, ул хур булмай. Шулай бит, Иҙелғужа?
Иҙелғужа, был һүҙ менән ризалашҡанын белдереп, баш ҡына ҡаҡты. Сөнки һүҙ менән яуап бирергә уның ауыҙы буш түгел. Ул ҙур итеп алма ҡапҡайны.
Был көндөң иртәгәһенә уҡыусылар мәктәп баҡсаһының емешен йыйҙылар. Иҙелғужа яратҡан ҡарт алмағас иң күп алма бирҙе.
Тағы көҙ етте. Алмағастың япраҡтары тағы ла һарғайҙы. Тиҙҙән ҡыш етер. Алмағас тағы шыр яланғас тороп ҡалыр. Уның нәҙек тармаҡтарында, тәлгәштәрендә тағы шул ҡаты көрән бөрөләр генә күренеп торор… (515 һүҙ.) (З.Биишеванан.)

Йондоҙҡашҡа
… Бәйҙән ҡотолған Йондоҙ кәртәгә йомолоп барып та инде, йәш айғырҙы талай ҙа башланы. Башта тегеһе, ҡыҙҙар алдында егетлеген күрһәтергә теләгән йәш үҫмер шикелле, бирешмәҫкә, быға ҡаршы торорға уйлағайны, әммә был килгән ыңғайына уҡ бар ғәйрәте менән бәреп йыҡты. Йәш айғыр шунда уҡ арҡаһында әйләнеп аяғына баҫты. Мәгәр барыбер Йондоҙҙан ҡотола алманы. Ауыл өҫтөндә ике ғифриттең күкрәгенән сыҡҡан йән өҙгөс яман тауышы ғына яңғырай. Береһе, әйтерһең, ярҙам һорай, икенсеһе нимә өсөндөр үс ала.
Йүгереп Мәһәҙи ағай килеп еткән булды. Конюхтар ҙа ни эшләргә белмәй йөрөй. Яҡын барырлыҡ түгел. Бөтөрә бит был хәҙер! Йондоҙ тегенең бер нисә урынын умырып тешләп тә алды. Тик бер аҙҙан ғына йәш айғыр еңелгәнен белдерҙе буғай, бынан ысҡынды ла һарайға инеп юғалды. Артынан ишекте яба һалдылар. Дошманын ҡыуып ебәреп, донъяға үҙе хужа булып алғас, әле генә ҡот осҡос ҡиәфәттә күренгән Йондоҙ тағы ыҫпайланып, матурланып китте. Ул аттар өйөрөн әле тегеләй, әле былай ярып сыға, үҙенсә йомшаҡ ҡына итеп бейәләрҙе иркәләй. Зиндандан ҡотолған был арыҫланды күреү һоҡланғыс та, йәл дә ине.
Шулай ҙа уны бында ҡалдырырға ярамай. Нисек кенә тырышмаһындар, ошо кәртә эсендә Йондоҙҙо тота алманылар. Яҡын ебәрмәй ҙә ҡуя. Кемдең үҙ теләге менән иркенән мәхрүм булғыһы килһен инде!
Башҡаса юл ҡалмағас, береһе лапаҫ башына менде лә, уңайын тура килтереп, айғырҙың муйынына арҡан ташланы. Боғалаҡты һиҙеп ҡалыуы булды, Йондоҙ, ҡармаҡҡа эләккән суртан шикелле, дулай башланы. Арҡан тотҡан кеше нимәгәлер эләгеп йығылды, айғыр кәртә аша урамға һикерҙе.
Арттан биш-алты һыбайлы ҡыуа сыҡты. Тотоп ҡара һыуҙағы балыҡты! Йондоҙ, ямғырҙан һуң тып-тын ҡалған һауаны ярып кешнәй-кешнәй, башта ауыл буйлап сабып үтте. Урамдағы халыҡ, артынан арҡан һөйрәтеп, ен һымаҡ килгән айғырҙан саҡ ҡасып ҡотола. Бына ул бер аҙ барҙы ла тыҡрыҡҡа боролдо һәм арттағы уба башына менде. Туҡтап бер аҙ конюшня яғына ҡарап торҙо. Сыңғырап торған тауышы менән һарайҙа ҡалған туғандарына һөрәнләне. Тағы бер аҙ торҙо ла, йәш тай һымаҡ, уйнаҡлап сабып сығып китте. Ерҙә өҙөлгән арҡан ярпыһы ғына ятып ҡалды.
Дүрт һыбайлы Йондоҙҙо ике көндән генә табып алып ҡайтты. Ҡорһағынан алай бысранған, ялтыр тиреһенә аҡ күбектәр ҡатҡан арғымаҡ, ялдарын елберләтеп, талғын ғына юртып килә. Муйынында ҡайышланып бөткән арҡан киҫәге бәүелә. Ул үҙен тотошорға ярҙам иткән ырыуҙаштарына боролоп та ҡарамай, әйтерһең: «Һеҙ – хыянатсылар!» - ти.
Һыбайлылар Йондоҙҙо артыҡ ирекһеҙләмәй, ыңғайлатып ҡына киләләр. Айғыр оло юлдан ҡайтырға теләмәне, ҡапыл боролдо ла ауылға терәлеп торған тау башына менде. Ғәскәре алдына сыҡҡан баһадир шикелле, бер аҙ ҡарап торҙо ла оҙон, һағышлы итеп кешнәп ебәрҙе. Аръяҡтағы конюшнянан шундай уҡ тауыш менән яуап бирҙеләр. Бының танау япраҡтары таржайып китте, арыған күҙҙәрендә осҡон уйнаны.
Айғыр һалмаҡ ҡына юртып, түбән төштө һәм бер аҙҙан конюшня яғына ыңғайланы. Ләкин ике һыбайлы шунда уҡ быға ҡаршы сыҡты. Арыған айғыр бер ни ҙә сыҡмаясағын, был кешеләрҙән ҡотолоп булмаясағын аңлаған, ахырыһы, ҡарышмайынса идара яғына боролдо ла яй ғына, аттарҙа ғына була торған һоҡланғыс, мөһабәт аҙымдар менән һарайға инеп китте. Ҡойроҡтары, әйтерһең, бейеп йөрөгән ҡыҙҙар толомо – атлаған ыңғайына матур ғына тирбәлеп ҡалды.
(480 һүҙ) (Р.Солтангәрәев.)

өрмәтле туған теле уҡытыусылары! 2015/2016 уҡыу йылындағы 11 класс уҡыусыларына сығарылыш имтихандары (ГИА) өсөн әҙерләнгән текстарҙы тәҡдим итәбеҙ.Улар түбәндә 4 вариантта, башҡорт һәм татар теленән һәр вариант айырып бирелгән.
Билдәле булыуынса милли мәктәптәр өсөн изложение, рус телле мәктәптәр өсөн диктант яҙыу ҡаралған.