Методическая копилка
-
Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Методическая копилка
I Всероссийский съезд учителей башкирского языка и литературы
C 10 по 12 апреля в Уфе состоится I Всероссийский съезд учителей башкирского языка и литературы.
I Всероссийский съезд учителей башкирского языка и литературы проводится в соответствии с Распоряжением Правительства Республики Башкортостан от 4 марта 2019 года № 181-р в рамках мероприятий, посвященных 100-летию республики, Международному году языков коренных народов.
Состав участников съезда:
учителя башкирского языка и литературы, директора образовательных организаций Республики Башкортостан и регионов РФ с изучением башкирского языка (Оренбургской, Челябинской, Курганской, Самарской, Саратовской, Свердловской областей, Республики Татарстан, Пермского края, Ханты-Мансийского автономного округа, г. Москвы), заведующие дошкольных образовательных учреждений, преподаватели и студенты профессиональных образовательных организаций и образовательных организаций высшего образования, начальники, специалисты и методисты управлений (отделов) образования администраций муниципальных районов и городских округов, представители родительской общественности Всемирного курултая (конгресс) башкир, ветераны в сфере национального образования.
I Всероссийский съезд учителей башкирского языка и литературы проводится в целях поиска новых научно-методических и инновационных подходов в преподавании башкирского языка и литературы, расширения научных и образовательных связей и сотрудничества в сфере национального образования, содействия сохранению и развитию башкирского языка в образовательных организациях Республики Башкортостан и субъектов Российской Федерации.
Программа Съезда:
11 апреля – пленарное заседание, дискуссионные площадки с обсуждением актуальных вопросов изучения башкирского языка, продвижения и популяризация башкирского языка в сфере культуры, науки, СМИ и в сети Интернет.
12 апреля – презентация опыта образовательных организаций г. Уфы, мастер-классы ведущих учителей башкирского языка и родных языков Российской Федерации, внесение предложений в проект Концепции развития национального образования в Республике Башкортостан, Концепцию преподавания родных языков в Российской Федерации.
Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф

Гульшат Лукманова
- Сообщения: 6
- Зарегистрирован: 05 мар 2019, 16:16
Re: Методическая копилка
Учалы районы Мәҫкәү урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
10 - сы класс уҡыусыһы Йәнтүрина Нәркәстең ижади эше.
Яңы мәктәптә.
Хикәйә.
Вәлиғол ауылында Гөлфинә исемле бер ҡыҙ йәшәй ине. Уның дуҫтары ла күп түгел ине. Иң яҡын дуҫы Гөлназ, уның менән балалар баҡсаһынан бергә үҫтеләр.
Бына шулай йылдар үтә торҙо, Гөлфинәгә ун алты, ә Гөлназға ун биш тулып үҫеп тә киттеләр. Үҙҙәренең ауыл мәктәбендә туғыҙ йыл уҡығандан һуң, мәктәптәрен аҙ һанлы, уҡыу шарттары насар тиеп, ябып та ҡуйҙылар. Ҡыҙҙар күрше Байназар ауылына йөрөп уҡырға мәжбүр булдылар.
Беренсе сентябрь ҙә етте. Ҡыҙҙар: “Иртәгә яңы мәктәптә нисегерәк булыр икән, беҙҙе нисек ҡабул итерҙәр икән?” – тип төн буйы йоҡламай уйланып сыҡтылар.
Иртәнсаҡ улар оҙаҡ ҡына автобус көтөп торҙолар, өшөп тә киттеләр. Әхирәте Гөлфинәнән :
- Тулҡынланаһыңмы? – тип һораны.
- Эйе, бар әҙерәк! – тип яуапланы Гөлфинә.
Артабан улар бер һүҙһеҙ барҙылар. Бына ауылдарынан 30 саҡрымда ятҡан Байназарға килеп тә еттеләр. Ике ҡатлы мәктәп әллә ҡайҙан балҡып күренеп ултыра ине. Улар барып еткәндә, уҡыусылар тантаналы линейкаға яңы теҙелеп кенә торалар ине.
Белем байрамынан һуң, һәр класс үҙҙәре уҡыған бүлмәләргә таралыштылар.
Бына класс етәксеһе Әлфинур Гәрәйевна килеп инде. Ул уҡыусыларҙы белем байрамы менән ҡотланы. Гөлфинә һәм Гөлназдың исем – фамилияларын әйтеп, бөтөн класс менән таныштырҙы.
Беренсе дәрес үткәндән һуң, тәнәфескә сыҡтылар. Ҙур, өлкән яҡты мәктәпте ҡарап, танышып сығырға булдылар. Иң тәүҙә яратҡан урындары – китапханаға инделәр. Китаптарҙың күплегенә иҫтәре китеп ҡарап торҙолар. Бындай китаптарҙың күплеген уларҙың күргәндәре лә юҡ ине.
- Эхх, рәхәтләнеп уҡыясаҡбыҙ икән! - тип шатланды Гөлназ.
- Эй, рәхәтләнеп уҡып булмаҫ инде, имтихандарға әҙерләнергә кәрәк бит... - тип күңелһеҙ генә әйтеп ҡуйҙы Гөлфинә.
Көндәр артынан көндәр үтә торҙолар. Ҡыҙҙар яңы мәктәпкә лә өйрәнә башланылар. Һүҙсән Гөлназ тиҙ арала яңы дуҫтар ҙа табып алды. Тик аҙ һүҙле Гөлфинә генә бер кемгә лә иғтибар итмәгәндәй йөрөй бирҙе.
Бер көндө Гөлфинә атаһы менән район үҙәгенә барҙылар.
- Гөлназдың тыуған көнө лә етеп килә, уға бүләк эшләйем, - тип Гөлфинә уға матур ғына көмөш сылбыр һатып алды, - әхирәте уны алам тип күптән хыяллана ине.
Иртәгәһенә бүләген тотоп коридор буйлап йүгерә - атлай китеп ултырғанда, ҡаршыһына кемдер осрап, төртөлөшөп, икеһе ике яҡҡа йығылып барып төштөләр.
- Ғәфү ит, мин һине нисектер күрмәй ҡалдым, һин ауыртынманыңмы? - тип
йылмайып, иҙәндән бүләктәрен йыйнап алып бирҙе, алдында торған оҙон буйлы егет.
- Юҡ, - тип ҡырыҫ ҡына яуап бирҙе Гөлфинә һәм йәһәтләп китеп тә барҙы. Ә үҙенең ҡыуанысы эсенә һыймай ине. Оҙон буйлы, һылыу был егет күңеленә оҡшап ҡалғайны. “Эх, исмаһам, рәхмәт тә әйтмәнем, исемен дә һораманым”,- бошондо ул.
Артабан коридор буйлап, бер кемде лә күрмәй, уйланып үтеп бара ине, кемдер ҡулына төрттө. Әйләнеп ҡараһа, әхирәте Гөлназ.
- Һаумы, әхирәт, ҡалай мине күрмәйһең дә, ҡотламайһың да... Нимә булды? Ниңә бойоҡһоң? - тип һорауҙар яуҙырҙы ул.
- Юҡсы, Гөлназ, бер ни ҙә булманы, - тип тыуған көнө менән ҡотлап бүләген бирҙе Гөлфинә.
Гөлназ, бүләкте күреп, күктең етенсе ҡатына менгәндәй булып, әхирәтен ҡосаҡлап алды.
Бер көн үтте, ике көн үтте, аҙнаның аҙағы ла килеп етте. Гөлфинәнең күҙ алдынан теге егеттең матур йылмайыуы китмәне. Тик уны юлында осратҡаны ғына юҡ ине. Һорап белешергә исемен дә белмәй бит, исмаһам.
Бына ҡыҙыҡай дәрестәр теҙмәһен ҡарап, көндәлегенә яҙып тора ине, кемдер һаҡ ҡына уның сәс толомдарынан тартты. Боролоп ҡараһа, теге егет тора. Тертләп китеүҙән ҡыҙҙың ҡулынан хатта ручкаһы төшөп китте. Үҙе оялышынан ҡып - ҡыҙыл булды.
- Был бит һин, мин һине таныным... - тине егет шатланып.
- Кем мин?
- Теге көндө мин һине төртөп йыҡҡайным, иҫләйһеңме?
- Эйе.
- Бына бит, тәки эҙләп таптым бит ә!..
- Эҙләгәйнеңме ни?
- Эҙләгәйнем шул. Һин бит миңә рәхмәт тә әйтмәнең бит, исемеңде лә, - тип шаярттты ҡупшы егет. Гөлфинә оялышынан тағы ла нығыраҡ ҡыҙарҙы.
- Рәхмәт инде, - тигән булды ул.
- Мин Кәрим булам, ә һинең исемең кем?
- Гөлфинә.
- Матур исем! - тине Кәрим.
Шул ваҡытта ҡыңғырау шылтыраны.
- Ярай, Гөлфинә, осрашҡанға тиклем, - тине лә Кәрим ручкаһын ҡыҙҙың ҡулына тоттороп, матур йылмайып, китеп тә барҙы.
Күҙҙәре менән генә оҙатып ҡарап ҡалды Гөлфинә уны.
Уларҙың һуңғы дәрестәре булмағас, ул Гөлназдың кейенгәнен көтөп торҙо ла, ҡайтырға сыҡтылар. Юл буйына Гөлфинә әхирәтенә бөтә серен һөйләп бирҙе.
Гөлназ шым ғына тыңланы ла:
- Улай икән...Мин ул Кәрим тураһында әллә нимәләр ишеттем, бик һәйбәт егет түгел ул, - тип ҡуйҙы.
Гөлфинәгә ҡыйын булып китте. Шулай ҙа һиҙҙермәҫкә тырышты. Кисен йоҡларға ятҡанда, ҡыҙыҡай телефон аша интернетҡа инеп, егеттең сәхифәһен эҙләп тапты. Әллә ниндәй шикле нимәләр күрмәне ул. Шулай ҙа ҡыҙҙарҙан ҡотлауҙар, “лайк”тар күп икәнлеген абайланы. “Шулай уҡ насар егетме икән ни?! - тип Гөлфинә, Гөлназдың әйткәнен уйлап, ярты төнгә тиклем йоҡлай алмай ятты.
Ә бер нисә көндән Гөлфинә мәктәптә: “Гөлназ Кәрим менән йөрөй икән”... - тигән хәбәр ишетеп шаҡ ҡатты. “Юҡ, булмаҫ, юҡты һөйләйҙәрҙер, ул минең иң яҡын әхирәтем дә инде! - тип ишеткәненә ышанырға теләмәне.
Һәр йома көн мәктәптә ниндәйҙер кисә үтә ине. Был юлы, ҡыҙҙар ҙа ауылдарына ҡайтмай, ҡалырға булдылар. Бигерәк тә Гөлназ ашҡынды.
Кисә башланды. Гөлфинә Гөлназдың Кәрим тирәһендә уралыуын, уның ауыҙына инеп барғанын, үҙенең яғына мыҫҡыллы ғына йылмайыуын күреп, ишеткән хәбәрҙең дөрөҫлөгөнә ышанды.
Теге көндө әхирәтенә серен сискәндән һуң, Гөлназдың йөҙөнөң үҙгәреп китеүен дә, уның егетте яманларға тырышыуының сәбәбен дә ул яҡшы аңланы.
Гөлфинәгә ныҡ ҡыйын ине. Ул мәктәптән сығып йүгерҙе. Ә бер аҙҙан үҙенең артынан кемдеңдер йүгереп килеүен тойҙо. Был Кәрим ине...

Учалы районы Мәҫкәү мәктәбенең “Бөрөләр” түңәрәгенең ижади эштәре.
Бапанина Регина. 10 - сы класс уҡыусыһы.
Әсә ҡәҙере.
Аяҙ матур көҙгө көн. Фәрит мәктәптән ҡайтып керҙе. Ул аяҡ кейемен тирә - яҡҡа ырғытып, бүлмәһенә кереп бикләнде. Мин күтәрелеп, әсәйемә ҡараным: уның йөҙөнән йылмайыу шундуҡ юғалды.
- Был бала һуңғы ваҡытта мәктәптән шатланып, йылмайып ҡайтҡаны ла юҡ, - тип бошоноп үҙ алдына һөйләнде әсәйем, туҡмас ҡырҡып торған еренән. - Әллә үҙе шундай, әллә бергә уҡыған малайҙары быны яратмайҙар. Нимәлер булды был балаға...
Мин бер һүҙ ҙә әйтмәй, шым ғына тыңлап ултырҙым. Фәритте аңлайым мин. Ул бит атайым өйҙән сығып киткәне бирле, ана шулай күңелһеҙләнде, үҙ - үҙенә бикләнде.
Атайыбыҙҙың беҙҙе ташлап китеүенә йылдан ашыу ваҡыт үтте, ә Фәрит һаман балтаһы һыуға төшкәндәй йөрөй. Ныҡ ауыр кисерҙе атайҙың ташлауын. Шулай инде, малай кешегә атай ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ була шул...
Ана шундай уйҙарға сумып, туҡмасты нисек ҡырҡып бөткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Аш бешкәнсе тип, мин Фәриттең бүлмәһенә керергә булдым. Ҡулымды йыуҙым да, керһәм, ҡустым йоҡлап ята ине. Өҫтөнә ябып, ҡорғанын ҡороп сыҡтым.
Әсәйем һаман шул бер урында ултырған килеш көйөп ултыра ине. Нисектер ул миңә ҡартайып киткәндәй тойолдо. Мин уны ҡосаҡлап йыуата башланым...
Аш та бешеп сыҡты. Әсәйем өҫтәлгә аш ултырта башланы. Үҙе миңә:
- Ҡыҙым, бар, ҡустыңды уятып, ашарға саҡыр!- тине.
Мин Фәритте уятырға кергәндә, ул кеҫә телефонынан нимәлер ҡарап ята ине. Мин уға:
- Әйҙә, тор инде, аш ашарға сыҡтыҡ! - тинем. Ул теләр - теләмәҫ кенә тороп, ятҡан урынын ипләргә тотондо. Шул ваҡыт ул миңә нисектер сайҡалып киткәндәй тойолдо.
- Ауырыйһыңмы әллә? - тип һораным.
- Юҡ!.. - тип тупаҫ ҡына яуап бирҙе ул.
Бер аҙҙан Фәрит арыған төҫ менән, томһайып өҫтәл артына килеп ултырҙы. Әсәйемдең һорауҙарына ла арлы - бирле генә “эйе”, “юҡ” тип яуапланы. Ашты ла ҡабалан - ҡарһалан ғына ҡапҡыланы ла, йәһәт кенә сәйҙе күтәреп эсеп, тағы бүлмәһенә инеп бикләнде. Әсәйем менән ни уйларға ла белмәй, аптырап ултырып ҡалдыҡ. Ул ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Атайыбыҙҙың ташлап китеүендә тағы ла үҙен ғәйепләй башланы. Үҙе миңә күрһәтмәҫкә тырышып, күҙ йәштәрен һөртөп - һөртөп ала ине. Уны ныҡ йәлләһәм дә йыуатып, бер ни ҙә әйтә алманым. “Былай ҙа атайымдан да яфаларҙы әҙ күрмәне, етмәһә, Фәрит...”- тип эсем бошто.
Тороп һауыт - һабаны йыуҙым да, дәрес әҙерләргә ултырҙым. Ҡустыма ла ярҙам итергә уйлағайным, тик уның бүлмәһе эстән бикле ине. “Ни эшләй икән унда, тағы йоҡлаймы икән? “Өйгә эштәрҙе ҡасан эшләргә уйлай икән?”- тигән уйҙар үтте башымдан.
...Һыйыр көтөүе ҡайтыуға күп ваҡыт та ҡалманы. Әсәйем Фәриткә ишек аша ғына: “Беҙ ҡайтып өлгөрмәһәк, һыйырҙы ҡаршы алып бикләрһең!..” - тип кенә әйтте лә икәүләшеп быҙау эҙләргә сыҡтыҡ. Был ваҡытта Фәриттең бүлмәһенән әллә ниндәй йәмһеҙ тауыш менән аҡырып йырлаған көйҙәр сыға ине.
Беҙ быҙауҙы килтереүгә, һыйыр көтөүе таралышып бөткәйне. Бер беҙҙең генә һыйыр ҡапҡа алдында, кире әйләнеп китергә тора ине. Әсәйем күңелһеҙләнеп китте:
- Бер ҙә мин әйткәнде эшләгәне юҡ. Ҡалай ҡына итәйем икән был баланы?
Әсәйем ҡайғырғанға, минең үҙемә лә ҡыйын булып китте.
- Әлфиә, бар, һин алдан ҡапҡаны асып, һыйырҙарҙы индер! - тине ул миңә.
Малды ҡарап бөткәс, беҙ өйгә индек. Фәрит өйҙә юҡ ине. Әсәйем биҙрәләрен алды ла һыйыр һауырға сыҡты. Ә мин Фәриттең бүлмәһенә... “Исмаһам, үҙем дәрестәрен ҡараштырайым”, -тип китап кәштәһенән урыҫ теле китабын алыуға, унан бәләкәй пакеттарға һалынған он кеүек нимәлер иҙәнгә ҡойолдо.
Мин иң тәүҙә уларҙың нимә икәнлеген аңламай торҙом. Һуңынан башыма барып етте: иҫем китеп, диванға барып ултырҙым. “Бына ни өсөн Фәрит шулай үҙен сәйер тота икән: тиктомалға йә көлөп ебәрә, йә тиҙ генә енләнеп китә, күп ваҡыт күңелһеҙ генә, йоҡомһорап йөрөй” ... “Ниңә, ни өсөн ундай юлға төшкән? Кем килтерә, ҡайҙан ала был порошокты?” - тигән уйҙар үтте башымдан.
- Әсәйемә нисек әйтергә икән? - тип оҙаҡ иҫәңгерәп ултырҙым. - Былай ҙа уның йөрәге сирле...
Әсәйем һыйыр һауып, Фәриттең бүлмәһенә ингәндә, мин һаман шул порошоклы пакетиктарҙы тотоп, диванда иҫем китеп ултыра инем...
Минең аңлатыуымдың да кәрәге булманы уға, ҡулымдағы нимәләрҙе күреп, һүҙһеҙ аңланы. Бына ул йөрәген тотоп, сайҡалып китте, саҡ дивандың башына тотоноп өлгөрҙө.. Үҙе бер туҡтауһыҙ:
- Ниңә улай, улым, нимә етмәй һиңә? Шуның өсөн үҫтерҙемме мин һине? Ҡайһы урында яңылыштым икән? Ниңә атайығыҙ ташлап китмәһен, тип тырышманым икән? Мин китеп барһам, кем ҡарар икән һеҙҙе? - тип һөйләнә ине. Үҙенең биттәренән субырлап йәш ҡойола.
Миңә шул тиклем ҡурҡыныс булып китте. Тиҙ генә кухняға валидол алырға тип йүгерҙем. Сыҡҡанда, бүлмә ишеге төбөндә Фәрит тора ине. Мин уға ҡурҡыу ҡатыш асыу менән : “Әгәр әсәй менән берәй нимә булһа...беҙ нимә эшләйбеҙ ул саҡта?..Кемгә кәрәгебеҙ бар...Их... һин... ”- тинем күҙ йәштәре аша.
Мин дарыу тотоп, кире ингәндә, Фәрит әсәйемде ҡосаҡлап илай ине. Үҙе йәш аралаш:
- Әсәй, әсәй, ҡалдырып китмә беҙҙе... Ғәфү ит мине, мин башҡаса ул нимәне ауыҙыма ла алмаясаҡмын. Инде мин һиңә тик ярҙам итеп, тыңлап ҡына йөрөйәсәкмен... Тик һин генә үлеп ҡуйма...ташлап китмә беҙҙе?!. - тип бик оҙаҡ үкһене ул...

Тикшереү эше. 5 - се класс
Изложение.
Ҡотҡарҙы.
Фәрит йылға буйында балыҡ ҡармаҡлап ултыра ине. Шул ваҡыт Гөльямал әбей һыу буйына килде лә керҙәр сайҡарға тотондо. Кер сайҡау ҡармаҡ һалыусыға бәлә инде ул. Фәриттең быға кәйефе ҡырылды. Бәләкәс Гөлдәр ҙә өләсәһенә эйәргән, керҙәр сайҡарға килгән икән. Уныһы тағы ла тыныслыҡ бирмәй.
Фәрит ҡармаҡтарын йыйҙы ла китергә ҡуҙғалды. Шул арала яҡында ғына әллә нимәнең ”султ” итеп һыуға төшкәне ишетелде. Күтәрелеп ҡараһа, яр ситендә генә Гөлдәрҙең аҡ күлдәге ҡабарып торғанын күрҙе. Фәрит ҡурҡып китте. Шул ваҡытта уҡ ҡармаҡ һаптарын ергә ырғытты ла һыуға һикерҙе. Ҡыҙҙы ике ҡулы менән күтәреп алды ла тиҙ генә ярға менде. Ул арала ҡыҙҙың өлөсәһе лә йүгереп килеп етте. Ләкин өлөсәһе бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтә алмай ине.
Фәрит бер аяғы менән ергә теҙләнде лә Гөлдәрҙе күкрәге менән ятҡырҙы. Унан һуң бер ҡулы менән кәүҙәһен тотоп, икенсеһе менән елкәһенә йомшаҡ ҡына итеп һуҡҡыланы. Шунда ҡыҙҙың йотҡан һыуы ауыҙынан кире сыҡты. Фәрит бәләкәс ҡыҙҙы сиҙәмгә ятҡырып, яһалма һулыш алдырырға тотондо. Шунан һуң ҡыҙыҡай иркен һулыш ала башланы һәм илап та ебәрҙе.
Өләсәһе Гөлдәрҙе ҡосағына алды ла иркәләй башланы. Гөлдәр менән мауығып, әбей Фәриткә бер йылы һүҙ ҙә әйтә алманы. Фәрит ҡармаҡ һаптарын алды ла ҡайтып китте. Уның бөтә еренән һыу аға. Ләкин уға шундай рәхәт, шундай еңел! Баяғы борсолоуҙары бөтөнләй онотолған. Ул баланы ҡотҡарыуына шатлана, үҙ – үҙенә күңелле йылмая ине.
Өҫтәлмә эштәр.
1. Фәрит тураһында үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе яҙығыҙ. Ул ниндәй малай, уның ҡайһы сифаты оҡшаны һеҙгә?
2. Гөлдәрҙең өләсәһе ни өсөн Фәриткә бер йылы һүҙ ҙә әйтмәгән? Ул дөрөҫ эшләгәнме? Ни өсөн?
3. Был хикәйә беҙҙе нимәгә өйрәтә?
4. Аҫтына һыҙылған һөйләмгә синтаксик анализ яһарға.
5. Гөльямал һүҙенә фонетик анализ эшләргә.
6. Текстан эйәлек һәм төшөм килештәге һүҙҙәрҙе яҙырға.

Тикшереү диктанты.
Муйыл ағасы.
Йылға буйында, тирә – йаҡҡа ям биреп, муйыл ағасы үсте. Йяҙ килеү менән, шаулатып йапраҡ йарҙы. Ҡойаштың ҡайнарҙығына, донъяның йаҡтылығына, һауаның сафтығына шатланды. Күпертеп сәскә атып йебәрҙе. Сәскәнең аҡлығы күнелде рәһәтләндерҙе, һуш эҫе йераҡтарға таралды.
Муйелдың ошондай матур сағын сәлимә менән миләүшә күреп ҡалдылар.
Бер аҙан ҡосаҡтары муйел сәскәхе менән тулған был ҡыҙар, көлөшә көлөшә, йелға буйынан ҡайтып киләләр ине. Биктә рәнйене муйел ағасы, тәртипхеҙ ҡыҙарҙы күреп:
- Кеше куҙенә куренер йеремде лә ҡалдырманылар вит, - тип йыланы ул.
Көндәр үте. Ул, йылауынан туҡтап, ҡаған сәскәләрен ҡойҙо. Улар урынына яшел генә вулып орҙоҡтар тумаланды.
Хутлы йемештәре менән һыйҙарға уйланы муйел килгән ҡунаҡтарҙы. Бер саҡ ҡап ҡара булып, күҙе ҡыҙҙырырлыҡ йемештәр өлгерҙе.
Ошо ваҡыта ғына теге ҡыҙар тағын килеп йеттеләр. Улар тартынып, күп уйҙап торманылар, ин йемешле ботактарҙы хындырып – хындырып алдыларҙа ҡайтып кителәр. Йараланып, өтәләнгән тауыҡа оҡшап ҡалған муйел ағасының иларҙыҡ хәлелә ҡаманы.
Тағыла яҙ килде. Муйел ағасы быйел йапраҡ та йарманы, сәскәлә атманы.
Муйел йыйыр уаҡыт еткәс, теге ҡыҙар тағы килеп йетелләр. Килделәрҙә аптрап ҡалдылыр. Былтыр күкрәп үскән муйел урынында ҡороған ағас ҡына херәйеп утыра ине.
Ҡыҙарҙың күҙәррен яшь ҡаптаны. Ойалыуҙан һәм йәлдәүҙән ни эшләргәлә белмәне алар. Тик анан ни файҙа?
Өҫтәлмә эштәр.
тауыҡ һүҙенә фонетик анализ эшләргә;
муйыл, ботаҡтар һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртергә;
Сәлимә менән Миләүшәгә характеристика (ҡылыҡһырлама) бирергә;
Был хикәйә нимәгә өйрәтә? Шул хаҡта яҙ;
ҡыҙҙарҙың, еттеләр, уларға, тәртипһеҙ һүҙҙәренә морфологик анализ;
тәүге һөйләмгә тулы синтаксик анализ яһарға;
текстан 10 исем яҙырға:
5 ҡылым яҙырға;
5 сифат яҙырға;
5 алмаш яҙырға;
5 киҫәксә яҙырға:
3 теркәүес яҙырға;
3 бәйләүес яҙырға;

5 –се класс өсөн башҡорт әҙәбитенән зачет һорауҙары.
1. Беренсе сентябрь көнө,
Ә ҡояш әле ҡайнар.
Беренсе сентябрь үҙе,
Ағастар һаман байҙар. - был юлдар кемдең, ниндәй шиғырынан?
2. Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай, ынйы йыямын,
Йыямын да - йәнле ынйылырҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын - был юлдар кемдең, ниндәй шиғырынан?
3. Али Карнайҙың “Урманда” хикәйһендә ниндәй образдар бар? Кем еңә?
4. Әбей, бабайы балыҡҡа киткәс, нимәнән бала эшләп, һандыҡҡа һала? Ул ниндәй әкиәттән?
5. Әминбәк ниндәй һөнәрҙәогә өйрәнә? Уларҙың файҙаһы тейәме? Нисек итеп?
6. Синонимдар тип нимә атала? Миҫалдар яҙ.
7. Омонимдар тип нимә атала? Миҫалдар яҙ.
8. Антонимдар тип нимә атала? Миҫалдар яҙ.
9. Ҡәмән менән Сәмәнде Сәлмән нисек итеп аҡылдарына ултырта? Характеристика.
10. Нимә ул йомаҡ? Ниндәй темаларға бүленә?
11. Ниндәй темаларға арналған мәҡәлдәр була?
12. Салауат Юлаев кем ул? Ул ҡайҙа тыуған? Ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?
13. “Иҫемдә ҡалғандар” әҫәрен кем яҙған?
14. Биография менән автобиография нимәһе менән бер- береһенән айырыла?
15. “Шүрәле” әкиәтее кем яҙған?
16. Халыҡ ижады менән яҙма әҙәбиәт нимәһе менән бер- береһенән айырыла?
17. Мәжит Ғафури ҡайҙа, ҡасан тыуған?
18. Бер аусының бер һарығы ҡырҙа ҡалған,
19. Эҙләп тә тапмағандар, ул юғалған. – был юлдар кемдең, ниндәй әҫәренән?
20. Нимә ул мәҫәл? Миҫалдар?
21. Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һанап бирегеҙ?
22. “Бәләкәй Ҡотош” әҫәрен кем яҙған? Уның төп геройы кем?
23. Атаһының васыятын Хәмит менән вәлит нисек аңлайҙар? Характеристика бирергә.
24. “Йылмайыу” хикәйәтендә Аҡыл Эйәһенең йылмайыуының сәбәбе нимәлә?
25. “Фәғилә менән беҙ бергә хеҙмәт иттек...Ҡыйыу санитарка булды ул. Бик куп совет яугирҙарын һуғыш яланынан алып сыҡты башҡорт ҡыҙы. Тик бер фашист пуляһы уның ғүмерен өҙҙө.Уның ҡарауы командирҙы ҡотҡарҙы - кемдең, ниндәй әҫәренән
26. Раяндың иң яҡын дуҫы кем була? Ул ниндәй батырлыҡ күрһәтә?
27. Әхәт ни өсөн ауырып китә? Әҫәр ни өсөн “ Өс бөртөк бойҙай” тип атала?
28. Кем ул Әмир? Ул ниндәй ҙур эш башҡарған?
29. Айҙар, Ғабдулла, Вәзир, Яҡуп – кемдең, ниндәй әҫәренең геройҙары? Улар ниндәй ҙур эш башҡаралар?
30. “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесын кем яҙған? Уның төп геройҙары кемдәр?
31. Ҡоралай нисек итеп буренән ҡотооп ҡала?
32. Ҡашҡар нисек һәләк була? Эттең хужаһының исеме кем?

Гульдар Адиповна
- Сообщения: 4
- Зарегистрирован: 01 мар 2019, 18:40
Re: Методическая копилка
1. Ҡараңғы өй мөйөшөндә, ҡара тәкә һикерә (Бет)
2. Тоҡ - күләгәһе юҡ (Мөгәрәп, баҙ)
3. Көндөҙ төймәләй, төнөн дөйәләй (Шаршау)
4. Бәләкәй генә бөкөрө ялан ерҙе гиҙә (Ураҡ)
5. Өй башында айыу бейей (Төтөн)
6. Өй башында ярты икмәк (Ай)
7. Ике кәзә һөҙөшә, ҡалай мөгөҙө килешә (Тәҙрә ҡапҡастары)
8. Өйөм түңәрәк - ҡыл арҡан (Мүк)
9. Ер аҫтында еҙ бүкән (Кишер)
10. Өрмәй ҙә ебәрмәй ҙә ( Йоҙаҡ)

Зинфира Накиповна
- Сообщения: 4
- Зарегистрирован: 28 фев 2019, 13:35
Re: Методическая копилка
Һәркем үҙ яҡташы менән ғорурлана ала. Уларҙың береһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим. Ул 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул бик ишле ғаиләлә эш һөйөүсән һәм инсафлы бала булып үҫә. Мостафа бигерәк тә әсәһе һөйләгән әкиәттәрҙе, ҡойған йомаҡтарҙы тыңларға ярата. Иҫ киткес мауыҡтырғыс әкиәттәр уның хыялын байытырға ярҙам итәләр. Татар әҙәбиәтендә 5 нсе синыфтар өсөн уның бик матур “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” повесте мәктәп прогаммаһына индерелгән. Уҡыусылар әҫәрҙе ошо тиклем яратып ҡабул итәләр. Рәхмәт Һеҙгә, Мостай ағай!