Новости
-
Котова Д.Г.
- Сообщения: 97
- Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40
Re: Новости
Ә кем һуң ул сәсән? Был һорауға яуап бирер өсөн “Урал батыр” эпосын һөйләгән Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән Мөхәмәтша Буранғоловтың яҙып алыу тарихын ғына иҫкә төшөрөү етә. Архивта медитация, шаман ғәмәле менән һуғарылған сығыш хаҡында мәғлүмәт һаҡланыуын ғалимдар бөгөн генә килеп әйтмәй. Улар әҫәрҙәге һәр образды сағылдырыр өсөн йөҙ-ҡиәфәтен, тауышын, ым-ишараһын үҙгәртеп һөйләгән. Был үҙенә күрә ниндәйҙер кимәлдә әллә Күктәр, әллә боронғолоҡ менән бәйләнешкә инеп, эпостағы тормошто яңынан тергеҙеүгә бәрәбәр.
-
Котова Д.Г.
- Сообщения: 97
- Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40
Re: Новости
Владимир Высоцкийҙың ҡулында думбыра булмаған, әлбиттә. Төрки түгел бит ул, әммә гитараһы ауазы менән оҙатылған һүҙҙәре әле булһа зиһендәрҙе һиҫкәндереп ебәрә. Урыҫтар “сказитель” ти үҙҙәренең боронғо телмәр һәм шиғыр оҫталарын. В. Высоцкий – тап ана шундай маһирҙарҙан. Өҙөп әйтелгән фекерҙәр, тотош заманына, замандаштарына ҡарашын белдереүе, тапҡырлығы хайран итә уның.
-
Котова Д.Г.
- Сообщения: 97
- Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40
Re: Новости
Шундай ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә билдәле яҙыусылар тормошонан. Бер мәл Максим Горький моряктар алдында сығыш яһарға бара, әммә бер ни әйтә алмай ҙа ҡуя. Ғөмүмән, унда телмәр тотоу оҫталығы булмаған, тип яҙа замандаштары. Классик нимә эшләргә белмәй тора ла: “Ярай, ҡайтҡас, мин һеҙҙең хаҡта, диңгеҙ тураһында әҫәр ижад итермен”, – ти. Кем белә, бәлки, моряктар уны “Дауылғош тураһында йыр”ҙы ижад итергә илһамландырғандыр. Хәйер, бөтөнләй диңгеҙ менән бәйле булмаған әҫәр тыуыуы ла ихтимал был осрашыуҙан һуң...
Совет осоронда ла шағирҙар ҙур майҙан тотоп һүҙен әйткән. Халыҡ эркелешеп шиғыр тыңларға килгән. Рәми Ғарипов Өфөлә, Башҡортостанда, башҡорт ерендә һүҙ менән арбаһа, Мәскәүҙә генә түгел, тотош элекке СССР-ҙы шиғри һүҙе менән Владимир Высоцкий әсир иткән. Рәми ағайҙың ни тиклем халыҡ ижадына ғашиҡ булыуын көндәлектәре аша беләбеҙ. Фольклор экспедицияларына сығып, милләттәштәренең тын алышын тойорға тырышҡан ул. Ә инде ҡобайыр кеүек юғала барған жанрға мөрәжәғәт итеүе лә йөрәгендә тап сәсәнлек рухы йәшәүе хаҡында һөйләй.
Совет осоронда ла шағирҙар ҙур майҙан тотоп һүҙен әйткән. Халыҡ эркелешеп шиғыр тыңларға килгән. Рәми Ғарипов Өфөлә, Башҡортостанда, башҡорт ерендә һүҙ менән арбаһа, Мәскәүҙә генә түгел, тотош элекке СССР-ҙы шиғри һүҙе менән Владимир Высоцкий әсир иткән. Рәми ағайҙың ни тиклем халыҡ ижадына ғашиҡ булыуын көндәлектәре аша беләбеҙ. Фольклор экспедицияларына сығып, милләттәштәренең тын алышын тойорға тырышҡан ул. Ә инде ҡобайыр кеүек юғала барған жанрға мөрәжәғәт итеүе лә йөрәгендә тап сәсәнлек рухы йәшәүе хаҡында һөйләй.
-
Котова Д.Г.
- Сообщения: 97
- Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40
Re: Новости
Шағир – ул һүҙ сәнғәте әҫәрен тыуҙырған профессионал, әммә уларҙың бөтәһе лә берҙәй уҡый беләме һуң яҙғанын? Тимер ағай Йосоповтың, Абдулхаҡ Игебаевтың, Ирек Кинйәбулатовтың ярһып шиғыр уҡыуҙарын хәтерләйһегеҙме? Уларҙың үҙҙәренә генә хас тауышы әле булһа яҡында ғына рухи көмбәҙемә килеп ҡағыла, ижадтарынан башҡа башҡорт әҙәбиәтенең юҡлығын иҫбат итеп йәшәй төҫлө. Рауил Бикбаевтың, Тамара Ғәниеваның, Зөлфиә Ханнанованың һеңдереп шиғыр уҡыуҙарын кем яратмай икән?
Әммә уларҙыҡы кеүек маһирлыҡ менән һәр беребеҙ маҡтана алмай шул. Хәйер, бәлки, мотлаҡ та түгелдер. Әммә халыҡ шағирҙан тап шиғырын оҫта итеп уҡыуын да көтә. Хатта шундай фекер ишеткәнем бар: “Һүҙен еренә еткереп әйтә лә белмәгәс, нимә тип сәхнәгә сығып тора икән? Шағир исемен күтәреп йөрөүенән ни файҙа инде?” Ғөмүмән, башҡорттар шағирҙарға ҙур талаптар ҡуя. Минеңсә, уларҙың бөтәһе лә тап шағирҙа заман сәсәнен күреүҙән килә. Эске аңдағы, ҡандағы хәтер менән беҙ шағирҙарға ла сәсәндәр иңендәге иң юғары миссияны йөкмәтәбеҙ.
Әммә уларҙыҡы кеүек маһирлыҡ менән һәр беребеҙ маҡтана алмай шул. Хәйер, бәлки, мотлаҡ та түгелдер. Әммә халыҡ шағирҙан тап шиғырын оҫта итеп уҡыуын да көтә. Хатта шундай фекер ишеткәнем бар: “Һүҙен еренә еткереп әйтә лә белмәгәс, нимә тип сәхнәгә сығып тора икән? Шағир исемен күтәреп йөрөүенән ни файҙа инде?” Ғөмүмән, башҡорттар шағирҙарға ҙур талаптар ҡуя. Минеңсә, уларҙың бөтәһе лә тап шағирҙа заман сәсәнен күреүҙән килә. Эске аңдағы, ҡандағы хәтер менән беҙ шағирҙарға ла сәсәндәр иңендәге иң юғары миссияны йөкмәтәбеҙ.
-
Котова Д.Г.
- Сообщения: 97
- Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40
Re: Новости
Сәсән һәм Шағир
Сәсән һәм Шағир (Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале конференцияһындағы сығыштан)
Һеҙ Сәсән менән Шағирҙың айырмаһы хаҡында уйланғанығыҙ бармы? Бер ҡараһаң, уларҙа әллә ни айырма юҡ та һымаҡ. Икеһе лә шиғри тел менән образлы фекерләү аша халыҡҡа, заманына һүҙен әйтә. Әммә сәсәндәр, боронғолоҡто, һүҙ сәнғәте менән бергә телмәр оҫталығын да үҙендә йөрөткән заттар, минең яҡлауыма мохтаж булмаһа ла, бөгөн уларҙың ниндәйҙер кимәлдә адвокаты булараҡ сығыш яһарға теләйем. Сөнки замана уларҙы танымаҫҡа тырыша, замандаштар аңламамыш булған төҫлө. Ә бит тап сәсәндәр – ысын халыҡ ижады өлгөләрен тыуҙырыусылар, халыҡ йөрәгенә үтеп инерлек һүҙҙе әйтеүселәр.

Ә инде Рәсәй тарихына сәсәндәребеҙҙең аҡ һүҙе менән ырып яҙыласаҡ милли байрамыбыҙҙы ихлас сәләмләп, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе: “Башҡорт халҡы үҙенең йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен телдән-телгә, быуындан-быуынға тапшырып, айырыуса ҡәҙерләп һаҡлай. Башҡорт милләте үҙенең рухи ҡиммәттәрен йөҙәрләгән-меңәрләгән сәсән-йыраусыларының хәтерендә һаҡлап ҡала алған. Был матур йола бөгөн дә йәшәй...” ("Башҡортостан" гәзитенән алынды)
-
Котова Д.Г.
- Сообщения: 97
- Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40
Re: Новости
Сара шундай күтәренке кәйефтә дауам итте. Уғата булмай, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Асыҡ тирмә” интерактив майҙансығы, рәсемдәр күргәҙмәһе үҙ эшен башланы. Тап “Асыҡ тирмә” бәйгелә ҡатнаша алмағандарға йә халыҡ алдында үҙенең һүҙ маһирлығы менән сығыш яһарға теләүселәргә бик ҡулай проект булғандыр. Һәр хәлдә, унда уртаға сығып сәсәнлеген, шағирлығын танытыусылар бихисап булды.
Ә фестивалде ябыу тантанаһы айҡанлы үткәрелгән гала-концертты халыҡ бик көтөп алды. Йәштәр театрының өлкән залында үткән тамашаны ҡарау өсөн йыйылғандарға ултырыр урын етмәүе, йәштәрҙең стена буйында теҙелеп тороуы, кемгәлер уңайһыҙлыҡ тыуҙырһа ла, шатлыҡлы күренеш ине.
Был сара “Урал” башҡорт халыҡ йыры менән башланды. Сәнғәт институты һәм училищеһы егеттәре ҡурайҙа көйҙө уйнап сәхнәгә сығып теҙелеүҙәре булды, бөтә зал аяғүрә баҫты. Ниһайәт, беҙ “Урал”ды гимн кимәленә күтәрҙек һәм уны баҫып тыңларға өйрәндек!
Әйткәндәй, беҙҙең халҡыбыҙ әҙәпле булған. Уларҙы, әлбиттә, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр шулай тәрбиәләгән. Был юлы ла сәсәндәр фестивале үткәрелеү сиктәрендә бихисап йолаларҙы тергеҙеүгә өлгәштек, тип әйтергә була. Мәҫәлән, бәйгенең еңеүсеһен аҡ кейеҙгә баҫтырыу... Был бит уға халыҡ араһында дәрәжә, абруй биреү тигән һүҙ.
Йомғаҡлауға килгәндә, бүләкләү махсус приздар тапшырыуҙан башланды. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәм Башҡортостандың ҡурайсылар союзының да махсус бүләктәре үҙ эйәләрен тапты. Шулай итеп, Фархат Оразов (Ҡаҙағстан), “Алпамыша” этнотөркөмө (Учалы), Сибай сәнғәт колледжының “Талир тәңкә” этнотөркөмө, “Сал Урал” этнотөркөмө (Учалы), Мария Александрова (Карелия), Эмиль Теркишев (Алтай), Вячеслав Кученов (Хакас), Мәүлит Ямалетдинов (Учалы) бәйгенең дипломанттары булып танылды. Уларға көмөштән түшкә ҡаҙай торған билдә тапшырылды. Фестивалдең лауреаттары булған Батр Манджиев (Ҡалмыҡ), Аясмаа Тулуш (Кемеров өлкәһе), Доолотбек Сыдыков (Ҡырғыҙстан), Зоя Стрекаловская (Саха), Софья Брусникина (Архангельск ҡалаһы), Алибей Романов (Дағстан), Розалия Солтангәрәева (Өфө), Асия Ғәйнуллина (Сибай) ҡиммәтле бүләктәрҙән тыш алтын ялатылған билдәләргә эйә булды. Ә инде сәсәнлеге буйынса күп ҡәрҙәштәрен еңеп, гран-при һәм алтын-гәүһәрҙән эшләнгән “Халыҡ сәсәне” исемле билдә Ғафури егете Илһам Байбулдинға бирелде. Үрҙә әйтелгәндәргә әйләнеп ҡайтып, шуны ла билдәләргә кәрәктер: халҡыбыҙ сәсәнлегенең юғары өлгөһөн күрһәткән аҫыл егетебеҙ үҙе ҡурай, думбыра, толға кеүек музыка ҡоралдарында уйнауы, өзләү оҫталығы буйынса ла аҡ кейеҙгә баҫыу хоҡуғын лайыҡлы раҫланы. Бының менән уның иңенә халҡы ышанысы һәм сәсәндәргә йөкмәтелгән дәрәжә һалынды...

Сәсән күрке һүҙ булыр
Сәсән күрке һүҙ булыр Һабрау, Ерәнсә, Ҡатай Ғәле, Ҡобағош, Ҡарас, Мәхмүт, Сала-уат атлы һәм башҡа күп сәсәндәре булған башҡортомдоң... Улар араһындағы быуындар бәйләнеше аша халҡымдың күңел, йөрәк менән генә тоя торған көсө, ҡеүәте, рухы тапшырыла килгән. Мөхәмәтша Буранғолов Ғәбит сәсәндең өйрәнсеге булһа, Ғәбит үҙе – Ишмөхәмәт сәсәндең уҡыусыһы, Ишмөхәмәт Айҙар Байыҡтан өйрәнгән сәсәнлек серҙәрен.
Халҡыбыҙҙың был изге тәрбиә мәктәбе ата-бабаларыбыҙҙан матур бер йола булараҡ килеп еткән. Һәр хәлдә, бөгөн сәхнә түрҙәрен йәмләгән аҡһаҡал бабайҙарыбыҙ Мөхәррәм Сәлимов, Мәүлит Ямалетдиновтар менән бер рәттән һүҙ тотҡан үҫмерҙәребеҙ, сабый ғына Мөхәмәтша Исаевтарыбыҙ барҙа сәсәнлек мәктәбенең быуындар бәйләнеше өҙөлмәгән тип ныҡлы әйтергә була...
Һүҙем – баш ҡалабыҙҙа беренсе тапҡыр үткәрелгән I Бөтә Рәсәй cәсәндәр фестивале хаҡында. Әлбиттә, бындай боронғолоҡ менән һуғарылған, милләттең бар асылын эсенә алған сара тәүге тапҡыр Башҡортостанда үткәрелергә тейеш булғандыр. Ҡайһылыр дәүерҙәрҙә милли йәһәттән көрсөк кисергән халҡыбыҙҙың һуңғы йылдарҙа үҙенең асылына ҡайтыуы, милли байрамдарҙы республика ғына түгел, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә уңышлы уҙғарыуы быға дәлил. Бына ҡасан ғына керешенә уғын һалып мәргәнлеген яңынан тергеҙеү ниәтенән “Мәргән уҡсы” фестивален гөрләтеп ойошторған милләттәштәребеҙ, башҡорттар араһында Ислам динен башҡа төрки халыҡтарға ҡарағанда ла алдараҡ ҡабул иткәнен иҫбатлап “Мөнәжәт” байрамдарын үткәреү өҫтөнә, бөгөн сәсәнлеген иҫбатланы.
Ғөмүмән, Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале ике этаптан торҙо. Тәүҙә бәйгенең беренсе туры үткәрелеп, күрше өлкәләрҙән, яҡын сит илдәрҙән килгән алтмышлап ҡатнашыусы араһынан иң-иңдәр һайлап алынды. Уларҙың оҫталығын Әхмәт Сөләймәнов, Елена Сапогова, Иван Карпухин, Нәфисә Тулыбаева, Гөлгөнә Баймырҙина, Ҡырғыҙстандан килгән Гөлнара Айтпаева кеүек абруйлы баһалама ағзалары һынаны.
Ә инде фестивалдең икенсе көнө Салауат сәсән Юлай улының, Мифтахетдин сәсән Аҡмулланың һәм “Атлы сәсән” һәйкәлдәренә сәйәхәттән башланды. Артабан инде сара Милли музей залында “По зову Урала” исеме аҫтында үткән “түңәрәк өҫтәл”дә дауам итте. Унда шулай уҡ халҡыбыҙҙың Мирас Иҙелбаев, Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтангәрәева, Асия Ғәйнуллина, Нәфисә Тулыбаева, Ләйсән Итҡолова, Лариса Абдуллина, Ранис Алтынбаев кеүек абруйлы вәкилдәре менән бер рәттән туғандаш халыҡтарҙан ҡунаҡтар ҙа телмәр тотто. Әлбиттә, ҡайһы ғына халыҡтың эпостарын алып ҡарама, уларҙы өйрәнеү һәм халыҡ араһында популярлаштырыу эшендә мәсьәләләр етерлек. Ошо юҫыҡтан беҙҙең фольклорсы-ғалимдарыбыҙ халыҡтың был төр ижадын киңерәк өйрәнеү өсөн бер төркөм ҡарарҙар ҡабул итте, тәҡдимдәр индерҙе. Улар араһында Өфөнөң сәнғәт училищеһы янында шиғри-импровизаторлыҡ сәнғәте буйынса кафедра асырға тигән тәҡдимде ишетеп бер ҡыуанһаҡ, мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙа һәм мәктәп, юғары уҡыу йорттарында маҡсатлы уҡытыу өсөн башҡорт халҡының эпик ҡомартҡыларын өйрәнеүҙе индерергә тигәненең тиҙерәк тормошҡа ашырылыуын теләргә генә ҡалды. Унан тыш, һүҙ оҫталарына “Башҡорт халыҡ сәсәне” тигән юғары исем биреү тәҡдиме менән дә һәр кем килеште.

Габитова З.Г.
- Сообщения: 822
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17
Re: Новости
Хөрмәтле башҡорт теле һәм ҙәбиәте уҡытыусылары! Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы сайтында Регион-ара "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2017" конкурсы положениеһы бирелгән. (МО РБ гл.страница -деятельность - национальное образование)
-
Котова Д.Г.
- Сообщения: 97
- Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40
Re: Новости
Яуҙырам мин рәхмәт ямғырҙарын
Һеҙҙән һүнмәҫ илһам алғанға ла
Арта бара ҡөҙрәт-ҡарыуҙарым,
Йәнегеҙгә шифа булһын әйҙә,
Яҡын дуҫҡайҙарым, барсағыҙға
Яуҙырам мин рәхмәт ямғырҙарын!
Һеҙҙән ҡәҙер-хөрмәт күргәнгә лә
Дәртле тибә йөрәк тамырҙарым,
Йәнегеҙгә дауа булһын әйҙә,
Ғәзиз яҡташтарым, бөтәгеҙгә
Яуҙырам мин рәхмәт ямғырҙарын!
Һеҙҙән аҡ фатиха алғанға ла
Салт ҡиблаға ҡарап барыуҙарым,
Йәнегеҙгә сауап булһын әйҙә,
Ғәййәр илдәштәрем, көллөгөҙгә
Яуҙырам мин рәхмәт ямғырҙарын!
2000.
Һеҙҙән һүнмәҫ илһам алғанға ла
Арта бара ҡөҙрәт-ҡарыуҙарым,
Йәнегеҙгә шифа булһын әйҙә,
Яҡын дуҫҡайҙарым, барсағыҙға
Яуҙырам мин рәхмәт ямғырҙарын!
Һеҙҙән ҡәҙер-хөрмәт күргәнгә лә
Дәртле тибә йөрәк тамырҙарым,
Йәнегеҙгә дауа булһын әйҙә,
Ғәзиз яҡташтарым, бөтәгеҙгә
Яуҙырам мин рәхмәт ямғырҙарын!
Һеҙҙән аҡ фатиха алғанға ла
Салт ҡиблаға ҡарап барыуҙарым,
Йәнегеҙгә сауап булһын әйҙә,
Ғәййәр илдәштәрем, көллөгөҙгә
Яуҙырам мин рәхмәт ямғырҙарын!
2000.