Методическая копилка

Ответить
rasulova.zulfia
Сообщения: 12
Зарегистрирован: 16 сен 2016, 10:46

Re: Методическая копилка

Сообщение rasulova.zulfia »

Балаларҙың грамматика буйынса белемдәрен тикшереү

I. НИМӘ? Һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе тап:
1. а) дәфтәр; б) уҡыусы; в) дәрес; г) уҡытыусы; д) аҡбур;
2. а) ҡәләм; б) ҡыҙ; в) малай; г) мәктәп; д) тәнәфес;
II. КЕМ? Һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе тап:
1. а) атай; б) аш; в) сәй; г) әсәй; д) бабай;
2. а) әбей; б) өҫтәл; в) һеңле; г) ағай; д) исем;
III. НИНДӘЙ? Һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе тап:
1. а) сәғәт; б) тәмле; в) таҡта; г) таҙа; д) зәңгәр;
2. а) уңған; б) аҡбур; в) аҡ; г) тел; д) яңы;
IV. НИ ЭШЛӘЙ? Һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе тап:
1. а) бара; б) бармаҡ; в) йыуа; г) тыңлай; д) бала;
2. а) ҡул; б) йөрөй; в) килә; г) уҡый; д) сәс;
V.НИСЕК? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе тап:
1. а) тиҙ; б) сәскә; в) үлән; г) шәп; д) сәғәт;
2. а) китап; б) белем; в) дөрөҫ; г) өҫтәл; д) ныҡ.
rasulova.zulfia
Сообщения: 12
Зарегистрирован: 16 сен 2016, 10:46

Re: Методическая копилка

Сообщение rasulova.zulfia »

Балаларҙың лексика буйынса белемдәрен тикшереү (дауамы)
IV. Мәғәнәһе яғынан яҡын һүҙҙәрҙе тап:
1. һалҡын: а) тар; б) киң; в) һыуыҡ; г) матур; д) яңы;
2. саба: а) килә; б) йөҙә; в) һөйләй;и г) йүгерә; д) атлай;
3. бәләкәй: а) ҙур; б) кескәй; в) уҫал; г) тиҙ; д) яҡшы;
4. өй: а) ҡала; б) йорт; в) аҡса; г) ауыл; д) фатир;
V. Дөрөҫ тәржемәһен тап:
1. мәктәп: а) учитель; б) ученик; в) школа; г) класс; д) ручка;
2.тәнәфес: а) урок; б) ученик; в) тетрадь; г) книга; д) перемена;
3. шәмбе: а) понедельник; б) вторник; в) суббота; г) пятница; д) среда;
4. итек: а) платье; б) юбка; в) сапог; г) платок; д) носки;
VI. Башҡорт теленә тәржемә ит:
1. мальчик: а) ҡыҙҒ б) малай; в) бала; г) уҡыусы; д) айыу;
2. дедушка: а) атай; б) ағай; в) олатай; г) апай; д) өләсәй;
3. книга: а) икмәк; б) һүҙлек; в) дәфтәр; г) китап; д) ҡәләм;
4. хлеб: а) аҙыҡ-түлек; б) балыҡ; в) икмәк; г) һөт; д) сәғәт
Лутфуллина Эльвира
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 22 сен 2016, 12:24

Re: Методическая копилка

Сообщение Лутфуллина Эльвира »

8 кластар өсөн викторина һорауҙары.
1. Хәсән Назарҙың тыуған йылын яҙығыҙ.
2. Уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?
3. М. Ямалетдинов ҡаәҙа һәм ҡасан тыуған?
4. Ул ниндәй өлкәләрҙә ижад итә?
5. М. Ямалетдиновтың ниндәй әҫәрен уҡынығыҙ?
6. Сибәғәт ниндәй әҫәрҙең геройы?
7. Хикәйәлә ниндәй осор һүрәтләнгән?
8. Идристең аыулда ниндәй даны таралған?
9. Сибәғәтте ниндәй ғәйебе өсөн каторгаға ебәрләр?
10. З. Ғәлимовтың “Ялан сәскәләре” хикәйәһе кем исеменән алып барыла?
11. Ата менән ул араһындығы мөнәсәбәттәр ниндәй?
12. Әсә ялан сәскәләрен нисек ҡабул итә?
narkasik1
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 19 сен 2016, 17:16

Re: Методическая копилка

Сообщение narkasik1 »

Һаумыһығыҙ хөрмәтле коллегалар! Йомаҡтар тәҡдим итәм:
1.Яңғыратып һыу буйҙарын
Һайрай,алһыу таң тыуғас,
Моңло,дәртле.........
2.Ҡолға башында йорто
Эсендә тора йырсы.(сыйырсыҡ).
3. Кәкре муйын,аҡ йомғаҡ,
Йөрөй күлдә яр буйлап,
Йәлеп итә үҙенә,
Зарлы көйҙәрен уйлап.(Аҡҡош).
4. Бар белгәне ҡар ҙа ҡар
Бер туҡтауһыҙ ҡар даулар
Ниндәй ҡош мохтаж ҡарға
Ни булһын инде.......
Лутфуллина Эльвира
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 22 сен 2016, 12:24

Re: Методическая копилка

Сообщение Лутфуллина Эльвира »

9-сы кластар өсөн викторина һорауҙары
Йырауҙар һәм сәсәндәр.
1.Кемдәр ул йырауҙар?
2.Һабрау йырау йәшәгән йылдар. Уның исеме ниндәй әҫәрҙәрҙә телгә алына? Ниндәй ҡобайырҙар уныҡы тип иҫәпләнә?
3.Кемдәр ул сәсәндәр?
4.Сәсәндәр ниндәй төрҙәргә бүленгән?
5.Ижадсы сәсәндәрҙе атап сығығыҙ.
6.Байыҡ сәсән ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?
7.Әхмәт Байыҡ кем ул?
8.Ғәбит сәсән ҡайҙа тыуған?
9.М. Буранғолов Ғәбит сәсәндән ниндәй әҫәрҙе яҙып алған?
10.Был өҙөктәр ниндәй әҫәрҙән? Авторы кем?
“Ялан ғына ерҙең, ай, бүреһе,
Күк һыртландай булыр күбеһе,
Дуҫ-иштәрем күп тип ышанмағыҙ,
Хас дошманың булыр береһе”.

“Салауат тигән исемең
Ишетеп беләм ҡолаҡтан,
Исемеңде ишетеү -
Белеу түгел йөрәктән”.

“Ай Урал тау, Урал тау
Кемгә таныш булманы?
Даны киткән һылыуҙай,
Кемдән яусы килмәне?”
Лутфуллина Эльвира
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 22 сен 2016, 12:24

Re: Методическая копилка

Сообщение Лутфуллина Эльвира »

5-се кластар өсөн биремдәр
1.Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып яҙығыҙ: ь, ъ
Ҡул…яҙма, юл…язма, ал…япҡыс, көн…яҡ, төн…яҡ,Ил…яс, бир…яҡ.
2.Ҡушма һүҙ төҙөп яҙығыҙ.
Аҡ, иҙел; бал, ҡалаҡ; Яҡты, күл; Ҡара, ҡош; яр, ҡанат; тере, көмөш; аяҡ, өҫтө.
3.Тәржемә итегеҙ.
Стул, игрушка, знание, радость, земляк, черепаха, яблоня, одежда, жаворонок, север.
4.Һорауҙарға яуап яҙығыҙ.
- « Әсикмәк» хикәйәһен кем яҙған?
- “Әсәй өйҙә генә тора,
Тип уйламағыҙ тағы” – был юлдар ниндәй шиғырҙан яҙылған?
guldar-72
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 22 сен 2016, 15:59

Re: Методическая копилка

Сообщение guldar-72 »

ЭШ, ХЕҘМӘТ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР.
1) Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй.
2) Бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырма.
3) Буй эшләмәй-ҡул эшләй.
4) Кем эшләмәй-шул ашамай.
5) Ҡалған эшкә ҡар яуа.
6) Хеҙмәтенә күрә хөрмәте.
7) Хеҙмәте ҡаты-емеше татлы.
8) Хаҡына күрә эше, тырмаһына күрә теше.
9) Хеҙмәт итеп ашаған икмәк тәмлерәк була.
10) Һөйләргә ашыҡма, эшләргә ашыҡ.
11) Һөйләүе еңел, эшләүе ауыр.
12) Һүҙ менән түгел, эш менән күрһәт.
13) Эш белгәнгә уңыш юлдаш.
14) Эш батыры-ил батыры.
15) Эш бөткәс, уйнарға ярай.
16) Эш үткәс, үкенеүҙә файҙа юҡ.
17) Эше барҙың ашы бар.
18) Эш оҫтаһынан ҡурҡа.
19) Эш үҙе өйрәтә.
20) Эш белмәгән ҡоралынан күрер.
21) Эше ҡаты, икмәге татлы.
22) Эшеңде башлама, башлаһаң ташлама.
23) Эшкә тигәндә, юҡ дарман, ашҡа тигәндә, йән-фарман.
24) Эшләгән- тапҡан,ауыҙына ҡапҡан.
25) Эшләһәң-тир сыға, тир менән сир сыға.
26) Эшсән бәхетте эштән эҙләр, эшкинмәгән ситтән эҙләр.
27) Эштең башында маҡтанма. аҙағында маҡтан.
28) Эшһеҙ ғүмер -утһыҙ күмер.
29) Эшһеҙгә көн үтмәй, эшлегә көн етмәй.
30) Әҙ һөйлә, күп эшлә.
rasulova.zulfia
Сообщения: 12
Зарегистрирован: 16 сен 2016, 10:46

Re: Методическая копилка

Сообщение rasulova.zulfia »

Мифтахетдин Аҡмулла
( тест һорауҙары )
1. XIX быуат аҙағының ниндәй ҙур башҡорт шағирын һәм мәғрифәтсеһен татарҙар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа үҙ шағиры тип һанай?
А) Иҫәнгилде Батыш;
Б) Мифтахетдин Аҡмулла;
В) Шиһабетдин Мәржәни
2. « Аҡмулла » исеме нимәне аңлата?
А) ғәҙел, таҙа, уҡытыусы;
Б) дин эшмәкәре;
В) йәмғиәт эшмәкәре
3. Мифтахетдин Аҡмулла ҡасан тыуған?
А) 1831 й.;
Б) 1835 й.;
В) 1839 й.;
4. Мифтахетдин Аҡмулла ҡайҙа тыуған?
А) Миәкә районы, Туҡһанбай ауылында;
Б) Ырымбур өлкәһе, Шарлыҡ районында;
В) Троицк ҡалаһында
5. М. Аҡмулла үҙенең иҫ киткес матур шиғырҙарының береһен ниндәй шағир һәм мәғрифәтсегә бағышлап яҙған?
А) М. Өмөтбаевҡа;
Б) Б. Иҫәнгилдингә;
В) Ш. Мәржәнигә
6. Ниндәй шиғырында башҡорттарға наказ бирә?
А) “ Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”;
Б) “ Ш. Мәржәнигә арналған элегия”;
В) “ Уяныу”
7. “Нәсихәт” һүҙен тәржемә итегеҙ?
А) обращение;
Б) наставление;
В) призыв
8. М. Аҡмулла исеме халыҡ араһында нисек мәңгеләштерелгән?
А) Өфө ҡалаһында М. Аҡмулла урамы;
Б) Аҡмулла ҡалаһы;
В) Туҡһанбай ауылында М. Аҡмулла музейы
9. “Нәсихәт” шиғырында М. Аҡмулла нисә нәсихәт бирә?
А) 5;
Б) 7;
В) 9
10. “Аҡмулла шиғыры” нисә ижектән тора?
А) 8;
Б) 11;
В) 26
11. М. Аҡмулла тыуыуына ҡасан 185 й. тула?
А) 2006;
Б) 2016;
В) 2017
12. Ниндәй ҡалала төрмәгә ябыла?
А) Троицк;
Б) Ырымбур;
В) Өфө
13. Төрмәлә ниндәй әҫәрҙәр ижад итә?
А) “Атайыма хат”, “Өмөт”, “Аҡыл” һ.б.;
Б) “Иҫәнгилде менән Батучка”, “ Солтан Ғәбиҙуллаға шикәйәт”, “Урыным – зиндан” һ.б.;
В) “Аттың ниһен маҡтайһың?”, “Дуҫлыҡ”, “Нәсихәттәр” һ.б.
14. М. Аҡмулла ниндәй мәҙрәсәләрҙә белем ала?
А) Рәсүлиә, Ғосманиә;
Б) Ғәлиә, Мәҙинә;
В) Мәнәүезтамаҡ, Әнәс
guldar-72
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 22 сен 2016, 15:59

Re: Методическая копилка

Сообщение guldar-72 »

Башҡорт теленән контроль эш (тестар).7 класс.

1. Баш хәреф менән яҙыла торған һүҙҙәрҙе билдәлә.
а) кеше исемдәре
б) ағас, үҫемлектәр исемдәре
в) хайуан, бөжәктәр исемдәре

2. Кеше исемдәре ҡайҙа дөрөҫ яҙылған?
а) Әлиә, Зөлфиә, Ғәли, Һәҙиә
б) Әлейә, Зөлфейә, Ғәлей, Һәҙейә
в) Әлийә, Зөлфийә, Ғәлий, Һәҙийә

3.Ҡайһы осраҡта юлдан юлға күсереү өлгөһө дөрөҫ?
а) сәй-нүк
б) ҡурҡ-аҡ
в) бат-ыр

4.Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар?
а) 33
б) 42
в) 43

5. Тыуған илкәй бер генә,
Ҡәҙеркәйен бел генә. Һөйләмдең төрөн билдәлә.
а) Хәбәр һөйләм
б) Һорау һөйләм
в) Өндәү һөйләм

6. Уның китабы. Затын, һанын билдәлә.
а) 1-се зат, берлектә
б) 2-се зат, берлектә
в) 3-сө зат, берлектә

7. Волга Урал йылғаһынан оҙонораҡ. Сифаттың дәрәжәһен билдәлә.
а) сағыштырыу
б) аҙһытыу
в) артыҡлыҡ

8. Ҡыйыу, батыр. Был ниндәй Һүҙҙәр?
а) антонимдар
б) синонимдар
в) омонимдар

9. Мин 7-се класта уҡыйым. Һөйләмдә һандың төркөмсәһен билдәлә.
а) төп һан
б) рәт һаны
в) бүлем һаны

10. Егәрленең................. . Мәҡәлде нисек дауам итергә була?
а) ҡулы икәү
б) ҡулы алтын
в) ҡулы етәү
guldar-72
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 22 сен 2016, 15:59

Re: Методическая копилка

Сообщение guldar-72 »

Башҡорт теленән контроль эш (тестар) 7 класс.

1. Баш хәреф менән яҙыла торған һүҙҙәрҙе билдәлә.
а) кеше исемдәре
б) ағас, үҫемлектәр исемдәре
в) хайуан, бөжәктәр исемдәре

2. Кеше исемдәре ҡайҙа дөрөҫ яҙылған?
а) Әлиә, Зөлфиә, Ғәли, Һәҙиә
б) Әлейә, Зөлфейә, Ғәлей, Һәҙейә
в) Әлийә, Зөлфийә, Ғәлий, Һәҙийә

3.Ҡайһы осраҡта юлдан юлға күсереү өлгөһө дөрөҫ?
а) сәй-нүк
б) ҡурҡ-аҡ
в) бат-ыр

4.Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар?
а) 33
б) 42
в) 43

5. Тыуған илкәй бер генә,
Ҡәҙеркәйен бел генә. Һөйләмдең төрөн билдәлә.
а) Хәбәр һөйләм
б) Һорау һөйләм
в) Өндәү һөйләм

6.Бирелгән һүҙҙәрҙең килешен билдәлә: яҙҙан, ағастан, әсәйҙән
а) төп килеш
б) төбәү килеш
в) сығанаҡ килеш

7. Волга Урал йылғаһынан оҙонораҡ. Сифаттың дәрәжәһен билдәлә.
а) сағыштырыу
б) аҙһытыу
в) артыҡлыҡ

8. Ҡыйыу, батыр. Был ниндәй Һүҙҙәр?
а) антонимдар
б) синонимдар
в) омонимдар

9. Мин 7-се класта уҡыйым. Һөйләмдә һандың төркөмсәһен билдәлә.
а) төп һан
б) рәт һаны
в) бүлем һаны

10. Егәрленең................. . Мәҡәлде нисек дауам итергә була?
а) ҡулы икәү
б) ҡулы алтын
в) ҡулы етәү

11.Был шиғырҙа ниндәй миҙгел тураһында һүҙ бара?
Аҫыл ҡоштар ҡанат елпеп,
Ярышып моңдар һуҙғанда,
Йырлай-йырлай еләк йыйҙым,
Киң аҡланлы урманда.
а) яҙ миҙгеле
б) йәй миҙгеле
в) көҙ миҙгеле

12. Уның китабы. Затын, һанын билдәлә.
а) 1-се зат, берлекә
б) 2-се зат, берлектә
в) 3-сө зат, берлектә.
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»