Новости

Ответить
Котова Д.Г.
Сообщения: 97
Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40

Re: Новости

Сообщение Котова Д.Г. »

Әйтергә кәрәк, был Ҡыуаҡан һөйләшенең әҙәби тел сифатында икенсе тапҡыр инде шундай юғары кимәлдә хәл ителеүе ине. Ике осраҡта ла ул Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты президиумы рәйесе Х. Ҡушаев исеменә барып төртөлә. Сөнки конференция республикалағы иң юғары орган ҡарамағында булдырылған Яңы әлифба комитеты тарафынан үткәрелеп, уға етәкселек итеү президиум рәйесенә йөкмәтелгәйне. Шуға күрә конференцияла Ҡыуаҡан һөйләшенең ҡалҡып сығыуы һәм әҙәби телгә бәйле шундай ҡарар ҡабул ителеүе бер ҙә ғәжәп түгел. Ғәмәлдә иһә Х. Ҡушаев икенсе тапҡыр инде, үҙ вази­фаһына таянып, әҙәби тел мәсьәләһенең ошолай хәл ителеүенә өлгәшә ине. Ике осраҡта ла уға уны аҙағынаса алып барып еткерергә тура килмәй. Тәүгеһендә быға хөкүмәт кимәлендә ҡабул ителгән “Башҡорттарҙың әҙәби теле тураһында”ғы ҡарар аяҡ салһа, әле килеп партия өлкә комитеты бюроһының конференция йомғаҡтары буйынса ҡарары туҡтатып ҡала. Унда һүҙмә-һүҙ: “Вопросы наречий башкирского языка (Кувакан или Юрматы) продолжать изучать и считать возможным открыть дискуссию по этому вопросу в печати”, – тиелә.
Котова Д.Г.
Сообщения: 97
Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40

Re: Новости

Сообщение Котова Д.Г. »

Үҙ ваҡытында 1917–1919 йылдарҙа автономия өсөн барған башҡорт милли хәрәкәтенең башында торған күренекле шәхестәрҙең береһе С. Мирас был ҡарар хаҡында: “Беҙҙең ҡыуаҡансы иптәштәр... бөтәһе лә яңы әлифба комитеты тирәһенә уҡмашып... тел-имлә конферен­цияһында... Ҡыуаҡан шиүәһен генә асәс (нигеҙ – З.Н.) итеп алыу тураһында доклад һөйләнеләр”, тип яҙҙы һәм әҙәби телдең киләсәген күҙ алдында тотоп: “Ҡыуаҡан һөйләшендә бөгөлөштәр бик ҡатлаулы, һәр береһе дүрт ҡатлы, уны дөрөҫ әйтеү, дөрөҫ яҙыу өсөн “фәлән хәрефтәрҙән һуң “тар”, “тәр” килә, “дар”, “дәр”, “ҙар”, “ҙәр” килә, “лар”, “ләр” килә” тип бер таблица төҙөп, шуны кеҫәңдә йөрөтөү кәрәк. Шунһыҙ дөрөҫ әйтеп, дөрөҫ яҙып булмай. Дүрт бөгөлөштөң дүртеһенә дүрт таблица кәрәк”, – тип раҫланы (“Белем” журналы, 1927 йыл, 11-12-се һандар).
Котова Д.Г.
Сообщения: 97
Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40

Re: Новости

Сообщение Котова Д.Г. »

Шулай ҙа башҡорт теленең әҙәби теле мәсьәләһенең рәсми рәүештә дәүләт күҙлегенән ҡаралыуы 1923 йылдың 12 декабрендә республикала иң юғары инстанция – партия өлкә комитетында уҙғарылған кәңәшмәлә була. Унда тәүге һүҙ әйтеүсе булараҡ Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты президиумы рәйесе Х. Ҡушаев башҡорт теленең Ҡыуаҡан һөйләшен әҙәби тел итеп алынырға тейешлеген нигеҙләй. Ә инде 17 декабрҙә ғилми ойошма булараҡ Академүҙәк Ҡыуаҡан һөйләшен “төп башҡорт теле” тиеп ҡабул итеү хаҡында ҡарар сығара һәм уны әҙәби тел сифатында көсөнә индерә. Ошолай был һөйләштең бөгөн дә әҙәби телгә бәйле йәшәп килгән фекер айырымлығының уртаһында тороуы шул көндәрҙән үҙенең башын ала. Ә ошо ҡарар 1927 йылдың аҙағында уҙғарылған I Бөтә Башҡортостан яңы әлифба конферен­цияһы исеменән тамам нығытылып ҡуйыла. Был турала “Ҡыуаҡан шиүәһе дөйөм (бөтә – З.Н.) башҡорттарҙың әҙәби теле булып (итеп – З.Н.) күпселек менән ҡабул ителде” тип әйтелә “Белем” журналында (1927 йыл, 11-12-се һандар).
Котова Д.Г.
Сообщения: 97
Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40

Re: Новости

Сообщение Котова Д.Г. »

Билдәле булыуынса, башҡорт теле тарихында уның үҙ әҙәби телен булдырыу мәсьәләһе тәү тапҡыр 1921 йылдың 9 апрелендә Башҡортостан Халыҡ Мәғариф Комиссариаты эргәһендәге әҙәбиәт бүлексәһе ултырышында ҡарала. Унда Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендәге Тамъян-Ҡатай һөйләшенән бүтән бөтә һөйләштәр башҡорт теленең этник йөҙөн юғалтҡан, йәғни татарлашҡан тип һаналып, әҙәби телдән ситләштерелә һәм Тамъян-Ҡатай шиүәһе әҙәби тел итеп алына.
Котова Д.Г.
Сообщения: 97
Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40

Re: Новости

Сообщение Котова Д.Г. »

Хәҙерге башҡорт әҙәби теле, билдәле булыуынса, үҙенең башын уҙған быуаттың 20-се йылдарынан ала. Милләтебеҙҙең туған телендәге уҡыу-яҙыуына күсеүе – үҙе бер тарих. Башҡорт халҡы, бүтән төрки халыҡтар кеүек үк, уларҙың барыһы өсөн дә уртаҡ булған ғәрәп, фарсы, сығатай төрки әҙәби телдәрен үҙ күреп, күп быуаттар ҡулланып килде. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле – башҡорттарҙың совет осоро тарихының емеше. Ул үҙенең бөгөнгө ҡаҙаныштары менән, һис шикһеҙ, шул дәүергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта быуаттар төпкөлөнән килгән башҡорт теленең киләсәгенә бәйле күптәрҙе борсоған мәсьәләләр ҙә үҙенең башын шул көндәрҙән ала. Быға хәҙерге башҡорт әҙәби теленә нигеҙ һалынған саҡта уға ғилми күҙлектән яҡын килеү урынына субъектив ҡараштың өҫтөнлөк алыуы сәбәпсе булды.
Котова Д.Г.
Сообщения: 97
Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40

Re: Новости

Сообщение Котова Д.Г. »

Ә иһә башҡорт теле һөйләштәренең бер бөтөнлөгөнөң этник асылынан дәүләт кимәлендә мәхрүм ителеүе уҙған быуаттың 60-сы йылдарына ҡарай. Был күренекле тел ғалимы Таһир Байышевтың Мәскәүгә яҙған хатына яуап рәүешендә шулай эшләнә. Ул уны “башҡорт теленең айырым диалектында һөйләшеүсе” төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тары теленең башҡорт теле булыуын танытыуҙа ярҙам алыу ниәтенән яҙған була. Үкенескә ҡаршы, уның хаты республикала иң юғары инстанция – партия өлкә комитеты бюроһында тикшерелеүенә ҡарамаҫтан, яҡлау таба алмай. Киреһенсә, башҡорт телендә өсөнсө диалект – төньяҡ-көнбайыш диалекты – булыуға нөктә ҡуйыла, хәҙерге башҡорт әҙәби теле элеккесә ике диалект – көньяҡ һәм көнсығыш диалекттары сиктәрендә тороп ҡала. Ә хат авторы үҙ фәне өлкәһендә генә түгел, республика йәмәғәтселеге алдында оҙаҡ йылдарға күҙ уңынан төшөп, ҡыҫырыҡланыуға дусар ителә. Әҙәби тел иһә Мәскәүгә киткән яуап рухында тел ғилеме тарафынан концептуаль характерҙа нигеҙләнеүен таба, фән юғарылығынан нығытылып ҡуйыла. ("Башҡортостан" гәзитенән, 10 ноябрь)
Котова Д.Г.
Сообщения: 97
Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40

Re: Новости

Сообщение Котова Д.Г. »

Республиканың йөҙөн билдәләүсе төп компонентҡа – уның дәүләт телдәренең береһе башҡорт теленә – шундай асыҡ мөнәсәбәт телдең үҙенә генә ҡайтып ҡалмайынса, тотош милләттең бер бөтөн этнос сифатында күҙалланыуы ла ине. Шул йәһәттән төньяҡ-көнбайыш диалек­тының башҡорт теленең үҙаллы диалекты итеп танылыуы тарихҡа инеп ҡалыр ваҡиға булды. Шуға күрә, Рөстәм Хәмитов бөтә һөйләштәрҙе бер бөтөн башҡорт теле итеп таныған иң тәүге республика Башлығы ул, тип раҫлау хаҡ булыр.
Котова Д.Г.
Сообщения: 97
Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40

Re: Новости

Сообщение Котова Д.Г. »

Белеүебеҙсә, ҡасандыр рәсми рәүештә танылыуҙан мәхрүм ителгән төньяҡ-көнбайыш диалекты хаҡындағы яңы һүҙҙе Рөстәм Хәмитов үҙенең тәүге интервьюларының береһендә әйтте. Ул әңгәмәсеһенә яуап рәүешендә башҡорт телендә төньяҡ-көнбайыш диалектының барлығы фәнни нигеҙҙә күптән раҫланған, тип тел мәсьәләһенә үҙ мөнәсәбәтен белдерҙе һәм шуның менән хәҙерге башҡорт әҙәби теленә нигеҙ һалынған көндәрҙән килгән бәхәсле ҡарашҡа асыҡлыҡ индерҙе. Был Башҡортостан Башлығының ошо мәсьәләгә ҡарата үҙ ҡарашы булыуын да аңлата ине.
Котова Д.Г.
Сообщения: 97
Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40

Re: Новости

Сообщение Котова Д.Г. »

Әле алғараҡ китеп әйткәндә, күп һөйләшле башҡорт теленең шундай сифатта танылыуында төньяҡ-көнбайыш диалектының үҙ туған теленә ҡайтарып бирелеүе мөһим роль уйнаны. Был бөгөнгө әҙәби телебеҙҙең бөтә һөйләштәрҙе лә, йәғни көньяҡ һәм көнсығыш диалекттары менән бер дәрәжәлә төньяҡ-көнбайыш диалектын да, үҙ итә алыуына бәйле булды.
Котова Д.Г.
Сообщения: 97
Зарегистрирован: 10 фев 2016, 10:40

Re: Новости

Сообщение Котова Д.Г. »

Башҡортостан Башлығының, тел хаҡында һүҙ барғанда, уны ошо үлемһеҙ әҫәр ижад ителгән дәүергә ҡайтарып күҙаллауы, һис шикһеҙ, тәрән мәғәнәгә эйә. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле үҙ тарихына аяҡ баҫҡан тәүге көндәренән үк ошондай ҡарашҡа мохтаж булды. Быға ҡәҙәр телебеҙгә донъя мәҙәниәтендә көслө һәм үҙаллы икәнлеге, уҡымышлы, белемле, мәҙәниәтле кешеләр, зыялылар теленән һаналыуы, уны яҡларға һәм һаҡларға кәрәклеге хаҡында юғары кимәлдә һүҙ ишетергә тура килмәне. ("Башҡортостан" гәзитенән)
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»