Методическая копилка
-
Сулейманов Р.Ф.
- Сообщения: 264
- Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40
Re: Методическая копилка
Хөрмәтле коллегалар! 2019 йылдың ғинуар- февраль айҙарында БМҮИ башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы уҡытыусылары п.ф. к., доцент М.Б.Юлмөхәмәтов, ф.ф.к., доцент Ф.Б. Саньяров Октябрьсҡ ҡалаһы һәм Тәтешле районы уҡытыусылары өсөн курстар уҙғарҙы. Курста лекциялар тыңлау менән бер рәттән халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте буйынса тыңлаусылар күп мәғлүмәт алды. Октябрьск ҡалаһы педагогтары Ф.Саньяровтың асыҡ дәресен дә юғары баһаланы, УУЭ буйынса практик өлгө алды. Уҡытыусылар менән аралашыу ике яҡ өсөн дә бик файҙалы булды. Шуның һөҙөмтәһе шиғри юлдарға ятты:
Октябрьск ҡалаһы уҡытыусыларына
Илгенәмдең бер сигендә ятып,
Ыҡ буйҙарын төбәк иткәнһеҙ.
Ошо ергә бәрәкәттәр теләп,
Изге орлоҡтарҙы һипкән – һеҙ!
Өфөләрҙән алыҫ ятһағыҙ ҙа,
Ус төбөндә булһын – Ҡаҙаны!
Башҡорт донъяһында ҡайнайһығыҙ,
Салауаттың рухы – ҡиблағыҙ!
Һәр балаға телде, уның моңон
Бөйөк аманаттай илтәһеҙ.
Аҡмуллалы, Мостайлы һеҙ бында, -
Маҡтаулы ла шуға илдә - һеҙ!
Һеҙҙең саялыҡҡа хайран ҡалам,
Һоҡландыра рухи көсөгөҙ.
Һеҙ булғанда илем мәғарифы
Оҙаҡ дәүер йәшәр көрсөкһөҙ!
Тәтешле
Ә.М. Фәрүәзетдиновҡа
Тарихыңды юллап,
Сәфәр сыҡтым,
Тәтешле лә тигән тарафҡа.
Текә тауҙар, мыҡты ҡарағайҙар
Хозурланды минең ҡарашта.
Күҙ ташлайым:
Йәйелә ялан-ҡырҙар,
Йәйрәп ята башҡорт еркәйе!
Был йәннәткә ҡайҙан юлыҡтым да,
Ҡайҙа күрҙем бындай күркәмде?!
Ел һыҙғырта , ана, ҡурайында,
Дәртле сыңлай көмөш ҡумыҙы!
Тауҙар иңрәп, йөрәк төпкөлөнән
«Азаматты» ҡалай шәп һүҙҙы!..
Күрҙемдәрҙе барып,
Үҙем күрҙем,
Етештем дә ете шишмәгә,
Аҙмы талпынманым,
Ғүмер барҙа,
Һалҡын ғына һыуын эсмәгә!
Соҡорҙарҙа халҡым тәүарихы,
Тик соҡорҙа түгел, белегеҙ!
Ғәли Соҡоройҙарҙы эстәмәһәк,
Ҡалған булыр инек белемһеҙ.
Кемгә баҡма -
Миңә яҡын һыҙат,
Ырыуҙаштар улар – танығыҙ!
Тәтешлебеҙ сәскә атмаҫ ине,
Был изге ер булһа, табынһыҙ!
Миңә башҡа ерҙәр – танһыҡ түгел,
Ҡиблам һиндә, ғәзиз Тәтешле!
Көтмәгәндә һиңә сәфәр ҡылдым,
Ифрат уңдым, булды йәтешле...
Телем
Эй телкәйем!
Һинең арҡаңда мин
Йәберләндем, аҙмы туҡмалдым...
«Аҡыллылар», иң кәрәккән мәлдә,
Һыу уртланы, белеп туҡталды.
Данко ише,
Йөрәгемде һурып,
«Телем!»- тиеп, ярһып айҡаштым!
Минең сафта тел, тип яныусылар,
Теләктәштәр, аҙмы яҡташым!
Рухтарыбыҙ таҙа.
Тел һәм Ватан
Айырылғыһыҙ, тығыҙ бәйләнгән.
Мин «Тел!»- тиеп даулашамын икән,
Ҡайғыртамын һине, илгәнәм!
Ғәзиз телдән,
Бөйөк Ватанымдан
Булмаясаҡ һис ваз кисәһем!
...Һис өркөтмәй, боронғолай, бер мәл,
Телем өсөн телде киҫәһе!
Фәнзил Саньяров, РФ һәм БР Журналистар, Яҙыусылар союзы ағзаһы, М. Өмөтбаев, Ш. Хоҙайбирҙин премиялары лауреаты

Әҙәбиәттә, сәнғәттә С.Юлаев образы
Маҡсат: Салауат Юлаев образын ҡайҙа, ҡасан һәм кемдәр ижад иткәнен,
уның характерын нисек асҡандарын аңлатыу.Уҡыусыларҙың
хәтерен, иғтибарлылығын, телмәрҙәрен, фекер йөрөтөүҙәрен,
ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү. Туған илде һөйөү, батырлыҡ
тойғоларын, ғорурлыҡ тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Ш.Бабич, Ғ.Сәләм, Б.Бикбай, Д.Юлтый, М.Кәрим портреттары, А. П.Лежнев, А.А.Кузнецов, Р.И.Ишбулатов репродукциялары. Видеотаҫма, плакат, китап күргәҙмәһе, һәйкәлдәрҙең фоторәсемдәр, мультимедия.
Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле.
Үткән дәресте иҫкә төшөрөү.
II. Өйгә эште тикшереү.
1) индивидуаль эш (тестар )
2) фронталь эш
“Зөләйха”, “Егеткә” шиғырҙарын яттан һөйләү. “Слауаттың әйткәне” шиғырын тасуири уҡыу. Шиғырға йомғаҡ яһау.
III. Төп өлөш.
Таҡталағы эпиграфты уҡыу
“Балтик буйҙарында үлде, - тиһең, -
Каторгала үлде Салауат...
Алдайһың да, Тарих бутайһың һин:
Үләме ни ундай азамат!”
( Х. Туфан )
- Бөгөнгө дәресте Х.Туфандың шиғыр юлдары менән асам һәм дәрес аҙағында был һорауға яуап бирергә тырышырбыҙ.
Дәрестә Салауат Юлаев образының ҡайҙа һүрәтләнеүе тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
Таҡтала схема.Схема дәрес барышында тултырыла һәм дәфтәрҙәренә яҙалар.
3
һынлы сәнғәттә
2 кинола 4
әҙәбиәттә скульптурала 5
Б.х.а.-тел ижады 1 Салауат образы музыкала6
1. Салауат Юлаев образы иң беренсенән башҡорт халыҡ ауыҙ – тел ижадында һүрәтләнә. Халыҡ күп кенә йырҙар, ҡобайырҙар, легендалар, риүәйәттәр, эпостар сығарған. Ул ҡурҡыу белмәҫ яуғир, батыр ғына түгел, үҙ халҡын, тыуған Урал тәбиғәтен яратыусы шағир булып та күҙ алдына баҫа.
- Салауат тураһында ниндәй йырҙар, ҡобайырҙар, легендалар, риүәйәттәр беләһегеҙ?
“Салауат” йыры менән танышыу (бер уҡыусы уҡый )
- Салауат Юлаев нисек тасуирлана (был йырҙа халыҡтың ҡайғыһы, Салауаттың фажиғәле яҙмышы хаҡында үкенеү сағыла ).
- Салауат Юлаев тураһында ниндәй риүәйәттәр беләһегеҙ? (2 уҡыусынан һөйләтеү ).
Риүәйәттәрҙә, хикәйәттәрҙә Салауаттың ғәжәп көслө, сос, уҡҡа мәргән, ҡылысҡа һәлмәк, һыбай йөрөүгә оҫта булыуы һәм уның был сифаттарға бик иртә эйә булыуы хаҡында бәйән ителә.
2. Салауат образы әҙәбиәттә лә сағылдырыла. Иң беренсе Салауат образы поэзия жанрында сағылдырыла.1917 йылдан һуң иң беренсе Салауат образына Ш.Бабич мөрәжәғәт итә (Ш.Бабичтың “Салауат батыр” шиғырын тыңлау)
- Автор Салауат Юлаев образын нисек тасуирлай? Ниндәй вәғәҙә бирә? (икенсе тапҡыр уҡыусыларҙан уҡытыла)
Автор Салауат биографияһының икенсе өлөшөнән еңелеүен башлап күрһәтә. М.Кәрим: “Салауат менән халыҡ еңелһә лә, рухтары еңелмәгән, сөнки уның башланған эше изге. Халыҡ өсөн, иле өсөн Салауат – батыр” – ти.
Салауат образы – башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, ә урыҫ, татар, мари, сыуаш һ.б. милләт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә мәңгеләштерелгән. Мәҫәлән: С.Злобин “Салауат Юлаев”.
3.Салауат Юлаев образы һынлы сәнғәттә.
- 1930 йылдарҙа Салауат образына А.П.Лежнев мөрәжәғәт итә. Ул Салауат Юлаевҡа цикл бағышлаған. Был цикл картиналар араһында Салауатты ҡулға алыу” картинаһы иң уңайышлы тип иҫәпләнә (картина күрһәтеү).
-1950 йылдарҙа А.А.Кузнецов “Салауаттан һорау алыу” картинаһында Салауат образын мәңгеләштергән (картина күрһәтеү). Башҡорт һынлы сәнғәтендә был картина иң яҡшыһы тип иҫәпләнә.
- 1960 йылдарҙа Р.И.Ишбулатов үҙенең “Буйһонмаҫ ихтыяр” картинаһында Салауат образын сағылдыра (картина күрһәтеү).
Был картиналар Өфөлә М.В.Нестеров музейында һаҡланалар (картиналар буйынса әңгәмә)
IV.Ял итеү.
4. Күп кенә тапҡыр, 1945 йылдан скульптор Т.Нечаева, Салауат Юлаев образына мөрәжәғәт итә. Ул Салауат образын бронзала ла, гипста ла, фарфорҙа ла һынландырырға тырышҡан. Нәҡ, 1952 йылда республикала иң беренсе, бронзанан һәйкәл –бюст барлыҡҡа килтерә.Ул Салауат районында ҡуйылған (фоторәсемде күрһәтеү). 1989 йылда оҡшаш һәйкәл –бюст Палдийский ҡалаһында урынлаштырылған.
1967 йылда Өфөлә, Ағиҙел ярында, Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйылды. Уны Сосланбәк Дафай улы Тавасиев, Осетия скульпторы тыуҙыра.
5. Башҡорттарҙың музыка – поэтик ижадында Салауат тураһында төрлө йырҙар билдәле. Салауатҡа арналған ҡурай өсөн инструменталь пьесалар, марштар бар. Салауат образы композиторҙар тарафынан төрлө жанр музыкаль әҫәрҙәр сағылдырылған. Мәҫәлән: Х.Әхмәтов һәм Н.Сабитовтың “Тау бөркөтө” балеты. Д.Хәсәншиндың “Салауат тураһында йыр” симфония – оратория.
З.Исмәғилевтең “Салауат Юлаев” операһы 1955 йылдың 15 апрелендә операның премьераһы була. Опера әлеге көнгә тиклем театр репертуарынан төшмәй. Операла ариялар байтаҡ, улар персонаждарҙың характерын аса (ария тыңлау, геройҙың төп сифаттарын асыу).
“Салауат Юлаев” операһы өсөн З.Исмағилевкә “РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
6. 1940 йылда Салауат Юлаев тураһында кинофильм төшөрөлдө. Салауат ролен А.Мөбәрәков уйнаны (видеояҙманан өҙөктәр ҡарау).
- 1945 йылдан һуң 1972 йылда М.Кәрим “Салауат” исемле трагедия яҙа.
V. Йомғаҡлау. Эпиграфҡа кире әйләнеп ҡайтыу һәм һорауға яуап биреү
VI. Өйгә эш. Салауат Юлаев исемендәге премия, уның лауреаттары һәм Салауат Юлаев исемен йөрөткән урындар тураһында мәғлүмәттәр табырға.
VII. Баһалау.
Дәресте Ҡарауанһарай төркөмөнөң “Салауат батыр” йыры менән тамамлау.

Гульназ Раисовна
- Сообщения: 1
- Зарегистрирован: 11 дек 2018, 16:08
Re: Методическая копилка
Сылбырлап, берәр һөйләмләп, төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп уҡыу. Бының өсөн һәр береһенең алдында белешмә өсөн һүҙҙәр.
М.Кәрим .. йылда Башҡортостандың ... районы ... ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт....институтын тамамлай. ... һуғышында ҡатнаша, ҡаты яралана, ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 1951-1962 йылдарҙа Башҡортостан … союзының идара рәйесе булып тора.
М.Кәрим - күп яҡлы талант эйәһе. Уның..., ... , ..., ..., поэмалары, ... , ....., ... повестары, ..., ..., ... драмалары киң билдәле.
М.Кәримдең ... яҡын китабы донъя күргән. 1963 йылда уға Башҡортостандың ... шағиры исеме бирелә. Ул Башҡортостан Республикаһының ....исемендәге дәүләт премияһына (1967), СССР дәүләт премияһына (1972), Ленин премияһына (1984), Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә (1979) лайыҡ була.
( М.Кәримдең китаптар күргәҙмәһен дә күрһәтеп китеү).
Белешмә өсөн һүҙҙәр: 1909, Шишмә, Келәш, Бөйөк Ватан, Яҙыусылар,
Үлмәҫбай, Сер, Йылмайыу, Ҡара һыуҙар поэмалары, Беҙҙең өйҙөн йәме, Оҙон-оҙаҡ баласаҡ, Өс таған повестары, Ташлама утты, Прометей!, Айгөл иле,Салауат, Ай тотолған төндә һ.б. драмалары, йөҙ, халыҡ, С.Юлаев.

Гульнара Асхатовна
- Сообщения: 1
- Зарегистрирован: 11 дек 2018, 11:17
Re: Шиғырҙар
Сәпәкәй-сәпәкәй, минең ҡустым бәләкәй,
Ҡулын күтәргән була,сәпәкәй иткән була. (А.Йәғәфәрова)
(Ладушки-ладушки, мой братишка маленький,
Ручонки поднимает и хлопает в ладоши)

Гульфия Айдаровна64
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 11 дек 2018, 11:17
Re: Методическая копилка
Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында Законы,”Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү” буйынса Дәүләт программалары – туған телде өйрәнеүгә, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә ҡоролған.
Уҡытыусы алдында мәктәптә уҡытылған тиҫтәләгән фәндәр араһында балаға туған телен һәм әҙәбиәтен абруйлы итеп өйрәтеү, унда ошо фәнгә ҡарата ғүмер буйына етерлек ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, тел матурлығын онотолмаҫлыҡ итеп күңеленә һеңдереү бурысы тора. Ошо бурыстарҙан сығып Шәрип урта дөйөм белем биреү мәктәбендә туған телдәр, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса бөтә шарттар булдырылған. Мәктәптә 18 уҡыусы башҡорт милләтенән булһа, бөтәһе 27 уҡыусы башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә.
Уҡытыусы алдында мәктәптә уҡытылған тиҫтәләгән фәндәр араһында балаға туған телен һәм әҙәбиәтен абруйлы итеп өйрәтеү, унда ошо фәнгә ҡарата ғүмер буйына етерлек ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, тел матурлығын онотолмаҫлыҡ итеп күңеленә һеңдереү бурысы тора. Ошо бурыстарҙан сығып Шәрип урта дөйөм белем биреү мәктәбендә туған телдәр, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса бөтә шарттар булдырылған. Мәктәптә 18 уҡыусы башҡорт милләтенән булһа, бөтәһе 27 уҡыусы башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә.
-
Гульфия Айдаровна64
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 11 дек 2018, 11:17
Re: Методическая копилка
Уҡыусылар мәктәп, район, республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашып һөҙөмтәле урындар яулай.” Республикама дан йырлайым” иншалар бәйгеһендә 4 – се класс уҡыусыһы Миңлеғәлиев Радомир район кимәлендә приз яулаһа, 8 – се класс уҡыусыһы Ҡәйерова Индира 1 – се урын яулап, республика бәйгеселәре араһында көс һынашты. 7-се класс уҡыусыһы Миңлеғәлиева Милена районда үткәрелгән “Ҡаурый ҡәләм” конкурсында “Тыуған илем-ғәзиздәрҙән-ғәзиз” номинацияһына лайык булды.”Мәғарифтең киләсәге” бәйгеһендә 10 –сы класс уҡыусыһы Шәйәхмәтова Әлиә “Киләсәккә сәйәхәт” тигән фантастик хикәйә яҙып муниципаль кимәлдә 1-се урынға сыҡты һәм республика бәйгеһендә ҡатнашты. Йәш сәсәндәрҙең “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса үткәргән бәйгеһендә 8 –се класс уҡыусыһы Фәтихова Рената призлы урынға ирешһә, нәҫел ептәрен барлап район кимәлендә үткәрелгән” Шәжәрә” конкурсында Хизбуллина Альбина “Өҙөлмәһен сылбыр быуындары” номинацияһын яуланы.Туған телдәр буйынса олимпиадаларҙа көс һынашабыҙ. “Һаумы,һаумы, Әкиәт!” бәйгеһендә ҡатнашып, уҡыусыларҙа телгә, халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләйбеҙ. “Дуҫлыҡ хороводы” ярышында” Сөмбөлә байрамы”н сәхнәләштерҙек. Талантлы шағир,оҫта тәржемәсе,Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға,Халыҡ-ара Туған телдәр көнөнә арнап, шиғриәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында ижадын ентекле, тәрән өйрәндек һәм яттан шиғыр һөйләү бәйгеһе үткәрҙек.Йыл һайын уҡытыусылар кәңәшмәһендә,ата-әсәләр йыйылышында туған телдәрҙе өйрәнеү,һаҡлау һәм үҫтереү буйынса сығыш яһайбыҙ,көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ.Мәктәп бинаһында яҡташ яҙыусы-лар менән осрашыу,ата-әсәләр ҡатнашлығында район Ҡоролтай кәңәшмәһе үтте.Матбуғат баҫмаларын алдырыу,уҡыу,республиканың күренекле сәнғәт оҫталарының сығыштарын ҡарау- бөтәһе лә туған телгә,тыуған илгә,мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү саралары.
-
Гульнар1988
- Сообщения: 1
- Зарегистрирован: 08 ноя 2018, 11:30
Re: Методическая копилка
Аҡ юрғанын ташлай,
Һыртын аса башлай. /яҙ/
Ҡара мыйыҡлы еҙнәм
Һағынып-һағынып килгән. /яҙ/
Ҡыш көнө генә яуа,
Сафланып ҡала һауа,
Атлағанда шығыр-шығыр
Эҙҙәрҙе уйып ала. /ҡар/
Үҙе уҡый белмәһә лә,
Ғүмер буйы яҙыша. /ручка/
Ҡулланған һайын,
Ҡыҫҡара бара.
Ҡыҫҡарған һайын,
Оҫтара бара. /ҡәләм/
Үҙе атта бара,
Үҙе атлап бара. /велосипед/
Үҙе бара, эҙе юҡ,
Маңлайында күҙе юҡ. /кәмә/
Гәүһәр һиптем – ергә төшмәй,
Алайым тиһәм – буйым етмәй. /йондоҙҙар/
Килә-килә күп була,
Илай-илай юҡ була. /болот/
Нисек итеп биҙмәйҙәр,
Бер туҡтауһыҙ безләйҙәр.
Безләшеп, улар беҙгә
Сәскәнән бал эҙләйҙәр. /бал ҡорто/
Йәйен түгел, үҫә ҡыш,
Үҫә баш түбән килеш.
Ҡояштан нур бөркөлһә,
Илай-илай ул үлә. /боҙбармаҡ/
Ҡалтыр-ҡолтор күс бара,
Ҡара юрға буш бара. /боҙ китеү/
Һыртын аса башлай. /яҙ/
Ҡара мыйыҡлы еҙнәм
Һағынып-һағынып килгән. /яҙ/
Ҡыш көнө генә яуа,
Сафланып ҡала һауа,
Атлағанда шығыр-шығыр
Эҙҙәрҙе уйып ала. /ҡар/
Үҙе уҡый белмәһә лә,
Ғүмер буйы яҙыша. /ручка/
Ҡулланған һайын,
Ҡыҫҡара бара.
Ҡыҫҡарған һайын,
Оҫтара бара. /ҡәләм/
Үҙе атта бара,
Үҙе атлап бара. /велосипед/
Үҙе бара, эҙе юҡ,
Маңлайында күҙе юҡ. /кәмә/
Гәүһәр һиптем – ергә төшмәй,
Алайым тиһәм – буйым етмәй. /йондоҙҙар/
Килә-килә күп була,
Илай-илай юҡ була. /болот/
Нисек итеп биҙмәйҙәр,
Бер туҡтауһыҙ безләйҙәр.
Безләшеп, улар беҙгә
Сәскәнән бал эҙләйҙәр. /бал ҡорто/
Йәйен түгел, үҫә ҡыш,
Үҫә баш түбән килеш.
Ҡояштан нур бөркөлһә,
Илай-илай ул үлә. /боҙбармаҡ/
Ҡалтыр-ҡолтор күс бара,
Ҡара юрға буш бара. /боҙ китеү/
-
ziasheva.v
- Сообщения: 11
- Зарегистрирован: 09 ноя 2018, 16:42
Re: Методическая копилка
Тема: Сәғит Агиштың “Турыҡай” хикәйәһен өйрәнеү.
Маҡсат:1. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһе менән танышыу,
2.Уҡыусыларҙың телмәрен һәм фекерләү һәләтен үҫтереү,
3. Аттарға ҡарата яратыу, һоҡланыу хистәре уятыу, уҡыусыларҙа берҙәмлек, яуаплылыҡ хистәре тәрбиәләү.
Йыһазлау: дәреслек, аттар тураһында презинтация, “Аҡбуҙат” журналы №6, 2008, пазлдар,
Дәрес барышы:
|. Ойоштороу моменты. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырыштыҡ. Беҙҙең бөгөнгө дәресебеҙҙә ҡунаҡтар ҙа ҡатнаша. Мин һеҙҙе дәрестә әүҙем булырға саҡырам.
||.Яңы тема.
-Уҡыусылар, һеҙҙең алдарығыҙҙа конверттар ята, ә уның эсендэ пазлдар. Иң элек ошо пазлдарҙы йыяйыҡ әле. Нимә килеп сығыр икән?
( Төркөмдәрҙә эш. Пазл йыйыу)
-Ниндәй һүрәт килеп сыҡты? Бөгөнгө дәрестә беҙ нимә тураһында һүҙ алып барырбыҙ? Аттар тураһында нимәләр белербеҙ?
(Уҡыусыларҙың яуабы, маҡсатты билдәләү)
-Эйе, дәрестә беҙ Сәғит Агиштың “Турыҡай” тигән хикәйәһе өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Йылҡы малына хас сифаттар, Турыҡайҙың батырлығы тураһында һүҙ алып барырбыҙ. Һеҙгә өй эше итеп әҫәрҙе үҙ аллы уҡырға ҡушылғайны. Хикәйәне уҡынығыҙмы? Оҡшанымы?
Уҡыусылар, һеҙҙең алға бына ошондай һорау ҡуям: автор был әҫәрендә беҙгә нимә әйтергә теләй, уның идеяһы нимәлә? Был һорауға яуапты беҙ дәрес барышында табарға тейешбеҙ.
-Хикәйәлә һүҙ нимә тураһында бара? (йылҡыларҙың тормошо тураһында)
-Әҫәрҙә ниндәй темалар күтәрелә?
(батырлыҡ, яуаплылыҡ)
-Хикәйәнең төп геройы –Турыҡай. Текстан Турыҡайҙы һүрәтләгән урынды табып уҡып күрһәтегеҙ әле.
-Йылҡы көтөүе менән Турыҡай араһында ниндәй мөнәсәбәт?
-Йылҡылар уға ышанамы?
-Ул һеҙҙеңсә ниндәй төҫтә? Тағы аттарҙың ниндәй төҫтәрен беләһегеҙ?
(яуаптар тыңлана, слайдтар ҡарау)
Төркөмдәрҙә эш.
1.Турыҡайҙың етеҙлеген, тәүәккәллеген һүрәтләгәндә яҙыусы ниндәй һүҙҙәр, һүрәтләү саралары ҡуллана?
2.Турыҡайҙың бүреләр менән һуғышыуын тасуирлаған урынды табып уҡырға.
3.Әҫәрҙән ат һүҙе урынында ҡулланылған һүҙҙәрҙе табырға. (йылҡы, ҡолон, ябағалар, бейәләр…
- Ә хәҙер бергәләп Турыҡайға кластер төҙөйбөҙ.
тәүәккәл матур яуаплылыҡты тоя
батыр көслө
етеҙ Турыҡай һиҙгер
ышаныслы дошмандарға рәхимһеҙ
тоғро “егет” ҡайғыртыусан
Физкультминутка. (Слайд)
-Уҡыусылар, йәш үҙенсәлектәренә ҡарап, аттарҙың исемдәре төрлөсә була икән. Ә Турыҡайға нисә йәш? Шағирә Факиһа Туғыҙбаева апай был турала “Аттар – ҡунаҡтар” тигән шиғыр яҙған.
(шиғыр уҡыу, слайдтар ҡарау)
Төркөмдәрҙә ижади эш.
1.Һүрәт буйынса шиғыр яҙырға:
--------------------------------------------
----------------------------------уҙҙырып.
----------------------------------------------
-------------------------------------туҙып.
2. ат тураһында хикәйә яҙырға
3. Мәҡәлдәрҙәге төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйырға:
1) Тыумаған … ,алтын … - атланып, билен һындырма.
2) Аттан … ла тыуа, … ла тыуа.
3) … ысҡынһа тотоп була, … ысҡынһа, тотоп булмай.
4) … урлатҡас, … бикләткән.
5) … тартмаһа, … бармаҫ.
(яҙма эштәрҙе тыңлау)
Рефлексия.
Уҡыусылар, һеҙгә дәрес оҡшанымы?
Үҙегеҙ өсөн ниндәй яңы мәғлүмәттәр алдығыҙ?
Был хикәйәлә кешеләргә хас ниндәй сифаттар ҡулланылған?
Был атты ысынлап та Турыҡай тип атарға буламы? Ул көтөүенә тоғромо, үҙенә ышанған көтөүҙең ышанысын аҡлай алдымы?
Йомғаҡлау. Шулай итеп, беҙ бөгөн Сәғит Агиштың “Турыҡай” тигән хикәйәһе менән таныштыҡ. Йәгеҙ инде, дәрес башында ҡуйылған һорауға яуап табылдымы? Автор был әҫәрендә беҙгә нимә әйтергә теләй, уның идеяһы нимәлә? (минеңсә, автор үҙеңә күрһәтелгән ышанысты аҡларға кәрәк, көсһөҙҙәрҙе яҡларға кәрәк,тип әйтә)
Сәғит Агиш – хикәйәләр оҫтаһы. Уның тағын балалар өсөн яҙылған күп кенә хикәйәләре бар.
Үҙбаһа.
Өй эше. Сәғит Агиш тураһында ҡыҫҡаса белешмә төҙөп яҙырға.

“Матурлыҡтың
ҡәҙерен белергә кәрәк”
(Ноғман Мусиндың “Ҡоралайҙар” хикәйәһен өйрәнеү)
Дәрестең маҡсаттары:
1. “ Ҡоралайҙар” хикәйәһен өйрәнеү. Хикәйәне анализлау өсөн шарттар тыуҙырыу.
2.Әҫәрҙә тыуған яҡ тәбиғәтенең гүзәллеген, тәбиғәт балаһы булараҡ кешенең урынын билдәләү, уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү.
3. Уҡыусыларҙа хайуандарға ҡарата мәрхәмәтлелек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Дәрестең бурыстары:
1. Белем биреү маҡсаты: хикәйәнең төп фекерен уҡыусы аңына еткереү өсөн шарттар тыуҙырыу.
2. Фекерләү һәләтен үҫтереү маҡсаты: анализлау, сағыштырыу, гомумиләштереп, йомғаҡ яһау күнекмәләрен үҫтереүҙе дауам итеү.
3. Тәрбиә биреү маҡсаты: тәбиғәттең матурлығы, байлығы кешенең үҙенән тора икәнлегенә ышандырыу.
Планлаштырылган һөҙөмтәләр:
1.Предмет һөҙөмтәләре: хикәйәнең темаһын аңлау һәм формалаштырыу, идеяһын күрһәтеү.
2.Шәхескә ҡагылышлы һөҙөмтәләр: герой ҡылган ғәмәлдәр аша яҡшыны насарҙан айырырға өйрәнеү.
3.Метапредмет һөҙөмтәләре
- регулятив: әҫәрҙең төп проблемаһын табыу, герой эшсәнлеген бәйәләгәндә, үзеңдең һәм башҡаларҙың фекерен дөреҫ бәйәләү, төп һөҙөмтәне сығарыу эшсәнлегендә ҡатнашыу өсөн тырышыу;
- танып-белеү: булған белемдәргә таянып, “матурлыҡ”, “изгелек” төшөнсәһенә ҡағылышлы мәғлүмәтте табыу һәм анализлау аша уны бәйәләү,
- коммуникатив: төп фекергә килгәнсе, төрлө яуаптарҙы тыңлау; төркөмдәрҙә эшләгәндә, төрлө миҫалдар менән үҙ фекереңде дәлилләү, әҫәрҙең төп фекерен табыу һәм формалаштырыу.
Йыһазлау: 1. Дәреслек,2.тема буйынса презентация, 3.карточкалар
Предметара бәйләнеш: Тирә-йүнде өйрәнеү (Окружающии мир), башҡорт теле.
Эште ойоштороу: фронталь, төркөмдәрҙә, парҙар менән эшләү
Төп төшөнсәләр:тема, идея, матурлыҡ, изгелек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш
Дәрес төрө: яңы белемдәрҙе үҙләштереү
Дәрес этаптары:
Мотивлаштырыу. Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусыларым! Көндө - сағыу ҡояш, ағасты - япраҡ, кешене - яҡшы уйҙары, изге эштәре биҙәй. Мәшһүр “Урал” эпосы иҫкә төшә:
Донъяла мәңге ҡалыр эш-
Ул да булһа изгелек.
Күккә лә осор-изгелек,
Һыуға ла батмаҫ-изгелек,
Телдән дә төшмәҫ-изгелек.
-Изгелек кешенең күңелен матурлай, яҡтырта, мәрхәмәтле итә. Кем ниндәй изге эштәр эшләгәне бар? Һөйләп китегеҙ.
(Уҡыусыларҙың яуабы)
- Хәҙер яҡшы кәйеф менән ҡанатланып эшкә тотонайыҡ.
Актулләштереү. Өйгә эште тикшереү.
-Уҡыусылар, өйҙә Н.Мусин тураһында нимәләр белеп килдегеҙ?
Ноғман Мусин кем ул? Уның ниндәй хикәйәләрен уҡығанығыҙ бар?
(Слайд 1)
(Уҡыусыларҙың яуабы)
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
Уҡыусылар, дәрес башында нимә тураһында шиғыр тыңланығыҙ? Ә хәҙер экрандағы һөйләмдәрҙе уҡыйыҡ эле. (Слайд 2)
“Матурлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк,”- ти Әбделнәғим бабай. Һеҙ быны нисек аңлайһығыҙ? Дәрес барышында беҙ был һорауға яуап табырға тейешбеҙ.
Шулай итеп,бөгөн беҙ һеҙҙең менән ниндәй темаға һөйләшербеҙ?
(Уҡыусыларҙың яуабы : матурлыҡ, изгелек тураһында)
Текст менән танышыу.
-Әйе,беҙ бөгөн дәрестә Ноғман Мусиндың “Ҡоралайҙар” тигән хикәйәһе менән танышырбыҙ. Тағы ла тәбиғәт, кейектәр, ҡоралай тураһында һүҙ алып барырбыҙ. Текст менән танышыр алдынан, әйҙәгеҙ, телдәрҙе яҙҙырып алайыҡ эле. Был һүҙҙәрҙе беҙ хикәйәне уҡығанда осратырбыҙ. (Слайд 3)
- Уҡыусылар, һеҙҙең ҡоралайҙы күргәнегеҙ бармы? Ниндәйерәк кейек икән ул? (Слайд 4)
(Һүҙлек өҫтөндә эш, тексты тасуири уҡыу)
Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
Бына әҫәр менән таныштыҡ. Һеҙгә оҡшанымы? Ул ниндәй темаға яҙылған? Хикәйәлә күтәрелгән мәсьәләләрҙе барлап, әҫәрҙән миҫалдар табып, уларҙы сисеү юлдарын барлайыҡ. Мин һеҙгә төркөмдәрҙә эш тәҡдим итәм.
1-се төркөм. Әбделнәғим бабай ҡоралайҙарҙы яратып һөйләгән ерҙе табып уҡыу.
2-се төркөм. Ҡышын ҡоралайҙарға ниндәй мәшәҡәттәр тыуа? Уларға ярҙам итер өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
3-сө төркөм. Көтмөр менән булған хәлде тасуирлап һөйләү.
4-се төркөм. Әбделнәғим бабайҙың эш-ҡылыҡтарына һеҙҙең мөнәсәбәтегеҙ.
(Уҡыусыларҙың яуаптары тыңлана).
Проблеманы сисеү юлдарын эҙләү. Проект эше.
Дәрес башында “Матурлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк,”- ти Әбделнәғим бабай. Һеҙ быны нисек аңлайһығыҙ? тигән һорау ҡуйған инек. Ошо һорауға яуап табыр өсөн мин һеҙгә кескенә проект эше тәҡдим итәм.
(Ике төркөмгә лә А3 форматында ҡағыҙ бирелә, кластер төҙөү юлы менән улар ҡуйылған һорауға яуап яҙалар, таҡтаға сығып һөйләйҙәр)
1 төркөм. Нимә ул матурлыҡ? Матурлыҡ эйәһе булған ҡоралайға хас сифаттарҙы билдәләгеҙ.
матурҙар үлән ашайҙар
нәҙек муйынлы аяҡтары ҡурай кеүек нәфис
баштары ҡупшы етеҙ хайуан
ҡарҙа насар сабалар ҡая таштар буйлап шәп сабалар
2 төркөм. Кешенең матурлығы нимәлә? Кемде беҙ матур кеше тибеҙ? Әбделнәғим бабайға хас сифаттарҙы билдәләгеҙ.
матурлыҡты ярата
изге күңелле мауыҡтырғыс итеп һөйләй
оҫта һунарсы
ярҙамсыл
тынғыһыҙ йән йәнлектәрҙе ярата
(Яуаптар тыңлана. Көтөлгән яуап: 1.Әбделнәғим бабай изге күңелле, йәнлектәрҙең бөтәһен дә ярата, тик ҡоралайҙарҙы ул нығыраҡ ярата, сөнки улар матур һәм зыянһыҙ. Ул уларҙың тәбиғәтте матурлап йәшәүҙәрен теләй һәм уларға ҡарап һоҡланырға ғына түгел, ә ярҙам кәрәккәндә ҡулдан килгәнде эшләргә кәрәклеген әйтә. 2. Кешенең матурлығы кейенмендә, йөҙөндә генә түгел, ә ҡылған эш-ғәмәлдәрендә лә булырға тейеш)
Ғәмәли эштәр башҡарыу.
-Уҡыусылар, беҙҙең тыуған яғыбыҙ ҙа бик матур, ҡоштарға, кейектәргә йылға, тауҙарға бай. Ә хәҙер дәреслекте һәм күҙәтеүҙәрегеҙҙе файҙаланып парҙар менән эш эшләрбеҙ.
1 пар. Текстан ҡош, кейек исемдәрен яҙып алып, улар менән һөйләмдәр төҙөгөҙ.
2 пар. Текста ниндәй ер-һыу атамалары осраттығыҙ? Үҙегеҙҙең ауыл тирәһендәге ер-һыу атамалары менән сағыштырығыҙ.
3 пар. Беҙҙең урман-ҡырҙарҙа ниндәй хайуандар йәшәй? (Слайд 5)
4 пар. Беҙҙең урман-ҡырҙарҙа ниндәй ҡоштар йәшәй? (Слайд 6)
5 пар. Беҙҙең яҡтағы иң матур кейек. Ни өсөн?
Рефлексия.
1.Уҡыусылар, һеҙ бөгөн нимә тураһында өйрәндегеҙ?
2.Ниндәй һығымта яһанығыҙ?
3.Һеҙ нисек уйлайһығыҙ,Ноғман Мусинды ни өсөн “тәбиғәт йырсыһы” тиҙәр икән? (Слайд 7)
(Уҡыусылар экрандағы мәғлүмәтте файҙаланып шундай фекергә киләләр: Ноғман Мусин тәбиғәт һәм уны һаҡлау тураһында бик күп әҫәрҙәр яҙған.
Төп һөҙөмтә: һәр кеше үҙе йәшәгән донъяға, уны солғап алған мөхиткә, тәбиғәткә ҡарата иғтибарлы һәм һаҡсыл булырға тейеш.)
Дәресте йомғаҡлау.
-Был дәрестә беҙ урман күрке булған ҡоралай менән таныштыҡ һәм кешелек сифаттары тураһында һөйләштек. Ысынлап та, Ноғман Мусиндың һәр әҫәрендә тәбиғәттең, йәнлектәрҙең матурлығы һүрәтләнә. Автор әйтеүенсә, беҙ улар менән һоҡланып ҡына ҡалмай, уларҙы һаҡларға ла, ҡәҙерләргә лә тейешбеҙ. Тимәк, Ноғман Мусин – тәбиғәтте яратыусы, уның матурлығын йырлаусы, һаҡларға өндәүсе изгелекле кеше.
Өй эше биреү.
Үҙегеҙгә оҡшаған кейектең һүрәтен төшөрөгөҙ, нисек, ҡайҙа йәшәүен яҙығыҙ.
Эштәрҙе баһалау.
Үҙбаһаларығыҙҙы ҡарағыҙ һәм билдәләр ҡуйығыҙ. Уҡыусылар, дәрес тамам. Дәрестә яҡшы эшләүегеҙ өсөн рәхмәт. (Слайд 8)

«Республикама дан йырлайым» конкурсына
“Кәрәҙле тылсым”
Инша
Йәйге йәмле көн. Мин еләк йыйып йөрөйөм. Бер мәл янымда ғына үҫкән матур сәскәгә нәҙекәйбил – бал ҡорто килеп ҡунды һәм тырышып-тырышып сәскә һутын йыя башланы.Мин бөтә донъямды онотоп уны күҙәтә башланым. Шул саҡ миңә йыраҡтан ниндәйҙер серле тауыш килгән кеүек булды һәм мин, бар булмышым менән, серле бал ҡорттары иленә сумдым…
“…Беҙ, бал ҡорттары, бик тырыш йән эйәләре. Беҙҙе Башҡортостандың бөтә райондарында ла үрсетәләр. Ата-бабаларыбыҙ ҡырағай бал ҡорттары булған. Улар урмандағы ағас олонондағы солоҡтарҙа йәшәгәндәр. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге таштарҙағы һүрәттәр ҙә балдың бик боронғо кешеләргә лә билдәле булыуы тураһында һөйләй. Тәүҙә кешеләр әҙер балды ғына йыйғандар, ә һуңыраҡ беҙҙе умарталарҙа тоторға, тәрбиәләргә өйрәнгән. Һин яратып сәй эскән балды яһар өсөн беҙ бик-бик йыраҡтарға осабыҙ. Бигрәк тә көнбағыш, ҡарабойҙай, йүкә сәскәләренән йыябыҙ. Шуның өсөн дә балдың төҫө һәм тәме төрлөсә була. Ә бына файҙаһы! Ҡайҙа ғына ҡулланмайҙар беҙҙең балды! Айырыуса бал балалар өсөн файҙалы, шуға ла һин ауырығанда әсәйең баллы сәй эсерә. Беҙҙҙ…беҙҙҙ…беҙҙҙ…”
Әсәйемдең:
- Бәй, ҡыҙым, нимә эшләп еләк йыймайһың?- тигән һүҙҙәренә һиҫкәнеп киттем. Нимә булды был?
Өйгә ҡайтыу менән мин олатайымдарға йүгерҙем. Ул оҙаҡ йылдар бал ҡорттары ҡарай. Мин барып ингәндә бал һыуыртыу мәшәҡәттәре менән йөрөй ине.
- Ә ҡыҙым, беләһеңме, Ирактағы Ниппур ҡалаһы янында археологтар тапҡан балсыҡ тактаташтарында бал менән дауаланыу серҙәре яҙылған. Тимәк, балдың файҙаһы хаҡында 4000 йыл элек үк билдәле булған! Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ балды оҙон ғүмерле кешеләр аҙығы тип иҫәпләгән. Күп кенә илдәрҙә балды “ҡарттар һөтө” тип тә атайҙар. Ләкин ул йәштәргә лә бик файҙалы. Балдан башҡа бал ҡорто прополис, балауыҙ кеүек файҙалы матдәләрҙе лә бүләк итте кешелеккә. Башҡорт балы донъя кимәлендә лә танылыу яулай бара. Уны Франция, Германия, Япония, Америкала ла табырға була. Башҡорт балы Рәсәй һәм донъя кимәлендәге күргәҙмәләрҙә барлығы 300-ҙән ашыу миҙал яулаған. Бына ниндәй ул кәрәҙле тылсым! – тип һөйләне олатайым.
Тирә-яҡҡа хуш еҫле бал иҫе таралды. Ышанмаҫһың да: шундай кескәй генә ҡорттар шул тиклем бал йыйған! Мин элек ҡурыҡҡан был йән эйәләренә ошо көндән башлап һөйөү уянды. Бына ниндәй икән улар-нәҙекәйбилдәр!
-Үҫкәс минең дә, мотлаҡ, бал ҡорттарым буласаҡ! Мин һинең шөғөлөңдө дауам итермен,-тинем мин олатайыма.
-Бындай уй ҡайҙан килде башыңа, ҡыҙым?
- Олатай, мин әле генә еләктән ҡайттым. Унда бал ҡорттарының нисек тырышып эшләгәндәрен күрҙем һәм Рәмзәнә Абуталипова апайҙың “Бал ҡорто” тигән шиғырын иҫкә төшөрҙөм:
Көнө буйы тынғы белмәй,
Бигерәк уңған бал ҡорто.
Шулай уңған булған өсөн
Бал менән тулы йорто.
- Дөрөҫ әйтәһең, ҡыҙым. Тик бал ҡорттары үҙҙәре кеүек тырыштарҙы ғына ярата. Һиңә армай-талмай уларҙы тәрбиәләргә тура киләсәк. Ә тәбиғәт беҙҙең яҡтарҙа иҫ киткес! Һинең йүкә сәскә атҡан ваҡытта урманда булғаның бармы? Бөтә һауа хуш еҫле бал еҫе менән тула. Ә сәскәләрҙең ниндәйҙәре генә юҡ! Бына шундай бай тәбиғәтле, матур, саф һауалы ерҙә генә шундай тәмле, файҙалы бал йыярға мөмкин.
- Эйе, борон-борондан килгән ата-бабаларыбыҙ шөғөлө киләсәктә лә дауам итергә тейеш, - тинем мин, тырыш бал ҡорттарына һоҡланып.