Методическая копилка
-
Ханифовнар
- Сообщения: 25
- Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:15
Re: Методическая копилка
Юлдың икенсе яғында тағы бер шишмә бар. Уны халыҡ “Хәзрәт шишмәһе” тип йөрөтә.Элегерәк “Ҡорос шишмәһе” тип тә йөрөткәндәр.Хәзрәт бабай Ноғман исемле булған, яҡынса 18 быуаттарҙа йәшәгән. Ауыл халҡы уны изге кеше, әүлиә тип һөйләйҙәр. Тау битенә барып ул аяҡ баҫҡан урындан һыу бәреп сыҡҡан, һыуы ныҡ йомшаҡ, тәмле. Хәзрәт бабай хажға юлланыр алдынан ауылды 3 тапҡып урап изге теләктәрен теләгән. Бөтә халыҡ илап оҙатып ҡалған. Хәҙер ҙә шишмәне уның хөрмәтенә “ Хәзрәт шишмәһе “ тип йөрөтәләр һәм был шишмәләрҙең тәмле һалҡын һыуын ауыҙ итергә, ял итергә ауыл халҡы ғына түгел, юлда арыған юлаусылар, шоферҙар туҡталалар. Ә бына хәҙер мин һеҙҙе тәбиғәттең бер биҙәге булған Аҡҡош күле менән таныштырып китәм. Әйтерһең дә тәбиғәт был күл тураһында үҙе хәстәрлек күргән. Киҙгән йылғаһы был урында ҙур божра яһап, күл урынлашҡан туғайҙы урап үтә, ә күлдән ағып сыҡҡан һыу Киҙгән йылғаһына ағып төшә. Күл һыуы шул тиклем таҙа һәм һалҡын, ул үтәнән – үтә төбөнә ҡәҙәр күренә, төбөнә ҡәҙәр тиеүем дөрөҫ булмаҫ, сөнки күлдең төбө бөтөнләй юҡ тиерлек. Уның төпкә ҡәҙәр тарайып төшкән урыны тау ҡыуышын хәтерләтә, нисектер башҡа донъяға ҡушылғандай тойола.
-
Ханифовнар
- Сообщения: 25
- Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:15
Re: Методическая копилка
Һаумыһығыҙ,хөрмәтле ҡунаҡтар!
Бөгөн һеҙ районыбыҙҙа йәшәгән боронғо “ Таҙҙар” ырыуының тыуған ере – Иҫке Таҙҙар ауылы тупрағына аяҡ баҫтығыҙ. Таҙҙар ауылын барлыҡҡа килтергән Таҙ ырыуының боронғо ата – бабалары йәшәү өсөн уңайлы, эсергә һыуы, урманы, эшкәртергә ере булған Киҙгән йылғаһы буйына урынлаша. Эшсән, тырыш халҡы ер эшкәртеү менән шөғөлләнгән, мал аҫырағандар, ҡортсолоҡ ҙур үҫеш алған. Мул һыулы Киҙгән йылғаһында ғына ла алты һыу тирмәне булған. Шуларҙың береһе бына ошо урында урынлашҡан булған.

Ул тирмәнде ошо Иҫке Таҙҙар ауылында тыуып үҫкән Ғәбдерәфиҡ бабай Ғәниев төҙөгән һәм хеҙмәтләндергән. Тау итәгендә Ғәбдерәфиҡ бабай ҡаҙыған шишмә бар. Ул шишмәне халыҡ уның хөрмәтенә “Әптерәй шишмәһе” тип йөрөтә. Юлдың икенсе яғында тағы бер шишмә бар. Уны халыҡ “Хәзрәт шишмәһе” тип йөрөтә.Элегерәк “Ҡорос шишмәһе” тип тә йөрөткәндәр.Хәзрәт бабай Ноғман исемле булған, яҡынса 18 быуаттарҙа йәшәгән. Ауыл халҡы уны изге кеше, әүлиә тип һөйләйҙәр. Тау битенә барып ул аяҡ баҫҡан урындан һыу бәреп сыҡҡан, һыуы ныҡ йомшаҡ, тәмле. Хәзрәт бабай хажға юлланыр алдынан ауылды 3 тапҡып урап изге теләктәрен теләгән. Бөтә халыҡ илап оҙатып ҡалған.
-
Ханифовнар
- Сообщения: 25
- Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:15
Re: Методическая копилка
Хәҙер ҙә шишмәне уның хөрмәтенә “ Хәзрәт шишмәһе “ тип йөрөтәләр һәм был шишмәләрҙең тәмле һалҡын һыуын ауыҙ итергә, ял итергә ауыл халҡы ғына түгел, юлда арыған юлаусылар, шоферҙар туҡталалар. Ә бына хәҙер мин һеҙҙе тәбиғәттең бер биҙәге булған Аҡҡош күле менән таныштырып китәм. Әйтерһең дә тәбиғәт был күл тураһында үҙе хәстәрлек күргән. Киҙгән йылғаһы был урында ҙур божра яһап, күл урынлашҡан туғайҙы урап үтә, ә күлдән ағып сыҡҡан һыу Киҙгән йылғаһына ағып төшә. Күл һыуы шул тиклем таҙа һәм һалҡын, ул үтәнән – үтә төбөнә ҡәҙәр күренә, төбөнә ҡәҙәр тиеүем дөрөҫ булмаҫ, сөнки күлдең төбө бөтөнләй юҡ тиерлек. Уның төпкә ҡәҙәр тарайып төшкән урыны тау ҡыуышын хәтерләтә, нисектер башҡа донъяға ҡушылғандай тойола.
-
Ханифовнар
- Сообщения: 25
- Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:15
Re: Методическая копилка
Ә күлдең өҫкө өлөшөнән аҫҡа таба, һеҙ ниндәй генә төҫтәрҙең бер – береһен алмаштырғанын күрмәҫһегеҙ – бында салауат күперенең бөтә төҫтәре лә урын алған: күктәр зәңгәрлеге лә, диңгеҙҙәр тәрәнлеге лә, донъяла билдәле булмаған бөтә аҫыл таштар балҡышы ла бар. Шул төҫтәр балҡышында әкрен генә һыу үҫемлектәре тирбәлә. Йылдың ниндәй фасылы булыуына ҡарап, күл үҙенең хәләтен үҙгәртә. Минең күп тапҡырҙар был серле күл янында баҫып торғаным бар. Уның шат йылмайып көлгән саҡтарын да, тәрән һағышҡа сумып уйланып ҡына аҡҡан саҡтарын да беләм
-
Ханифовнар
- Сообщения: 25
- Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:15
Re: Методическая копилка
Донъяның матурлығын күреп, йәшәү дәрте алаһығыҙ килһә, һеҙ күл янына салт аяҙ, ҡояшлы көндө килегеҙ. Минең күл буйында болотло көндө лә торғаным бар. Киноларҙа ғына ҡарағанса, әкрен генә иҫкән ел ыңғайына һыу өҫтө тулҡынлана .Уға ҡарап диңгеҙ шауын ишеткәндәй булаһың. Һин үҙеңде икенсе донъяла кеүек хис итәһең.Был да юҡтан ғына түгелдер. Ғалимдар фаразлауынса, был күл диңгеҙ ҡалдығы ла булырға мөмкин, сөнки геологик үҫеш буйынса беҙҙең яҡтар элек диңгеҙ булған.
-
Ханифовнар
- Сообщения: 25
- Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:15
Re: Методическая копилка
Күл һыуы төрлө минераль тоҙҙарға бай, бигерәк тә көкөрткә - был һыуҙы кешеләр төрлө сирҙәргә - тире ауырыуҙарынан, быуындар һыҙлауынан файҙаланалар. Илебеҙҙең, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килеп алып китәләр.
Күлдең биоэнергетикаһы ла бик көслө - күл янына килеп, уның һыуында бит – ҡулыңды йыуһаң, үҙеңә һин ниндәйҙер көс алып, бөтә ауыртыуҙарың да юылып төшкәндәй хис итәһең.
Күлдең биоэнергетикаһы ла бик көслө - күл янына килеп, уның һыуында бит – ҡулыңды йыуһаң, үҙеңә һин ниндәйҙер көс алып, бөтә ауыртыуҙарың да юылып төшкәндәй хис итәһең.
-
Ханифовнар
- Сообщения: 25
- Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:15
Re: Методическая копилка
Кешеләр иң шатлыҡлы, бәхетле минуттарында ла ошо күл буйына киләләр: йәш киленгә биҙәлгән көйәнтә - силәктәр көйәнтәләтеп, беренсе һыу юлын күрһәтеү – беҙҙең ауылдың боронғо йолаларының береһе булып һанала. Ап – аҡ туй күлдәге кейгән йәш кәләш һәм кейәү иң изге теләктәренең үтәлеүен теләп, күлгә көмөш тәңкәләр ташлайҙар, улар бөтөрөлө - бөтөрөлө уйнаҡлап, әкрен генә аҫҡа таба юл ала һәм ике йәш йөрәктең мөхәбәтен һаҡлап, күл төбөнә ята. Ә хәҙер районыбыҙҙың йәш парҙары үҙҙәренең был матур миҙгелдәрен билдәләү өсөн күл янына килеп, янындағы баҫманың тимер кәртәһенә йоҙаҡ бикләп, асҡысын күлгә һаҡларға һалыу йолаһын башҡаралар.
Әллә һыуҙың составындағы тоҙҙар сәбәпсе, әллә мөхәбәттә аҡҡоштар тоғролоғон теләп килгән һөйгән йөрәктәр ҡайнарлығы сәбәпсе, күлдең һыуы сатлама һыуыҡтарҙа ла туңмайынса ағыуын дауам итә.
Әллә һыуҙың составындағы тоҙҙар сәбәпсе, әллә мөхәбәттә аҡҡоштар тоғролоғон теләп килгән һөйгән йөрәктәр ҡайнарлығы сәбәпсе, күлдең һыуы сатлама һыуыҡтарҙа ла туңмайынса ағыуын дауам итә.
-
Ханифовнар
- Сообщения: 25
- Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:15
Re: Методическая копилка
Ә ни өсөн күлгә “ Аҡҡош күле” тип исем биргәндәр һуң? Борон йәшәгән бабаларыбыҙ уның матурлығына ҡарап, күлде “ Сибәр күл” тип йөрөткәндәр. Киҙгән йылғаһында тирмәндәр ҡоролғас, ауыл халҡы улар янына быуалар быуғандар. Күл яҙғы – йәйге ваҡыттарҙа быуа уртаһында ҡалыр булған. Һәр яҙҙы ошонда балалар сығарып үҫтереү өсөн бик күп ҡыр ҡаҙҙары, ҡыр өйрәктәре, аҡҡоштар килеп оя ҡорғандар, сөнки йылғала балыҡ күп, ә яр буйындағы ағастар ҡоштарҙы ят күҙҙәрҙән һаҡлаған.Һәр йылды ошо матур күлгә пар аҡҡоштар ҡайтып төшөр булған – быуа эсендәге күлдә улар шул тиклем ғорур, матур итеп йөҙәләр, гүйә диңгеҙҙәге караптар.