Методическая копилка

Ответить
Ханифовнар
Сообщения: 25
Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:15

Re: Методическая копилка

Сообщение Ханифовнар »

Киҙгән йылғаһы буйында булған торф, эзбиз, таш ятҡылыҡтарын, аҡ балсыҡты бабаларыбыҙ борон – борондан файҙаланған. Йылға балыҡҡа ла бай, хәҙер унда форель балығы ла үрсей башланы. Тыуған тәбиғәтебеҙҙең, республикабыҙҙың матур биҙәге “ Аҡҡош күлен” киләсәк быуындарыбыҙға ла ҡалдырыу өсөн беҙҙең бөтәбеҙҙән дә уға тейешле иғтибар, мәрхәмәтлелек кәрәк.
Тыуған тәбиғәтте ҡәҙерләп һаҡлайыҡ!
зинка
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:08

Re: Методическая копилка

Сообщение зинка »

Буквы заблудились

әфдәтр

пиакт

инм

йсәә
пәмктә
галияв
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:22

Re: Методическая копилка

Сообщение галияв »

1. а.б. Тыуған ер! Ер мәңгелек, ә кешеләр шул ерҙә ҡунаҡ ҡына. Шуға күрә бер-береңә ҡәҙер –хөрмәт күрһәтеү,бер беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәү беҙгә ата- бабаларыбыҙҙан күскән ғәҙәт ул. Беҙ, туғандар, илебеҙҙең төрлө тарафтарында йәшәйбеҙ, ләкин тыуған ер һәр ваҡыт үҙенә тарта. Бына бөгөн дә туғандар һағынышып осраша. Һүҙҙе өлкән быуын кешеләренә бирәйек. Борайҙан килгән иң оло кеше Наилә апаға һүҙ бирелә.
2. Ҡыҙҙар башҡарыуында башҡорт ҡыҙҙары бейеүе.
галияв
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:22

Re: Методическая копилка

Сообщение галияв »

1.а.б. Шәжәрә - ул байрам ғына түгел,
Ул ҡурайҙай рухтың үҫеше,
Мең ғазаптар аша ҡан тартыуы,
Уттар аша ғүмер киҫеше.
Шәжәрә ул – йәшәү тантанаһы,
Һулар һауа, тупраҡ, ғәзиз ер,
Ул тамырым буйлап аҡҡан ал ҡан,
Бороңғо ла, йәш тә, хәҙерге.
галияв
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:22

Re: Методическая копилка

Сообщение галияв »

2. а.б. Шәжәрә - ул бөйөк , изге йортоң.
Уға тейеш һин бер ҡайтырға.
Унда һине туғаныңа
Ер ҙә. Йән дә, ҡан да тейеш тартырға!
Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!
Һин үҫкәндә донъя йәшәрә
Күкрәк киреп олон тарбайтҡанда.
Күкте терәп ерҙә һин торғанда
Йәшәргә лә әле йәшәргә.
зинка
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:08

Re: Методическая копилка

Сообщение зинка »

2.
Ғаиләбеҙҙең терәге – атайым- Зәйнетдинов Ион Әптек улы.
Минең атайым алтын ҡуллы кеше. Бар эшкә лә оҫта, трактор ҙа йөрөтә. Беҙҙең өсөн үрнәк булырлыҡ атай, һөйгән ир, ҡайғыртыусан ул, ауылдаштар өсөн ябай, ғәҙел кеше. Мин атайым менән кистәрен һөйләшеп, серләшеп ултырырға бик яратам.
Әсәйем – Зәйнетдинова Алена Дмитрий ҡыҙы.
Минең әсәйем тырыш, эшһөйәр. Матур – матур сәскәләр үҫтерергә, тәмле-тәмле ризыҡтар бешерергә ярата. Ул бешергән бәлештәр-телеңде йоторлоҡ. Әсәйем йомшаҡ, яғымлы, шат күңелле кеше. Әсәйемдең борсоулы сағын бер ҙә күргәнем юк, һәр ваҡыт шат, яғымлы йөҙө менән беҙҙе мәктәптән ҡаршы ала, изге теләктәре менән оҙатып ҡала. Әсәйемде борсомаҫ, ҡайғыртмаҫ өсөн мин барына ла риза.
Васильева Резеда
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:12

Re: Методическая копилка

Сообщение Васильева Резеда »

5 класс өсөн "Тура телмәр" темаһы буйынса белемде тикшереү өсөн эштәр
1.Тура телмәр ул –
а) күп кешенең һөйләшеүе
б) кеше һүҙҙәрен үҙе һөйләгәнсә үҙгәртмәй биреү
в) ябай һөйләм

2.Тура телмәр һәр саҡ
а) тырнаҡтар эсенә алына
б) шул көйө яҙыла
в) алдан һыҙыҡ ҡуйыла

3. Тура телмәр автор һүҙҙәренең
а) алдынан килә
б) аҙағында килә
в) алдында ла, уртаһында ла, аҙағында ла килә

4.Ҡайһы һөйләмдә тура телмәр автор һүҙҙәренең уртаһында килгән ?
а) Халыҡ араһынан кемдер:,,Урманда ҡар етерлек, туғандар ”, - тип әйтте.
б),,Бына!- Илшат итекте күтәрҙе.- Ҡар тулған бит”.

Дөрөҫ яуаптар. 1.б). 2.а). 3.в). 4.а).
зинка
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:08

Re: Методическая копилка

Сообщение зинка »

Аяҡ аҫтына түшәлгән һары, ҡыҙыл япраҡтарҙы ҡыштырлатып өйгә ҡайтып барам. Сыуаҡ, матур көн, ҡояш йылмая. Мин уйҙарыма сумып, атлай бирәм. Миңә уҡытыусыбыҙ бөгөн инша яҙырға ҡушты. Бер-нисә тема араһынан береһен һайлап алдым. Ғайләм тураһында яҙасаҡмын мин. Уйҙарымды барлап алға атлайым.
Ошо матур өйҙә минең татыу, бер-береһенә һәр ваҡыт ярҙам итә торған ғаиләм йәшәй.
Ханифовнар
Сообщения: 25
Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:15

Re: Методическая копилка

Сообщение Ханифовнар »

Башҡорт теленән олимпиада һорауҙарына яуаптар, 4 класс
(Бер дөрөс яуап - 1 балл тәшкил итә, барлығы – 17 балл)
1. Башҡорт алфавитында нисә хәреф?
1) 36
2) 40
3) 42
Ханифовнар
Сообщения: 25
Зарегистрирован: 11 май 2016, 08:15

Re: Методическая копилка

Сообщение Ханифовнар »

1. Башҡорт телендә нисә тартынҡы бар?
1) 24
2) 27
3) 33

2. Ҡайһы яуапта хәрефтәр ике өндө белдерә?
1) а, у, я, и;
2) о, ө, б, в;
3) е, ё, я, ю;
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»