Новости

Ответить
Фаршатова
Сообщения: 9
Зарегистрирован: 21 апр 2016, 18:27

Re: Новости

Сообщение Фаршатова »

Беҙ ,Яңауыл ҡалаһы һәм районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, 2016 йылдың апрель айында Илмөхәмәтов Әхәт Ғәлим улы етәкселегендә «Использование информационно-коммуникационных технологий в преподавании башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС основного общего образования» белемде үҫтереү курсында уҡыныҡ.Курстарҙа уҡыу бик йөкмәткеле һәм файҙалы булды.Яңы электрон белем биреү ресурстары, Excel программаһында отчеттар төҙөү тураһында белемде арттырыу бөтәбеҙ өсөн дә фәһемле булды. Курс етәксеһе Әхәт Ғәлим улына эшендә ҙур уңыштар,һаулыҡ,ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ.Ҙур рәхмәт һеҙгә!
Фаршатова
Сообщения: 9
Зарегистрирован: 21 апр 2016, 18:27

Re: Новости

Сообщение Фаршатова »

Хөрмәтле Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы уҡытыусылары! Һеҙҙе Яңы уҡыу йылы менән ҡотлайым.Һеҙгә эшегеҙҙә ҙур ижади уңыштар,ныҡлы һаулыҡ,ғаилә бәхете теләйем.2015/2016 уҡыу йылында Мәғарифты үҫтереү институты ойошторған 3 квалификацияны күтәреү курстарында ҡатнаштым.Үҙем өсөн ФГОС буйынса бик күп мәғлүмәт һәм белем тупланым.Икеләнмәйенсә башҡорт теле дәрестәрен Федераль дәүләт стандарттары нигеҙендә алып барырлыҡ белем тупланыҡ.Ҙур рәхмәт!
Сулейманов Р.Ф.
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. »

БМҮИ доценты, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Ф.Б. Саньяров арҙаҡлы мәғрифәтсе, ғалим һәм шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 175 йыл тулыуға арналған сараларҙа ҡатнашты. Бай йөкмәткеле саралар БР Мәҙәниәт министрлығы, Ҡырмыҫҡалы муниципаль районы хакимиәте тарафынан ойошторолдо. Тантаналы сараға лауреаттар БДУ профессорҙары, ф.ф.д -ҙары Тимерғәле Килмөхәмәтов, Ғиниәт Ҡунафин, танылған йырсы Йәмил Әбделмәнов, яҙыусы Барый Ноғоманов, дәүләт эшмәкәре һәм журналист Фәнил Кудакаевтар саҡырылды. Ҡырым Республикаһы Белогорский районы етәкселәре, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары, комиссия рәистәре урынбаҫарҙары Павел Качкаев, Зөһрә Рәхмәтуллиналар ҡатнашыуы уның бәҫен юғары күтәрҙе. 21. 08. 2016, сәғәт 11 -ҙә Ибраһим ауылында ҡунаҡтар мәғрифәтсе - ғалим һәйкәленә сәскәләр һалды, М. Өмөтбаев музейы менән танышты. Профессор Т. Килмөхәмәтов: - М. Өмөтбаевҡа ауылдаштар бөгөн дә рәхмәтле, уның арҡаһында ауылыбыҙ танымаҫлыҡ булып төҙөкләндерелә, - тине. Ҙур төркөм ҡунаҡтар, ғалимдың вариҫтары М. Өмөтбаевтың мәңгелек йортона зыярат ҡылды, доғалар уҡылды.
Район үҙәге Ҡырмыҫҡалыла грандиоз саралар ҡаралғайны. Улар бай йөкмәткле, фәнни нигеҙле, эстетик - зауыҡ йәһәттән ифрат юғары булыуы менән айырылып торҙо. Мәҫәлән, тамашасылар М. Өмөтбаевтың замандаштары Р. Фәхретдинов, Ғ. Туҡай, Исмәғил Ғаспринский, Константин Иванов, И. Юртов, М. Аҡмулла образдары менән осрашты. Әҙәби - музыкаль композиция юғары кимәлдә булды. М. Өмөтбаевты яҙыусы һәм уҡытыусы Рим Исхаков кәүҙәләндерҙе. Сараға район белем биреү ойошмалары уҡытыусылары, белем алыусылар, мәҙәниәт йорто коллективтары йәлеп ителде, шуға күрә театрлаштырылған сараларҙа бик күп кеше ҡатнашты. Яңы уҡыу йылында белем биреү ойошмаларында "Өмөтбаев уҡыуҙары" үтәсәк. Ф. Саньяров
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Новости

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

Хөрмәтле коллегалар! Һеҙҙе яңы 2016-2017 уҡыу йылы башланыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәк быуынға туған телебеҙҙең һәм милли әҙәбиәтебеҙҙең бар нескәлектәре менән еткереп уларға рухи тәрбиә биреү эшендә оло уңыштар теләйбеҙ!
13 сентябрҙән 23 сенбәргә тиклем БР Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдер һәм әҙбәиттәр кафедраһы "Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа ИК технологияларҙы ҡулланыу" темаһына дистанцион курстар ойоштора. Теләүселәр институт сайтында "Дистанционное обучение" бүлегендә курстарға яҙыла ала. Һылтанма: http://www.irorb.ru/dist/main_dist.php
Уңыштар теләйем! Быйылғы уҡыу йылында ла берге-бергә эшләп яңы үрҙәр яуларға насип булһын!
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Новости

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе эш башланы. Биш көнгә иҫәпләнгән ҙур кәңәшмә дүшәмбе, 8 августа, баш ҡалалағы 159-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә асылды. Шулай уҡ был көндә кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы 45-се мәктәптә, 39-сы һәм 3-сө гимназияларҙа ҡаршы алалар. Ошо дөйөм белем биреү учреждениеларының һәр береһендә кәңәшмә билдәле бер тема буйынса үтә.

Тикшереләсәк мәсьәләләрҙең диапазоны киң: «Хәҙерге заман уҡытыусыһының һөнәри үҫеш системаһы» темаһы буйынса фекер алышыу майҙансығы, мәктәптең электрон белем биреү мөхитен булдырыу, физика-математика фәндәрен уҡытыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре. Дөйөм алғанда, бөгөнгө көндөң темаһы дөйөм белем биреүгә арналған.

Шишәмбе, 9 августа, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар инклюзив, 10-да өҫтәмә һәм мәктәпкәсә белем биреү тураһында һөйләшәсәк. 11 августа былтырғы уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса мәғариф идаралығы етәкселәре менән эшлекле кәңәшмә үткәрелә. Эш республика етәкселеге, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары директорҙары, хакимиәт башлыҡтары, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, профсоюз ойошмалары рәйестәре, ҡала һәм райондарҙың халыҡ мәғарифы бүлеге етәкселәре ҡатнашлығындағы пленар ултырыш менән тамамлана. Сара йома, 12 августа, Конгресс-холда көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Көндөң тәүге яртыһында баш ҡаланың белем биреү учреждениеларына барыу ҡаралған.

Август кәңәшмәһенең тулы программаһы Башҡортостан Мәғариф министрлығының сайтында баҫылған.



Читать полностью: http://www.bashinform.ru/bash/881086/#ixzz4JMiKBsx2
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Новости

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

Президент России Владимир Путин согласился с предложением премьера Дмитрия Медведева назначить новым министром образования и науки России сотрудницу администрации президента Ольгу Васильеву. До назначения на новый пост она была заместителем начальника управления по общественным проектам.

Васильева — доктор исторических наук и профессор Московского государственного гуманитарно-экономического университета. До администрации президента она работала в Департаменте культуры правительства.

Досье

Васильева Ольга Юрьевна родилась 13 января 1960 года.

Первое образование — дирижёрско-хоровое отделение Московского государственного института культуры, затем окончила исторический факультет Московского педагогического института и факультет «Международные отношения» Дипломатической академии.

В 1987–1990 годы — аспирантура Института российской истории РАН.

В 1990 году защитила кандидатскую диссертацию по теме: «Советское государство и патриотическая деятельность Русской православной церкви в годы Великой Отечественной войны».

В 1999 году защитила докторскую диссертацию на тему «Русская православная церковь в политике Советского государства в 1943–1948 гг.».

С 1991 по 2002 годы работала м. н. с., н. с., в. н. с., руководитель Центра истории религии и церкви Института российской истории РАН.

С 2002 года — завкафедрой РАГС. Член Совета по подготовке программ по курсу «Отечественная история» при Министерстве образования РФ; член Комиссии по делам религиозных объединений при Правительстве РФ.

В 2013 года вошла в Президиум Российского исторического общества.

В сентябре 2014 года указом Президента РФ был присвоен чин действительного государственного советника Российской Федерации 2 класса.

Была членом Совета по освещению религиозной тематики в электронных СМИ при Министерстве РФ по делам печати, телерадиовещания и средств массовых коммуникаций; является членом Совета по подготовке программ по курсу «Отечественная история» при Министерстве образования РФ.

Автор более 110 научных работ, в том числе 5 монографий; область научных интересов: история Русской православной церкви в ХХ в., проблема государственно-конфессиональных отношений в ХХ в.
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Новости

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

давно назначенная на высокий пост главы Минобрнауки Ольга Васильева уже провела достаточно много реформ. В первую очередь, она провела кадровую чистку в высших чиновницких эшелонах образовательного ведомства. Во-вторых, она уже рассказала, как изменится школьная программа и, в частности, система сдачи экзаменов, как после девятых, так и после одиннадцатых классов.
Одним из «интересных» нововведений от Васильевой должны стать перемены в расписании для школьников. Кстати, именно школам министр планирует уделять много внимания. Ольга Юрьевна планирует отменить шестидневку для всех классов за исключением старших.


Кроме того, Ольга Васильева хочет заменить один из уроков физкультуры альтернативной формой оздоровления – танцами. Именно в ритмических занятиях чиновник видит залог здоровья детей. Согласно ее логике, третий час физкультуры в неделю – это слишком большая нагрузка на детский организм. Но в то же время, его можно заменить занятиями с гораздо менее сильной физической нагрузкой.+

В танцах, по словам Васильевой, есть все необходимые составляющие для оздоровления: упражнения для позвоночника, легкие нагрузки, творческая составляющая и мотивация в виде сопровождающей музыки.
Пока такое нововведение только в планах у Васильевой, однако в ближайшее время оно может пройти первое тестирование в школах.
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Новости

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

Буквально 12 августа 2016 г. Республику Марий Эл посетил министр образования и науки РФ Дмитрий Ливанов, и уже 19 августа 2016 г. на Всероссийском совещании педагогических работников премьер Дмитрий Медведев представил нового министра образования и науки РФ. Это - Ольга Васильева, профессор истории, доктор исторических наук и педагог по одному из образований.

700ht_Ob.jpg

Из Википедии: О́льга Ю́рьевна Васи́льева (род. 13 января 1960 года, Бугульма, Татарская АССР) — российский государственный деятель, историк и религиовед. Доктор исторических наук, профессор. Министр образования и науки Российской Федерации с 19 августа 2016 года, первая женщина в истории России — министр образования. Действительный государственный советник Российской Федерации 2 класса (2014). Почётный профессор Московского государственного гуманитарно-экономического университета.
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Новости

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән Филүс Минәзев республиканың мәғариф министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында баш белгес, кәңәшсе вазифаһын биләгән.

Филүс Хәмитйән улы Минәзев 1972 йылда тыуған. Юғары белемле. 1994 йылда — Башҡорт дәүләт педагогия институтын (физика һәм математика белгеслеге), 2007 йылда Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда Илеш районы Үрге Йәркәй урта мәктәбендә математика һәм информатика уҡытыусыһы булараҡ башлаған. 1995 йылда — Илеш районы халыҡ депутаттары Советында баш белгес, 1996 йылда — Илеш урта мәктәбе директоры, 2001 йылда — Ҡәҙер ауыл хакимиәте башлығы, 2006 йылда — Үрге Йәркәй ауылының 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры. 2008 йылдан алып әлегә тиклем Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында эшләгән.

темалар: тәғәйенләүҙәр, мәғариф министрлығы


Читать полностью: http://www.bashinform.ru/bash/863476/#ixzz4JMeluRMP
Ильмухаметов А.Г.
Сообщения: 333
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Новости

Сообщение Ильмухаметов А.Г. »

Хөрмәтле коллегалар! Һеҙҙе яңы 2016-2017 уҡыу йылы башланыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәк быуынға туған телебеҙҙең һәм милли әҙәбиәтебеҙҙең бар нескәлектәре менән еткереп уларға рухи тәрбиә биреү эшендә оло уңыштар теләйбеҙ!
13 сентябрҙән 23 сенбәргә тиклем БР Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдер һәм әҙбәиттәр кафедраһы "Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа ИК технологияларҙы ҡулланыу" темаһына дистанцион курстар ойоштора. Теләүселәр институт сайтында "Дистанционное обучение" бүлегендә курстарға яҙыла ала. Һылтанма: http://www.irorb.ru/dist/main_dist.php
Уңыштар теләйем! Быйылғы уҡыу йылында ла берге-бергә эшләп яңы үрҙәр яуларға насип булһын!
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»