Методические рекомендации
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
Ҡала мөхитен үҙ итеп
6-02-2018 // Белем һәм тәрбиә // "Башҡортостан" гәзитенән
Ҡала мөхитен үҙ итепБөгөнгө заманда йәш быуынды уҡытыуҙың һәм тәрбиәләүҙең ҡатмарлы бурыстарын хәл итеү уҡытыусыға, уның һөнәри оҫталығына, ижади эҙләнеүенә һәм мәҙәни кимәленә бәйле. Тәү сиратта был туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына ҡағыла, сөнки йәш быуынға рухи, мәҙәни тәрбиәне улар бирә. Үҙ телеңә, ата-бабаларыңдың ғөрөф-ғәҙәттәренә, халҡыңдың быуындан быуынға күсә килгән ижадына һөйөү тәрбиәләү илеңә, тыуған ереңә мөхәббәт тәрбиәләү тигән һүҙ.
Сибай ҡалаһы мәктәптәрендә үҙ эшенә тоғро башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бихисап. Шундайҙарҙың береһе — 1-се мәктәптә оҙаҡ йылдар төрлө милләт балаларына башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән, уларҙың аралашыу даирәһен үҫтергән юғары категориялы уҡытыусы Сәриә Билал ҡыҙы Буранғолова. “Үҙ эшенең оҫтаһы”, — ти уның тураһында коллегалары. Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәп йылдарында китап уҡырға ярата. Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялланған Сәриә Билал ҡыҙы мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика бүлегенә уҡырға керә.
Студент йылдарында күренекле ғалим Әхмәт Сөләймәнов етәкселегендәге “Йәнгүзәл” фольклор ансамбленә йөрөй. Ансамбль менән Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләрендә, республиканың күпселек райондарында экспедицияла булып, халыҡҡа йыр-моң таратып ҡына ҡалмай, ә шул яҡтарға хас йолалар, халыҡ ижады гәүһәрҙәрен йыйыу менән дә шөғөлләнәләр. Тап студент йылдарында үҙенең буласаҡ тормош иптәшен осрата. Гармунда, баянда оҫта уйнаған Азат Буранғолов торған ерендә ут сәсрәтер дәртле бейеүсе, оҫта ҡумыҙ сирткән, матур йырлаған Сәриәгә тәү күреүҙән ғашиҡ була. Күп тә үтмәй, йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләй. Ҡулына диплом алған Буранғоловтар улдары Айбулат менән тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. Баймаҡ районының Байым урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлаған йәш белгестәрҙе артабан Ишей мәктәбенә эшкә саҡыралар. Ғаилә башлығы — директор, ә Сәриә Билал ҡыҙы балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәрес бирә. Дәртле, йыр-моңға ғашиҡ ғаилә бында ла уҡытыусылыҡ эше менән генә сикләнеп ҡалмай, тиҙ арала “Мөғжизә” вокаль ансамбле ойоштороп, район ауылдары буйлап концерттар менән сығыш яһап, бар тамашасыны хайран ҡалдыра. Бәхеттәренә шатлыҡ өҫтәп, йәнә бер улдары донъяға килә.
Балалар бер аҙ үҫеп, мәктәптә уҡый башлағас, уларҙың һәләттәрен үҫтереү, бар яҡлап таланттарын асыу, артабан юғары белем биреү маҡсатында ғаилә 2003 йылда Сибайға килеп төпләнә. Тәүҙәрәк Сәриә Буранғоловаға ҡала мөхитенә өйрәнеп китеү, төрлө милләт балаларына белем биреү, уларҙа туған телгә ҡарата һөйөү уятыу еңелдән булмай. Әммә тәжрибәле, талантлы һәм уҡыусыларҙың һәр береһен шәхес булараҡ күргән, һәр береһе менән уртаҡ тел тапҡан уҡытыусыға артабан эшләп китеү ауыр булмай. Ҡасандыр үҙенең дә ансамблдәрҙә сығыш яһауы, экспедицияларҙа йөрөүе, халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, ауыҙ-тел ижадын, тирә-яҡтағы легендаларҙы төплө белеүе эшендә ҙур ярҙам була.
Сәриә Буранғолованың уҡыусылары ҡала буйынса үткән төрлө конкурстарҙа сығыш яһай, призлы урындар яулай. Бигерәк тә яҙыусы Таңсулпан Ғарипова призына үткәрелгән “Ап-аҡ ҡар” тип аталған ижад бәйгеләрендә, йыл һайын ойошторолған “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында уның уҡыусылары бүләкһеҙ ҡалғаны юҡ. 1-се мәктәп ҡалала иң көслө рус мәктәбе булараҡ билдәле, шуға күрә бында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына икеләтә яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Беренсенән, ул ошо мөхиттә юғалып ҡалмаҫҡа тейеш, икенсенән, туған телгә ҡарата һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу тик унан ғына тороуын, уның ҡеүәһенән икәнлеген дә инҡар итеү кәрәкмәй.
Шуныһы ҡыуаныслы — уҡытыусының дәрестәренә балалар ҡыуанып килә, “Һаумыһығыҙ”, “Хәйерле көн!” тип сәләмләүҙәрендә үк уларҙың телгә ҡарата мөнәсәбәте сағыла. Сәриә Буранғолова дәрес программалары менән генә сикләнеп ҡалмай. Туған тел нескәлектәрен, әҙәбиәт матурлығын, сәнғәт бөйөклөгөн, мәҙәниәт тарихын өйрәтә ул үҙенең уҡыусыларына.
Юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының эшендәге төп һыҙаттарҙың береһе — үҙ-үҙенә талапсанлыҡ. Уҡыусыларына төплө белем биреү менән сикләнмәй, уларҙың шәхес булып үҫеүҙәренә лә ҙур иғтибар бүлә. Һәр кемдең һәләтен ваҡытында тойоп, уға асылырға ярҙам итеүе, артабан да был уҡыусы менән даими рәүештә үҙ ваҡыты иҫәбенә шөғөлләнеүе, балаларын төрлө конкурстарға әҙерләүе эҙһеҙ үтмәй. Тап уның тырышлығы һәм башланғысы менән былтыр йәй Сибай ҡалаһында тәүгеләрҙән булып 1-се мәктәптә “Йәйләү” программаһы нигеҙендә лагерь эшләне. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, беренсе тапҡыр ойошторолоуына ҡарамаҫтан, балалар ҡәнәғәт ҡалды.
— Милләтебеҙ ағинәйе Мәрйәм Бураҡаева тарафынан төҙөлгән “Йәйләү” лагеры программаһы 20 йыл республикабыҙҙа уңышлы эшләп килә. Уның төп маҡсаты — туған телдә телмәр байлығын үҫтереү, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын, балалар уйындарын, ижадын, спорт төрҙәрен өйрәнеү, музыка ҡоралдарында уйнау, боронғо шифалы ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәренә төшөнөү, ырыу легендалары, сәнғәт әһелдәре менән танышыу. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең мәктәп яны лагерында балаларҙы ошоларға өйрәттек. Улар рәхәтләнеп саф башҡортса аралашты, йырҙар, бейеүҙәр башҡарҙы, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнарға, уҡтан атырға өйрәнде, милли уйындар уйнаны. Айырыуса уларға гимн өйрәнеү, төбәктең данлыҡлы кешеләре менән осрашыу, “Кәкүк сәйе”, “Һабантуй” йолалары, ҡала кимәлендә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләү, башҡортса флешмоб, күмәк бейеү оҡшаны. “Йәйләү һылыуҡайы” һәм “Йәйләү батыры” конкурстары барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, — тине Сәриә Билал ҡыҙы.
Шулай уҡ лагерҙа мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Илүзә Насирова, Дилә Фәтҡуллина һәм музыкант Кәлимулла Ильясовтар ҙа эшләй. Тырышлыҡтары ла бушҡа булмай. “Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм һауыҡтырыу” исемле республика профилле лагерҙар конкурсында ҡатнашып, “Йәйләү” лагеры программаһы менән улар беренсе урынды яулай. Өлгәшелгәндәр сик түгел геройыма. Тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәргә, уҡытыуҙың яңы методикаларын ҡулланырға, дәрестәрҙе мөмкин тиклем ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үткәрергә, Интернетты файҙаланырға тырыша тынғыһыҙ уҡытыусы.
Һөйөклө ҡатын һәм әсә булараҡ та бәхетле ул. Өлкән улы уның юлын һайлап, Сибай институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлаған. Бәләкәстәре лә әҙәбиәтте ярата, йыр-моңға маһир. Бар яҡлап та бәхетле уҡытыусы әле лә ең һыҙғанып йәш быуынға белем бирә, туған телдең матурлығын уҡыусыларына еткерә.
Автор: Кәримә УСМАНОВА.

Ҡағыҙҙарҙан ҡотолғандар
16-02-2018 // Белем һәм тәрбиә // "Башҡортостан" гәзитенән
Беларусь Республикаһының Мәғариф министрлығы махсус ҡарар менән уҡытыусыларҙы артыҡ ҡағыҙ эшенән бушатырға ниәтләгән. Яңы норматив актта документтарҙың һаны аныҡ билдәләнгән. Мәҫәлән, киләсәктә ниндәйҙер фәнде алып барыусы педагог – дүрт, ә класс етәксеһе булғаны биш төрлө документ менән генә эш итергә тейеш. Министрлыҡ белгестәре фекеренсә, артыҡ ҡағыҙҙар тултырыуҙан ҡотолған уҡытыусылар төп эшенә – балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә күберәк иғтибар бүлә аласаҡ.
Был проблема Рәсәй өсөн дә көнүҙәк. Уҡытыусылар йыш ҡына кәрәккән-кәрәкмәгән отчеттар, ғаризалар тултырыуға зарлана. Улар араһында – балаларҙың мәктәпкә ниңә килмәгәнен асыҡлап, етәкселеккә көндәлек мәғлүмәт еткерә барыу; уҡыусыларҙың каникулда нимә эшләргә йыйынғанын теркәү; ҡайҙа, ниндәй түңәрәктәргә ҡасан һәм ҡайҙа, шулай уҡ кемгә йөрөгәнен асыҡлау; ата-әсәләрҙән учреждениелағы барлыҡ ғәмәлдәргә ҡағылышлы ғаризалар йыйыу һәм башҡа ваҡ һәм күп ваҡыт талап иткән көндәлек мәшәҡәттәр.
Автор: Г. БАЛТАБАЕВА.

“Ғаиләне өйрәнеү” фәне индерелә
16-02-2018 // Белем һәм тәрбиә // "Башҡортостан" гәзитенән
Рәсәй Президентының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе Андрей Коченов мәктәп программаһына “ғаиләне өйрәнеү” фәнен индереү буйынса Башҡортостанды пилот төбәге итеү тәҡдимен индерҙе. Был осраҡлы түгел, сөнки балалар омбудсмены Анна Кузнецова Өфөлә I Республика ата-әсәләр форумында тап Башҡортостанға ғаилә темаһын күҙәткән ведомство булдырырға тәҡдим иткәйне, тип билдәләне ул.
Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм Социаль етемлекте иҫкәртеү хәйриә фонды директоры Александра Марова менән осрашыуҙа Андрей Коченов ошо хаҡта белдерҙе.
Күптән түгел Башҡортостан Хөкүмәте һәм Фонд араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ республика биләмәһендә социаль етемлекте иҫкәртеү моделен индереү буйынса ике яҡтың берлектәге эшен күҙ уңында тота.
Фонд республика менән 2013 йылдан уҡ хеҙмәттәшлек итә башланы. Өфө хакимиәте менән берлектәге проекттар тормошҡа ашырылды. Баш ҡаланың ғаиләлә бәхетһеҙлекте иҫкәртеү, яңы тыуған сабыйҙарҙан баш тартыу осраҡтарын бөтөрөү һәм баланы үҙ ғаиләһендә ҡалдырыу буйынса берҙәм эш системаһы моделе “Барыбыҙ ҙа – балалар өсөн!”, “Мегаполис. Бала саҡ территорияһы” Бөтә Рәсәй күргәҙмә-форумдарында, Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһында тәҡдим ителде, бер нисә тапҡыр дипломдар менән билдәләнде. Хәҙер, Башҡортостан Хөкүмәте менән килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң, социаль етемлекте иҫкәртеүгә һәм ғаиләлә бәхетһеҙлек осраҡтарын алдан асыҡлауға йүнәлтелгән ошо эш бөтә төбәккә таратыла.
Социаль етемлекте иҫкәртеү хәйриә фонды төбәктәге хәлде тикшереп, мониторинг үткәрергә, ошо йүнәлештә һөҙөмтәле эшләүгә ҡамасаулаған проблемаларҙы асыҡларға, проект семинар-кәңәшмәһендә төбәктәге идара итеүселәр һәм шул өлкәләге белгестәр менән уларҙы хәл итеү юлдарын табырға тейеш. Килешеүгә ярашлы, Фонд социаль, белем биреү һәм медицина учреждениелары, опека һәм попечителлек органдары, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия, йәмәғәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн мәғариф семинарҙары үткәрә. Бынан тыш, Фондҡа әлеге хеҙмәттәрҙе арттырыу өсөн партнер төбәктәрҙең тәжрибәһенә нигеҙләнгән методик пособиелар һәм хеҙмәттәр стандартын әҙерләү бурысы йөкмәтелә.
Әле Социаль етемлекте иҫкәртеү хәйриә фондының төрлө программаларына Рәсәйҙең 32 төбәге йәлеп ителгән. Башҡортостандан тыш, биш субъектта: Архангельск, Ырымбур, Псков, Силәбе өлкәләрендә һәм Ҡырым Республикаһында ғына Хөкүмәт кимәлендә ошоға оҡшаш килешеүҙәр төҙөлгән.
Автор: Эльмира САБИРОВА.

Мәктәбебеҙҙең киләсәге – үҙебеҙҙең ҡулда
16-02-2018// Белем һәм тәрбиә // "Башҡортостан" гәзитенән
Мәктәбебеҙҙең киләсәге – үҙебеҙҙең ҡулдаРеспубликала ҡабул ителгән “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса мөһим социаль объекттарҙы: мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын, дауаханаларҙы ремонтлау буйынса байтаҡ эш башҡарылыуын гәзит-журналдарҙан уҡып ҡына түгел, ә күрше Билал, Темәс мәктәптәрендә лә ошо программаға ҡушылғандарын беләбеҙ. Таһир ауылы халҡы ла дөйөм йыйылышта был башланғысты ҡеүәтләргә ҡарар итте.
Таһир мәктәбе 1991 йылда төҙөлһә лә, йылылыҡты һаҡлап булмай, белем усағы бинаһының тәҙрәләре сереп бөттө. Был программаға ҡушылыу өсөн ауыл халҡы йыйырға тейешле аҡса күләме билдәләнде. Ете кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Уларға үҙҙәренең бурысы аңлатылды.
Инициатив төркөм үҙенең эшен башланы ла инде. Тәүге иғәнәләр йыйыла башланы. Ауылдаштар ярҙамдан баш тартмаҫ, тип ышанабыҙ. Ошо проектҡа ярашлы, клубта “Әсәйем – иң яҡын кешем!”, мәктәптә “Әсәй, атай һәм мин – спорт ғаиләһе!” тигән саралар үткәрелде. Уҡыусылар концерт менән сығыш яһаны, һүрәттәр конкурсы үткәрелде.
Ә инде икенсе йыйылыш район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитик төркөмө менән берлектә ойошторолдо. Унда ла уҡыусылар үҙҙәренең мәктәпкә күптән инде яңы евротәҙрәләр кәрәклеге тураһындағы плакаттары һәм һүрәттәре менән залды тултырғайны. Йыйылышҡа күпләп килгән ауыл халҡы битараф ҡалмағандыр, тип ышанғы килә. Уларҙың берҙәмлеге һөҙөмтәһендә мәктәбебеҙҙең проблемаһы ыңғай хәл ителер, тигән өмөттәбеҙ.
Баймаҡ районы,
Түбәнге Таһир ауылы.
Автор: Гөлкәй БАЙРАҠАЕВА.

БАШҠОРТ СӘХНӘҺЕНЕҢ КҮРКЕ
16-02-2018// Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // "Башҡортостан" гәзитенән
БАШҠОРТ СӘХНӘҺЕНЕҢ КҮРКЕБашҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Миңлевәли ҡыҙы Бакирова (Йомағолова) 1947 йылда Кумертау районының (хәҙерге Көйөргәҙе районы) Тимербай ауылында тыуа. Мәктәптән һуң Өфө сәнғәт училищеһында уҡый. 1970 йылда тамамлап, тормош иптәше Филарит Бакиров менән Салауат башҡорт драма театрына эшкә ҡайталар. Бәләкәйҙән актер булырға хыялланған Ниса Миңлевәли ҡыҙына илһамлы ижад донъяһы асыла, һәм ул ең һыҙғанып эшкә тотона. Егерме йылдан ашыу ғүмер Салауат театрына бағышлана. 1991 йылдан – Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актрисаһы.
Стәрлетамаҡ театрын Ниса Бакированан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул йылдан-йыл үҙенең тырышлығы, таланты менән режиссерҙар өсөн оло табышҡа әйләнһә, тамашасыларҙың яратҡан актрисаһына әүерелә, һәр ваҡыт һөйләү теленең байлығы, мәғлүмәтлелеге, тәрән фекерле булыуы менән айырылып тора.
Ниса Бакирова – универсаль ижадсы: ҡайғы даръяһымы, эс ҡатырғыс көлкөмө, мөхәббәттең бөйөк тойғоларымы, төрлө йәштәге геройҙарҙың күңел донъяһымы – барыһы ла актрисаға “баш эйгән”. Тормошсан һәм характерлы ролдәр тыуҙырған ҡабатланмаҫ шәхес ул. Башҡарған ролдәренең иҫәбе-һаны юҡ. Әйтергә кәрәк, эшләү дәүерендә тыуҙырған матур, сағыу образдары тамашасылар күңелендә бөгөн дә һаҡлана. Ә актриса өсөн тамашасы һөйөүенән дә ҙурыраҡ баһаның булыуы мөмкин түгел!
Актрисаның иң сағыу образдары – Тауҡай (“Онотолған доға” Ф. Бүләков), Рәхимә (“Буш сәңгелдәк”, Илшат Йомағолов), Памела (“Был ҡарсыҡты нисек дөмөктөрөргә?”, Дж. Патрик), Тайба (“Мөхәббәт ҡоштары”, И. Йомағолов), Фатима, (“Насретдиндың биш ҡатыны” И. Садиҡов), Миңһылыу (“Ә Торатау һаман тора...”, Р. Кинйәбаев), Уңғанбикә (“Ҡыҙ урлау” М. Кәрим), Ғәлиәбаныу (“Ғәлиәбаныу”, М. Фәйзи), Семеновна (“Йәшә һәм онотма”, В. Распутин), Разия (“Ай булмаһа, йондоҙ бар...”, Т. Миңнуллин), Суфыя (“Аҙашҡан ҡунаҡ”, Н. Птушкина), Өләсәй (“Өс таған”, М. Кәрим ) һәм башҡалар.
Ниса Бакирова төрлө йылдарҙа уҙған “Театр яҙы” республика фестивалендә: 1994 йылда Ф. Бүләковтың “Онотолған доға” легенда-ялбарыуында Тауҡай, 2005 йылда Р. Кинйәбаевтың “Ә Торатау һаман тора...” спектаклендә Миңһылыу ролдәре менән лауреат, 2009 йылда Ф. Бүләковтың “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме...” драмаһында Сәлимә роле менән “Иң яҡшы төп ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңеүсе була.
Ә 2010 йылда республика башҡорт драматургияһы фестивалендә Ф. Бүләковтың “Мәскәү-Васютки” спектакленең Гран-приға лайыҡ булыуы Ниса һәм Филарит Бакировтар өсөн оло ижади бейеклеккә әүерелде.
Оҙаҡ йылдар театр сәнғәтен үҫтереүҙәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн Ниса Бакирова 1982 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы”, 1995 йылда “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде. Оҙаҡ йылдар театрға тоғро хеҙмәт иткән актрисаның эшмәкәрлеге 2017 йылда Рәсәй Президенты тарафынан да юғары баһаланды – Ниса Миңлевәли ҡыҙына Маҡтау грамотаһы тапшырылды.
Бөгөн Ниса Бакирова – Стәрлетамаҡ театрында бай тәжрибәле актриса ғына түгел, ә республика, хатта Рәсәй театр сәнғәте күгендәге яҡты йондоҙ, башҡорт сәхнәһенең примаһы ул. Юғалтыуҙар актрисаны көслөрәк итте, хеҙмәттә үткән ярты быуат уны арытманы, тамашасы һөйөүе иһә күңел сәскәһенә шиңергә форсат бирмәне, әле лә ул сәхнәлә төп ролдәрҙә, ә коллегалары араһында – ихтирамлы кеше!
Эйе, йондоҙло сәғәттәре күп булды сәхнә оҫтаһының... Оҙайлы алҡыштар, ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскәләр, һоҡланыу һәм һөйөү тулы ҡараштар. Тормошон сәхнә менән бәйләгән һәр кемдең хыялы, ынтылғаны шул түгелме ни?! Яратҡан эшендә бәхетен тапҡан Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бакированың хыялы тормошҡа ашты тип ышаныслы әйтә алабыҙ һәм Хоҙайҙан бирелгән таланты алдында йәнә бер тапҡыр баш эйәбеҙ.
Автор: Светлана ХӘСӘНОВА.

Сулейманов Р.Ф.
- Сообщения: 264
- Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40
Re: Методические рекомендации
Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл - Уңғар урта мәкәтәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рим Исхаҡовтың прозаик, сатира һәм юмор өлкәһендә әүҙем эшләүсе Венер Исхаҡовтың "Өй эйәһе" китабы буйынса "Башҡортостан"да (9 февраль, 2018) әҙәби тәнҡит мәҡәләһе донъя күрҙе. Автор сатирик хикәйәләргә төплө филологик анализ, күҙәтеү яһай, яҙыусының тел һәм стиль үҙенсәлектәрен, хикәйәләү оҫталығын уңышлы тасуирилай. Коллегаларыбыҙҙың мотлаҡ танышып сығыуҙарын теләйбеҙ. Ф. Саньяров.
-
Г.Д.Куватова
- Сообщения: 358
- Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32
Re: Методические рекомендации
Бала булмаһын бәлә
24-01-2018 // Белем һәм тәрбиә // "Башҡортостан" гәзите
Бала булмаһын бәләБер үҫмерҙең донъялағы ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешеһен, иң мөһиме, уға ғүмер бүләк иткән әсәһен һәр йәһәттән дә рәнйетеүе тиҫтерҙәре араһында ҡыҙыу бәхәскә юл асты, мәсьәлә, әллә күпме ваҡыт уҙһа ла, ҡуйырғандан-ҡуйырҙы. Ҡушҡанды ғына үтәмәүенә, үҙенең шәхси фекере барлығына һуҡтырҙы кемдәрҙер, хатта егетлеккә тиңләне, шулай хупланылар, ҙурланылар. Икенселәр иһә тиргәне һәм һүкте. Асылда, низағ юҡтан ғына ҡупҡан. “Улым, тиҙҙән күркәм байрам яҡынлаша, атайың алып ҡайтҡан шыршыны биҙәшергә ярҙам ит әле” тигән өсөн генә компьютерҙан тора белмәгән малай яҡынын насар һүҙҙәр менән битәрләүҙән тыш, хатта ҡул да күтәргән. Сәстәр үрә торорлоҡ: уйынсыҡтар – бер, бахыр ҡатын икенсе яҡҡа барып осҡан. “Шартына килтерәйекме әллә, ни тиһәң дә, яңы йыл яҡынлаша, эт булып кейенергә теләгең юҡмы, үҙем әҙерләшермен”, тип хатта изге ниәтен дә әйтеп өлгөрә алмаған әсә. Ата-әсәһенең яратып туймаған һәм ғаиләләге берҙән-бер геймер малай ярай һелтәнеү менән генә сикләнгән... Имеш, иғтибарын ситкә йүнәлттергәне арҡаһында ул сәмле он-лайн уйынында еңелгән, ә яңылыш терһәкләнеүен ҡыҙып китеүе менән аңлатҡан.
Иркә бала итәкте буяй, тиҙәр. Йәшерен-батырын түгел: ҡошсоғобоҙ тиҫтерҙәре араһында кәм-хур күренмәһен, бүтәндәрҙән ҡалышмаһын тигәндән сығып әллә кем булып ҡыланабыҙ, күптәргә был сифат хас. Заманса ҡоролманың өр-яңыларын һатып алып биреүҙе үҙебеҙгә маҡсат итеп алыу, тимәк, тәрбиә мәсьәләһендә хата юлды һайлау шуның асыҡ миҫалы түгелме?! Ә шаштырған һайын бәләкәстәр яңынан-яңы талаптарын ҡуя һәм уҫал ҡылана башлай.
Психологтар аңлатмаһа ла, Интернетҡа бәйләнгән, унһыҙ йәшәй алмаған ҡыҙ-малайҙарҙың агрессивҡа әйләнеүе көн кеүек асыҡ. Йәш организмдың психикаһының ҡаҡшауына күп кәрәкме инде?! Ә ундай виртуаль донъяла күпме сер һаҡланмай ҙа нимәгә өйрәтмәйҙәр, ҡара ҡумта ниндәй генә әшәкелектәр менән тулмаған.
Бала бәләкәй саҡта – беләккә, ҙурайғас йөрәккә ауыр, тибеҙ. Өлкәндәрҙең хәстәрен бала диктаторлыҡҡа тиңләмәһен ине. Улай ғына ла түгел, һүҙ күтәрә алмауы бигерәк тә аяныслы. Бер әйткәнеңә биште яуап биреп, ауыҙыңды тиҙ генә яптырырға ла күп һорамайҙар, айырыуса үҫмерлек осорон ауыр үткәреүселәр. Берәү ҙә насарға өйрәтмәй ҙәбаһа.
Хәйер, нимә менән аптыратырға һуң? Шуныһы, хәҙер һирәктәр генә мөғжизәгә ышана. Хөрмәт, иғтибар һәм ихтирам һымаҡ яҡшы сифаттарҙы үҙ итһендәр өсөн ҡайһы алымды һайларға? “Хеҙмәт тәрбиәһе тормоштарында ҙур роль уйнай, етмәһә, үҙеңдең ыңғай миҫалыңды күреп һәм өлгө алып үҫһәләр, берәү ҙә насар юлға баҫмаясаҡ”, – ти педагогтар. Бындай алтын фекер менән килешмәгән ҡайҙа инде! Хеҙмәт – тәрбиәнең әсәһе, шуны онотмайыҡ.
Уйлауымса, был осраҡта проблеманы тәрәндән эҙләү мөһим. Өлкәндәргә сабый тыуғас та уның буш ваҡытын тултырыу тураһында уйларға кәрәк булған. Шуны беләм, яҙмыш ҡосағына тапшырылып ҡуйғандар үҙ законы менән йәшәй башлай. Кем әйтмешләй, кейендереү һәм ашатыу менән генә сикләнмәһәк ине. “Уйын түгел, ә белем эстәү өсөн генә ҡулланырға тейешһең”, – тип, бәлки, компьютерҙы бүлмәһенә урынлаштырғандан һуң мейеһенә һеңдерергә кәрәктер. Барыбер үҙенекен итәсәген һиҙгән осраҡта ла, әлеге лә баяғы сама белһен тимәксемен.
Ихтирам да, иғтибар ҙа баланың күңеленә таштай батып ятырға тейеш. Ә ундай ыңғай сифаттар йылдар һуҙымында тәрбиәләнә.
Ҡыҙыу холоҡлолоҡ нәҫел-нәсәптән килеүе лә ихтимал, ләкин был осраҡта әлеге вариант тура килмәй. Тыуғандан алып 10 йәшкә хәтлем ул табиптарға йөрөмәгән түгел, йөрөгән. Бүтәндәрен иҫәпләмәгәндә, балалар баҡсаһына алыныр һәм мәктәпкә барыр алдынан мотлаҡ тулы медицина тикшереүе үткәрәһең бит. Аҡ халатлылар ҡулы менән яҙылған “тыныс йәки флегматик” тигән яҙыу амбулатория картаһында һаҡлана.
Бала күргәнен эшләй тигәндәй, атай – дивандың бер осонда, ә әсәй икенсеһендә планшет-айфонына текләп ятҡанда, уға нимә ҡала инде. Әлбиттә, нәҡ шул саҡта теге лә йәндәй күргән ноутбугының эсенә инеп китер хәлгә етәсәк, казиноға тиң уйынға биреләсәк. Ҡыҫҡаһы, һәр кем үҙенең донъяһында ҡайнаһа, был – бер-береңә теләктәшлек, ихласлыҡты ҡырҡа кәметә, улай ғына ла түгел, ошо һыҙаттарҙы тереләй ергә күмеү менән бер.
Танышым билдәләүенсә, баланың эске донъяһы ғаилә менән тәбиғәткә сыҡҡанда ныҡ асыла. Бында бөтәһе лә бер тигеҙ: берәү ҙә борсомаһын өсөн белә-күрә кеҫә телефондарын һүндереп ҡуялар. Яҡының менән асыҡтан-асыҡ аралашыу бара, бына шул ваҡытта ҡыҙҙары барыһын да асып һала. Асылда, үҫмер баланың буш ваҡытын тултырыу өсөн күп тә талап ителмәй. Төрлө түңәрәктәр, спорт секциялары, китапханалар бар, бынан тыш, күмәкләшеп концерт-спектаклдәргә йөрөү үҙ емештәрен бирмәй ҡалмай.
Илебеҙҙең йәштәре компьютер уйындары менән тәрбиәләнә тигәндәр менән килешмәйем. Алдынғы ҡарашлы, инициативалы, бөгөндән яуаплы вазифалар биреп ҡуйырлыҡ лидерҙар бихисап.
Әйткәндәй, атайҙар һәм балалар проблемаһы борондан килә. Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ, календарь буйынса ул – Эт йылы. Ғөмүмән, һөйөклөләребеҙ эт булып кейенергә теләмәгән хәлдә лә, эт булып өрмәһен, улай ғынамы, теге тәртипһеҙ малай шикелле уҫал ташланмаһын тиһәк, шытымлы тәрбиә орлоҡтарын бәләкәйҙән йөрәктәренә һалайыҡ...
Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ

ТҮР БАШЫНДАМЫ, ГҮР ҠАШЫНДАМЫ?
9-02-2018 // Башҡорт донъяһы // "Башҡортостан" гәзитенән
ТҮР БАШЫНДАМЫ, ГҮР ҠАШЫНДАМЫ?
Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте тураһында һүҙ башлағанда, әһелдәребеҙ уны совет осоро менән сағыштыра. Ысынлап та, үҙгәрештәр күп һәм ыңғай һымаҡ. Партия идеологтары, “соцреализм” тигән ҡаты талап ҡалыптары уйлап сығарып, тотош өлкәне шуның ҡанундарына ярашлы ҡора башлағас, илебеҙҙә әҙәбиәт юҡҡа сығыуын танымай булмай, сөнки теләһә ниндәй кәртәләр ижад тигән асылды бикләй, диктатура тыуҙыра.
Ләкин беҙ донъяла реализм тигән төшөнсә лә барлығын, бик борондан күпселек яҙыусыларҙың шул йүнәлештә яҙғанын беләбеҙ. Шуларҙың иң алдынғыларының көн ҡаҙағына һуҡҡан әҫәрҙәре “тәнҡит реализмы” тип аталды, шулар буйынса бөгөн тарих өйрәнелә. Ошоға бәйле, беҙ эпос, йылъяҙма тип атаған ҡомартҡыларҙы бөгөн күберәк тарихи сығанаҡ тип ҡарайбыҙ һәм уларҙы әҙәби әҫәр булараҡ та, публицистик мәҡәлә һымаҡ та тикшерәбеҙ, сөнки улар шул замандағы кешеләрҙе, улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе дөрөҫ һүрәтләй.
Оҙон һуҙмай, ошо йәһәттән Мәжит Ғафуриҙың уҙған быуат башында уҡ яҙылған “Фәҡирлектә үткән тереклек йәки араҡы эсеүҙең бәләһе”, “Беҙҙең әйберҙәрҙе һатҡанда”, “Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын” һәм башҡа әҫәрҙәрен иҫкә алыу ҙа етә. Классик тип аталған күп әҫәрҙәрҙең бөтә донъяла реализм стилендә яҙылғанлығына иғтибар итергә мөмкин. Уның да төрҙәре бик күп, әлбиттә, сюрреализмдан натурализмға тиклем, әммә әҙәбиәттең ысынбарлыҡты художестволы сағылдырыуға ҡоролған икәнлегенә шик юҡ.
Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең торошон тәфсирләберәк күҙаллаһаң, уның аяныслы хәлен йәмғиәтебеҙҙә барған үҙгәрештәрҙең көҙгөләге сағылышына тиңләргә мөмкин. Бер тоталитаризм тоҙаҡтарынан ысҡынып, ярым-йорто демократия аша икенсе тоталитаризмға юл алған илдең бәләһе лә был, донъя мәҙәниәтенә юлдар асылыу сәбәпле барлыҡҡа килгән ижад иреклеге һәм шул арҡала киң таралыу алған күп төрлөлөк сыбарлығының күкрәп сәскә атыуы ла, үткәндәрҙән ҡалған “ҡара һаҡалыбыҙ” елберләүе лә. Ҡайһыһы көслөрәк йоғонто яһайҙыр әле. Шулай ҙа, уйлана торғас, һуңғыһы көслөрәктер, тигән һығымтаға киләм.
Берҙән, әҙәбиәтебеҙҙә тарихҡа ынтылыш күбәйҙе. Бының сәбәбе нимәлә? Сәбәптәре, тип әйтәйек.
1. Шәжәрәләрҙә соҡсоноу, аҫыл ата-бабаңды бөгөнгө халыҡҡа күрһәтергә, шуға бәйләп үҙең дә күренеп ҡалырға тырышыу. Быға дөйөм республика һәм ил буйлап “шәжәрәләр парады” гөрләүе лә, ауыл, райондарҙың тарихи энциклопедияларын яҙып китап итеү сығарыу ҙа, тарихи тапшырыуҙар, кинолар, спектаклдәргә гранттар бүлеү ҙә булышлыҡ итә. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең бөтә әйләнәбеҙ хәҙер тотош бер тарихҡа әйләнде. Календарь тулы түңәрәк даталар – беҙҙең йәмғиәтебеҙ тик тарих менән генә йәшәй. Киләсәген уйлап, алға ҡарап йәшәргә тейешле ҡоролош гел үҙенең “шанлы” үткәнен данлап йәшәргә мәжбүр. Күҙ алдына килтерәһегеҙме: әҙәби томдарҙы ла хәҙер яҙыусының юбилейына арнап сығаралар, ә шәп әҫәр булғаны өсөн түгел!
Яҙыусылар союзының идара ултырыштарында теге йәки был яҙыусының түңәрәк датаһы айҡанлы күп томлығын йә һайланма әҫәрҙәрен сығарыу тураһындағы ғаризаһын уҡыһалар, ғәжәпкә ҡалаһың: ә ниңә мотлаҡ 75 йәше тулыуы айҡанлы әле, ә уҡымлы һәм ихтыяж булған өсөн түгел? Минеңсә, әллә ҡасан ҡабул ителгән “дәүләт тарафынан аҡса бүленеп ойошторолған һәм рәсми юбилейҙар” практикаһын бөтөрөргә кәрәк. Мин белгәндәрҙән Әхмәр Үтәбай, Рәлис Ураҙғолов, Салауат Әбүзәр, мәҫәлән, 50 йәшлек юбилей даталарын билдәләп тә торманы, хатта Яҙыусылар союзы тарафынан буклет та сығарылманы. Ә бит улар – бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөн билдәләгән әҙиптәр!
2. Яҙыусылыҡ фантазияң етмәү сәбәпле, әҫәрҙәрең өсөн теманы һәм геройҙарҙы күптән билдәле ваҡиғалар һәм шәхестәр тормошонан алыу. Был тезисҡа аңлатма кәрәк тә түгелдер. Беҙ ҡасандыр бер Муса Мортазин тураһында өс кешенең — Рәшит Солтангәрәевтең, Мәүлит Ямалетдиновтың һәм Яныбай Хамматовтың әҙәби әҫәрҙәр яҙғанын беләбеҙ. Ундай осраҡтар булып тора, сөнки яҙыусылар күп, ә лайыҡлы геройҙар һәм ваҡиғалар иҫәпле генә. Әле, мәҫәлән, Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы тарихи әҫәрҙәр теҙмәһе китте: романдар, повестар, хикәйәләр… әҙәби конкурстарға, гранттарға дәғүәләр. Унан, Бөйөк Еңеүҙең данлы юбилейҙары әйләнгән һайын булып тора, һәр ҡайһыһына әҙәбиәтселәр ауаз биреп барырға тейеш.
3. Бөгөнгө тоталитар цензура системаһында документаль дәлилләнгән ваҡиғаларҙы яҙып, үҙ-үҙеңә алдан уҡ аҡланыу кәртәләре ҡороп ҡуйыу. Цензураның тоталитарлығын бөгөн барыһы ла таный. Экстремизм, милләтселек, наркотиктар, хатта һүгенеү ҙә булырға тейеш түгел хәҙерге әҙәбиәттә һәм матбуғатта. Үҙнәшерҙә түгел, әлбиттә, унда автор ғына яуаплы яҙғандары өсөн. Ә бына рәсми нәшриәттәрҙә…
“Һин “Китап” нәшриәтенә барып, мөхәррирҙәр менән низағлашып йөрөгәнһең икән?” – тип һораным “Ауыл балладаһы” авторы Сәләхетдин Карамовтан, китабы сығып килеүен ишеткәс. “Һеҙҙең әҫәрегеҙҙә элекке етәкселеккә ҡарата етди тәнҡит һүҙҙәре бар, шуны алып ташлайбыҙ, был килеш сығара алмайбыҙ, тинеләр. Мин риза булманым, шуға талаштыҡ“, – тине ул.
Был – сәйәси цензураның бер генә миҫалы, ҡапыл иҫкә төшкәне. “Роспотребнадзор”ҙың Мәскәү аша селектор бәйләнеше үткәреп, рус телендә дүрт оятһыҙ һүҙ барлығын һәм уларҙы ваҡытлы матбуғатта ҡулланған өсөн яуаплылыҡ тураһында иҫкәрткән кәңәшмәлә үҙем булғайным.
4. Хәҙер 85-те уҙған күпселек яҙыусыларыбыҙҙың үҙҙәренең үткәне лә бөгөнгө уҡыусы өсөн – сал тарих; башыңдан үткәндәрҙе хәтирә итеп яҙ ҙа ултыр. Улар һуғыш йылдары ауырлыҡтарын кисереп үҫкән, Хрущев тәжрибәләрен, Брежнев тоталитаризмын үҙ елкәләрендә татыған. Һәм, әлбиттә, шундай ҙур тарихи кисерештәрҙе уҡыусыға еткереп, әҫәрҙәрендә ҡалдырыуҙы үҙенә маҡсат итеп ҡуйған. Бының өсөн иң ҡулайы – автобиографик әҫәр йә хәтирәләр. Беҙҙә ул Рәми Ғариповтың көндәлектәре донъя күреп, бик популяр булып киткәндән һуң модаға керҙе.
Тамара Ғәниеваның “Көндәлектәрҙән өҙөктәр”е “Вечерняя Уфа” гәзитендә баҫылғас, уларҙың ысын көндәлек түгел, ә махсус рәүештә сығарыу өсөн яҙылған икәнлеген әйткәйнем. “Ағиҙел” журналында былтыр Рәшит Шәкүрҙең, Зөфәр Толомғужиндың иҫтәлектәре бер нисә һанда баҫылды, аҙаҡ Йыһат Солтанов, Марат Кәримовтың яҙмалары донъя күрҙе һәм китап булып та сыҡты. Былары күҙ алдындағылар ғына әле, ә күпме хәтирә әҫәрҙәр яҙа белмәгән кешеләр тарафынан журналистарға бәйән ителә йә автор үҙе үлгәндән һуң туғандары тарафынан сығарыла!
5. Етеп торор – һәр кем шунса уҡты өҫтәй алыр ине...
Икенсенән, әҙәбиәтебеҙҙең дөйөм рәүештә нәфислеге (художестволылығы) ныҡ түбәнәйҙе.
1. Әйбереңдең документаль һәм тарихи булыуы алдан уҡ уның әҙәбилеккә дәғүә итмәүенә, күберәк журналистикаға тартымлығына ишаралай. Беллетристик яҙмаларҙан документаль тарихтың айырмаһы шунда: ул иң беренсе нәүбәттә уҡыусыны ышандырырға тейеш. Бының өсөн архив документтарын, тарихи фотоларҙы ҡулланыу ҙа отошло. Тап шундайҙар өсөн оҙаҡ йылдар “Китап” нәшриәтендә мөхәррир, аҙаҡ “Ағиҙел” журналында проза бүлеге етәксеһе, Яҙыусылар союзының проза секцияһы рәйесе лә булған Сабир Шәрипов махсус рәүештә “бәйән” тигән айырым жанр уйлап сығарҙы һәм уны етлекмәгән повесть-романдар өсөн бик уңышлы ҡуллана. Уның еңел ҡулы менән барлыҡҡа килгән яңы жанр нисәмә авторға әйберен сығарыу өсөн киң юлдар асты икән?!
2. Тарихсыларҙың яҙыусылыҡ һәләте әллә ни шәптән булмай инде ул, тип тәнҡитселәрҙең дә, нәшерселәрҙең дә ҙур ташлама яһарға әҙер булыуы. Әҫәрҙәрен “тарихи роман”, “автобиографик повесть”, “булған хәл” тип нарыҡлағандар һәр ваҡыт тәнҡитселәрҙең алдынан алыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Йәнәһе, автор һәр йәһәттән ысынбарлыҡҡа хилафлыҡ килтермәү өсөн тырышҡан. Шуға күрә лә ундай әҫәрҙәрҙе терминологизмдар баҫа, әҙәби әҫәр тигәндәрен журналистик материалдан айырып булмай. Наил Ғәйетбайҙың “Уҙыш” тигән романын уҡығас, әҫәренең әҙәбилеге бик аҡһай икәнлеген әйткәйнем, уның автобиографик роман булыуына һылтанды. Башыңдан үткәнде мотлаҡ теүәл итеп бирергә тырышыу реализмдан натурализмға күсеүҙе аңлатмаймы ни?
3. Хәтирә рәүешендә бала сағын иҫкә төшөрөп ултырған әбей-бабайҙарҙың “яҙыусылығы” үтә самалы. Самалы ғына түгел, бөтөнләй юҡ, тиеү дөрөҫөрәк булыр бында. Был бигерәк тә шиғриәттә асыҡ күренә. Нисәмә йылдар Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһында ҡулъяҙмалар тикшереп ултырғас, шиғри йыйынтыҡ сығарам тип мөрәжәғәт иткән 70 йәшлек “шағирә”ләрҙең бары үҙҙәренең 20 йәштәге хәтирәләре менән генә йәшәүен аңларға мөмкин. Әҙәбиәттең ҡанундары ҡаты: һин 18 йәштә яҙырға тейешлегеңде 70-тә яҙа алмайһың! Шуға ла йәш саҡта һине өмөтлө, талантлы тип маҡтауҙары был сифаттарыңдың илле йылдан һуң да һаҡланасағын аңлатмай.
Шиғриәт ул – өҙлөкһөҙ эҙләнеү, үҫеш, табыштар… һәм юғалтыуҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Һуңғылары күберәк була. Әгәр тормош һине йәш сағыңда, һайла, тип юл сатына сығара икән, әҙәби ижадҡа көнкүреш уңайлыҡтарын өҫтөн ҡуйыуың өсөн яуап тотоуың шул булыр – 70 йәштә иҫеңә төшөргән шиғырҙарыңды нәшриәттән бороп сығарырҙар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн шиғри йыйынтыҡтарын тотоп йөрөгән ҡарттар проза яҙыусыларҙан да күберәк. Шиғриәт секцияһы, һуңғы өс йылда 20 авторҙың ҡулъяҙмаһын тикшереп, баҫтырып сығарырға нәшриәткә тәҡдим иткән, ә бит кире борғандары, хатта тикшерергә лә алмағандары өсләтә күберәк!
4. Булған ҡыҙыҡлы тарихи ваҡиғаларҙы ла тейешле кимәлдә әҙәбиләштереп ултырырға бөгөн нәшриәттәрҙә лайыҡлы мөхәррирҙәр юҡ. Быныһы инде дәүләт нәшриәттәренең көрсөккә килеп төртөлөүенә бәйле. Баяғы билдәләүебеҙсә, авторҙарҙың “яҙыусылығы” түбәнәйгән һайын, уларҙың китаптарын нәшерләгән мөхәррирҙәрҙең оҫталығы һәм тәжрибәһе артырға тейеш.
Өсөнсөнән, әҙәбиәттең, йәнәһе, йәмғиәтебеҙ һымаҡ уҡ капитализм юлына төшөүе был өлкәлә бик күп “эшҡыуарҙар” барлыҡҡа килтерҙе.
1. Улар бығаса баҫыла алмай ятҡан авторҙарҙы таба ла, әйберҙәрен әҙерәк кенә төҙәттереп, донъяға сығарырға ярҙамлашырға тәҡдим итә. Үҙнәшер сәскә атҡан осорҙа теләгән авторҙы сығарырға көтөп торған нәшриәттәр ҙә булыуы тәбиғи. “Һеҙҙең иҫәбегеҙгә – теләһә ниндәй теләк!” тигән әйтем тап беҙҙең заманда барлыҡҡа килде. Бының, әлбиттә, ысын капитализмға бер ҡағылышы юҡ. Унда нәшриәттәр китапты һатасаҡ килем иҫәбенә сығарыуҙы финанслай һәм авторға гонорар түләй. Ә беҙҙә нәшерсе автор иҫәбенә китапты сығара, һатылыу-һатылмауында уның эше юҡ. Шул сәбәпле, мәҫәлән, Өфөләге бер китап магазины кәштәләрендә бер үк авторҙың һигеҙ (!) китабы тора. Ә уның нәшерләүгә ҡайҙан аҡса табыуы бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай. Капитализм, ни әйтәһең!
2. Тәржемәүи әҫәрҙәр һаны арта, сөнки башҡортса яҙғандарын – русса һәм татарса, русса яҙғандарын башҡортса сығарырға йыйынып йөрөгәндәр бихисап. Башҡортса сығарылған татарса яҙыусыларҙы иһә һанап бөткөһөҙ. Ә тәржемә – ул һынлы сәнғәттә оригиналдан күсермә һымаҡ, һәр ваҡыт яһалма була.
Беҙҙәге тәржемә мәктәбенең хәлен күҙ алдына баҫтырһаң – бигерәк тә. Мин, мәҫәлән, йырҙарҙың яңғырашына ҡарап, уның тәүҙә башҡортсамы, татарсамы яҙылған булыуын шунда уҡ билдәләйем. Был күренеш бер бөгөн барлыҡҡа килмәгән, беҙҙең әҙәбиәттә ул күптән бар. Мәҫәлән, Әнүәр Бикчәнтәев башҡортса яҙа белмәгән, тиҙәр. Ул әҫәрҙәрен башта русса яҙған, аҙаҡ уны тәржемә иттереп башҡортса сығарған да, һуңынан ғына русса оригиналын “башҡортсанан тәржемә” итеп күрһәтер булған.
Был йәһәттән миңә үҙ ҡулдарым менән Фердинанд Бигашев тигән яҙыусынан “башҡорт әҙибе” яһауҙа ҡатнашырға тура килде. Уның авторлығындағы тәржемәләрем башҡорт телендә тәржемәсеһен күрһәтмәй донъя күрҙе, һөҙөмтәлә ул ағай башҡортса ижад иткән автор булып сыҡты. Тәржемә ул башҡорт әҙәбиәте өлгөләрен башҡа милләттәргә күрһәтеү ысулы булырға тейеш, ә мәҫәлән, бөтә башҡорт русса белгәндә, рус теленән башҡорт теленә ауҙарыуҙың мәғәнәһен күрмәйем. Һәр хәлдә, улар башҡорт әҙәбиәте өлгөләре була алмай.
3. Әрһеҙ рекламалау насар яҙылған китаптарҙың да киң таралыуына килтерә. Ә был, үҙ сиратында, уҡыусыла, ысын әҙәбиәт шулай була икән, тигән фекер тыуҙыра. Медицинала шундай әйтем бар: рекламаланған дарыуҙарҙың һаулыҡҡа бер файҙаһы ла юҡ, улар фармацевтарға табыш ҡына килтерә. Ошоно әҙәбиәткә ҡағылышлы ла ҡабатларға мөмкин булыр ине, сөнки реклама – ул һәр ваҡыт аҡса эшләү йә шөһрәт-дан яулау ысулы. Был йәһәттән социаль селтәрҙәрҙең әһәмиәте ҙур. Һәр хәлдә, рекламаға әүрәп һатып алған үҙнәшер китаптарҙы, аҙаҡ уҡып ҡарағас, бер танышым да оҡшатмағанын беләм.
Үҙем хәҙер килеп Башҡортостанды ла баҫып барған бер авторҙың романын уҡып сығып, бер йүнле ерен дә тапманым, китабының популярлығын уның сикһеҙ әрһеҙлегенән генә күрҙем. Аҙаҡтан белешеүемсә, күккә күтәреп маҡтауға ҡыҙығып был китапты алған бөтә таныштарымдың да фекере шундай булып сыҡты. “Ағиҙел”дә сыҡҡан Сабит Фазлыевтың “Ҡара этап” романы шул уҡ темаға, тик күпкә ҡыҙыҡлыраҡ һәм фәһемлерәк итеп яҙылған.
4. Хәҙерге технологиялар ярҙамында китап сығарыу бик ябайлашты һәм еңелләште. Бөгөн теләһә кем үҙ аҡсаһына арзанға ғына үҙнәшер китабын сығарып, шулар менән Яҙыусылар союзына ла инә ала. 2015 йылда нәшер ителгән “Писатели Башкортостана” энциклопедия-белешмәһендә әле иҫәндәрҙән ете авторҙың сыҡҡан китаптары күрһәтелмәгән (һуғышта үлгәндәрҙе иҫәпкә алмайым). Тимәк, улар нисектер китаптары булмайынса ла союз ағзаһы булып китә алған!
Ана шул сәбәплелер, бөгөнгө Яҙыусылар союзындағы 270 ағзаның уртаса йәше 70-тән артып киткән. Һандарҙың теүәллегенә шикләнгәндәр ҙә табылыр, уларға шуны әйтер инем: был күрһәткестәр дауаханалағы уртаса температура һымаҡ – 90 йәшлек берәү үлгәндә йә 80 йәшлек икенсене яңы ағза итеп алғанда үҙгәреп тора, әммә һис кенә лә түбән төшкәне юҡ. Ә замана һәм тотош йәмғиәт үҙгәргәндә, быуындар алмашынғанда һаман үҙенең комсомол йәшлеген һағынып яҙышып ятҡан яҙыусыларҙың күп томлыҡтарға дәғүә итеүе нимәгә килтереүен алдараҡ әйтеп киткәйнем инде.
Был йәһәттән бер осрашыуҙа миҫал итеп килтергәнемде ҡабатлағы килә. Типографиянан алып менгәс, бер яҙыусының китабын күрһәтеп: “Беҙ бер кем дә уҡымаған ҡалын китаптарҙы “кирбес” тип йөрөтәбеҙ. Ә бына быны ҡарағыҙ – кирбес кенә түгел, шлакоблок бит был!” – тигәйнем. Аҙаҡтан “Китап” нәшриәтенә барғанда шул һүҙҙәрҙе ҡабатлап, былай тинем: “Бындай китаптарҙы ғүмерендә өс кеше уҡый: автор үҙе, сығарыусы мөхәррире һәм корректоры…” Тура һүҙем өсөн үкенәһе түгел, ағайҙың үҙенең алдында әйттем уны, ғәжәбемә, ул көлдө лә ҡуйҙы: “Һин дә сығар, шәп булғас!”
Һандар менән тамғалап, тезис рәүешендәге ошо фекерҙәремә миҫалдарҙы бихисап килтерергә булыр ине. Ләкин, билдәле булыуынса, һыуҙың тәмен белеү өсөн уны биҙрәләп эсергә кәрәкмәй. Гәзит бите лә сикһеҙ түгел.
Дәғүәләре булғандар, был яҙмалар менән килешмәгәндәр, әйҙә, ошонда уҡ сығыш яһаһындар. Мәҡәлә, әлбиттә, беҙҙә әҙәби тәнҡиттең юҡлығы тураһында уйланылғайны. Ләкин мин бер ултырышта Әмир Әминевтең әйткәндәре менән килештем: “Тәнҡит юҡ, сөнки тәнҡитләрлек әҫәрҙәр ҙә юҡ!” Ысынлап та, хәҙер “тәнҡит” мәҡәләләре сыҡҡан әҫәрҙәргә тик маҡтау яуҙырыуға ҡоролғанда, кемдер берәү тотош әҙәбиәттең аяныслы хәленә ышандыра аламы? Ә һеҙ сыҡҡан китаптарҙың тираждарына ҡарағыҙ ҙа матбуғат сараларын уҡыусылар һанына иғтибар итегеҙ. Күпселек халыҡ интернетҡа күсеп бөткән, тип әйткәндәргә лә кәңәшем бар: унда ҡуйылған әҫәрҙәрҙе кереп ҡарап сығыусылар һанын күрегеҙ – башҡорт әҙәбиәтен уҡып ултырыусылар күпме?
Мәҡәлә башында әҙәбиәтебеҙ хәлен илдең әхүәленә бәйләгәйнем. Таланттар һәр заманда ла тыуып тора, ләкин уларҙы үҫтерергә теләгәндәр юҡ тип аңларға кәрәк быны. Әҙәбиәтте кеше күңелдәрен имләгән сара булыуынан туҡтатып, был вазифаға башҡа институттарҙы тәғәйенләгән ваҡыт. Илебеҙ халҡы әлеге ваҡытта тамаша түгел, икмәк көтә. Киләсәк быуындар әҙәбиәтебеҙҙең бөгөнгө осорон ниндәй тип баһалар: алтын, көмөш, баҡырмы, әллә серек ағасмы? Дан артынан уҙыш осоромо ул, әллә шөһрәтле исемдәр таратыу дәүереме?
Автор: Дамир ШӘРӘфЕТДИНОВ.

Эй тылсымлы ла, яғымлы ла туған тел...
26-01-2018 // Телгенәм - бергенәм // "Башҡортостан" гәзитенән
Эй тылсымлы ла, яғымлы ла туған тел...Мин – ябай уҡытыусы, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирәм. Ни өсөн тап ошо йүнәлеште һайланым тиһегеҙме? Тәү ҡарамаҡҡа был – бик ябай һорау, ә икенсе яҡтан... Күңелемдәге ынтылыш-тойғоларҙың формалашыуын, һөнәремдең асылын аңлауҙы мин үҙемдең бала саҡтағы ваҡиғалар менән бәйләйем.
Минең бала сағым ауылда, атайым һәм яратҡан өләсәйем янында үтте. Өләсәйем ғаиләбеҙҙә иң аҡыллы һәм хөрмәтле кеше булды, уның һүҙе бер ваҡытта ла кире ҡағылманы, бәхәскә тотолманы, әйткәндәре ваҡытында үтәлде. Уның бәләкәй генә бүлмәһендә стенаны биҙәп төрлө һүрәттәр төшөрөлгән сағыу япма эленеп торор ине. Һәр кис өләсәйем мине ҡосағына алып, башҡорт халыҡ әкиәттәрен – халҡымдың рухи хазинаһын берәм-берәм бөртөкләп, тын ғына һөйләр ине. Мин иһә, уның әкиәттәрен тыңлаған саҡта шул ҡоршауҙан күҙемде алмай торғайным. Ғәжәп хәл: һәр әкиәт һайын япмалағы һүрәттәр үҙгәрә, сағыуыраҡ балҡый, сәскәләре лә, әйтерһең, бүлмә буйлап үрмәләй торғайны... Ҡамыр батырҙың еңеүҙәре булһынмы, Заятүләк менән Маянһылыу мөхәббәте ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡһынмы, Айһылыуҙың Ай ҡыҙына әйләнеүе – бөтәһе лә ошо тылсымлы япма эсендә сағылыш табыр ине. Оҫта ҡулдар менән оҙаҡ ваҡыт дауамында сикһеҙ һөйөү, бөткөһөҙ наҙ менән сигелгән был туҡыма киҫәге, әйтерһең дә, ошо әкиәттәрҙең шаңын, данын күргән һәм белгән сихри белгес ине. Бер аҙ үҫеп, өләсәйемә ошо хәлде һөйләп биргәс, ул миңә йылмайып:
– Булыр, балам, был япма – быуаттар буйы беҙҙең ғаиләлә һаҡланып, ҡулдан-ҡулға күскән тарихи ҡомартҡы бит ул. Миңә лә әсәйем ошо япма аҫтында әкиәттәр һөйләр ине, кем белә, уға ла өләсәһе ошолай мөғжизәләр илен асҡандыр. Тик матур күңелле кеше генә ошо япмаға ҡарап, серле ептәр табыр, күңел наҙын таныр, ә ҡарсыға күңелле кешегә япма иҙән сепрәге кеүек күренер... – тине.
Ысынлап та, йылдар үтә торҙо, ә япма үҙенең мәғәнәһен юғалтманы. Йылдар үтеү менән унда башҡа батырҙарҙың-һылыуҙарҙың тормошо сағылыш тапты. Зәйнәб Биишеваның Емеше булһынмы, Мостай Кәримдең Айгөл илеме, Рәми Ғариповтың һөйгәненә булған хистәреме – һәммәһе лә ошо япмала күренгәндәй булды…
...Бала сағым тиҙ генә үтеп киткән хәтирә булып ҡалды. Өләсәйемдең япмаһы урынына заманса туҡылған зауыҡлы келәмдәр эленде, ә теге тылсымлы туҡыма онотолдо ла кеүек... Әммә һис улай түгел: ул күңелемдә мәңгелек уйылмаҫ мөхәббәт булып ҡалды. Халҡыма, туған телемә, матур Башҡортостаныма булған оло һөйөү, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт булып…
Бөгөн мин ошо япманың тылсымлы нурҙарын үҙемдең уҡыусыларыма таратам, күңелемдә булған һөйөүемде уларға бүләк итәм. Бар теләгем – улар ҙа халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын – башҡорт халыҡ ижадын, танылған яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен ысын күңелдән аңлап, ҡабул итеп, мәңгегә ғашиҡ булып, киләһе быуындарға ла еткерһен ине...
Йыл һайын мәктәптә Шәжәрә байрамын үткәрәбеҙ. Уҡыусылар ғаилә гербын төшөрә, шәжәрә төҙөй, һүрәттәр конкурсы ла ойошторола. Бөйөк Еңеүгә арналған “Билдәһеҙ һалдатҡа хат”, “Олатайыма хат” ҡала бәйгеләрендә, Экология йылына арналған “Башҡортостан ынйылары”, Республика көнөнә арналған “Данлайым һине, Республикам!” иншалар ярышында ла әүҙем ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ ғилми-тикшеренеү эштәре лә даими алып барыла.
Беҙҙең мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ҡала-район кимәлендәге ғәмәли-теоретик семинарҙары үтеп тора. “Түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ кластары, асыҡ дәрестәр ойошторабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Башланғыс класс уҡыусыларым шиғыр яҙырға маһир: “Аҡбуҙат” журналына яҙышып торалар. Яҙыусылар менән осрашыуҙарға ла йөрөйбөҙ: күптән түгел Ноғман Мусин, Әнисә Таһированың ижад кисәләренә барҙыҡ. “Башҡортостан”, “Торатау” гәзиттәрен йыл һайын яҙҙырып, баҫманы уҡып, дәрестәрҙә, класс сәғәттәрендә ҡулланабыҙ.
Иң мөһиме – балаларҙың күҙҙәрендә осҡондар күрәм. Туған телен ҡыҙыҡһынып, теләп өйрәнгән балалар, тыуған еренең тарихы, мәҙәниәте менән мауыҡҡан рухлы балалар үҫеп килеүе уғата ҡыуаныслы, уҡытыусы булараҡ, миңә лә оло йыуаныс бирә. Эйе, заман зауығына ярашлы әйберҙәр бер ҡасан да өләсәйем япмаһын алмаштыра алмаған кеүек, сит-ят телдәр ҙә кешенең туған телен, тамырҙарын, асылын, булмышын алмаштыра алмаҫ. Тик матур күңелле кеше генә туған телен күҙ ҡараһылай һаҡлар, ә ҡарсыға күңелле кешегә бөтөн телдәр ҙә ят булыр…
Алһыу КӘРИМОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ишембай ҡалаһы.