Методическая копилка

Ответить
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән
олимпиада һорауҙары

9 класс

1. Нимә ул һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе?
2. Ҡушма һүҙҙәргә миҫалдар килтерегеҙ.
3. Сифат һүҙ төркөмөнә аңлатма бирегеҙ. Йылы сифатын барлыҡ дәрәжәлә ҡуйып яҙығыҙ.
4. Һөйләмдәр ниндәй киҫәктәрҙән тора? Миҫалдар яҙып аңлатығыҙ.
5. Һөйләмдә тейешле тыныш билдәләрен ҡуйығыҙ:
Артабан ул Беүә Танып Әтәр Төй кеүек йылғаларҙы артта ҡалдырып Ирән буйҙарына килеп сыҡты. (К.Мәргән)
6. Нимә ул текст?
7. Ғ.Хөсәйеновтың кейек-хайуандарға, аттарға, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү темаһы күтәрелгән әҫәре нисек атала?
8. Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен билдәләгеҙ.
М.Ғафури “Салауат батыр”, “Ҡурайҡайға”
Ш.Бабич “Йәмле Ағиҙел буйҙарында”
Р.Ниғмәти “Мин ҡайҙа”, “Гөлдәр баҡсаһында”
9. “Оҙатыу”, “Көтөү” картиналарының авторын яҙығыҙ.
10. Бирелгән теманы дауам итеп, 5-7 һөйләм яҙығыҙ.
Ап-аҡ ҡар яуа…
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән
олимпиада һорауҙары

8 класс
1. Башҡорт телендә ниндәй тартынҡы өндәр бар? Һанап күрһәтегеҙ?
2. Нимә ул ялғау? Нимә ул яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар? Миҫалдар яҙығыҙ.
3. Һәр ике һүҙҙе бер һөйләм эсенә индереп, өс һөйләм яҙығыҙ.
Һалҡын, ҡыш, ял, уҡыусы, күңелле, уйындар.
4. Башҡорт телендә нисә килеш бар? Бер һүҙҙе килеш менән үҙгәртегеҙ.
5. Б.Рафиҡовтың тарихи фаразының исемен атағыҙ.
6. Темаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙар ниндәй төркөмдәргә бүленә?
7. “Тыуған илем”, “Уралым”, “Егеткә” шиғырҙарының авторын билдәләгеҙ.
8. Бирелгән теманы дауам итеп, 5-7 һөйләм яҙығыҙ.
Һалҡын ҡыш етте…
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

2015-2016 уҡыу йылында район кимәлендә уҙғарылған башҡорт (туған) теленән олимпиада һорауҙары

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән
олимпиада һорауҙары

7 класс

1. Башҡорт телендә нисә һуҙынҡы өн бар? Яҙығыҙ.
2. Һүҙҙәрҙе төбәү килешкә ҡуйып яҙығыҙ.
Класс, артист, лагерь, повесть, поезд, металл.
3. Һәр ике һүҙҙе бер һөйләм эсенә индереп, өс һөйләм яҙығыҙ.
Декабрь, ҡыш, каникул, уҡыусы, Яңы йыл, байрам.
4. Бер тамырҙан яҙылған һүҙҙәр нисек атала? Миҫалдар яҙығыҙ.
5. “Дуҫ булайыҡ” әҫәренең авторы кем? Автор тураһында ҡыҫҡаса белешмә яҙығыҙ.
6. Әҫәрҙә алтын йыйыусыларҙың тормошон кәүҙәләндереү, унда төп геройҙар булып, Ғайзулла, уның атаһы Хәйретдин ҡарт , Хажисолтан бай булған романдың исемен һәм авторын билдәләгеҙ.
7. Һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ:
Әҙәбиәт –
Тормош –
Берҙәмлек –
Ватандаш –
Дуҫлыҡ –
Тоғролоҡ –
8. Ике мәҡәл яҙығыҙ.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән
олимпиада һорауҙары (11 класс)

1. Ҡышҡы каникулдар етеп килә. Иптәшегеҙҙән ҡайҙа ял итеүен һәм нимәләр эшләүе тураһында белеү өсөн һорауҙар яҙығыҙ.
2. Һөйләмдең баш киҫәктәре аҫтына һыҙығыҙ.
Мин алыҫ сәйәхәттән ҡайтып киләм.
3. Нығынған һүҙбәйләнешенә ике миҫал яҙығыҙ.
4. Күренекле шәхестәр исемлеге араһынан һәр төркөмгә тура килгән исемдәрҙе һайлап алып яҙығыҙ.
Тимер Йосопов, Нурия Ирсаева, Айҙар Ғәлимов, Рәшит Нурмөхәмәтов, Рәми Ғарипов, Муса Гәрәев, Әхмәт Лутфуллин, Роберт Заһретдинов, Шайморатов Генерал, Арыҫлан Мөбәрәков, Даян Мурзин, Ноғман Мусин, Александр Филиппов, Шәһит Хоҙайбирҙин, Светлана Арғынбаева, Владислав Меос, Абдулхаҡ Игебаев, Илдар Абдразаҡов, Ҡәҙим Аралбаев, Сергей Аксаков.
Яҙыусылар –
Сәнғәт оҫталары –
Рәссамдар –
Батырҙар –

5. Башҡортостандағы халыҡ яҙыусыларының исемдәрен һәм уларҙың бер әҫәренең исемен яҙығыҙ.
6. “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырының авторы кем? Шиғыр нимә тураһында? Яҙығыҙ.
7. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурай тураһында белгәндәрегеҙҙе яҙығыҙ.
8. Башҡортостанда Республикаһында ниндәй газета, журналдар сыға һәм ниндәй телдә?
9. Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһында ниндәй йыл тип билдәләнде? Һеҙ ниндәй
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән
олимпиада һорауҙары (10 класс)

1. Яңы йыл менән ҡотлап, класташығыҙҙың электрон почтаһына ебәреү өсөн ҡотлау хаты яҙығыҙ.
2. Нығынған һүҙбәйләнешенә ике миҫал яҙығыҙ.
3. Түбәндәге һүҙбәйләнештәрҙә сифат булып килгән һүҙҙәр аҫтына тулҡынлы, рәүештәр аҫтына бер һыҙыҡ һыҙығыҙ.
Яҡшы уҡый, ҡысҡырып һөйләй, матур сәскә, яҡшы китап, тырышып эшләй, тырыш уҡыусы, аҡ ҡағыҙ, матур йырлай.
4. Тәбиғәт менән бәйле һүҙҙәрҙе яҙыу өсөн буш шаҡмаҡтарҙы тултырығыҙ.

у м
м р
с ә
ҡ у
о т

5. Ҡылымдарҙы тейешле формала яҙығыҙ.
Мин ҡышты яратам…
Һин ҡышты …
Ул ҡышты…
Беҙ ҡышты …
Һеҙ ҡышты …
Улар ҡышты …
6. Үҙегеҙҙең ҡасан, ҡайҙа тыуғанығыҙҙы, атай-әсәйегеҙҙең, туғандарығыҙҙың, олатай-өләсәйегеҙҙең исемен яҙығыҙ.
7. “Кем өсөн?” шиғырының авторын яҙығыҙ.
8. Яҙыусы һәм шағирҙарҙың берәй әҫәренең исемен яҙығыҙ:
М.Кәрим-
Р.Бикбаев –
М.Аҡмулла -
9. Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһында ниндәй йыл тип билдәләнде?
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән
олимпиада һорауҙары (9 класс)
1. Мәғәнәләре буйынса ҡушма һүҙҙәр табып яҙығыҙ.
1) Алма бирә торған ағас. …
2) Күлдә йәшәүсе аҡ төҫтәге күсмә ҡош. ….
3) Өҫтәлгә япма. ….
2. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәргә берәр миҫал яҙығыҙ.
3. Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙығыҙ.
1) Эш оҫтанан …
2) Күл тамсынан …
3) Аҙ һөйлә, күп …
4. Йылға, күлдәр ниндәй районда урынлашҡан? Уҡ менән күрһәтегеҙ.
Асылыкүл Дәүләкән
Кандракүл Мәләүез
Эйек Туймазы
Йүрәҙән Күгәрсен
Нөгөш Салауат
Һаҡмар Баймаҡ
5. Буш шаҡмаҡтарға тейешле хәрефтәрҙе яҙығыҙ.
б ы л
б й к
ҡ ы ҡ
т е н
л ғ а
м у л
6. Үҙегеҙҙең дуҫығыҙ тураһында 5 һөйләм яҙығыҙ.
7. “Уҡытыусыма” шиғырының авторы кем?
8. Һөйләмдәргә һорауҙар уйлап яҙығыҙ.
1) Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем.
2) Башҡортостандағы иң ҙур күл – Асылыкүл.
3) Ул Дәүләкән районында урынлашҡан.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән
олимпиада һорауҙары (8 класс)
1. Тейешле сифаттар өҫтәп яҙығыҙ.
Аҡбур аҡ, ә күмер …
Лимон әсе, ә бал …
Йәй көнө көндәр ҡоро, ә көҙ көнө …
Тейен бәләкәй, ә айыу …

2. Тән ағзаларының атамаларын яҙығыҙ.
3. Исемдәргә ялғау ҡушылғанда хата ебәрелгән һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙығыҙ.
1) Йодоҙҙар, болоттар, уйынсыҡлар, баҡсалар;
2) Клоундар, тауҙар, ҡуянлар, уттар.
4. Башҡортостан Республикаһындағы 5 йылға исемен яҙығыҙ.
5. Башҡортостан Республикаһының флагы ниндәй төҫтәрҙә һәм төҫтәр ниндәй тәртиптә (последовательности) урынлашҡан?
6. Мостай Кәрим ҡайҙа һәм ҡасан тыуған? Уның ике әҫәренең атамаһын яҙығыҙ.
7. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең аңлатмаһын яҙығыҙ.
Бүрәнә аша бүре күреү –
Кәкре ҡайынға терәтеү –
Башы күккә тейеү -
8. Яттан белгән шиғырыңдың бер куплетын һәм авторын яҙ.
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

2015/2016 уҡыу йылында башҡорт (дәүләт) теленән
район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн һорауҙар

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән
олимпиада һорауҙары (7 класс)


1. Тәҡдим ителгән һүҙҙәргә антонимдар уйлап яҙығыҙ.
Ҙур - килә -
Бейек – йүгерә -
Оҙон – юғары -
Эҫе - ҡаты -

2. Бирелгән исемдәргә тура килгән ҡылымдар өҫтәп яҙығыҙ.
Ел
Үлән
Балыҡ
Машина
Һарыҡ
Эт
3. “Ҡыш” темаһы буйынса ике һөйләм уйлап яҙығыҙ.
4. Диалогты дауам итегеҙ.
- Марат, бөгөн дәрестән һуң нимә эшләйһең?
- …
- …
- …
5. Һөйләмдәргә һорауҙар уйлап яҙ.
1) Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем.

2) Беҙҙең ауыл Нөгөш йылғаһы буйында урынлашҡан.

3) Айрат 7-се класта уҡый.
8. Уҡтар ярҙамында шағирҙарҙың әҫәрҙәрен күрһәтегеҙ.
М.Кәрим “Башҡорт теле”
З.Биишева “Көҙҙәр еткәс”
К.Кинйәбулатова “Уҡытыусыма”
9. Ҡош исемдәрен тәржемә итегеҙ.
Ҡарға –
Күгәрсен –
Һандуғас –
Кәкүк -
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

2015/2016 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән
район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн һорауҙар
11 – Б -2015
1. Һүҙҙең тамырына яһаусы ялғауҙар ҡушылыу, бер нисә тамырҙың бер ҡушма һүҙгә ойошоуы нигеҙендә яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килеү ысулы … тип атала.
2. Саманан тыш көсөлө итеп һүрәтләү нисек атала? Ундай һүрәтләү ниндәй жанр әҫәрҙәрҙә йыш осрай? Миҫалдар килтерегеҙ.
3. Түбәндәге ҡылымдарҙан ҡайтым йүнәлеше формаларын яһағыҙ: ҡысҡыр, күр, ал, йыу, һөйлә.
4. Саҡырылды һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.
5. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ, синтаксик анализ яһағыҙ:Ҡарҙар иреп, ерҙәр кипкәс кенә, тынып ҡала ярһыу йылғалар.
6. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһының исемен атағыҙ.
7. Зәйнәп Биишеваның трилогияһы нисек атала? Ул ниндәй романдарҙан тора? Исемдәрен яҙып сығығыҙ.
8. М.Кәримдең халыҡ-ара тематиканы яҡтыртыусы шиғри циклдарын һанап сығығыҙ.
9. Түбәндә бирелгән өҙөк кемдең ҡайһы әҫәренән алынған?
Башҡортостан,
Һине аңлау өсөн
Далаларың кеүек киң күңелле,
Йылғаларың кеүек моң-һағышлы,
Урмандарың кеүек мең балҡышлы,
Ҡаяларың кеүек бейек, серле
Булыу кәрәк,
Ерем – Башҡортостан!
10. Назар Нәжмиҙең “Йыр тураһында баллада” әҫәре кемгә бағышланған?
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. »

2015/2016 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән
район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн һорауҙар
10 – Б - 2015
1. Әҙәби телдең билдәләрен һанап сығығыҙ.
2. Әгәр һуҙынҡы өн һүҙ башындағы ике тартынҡы өндөң араһына ҡуйылһа, был күренеш … тип атала. Мәҫәлән, …
3. Метонимия күренешенә миҫалдар килтерегеҙ.
4. Һандуғастың йыры бик моңло. Һөйләмдә билдәләнгән һүҙ ниндәй һөйләм киҫәге булып килгән? Уға морфологик анализ яһағыҙ.
5. Был турала һүҙ булғаны юҡ, ләкин әсә һиҙенә: егет күңеле елкенә, ҡайҙалыр сит яҡтарға ынтыла һөйләмендәге тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатығыҙ, синтаксик анализ яһағыҙ.
6. Д.Юлтыйҙың “Һуҡа бабай, ситкә кит, трактор килә” шиғырының идея-тематикаһы нимәнән ғибәрәт?
7. Түбәндәге өҙөк кемдең ниндәй әҫәренән алынған?
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк.
8. Автор теле менән персонаждар теленә билдәләмә бирегеҙ.
9. З.Вәлидиҙең “Хәтирәләр” китабында ниндәй әҙиптәр тураһында фекерҙәр әйтелә? Ҡыҫҡаса яҙығыҙ.
10. Үткән быуаттың 20-се йылдарында башҡорт драматургияһында музыкаль комедия жанрына нигеҙ һалына. Уның тыуыуы кемдең ниндәй әҫәре менән бәйле?
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»