Новости

Ответить
Райза
Сообщения: 9
Зарегистрирован: 14 мар 2016, 14:36

Re: Новости

Сообщение Райза »

Дәүләкәндә курстар дауам итә. Бөгөнгө дәрестәрҙе Фәнзил Бүләк улы Санъяров алып барҙы. Мәктәп, студент йылдарын хәтерләп, донъябыҙҙы онотоп эшләнек, барлыҡ һорауҙарыбыҙға яуаптар алдыҡ. Бер кешегә алла бабай талантты өйөп бирә лә ҡуя, тырышлыҡ һәм теләк тә өҫтәлһә, бигерәк тә... тигәнгә тағы ла бер тапҡыр ышанып ҡайттыҡ. Дәрес темаһына ҡыҙыҡһынып, арбалып кереп сумыу ғына түгел, ҡурай моңо һәм халыҡ йыры тыңлап та хайран булғайныҡ... Фәнзил Бүләк улы шиғырҙарын да бүләк иткәс, дәрестә эшләп арып түгел, ял кисәһендәгесә хисләнеп таралдыҡ бөгөнгө дәрестәрҙән. Ҙур рәхмәт әйтеп, ижади уңыштар теләйбеҙ һеҙгә, хөрмәтле Фәнзил Бүләкович!
Ильсия
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 16 мар 2016, 06:51

Re: Новости

Сообщение Ильсия »

Бөгөн, 16 март көнө Мәғарифты үҫтереү институтында "ГИА по башкирскому языку" тигән курстар үтеп йөрөйбөҙ. Курс етәксебеҙ - Гөлсиә Дияс ҡыҙына , уҡытыусыларыбыҙ - Зәкиә Муллағәли ҡыҙына, Заһиҙә Әйүп ҡыҙына, Фәнзил Бүләковичҡа, Әхәт Ғәлимовичҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Артабан да һеҙгә эштәрегеҙҙә уныштар, һаулыҡ, бәхет, янынан-яны үрҙәр теләйбеҙ.
Изге теләктәр менән Өфө ҡалаһы Октябрь районы башҡорт теле уҡытыусылары
Галиябану
Сообщения: 10
Зарегистрирован: 14 мар 2016, 18:00

Re: Новости

Сообщение Галиябану »

Дәүләкән районы уҡытыусылары өсөн Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү интститутының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты Әхәт Ғәлим улы Илмөхәмәтов бөгөн, 2016 йылдың 14 марты, курстар башлап ебәрҙе.Райондың бөтә башҡорт теле уҡытыусылары исеменән кафедра етәксеһе Зәкиә Муллағәли ҡыҙына, курстарҙың етәксеһе Гөлсиә Дияс ҡыҙына,шулай уҡ беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торған Заһиҙә Әйүп ҡыҙына һәм башҡа кафедра хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Рәхмәттәребеҙҙе шулай уҡ Әхәт Ғалим улы һәм Фәнзил Бүләк улына еткерәбеҙ.
Муфтахова
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 14 мар 2016, 17:07

Re: Новости

Сообщение Муфтахова »

Бөгөн, 14 мартта, Дәүләкән ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн курстар башланды. Әхәт Ғәлим улы электрон дәреслектәр менән эште ойоштороуға арналған бик ҡиммәтле кәңәштәрен бирҙе. Артабанғы эшебеҙ ҙә уңышлы булыр тигән ышаныс та ҡалам. Рәхмәт.
Райза
Сообщения: 9
Зарегистрирован: 14 мар 2016, 14:36

Re: Новости

Сообщение Райза »

3 март көндө Дәүләкән ҡалаһында һәм Ҡоръятмаҫ ауылында йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыуҙар үтте. Уҡыусылар ғына түгел, ололар ҙа авторҙан үҙҙәрен борсоған бик күп һорауҙарға яуап алып ҡыуанды. Китапты һәр кемдең ихлас итеп, ҡыҙыҡһынып уҡыуы шатландырҙы.
Райза
Сообщения: 9
Зарегистрирован: 14 мар 2016, 14:36

Re: Новости

Сообщение Райза »

14 мартта Дәүләкән ҡалаһында райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн курстар башланды. Беренсе дәрестәрҙе Әхәт Ғәлим улы Илмөхәмәтов алып барҙы. Ул тыңлаусыларҙы бик күп яңы һәм ҡыҙыҡлы материалдар менән таныштырҙы. Курстарҙы үҙебеҙҙең ерлектә ойошторған өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһына, методисыбыҙ Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙына рәхмәт белдерәбеҙ.
Земфира Ириковна
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 14 мар 2016, 14:25

Re: Новости

Сообщение Земфира Ириковна »

Үҙебеҙҙең йондоҙсоҡ
Гөлүзә Әхмәҙиева Дәүләкән ҡалаһының 5-се гимназияһында уҡый. Тырыш ҡыҙ VII синыфта «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. «Дим» берекмәһендә бик теләп шөғөлләнә. Хисләнеп китһә, шиғырҙар ҙа яҙа. Йыр, бейеүгә лә маһир. Уны белем усағыбыҙҙа «беҙҙең йондоҙсоҡ» тип тә йөрөтәләр.
Башҡорт телендә үткәрелгән барлыҡ конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 2014 йылда «Һаумы, һаумы, әкиәт!» район бәйгеһендә еңеүсе булды. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр ярышынан да ҡалғаны юҡ, йыл һайын призлы урын яулау бәхетенә ирешә. Былтыр Әҙәбиәт йылына арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсында иң-иңе булып танылды.
Беҙ уны яратабыҙ, уңыштар теләйбеҙ!
MORATSOLTAN
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 12 мар 2016, 08:09

Re: Новости

Сообщение MORATSOLTAN »

Октябрьский ҡалаһы уҡытыусылары исеменән Илмөхәмәтов Әхәт Ғәлим улына һәм Санъяров Фәнзил Бүләк улына эшлекле һәм йөкмәткеле курстар үткәргәне өсөн ҙур рәхмәт белдерәм! Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын! :D
Гульнара 0809
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 10 мар 2016, 07:29

Re: Новости

Сообщение Гульнара 0809 »

Һаумыһығыҙ! Курстар өсөн рәхмәт!
Габитова З.Г.
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. »

Хөрмәтле туған тел уҡытыусылары! Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының сайтында ("Конкурсы" бүлегендә "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы") конкурста ҡатнашыусы уҡытыусылар тураһында мәғлүмәт бирелә һәм һәр уҡытыусының сайтына инеү мөмкинлеге бирелә. Сайттарҙы ҡарарға тәҡдим итәм. Унда үҙегеҙ өсөн бик күп материал менән танышырһығыҙ. Икенсенән, коллегаларығыҙҙың сайты, уларҙың эше буйынса үҙ фекерҙәрегеҙҙе (комментарий) яҙып ҡалдырып, конкурста ҡатнашыусы коллегаларығыҙға ярҙам итәсәкһегеҙ. Өсөнсөнән, беҙҙең берләшмәлә сайт буйынса, ундағы материалдар буйынса фекер алышыуҙы дауам итәйек! Һеҙҙән яҙмалар, аралашыуҙы көтәбеҙ.
Ихтирам менән, З.М.Ғәбитова.
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»