Методические рекомендации

Ответить
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Батырҙар бармы бөгөн?
7-02-2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // "Башҡортостан" гәзитенән
Беҙ һәр саҡ Юлай Салауат улын баштан яуға индергән тип белдек. Салауат тотолғас, һорау алғанда өс ҡатыны барлығын әйтә. Икәүһе – еңгә ҡатын. Салауаттың ике ағаһы ла һәләк булған, ул яңғыҙы ҡалған булғандыр, икеһенең дә ҡатындарын үҙенә никахлаған булғас, тимәк, башҡа ир туғаны булмаған.
* * *
Тавасиев ниңә Салауаттың һыңар ҡолағына алҡа тағып һәйкәл ҡойған тигән һорау биргеләйҙәр. Элек һуғышҡа ингәндә атайҙың ғаиләлә бер генә улы булһа (йә башҡалары үлеп береһе ҡалһа), һыңар ҡолағына алҡа таҡҡандар. Был уны башҡалар ҡурсыбыраҡ йөрөһөн өсөн эшләнелгән.
Мираҫ ҡала торған бала тамғаһы ла булған был.
* * *
Казактарҙа ла булған төпсөк баланы һуғышҡа индермәү. Шуларға алҡа таҡҡандар. Һуғышҡа инһә, яуҙаштары уны ҡурсып йөрөргә тейеш булған. Салауат иһә үҙен аяп тормаған. Ике өлкәне һәләк булып ҡалғас, Салауатын ебәргәндер ул Юлай. Тарих ошо йәһәттән асыҡланып бөтмәгән, тип уйлайым.

* * *
Әйткәндәй, бик күп нуғай егеттәре берәй эш боҙһа, ҡасып, казактарға барып, яугирлеккә яллана торған булған. Ка­зактарҙың байтаҡ өлөшө нуғай тоҡомдары. Марина Владиҙа ла нуғай ҡаны бар, тип ҡайҙалыр яҙғайнылар.
* * *
Батырҙар бармы бөгөн?
Юҡ тип тә булмай, күп тип тә булмай.
* * *
Ни өсөндөр йәш быуын, совет заманында әҙ эшләп, күп аҡса алып йәшәгәндәр, тигән фекерҙәр яҙып ҡуя. Ул заманда ла төрлөсә булды – кем көн үтһен тип йөрөнө, кем мороно менән ер һөрҙө. Ауылдашым Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәғиҙә Мөхәмәтдинова Белорет металлургия комбинатында канатсы булды. Ирҙәр түҙмәй китә ине. Ире үлеп, ике бала менән ҡалғас, малайҙарын ашатырға аҡсаһы етмәй, ҡан тапшыра башлай. “Тик минең ҡан бик һирәк төркөм булып сыҡты, һирәк саҡыралар ине”, – тип һөйләгәйне. Икешәр норма биреп, Герой исеме алған апай ине ул.
* * *
Әллә 70-се йылдар аҙағында, әллә 80-се йылдар башында ЗАГС-ҡа инеүселәрҙең икеһенә лә алтын йөҙөк хаҡын ҡайтаралар ине.
“Загыз” ҡағыҙы нимәгә ул, тип йәшәгән әбей-бабайҙар ЗАГС-ҡа барып бөттө... Беҙҙең подъезда ут күрше (ишеккә-ишек тейеп торған) эскесе әбей менән бабай йәшәй ине. Беҙгә шул саҡта ныҡ ҡарт күренһәләр ҙә, шул алтмыш-етмеш араһында булғандарҙыр. Олоғайғас, улар ҙа бергәләнгән. Шулар ЗАГС-ҡа китте бер заман. Шул аҡсаға эсә торғас, бүлмәләре янып китте. Көскә тегеләрҙе ҡотҡарып, саҡ үҙебеҙ янмай ҡалғайныҡ. Беҙҙең балалар бәләкәй ине әле, ҡурҡып шарылдаша бәләкәстәрем. Ишекте шар асып ҡуйып, һыуҙы беҙҙән алалар, төтөн тулып китте, әйбер ыҫланды.
Ҡыҙыҡ замандар бар ине...

* * *
Ауылда үҙ эшен асҡан мил­ләттәштәр ялларға кеше тапмауға зарлана. Хатта мөлкәттәренә зыян һалыусылар ҙа осрай. Совет осоронда “күлак та кулак” тип хәлле, уңған ауылдаштарын һөргәндәр. Һаман шулар тоҡомо дауам итәме? Заманында батрак тоҡомо булыу кешегә юл да аса ине! Әҙәби әҫәрҙәрҙә лә бай, мулла булһа – яман, ярлы булһа яҡшы, тип яҙа инеләр. Һаман шул психология дауам итә түгелме?! Имеш, байға батрак булып бармайҙар!

* * *
Башҡа балаларға һөтөн бер тапҡыр ғына булһа ла имеҙгән йәки эсергән ҡатын хәнәфи мәҙһәб буйынса уның һөт инәһенә әйләнә, ул балалар өсөн Һөт инәһе булып иҫәпләнә. Уның һөтөн имгән бала үҙенең балаларына һөттәш туғанға әйләнә һәм үҙ араларында ғаилә ҡора алмай.
Был ҡатындың һөтөн имгән йә эскән бала һөттәш туғанға әйләнеү сәбәпле, ҡатындың үҙ балалары менән өйләнешә алмай. Бала табыу йортонда күптәр һөтөн банкалап тапшыра ине, шәфҡәт туташтары имә алмаған балаларға эсерергә һорап алалар ине. Мин ике баламды ла ҡулға алғанда күп тапшырҙым. Уларҙың һөттәш туғандары булырға тейеш, тимәк, ә минең һөт балаларым... Бының эҙемтәләре барын кем белгән...
* * *
Кальян – тәмәке тартыу өсөн ҡулланылған һауыт; башҡорт телендәге ҡалъян һүҙе иһә уҡ һауыты тигәнде аңлата: урыҫса – колчан.
Йәл, шундай матур һүҙебеҙҙе шундай насар нәмәгә ҡушҡандар. Ярай, бер өн булһа ла тап килмәй.
Мин дә ул һүҙҙе онотҡайным инде, бәлә­кәй саҡта ниндәйҙер әкиәттә уҡығайным. Кэрроллдың Әлисә тураһындағы әкиәтен тәржемә иткән ваҡытта “кальян” тигәнде нисек тәржемә итергә икән, кәрәкме ул, юҡмы тип баш ҡатырып ултырҙым да һүҙлекте ҡарай башланым. Шунан килеп юлыҡтым онотолған һүҙгә.
Кальяндың башҡортса атамаһы юҡ! Шундай зарарлы нәмә менән мауыҡмаған беҙҙең халыҡ!
* * *
Әйткәндәй, “Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары”нда кальян ғына түгел, кәрт тә бар. Ҡайһы бер төрки халыҡтарҙа кәрттәрҙең үҙ телдәрендә атамалары бар икән, шуға күрә уларҙы ла тәржемә иткән­дәр. Беҙҙең тәүфиҡлы, иманлы халҡыбыҙҙа һирәкләп уйнағандар бул­ғандыр элек тә, әммә башҡортса исем үк бирерлек дәрәжәлә бының менән мауыҡмағандар.
“Ғилмияза” йырының ҡәйнәм һөйләгән вариантында ҡыҙҙың мулла ағаһы поп менән кәрт уйнап уны отторғаны бәйән ителә ине...
* * *
Кешенең кем икәнен белгең килһә, түрә итеп ҡара, тиҙәр. Бөтәһен дә түрә итеп ҡарап булмай ҙа инде. Кешенең кем икәнен белгең килһә, бү­ләк­ләнеп ҡара – йә премия, йә миҙал­ға ла­йыҡ бул, берәй уңыш­ҡа өлгәш... Шун­да уҡ асыҡ­ланып бөтәләр...

Гүзәл СИТДЫҠОВА
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Дәүләт теле – ил тотҡаһы
30-01-2018 // Телгенәм - бергенәм // "Башҡортостан" гәзитенән
Дәүләт теле – ил тотҡаһыХәҙерге башҡорт әҙәби теле үҙ халҡының бөгөнгө ижтимағи-сәйәси һәм рухи-мәҙәни тормошонда тотҡан урынына оҙон һәм һикәлтәле юл үтеп килде. Ошо ХХ быуаттың тәүге сирегендә башланған юл әле килеп үҙенең иртәгәһе көнөнә аныҡ йүнәлеш ала һәм яңы үрҙәргә сыға ине. Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республиканың күп милләтле халҡының телдәрен үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы тарафынан ҡабул ителгән Указ ошо йәһәттән, һис шикһеҙ, тарихҡа инеп ҡалыр ваҡиға булды, тип баһалау хаҡ. Республика үҙенең 100 йыллығына барғанда, был ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә һәм шуға бәйле мөһим сараларҙың береһе ул.
Әлбиттә, тәрән йөкмәткеле һәм иртә­гәһе көнгә йөҙ менән боролған доку­менттың донъя күреүе — республика тормошонда үҙе ҙур ваҡиға. Ул Баш­ҡортостандың дәүләт телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән булыуы менән бар дәрәжәлә уның күп милләтле халҡының да телдәренә ҡайтып ҡалыуы менән ҡиммәт. Шуның менән Указ республикала үткә­релеп килгән тел сәйәсәтенең киләсәгенә асыҡлыҡ индерә һәм уны тағы ла нығыта төшә, үҙ-ара милли мөнәсәбәттәрҙең нигеҙендә ята.
Һис һүҙһеҙ, башҡорт теленең ХХI быуат баштарына ҡараған тарихындағы был документта Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теленең рус теле менән бер дәрәжәлә ошо статусҡа эйә булыуының күҙ уңында тотолоуы һәм уны һаҡлап ҡалыу, пропагандалау һәм үҫтереү хаҡында һүҙ барғанлығы аңлашыла.
Ошо йәһәттән Указдың дәүләт телдәренә арналған пункты туранан-тура башҡорт теленә, уның уҡыу-яҙыу теленә, йәғни әҙәби телгә ҡағылышлы. Шуға күрә Указда башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Фонд булдырыу мәсьәләһе айырым пунктта махсус рәүештә билдәләнде. Башҡорт теле тарихында тел мәсьәләһе яңыса ҡуйылды һәм быны бер үк ваҡытта уға ҡарата дәүләт юғарылығындағы мөнәсәбәт рәүешендә ҡабул итеү хаҡ булыр, сөнки башҡорт теленең бөтә һөйләштәренең дә, йәғни өс диалектының да дәүләт статусында танылыуы аша ғына башҡорт теленә тотош этносты бер үк дәрәжәлә хеҙмәтләндереүгә юл асыла.
Указдың был пункты әҙәби тел мәсьәләһенең уҙған быуаттың 50-се йыл аҙаҡтарындағы ҡуйылышына барып сыға һәм уға нөктә ҡуя ине. Шулай уҡ республиканың дәүләт телдәрен һәм күп милләтле халҡының телдәрен һаҡлау, пропагандалау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығының йыл һайын билдәләнә торған гранттарын булдырыу ҙа әҙәби тел мәсьәләһенең торғонлоҡтан сығыу юлында яһалған етди аҙымдыр.
Белеүебеҙсә, башҡорт теленең үҙ тарихында беренсе тапҡыр дәүләт теле статусында танылыуы Башҡортостандың милли автономия булараҡ ойошторо­лоуының тәүге йылдарына ҡарай. Был – Башревкомдың 1920 йылдың 24 мартында ҡабул иткән ҡарары. Икенсе тапҡыр ул Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты президиумы юғары­лығында хәл ителеүен таба. Ул инде 1921 йылдың 6 июнендә була. Тәүгеһендә, Башревком рәйесе булараҡ, Зәки Вәлидовтың ҡултамғаһы торһа, икенсеһенә БашЦИК президиумы рәйесе сифатында Шәһит Хоҙайбирҙин ҡул ҡуйған.
Әммә башҡорт теленә дәүләт статусында улар күҙаллағанса үҙ милләтенә үтеп инеү еңелдән булмаған мәсьәлә булып сыҡты, ул шул көндәрҙән бер быуатҡа яҡын ваҡыт арауығында үҙенең хәл ителеүен көтә, тип раҫлау ҙа артыҡ булмаҫтыр. Беҙҙеңсә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел ҡул ҡуйған Указдың дәүләт телдәренә ҡағылышлы пункты башҡорт телен рус теле менән бер дәрәжәләге дәүләт теле булараҡ һаҡлап ҡалыуға, пропаган­далауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелеүе менән хәҙерге башҡорт әҙәби теле алдында торған мөһим проблемаларҙы ла күҙ уңында тота.
Ошо ХХ быуаттың тәүге сирегендә әҙәби тел өлкәһендә башланған юл әле килеп иртәгәһе көнөнә аныҡ йүнәлеш ала һәм яңы үрҙәренә сыға ине. Иң элек ул башҡорт теле диалекттары мәсьәләһенә ҡайтып ҡалды. Башҡорт теленең дәүләт статусының уны бер бөтөн этник тел рәүешендә үҙ итеүе өсөн уның өс диалектының бер дәрәжәлә бер бөтөн итеп танылыуы мөһим ине.
Билдәле булыуынса, башҡорт теленең хәҙерге грамматикаһы ошоға ҡәҙәр көньяҡ һәм көнсығыш диалекттарына нигеҙ­ләнгән булып, төньяҡ-көнбайыш диалектына күҙ йомоп килде, уны асыҡтан-асыҡ башҡорт теленән ситләтте. Хәҙер инде тел ғилеменән ҡасандыр уҙған быуаттың 50-се йылдары аҙағында республиканың иң юғары органы партия өлкә комитеты бюроһы юғарылығында башҡорт телендә ике генә — көньяҡ һәм көнсығыш диалекттары ғына барлығы хаҡында нығытып ҡуйылған күрһәтмә сиктәренән сығып, Башҡортостан Башлығы тарафынан ҡул ҡуйылған документҡа ярашлы башҡорт телен үҫтереү күҙлегенән әҙәби тел өлкәһендә үҙ һүҙен әйтеүе көтөләлер.
Был осраҡта Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостанға ҡайтҡан тәүге осоронда биргән интервьюларының береһендә “төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөйләшенең үҙаллы диалект булыуы ғилми йәһәттән күптән аныҡланған” тигән һүҙҙәре Указға асыҡлыҡ индереүе менән мөһим. Унда бөгөнгө Башҡорт­останда йәшәгән башҡорт халҡының дәүләт теле бер бөтөн милли тел рәүешендә күҙаллана, ошо бөтә һөйләштәргә лә уртаҡ булған телде һаҡлау, пропагандалау һәм үҫтереү маҡсат итеп ҡуйыла.
Үҙ ваҡытында Ш. Хоҙайбирҙин ҡул ҡуйған тарихи документта ла башҡорт теле ошолай күҙалланды һәм күп һөйләшле башҡорт теле бер бөтөн итеп ҡаралды. Әле килеп, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ХХI быуаттың тәүге сирегендә ҡул ҡуйған башҡорт теле хаҡындағы шундай уҡ тарихи документта ла башҡорт теле ошолай бер бөтөн итеп күҙаллана.
Йәнә шуныһы мөһим: һүҙ барған документтарҙы айырып торған тотош бер быуатҡа яҡын ваҡыт арауығында эске бер мөһим күсәгилешлекте лә күрмәү мөмкин түгел. Ул дәүләт теленең үҙ халҡының көндәлек тормошонда реаль факт рәүешендә ҡулланышҡа инеүенә ҡайтып ҡалалыр. Был йәһәттән Ш. Хо­айбирҙиндың башҡорт теленең күплек аффикстарын дәүләт теле проблемаһы юғарылығында күҙаллауы менән Р. Хә­митовтың башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына ҡарашында уртаҡлыҡты күрмәү мөмкин түгел.
Ике осраҡта ла ул дәүләт теле мәсьәләһенең алға сығыуына ҡайтып ҡала һәм ошо күҙлектән үҙенең реаль фактҡа әүерелеүен көтә. Ш. Хоҙай­бирҙин яҡлаған Юрматы һөйләшенең күплек ялғауҙары менән Башҡортостан Башлығы юға­рылығында башҡорт теленә ҡайтарып бирелеүен тапҡан төньяҡ-көнбайыш диалектының күплек аффикстарының уртаҡлығы быға гаранттыр. Бары тел ғилеме өлкәһендә лә шундай һынылыш яһалыуы көтөләлер.
Башҡорт теле дәүләт теле сифатында үҙенең өс диалекты берлеге юғарылығын­да танылыуына ошолай оҙон юл үтеп килде. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тарафынан ҡабул ителгән алда телгә алынған Указ ошо йәһәттән уның һуңғы этабы булды, тип раҫлау ҙа хаҡ булыр. Хәҙер инде башҡорт теленең дәүләт статусы бер юлы өс диалектына ла таянып, үҙ этносына бер бөтөн тел сифатында хеҙмәт итеүгә күсә ине.
Был үҙ нәүбәтендә күп һөйләшле башҡорт теле өсөн уртаҡ телдәге уҡыу-яҙыу аша үҙ халҡының беришлеген (идентичность) артабан нығытыуҙа мөһим аҙым булып тора.
Әлбиттә, башҡорт теле, Башҡортос­тандың дәүләт телдәренең береһе булараҡ, рус теленән айырмалы, үрҙә телгә алынған һуңғы этабына төрлө кимәлдәге бер нисә этап үтеп килде. Һис шикһеҙ, уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси һәм рухи-мәҙәни тормошонда билдәле бер дәрәжәлә эҙ ҡалдырмай уҙманы һәм ул уның иртәгәһе көнөнә шундай уҡ дәрәжәлә йоғонто яһамай ҡалманы. Был күсәгилешлектең үҙенең һәр этабында шәхси-административ факттарға бәйле булыуы сәбәпле уның дәүләт теленең ғәмәлгә инеүендә, әлбиттә, йоғонтоһо ҙур булды.
Шуныһы мөһим, асылда иһә был Ҡыуаҡан шиүәһенең (һөйләшенең) күп һөйләшле башҡорт теленең әҙәби теле итеп танылыуынан башланғыс ала. Белеүебеҙсә, быға ҡәҙәр быуаттар менән һаналған ваҡыт ғәрәп, фарсы, сығатай төрки әҙәби телендә уҡып-яҙып килгән башҡорттар ХХ быуат башында ғына формалаша башлаған татарҙар менән уртаҡ әҙәби телгә күсә һәм үҙҙәренең үҙаллы автономиялы республикаһына шул уҡыу-яҙыу телендә аяҡ баҫа.
Аңлашылыуынса, башҡорт теленең рус теле менән бер дәрәжәләге дәүләт теле итеп танылыуы, әлбиттә, уның дәүләт теле булараҡ, рус теле кеүек үк, үҙ әҙәби телендә үҙаллы эш итеүе талабын ҡуя ине. Ошо йәһәттән башҡорттарҙың Тамъян-Ҡатай һөйләшенең тәү осраҡта әҙәби тел итеп алыныуы шунан килә лә. Әммә был, дәүләт теле статусы кеүек, дәүләт сәйәсәте юғарылығында хәл ителеүе түгел ине. Ул бары Башҡортостан Халыҡ Мәғариф Комиссарлығы эргәһендәге әҙәби берекмә кимәлендә генә ҡабул ителгән ҡарарға ҡайтып ҡалды.
Шулай итеп, ошолай фекер иткәндә хәҙерге башҡорт әҙәби теленең тәүге бите Тамъян-Ҡатай һөйләше башы аша үтеп, Ҡыуаҡан һөйләшенә килеп сыға. Әммә был ике һөйләш бер этник нигеҙҙән булғанлыҡтан тәүгеһе икенсеһе менән бер бөтөнгә әүерелә, уларҙың киләсәген иң элек күплек аффикстарының уртаҡлығы хәл итә.
Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең дәүләт статусына табан үткән юлда, дөрөҫөрәге, дәүләт теленең әҙәби тел кимәленә күтәрелгән юлында алда һүҙ булған ике һөйләштең тулыһынса әҙәби тел итеп танылыуы үҙ билдәһен һалмай ҡалманы.
Был иһә автономиялы республиканың иң юғары дәүләт органдары тарафынан үткәрелгән кәңәшмәгә ҡайтып ҡала. Шунда Ҡыуаҡан һөйләше Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты президиумы рәйесе Х. Ҡушаев тарафынан әҙәби тел итеп тәҡдим ителә һәм үҙенең нигеҙләнеүен таба. Партияның Башҡортостан өлкә комитеты тарафынан киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында үткәрелгән был кәңәшмәлә әҙәби тел хаҡында ниндәй ҙә булһа ҡарар ҡабул ителмәүенә ҡарамаҫтан, бер аҙна үтер-үтмәҫтән Башҡортостан Халыҡ Мәғарифы Комиссарлығы эргәһендә булдырылған ғилми ойошма Академүҙәк Ҡыуаҡан һөйләшен “төп башҡорт теле” сифатында әҙәби тел итеп алыу хаҡында ҡарар ҡабул итә һәм эш ҡағыҙҙарын шул һөйләшкә хас телдә алып барырға тейешлеген күрһәтә.
Әммә әҙәби тел үҙенең ошо тәүге этабында көтмәгәндә етди ҡаршылыҡҡа осрай. Бындай хәл матбуғатта Ш. Хоҙайбирҙиндың “Нисек яҙырға?” тигән мәҡәләһенең (“Башҡортостан хәбәрләре”, 1924 йыл, 8 февраль) күренеүе һәм шуның артынса уҡ ике аҙна ла үтер-үтмәҫтән Башҡортостан Халыҡ Мәғарифы Комиссарлығы (Башнаркомпром) тарафынан ҡабул ителгән “Башҡорттарҙың әҙәби теле тураһында”ғы рәсми документтың (1924 йыл, 20 февраль) донъя күреүе арҡаһында була.
Әлбиттә, был икенсе яҡ өсөн дә көтөлмәгән хәл булғандыр. Ләкин Академүҙәк үҙенең 2 мартта үткәрелгән ултырышында хөкүмәт кимәлендә ҡабул ителгән ҡарарҙың Юрматы һөйләшенә бәйле төп нормаларын әҙәби телгә нигеҙ итеп алырға мәжбүр булһа ла, Ҡыуаҡан һөйләшенән килгән күплек аффикстарын унда һаҡлап ҡалдырмай булдыра алмай, сөнки был уның артында торған Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты президиумы рәйесе юғарылығына барып сыға ине.
Һис һүҙһеҙ, әҙәби тел тураһында Хөкүмәт кимәлендә ҡабул ителгән ҡарар башҡорт дәүләт теле статусының тотош этнос өсөн уртаҡ ҡаҙаныш итеп танылыу юлындағы мөһим бер этабы ине, сөнки башҡорт теленең дәүләт теле итеп танылыуы бер генә актлы күренеш булһа ла, әҙәби тел аша тотош халыҡ өсөн реаль фактҡа әүерелеүе бер нисә этаптан торған әһәмиәтле ваҡиғаға әүерелде.
Тәүгеһе, әйтелгәнсә, ғилми ойошма булараҡ Академүҙәк тарафынан Ҡыуаҡан шиүәһенең “төп башҡорт теле” итеп танылыуына нигеҙләнһә, әле килеп, әҙәби тел нигеҙендә Юрматы һөйләше ятҡанда ла, Ҡыуаҡан һөйләше өсөн характерлы күплек аффикстарының “тар-тәр”, “ҙар-ҙәр”, “дар-дәр”, “лар-ләр” нормаһының унда һаҡлап алып ҡалыныуы булды. Ләкин алда беҙҙе дәүләт теленең әҙәби тел аша үҙ халҡына үткән юлда тағы ла “ҡыйыуыраҡ” бер этабы көтә ине.
Билдәле булыуынса, бындай ҡыйыу аҙым, Яңы әлифба буйынса, I Бөтә Башҡортостан конференцияһында яһалды. Унда әҙәби тел мәсьәләһе үҙәктә тороп, Ҡыуаҡан шиүәһе яңынан “төп башҡорт теле” итеп танылып, ҡайтанан әҙәби тел итеп алынды. Был әҙәби телдең Юрматы шиүәһенең башы аша үтеп, йәнә Ҡыуаҡан шиүәһенә әйләнеп ҡайтыуы булды. Әгәр ҙә яңы әлифбаға арналған конференцияның Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты эргәһендә булдырылған Яңы әлифба комитеты тарафынан үткәрелеүе һәм уның һуңғыһына шул уҡ бер кешенең, йәғни тәүгеһенең президиумы рәйесе Х. Ҡушаев етәкселек итеүен күҙҙә тотҡанда быны шәхси-административ факторҙың өҫтөнлөк алыуына ҡайтарып ҡалдырыу хаҡ булыр.
Әммә был хәҙерге башҡорт әҙәби теленең бөгөнгө торошона үткән юлдағы һуңғы этабы булмай, уны ошо көтөлмәгән хәлдән сығарырлыҡ көс табыла. Был партияның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһының 1927 йылдың 15 декабрендә ҡабул иткән ҡарарындағы һүҙмә-һүҙ әйткәндә: “3) вопросы наречий башкирского языка (Кувакан или Юрматы) продолжат научно изучать и считать возможным открыть дискуссию по этому воп­росу в печати” тигән пункт. Ул әле һүҙ барған Яңы әлифба буйынса I Бөтә Башҡортостан конференцияһының йомғаҡтары буйынса ҡабул ителә. Шулай итеп, әҙәби тел мәсьәләһе йәнә Академүҙәктең Ҡыуаҡан һөйләшенең күплек аффикстарын һаҡлап ҡалдырған ҡарары сиктәренә генә бикләнеп ҡала ине.
Шулай итеп, әҙәби тел мәсьәләнең был этабында ла ҡыуаҡандар үҙ маҡсатына өлгәшә алмай. Шулай ҙа күплек аффикстарының улар яҡлаған нормаһы үҙ көсөндә ҡала. Артабан республикала яңы әлифба хәрәкәтенең көсәйеп китеүе һәм Х. Ҡушаевтың Мәскәүгә эшкә күсерелеүе әҙәби тел тирәһендә, Д. Юлтый әйткәнсә, “тартыш”тың күпмелер ваҡытҡа баҫылып тороуына килтерә. Әммә ул бөтөнләй һүнеп ҡалмай. 50-се йылдар аҙаҡтарында яңы көс менән тоҡанып китә. Әҙәби телгә бәйле килеп тыуған ҡырҡыу хәл был этабында инде билдәле тел ғалимы Т. Байышев исеменә ҡайтып ҡала.
Әле шуныһы мөһим, әҙәби тел мәсьәләһе был этабында башҡорт теле һөйләштәре сиктәренән сығып диалекттар юғарылығында ҡуйылыуын таба. Таһир Байышев Мәскәүгә үҙенә ошо мәсьәләлә яҡлау эҙләп яҙған хатында уны шундай юғарылыҡта ҡуя ла. Әммә ул урында үҙенсә хәл ителә. Ғалимдың партияның Башҡортостан өлкә комитеты (обком — З.Н.) бюроһы ултырышында башҡорт теленең өсөнсө диалекты — төньяҡ-көнбайыш диалекты ла барлығын нигеҙләп яһаған оҙайлы ғына сығышы унда теләктәшлек тапмай, башҡорт телендә ундай диалекттың булыу мөмкинлеге кире ҡағыла, унда ике генә диалект — көньяҡ һәм көнсығыш диалекттары ғына булыуы нығытып ҡуйыла.
Үҙ сиратында, әҙәби тел мәсьәләһе үҙ тарихының был этабында ла үҙе хаҡында бер көн килеп аҙаҡҡы һүҙ әйтелеүен көтөп ҡалырға мәжбүр була. Ҡайһы берәүҙәрҙең хәтерләүенсә, бюрола төньяҡ-көнбайыш диалектының күплек аффикстары нормаһының башҡорт телен татар теленә яҡынайтыуы һағайта, һәм шул улар өсөн төп аргумент булғандыр тип уйларға урын ҡалдыра.
Башҡорт теленең дәүләт статусы һәр һөйләш өсөн реаль фактҡа әүерелде, берҙән-бер һәм хәл иткес сара булараҡ, дәүләт сәйәсәте күҙлегенән танылды, был ваҡиға ХХ быуат аша үтеп, ХХI быуатҡа тороп ҡалды. Бының өсөн иң элек башҡорт теленең диалекттары проблемаһының шул юғарылыҡта рәсми рәүештә ҡуйылыуы кәрәк ине.
Уны республикала дәүләт сәйәсәтенең төп юлында ятҡан иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе рәүешендә баһалау хаҡ булыр. Бының башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына ҡайтып ҡала икәнлеге инде уҡыусыға ла аңлашыла торғандыр. Уның, ҡасандыр республикалағы иң юғары етәксе органы тарафынан рәсми рәүештә кире ҡағылғаны кеүек, шундай уҡ юғары кимәлдә танылыуы мөһим ине. Беҙҙеңсә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың республикаға етәкселек итеүгә килгән тәүге осоронда биргән интервьюһы был йәһәттән шундай бер аҙым булды ла. Унда ул үҙе менән әңгәмәләшкән журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, “төньяҡ-көнбайыш диалектының башҡорт теленең үҙаллы күренеше булыуы ғилми йәһәттән күптән инде нигеҙләнеүен тапҡан” тине һәм шул уҡ ваҡытта уның күпмелер дәрәжәлә татар теленә яҡынлығын билдәләне. Ошо урында әҙәби телгә бындай ҡараштың Ш. Хоҙайбирҙиндың күплек аффикстарының “лар-ләр” нормаһын яҡлағанда уның тап бына ике туғандаш халыҡтың телдәре араһындағы яҡынлыҡты һәм ошо тел яҡынлығының уларҙың үҙ-ара аралашыуын еңеләйтәсәген (...тормошларыбыҙ ныҡ бәйләнгән татар иптәшләребеҙгә күп еңел булып...) үҙенә дәлил итеп алыуы ирекһеҙҙән иҫкә төшә.
Әлбиттә, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең башҡорт телен бөтә донъя аренаһына алып сығыуында хеҙмәте ғәйәт ҙур. Был хаҡта төрлө урында, төрлө ваҡытта әйтә килеүе менән Башҡортостан Башлығы хаҡлы. Айырым алғанда, Башҡортостан Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенең “Урал батыр” эпосының ғәҙеллеккә саҡырыу ораны менән тамамланыуы үҙе күп нәмә хаҡында һөйләй. Шулай уҡ “Был телдә бихисап әҫәрҙәр яҙылған, фәлсәфәүи трактаттар бар, “Урал батыр” эпосының ижад ителеүе үҙе ни тора!” тигән фраза, ысынлап та, үҙе ни тора. Шуға өҫтәп: “Башҡорт теленең бүтән телдәр һымаҡ донъя мәҙәниәтендә уникаль күренеш булыуын онотмайыҡ!”, “Башҡорт теле — иң көслө һәм үҙаллы телдәрҙең береһе”, “Башҡорт теле аша бөтә төрки телдәргә үтеп инеү мөмкинлеге ҙур”, “Башҡорт теле – уҡымышлы, белемле, мәҙәниәтле, зыялы кешеләр теле” тигән кеүек Башҡортостан Башлығы тарафынан төрлө осраҡта, төрлө шарттарҙа башҡорт теленә дәүләт теле булараҡ бирелгән баһа уның иртәгәһенә ҙур ышаныс уята.
Әле килеп, Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса республика Башлығы юғарылығында күрелгән саралар башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ уның бөтә һөйләштәренә лә бер үк дәрәжәлә туранан-тура ҡағыла һәм шуның менән уның бөтә һөйләштәренең дә уртаҡ һәм дөйөм бер әҙәби телдә эш итеү мәсьәләһен килтереп ҡуя. Ошо хәл төньяҡ-көнбайыш диалектының да үҙ туған телендәге урынын нығыта һәм әҙәби телгә үтеп инеүгә юл аса. Ә был иһә ҡасандыр Ш. Хоҙайбирҙин күҙаллаған әҙәби телдең һуңлап булһа ла яҡлау табыуына тиң, сөнки төньяҡ-көнбайыш диалектының күплек аффикстарының көньяҡ диалекты менән уртаҡлығы ул яҡлаған “лар-ләр” нормаһының, һис һүҙһеҙ, өҫтөнлөк алыуын еңелләштерә. Башҡорт теле, дәүләт теле дәрәжәһендә бер бөтөн булған кеүек, уның өс диалекты өсөн әҙәби теленең бер бөтөн, йәғни уртаҡ булыуы мөһим генә түгел, хатта мотлаҡ та. Ошо күҙлектән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел ҡул ҡуйған “Башҡортостан дәүләт телдәре һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында”ғы Указ башҡорт әҙәби теленең үҙ дәүләт теленә үткән юлының һуңғы этабы булды, тип баһаланырға хаҡлы.

Зиннур НУРҒӘЛИН,
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре,
филология фәндәре докторы,
тарих фәндәре кандидаты,
Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы,
БР Фәндәр академияһының почетлы академигы,
Халыҡ-ара Төрки академияһы академигы.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Ғ. Хөсәйеновтың «Һуңғы тарпан» хикәйәтен өйрәнеү
Л.В. ФАЗЛЫЕВА,
Илеш районы Үрге Йәркәй ауылының 1‑се гимназияһы уҡытыусыһы

Маҡсат. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғ. Хөсәйеновтың «Һуңғы тарпан» хикәйәтенең идея‑тематик йөкмәткеһен асыу; уҡыусыларҙың үҙ аллы эҙләнеү күнекмәләрен, бәйләнешле телмәрен үҫтереү, проза әҫәрен тикшерергә өйрәтеүҙе дауам итеү; тыуған тәбиғәткә һаҡсыл, тереклеккә мәрхәмәтле ҡараш, миһырбанлылыҡ тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. Ғ. Хөсәйеновтың китаптары, уҡыусыларҙың үҙҙәренә оҡшаған эпизодҡа төшөргән һүрәттәре.
Дәрес барышы
Тарпан атҡа – бер арҡан.
Әйтем
I. Инеш. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов – филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, академик. Уның матур әҙәбиәт буйынса «Сәйәхәт дәфтәре», «Батырҙар ҡиссаһы», «Тормош», «Ҡанлы илле биш», «Ил азаматтары» тигән китаптары уҡыусыларға яҡшы таныш. Был әҫәрҙәрендә яҙыусы башҡорттоң данлы тарихы, боронғо көнкүреше, атаҡлы тарихи шәхестәре, батырҙары хаҡында яҙа. Уның боронғо кейек‑ҡоштар, хайуандар тураһында, халыҡтың элекке кәсептәре хаҡында яҙған хикәйәләре лә бар. Шуларҙың береһе – беҙ өйрәнә башлаған «Һуңғы тарпан» хикәйәте.
¤йҙә хикәйәтте уҡып, «өйөр башы»на характеристика бирергә ине. Автор тарпандар тураһында ниндәй мәғлүмәттәр табып уҡый? Тарпандарҙы ни өсөн күпләп ҡырғандар? Уларҙы һаҡлау өсөн кешеләр ниндәй саралар күргән? Ошо һорауҙарға яуап биреп, беҙҙе бөгөн борсоған экологик проблеманың элек‑электән килгән мәсьәлә булыуын аңларбыҙ һәм «Тәбиғәтте һаҡлайыҡ, тәбиғилеккә ни етә» тигән юлға ҡарата фекер йөрөтөрбөҙ.
II. Һүҙлек эше.
Тарпан – Көнсығыш Европаның көньяҡ далаларында йәшәгән, XIX быуаттың урталарында тотош ҡырып бөтөрөлгән, сысҡан һыртлы, көлһыу буҙ төҫлө ҡырағай ат.
Сапсан – етеҙ, тиҙ хәрәкәтле, йылдам, йылғыр.
Һәүерек – өйөргә ҡушыу өсөн өлгөрөп етмәгән йәш айғыр малы.
Ҡонан – ике йәштән өс йәшкә тиклемге айғыр.
Дүнән – дүрт йәшлек айғыр.
Һайҙаҡ – тоҡом өсөн һайлап алынған, айырым йөрөтөлгән йылҡы малы.
Саңдау – йылҡы малының йәйге эҫелә күләгәгә йә еләҫ ергә туплам урыны.
III. Образдар системаһы.
а) кире образдар: тарпандарға хөжүм итеүсе халыҡ;
б) ыңғай образ: турайғыр тарпан;
в) хикәйәт һөйләүсе: Ғәлиулла бабай, автор.
IV. Әңгәмә.
– «Һуңғы тарпан» хикәйәтендә ваҡиғалар ҡайһы быуатта бара? (XIX быуаттағы ваҡиғалар тасуирлана.)
– Әҫәрҙә ниндәй проблема күтәрелә? (Иң беренселәрҙән булып экологик проблема күтәрелеп сыға; кешеләрҙең ҡырағай аттарға ҡарата миһырбанһыҙлығы, тереклеккә мәрхәмәтһеҙлеге, ғәҙелһеҙлеге һүрәтләнә.)
– Хикәйәт нигеҙендә ниндәй конфликт ята? (Кешеләрҙең тамаҡ өсөн ҡомһоҙлоғо, тәбиғәткә, тарпандарға ҡарата ҡоротҡостарса яуызлығы; хайуандарға ҡанһыҙ мөнәсәбәте.)
V. Эҙләнеү‑тикшеренеү эше.
Әҫәрҙең төп конфликты – һуңғы өйөр тоҡомло тарпандарҙың баш бирмәй, йүгән, эйәр һалдырмай, кеше ҡулына эйәләшмәй һәләк булыуҙары. (Тарпандарҙың үҙ ирке, азатлығы өсөн көрәше тураһында алдан әҙерләнгән бер нисә уҡыусы дәлилдәр килтереп һөйләй.)
Дәлилдәр:
а) тарпандарҙың байтағы һилерәк яҡтарға тарала;
б) өйөр башы айғырҙың үтә сослоғо, ажарлығы арҡаһында бер нисә генә өйөр иҫән ҡала;
в) ҡарт айғыр менән йәш айғыр өйөр өсөн яман алыша;
г) тарпандар йонсоу йылда тибен ерҙәр эҙләп китә;
ғ) йәш айғыр үҙ өйөрөн бүреләрҙән ҡурсып алыша;
д) бер ҡырағай мал, йәшәргә тырышып, йылҡы көтөүен ҡырлай башлай;
ҙ) байҙың хеҙмәтселәре тарпанды аҙбарға ябып ҡуялар, ә ул иреккә, азатлыҡҡа ысҡынырға теләп, алйып стенанан‑стенаға һуғыла, сапсып, бәрелеп‑орола, башын‑моронон емереп, һырт‑ҡабырғаларын һыҙырып бөтә. Стенаға бәреп, һул күҙен сығара. Бер нисә көн бесән‑һыуҙан баш тарта. Был ҡыланыштары ирекһеҙ иткән әҙәмдәргә ҡаршылыҡ күрһәтеүе булғандыр, бәлки;
е) яҙ көнө тарпан ҡолонлай. Болонға сығарғас, ул ғәйеп була. Күпмелер ваҡыт юғалып йөрөгәндән һуң, килеп ҡолонон тотҡонлоҡтан ҡотҡарып, икәүләшеп юғалалар;
ё) аяғы һынғас, кешеләр был тарпанды ҡыҙғанып, уға ағастан тояҡ яһайҙар. Баш бирмәҫ, ирек һөйөүсе хайуан ағас таяғын тибеп һындырып, ашау‑эсеүҙән баш тартып, аяҡ өҫтө йән бирә.
VI. Әҫәр буйынса һорауҙар.
Автор ниндәй күренештән һуң Ғәлиулла бабайҙың хикәйәтен иҫкә төшөрә? (Һабан атының өнһөҙ илағанын күргәс.)
– Тарпандар нисек көн иткән? (Текстан табып уҡырға.)
– Турайғыр һәм уның өйөрө нисек һәләк була? (Турайғырҙы һәм уның өйөрөн кешеләр уҡтар, һөңгөләр менән ҡаҙап үлтерәләр. Һуңғы тарпан өйөрө шулай һәләк була.)
– Тарпан бейә ирекһеҙлекте нисек кисерә? (Ирек һөйөүсе тарпан сикләүҙе, бикләүҙе бик ауыр кисерә, хатта ашау‑эсеүҙән баш тарта.)
– Тарпандарҙы кешеләр ни өсөн күпләп ҡырған? (Һуғымға, тәмле ите өсөн.)
– Тарпан тоҡомло аттарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн кешеләр саралар күргәнме? (Башҡа тоҡомло аттар менән ҡушып ҡараған.)
– Был саралар ярҙам иткәнме? (Юҡ, сөнки тәбиғәт үҙенекен иткән, яңы яһалма нәҫел тарпанлығын юғалтҡан. Тәбиғилеккә ни етә?)
VII. Хикәйәт буйынса фекер алышыу.
– Ә хәҙер, уҡыусылар һәр берегеҙ дәфтәрҙәрегеҙҙе алып, хикәйәткә ҡарата үҙегеҙҙең уй‑фекерегеҙҙе яҙып (4 – 5 һөйләм), класташтарығыҙға уҡып ишеттерегеҙ. Хикәйәттең йөкмәткеһе буйынса һүрәт төшөрөргә теләүселәр, һүрәт төшөрөгөҙ. (Аҙаҡ һәр уҡыусы үҙ эше менән таныштыра.)
VIII. Йомғаҡлау. Был тетрәндергес хикәйәтте уҡығас, күңелгә төрлө уйҙар килә, бик күп һорауҙар тыуа. Ни өсөн әҙәм балаһы шул матур, ғорур заттарға ҡул күтәрҙе икән? Хәҙерге ваҡытта ла тарпандар көн итһә, беҙҙең тәбиғәт нисегерәк булыр ине? Әлбиттә, был һорауҙар яуапһыҙ ҡала. «Һуңғы тарпан» әҫәре хикәйәт кенә түгел – хәҡиҡәт. Һүрәтләнгән ваҡиғалар 1879 – 1881 йылдарҙа Яйыҡ буйы далаларында булған. Тарпандар һуңғы өйөрөнә тиклем аяуһыҙ ҡырылып, юҡҡа сығарыла. Уларҙы тәмле ите өсөн йөҙәрләп‑меңәрләп аулағандар. Һуңғараҡ, тоҡомдо һаҡлап ҡалыу ниәте менән, бүтән ат тоҡомдары менән ҡушып, тергеҙергә теләгәндәр. Ләкин тәбиғәт үҙенекен иткән. Яңы яһалма нәҫел бер нисә быуындан ғәҙәти хәленә, элекке тоҡомона кире ҡайтҡан, тарпанлығын юғалтҡан. Ошоларҙан сығып, һығымта яһайыҡ: тәбиғәтте, тәбиғилекте һаҡларға, кәрәк ваҡытта ҡурсаларға, яҡларға кәрәк. Сөнки һәр зат, һәр тоҡом үҙ булмышында матур, күркәм. Һеҙ, уҡыусылар, – киләсәк быуын кешеләре, тәбиғәтте һаҡлағыҙ, ҡулығыҙҙан килгәнсә байытығыҙ.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Эссе поэтикаһының ҡайһы бер мәсьәләләре
Ф.Б. САНЪЯРОВ, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты доценты, РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, филология фәндәре кандидаты

Һуңғы осорҙа дөйөм белем биреү ойош­маларында юғары класс уҡыусыларына яҙма эш төрө итеп эссе яҙҙырыу тәҡдим ителә башланы. Ошондай уҡ эште төрлө кимәлдәге «Йыл уҡытыусыһы» конкурстарында ҡатнашыусыларға ла башҡарырға тура килә. Тәжрибә шуны күрһәтә: башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса уҙғарылған республика олимпиадаларында ҡатнашыусылар эссе яҙғанда ауырлыҡ кисерә. Дөрөҫөн әйткәндә, улар эссе урынына «Мин йәйге каникулдарҙы нисек үткәрҙем?» тибындағы ябай инша яҙа. Уҡытыусыларҙың республика конкурстарында башҡарған эсселары ла бындай ижади эштәргә ҡуйылған талаптарға тулыһынса яуап бирә, тип булмай. Әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, эссе поэтикаһының ҡайһы бер мәсьәләләренә иғтибарҙы йүнәлтергә булдыҡ.
Эссе – (франц. essai – проба, үҙеңде һынап ҡарау, очерк; лат. exegium – үлсәү, үлсәйем) теге йәки был мәсьәләлә үҙ фекереңде үлсәп ҡарау. Тимәк, эссе – ирек­ле композициялы һәм күләме буйынса ҙур булмаған сәсмә әҫәр. Унда төрлө проблемаға ҡарата шәхси фекер йөрө­төүҙе һынап ҡарау сағыла. Ғәҙәттә, эссе философик, тарихи‑биографик, публицистик, әҙәби тәнҡит формаһында яҙыла. Төрлө фәнни өлкәләргә ҡараған эсселарҙа терминдар, фәнни аргумент, һығымталар, факттар килтерелә, аналитикаға ҡоролоуы ихтимал. Япон әҙәбиәтсеһе Есида Кенко XIV быуатта уҡ «Бездельные занятия» эссеһын яҙған. Европала XVII – XVIII быуаттарҙа эссе жанры киң тарала башлай. Тәүге авторҙар булып М. Монтеня, Ф. Бекон, Дж. Донн иҫәпләнә. Француз Б. Фантенель фәнни‑популяр эссеға нигеҙ һала. «Некоторые рассуждения в форме эссе» әҫәрен яҙған инглиз яҙыусыһы һәм философы А. Коули «инглиз эссеһының атаһы» тип нарыҡлана. Эссе журналис­тиканың төп жанрына әүерелә. Англия­ла сыҡҡан «Татлер», «Спектейтор» журналдары фәҡәт эсселарҙан ғына торған. Рус әҙәбиәтендә эссе жанрын А.И. Герцен – «С того берега», Ф.М. Достоевский «Дневник писателя» әҫәрҙәре аша художестволы үҙләштерә. Совет осоронда уны артабан А.В. Луначарский, И.Г. Эренбург, Б.Л. Пастернак, М.И. Цветаева, К.Г. Паустовский кеүек киң билдәле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре үҫтерә.
Башҡорт әҙәбиәтендә эссе жанры теоретик йәһәттән өйрәнелгән, тип әйтеп булмай. Ғайса Хөсәйенов, Ким Әхмәтйәнов кеүек арҙаҡлы әҙәбиәт ғилеме белгестәренең ғилми хеҙмәттәрендә, һүҙлектәрендә эссе тураһында мәғлүмәт юҡ. Әммә был ғына эссе башҡорт әҙәбиәтендә бөтөнләй үҙләштерелмәгән, тип әйтергә хоҡуҡ бирмәй. Беҙ эссе иҫәбенә, автор үҙе жанрын аныҡ ҡына билдәләмәһә лә, Йыһат Солтановтың, мәҫәлән, «Хәтеркитап» (Өфө: Китап, 2002. – 512 б.) әҫәрен индерәбеҙ. Ысынлап та, был әҫәр жанр талаптарына тулыһынса яуап бирә. Беренсенән, ул шәхси фекерләүгә, субъективлыҡ сифаттарына эйә. Автор бәхәсле фараздар күтәреп сыға, уларҙы үҙенсә ғилми йәһәттән иҫбатларға ынтыла, хатта билдәле географик атамаларға үҙ күҙлегенән ҡарап, аңлатма бирә. Улар рәсми ғилми ҡараштарға, концепцияларға тап килеп тә етмәй. Иң мөһиме – автор үҙ ҡарашын сағылдыра, шәхси күҙлектән баһалай. Миҫал: «Тел белгесе күҙлегенән ҡарағанда, бөтәһе лә яп‑ябай: ошо «Донъя – ҡуласа, бер әйләнә, бер баҫа» мәҡәлендәге «Донъя – ҡуласа» тигәнебеҙҙең ике һүҙе лә ҡушма һүҙ. Һәм икеһен, белгес ҡәләмен тотоп, тамыр һүҙҙәргә тарҡат­һаҡ, былай аңлашыла: «Атайыбыҙ Аҡ Ай менән Әсәйебеҙ Ал Көн (Алһыу Ҡояш)». «Бер әйләнә» тигәнебеҙ – «Бер Ай – Луна»лыр бәлки?.. «Бер баҫа» тигәнебеҙ «Бер Әбсә»лер (Бабуся)лыр йәки?». Шул рәүешле, яҙыусы Йыһат Солтанов күп кенә башҡорт ырыуҙары, ер‑һыу атамалары, космос хаҡында үҙ фаразын еткерә, үҙенсә сағылдыра, лексик‑семантик анализ яһай. Нисек кенә булмаһын, автор үҙ аллы фекерләй, анализла­­й, уҡыусыһын ышандырырға ынтыл­­а. Ә был – эссе жанрының төп талабы.
Тамара Ғәниеваның «Уйсандар, һеҙгә өндәшәм... » (Өфө: Китап, 2009. – 424 б.) китабына ингән әҙәби тәнҡит мәҡәләләрен шулай уҡ эссе тип баһаларға мөмкин. Әлбиттә, уларҙы автор үҙе эссе тип атамай, ҡәҙимге әҙәби‑тәнҡит мәҡәләләре, ижади портрет тип нарыҡ­лай. Парадоксмы? Беҙ шуға таянабыҙ: шағирәнең әҙәби‑тәнҡит мәҡә­лә­ләрендә поэтика күренештәре, шиғри өлгөләр художестволылыҡ, образ, идея планында ғына тикшерелмәй, уларҙа, беренсе сиратта, философик уйланыу, фекерләүгә, халҡыбыҙҙың төпкөл аңында һаҡлан­ған ҡараштар, ҡиммәттәр системаһына нигеҙләнеп, шәхсән анализлау күренеше ята. Был осраҡта менталитет мәсьәләһе алғы планға сыға. Тамара Ғәниева мәҡә­ләләренең теле һутлы, халыҡсан, образлы, эмоциональ һәм экспрессив. Үҙ уҡыу­сыларын шағирә юҡтан ғына «уйсандар» тип атамайҙыр. Шуға ла авторҙың эссе‑мәҡәләләрен уҡыу өсөн интеллектуаль юғарылыҡ, рухиәт, әҙәби зауыҡ һәм сәм‑ғәм кәрәк. Ғәниеваның тел һәм стиль үҙенсәлектәрен тулыһынса сағылдырыр өсөн әҙәби‑тәнҡит мәҡә­ләһенә иғтибар итәйек. «Ташлама утты, Илшат ағай!» (Илшат Йомағолов) ошолай баш­лана: «Уны күп кеше Илшат ағай тип йөрөтә. Үҙенән кесе коллегалары ла, шәкерттәре лә, ижадына ғашиҡтар ҙа, ҡайһы бер түрәләр ҙә, хатта... еңгәләр, Илшат ағайҙың ҡатындарын әйтәм, шулай тип йөрөтә. Ниндәйҙер йылылыҡ, наҙ һәм хөрмәт менән өндәшәләр уға: Илшат ағай...». Башҡа бер автор булһа, бындай фекер бүтәнсәрәк яҙылыр ине. Ә Тамара Ғәниева титан актер һәм драматургты фәҡәт үҙ стилендә, манераһында ҡылыҡһырлай. Шуға ла был юлдарҙа индивидуаллек һәм субъективлыҡ яры­лып ята. Беҙ Тамара Ғәниеваны башҡорт әҙәбиәтендә эссе жанрын тулыһынса үҙләштергән һүҙ оҫтаһы тип баһалайбыҙ. «Ватандаш» журналында донъя күргән «Бәхетле булғанмын икән» (2015, №3 – 4), «Донъялыр был» (2016, №3 – 4) эсселары – быға асыҡ миҫал. Шағирә эссе жанрын былай тип баһалай: «Эссе автор­ға философик фекер йөрөтөү мөмкинлеге бирә, ҡәтғи жанр сиктәре булмау ирекле фаразлау, хис‑тойғо тәрәнлеге һәм башҡа төрлө ижади азатлыҡ бирә, шуға күрә мин был жанрҙа кинәнеп ижад итәм».
Күренекле прозаик һәм әҙәбиәтсе, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтовтың «Өмөтбай өйәңкеһе» эссеһы «Башҡортостан» гәзитендә (2016 йыл, 5 апрель, №38) донъя күрҙе. Эссе шағир һәм мәғри­фәтсе, дәүләт эшмәкәре Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың күп яҡлы эшмәкәрлегенә арналған. Эссе шуныһы менән ҡиммәт: бөйөк шәхесебеҙ хаҡында башҡорт әҙәбиәте тарихында билдәле булған мәғлү­мәттән тыш бығаса ташҡа баҫылмаған бик күп мәғлүмәт бирелә. М. Өмөт­баевтың улы Баязит хажи (1867 – 1925), уның тәржемәи хәле, халыҡ араһындағы йәҙитселек эшмәкәрлеге тураһында бә­йән ителә. Бөйөк ата һәм изге, хуш күңелле ул араһындағы һоҡ­ланғыс мөнәсәбәт һүрәтләнә. Баязит хәҙрәттең дә халыҡ өсөн йән атып йәшәүе яҙыла. Дөрөҫөн әйткәндә, эссе ижад ителмәһә, халҡыбыҙҙың ошондай арҙаҡлы улы тураһында бер ни ҙә белмәҫ инек. (Баязит хажиҙың ҡыҙы Рабиға әбей беҙгә яҡын йәшәне, барып йөрөнөм, әммә ул бер ваҡытта ла М. Өмөтбаевтың ейәнсәре булыуын һөйләмәне. Заманы шулай ине).
Т.Ә. Килмөхәмәтов эссеһын «Өмөтбай өйәңкеһе» тип юҡҡа атамай. Ибра­һимда (Йомран) бик күптәрҙең өйәңкеһе бар икән, кемдең өйө янында, шуның исемен ҡушалар: Дубыр өйәңкеһе, Ғәлимә өйәңкеһе, Мәҙиәр өйәңкеһе... Тере тарих, тере шаһит булып, әле һаман Өмөтбай өйәңкеһе бар. Ана шул өйәңке авторға бай һәм ғибрәтле тәүарих һөйләргә, XIX быуат аҙағы – XX быуат башындағы тарихи ваҡиғаларҙы һүрәтләргә булышлыҡ итә. Яҙыусының фараздары, үҙенсә күҙаллауы бер быуатлыҡ тарихты сағыштырмаса объектив итеп күҙ алдына баҫтыра. Бер генә өҙөк килтерәйек: «Баязит атаһын елле крандасҡа ултыртып, ауылдың көньяҡ ситендәге Оло зыяратҡа алып бара. Аятҡа доға ҡылғас, Мөхәмәтсәлим Баязитты үҙ янына саҡырып ала. Уға былай тип өндәшә:
– Улым, атайыбыҙ Ишмөхәмәт янына барырға миңә лә күп ваҡыт ҡалмаған. Мине бына ошонда, әле беҙ торған урынға, ҡуйырһығыҙ. Һин бит минең берҙән‑бер ир балам. Минән һуң донъя­быҙҙы, Өмөтбаевтар тоҡомон дауам иттерәсәк кеше. Олатайың ҡәбере, ана, етемһерәп ята, матур итеп кәшәнә эшләтеп ҡуй. Иҫтәлек яҙҙыртып, таш ултырт. Үҙ ғүмерең эсендә шуға өлгәшһәң, са­уаплы бәндә булырһың. Ә бына мин битараф йәшәгәнмен. Ни өсөн шулай килеп сыҡты – үҙем дә аңлап етмәйем. Хатаны төҙәтергә хәҙер һуң: һаулыҡ та самалы, ғүмер ҙә бик ҡыҫҡарған». Күренеүенсә, Тимерғәле Килмөхәмәтовтың эссеһы форма, поэтика һәм тел‑стиль йәһәтенән сәсмә әҫәр булып тора. Жанр күҙлегенән ҡарағанда, уны публицистик мәҡәлә тип атарға кәрәктер. Автор художестволы һүрәтләү алымдары менән бер рәттән бик күп тарихи мәғлүмәт бирә, реаль шәхестәрҙең биографияһын аныҡ даталар менән күрһәтә, Өмөтбаевтарҙың замандаштары, уларҙың вариҫтары теүәл атап күрһәтелә, хеҙмәт юлы, яулаған үрҙәре атала. Шулар менән бергә, яҙыусының үҙ ҡарашы, баһаһы эссе һуңында ҡаймалау алымы менән тамамланып ҡуя: «...Ағастарҙың да һәр ҡайһыһының үҙ яҙмышы, үҙ ғүмере икән. Илаһи тәбиғәт бер өйәңкегә ҡорорға бойорған, икенсеһенә яңғыҙ ҡалып ғүмерен дауам итергә ирек биргән. Яңғыҙ булһа булһын, тик оҙаҡ‑оҙаҡ йылдар йәшәүен дауам итһен әле Өмөтбай өйәң­кеһе. Ул бит – халыҡтың мәшһүр улы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтар тоҡомона тәбиғәт тарафынан донъяға баҫтырып ҡуйылған һоҡланғыс һәйкәл‑ҡомартҡы».
Шулай итеп, эссе һуңғы осорҙа тағы ла йәнләнә төштө. Үҙеңде әҙәби ижадта, публицистикала, ғилми эҙләнеүҙәрҙә һынап ҡарау төрө булараҡ хәҙерге уҡытыу‑тәрбиә процесында уның үҙ урыны бар. Бөгөн яңы быуын федераль дәүләт стандарттары белем алыусыларҙан үҙ аллы фекерләүҙе, факт һәм күренештәрҙе анализлай, сағыштыра һәм аныҡ дәлилдәргә нигеҙләнгән һығымта яһай белеү һәләттәрен үҫтереүҙе талап итә. Был йәһәттән эссе жанрының художество‑эс­тетик, ижтимағи‑мәғлүмәти мөмкинлектәре ғәйәт киң. Бындай ижади эш авторҙың донъяға ҡарашын, уны ҡабул итеү, анализлау, баһалау үҙенсәлектәрен аңларға, фекерләй белеүен, һүҙ байлығын, үҙ фекерен төрлө стилдәрҙә башҡа кешеләргә еткерә белеү һәләттәрен асыҡларға булышлыҡ итә.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Уҡытыусы һәм әҙибә (Йәш ижадсы, педагог Әлиә Саматованың «Кәкүк» повесына күҙәтеү)
Ф.Б. САНЪЯРОВ,
Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты
доценты, РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы,
филология фәндәре кандидаты

Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн ойошторолған курстарҙа художестволы әҙәбиәт, уның форма һәм йөкмәтке берлеге, әҫәрҙең эстетик үҙенсәлектәре, тәрбиәүи әһәмиәте хаҡында уҡытыусылар менән фекер алышабыҙ, бәхәсләшеп тә китәбеҙ. Шуға иғтибар иттем: бер коллегам үҙенең фекер тослоғо, әҙәби әҫәр проблемалары, һүҙ сәнғәте тураһында төплө уй-фекер йөрөтөүе, тел һәм стиль мәсьәләләрен үҙе лә ҡәләм оҫтаһы кеүек аңлауы менән айырылып торҙо. Белорет районынан килгәндәр бер тауыштан: «Ул бит яҙыусы, хикәйәләре ташҡа баҫылып тора, хатта повесть тамамларға өлгөрҙө», – тип сер йомғағын систе. Ә бер аҙҙан «Ағиҙел» журналында үҙем дә ошо юлдарҙы уҡыным: «Саматова Әлиә Марс ҡыҙы (1973) Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлағас, 2-се Инйәр башҡорт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Ғаиләһендә ике ул үҫтерә. Учалы яҙыусылар, Белорет ҡала һәм районы ижадсыларының “Иҙел башы” ойошмалары ағзаһы. Инйәр ауы­лының “Елмерҙәк” башҡорт халыҡ театры актрисаһы, “Тау шишмәһе” ансамбле йырсыһы. “Ағиҙел”дә әҫәре тәүләп баҫыла. Үҙенсәлекле хикәйәләре “Әҙәби марафон – 2015” барышында тикшерелһә, әлеге повесын йәш әҙәбиәтселәрҙең республика фестивалендә проза семинары (2016) хупланы. Ҡәләмеңә ҡеүәт, Әлиә!».
«Яҙыусы һәм шағирҙың ижадын белгең килһә, уның тыуған яғын күр», – тиҙәр. Йөйәктә күп тапҡырҙар булған бар. Тирә-яҡтан тауҙар уратып алған, «сылтыр‑сылтыр» килеп, көмөш һыуҙарын Инйәр йылғаһына ҡойған Йөйәк, саф һыулы Инйәр, күккә олғашҡан мәңге йәшел һомғол шыршылар, ауылдаштарының үҙенсәлекле ерле һөйләше – былар, һис шикһеҙ, Әлиә Саматованы ижад кешеһе итмәй ҡалмағандыр. Тәүге осрашҡандан һуң, институтыбыҙҙа иркенләп һөйләшеп, ижад серҙәре менән уртаҡлашып ултырыу, «Ағиҙел»дә донъя күргән «Кәкүк» повесы хаҡында фекер алышыу бәхете тейҙе. Уҡытыусы һәм әҙибә Әлиә Марс ҡыҙы Саматованың тормошо, педагогик эшмәкәрлеге, ижади уй‑хыялдары хаҡында тағы ла күберәк белдем. Уның ни тиклем күп даирәлә эшләүе, таланты, ижади маһирлығына һоҡландым. Хоҙай, биргәс, бирә икән: алдынғы уҡытыусы, яҙыусы, актриса, йырсы, өлгөлө хужабикә. Халҡыбыҙ был осраҡта: «Күҙ генә теймәһен!» – ти.
«Кәкүк» повесы – әҙибәнең тәүге күләмле әҫәре. Тормошто, болғауыр заманды, халҡыбыҙҙың бөгөнгө йәшәйешен яҡшы аңлаған, һәр саҡ кешеләр араһында булған автор заманабыҙҙың иң киҫкен проблемаларының береһе – ғәзиздәрҙән-ғәзиз үҙ балаңды сит кешегә һатып ебәреү күренешен һүрәтләй. Кешеләр тормошонда ғына түгел, тәбиғәттә лә күҙәтелә икән бындай хәл. Мәҫәлән, әҫәргә атама биргән кәкүк. Оя ҡормай, ҡошсоғон тәрбиәләмәй улар. (Яңыраҡ белдем: кәкүктәр ағыулы бөжәктәр менән туҡлана, шуға ла ҡошсоҡтарын ашатмай, үҙҙәре үҫтермәй икән. Тәбиғәткә таң ҡалырлыҡ.) Кәкүк кешеләр аңында бала тәрбиәләмәгән заттарҙың символы булып формалашҡан. Әлиә Саматова әҫәрендәге символик образ да бик урынлы. Ана бит: «Кәкүк йомортҡаһының себеше сыҡҡан», – тиеште халыҡ. Шулай уҡ автор, параллель күренеш итеп, әҫәрҙә сағыласаҡ ваҡиғаларға ишара рәүешендә себештәренең береһен йәберләгән ҡара тауыҡты һүрәтләүҙе оҫта ҡуллана. Сәғирәнең һәм уның берҙән‑бере Моталлаптың телмәренә иғтибар итәйек: «Эй, Хоҙайым, йүнһеҙ тауыҡ, үҙ себешеңде үҙ итә алмайһың, ә!»; «Инәй, шул ҡара тауыҡ кисә лә себешен суҡый ине. Инәй кеше балаһын шулай ыҙалатмай инте ул, ивет?!».
Уҡытыусы, кеше психологияһын яҡшы тойомлаған автор драматик ваҡиғаларҙы тәрән психологизм менән һүрәтләй: «Сәғирәнең сикә тамырҙары сәғәт теле һымаҡ йыш‑йыш һуға башланы, күҙе маңлайынан бына‑бына атылып сығыр төҫлө тойолдо. Бая йотоп ебәрелгән төйөр был юлы тамағына тығылды»; «Йоҡо бүлмәһенә килеп ингән әсәһен таныманы Моталлап. Әйтерһең дә, уны туңдырып, боҙға әйләндереп баҫтырып ҡуйғандар. Күҙҙәре көҙгөһөн туңған йылға боҙо кеүек үтә күренмәле, йөҙө ап‑аҡ, ә ҡулдары ҡышҡы сатлама һыуыҡта бейәләйһеҙ йөрөгәндәге кеүек өшөгән. Ә тауышы?! Шундай ят һәм һалҡын, тән зымбырлап китә». Күренеүенсә, кеше эмоцияларын, күңел кисерештәрен һутлы тел, образлы сағыштырыуҙар, фразеологик берәмектәр ярҙамында ышандырырлыҡ итеп һүрәтләй Әлиә Саматова.
Ни өсөн үҙ сабыйын сит-ят әҙәмдәргә һатып ебәрә һуң Сәғирә? Байыу, кейенеү-яһаныу, йорт бөтәйтеү өсөн түгел. Ни тиклем аяуһыҙ күренмәһен, Моталлап өсөн алған төргәктәге аҡсаға ул ҡағылып та ҡарамай, хатта ҡәһәрле төргәкте һуңынан утҡа ташлай...
...Ауылдың иң һылыу ҡыҙы Сәғирә ҡаланан килгән машиналы Йыһангир­ҙың татлы теленә ышана. Етмәһә, әхирәте йөрәк ялҡынын дөрләтә: «Аптырайым та ул һиңә, нәмәһе менән оҡшамай Йыһангир? Шул тиклем шәп егет, ҡалала йәшәй. Их, миңә булһа ине ул! Ҡалаҡ­ҡа ғына һалып йота торған кавалер бит, ә?»
Ышана Сәғирә татлы телле кавалерға. Кәкүк булып сыға уныһы. Әҙер ояға йомортҡа һала ла ҡалаһына олаға. Халыҡтың ауыҙын ябып буламы: «Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа шул», «Маҡтаулы ҡыҙ туйҙа эш боҙа», «Йә, ауыҙ һыуығыҙҙы ҡоротоп маҡтай инегеҙ, күрһәттеме алиһәгеҙ!», тип йән үртәйҙәр. Йыһангирҙың дуҫы, ҡыҙҙы элек тә яратып йөрөгән Ғәфүр, кеше һүҙенә, әсәһенең ризаһыҙлығына ҡарамай, Сәғирәгә өйләнә. «Кеше балаһын үҫтерәңме инте хәҙер? Миңә үҙ ейәнем кәрәк, зина ҡылып яралған тыума түгел!» – әсәһенең был һүҙҙәре әллә ниндәй йөрәкте ташҡа әйләндерер! Аҙ иламай Сәғирә. «Һығылып илаған саҡтарында йоморайып килгән ҡорһағына һуҡҡысланы. Бөтә күңеле менән баланың тыумауын теләне... Әммә, нисек кенә тырышмаһын, йөрәк аҫтындағы яралғы йәшәүгә сат йәбеште». «…Моталлап теремек, мыҡты булып үҫеп китте. Ҙурайған һайын атаһына нығыраҡ оҡшап, әсәһенең күңел яраларына тоҙ һалды. Ғәфүр бер тапҡыр ҙа «улым» тип әйтмәне балаға, исеме менән генә өндәште». Ә бер көн килеп : «Күрше ауылға бер ғаилә күсеп килгән, ти инәйем. Уллыҡҡа сабый эҙләйҙәр икән, көсөгөңтө шуларға бирәһең, юғиһә... », – тип йөрәк өҙгөс хәбәр һала. Нишләһен Сәғирә, атаһы Бирғәле ағайҙың үлеменә сәбәпсе булған, ауыл халҡынан, ҡәйнәһенән әсе һүҙҙәр ишеттергән, Ғәфүрҙән ҡағы­лып‑һу­ғы­лып йәшәүҙәргә дусар иткән Моталлаптан берҙән-бер ҡотолоу сараһына бара, яттарға һатырға риза була...
Повеста беҙ алда әйткән символик образ – кәкүктең йәнә бер художество фунцияһы бар. «Кә-күк, кә-кү-үк... Бер, ике, өс, дүрт...» Уллыҡҡа һатылған Моталлап, килмешәк, Мишка, Сайра өсөн Муталлапчик булып, күрше ауылда үҫә, әсәһенең килеп алыр көнөн көтөп, һағынып йәшәй. «Кәкүк, кәкүк, миңә нисә йәш?» Биш бармағын бөкләй Моталлап, ә бер нисә йылдан ун бармағын да. «Бала күңеле уйын менән дауаланды. Ошо ауылға, урамға, кешеләргә, өйгә, Сайра менән Ғиндуллаға яйлап өйрәнде малай. Иң мөһиме – кәкүк тауышын онотто. Ғөмүмән, уға иғтибар итмәне: һыуындымы, үпкәләнеме, асыуы килдеме...» Әҫәрҙең эпилог өлөшөндә һүрәтләнгәнсә, бәләкәс кенә шыҡһыҙ өйҙөң ҡаҡ иҙәнендә өшөп уянған Моталлап өсөн иҫке генә радионан ағылған йыр ҙа юҡҡа түгел, йөкмәткене байыта, ҡатмарлы яҙмышҡа дусар булған геройҙың характерын тулыландыра төшә:
...Кәкүк, кәкүк, әйтсе миңә,
Күпме минең ғүмерем?
Күпме минең был донъяла
Шатлыҡтарым, күререм?
Ана шулай, әҫәрҙең башынан һуңғы юлдарға тиклем кәкүк образы ваҡиғаларҙы бер епкә теҙеп үҫә килә. Ысынлап та, Моталлаптың, «кәкүк балаһының», яҙмышы ябай түгел. Тыуғансы уҡ атай кешенең хыянатын, тәрбиәләп маташҡан үгәй атайҙың йәберләүен кисерә. ¤лөшөнә төшкәндең иң ауыры – үҙ әсәһенең ят кешеләргә биреп ебәреүе. Әсәһенең килеп алырын көтөп, көндәр һанап йәшәй ул. Әммә ҡырыҫ ысынбарлыҡ тиҫтер малайҙарҙың теле менән яҙмышының асылын аңлата: «Нинтәй инәйең? Ул бит һине һатҡан! Мынау балаһыҙ Сайра менән Ғиндуллаға. Инә­йем шулай тине». Йәне яралы Моталлап барыбер кешеләрҙән биҙмәй. Йәш әтәс­тәй көрмәкләшкән Фәттәх, Саҙрый, Нәҡиптәр менән дуҫлашып ала, Нәзифә менән араларында мөхәббәт уты тоҡана. Һәр ваҡыт донъялағы иң яратҡан кешеһе – әсәһенә ынтыла. Үҫмер сағында боҙҙа шыуып уйнай-уйнай таныш урындарға барып сыға, бала сағы күҙ алдына баҫа. Әмәлгә ҡалғандай, мәкенән һыу алған әсәһен күрә: «Инәйем? ...Эйе, ул! Шул уҡ ҡара толом, шул уҡ буй-һын...»; «Аяҡтарын боҙҙан саҡ айырып, утлы ҡарҙан атланы үҫмер. Әсәһенә өс‑дүрт аҙым ҡалғас, ҡатын башын ҡалҡытты...»
«Ҡаршыһында баҫып торған улын күргән әсәнең зиһенен ут ялманы. Ҡыҙҙырған кеүек ҡапыл эҫегән ҡылысы менән уның ҡулдарын өтөп, биҙрәләре лә ысҡынып тәгәрәне. Береһе мәкегә төшөп, һыңар ҡолағын күрһәтеп әҙ генә ятты ла, һыу йотоп тонсоҡҡандай, бөтөнләй күҙҙән юғалды. Был осрашыу мәлен күрергә теләмәгәндәй, йәнһеҙ биҙрә лә шым ғына һыу төбөнә йәшенде. Сәғирә үҙе лә мәкегә сумыр хәлдә ине, биллаһи, тик аяҡтары боҙға ҡуша туңдымы ни... Ә ҡаршыһында мең һораулы күҙҙәр менән тишерҙәй ҡарап улы тора. Нисек ҡурҡты ул ошо ҡараштан, нисек оялды... Күпме тапҡыр улы эргәһенә барып та, ошо күҙҙәрҙән ҡасып, кире әйләнде бит».
Эйе, яҙмышы еңел булманы Сәғирәнең. Нимә етмәне уға? Моталлабын ҡурсаларға ҡыйыулығымы, бәләкәсен яҡлау, һаҡлау өсөн әсә саялығымы? Дөрөҫ юлды таба алмауы арҡаһында ғүмер буйы ғазап кисерә, әрнеше төндәр буйы йоҡо бирмәй уға. Ярай әле сабыйы, Килмәков Моталлап Ғиндулла улы булып китеп, Сайраның йылы ҡосағында үҫеп етә.
Ҡатмарлы һәм сетерекле проблемаға юҡҡа тотонмаған уҡытыусы һәм әҙибә Әлиә Саматова. Бөгөнгө көндә ғаилә, кеше мөнәсәбәттәре, замандың үҙе ке­үек, ябайҙан түгел. Тыуғас та балалары­нан баш тартҡан әсәләр ҙә, ғәзиз сабы­йын, себеш урынына ла күрмәй, әсә наҙынан мәхрүм иткәндәр ҙә аҙмы? Беҙҙеңсә, әҙибәнең әйтер һүҙе лә шундай әсәләргә, кәкүк һымаҡ ир-аттарға төбәлгән. Повеста йәштәребеҙгә фәһем булыр­ҙай ғибрәтле яҙмыш бәйән ителә. Шуныһы ғына үкенесле: Моталлаптың яҙмышы бәхетле булмай, ғаиләһеҙ ҡалған ир шыҡһыҙ өйөндә: «Инәй, өшөнөм...» тип уяна. Әллә, халыҡ әйткәнсә, «Бер бәхетең булмаһа, булмай икән»ме?
Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә байтаҡ уҡытыусылар булыуы билдәле. Изге һөнәр эйәләре ижадта ла педагог булып ҡала, әҙәбиәттең тормош дәреслеге икәнен тағы бер ҡат раҫлай. Әлиә Саматованың «Кәкүк» повесында ла авторҙың педагогик концепцияһы асыҡ сағыла, тәрбиәүи функция башҡара. Нуриман бабайҙың балаларға һөйләгәне: «Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара ул. Баш­ҡарған эшегеҙ миңә булһа, өйрәнгәнегеҙ – үҙегеҙгә. Гел шулай яҡшы күңелле булығыҙ, яраймы, изгелек бер ҡасан да ерҙә ятып ҡалмай, – тип балаларҙың арҡаһынан һөйөп алды ҡарт. Ике тоҡто (туйра – имән сәтләүеге менән) ике ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, арбаға килтереп һалды. Шунан өсәүләп, сөкөрләшә-сөкөрләшә ауылға табан атланылар. Ике быуын осрашҡас, һис шикһеҙ, һөйлә­шәһе һүҙҙәр күп булғандыр. Уларҙың серен тәгәрмәс шығырлауы ғына йотоп барҙы». Йәнә: «Күпме бәхеттән мәхрүм уның “дуҫы”? Улыңдың тәүге аҙымдарын күреү – үҙе бер ғүмер бит. Әйтерһең дә, ғүмерең яңынан башлана. Кескәй генә тәпәйҙәре менән ул һинең эҙеңдән атлаясаҡ, бейеклектәргә үрмәләйәсәк, дала киңлектәрен күрәсәк, төпһөҙ диңгеҙҙәрҙе гиҙәсәк. Һинең көслө ҡулдарыңа тотоноп, бер нәмәнән ҡурҡмай алға барасаҡ. Ә инде тәтелдәк теле ғүмереңдең һәр минутын шатлыҡ менән тултырасаҡ. Әй, Йыһангир, буш бит һинең йыһаның. Йөрө инде хәҙер шул бушлыҡты гиҙеп. Сәскәнән сәскәгә ҡунып, ғүмереңдең көҙө еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһың әле, сиңерткә!». Ғаилә һәм тәрбиә проблемаларын күтәргән әҫәрҙә педагогик концепция бик урынлы, ул әҫәрҙең уҡыусыға тәьҫирен бермә-бер күтәрә.
Әлиә Саматованың «Кәкүк» повесы хаҡлы рәүештә тәжрибәле яҙыусыларыбыҙҙың хуплауына лайыҡ булды, «Ағи­ҙел» журналы уҡыусылары ла ыңғай фекер туплағандыр. Эйе, әҙәбиәтебеҙгә художестволы әҫәрҙең форма һәм йөк­мәт­ке үҙенсәлектәрен аңлаған, герой характерын тыуҙырыу ҡеүәһенә эйә, психологизм асылына төшөнгән әҙибә килде. Беҙҙе, беренсе сиратта, авторҙың образлы теле һәм үҙенсәлекле стиле арбаны. Назар Нәжмиҙең русса уйлап, башҡортса яҙған шағирҙар тураһындағы фекере булды. Әлиә Саматова башҡорт­са фекерләүе һәм яҙыуы менән алдыра. «Кәкүк» повесында автор телмәре хәҙерге башҡорт әҙәби теленә нигеҙләнһә, персонаждарҙың теленә Инйәр буйы ҡатайҙарының тел үҙенсәлектәре хас. Яҙыусы әҫәр теле туҡымаһында балалар телмәрен дә уңышлы ҡуллана. Ҡайһы бер миҫалдарҙы ғына күрһәтәйек: «Бөгөнкә мыныһы ла етеп торор. Ана, Мишканың инәһе бы яҡҡа табан килә. Таванты ялтыратайыҡ. Инәйеңә беҙҙе ошаҡ­лаһаң, Мишка, ысматри, өлөшөңә алаң, белтеңме!»; «Йыһангир, алтыңа ҡара, мынта һиңә ҡала юлдары түгел»; «Ҡояҫ­та ҡыҙынып, беҙҙең еләкләрҙе аҫап ята инте, – тип ҡыҫылды Саҙрый»; «Улар кү-ү-үп итеп мәмәй әпкиләләрме?»; «Әллә әппәр, инәй, тәмне булты!» – тип бите менән ҡулын һыйпағас, ултырғысынан төшөп, тышҡа ыңғайланы». Шулар менән бер рәттән, автор ҡылым­дарҙың ҡыҫҡа, ябай телмәр стиленә хас булған формаһын актив файҙалана, улар ерле һөйләш колоритын бирә, башҡорт теленең диалект үҙенсәлектәрен сағылдыра: йөрөйөң, алаң, бешерәң, күрмәйеңме, ятаң һ.б.
Шулай ҙа автор телендә күҙгә йышыраҡ ташланғаны сағыштырыу сараһылыр. Бындай художестволы һүрәтләү сараһын әҙибә бер күренеш йәки әйберҙе уртаҡ сифаттары булған икенсе күренешкә йәки әйбергә оҡшатып, асыҡлау маҡсатында бик уңышлы файҙалана. Сағыштырыуға хас булған синтетик, аналитик һәм синтетик‑аналитик формалар киң ҡулланыла. Улар авторҙың донъяны художестволы ҡабул итеүенә, образлы фекерләүенә бәйле. Миҫалдар: «¤йҙә ике мәйет ҡалды: береһе – донъя менән әле генә хушлашҡан себеш, икенсеһе – тереләй ҡатҡан ҡатын»; «Ояһын таба алмай сәбәләнгән ҡош кеүек, яуапһыҙ һорау ҡатындың мейеһен ҡайнатты»; «Шунан ҡапыл нимәнелер иҫенә төшөрөп, итәгенә ут ҡапҡандай тышҡа атылды»; «¤рк­кән ҡоралайҙай баҫып торған әсәһен күргән Моталлап уның йәш тулы күҙ­ҙәренән ҡарашын айырманы». Бынан тыш әҙибә фразеологизмдар менән дә оҫта эш итә. Ҡайһы бер фразеологик берәмектәр халыҡсан булһа (түбәһе күккә тейгәндәй булды, балтаһы һыуға төш­кәндәй йөрөнө), икенселәре автор теленә генә хас: артынан йәйғорон күккә элеп, боҙға әйләндереп баҫтырып ҡуйғандар. Ғөмүмән, повестың тел байлығы, лексик ҡатламдарҙың төрлөлөгө, мәҡәл‑әйтем­дәрҙе уңышлы файҙаланыуы, халыҡсанлығы авторҙың художестволы һүрәтләү оҫталығына эйә булыуын таныта.
Йыйып ҡына әйткәндә, хәҙерге башҡорт прозаһына ярайһы уҡ бай тормош тәжрибәһе туплаған, кешеләр күңелен аңлаған, үҙ геройҙарын ҡатмарлы психик ситуацияларҙа һүрәтләй алған, туған халҡының тел байлығына, моңона эйә булған яҙыусы килде. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Саматова! Педагогик йәмәғәтселек «Кәкүк» повесын халыҡҡа еткереүҙә ситтә ҡалмаҫ, тип уйлайым, сөнки өлкән класс уҡыусылары, йәштәр араһында матур ғаилә ҡороу, киләсәктә бәхетле ғүмер итеү проблемаларын аңлатыу – заманыбыҙҙың иң актуаль мәсьәләләренең береһе. Был йәһәттән, һис шикһеҙ, яҙыусы мөҡәддәс эш башҡарған. Уҡытыусы һәм әҙибә Әлиә Саматоваға артабан да ижади үрҙәр яулауын теләйбеҙ!
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Ноғман Мусиндың “Шунда ята батыр һөйәге…” романында халыҡсанлыҡ өлгөләре
Ф.Т. КҮЗБӘКОВ,
Башҡорт дәүләт университеты профессоры

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин алты тиҫтә йылдан артыҡ ижад итеү осоронда утыҙлаған повесть һәм хикәйәләр, дүрт роман, дилогия, трилогия авторы, башҡорт әҙәбиәте тарихында һайланма әҫәрҙәренең ун ике томлығын сығарған берҙән-бер һүҙ оҫ­таһы булып танылды. Яҙыусы үҙ әҫәрҙә­рендә туған телебеҙҙең мөғжизәгә тиң мөмкинлектәрен ювелирҙарса ҡулланып, милли колорит менән һуғарылған тәбиғәт күренештәрен, үҫеш-үҙгәрештә бирелгән образ-характерҙар галереяһын, берсә һәүетемсә, берсә ҡайнап-урғылып аҡҡан тормош ваҡиғаларын аңға ла, йөрәккә лә үтерлек итеп тасуирлай алды.
Әлбиттә, бер фирҡәлелек дәүерендә әҙип коммунистик идеология шауҡымының тиҫкәре эҙемтәләрен дә кисерҙе. Шуға ла уның 1990 йылдарға тиклемге әҫәрҙәренә ваҡиғалар үҫешенең тура һыҙыҡлылығы, геройҙарҙың башлыса ыңғай һәм кире типҡа ғына бүленеүе хас. Әйтергә кәрәк, ул осорҙа был “бәлә” яҙыусыларыбыҙҙың береһен дә урап итмәне, тиерлек. Айырма бары шунда: кемдер илдә алып барылған сәйәсәткә ихлас инанып ижад итте, кемдер ҡараны аҡ тиеүҙән тартынманы. Һоҡланғыс талант эйәһе Ноғман Мусин һәр саҡ йөрәк ҡушыуынса ижад итте, үҙ заманының улы булып, тормош ағышын күпселек осраҡта халҡы күҙлегенән баһаланы.
Авторҙың яҙыусылыҡ оҫталығы, донъяны, йәшәйеште күҙаллау һәм баһалау кимәле Алдар батырға арналған эпик ҡоласлы романында уңышлыраҡ асылды. Әҫәрҙең төп геройы – ҡапма-ҡаршылыҡлы характерлы, көслө ихтыярлы шәхес. Уны совет осоронда идеаль итеп һүрәтләнгән райком секретары (“Яралы кеше тауышы”) менән бутау мөмкин түгел. Шулай уҡ ул легендаларға торошло Төлкөсуранан да (“Мәңгелек урман”) ныҡ айырыла.
Алдар Иҫәкәев, тарихи шәхес булараҡ, бығаса төрлө яҙма документтар, халҡыбыҙҙың ижади хәтере аша ярайһы асыҡ төҫ­мөрләнһә лә, яҙыусының тойом-һиҙемләүе, художестволы күҙаллауы уны тәрәнерәк аңларға ярҙам итә. Йылҡы малы ғына ете меңдән ашыу иҫәпләнгән бай аҫабаның әҫәр һуҙымындағы эш-хә­рәкәте, ҡатмарлы яҙмышы, тулы ҡанлы тормошо, уйланыуҙары, икеләнеү-өмөтләнеүҙәре психологик яҡтан ышандырырлыҡ итеп һүрәтләнә. Алдар батыр ҡатнашҡан ваҡиғалар башҡорт илендәге хәлдәрҙе генә сағылдырып ҡалмай, ә Рәсәйҙәге һәм күрше мәмләкәттәрҙәге ошо осор һулышы менән тығыҙ үрелештә художестволы тасуирлана. Иң мөһиме — әҫәрҙе ерлекле итеүсе халыҡсанлыҡ сифаты романдың һәр күҙәнәгенә тиклем үтеп инә. Башҡорт мөхитендә тыуып-үҫеп, уның тарихи яҙмышын, рухи ҡиммәттәрен, ауыҙ-тел ижады гәү­һәр­ҙәрен ҡанына һеңдергән әҙип тәбиғәт күренештәрен, конкрет хәл-ваҡиғаларҙы, төп геройҙы, эреле-ваҡлы персонаждарҙы халыҡ күҙлегенән сығып ҡылыҡ­һырларға, баһаларға ынтыла. Бында ниндәй ҙә булһа идеологияның баҫымы һиҙелмәй.
Н. Мусиндың “Шунда ята батыр һөйәге” романында халыҡсанлыҡ сифаты менән һуғарылған тасуирҙарға иғтибар итәйек. (Миҫалдар 6-сы томдан алынды.)
Тәбиғәт күренештәрен һүрәтләү.
Ирәндек яғынан иртәле-кисле көҙ тындары бәрелә башланы. Таңға ҡырау төшә лә һорғолт тут сыбарлаған ергә ялпаша башлаған үләндәрҙетуңдырып, аҡ ҡылау менән ҡаплай. Ҡояш нурҙары көндө имшеттеме, ергә төрлө төҫтәге ағас япраҡтары яуырға керешә. Ҡайҙа ғына ҡарама, ялан да ялан. Күк ҡабағы офоҡҡа барып төртөлгән ергәсә һирәк-мирәк убаларҙан, йырын буйҙарында үҫкән ҡыуаҡтарҙан башҡа ер битен биҙәгән һис ни күрмәҫһең. Һирәк-мирәк күҙгә салынған ауылдары уя буйҙарына боҫоп ултырған.
Теге йәки был күренешкә халыҡсан баһа биреү.
●Йылҡыға ҡылған булдымы, башҡа үләнең ары торһон, ә ҡылған ҡоролоҡ­ҡа бирешмәй. ●Ул ҡәһәр һуҡ­ҡыр­ҙары оҙаҡ­ла­май йәнә килеп етер… (Һүҙ яһаҡ йы­йыу­­сылар хаҡында.)●Айытҡужа улының тирмәһе иркен, ун ике кирәгәле. Йыуан бүрәнәләрҙән нигеҙ ҡороп тартылған. Иҙәндә ике-өс ҡат кейеҙ, ишек яғына ҡоралай тиреләре ҡапланған… Ҡышты йырлап сығырға була… ●Иҫәкәй, абруй һаҡлап, ҡабаланмай ғына уға (Мәмбәтсураға) ҡарай атланы.
Халыҡ тәжрибәһен дөйөмләштереү.
●Өйөр айғырын менеп тә, егеп тә йө­рө­мәйҙәр, ул тик үҙенә тапшырылған эш­те генә башҡарырға – өйөрөндәге йыл­ҡыларҙы ҡарарға тейеш. ●Етди мәсьә­лә хәл ителгән бындай йыйында бер-береңдән уҙҙырырға тырышып тамаҡ ярыу ғәҙәте юҡ. Һәр кем үҙ һүҙен бик уйлап, берәгәйле әйтергә тырыша. ●Көндәш бер көн серҙәш булһа, биш көн һөймәҫ. Көн яманлыҡтары бер ни түгел, көндәш менән йәшәү ялҡыта. ●Талашлы йортҡа ҡот ҡунмаҫ.
Халыҡтың күҙәтеүсәнлеген еткереү.
Елкәһе киң, яурындары төшөнкөрәк, көслө кешеләргә хас булғанса, терһәктәре ян-яҡҡа ҡалтайыбыраҡ тора, тарбанлабыраҡ атлай.
Геройҙарҙың халыҡсан тел менән һөйләшеүе.●“Ағайың мал ҡыуып киткәс, ҡа­­рышҡан шикелле, бер кирәгәһе ыс­ҡын­­ды ла ел өрөп тик тора… Атағатаҡ, улай тимәгә ни, еңгәңдең ҡурҙымынан да ауыҙ итмәгәс...” ●Миңлеғужа: “Ана хәҙер Исәт, Мейәс буйҙарын урыҫ баҫып алып бөттө, зауыт ҡоралар, ер аҡтаралар, ҡәлғә төҙөйҙәр. Беҙҙең кеүек ғүмере баҡый ошонда көн иткән халыҡтан һорау-нитеү юҡ. Бөгөн ана Сәнәй буйынан ҡыуып ебәрҙек. Ә йыртҡыс бер ҡан еҫен тойһа, ҡыуып ебәреп буламы?..”
Башҡорттоң ҡан ҡойошло яуға күтә­релеү сәбәптәрен асыҡлау.
Солоҡҡа бал һалымы арта, кейәүгә бирелгән ҡыҙ­ҙың ҡалымына, һуйылған мал тиреһенә, ба­ҙар­ға, тирмәнгә барған өсөн, һәр дуға һәм ҡамытҡа, мәке сапҡан өсөн, ҡапҡа һәм тәҙрәләргә, мулла һәм мәсеттәргә айырым һалым. Туй үткәргәнгә ун бер алтын, икенсе тапҡыр үткәрһәң – егерме ике, ике күҙгә бер аҡса… Күтәрелеш етәкселәренең береһе Дөмәй Ишкәев йәй урталарында ҡыйырһытылыуҙарҙан аралауҙы батшанан һорау өсөн Мәскәүгә бара. Батша ҡабул итмәй. Һаҡ аҫтында Ҡазанға оҙаталар ҙа Дөмәйҙе аҫалар, ҡалғандарын — төрмәгә. Алдарбайҙың ике­ләнеп йөрөүҙәре һыпырып алғандай юҡ­ҡа сыҡты… Бындай яман көс­тән, муйынын һындыра һуҡмайынса, ҡотолоп булмаясаҡ тигән ҡәтғи ҡарарға килде.
Властың башҡорттар менән әҙәмсә мөғәмәлә итеренә өмөтө аҙаҡҡаса һүнмәй Алдарҙың. Тик уларҙың хыянатсыл сәйә­сәте арҡаһында һәләк була. Шулай ҙа ул батыр исеменә тап төшөрмәй, хал­ҡы­ның арҙаҡлы улы, ил ағаһы булып ҡа­ла.
Күренеүенсә, Ноғман Мусин, тарихи документтарға, халыҡ хәтере ҡәҙерләп һаҡлаған риүәйәттәргә нигеҙләнеп, йыйған, тапҡанын ҡабатланмаҫ талантына ярашлы ижад ҡаҙанында ҡайнатып, арҙаҡлы шәхесебеҙҙең һоҡланғыс художестволы образын иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар солғанышында, башҡорт мөхитендә тыуҙыра алған.
Г.Д.Куватова
Сообщения: 358
Зарегистрирован: 11 ноя 2016, 04:32

Re: Методические рекомендации

Сообщение Г.Д.Куватова »

Кәтибә Кинйәбулатова лирикаһында ҡатын-ҡыҙ образы («Һыу, һауа» шиғырын өйрәнеү)
М.Ғ. КИНЙӘБАЕВА,
Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Яратҡол мәктәбе уҡытыусыһы

Маҡсат. Лирика һәм лирик герой төшөнсәһенә аңлатма биреү; К. Кинйәбулатова шиғырҙарындағы лирик геройҙа шағирәне күреү һәм лирик герой исеменән уның һәм замандаштарының уй-тойғоларын дөйөмләштереү; шағирә ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу. 1. Презентация. 2. К. Кинйәбулатованың портреты, китаптар күргәҙмәһе. 3. Шағирәнең тауышы яҙылған аудиотаҫма һәм уның һүҙҙәренә яҙылған йыр.
Дәрес барышы
Уҡытыусы. Һәр шағирҙың ҡайғы-шатлыҡтары, һөйөү-нәфрәте, тәбиғәте һәм тормош менән бәйләнеше үҙенсә, йәғни һәр кемдең үҙ яҙмышы. Лирик геройҙы ул үҙ донъяһынан, бала саҡтан күңеленә һеңгән, күңелендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған йәки нәфрәт тыуҙырған, ниндәйҙер сәбәп менән аңына көслө тәьҫир иткән ваҡиғаларҙан ала.
Нимә ул лирика, һәм кем ул лирик герой? Лирика – шағирҙың хис-тойғоларын, уй-кисерештәрен, теге йәки был ваҡиға, күренеш уңайы менән тыуған тойғоларын сағылдырыу. Лирик әҫәрҙәге «мин»де әҙәбиәттә лирик герой тип йөрөтәләр.
Кәтибә Кинйәбулатованың лирик геройы – боролмалы, һикәлтәле юлдар үткән, һыҡраныуҙар аша ҡайнар күҙ йәштәре түккән ҡатын-ҡыҙ. Был хәл-ваҡиғалар «Һыу, һауа» шиғырында сағы­лыш таба.
1. «Һыу, һауа» шиғырын өйрәнеү.
●Шиғырҙы уҡыусының тасуири уҡыуы.
●Йөкмәткеһен асыҡлау өсөн һорау­ҙар.
А. Шиғырҙа лирик герой тормошондағы ауырлыҡтар нисек һүрәтләнә? (Атаһы, ауыл уҡытыусыһы, репрессияға эләгә, һуғыш, аслыҡ осоронда мәрхүм булып ҡалған һеңлеһенең балаларын, үҙ туғандарын ҡарап үҫтереү, аҙаҡтан әсәһенең үлеме – барыһы ла уның иңенә төшә.)
Б. Атай-әсәй киҫәттеләр мине:
– Һин, тип, ҡыҙым, беҙҙең дәү бала,
Аңлайһыңдыр, был кескәйҙәр өсөн
Һин кәрәкһең нәҡ тә һыу, һауа. (Уҡы­у­­­сылар шиғыр юлдарының мәғәнәһен асыҡлай.)
В. Был һүҙҙәрҙе ата-әсәһенең васыя­ты, аманаты итеп ҡарарға буламы?
Г. Лирик герой ата-әсәһенән ҡалған васыятты үтәйме? (Уҡыусылар шиғырҙан өҙөктәр табып уҡый.)
Ғ. Шиғырҙың төп геройы – ҡатын- ҡыҙ. Бөйөк Ватан һуғышываҡытында уға ауырлыҡтарҙы күп кисерергә тура килә. Бәғзе берәүҙәр ошо ҡыйынлыҡ­тарға сыҙамай, бөгөлөп төшә. Лирик ге­рой был михнәттәрҙе еңеп сығырлыҡ көстө ҡайҙан ала? (Ул ғаиләлә өлкән бала була, шуға ла барыһы өсөн дә үҙен яуаплы итеп тоя. Үҙенән бәләкәй туғандары уға ышаныс менән ҡарай. Атай-әсәй урынына ҡалған өлкән апай уларҙы ҡарап, үҫтерергә, кеше итергә тейешлеген аңлай. Кешеләргә йәшәр өсөн һыу, һауа нисек кәрәк булһа, ул да кескәйҙәргә шулай кәрәк. Лирик герой һуғыш ваҡытында замандаштарына ла еңел түгеллеген белә, үҙендә ауыр­лыҡтарҙы еңер көс таба.)
Д. Шиғырҙың аҙағын уҡыу. Ниңә автор һаман үҙен кешеләргә кәрәктер, ти? Кәрәктер, ти, хас та һыу, һауа? (Үтте ауыр саҡтар, килде тыныс тормош. Зәңгәр нур аша ҡар яуа (был бәхет, шатлыҡ символы). Лирик герой дәртләнеп эшкә бара. Ҡасандыр үҙе ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡандағы кеүек, башҡаларға уның көс өҫтәр, рухи ныҡлыҡ бирер шиғырҙары кәрәк.)
Е. Шиғырҙағы лирик геройҙы дөйөм­ләштерелгән образ тип әйтеп буламы? (Шағирәнең һәм уның замандаштарының уртаҡ яҙмышы, дөйөм характер һыҙаттары, уй-тойғолары лирик геройҙың типиклығын билдәләй. Һуғыш осорондағы ауырлыҡтар, аслыҡ, михнәт сигеү – был осор кешеләренең уртаҡ яҙмышы ул.)
2. «Һыуға барам» шиғыры.
Кәтибә Кинйәбулатованың лирик геройын шулай уҡ «Һыуға барам», «Минуттар», «Мин бик яуаплы», «Ауылыма ҡайтып киләмен», «Сәй», «Бер һүҙем бар» һәм уҡытыусы булып эшләгән йыл­да­рына бағышлап яҙылған «Ал ҡына» шиғырҙарында күрергә була. (Уҡыусы шиғырҙы тасуири уҡый.)
1990 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң эсәр һыуы фенол менән ағыулана һәм бик күптәрҙең һаулығы ҡыл өҫтөндә тороп ҡала. Быларҙың барыһын да халыҡ менән бергә кисергән шағирә тетрәткес хәлгә тыныс ҡала алмай, тойғоларын шиғыр юлдарына һала.
Ул көйәнтәһеҙ (көйәнтәләр ҡалған ауылда), ике биҙрә тотоп баш ҡалала һыуға бара. (Шиғыр тасуири уҡыла.)
Ана алда халыҡ йүгерә,
Иләҫ-миләҫ килә уйҙарым:
Барам да ул, сират торам да ул…
Таҙа микән һуң был һыуҙары?..
Һыуға барам әле таш юлдарҙан
Йәншишмәгә тугел, мискәгә.
Өп-өр яңы хәсрәт – һыуға сират,
Һыуһыҙ ҡалдыҡ, һыу юҡ эсмәгә.
Үлмәҫ йәнгә – үле балыҡ, тиҙәр.
Үле балыҡ? Тулы йылғала!..
Яуызлыҡтың ҡайҙа баш-аяғы,
Кем яуаплы бындай донъяға?
Һыуға барам, ямғыр яуа.
Ҡарлы ямғыр.
Был тәбиғәт эше – ерунда!
Үлмәҫ йәнгә – үле балыҡ, тиҙәр,
Ике биҙрәм ике ҡулымда.
Йомғаҡлау. Күренекле шағирә Кәтибә Кинйәбулатова поэзияһындағы лирик герой ифрат тормошсан, бай натуралы, тәрән кисерештәргә эйә шәхес булып күҙ алдына баҫа. Лирик герой, бер яҡтан, шағирәнең үҙ биографияһы менән бәйле күп яҡтарҙы дөйөмләштерә, икенсенән, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ яҙмышын, быуын, ил биографияһын типиклаштыра. Бына шуғалыр ҙа шағирәнең лирик геройы уҡыусыны тулҡынландыра һәм тәрән уй-хистәргә һала. (Дәрес аҙағында Кәтибә Кинйәбулатованың үҙе башҡарыуында «Юҡ һүҙ юрамағыҙ!», «Эй ғүмеркәйҙәрҙең үтеүҙәре» шиғырҙары, Р. Хазғәлиев башҡарыуында шағирә һүҙҙә­ренә яҙылған «Ямғыр яуып, йәшен йәшнәһә лә» йыры тыңлана.)
Vasima
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 20 янв 2015, 10:46

Re: Методические рекомендации

Сообщение Vasima »

Туган тел дәресләренең иң мөһим бурычлары:
1)Үсеп килүче буынга тел һәм әдәбият тирән һәм ныклы белем бирү;
2)Тел чараларыннан уңышлы файдалана белүче һәм сангатьле уку күнекмәләре алган кешеләр әзерләү;
3)Үз фикерләрен ана телендә төгәл һәм матур итеп сөйләп бирергә өйрәтү, логик фикерләү сәләтен үстерү;
4)Укучыларның иҗади көчен, танып белү сәләтләрен һәм мөстәкыйль эшләү күнекмәләрен үстерү, аларны үзлекләреннән белем алуга әзерләнү.
Югарыда саналган бурычларын хәл итү өчен укытучы үзе туган телне, аның грамматикасын яхшы белергә, белем һәм тарбия бирүгә иҗади якын килеп, материалны аңлаешлы, кызыклы итеп белергә; шул нигездә укучыларның уйлау сәләтен үстерергә тиеш.
Бала һәр дәрескә теләк белән килсен өчен, аңарда соклану һәм канәгатҗләнү тойгылары уятырга, аны файдалы һәм максатка юнәлешле эшчәнлеккә сиздерми җәлеп итәрлек эш формалары тәкъдим итергә кирәк.
Шундый эш төрләренең берсе синквейн.
Синквейн – француз теленнән кергән сүз, 5 дигәнне аңлата. Ул шигъри формада язылган кыска әдәби әсәр, билгеле план буенча языла, биш юлдан тора, предметны (төшенчәне ) ачыклый.
Үткәрү максатлары:
-Сүзлек запасын баета.
-Эчтәлек сөйләүгә әзерли.
-Идеяне билгеләргә өйрәтә.
-Укучы үзен шагыйрь итеп хис итә.
-Барлык балалар да башкарып чыга ала.
Синквейнны язу кагыйдәләре:
-1нче юл – бер сүз – шигырьнең исеме, гадәттә исем.
-2нче юл – ике сүз (сыйфат яки сыйфат фигыль). Теманы сүрәтләү.
-3нче юл – өч сүз (фигыльләр). Темага караган эш – хәрәкәтләр.
-4нче юл – дүрт сүз – җөмлә. Авторның темага булган мөнәсәбәтен күрсәтүче фраза.
-5нче юл – бер сүз теманың төп фиенрен кабатлаучы ассоциация, гадәттә исем.
Шәһәр.
Төзек , борынгы.
Төзелә, үсә, матурлана.
Мин үземнең шәһәремне яратам.
Туган җир.
Яз.
Якты, җылы.
Эретте, җылытты, яктыртты.
Кешеләргә өмет, хыял өләшә.
Шатлык.
Синквейнның диамант дигән төре бар. Ул 7 юлдан тора. Аның ярдәмендә ике төшенчә арасындагы охшаш һәм аермалы якларны билгеләргә мөмкин.
Кар.
Йомшак, ак.
Ява, каплый, саклый.
Яз килеп ул эрер.
Агыр, җырлар, чылтырар.
Язгы, күңелле.
Гөрләвекләр.
Әдәбият дәресләрендә әсәрләргә анализ ясаганда бу алым бик кулай. Образларга, характеристика биргәндә укучыларга шушы эш төрен тәкъдим итәм.
Акъәби.
Сабыр, саф күңелле.
Ярата, саклый, җиткерә.
Гореф-гадәтләрне, милләтне саклый.
Милләтпәрвәр.
Синквейн алымы иҗади сәләтләрне үстерүгә, дөрес бәялүгә узаллы карар кабул өйрәтә. Зур күрәмле информацияне гомумилләштерүгә, катлаулы мәсьәләләрне гадиләштерегә булышлык итә. Мондый иҗади эш башкарау - җиңел, күңелле, файдалы. Сөйләм теле камилләшә, авыр төшенчәләр үзләштерелә. Синквейн төзү укучыдан уку материалында иң мөһим элементларны табуны, йомгаклау ясауны һәм шуны берничә сүз белән (кыска итеп) әйтеп бирүне таләп итә. Синквейн алымы ярдәмендә дәресенең тәрле этабында укучыларның ассоциацияләре белән танышырга мөмкин.
Дәрес башында : “Бу тема буенча мин нәрсә беләм?”
Дәрес уртасында: “Тема үзләштерү ничек бара?”
Дәрес азагында: “Нинди максатларга ирештек?”
Дәрес.
Кызыклы, файдалы.
Тыңлыйбыз, уйлыйбыз, иҗат итәбез.
Миңа дәрестә эшләү ошый.
Белем, иҗат, каеф.
Сүземне йомгаклап, синквейн алымныңөстен якларын санап китәсем килә:
-Тема буенча лексик материал үзләштерелә, сүзлек байлыгын арта
-Грамматик материал кабатлана
-Эчтәлекне кыскача сөйләүгә әзерли
-Тәнкыйди фикерләүне камилләштерә
-Ассоциацияләр ярдәмендә алган белемнәр ныгытыла
-Катлаулы информация гомумиләштерә
-Укучы үзен шагыйрь итеп хис итә
-Бөтен укучы да яза ала.
Альмира Ильдусовна
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 20 янв 2015, 10:36

Re: Методические рекомендации

Сообщение Альмира Ильдусовна »

Китап уҡырға яратҡан уҡыусылар, яҡшы уҡыуҙары менән, ҡалған уҡыусыларҙан бик айырылып тора. Улар изложение, диктанттарҙы ла хатаһыҙ яҙалар. Тәрән мәғәнәле инша яҙалар. Тасуири уҡыу, уҡыу тиҙлеге лә китап уҡырға яратмаусыларҙан күпкә яҡшыраҡ. Ә компьютерҙа күп уйнап ултырған иптәштәрҙең телмәре бик һай, кеше менән аралашыу сифаттары ла түбән. Һаулыҡтары ла ҡаҡшаған, ауырыуҙарға тиҙ генә бирешеп баралар. Ә киләсәктә үҙеңә тормошта дөрөҫ юл һайлау өсөн аралаша ла белергә кәрәк. Әлеге ваҡытта һуң түгел. Китап уҡып, рухи байлығыңды арттырырға, белемеңде үҫтерергә кәрәк. Киләсәктә илебеҙгә белемле кешеләр кәрәк бит. Беҙгә уҡытыусыларға, йәш быуынға уйланырға урын бар.
Шуның өсөн мин бар уҡытыусыларҙы, балаларҙы ла китап менән дуҫ булырға саҡырам.
GulshatAkhmetshina
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 31 янв 2018, 16:44

Re: Методические рекомендации

Сообщение GulshatAkhmetshina »

Был мәсьәләне хәл итеү уҡытыуҙы яңыса ойоштора, уның методикаһын камиллаштырыу юлы менән, өйрәнеүсенең күп төрлө һәләттәрен үҫтерә торған һорау һәм эштәр ярҙамында алып барыла.
Проблемалы уҡытыу уҡыусы алдына яңы стандарттарҙа булмаған бурыстарҙы йәки тормошта кәрәк булған әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысын ҡуя. Был уҡыусыла аҙ ғына ваҡыт эсендә дөрөҫ йүнәлеш ала белеү, эҙләнеү өсөн үҙеңдә булған белем һәм күнекмәләрҙе туплай алыу, ышаныслы һәм дөрөҫ юл һайлай белеү кеүек сифаттарҙы формалаштыра.
Шулай ҙа проблемалы уҡытыу нимә һуң ул? Традицон уҡытыуҙан ул нимә менән айырыла?
Уҡыусылар эшмәкәрлегендә танып белеү эшмәкәрлегенең үҙенсәлеге.
Традицион уҡытыуҙа (аңлатмалы-иллюстратив) уҡытыусы уҡыусыларға әҙер белем бирә - ул яңы материалды аңлата, төп йүнәлештәрҙе күрһәтә, уларҙы миҫал һәм мәсьәләләр менән нығыта һ. б.
Уҡыусылар аңлатҡанды ҡабул итә, хәтерҙә ҡалдыра.
Проблемалы уҡытыуҙа уҡытыусы әҙер белем бирмәй, ә уҡыусылар алдына бурыс ҡуя, уны ҡыҙыкһындыра, хәл итеү өсөн айырым саралар табыу теләге уята
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»