Интерактив башҡорт теле
Re: Интерактив башҡорт теле
Хәйерле көн.
Мин-Айзилә Хөсәйенова.Башҡорт теле буйынса дистанцион камиллаштырыу курстары үтәм.Курстар биҡ ныҡ оҡшай.
Мин-Айзилә Хөсәйенова.Башҡорт теле буйынса дистанцион камиллаштырыу курстары үтәм.Курстар биҡ ныҡ оҡшай.
-
Ляйсан Ишниязова
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 24 ноя 2025, 13:27
Re: Интерактив башҡорт теле
Хәҙерге ваҡытта "Использование цифровых электронных ресурсов в изучении государственного башкирского языка Республики Башкортостан в условиях реализации ФГОС и ФОП ООО, ФГОС и ФОП СОО " курсын үтәм. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып 1998 йылда эшләй башланым. Видеолекциялар бик ҡыҙыклы, ләкин, күбеһе асылмай.. Заман талаптарына ярашлы электрон ресурстарҙы дөрөҫ ҡуллынырға өйрәтәләр. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!!!
-
Ляйсан Ишниязова
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 24 ноя 2025, 13:27
Re: Интерактив башҡорт теле
Добрый день коллеги. В данный момент прохожу курс "Использование цифровых электронных ресурсов в изучении государственного башкирского языка Республики Башкортостан в условиях реализации ФГОС и ФОП ООО, ФГОС и ФОП СОО". Курс интересный и доступный. Но, к сожалению, многие видео не открываются. Приходится информацию искать дополнительно.
-
Юнусова З.В.
- Сообщения: 1
- Зарегистрирован: 23 ноя 2025, 15:13
Re: Интерактив башҡорт теле
Һаумыһығыҙ! Мин Зилә Вәсил ҡыҙы булам. Хәҙерге ваҡытта "Использование цифровых электронных ресурсов в изучении государственного башкирского языка Республики Башкортостан в условиях реализации ФГОС и ФОП ООО ФГОС и ФОП СОО " тип аталған тема буйынса курс үтәм. Курсты ойоштороусылар һәм алып барыусыларға ҙур рәхмәтлемен. Бындай дистацион курстар беҙҙең өсөн бик уңайлы һәм отошло, ваҡытыбыҙҙы экономиялай. Курс бик оҡшай, бирелгән мәғлүмәт аңлайышлы, лекция, видеодәрестәрҙе башҡортса, русса ла ҡарарға мөмкинлек бар. Курстар өсөн ҙур рәхмәт!
-
raisa-sit@mail.ru
- Сообщения: 4
- Зарегистрирован: 07 фев 2023, 15:56
Re: Интерактив башҡорт теле
Һаумыһығыҙ!Мин Рәйсә Сәлимйән ҡыҙы Ситдикова булам. Интерактив башҡорт теле платформаһында уҡыусыға яңы теманы үҙ аллы өйрәнеү өсөн уңайлы. Бының өсөн уҡыусыларға дәрес темаһының һылтанмаһын ебәрергә була. Онлайн дәрестәр, һүҙлек, грамматика, интерактив күнегеүҙәр, уйындар бик яҡшы төҙөлгән. Һәр дәрестең интерактив күнекмәләрен даими үтәгәндә һөҙөмтәләр көндән көн яҡшыраҡ буласаҡ. Һөҙөмтәләр шәхси кабинетта сағылыш таба.Был платформа уҡыусыларға бик оҡшай.
-
raisa-sit@mail.ru
- Сообщения: 4
- Зарегистрирован: 07 фев 2023, 15:56
Re: Интерактив башҡорт теле
Һаумыһығыҙ!Әлеге ваҡытта "Использование цифровых электронных ресурсов в изучении государственного башкирского языка Республики Башкортостан в условиях реализации ФГОС и ФОП ООО, ФГОС и ФОП СОО" курсын үтәм. Белемде камиллаштырыу буйынса курстар бик фәһемле. Курс етәкселәренә, курс буйынса коллегаларға алдағы эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Был курстар өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм!
-
zulfira.aubakirova
- Сообщения: 3
- Зарегистрирован: 20 ноя 2025, 11:37
Re: Интерактив башҡорт теле
Бәләбәй районы Өҫән- Ивановка мәктәбе башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлфирә Хәбип ҡыҙы Аубакирова.
Ҡурсты бик ҡуркыу менән башланым, ни өсөн тигәндә, минең йәштә был иң ауыр тема. Тырыша- тырмашы, илай- илай тигәндәй уҡыуҙы татамлап барам.Ошо курсҡа яҙылыуыма һөйөнөп бөтә алмайым- бик күпкә өйрәндем, бик кәрәкле, быға тиклем белмәгән сайттар таптым.
Мәктәптәге йәш уҡытыусыларҙы тыныс ҡалдырманым, улар минән ҡаса башланы.Нимә эшләп һеҙ ошоларҙы белмәһегеҙ, һез бит йәштәр, һеҙгә әле эшләргә лә эшләргә тигәс яраманым. Беҙҙең йәштәге уҡытыусылар бәреп. дөрөҫөн әйтергә өйрәнгән бит.Хәҙер улай ярамай шул.
Һеҙгә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт ! Ошо йәшемә етеп бындай курстар үткәнем юҡ ине тиһәм дә хата булмаҫ.Бик күп кәрәкле эштәрҙе алып барырға өйрәндем: улар уҡытыусының эшен күпкә еңеләйтә. ҘУР РӘХМӘТ!.
Ҡурсты бик ҡуркыу менән башланым, ни өсөн тигәндә, минең йәштә был иң ауыр тема. Тырыша- тырмашы, илай- илай тигәндәй уҡыуҙы татамлап барам.Ошо курсҡа яҙылыуыма һөйөнөп бөтә алмайым- бик күпкә өйрәндем, бик кәрәкле, быға тиклем белмәгән сайттар таптым.
Мәктәптәге йәш уҡытыусыларҙы тыныс ҡалдырманым, улар минән ҡаса башланы.Нимә эшләп һеҙ ошоларҙы белмәһегеҙ, һез бит йәштәр, һеҙгә әле эшләргә лә эшләргә тигәс яраманым. Беҙҙең йәштәге уҡытыусылар бәреп. дөрөҫөн әйтергә өйрәнгән бит.Хәҙер улай ярамай шул.
Һеҙгә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт ! Ошо йәшемә етеп бындай курстар үткәнем юҡ ине тиһәм дә хата булмаҫ.Бик күп кәрәкле эштәрҙе алып барырға өйрәндем: улар уҡытыусының эшен күпкә еңеләйтә. ҘУР РӘХМӘТ!.
-
zulfira.aubakirova
- Сообщения: 3
- Зарегистрирован: 20 ноя 2025, 11:37
Re: Интерактив башҡорт теле
Мин Аубакирова Зөлфирә Хәбип ҡыҙы. Бөгөнгө көндә -Интерактив башҡорт теле сайтын ҡулланмайса урыҫ мәктәбендә балаларҙы башҡорт теле менән ҡыҙыҡһындырыу мөмкин түгел.Башланғыс синыфтарҙан уларҙы ошо сайт менән эшләп өйрәтә алһаҡ, өлкән синыфтарҙа улар тәржемәгә тексттар биргәндә (5 класстан башлап) сайттың һүҙлеген ҡуллана.Инша яҙғанда ла мин уларға һүҙлек менән эшләргә рөхсәт итәм.
Миңә: 62нсе йәш , беҙҙеең йәштәге уҡытыусыларға был сайтттан да яҡшырағы юҡтыр тейеп уйлайым. Ҙур рәхмәт һеҙгә.!Алдағы был бик еңел булмағын хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем. Иҫән-һау булығыҙ!!
Миңә: 62нсе йәш , беҙҙеең йәштәге уҡытыусыларға был сайтттан да яҡшырағы юҡтыр тейеп уйлайым. Ҙур рәхмәт һеҙгә.!Алдағы был бик еңел булмағын хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем. Иҫән-һау булығыҙ!!
Re: Интерактив башҡорт теле
Хәйерле көн. Уҡыусыларға кәрәкле мәғлүмәттәрҙе һәр ваҡыт дәрестә генә биреп бөтөп булмай, шуға күрә уларҙың электрон адрестарына йәки социаль селтәрҙәге биттәренә ебәрергә мөмкин. Бында электрон журналдың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Хатта уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре менән дә бәйләнешкә инеп була.
Дөйөм алғанда, электрон уҡытыу уҡыусыларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ыңғай мотивация булдырырға, уларҙың белемен һәм культураһын камиллаштырырға ярҙам итә, уҡыуға һөйөү уята. Заман талаптарына ярашлы электрон ресурстарҙы дөрөҫ ҡуллынырға өйрәтеүегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт!

Һаумыһығыҙ! Мин Әҙелгәрәева З.Ф.. Бөгөнгө көндә "Использование цифровых электронных ресурсов в изучении государственного башкирского языка Республики Башкортостан в условиях реализации ФГОС и ФОП ООО, ФГОС и ФОП СОО" курсын үҙләштерәм. Мин бер нисә йыл башҡорт теле дәрестәрен уҡытманым, декрет ялынан сыҡтым. Шуға барлыҡ материал да минең белемде яңыртыр өсөн бик файҙалы. Курс етәксеһенә ҙур рәхмәт. эштәр ваҡытында баһаланып бара. Барыһы ла бик уңайлы.